ISTAT

Милли статистика институты (рус. Национальный институт статистики,итал. Istituto Nazionale di Statistica, ISTAT) — Италия статистика йыйыу институты. Институт Италия иҡтисады буйынса дәүләт статистикаһын, шул иҫәптән Италия халҡын иҫәбкә алыуҙы алып барыу өсөн яуаплы.

Тарихы

1926 йылда 1162-се һанлы законға ярашлы Үҙәк статистика институты булараҡ ойошторола.

Эшмәкәрлеге

Илдең территориаль статистика бүлектәре, Сауҙа палаталары һәм статистика биреү мәсьәләләре буйынса дәүләт органдары эшмәкәрлеге менән идара итә һәм координациялай[1].

ISTAT кодтары

ISTAT институты Италиялағы бөтә коммуналарға алты һанлы кодтар биргән, уларҙың тәүге өс һаны — провинция коды.

Иҫкәрмәләр

  1. Organisation and activity (ингл.). Italian National Institute of Statistics. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 декабрь 2021. Архивировано 17 декабрь 2021 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә