Türkiye İş Bankası

Türkiye İş Bankası — Төркиәнең тәүге халыҡ өсөн асыҡ банкы һәм Төркиәләге иң алдынғы банк учреждениеларының береһе. 2008 йылда The Banker журналының «Top 1000 World Banks» рейтингында 102-се һәм Forbes Global 2000 рейтингында 371-се урынды алып тора, 2006 йылда тулайым табышы TRY 6.8 миллиард була.

undefined

Төркиә биләмәһендә банкының 1011 филиалы эшләй, илдә филиалдарының күплеге буйынса ул иң эре банкыларҙың береһе булып тора. Банкының халыҡ-ара селтәренә әлегә Бөйөк Британия дәүләтендәге бер филиалы[3], Бахрейн, Нидерландтар, Франция һәм Швейцарияла; Көнбайыш Кипр Төрөк Республикаһында 13 филиал; Ирландияла (İş Dublin Financial Services plc), Германияла (İşbank GmbH), һәм Рәсәй Федерацияһында (Ишбанк)[4]; кесе финанс институттары; шулай уҡ Шанхайҙа һәм Каирҙағы офистары инә[5][6].

Иҫкәрмәләр

  1. Google Knowledge Graph — 2012.
  2. Türkiye is Bankasi (Ankara) // 20th Century Press Archives — 1908.
  3. London
  4. ЗАО «Ишбанк»
  5. ЗАО «Ишбанк»
  6. London