Times Higher Education World University Rankings

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Times Higher Education World University Rankings
Төп тема Юғары белем
Атамаһы ингл. Times Higher Education World University Rankings
Рәсми сайт timeshighereducation.co.uk/… (инг.)
SEO_index noindex
Нигеҙләү датаһы 2010
Ил
Әҫәрҙең теле инглизсә

Times Higher Education World University Rankings ― университеттарҙың Times Higher Education (THE) журналы йыл һайын баҫтырған глобаль рейтингы. 2004—2009 йылдарҙа нәшриәтсе Quacquarelli Symonds (QS) менән хеҙмәттәшлек итә: улар бергәләп TTHE-QS World University Rankings рейтингын баҫтыра. 2010—2013 йылдарҙа THE менән Thomson Reuters араһында килешеү ғәмәлдә була, ә 2014 йылдан журнал Elsevier менән яңы килешеүгә ҡул менән, ул хәҙерге көнгә тиклем THE-ға рейтинг төҙөү өсөн мәғлүмәттәр бирә[1].

THE дөйөм донъя, предмет, репутация, шулай уҡ өс төбәк: Азия, Латин Америкаһы һәм БРИКС илдәре, рейтингын баҫтыра, улар төрлө күрһәткестәрҙе ҡулланып төҙөлә.

THE халыҡ-ара рейтингы Донъя университеттарының академик рейтингы һәм QS World University Rankings[2][3][4][5][6] менән бер рәттән университеттарҙың иң абруйлы рейтингы тип һанала. 2010 йылдан яңы, яҡшыртылған методология индергәне өсөн THE маҡтау һүҙҙәре ишетә, әммә академик йәмәғәтселек университеттарҙың репутацияһын тикшеренеүҙәр методологияһында субъективизм, бигерәк тә инглиз телле донъянан ситтә, сағылыш табыуы борсой[7][8].

2020 йылдан THE рейтингында Рәсәй ҡалалары рейтингын башында М. В. Ломоносов исемендәге МДУ (174-се позиция), МТФИ (201― 250 интервалында) һәм Юғары иҡтисад мәктәбе (251 ― 300 интервалында) тора. Рейтингка Рәсәйҙән 48 юғары уҡыу йорто инә[9].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Times Higher Education–QS World University Rankings тәүге рейтингын төҙөүҙе Бен Вильдавски «The Great Brain Race: How Global Universities are Reshaping the World» китабында Times Higher Education-дың ул саҡтағы мөхәррире Джон О’Лириҙан башланыуы тураһында яҙа. Times Higher Education QS компанияһы менән мәғариф һәм карьера мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәшлек итергә ҡарар итә.

2009 йылда рейтинг баҫылғандан һуң Higher Education Times QS менән килешеүен өҙә һәм Thomson Reuters менән килешеү төҙөй. Баҫма Thomson Reuters, редакция һәм уҡыусылары менән кәңәшләшеп, рейтингтың яңы методологияһын эшләй. Thomson Reuters Times Higher Education исеменән рейтинг төҙөү өсөн мәғлүмәт йыя, анализлай. Уларҙың беренсе рейтингы 2010 йылда баҫылып сыға.

Университеттарҙың Times Higher Education рейтингы, QS World University Rankings, Донъя университеттарының академик рейтингы менән бер рәттән университеттарҙың иң йоғонтоло халыҡ-ара рейтингы иҫәбенә инә[10][11]. 2010 йылда The Globe and Mail Times Higher Education рейтингын, «моғайын, иң йоғонтолоһолор», тип белдерә[12].

2014 йылда Times Higher Education университеттарҙың дөйөм донъя рейтингында мөһим үҙгәрештәр тураһында белдерә[13].

Методология[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Критерийҙар һәм баһалау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010—2011 йылдарҙа ҡулланылған тәүге методологияла 13 айырым күрһәткес файҙаланыла, улар биш төркөмгә туплана: уҡытыу (йомғаҡлау баһаһының 30 проценты), тикшеренеүҙәр (30 процент), өҙөмтәләр (тикшереү йоғонтоһо) (32,5 процент), халыҡ-ара хеҙмәттәшлек (5 процент), килем (2,5 процент). Индикаторҙар һаны 2004—2009 йылдарҙа алты ғына күрһәткес ҡулланылған Times-QS рейтингы осоронан күпкә арта[14].

