Новосибирск
Новосиби́рск (әйтелеше ; 1925 йылға тиклем — Ново-Николаевск) — Рәсәй Федерацияһының халыҡ һаны буйынса өсөнсө, майҙаны буйынса ун өсөнсө ҡалаһы. Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы[5].
Себер федераль округының, Новосибирск өлкәһенең һәм уның составына ингән Новосибирск районының административ үҙәге[6]; Ҡала шулай уҡ Новосибирск агломерацияһының үҙәге һәм федераль әһәмиәттәге сауҙа, эшлеклелек, мәҙәни, сәнәғәт, транспорт һәм фәнни үҙәк.
Новосибирскиға 1893 йылда нигеҙ һалынған, ҡала статусы 1903 йылда бирелгән. Ҡала халҡы — 1 633 851[3] кеше. (2024).
Ҡала Новосибирск ГЭС-ы плотинаһы менән яһалған һыуһаҡлағыс ярында урынлашҡан. Майҙаны 505,62 км²[7].
Ҡала башлығы халыҡтың дөйөм тауыш биреү юлы менән һайлана. 2014 йылдың 23 апреленән был вазифаны Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы (КПРФ) вәкиле Анатолий Локоть башҡара.
Герб
Новосибирск ҡалаһы гербы геральдик ҡалҡандан мәғлүм.
Билдәле шәхестәре
- Медведева Елена Александровна (1921—22.02.2005), ғалим-дерматовенеролог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби табип. 1946—1959 йылдарҙа Башҡортостан тире-венерология ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре; 1960—1992 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1967—1989 йылдарҙа дерматовенерология кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1968—1982 йылдарҙа фәнни эштәр буйынса проректор. 1970—1993 йылдарҙа Башҡортостан дерматовенерологтар ойошмаһы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1969), профессор (1969). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972)[8].
Физик-географик характеристика
Географик урыны
Новосибирск Көнбайыш-Себер тигеҙлегенең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, урман һәм урман-дала тәбиғи зоналары киҫешкән ерҙә урынлашҡан. Ҡаланың Новосибирск һыуһаҡлағысының һул яҡ ярындағы рельефы тигеҙ, ә Салаир тау теҙмәләренә күсеш башланған уң яҡ ярында күп һанлы соҡор һәм үҙәндәр бар. Ҡалаға Заельцов һәм Кудряшов ҡарағайлыҡтары, Новосибирск һыуһаҡлағысы терәлеп тора.
Климаты
Новосибирск континенталь климат зонаһында урынлашҡан; Йылдың уртаса температураһы +1,8 °C. Ҡала өсөн һауа температураһының төрлө айҙарҙағы уртаса (38 °C) һәм абсолют күрһәткесе (92 °C) ныҡ үҙгәреп тороуы характерлы. Ғинуарҙың уртаса температураһы −16 °C булһа, июлдеке +19 °C. 1915 йылдың ғинуарында иң түбән температура (−51,1 °C) теркәлһә[9], 2014 йылдың 12 июле иң эҫе булған — (+41,1 °C)|10|09|2016}}. Ҡала урман һәм урман-дала тәбиғи зоналары сигендә урынлашҡан. Йыл барышында ҡояшлы сәғәттәр уртаса — 2077.
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 4,1 | 5,5 | 14,5 | 30,7 | 36,1 | 36,6 | 37,2 | 35,7 | 36,0 | 27,2 | 11,5 | 5,0 | 37,2 |
| Уртаса максимум, °C | −12,1 | −9,7 | −1,9 | 8,1 | 18,8 | 23,4 | 25,4 | 22,8 | 16 | 7,6 | −3,5 | −9,9 | 7,1 |
| Уртаса температура, °C | −16,5 | −14,8 | −7,6 | 2,3 | 11,8 | 17,1 | 19,4 | 16,6 | 10,2 | 3,1 | −6,9 | −14 | 1,7 |
| Уртаса минимум, °C | −20,9 | −19,5 | −12,8 | −2,4 | 5,6 | 11,2 | 13,8 | 11,2 | 5,6 | −0,4 | −10,3 | −18,3 | −3,1 |
| Абсолют минимум, °C | −51,1 | −46,3 | −36,4 | −29,1 | −8,6 | −2,2 | 1,5 | 0 | −6,9 | −26,4 | −40 | −45,7 | −51,1 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 25 | 18 | 17 | 27 | 34 | 55 | 66 | 60 | 43 | 45 | 37 | 33 | 460 |
| Сығанаҡ: Погода и климат | |||||||||||||
Иҫкәрмәләр
- ↑ Анатолий Локоть официально вступил в должность мэра Новосибирска
- ↑ Новосибирск: Общая информация 2015 йылдың 10 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2024 года. Федеральная служба государственной статистики (27 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2024.
