Healthy Food

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Healthy Food
Тип шәхси компания
Нигеҙләнгән 2009
Нигеҙләүсе Дмитрий Пронин, Мария Колосова
Уранлашыуы Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Мәскәү
Төп фигуралар Дмитрий Пронин (генераль директор)
Тармаҡ розничная торговля пищевыми продуктами
Әйләнеш 122 млн һум. (2013 йыл)[1]
Сайт h-food.ru

ООО «Хэлси фуд», Healthy Food — Рәсәй шәхси компанияһы, социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге проект[2]. Дөрөҫ туҡланыу аҙыҡ-түлеге менән һатыу итеүсе, кафе һәм вендинг аппараттары селтәре. 2009 йылдан эшләй, Мәскәү эре бизнес-үҙәктәре территорияһында урынлашҡан, сәләмәт тормош яҡлы Дмитрий Пронин һәм Мария Колосова нигеҙ һала.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Компанияға хәлле эшҡыуарҙар Дмитрий Пронин һәм Мария Колосова нигеҙ һала, улар 2000 йылдар уртаһында «Территория здорового образа жизни» тигән бизнес-проект төҙөйҙәр. Әммә 2008 йылда булған экономик кризис булыу сәбәпле, тормошҡа ашырылмай ҡала. 2009 йылдың ғинуарында «Хэлси фуд» яуаплылығы сикләнгән ойошма асып ебәрәләр һәм Мәскәүҙә Дөрөҫ туҡланыу кафелар селтәрен асалар. Улар был проектҡа 10 миллионға яҡын үҙҙәренең аҡсаһын һалалар. Беренсе кафе «Крылатские холмы» бизнес-үҙәгендә асыла.

2010 йылға компанияның кереме ике тапҡырға арта, киләһе йылға тағы ла икеләтә арта. Компания халыҡ-ара Ernst & Young эшҡыуарлыҡ конкурсында ҡатнаша, тағы ла бөтә Рәсәй «Беҙҙең киләсәк» социаль эшҡыуарҙар конкурсында еңә һәм 5 миллион һум процентһыҙ биш йылға бурысҡа аҡса ала. Был аҡсаға вендинг аппараттары һатып алына, уларҙы эре «Легион», Baker Plaza, «Новоспасский двор», «Нахимовский» бизнес-үҙәктәрендә, «Мега» һатыу-итеү үҙәктәрендә һәм башҡа эре офис биналарында урынлаштыралар[2].

2013 йылға ҡарата селтәрҙә 16 кафе һәм 30 вендинг аппараттары була, идарасылар һүҙҙәренсә һәр нөктәне асыр өсөн 450 мең һумдан 3,5 миллион һумғаса аҡса киткән. Бөтә ҡулланылған майҙансыҡтар ҡуртымға алынған. Ошо ваҡытта дөйөм йыллыҡ әйләнеш ике тапҡырға арта һәм 122 млн һумға етә, рентабеллелек 14 % була[1].

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күпселек аҙыҡ-түлектәрҙә шәкәр, май һәм тоҙ бөтөнләй юҡ йә юҡ кимәлендә.

Аҙыҡ-түлек етештерү өсөн сеймал Мәскәү янындағы фермаларҙан һатып алына, унда егермегә яҡын предприятие инә. Бөтә ашамлыҡ тиҙ боҙола торған аҙыҡ-түлектән эшләнгәс, компанияла ҡатмарлы етештереү системаһы эшләнгән, унда тауарҙы ҙур юғалтыуҙарһыҙ һәм иҫәптән сығарыуһыҙ эшләү өсөн[3][4].

Компания дөрөҫ йәшәүҙе популярлаштырыу өсөн регуляр йәмғиәт акциялары үткәрә, квалификациялы белгестәр ярҙамында семинарҙар һәм тренингтар ойоштора. Healthy Food директорҙары Дмитрий Пронин һәм Мария Колосова актив спорт-һөйөүселәр, триатлон буйынса күп кенә бөтә Рәсәй һәм донъя ярыштарында ҡатнашалар, икеһе лә Ironman дәрәжәһә эйә[5][6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Алиса По. В Москве появились автоматы с сырниками. The Village (31 ғинуар 2012). Дата обращения: 30 май 2015.
  2. 2,0 2,1 Дарья Осина. Едоки салата. Новый Бизнес (12 февраль 2012). Дата обращения: 31 май 2015. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  3. Не думай, сколько стоит то, что ты сделал. Газета.Ru (1 февраль 2013). Дата обращения: 30 май 2015. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  4. Алена Гетман. Частное дело. Автоматы питания Healthy Food. Большой город (21 август 2012). Дата обращения: 30 май 2015. 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған.
  5. Лидия Глазко. Путь к здоровью лежит через желудок. Грин Сити (16 март 2015). Дата обращения: 30 май 2015.(недоступная ссылка)
  6. Как пережить соревнования по триатлону Ironman? История создателей Healthy Food. Грин Сити (29 апрель 2015). Дата обращения: 30 май 2015. 2015 йылдың 1 декабрь көнөндә архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Healthy Food — компанияның официаль сайты