2010 йылдың 3 июнендә беренсе методологияһы проекты сығарыла. Унда тәүҙә 13 күрһәткес ҡулланылырға тейеш була, киләсәктә уларҙың һаны 16-ға тиклем артыу ихтималлығы билдәләнә. «Тикшеренеү күрһәткесе» (55 процент), «институциональ күрһәткес» (25 процент), «иҡтисади әүҙемлек/инновациялар» (10 процент) һәм «халыҡ-ара хеҙмәттәшлек» (10 процент) категориялары индерелә. Категория атамалары һәм уларҙың йоғонтоһо 2010 йылдың 16 сентябрендә сығарылған методологияла үҙгәртелә[14].

Рейтинг төҙөү методологияһына 2011—2012 йылдарҙа үҙгәреш индерелә[15]. Проекттың мөхәррире Фил Бэти, THE рейтингы ― ул университеттарҙың уҡыу мөхитен тикшереү менән шөғөлләнгән берҙән-бер глобаль рейтинг, башҡалар тикшеренеүҙәргә иғтибар туплай, тип белдерә[16]. Бэти шулай уҡ был рейтингтың, техник һәм тәбиғи фәндәр менән бер рәттән сәнғәт, гуманитар һәм социаль өлкә тикшеренеүҙәрен ҡуйыусы берҙән-бер рейтинг булыуын билдәләй[17]. Был раҫлау хәҙер инде ысынбарлыҡҡа тура килмәй: үҙеңде баһалау рейтинг 2015 йылда QS үҙенең QS World University Rankings рейтингына ғилми белемдең барлыҡ өлкәләрен баһаһын нормалләштереүҙе индерә, инженерия һәм тәбиғи фәндәр буйынса шөғөлләнгән университеттар өҫтөнлөк алмаһын өсөн өҙөмтәләр күләме үҙенсәлекле рәүештә баһалана[18].

Баһалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рейтинг төҙөгәндә ҡулланылған баһалау методологияһы төрлөсә була.

2010—2011 йылдарҙағы проектты баһалап, Мельбурн институтынан Росс Уильямс ундағы методологияның күберәк махсуслашҡан «студенттар һаны сағыштырмаса күп булмаған фәнни-тикшеренеү учреждениеларына» өҫтөнлөк бирәсәген һәм студенттар һаны күп булған комплекслы программалы учреждениелар зыян күрәсәген белдерә. Ул шулай уҡ индикаторҙарҙың, «аккдемик тотороҡло» булыуын, ҙур күләмле күрһәткестәрҙе ҡулланыу йоғонтоно түгел, ә мәҡәләләрҙе баһалаясағын билдәләй[7]. Universities UK президенты Стив Смит, яңы методологияны «репутацияны субъектив баһалауға йүнәлтелмәгән һәм өҙөмтәләр килтереүҙең ышаныслы сараларын ҡуллана», тип маҡтай һәм бының , «баһалау ысулдарына ышанысты нығытыуын» билдәләй[19]. Бөйөк Британияның Университеттар һәм фән эштәре буйынса министры Дэвид Уиллеттс, рейтингты юғары баһалай, «был юлы репутацияға әҙерәк иғтибар бирелә, ә уҡытыу һәм уҡыу сифатына — ҙурыраҡ», ти ул[20]. 2014 йылда Дэвид Уиллетс TES Глобаль консультатив советы рәйесе итеп һайлана, ул Times Higher Education өсөн стратегик рекомендациялар тәҡдим итеүгә яуаплы[21].

Times Higher Education рейтинг булдырыуҙа өҙөмтәләргә ҙур әһәмиәт бирәә. Өҙөмтәләр белем биреү һөҙөмтәлелеген билдәләүҙә дөрөҫ түгел: ул төп тел булараҡ инглиз телен ҡулланмаған университеттарҙы уңайһыҙ хәлгә ҡуя, сөнки күпселек академик йәмәғәтселек һәм журналдар өсөн инглиз теле халыҡ-ара тел сифатында ҡабул ителгәнлектән, инглиз теленән башҡа телдәге мәҡәләләргә һылтанмалар табыуы ауыр[22]. Шулай итеп, бындай методологияны уның урынһыҙ һәм инклюзив булмауы өсөн тәнҡитләйҙәр[23]. Методологияның икенсе мөһим етешһеҙлеге шунда: социаль һәм гуманитар фәндәр дисциплиналары сиктәрендә мәҡәләләрҙе баҫма матбуғатта баҫтырыу төп төр булһа, улар цифрлы яҙма өҙөмтәһенә индерелмәй йәиһә унда бик һирәк эләгә[24].

