Детская литература (нәшриәт)
Детская литература — СССР-ҙың, 1992 йылдан — Рәсәйҙең балалар әҙәбиәтен баҫып сығарыуға махсуслашҡан нәшриәте, Мәскәү ҡалаһында урынлашҡан.
Тарихы
Совет осоро
Нәшриәт «Детгиз» исеме менән ВКП (б) Үҙәк Комитетының 1933 йылдың 9 сентябрендәге ҡарарына ярашлы «Молодая гвардия» нәшриәтенең балалар секторы һәм Дәүләт нәфис әҙәбиәт нәшриәтенең мәктәп секторы базаһында ойошторола. Нәшриәттең бүлексәләре Мәскәүҙә, Ленинградта һәм Новосибирскиҙа (Себер бүлексәһе) булдырыла. Нәшриәтте ойоштороу инициаторы — РСФСР-ҙың мәғариф халыҡ комиссары Андрей Сергеевич Бубнов[1][2].
«Детгиз»ды ойоштороуҙа һәм уның артабанғы эшмәкәрлегендә яҙыусы һәм шағирҙар Максим Горький, Самуил Маршак, Корней Чуковский һәм Аркадий Гайдар әүҙем ҡатнаша. Мөхәррирҙәр – Тамара Габбе, Зоя Задунайская, Лидия Чуковская һәм Александра Любарская нәшриәт хеҙмәткәрҙәре була.
Нәшриәттең беренсе баш мөхәррире — Самуил Маршак. Ул М. Ильин, Борис Житков, Виктор Шкловский, Соломон Лурье, Л. Пантелеев, Даниил Хармс, Александр Введенский, Алексей Толстой, Евгений Шварц, Матвей Бронштейн, Николай Чуковский, Раиса Васильева һәм башҡа авторҙарҙы туплай. Уларҙың күбеһен Маршак быға тиклем Корней Чуковский менән бергә үҙе эшләгән «Радуга» балалар әҙәбиәте нәшриәтенән саҡыра.
1933 йылда, «Детгиз» эшмәкәрлегенең тәүге йылында, дөйөм тиражы 7.744 мең дана булған 168 исемдәге китап баҫылып сыға.
Был нәшриәтте балалар китабы иллюстраторҙары өсөн «университет» тип атайҙар. Рәссам Владимир Лебедев дәрестәре аша күп кенә Ленинград рәссамдары үтә, улар һуңынан китап графикаһы өлкәһендә оло абруй ҡаҙана һәм мэтрҙар булып һанала башлай: Юрий Васнецов, Николай Михайлович Кочергин, Алексей Пахомов, Николай Тырса, Владимир Конашевич, Евгений Чарушин, Нина Носкович, Валентин Курдов, Мария Бутрова һәм башҡалар.
Нәшриәт бер нисә тапҡыр исемен үҙгәртә: 1936 йылдан — «Детиздат», 1941 йылдан — «Детгиз», 1963 йылдан — «Детская литература». 1936 йылдан ул ВЛКСМ Үҙәк Комитеты ҡарамағында була, 1941 йылдың 24 сентябрендә РСФСР-ҙың Мәғариф халыҡ комиссариаты ҡарамағына тапшырыла.
1980 йылдарҙа «Детская литература» туранан-тура РСФСР-ҙың Нәшриәт эштәре буйынса дәүләт комитетына буйһонған республика нәшриәте була. 1979—1990 йылдарҙа нәшриәт эшмәкәрлегенең күрһәткестәре:
| Етештереү күләме буйынса статистика. 1979—1990 йылдар | ||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| — | 1979[3] | 1980[4] | 1981[5] | 1985[6] | 1987[7] | 1988[8] | 1989[9] | 1990[10] |
| Кол-во книг и брошюр, печатных единиц | 537 | 556 | 557 | 557 | 563 | 549 | 566 | 316 |
| Тираж, млн экз. | 216,764 | 224,304 | 222,0135 | 245,5381 | 248,582 | 269,907 | 265,322 | 119,948 |
| Печатных листов-оттисков, млн | 1036,6584 | 1037,0174 | 1067,8486 | 1112,2229 | 1131,9968 | 1154,6234 | 1163,2757 | 608,2764 |
«Детская литература» нәшриәтенең даими авторҙары: Сергей Михалков, Ирина Токмакова, Вера Чаплина, Яков Аким, Роальд Сеф, Валентин Распутин, Василий Белов, Борис Васильев, Григорий Бакланов, Александр Солженицын, Владимир Крупин, Юрий Поляков, Владимир Железников, Владислав Крапивин; әҙәбиәт белгестәре, тәнҡитселәр, ғалимдар: Николай Скатов, Лев Аннинский, Феликс Кузнецов, Святослав Бэлза, Людмила Сараскина, Юрий Лебедев, Аза Тахо-Годи, Виктор Чалмаев, Александр Гулин; алдынғы рәссам-графиктар: Борис Диодоров, Герман Мазурин, Юрий Иванов, Игорь Ильинский, Анастасия Архипова, Ника Гольц, Степан Яровой, Марк Петров, Виктор Чижиков, Леонид Кузнецов һ. б..
