Nessun Dorma
Nessun dorma (итальян теленән тәржемә - Бер кем йоҡламаһын) - Джакомо Пуччини операһы "Турандот" һуңғы сәхнәһенән татар ханы улы Ҡәләф арияһы. Тенор репертуарының иң мәшһүр арияларының береһе.
Ария тасуирламаһы
Икенсе сәхнәлә хан улы Ҡәләф батша ҡыҙы Турандот йомаҡтарына яуап бирҙе, ләкин Турандот Ҡәләфкә кейәүгә сығырға теләмәй. Шуны күреп, Ҡәләф үҙ йомағын әйтә: "Белмәгән хан улы исемен әйтегеҙ. Ҡояш сыҡҡансы яуап бирегеҙ. Турандот дөрөҫ яуап бирһә, Ҡәләф үҙе үлемгә барасаҡ, бирмәһә - Турандот Ҡәләфкә кейәүгә сығасак".
Мәрхәмәтһеҙ батша ҡыҙы хан улы исемен асҡансы төндә ҡул аҫтындағы кешеләргә йоҡламаҫҡа ҡуша. Әгәр исеме асыҡланмаһа, барыһы үлтереләсәк. Турандот бойороғон тыңлап, Ҡәләф йырлай:
Текст
| Итальянса | Башҡортса тәржемә |
|---|---|
|
Ҡәләф |
Ҡәләф |