Өйрөлмәктәр

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Өйрөлмәктәр
PLoS Rotaria.gif
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Rotifera Cuvier, 1817

Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Өйрөлмәктәр (лат. Rotifera, рус. Коловратки) — күп күҙәнәкле умыртҡаһыҙҙар тибы. Төп айырмаһы — кәүҙәнең башы өлөшөндә бырау һымаҡ әйләнеүсе керпексәләрҙән торған аппарат, ул туҡланыу һәм хәрәкәт итеү өсөн ҡулланыла.

Бөтә Ер шарында таралған. Бер нисә отряды, яҡынса 2 мең төрө билдәле, Башҡортостанда яҡынса 100 төрө бар. Кәүҙәһе башлыса оҙонса (оҙонлоғо 0,04—2,3 мм), баштан, кәүҙәнән һәм аяҡтан (ҡайһы берҙә редукцияға бирелгән) тора. Башында — аҙыҡ табыу һәм хәрәкәт итеү өсөн хеҙмәт иткән өйөрөлмәк аппарат (2 керпек тажынан тора). Күптәре панцирлы. Тән ҡыуышлығында мускулдар, аш һеңдереү, бүлеп сығарыу, нервы һәм енес системалары урынлашҡан. Аяғында цемент биҙҙәре булған сәтәше бар, ул хәрәкәт итеү һәм субстратҡа йәбешеү ағзаһы булып тора. Айырым енесле хайуан (ата заттар ваҡ). Йомортҡа һала, һирәгерәк тере бала тыуҙыра. Ҡайһы берҙәре бер енесле үрсеү юлын ике енесле менән берләштереү хас булһа, икенселәре тик бер енесле юл менән генә үрсей. Башлыса һыу хайуаны; бер күҙәнәкле ылымыҡтар, микроорганизмдар менән туҡлана. Һыу ятҡылыҡтарының үҙ аллы таҙарыу процестарында ҡатнаша.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Догель В. А., «Зоология беспозвоночных», 7 изд., М., «Высшая школа», 1981.
  • Воздействие катионного амфифильного вещества на коловраток // Доклады Академии Наук (ДАН) 2003. т. 390. № 3. С.423-426.
  • Boschetti, C., Carr, A., Crisp, A., Eyres, I., Wang-Koh, Y., Lubzens, E., Barraclough, T. G., Micklem, G., Tunnacliffe, A. (2012). Biochemical diversification through foreign gene expression in bdelloid rotifers. PLoS Genetics 8 (11): e1003035. DOI:10.1371/journal.pgen.1003035
  • Gladyshev, E. A., Meselson, M., Arkhipova, I. R. (2008). Massive horizontal gene transfer in bdelloid rotifers. Science 320: 1210—1213. DOI:10.1126/science.1156407
  • Boschetti, C., Pouchkina-Stantcheva, N., Hoffmann, P., Tunnacliffe, A. (2011). Foreign genes and novel hydrophilic protein genes participate in the desiccation response of the bdelloid rotifer Adineta ricciae. Journal of Experimental Biology 214: 59-68. DOI:10.1242/jeb.050328