Resident Evil Requiem

Resident Evil Requiem (япон. バイオハザード レクイエム, ҡыҫҡ. RE9) — Capcom эшләгән һәм сығарған survival horror жанрындағы компьютер уйыны. Сығыу көнө — 2026 йылдың 27 феврале[1][2].

Сюжеты

Resident Evil Requiem уйыны ауырыуы билдәһеҙ ҡорбан кәүҙәһе табылған ташландыҡ отелдә бара. Тикшереү ФБР аналитигы Грейс Эшкрофтҡа йөкмәтелә. Отель уның өсөн ҙур әһәмиәткә эйә: тап бында һигеҙ йыл элек уның әсәһе һәләк була. Был ваҡиға Грейсты шәхси үткәне менән осрашырға этәрә, ә тикшереү үҙе Раккун-Ситиҙа биологик һәләкәт таралыуы тураһында йәшерен хәҡиҡәтте аса[2][3].

Серияның алдағы өлөштәренән таныш булған Раккун-Сити 30 йыл элек Т-вирусы таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн ядро һөжүме ҡулланылғандан һуң емереклектәр араһында ҡала. ФБР-ҙың техник аналитигы һәм Resident Evil Outbreak журналисы Алиссы Эшкрофттың ҡыҙы булараҡ, Грейс Эшкрофт хәрби тәжрибәгә эйә түгел һәм бары тик зирәклегенә генә таяна. Ваҡиғаларға уның реакцияһы ҡурҡыу аша күрһәтелә, был уның франшизаның башҡа геройҙары менән сағыштырғанда нескәлеген билдәләй[4][5].

Тикшереү барышында үҙен отель буйлап баҫтырған ғифриткә юлыға. Был, элек шәфҡәт туташы булған монстрҙы үлтереп булмай, Грейсҡа тере ҡалыу өсөн йәшеренергә һәм төрлө маневрҙар ҡулланырға тура килә[2][5].

Уйын процесы

Resident Evil Requiem үҙенә алыш, тикшереү, башватҡыс һәм ресурстар менән идара итеүҙе туплаған классик survival horror. Проект етәксеһе Коси Наканиси уйындың жанрға тоғролоҡ һаҡлауын, шул уҡ ваҡытта экшендың киҫкен тойғолар өҫтәүен раҫлай[3].

Уйын процесының төп үҙенсәлектәренең береһе булып беренсе һәм икенсе күренеш араһында опциялар менюһы аша теләгән ваҡытта ҡушыла алыу мөмкинлеге тора[3][4].

Геймплей түбәндәге аспекттарҙы үҙ эсенә ала[4][5]:

  • алыш: төп герой Грейс Эшкрофт баштан уҡ яҡлауһыҙ һәм һаҡланыу йәки дошманды албырғатыу өсөн импровизацияланған ҡорал ҡулланырға мәжбүр — мәҫәлән, быяла шешә; уға туранан-тура бәрелештәрҙән ҡасып, даими рәүештә зирәкелек күрһәтергә кәрәк;
  • тикшеренеү: уйын донъяһы нигеҙе — участкаларҙы зажигалка яҡтыртып тикшереү мөмкин булған ҡараңғы урындар;
  • башватҡыстар: серия өсөн классик булған логик мәсьәләләр, мәҫәлән, асҡыс эҙләү һәм механизмдарҙы ремонтлау, сюжетты ҡыҙыҡлы итә;
  • ресурстар менән идара итеү: персонаждың сәләмәтлеген нығытыу өсөн аптечкалар һәм махсус үләндәр бар[4][5].

Тарихы һәм тәҡдим ителеше

Беренсе тапҡыр Capcom студияһы рәсми рәүештә Resident Evil 9 өҫтөндә эшләүен 2024 йылдың июль башында раҫлай — проект етксеһе Коси Наканиси был хаҡта Capcom Next Summer 2024 презентацияһы барышында белдерә[6]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, яңы уйынды 2024 йыл һуңында йәки 2025 йыл башында тәҡдим итеү планлаштырыла, әммә мартта Dusk Golem мәғлүмәтенә эйә сығанаҡ, Capcom-дың серияның дауамын «уйлап еткереү» теләге менән тотҡарланыуын еткерә[7][8]. Май урталарында ул, уйынды Summer Game Fest 2025 йәки The Game Awards-та күрһәтеүҙәре ихтималлығын, 2026 йылда сығарасаҡтарын белдерә[9].

2025 йылдың июнь башында бер нисә сығанаҡ яңы уйындың тиҙҙән исем туйы булырын белдерә, ә 5 июндә, Summer Game Fest (рус.)баш. асылыр алдынан, Capcom үҙҙәренең социаль селтәрҙәрендә анонс әҙерләнеүенә ишаралай[10][11]. Исем туйында продюсер Джун Такеучи Resident Evil серияһын 30 йыллығы менән ҡотлай һәм туғыҙынсы өлөштөң әүҙем эшләнеүен белдереп, уны тәҡдим итә. Әммә сығышы һуңында яңы — Resident Evil Requiem тип аталған уйындың трейлеры тураһында; унда төп герой, ФБР хеҙмәткәре Грейс Эшкрофт, Раккун-Сити ҡалаһы күрһәтелеүе, шулай уҡ сығыу датаһы тип 2026 йылдың 27 феврален иғлан итә[12].

