Mercedes-Benz
Mercedes-Benz (Мерседе́с-Бенц; немецсә әйтелеше mɛʁˈtseːdəs ˈbɛnts) — сауҙа маркаһы һәм премиум-класлы еңел автомобилдәр, йөк машиналары, автобустар һәм башҡа төр транспорт саралары етештереүсе автомобиль компанияһы, Германияның «Daimler AG» концерны составына инә.
2013 йылда был бренд 31,9 млрд долларға баһаланған, автомобиль етештереүсе компаниялар араһында икенсе урында (Toyotaнан һуң), ә донъя брендтары араһында ун беренсе урында тора[2].
Тарих
1926 йылда ике үҙ аллы компания: «Даймлер-Моторен-Гезелльшафт» һәм «Бенц» ҡушылып, яңы «Даймлер-Бенц» концернын ойошторо.
Daimler
1890 йылда Готлиб Даймлер «Даймлер-Моторен-Гезелльшафт» команияһын ойоштора. 1901 йылда Вильгельм Майбах дүрт тәгәрмәсле автомобиль эшләй. Австро-Венгрия консулы һәм «Даймлер»ҙың Франциялағы вәкиллеге башлығы Эмиль Эллинек тәҡдиме менән был автомобиль Мерседес Еллинек хөрмәтенә «Мерседес-Бенц» исемен ала.
Галерея
Һылтанмалар
- Mercedes-Benz TV 2008 йылдың 9 ноябрь көнөндә архивланған. (инг.)
- Новости и пресс-релизы в мире Mercedes-Benz (инг.)
- Самый дорогой Mercedes-Benz проданный с аукциона
- Подборка креативной рекламы Mercedes-Benz 2013 йылдың 8 ноябрь көнөндә архивланған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Markenregister Wort-Bildmarke Mercedes-Benz (нем.).
- ↑ 2013 Best Automotive Brands (ингл.). Interbrand. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 февраль 2014. 2014 йылдың 21 февраль көнөндә архивланған.