- ↑ Федеральный закон от 03.07.2016 № 271-ФЗ (урыҫ) — 2016.
- ↑ Города Трудовой Доблести и Славы 2022 йылдың 27 март көнөндә архивланған.
- ↑ Новосибирский район. Правительство Новосибирской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июль 2015. 2015 йылдың 14 июль көнөндә архивланған.
- ↑ http://новосибирск.рф/articles/novosibirsk/obschaja-informatsija 2015 йылдың 10 сентябрь көнөндә архивланған. Новосибирск: Общая информация
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Медведева Елена Александровна (Тикшерелеү көнө: 17 апрель 2021)
- ↑ Владимир Михайлов. Главней всего — погода в доме. Наука в Сибири, № 13 (2 548) (1 апрель 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2009. 2011 йылдың 12 август көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Войтушенко Е.Г., Золотова Г.В., Лурье Е.Е., Рахимова Т.Н., Харчук Л.М., Юмина А.Н. Календарь знаменательных и памятных дат по Новосибирской области, 2013 год / Рахимова Т.Н.. — Новосибирск: Издательство Новосибирской государственной областной научной библиотеки, 2012. — 254 с. — 350 экз. — ISBN 978-5-88742-099-8.
- Гладкова В. А. Проблемы развития туризма на территории Новосибирской области // Географическая наука, туризм и образование: современные проблемы и перспективы развития / редкол.: Н. Н. Понамарева и др.. — Новосибирск: Новосибирский государственный педагогический университет, 2015. — 272 с. — (Материалы IV Всероссийской научно-практической интернет-конференции (г. Новосибирск, 1-27 апреля 2015 г.)). — 100 экз. — ISBN 978-5-00023-770-0.
- Туризм в Новосибирске // Новосибирск: энциклопедия / редкол.: гл. ред. В. А. Ламин и др.. — Новосибирск: Новосибирское книжное издательство, 2003. — 1071 с. — ISBN 5-7620-0968-8.
- Протопопов Н. Н., Дворин А. Н. Новосибирск: (Экономико-географический очерк) / Под ред. проф.-доктора В. В. Ревердатто и Г. В. Малкина; АН СССР. Всесоюзное географическое общество, Новосибирский отдел.. — Новосибирск, 1948. — 48 с. — 5 000 экз.
- Справочник по городу Ново-Николаевску. К 100-летию города. — З-тье. — Новосибирск: ВО «Наука»: Сибирская издательская фирма, 1992. — 231 с. — ISBN 5-02-030263-5.
- Чекмарева Г. В. Организация средств размещения туристов. — Новосибирск: Новосибирский государственный технический университет, 2008. — 56 с. — ISBN 978-5-7782-1016-5.
Һылтанмалар
- Новосибирск на сервисе Яндекс.Панорамы.
- Официальный сайт города Новосибирска. Пресс-центр мэрии Новосибирска. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
- История Новосибирской области. Новосибирск, вперёд!. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2010. Архивировано 2 февраль 2012 года. 2009 йылдың 4 октябрь көнөндә архивланған.
- Старый Новосибирск. Яндекс.фотки. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
- Сергей Канн. Библиография по истории основания Новосибирска. Отделение ГПНТБ СО РАН. — Библиографический список со ссылками на полные тексты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 февраль 2016.
- Улицы Новосибирска. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
- Фотогид по Новосибирску 2.0. Архивировано 2 февраль 2012 года. 2012 йылдың 1 июнь көнөндә архивланған.
- Курс «Страницы истории г. Новосибирска и Новосибирской области». Новосибирская открытая образовательная сеть. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 март 2010. Архивировано 21 август 2011 года. 2011 йылдың 14 октябрь көнөндә архивланған.
- Gelio (Слава Степанов). Фотографии Новосибирска с крыш высотных зданий. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2012. Архивировано 4 август 2012 года.
- Вячеслав Степанов. Промышленность Новосибирска. Живой Журнал (12 сентябрь 2013). — Фотографии промышленных объектов Новосибирска. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2013.
- Ҡала Новосибирск
- Иван Шурховцов. Краткая история Новосибирска (1960-е - 1990-е). Живой Журнал (29 декабрь 2011). — Фотографии Новосибирска в период с 1960-х по 1990-е. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 сентябрь 2013.
- Новосибирск Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.