Фестивалдә шулай уҡ уйындың демоверсияһының ябыҡ презентацияһы үтә, уға эре баҫмалар, мәҫәлән, IGN һәм Eurogamer журналистары саҡырыла[13].

24 июндә Capcom студияһы, уйынға «һайланғандар»ға (PlayStation Store һәм Steam-да)1 миллиондан ашыу кешене өҫтәүҙәрен белдерә[14].

26 июндә Capcom Spotlight тарнсляцияһын үткәрә, унда компания рәсми рәүештә скриншоттар һәм геймплей деталдәре менән бүлешә. Шулай уҡ уйындағы хәл-ваҡиғаларҙың үткән уйындан һуң — ете, Раккун-Сити фажиғһенән һуң 30 йыл үткәс барыуын билдәләй[15].

Демоверсия тураһында фекеҙәр

Summer Game Fest 2025 фестивалендә популяр уйын журналдары журналистары Resident Evil Requiem демоверсияһында уйнап ҡарай, яңы герой һәм проект атмосфераһы менән беренселәрҙән булып танышыу мөмкинлеген ала. Улар, герой Грейс Эшкрофт — ташландыҡ дауаханала уянып киткән ФБР аналитигы. Журналистар фекеренсә, уйын хәрәкәтлерәк булған һигеҙенсе өлөштән айырмалы, Resident Evil 7: Biohazard уйынының ауыр армосфераһына әйләнеп ҡайта, ҡурҡыу һәм хәүеф атмосфераһына баҫым яһала[3][13].

Уларҙың фекеренсә, уйында Грейстың характерына айырым урын бирелә — ул Леон Кеннеди кеүек суперһалдат түгел, ә нескә реаль персонаж; уның ҡурҡыуы тын алышында, тауышында һәм анимацияла сағыла. Уның әсәһе Алисса Эшкрофт, Resident Evil Outbreak-та күренә — был серия сюжетына бәйләнеше булыуын күрһәтә. Уйынсыларға камераның ике режимын да ҡулланып була — һайлау меню аша башҡарыла. Авторҙар фекеренсә, һәр режим геймплейға төрлө акценттар бирә: ҡурҡытыу реализмы, тактик контроль һәм стелс. Уйында серияның традицион элементтары һаҡлана: тикшеренеү, башватҡыстар һәм эҙәрлекләүсе ғифрит[3][13].

Күрһәтеү сиклелегенә ҡарамаҫтан, журналистар башҡарыуҙың юғары сифатын билдәләй һәм серия ҡанунында Грейс ролен артабан үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныу белдерә[3][13].

Система талаптары

2025 йылдың июне һуңына система талаптары тураһында мәғлүмәт юҡ[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Resident Evil Requiem. Steam. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
  2. 1 2 3 Resident Evil Requiem. Capcom. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
  3. 1 2 3 4 5 6 We Played Resident Evil Requiem In Both First-Person And Third-Person. IGN. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
  4. 1 2 3 4 We Played Resident Evil Requiem – In First and Third Person Modes. Xbox News. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
  5. 1 2 3 4 Resident Evil Requiem Preview - Back To Raccoon City. Game Informer. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
  6. Resident Evil 9 officially announced by Capcom. GamingBible. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
  7. Rumor: The Events of Resident Evil 9 May Unfold in Europe or Russia, with New Plot Details Leaked. Rely on Horror. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
  8. Capcom всё ещё не анонсировала Resident Evil 9 из-за масштабности «переосмысления» игры. Kanobu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
  9. Слух: Resident Evil 9 «почти 100%» анонсируют в этом году и выпустят в 2026. Kanobu.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
  10. Несколько источников подтвердили, что Capcom представит Resident Evil 9 на этой неделе. Playground. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
  11. Capcom намекает на скорый анонс Resident Evil 9 во время Summer Game Fest 2025. Playground. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
  12. Сюрприз Summer Game Fest 2025: жуткий и загадочный трейлер Resident Evil: Requiem - в игре будет русская озвучка. Playground. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
  13. 1 2 3 4 Журналисты делятся первыми деталями и впечатлениями от геймплея Resident Evil Requiem. Playground. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
  14. Более миллиона человек добавили Resident Evil Reqiem в свой список желаний. Playground. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.
  15. Capcom показала первые геймплейные кадры Resident Evil Requiem и раскрыла новые детали грядущего хоррора. iXBT Games. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 июль 2025.

Тема буйынса өҫтәмә