(2657) Башҡортостан
Асылыу тарихы һәм йыһандағы урыны
1979 йылдың 23 сентябрендә Ҡырым обсерваторияһында совет астрономы Николай Черных асҡан астероидтар билбауындағы типик астероид. РСФСР составындағы Башҡорт АССР-ы хөрмәтенә «Башҡортостан» тип атала. Ҡояштан — уртаса 476 миллион километр, Ерҙəн кəмендə 257 миллион километр алыҫлыҡта. Астероидтың яҡынса диаметры — 17 километр. Оппозициялағы яҡтылығы — 16,3 йондоҙ дəүмəле. Башҡортостан территорияһында объектив диаметры 30 см-ҙан да кәм булмаған телескоп ярҙамында күҙәтеп була. Бынан тыш күк йөҙөндә «Салауат», «Өфө» исемдәрен йөрөткән күк есемдәре бар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Астероидтар исемлеге (2601—2700)
- Кесе планета классификацияһы
Сығанаҡтар
- Баязитов У. Ш., тәржемәсе Р.Й. Мәхийәнова. (2657) Башҡортостан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ГЛУБИНЫ ВСЕЛЕННОЙ БОРОЗДЯТ «БАШКИРИЯ», «УФА» И «САЛАВАТ» УфаГид (рус.)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 https://www.minorplanetcenter.net/db_search/show_object?object_id=2657
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 JPL Small-Body Database
- ↑ 1 2 3 Minor Planet Center Database
- ↑ Schmadel, Lutz D. Dictionary of Minor Planet Names (инг.). — Fifth Revised and Enlarged Edition. — B., Heidelberg, N. Y.: Springer, 2003. — P. 217. — ISBN 3-540-00238-3.