Советтар Союзы тарҡалғандан һуң
1991 йылда нәшриәт икегә бүленә; Мәскәү бүлексәһендә «Детская литература» исеме ҡала, ә Ленинград бүлексәһе базаһында «Лицей» балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте дәүләт республика нәшриәте ойошторола. 2002 йылдан ул «Детгиз» исемен ала, ә 2007 йылдан — «”Детгиз” балалар әҙәбиәте нәшриәте» асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
Әлеге ваҡытта нәшриәт йылына 3 меңдән 10 мең данаға тиклем тираж менән 130-ар атама менән китап сығара[11].
Китап сериялары
- «Для маленьких»
- «Мои первые книжки»
- «Читаем сами»
- «Книга за книгой»
- «Библиотека мировой литературы для детей»
- «Школьная библиотека (книжная серия)»
- «Библиотека приключений и научной фантастики»
- «Знай и умей»
- «Библиотека пионера»
- «Библиотека приключений»
- «Люди. Время. Идеи»
- «Золотая библиотека»
- «Военная библиотека школьника (книжная серия)». 1972 йылдан 1989 йылғаса был серияла 35 исемдәге китап сығарыла. Һуңыраҡ уларҙың күбеһе яңынан баҫтырыла. Һәр китаптың стандарт тиражы 100 мең дана була.
Бүләктәре
- 1937 йыл — Париждағы күргәҙмәнең «Гран-при» дипломы;
- 1958 йыл — Брюссель күргәҙмәһенең алтын миҙалы;
- 1979 йыл — Лейпцигтағы китап сәнғәте күргәҙмәһенең «Золотая литера красивейшей книги» дипломы;
- 1982 йыл — Братиславала халыҡ-ара китап күргәҙмәһендә наградалар;
- 1996 йыл — Рәсәй халыҡ-ара китап йәрминкәһендә 1-се дәрәжә Диплом.
- 1999 йыл — «Балалар өсөн заманса баҫмаларҙа рус әҙәбиәте классикаһы» халыҡ-ара конкурсының «Лучший издательский замысел и его воплощение» номинацияһы буйынса 2-се дәрәжә дипломы («Мәктәп китапханаһы» серияһы өсөн);
- 2006 йыл — «Мәктәп китапханаһы» серияһы өсөн Китап нәшриәтселәре ассоциацияһының (АСКИ) балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе рухи тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән «Лучшие книги года» конкурсы дипломы;
- 2007 йыл — Тамара Крюкованың нәшриәттә сыҡҡан «Невыученные уроки» китабы Бөтә Рәсәй «Алые паруса» конкурсы еңеүсеһе.
Иҫкәрмәләр
- ↑ [bse.sci-lib.com/article001704.html Бубнов Андрей Сергеевич]. // БСЭ. Архивировано 30 август 2008 года.
- ↑ Юлия Снегова. Бубнов Андрей Сергеевич. // Научно-исследовательский институт военной истории Министерства обороны Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ноябрь 2020. Архивировано 28 май 2020 года.
- ↑ Печать СССР в 1979 году: Статистический сборник / Всесоюзная книжная палата. — М.: Статистика, 1980. — С. 99. — 207 с. — 10 000 экз.
- ↑ Печать СССР в 1980 году: Статистический сборник / Всесоюзная книжная палата. — М.: Финансы и статистика, 1981. — С. 133. — 255 с. — 10 000 экз.
- ↑ Печать СССР в 1981 году: Статистический сборник / Всесоюзная книжная палата. — М.: Финансы и статистика, 1982. — С. 131. — 255 с. — 10 000 экз.
- ↑ Печать СССР в 1985 году: Статистический сборник / Всесоюзная ордена «Знак Почёта» книжная палата. — М.: Финансы и статистика, 1986. — С. 133. — 311 с. — 8000 экз.
- ↑ Печать СССР в 1987 году: Статистический сборник / НПО «Всесоюзная книжная палата». — М.: Финансы и статистика, 1988. — С. 133. — 238 с. — 8000 экз. — ISBN 5-279-00132-5.
- ↑ Печать СССР в 1988 году: Статистический сборник / НПО «Всесоюзная книжная палата». — М.: Финансы и статистика, 1989. — С. 134. — 238 с. — 6500 экз. — ISBN 5-279-00154-6.
- ↑ Печать СССР в 1989 году: Статистический сборник / НПО «Всесоюзная книжная палата». — М.: Финансы и статистика, 1990. — С. 136. — 239 с. — 6000 экз. — ISBN 5-279-00389-1.
- ↑ Печать СССР в 1990 году: Статистический сборник / НПО «Всесоюзная книжная палата». — М.: Финансы и статистика, 1991. — С. 136. — 288 с. — 3500 экз. — ISBN 5-279-00634-3.
- ↑ Издательство «Детская литература» отметило 70-летний юбилей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 октябрь 2009. Архивировано из оригинала 28 декабрь 2008 года.
Ссылки
- Издательство «Детская литература» «Фантастика лабораторияһы» сайтында (рус.)
- Ленинградское отделение издательства «Детская литература» «Фантастика лабораторияһы» сайтында (рус.)
- Сайт издательства «Детгиз»