Times Higher Education шулай уҡ «аныҡ фәндәр»ҙе уҡытҡан учреждениеларға алдан уҡ билдәле фекерҙә (уйҙа) булған өсөн көслө тәнҡиткә дусар ителә. Мәҫәлән, THE-QS донъя университеттары рейтингында Лондондың иҡтисад мәктәбе 2004—2005 йылдарҙа 11-се урын биләй, әммә 2008—2009 йылдарҙа 66-сы һәм 67-се урындарға төшә. 2010 йылдың ғинуарында THE Quacquarelli Symonds, ҡулланған ысул дөрөҫ булмаған, унда айырым учреждениеларға, шул иҫәптән LSE, ҡарата алдан уҡ билдәле фекер булған, тигән фекергә килә[25].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Elsevier. Discover the data behind the Times Higher Education World University Rankings (ингл.). Дата обращения: 30 август 2019.
  2. Network. The history and development of higher education ranking systems - QS WOWNEWS (en-US) (2 март 2018). 29 март 2018 тикшерелгән. 2018 йылдың 21 август көнөндә архивланған.
  3. Strength and weakness of varsity rankings  (инг.) (14 September 2016). 29 март 2018 тикшерелгән.
  4. Ariel Zirulnick. New world university ranking puts Harvard back on top. «Those two, as well as Shanghai Jiao Tong University, produce the most influential international university rankings out there».
  5. Indira Samarasekera & Carl Amrhein. Top schools don't always get top marks. «There are currently three major international rankings that receive widespread commentary: The Academic World Ranking of Universities, the QS World University Rankings and the Times Higher Education Rankings.». 2010 йылдың 3 октябрь көнөндә архивланған.
  6. Philip G. Altbach. The State of the Rankings. Inside Higher Ed (11 ноябрь 2010). — «The major international rankings have appeared in recent months – the Academic Ranking of World Universities, the QS World University Rankings, and the Times Higher Education World University Rankings (THE).» Дата обращения: 27 ғинуар 2015. 2014 йылдың 19 декабрь көнөндә архивланған.
  7. 7,0 7,1 Andrew Trounson, «Science bias will affect local rankings» (9 June 2010). The Australian.
  8. Bekhradnia. International university rankings: For good or ill?
  9. Рейтинг мировых университетов Times Higher Education 2021 / Интерфакс - Высшее образование в России. Дата обращения: 30 ноябрь 2020.
  10. Ariel Zirulnick. New world university ranking puts Harvard back on top, The Christian Science Monitor. «Those two, as well as Shanghai Jiao Tong University, produce the most influential international university rankings out there».
  11. Indira Samarasekera and Carl Amrhein. Top schools don't always get top marks, The Edmonton Journal. 2010 йылдың 3 октябрь көнөндә архивланған.
  12. Simon Beck and Adrian Morrow. Canada's universities make the grade globally, The Globe and Mail (16 September 2010). 2011 йылдың 13 февраль көнөндә архивланған.
  13. Times Higher Education announces reforms to its World University Rankings.
  14. 14,0 14,1 «World University Rankings subject tables: Robust, transparent and sophisticated» (16 September 2010). Times Higher Education World University Rankings.
  15. THE Global Rankings: Change for the better. Times Higher Education (2011-10-06). Retrieved on 2013-07-17.
  16. GLOBAL: Crucial to measure teaching in rankings. Universityworldnews.com (28 ноябрь 2010). Дата обращения: 19 декабрь 2013.
  17. Arts on an equal footing. Timeshighereducation.co.uk (16 август 2011). Дата обращения: 19 декабрь 2013.
  18. Faculty Area Normalization – Technical Explanation. QS Quacquarelli Symonds. Дата обращения: 14 сентябрь 2016.
  19. Steve Smith. Pride before the fall? Times Higher Education World University Rankings (16 сентябрь 2010).
  20. "Global path for the best of British, " (16 September 2010). Times Higher Education World University Rankings.
  21. New partner for THE rankings; David Willetts joins TES Global advisory board. Times Higher Education.
  22. http://www.cwts.nl/TvR/documents/AvR-Language-Scientometrics.pdf
  23. So That's how They Did It. Rankingwatch.blogspot.com (5 сентябрь 2006). Дата обращения: 2 октябрь 2014.
  24. Changingpublication patterns in the Social Sciences and Humanities 2000-2009. Дата обращения: 7 декабрь 2012. 2013 йылдың 2 ғинуар көнөндә архивланған.
  25. LSE in university league tables – External Relations Division – Administrative and academic support divisions – Services and divisions – Staff and students – Home. London School of Economics. Дата обращения: 26 апрель 2010. Архивировано 29 апрель 2010 года. 2010 йылдың 29 апрель көнөндә архивланған.