Новосибирск өлкәһе
Новосибирск өлкәһе (Һүҙмә-һүҙ — Яңы Себер) — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Себер федераль округы составына инә.
Административ үҙәк — Новосибирск ҡалаһы.
География
Новосибирск өлкәһе Көнбайыш Себер тигеҙлегенең көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Майҙаны 178,2 мең км². Көнбайыштан көнсығышҡа — 642 км, төньяҡтан көньяҡҡа — 444 км һуҙылған.
Төньяҡта — Томск өлкәһе, көньяҡ-көнсығышта — Ҡаҙағстан, көнбайышта — Омск өлкәһе, көньяҡта — Алтай крайы, көнсығышта Кемерово өлкәһе менән сиктәш.
- Гидрография
Өлкәнең төп йылғалары — Обь һәм Омь. Өлкәлә яҡынса 3 мең күлдәр бар. Төбәктең төньяғын һәм төньяҡ-көнбайышын донъялағы иң ҙур Васюган һаҙлығының көньяҡ өлөшө биләй.
- Сәғәт бүлкәте
Тарихы
Новосибирск өлкәһе 1937 йылдың 28 сентябрендә ойошторолған[1]. Һуңыраҡ, 1943 йылда төбәктән Кемерово өлкәһе, ә 1944 йылда — Томск өлкәһе айырылып сыҡҡан.
Билдәле шәхестәре
- Павлов Виктор Павлович (5.02.1951), ғалим-инженер-механик. Техник фәндәр докторы (2006). 1973 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 2009 йылдан Өфө дәүләт авиация университетының Нефтекама ҡалаһы филиалының дөйөм белем биреү дисциплиналары кафедраһы мөдире. Искитим ҡалаһынан[2].
- Пашков Сергей Афанасьевич (3.04.1959), ғалим-хирург, 1987—2003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, артабан «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең медик‑санитария бүлеге начальнигы. Медицина фәндәре докторы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007). Обь ҡалаһынан[3].
Халҡы
Росстат мәғлүмәттәре буйынса өлкәнең халыҡ иҫәбе 2 789 532[4] кеше тәшкил итә (2024). Халыҡ тығыҙлығы — 15,69 кеше/км2 (2024). Ҡала халҡы — 77,32 % (2015).
- Милли составы
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса өлкәнең милли составы түбәнгесә:
Новосибирск өлкәһендә 1989 йылда — 2306, 2002 йылда — 1104 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[5].
Административ-территориаль бүленеш
Новосибирск өлкәһенә 15 ҡала, 30 административ район, 17 ҡасаба, 428 ауыл хакимиәте.
- Муниципаль райондар
|
|
|
- Ҡала округтары
- Новосибирск (31)
- Бердск (32)
- Искитим (33)
- Кольцово (34)
- Обь (35)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Администрация Новосибирской области, «Область»(недоступная ссылка)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Павлов Виктор Павлович (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2021)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Пашков Сергей Афанасьевич (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2021)
- ↑ Оценка численности постоянного населения на 1 января 2024 г. и в среднем за 2023 г. и компоненты её изменения. Федеральная служба государственной статистики (22 март 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 март 2024.
- ↑ Йосопов Р. М. Башҡорт диаспоралары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
- Новосибирская область: Атлас (масштаб 1:200 000 и 1:500 000) / Ред. атласа О. Л. Чикишева. Федеральная служба геодезии и картографии России (Роскартография).. — Новосибирск: ФГУП «ПО Инжгеодезия». ФГУП «Новосибирская картографическая фабрика», 2006. — 128 с. — 5 000 экз. — ISBN 5-85-120-062-6. (обл.)
Һылтанмалар
- Правительство Новосибирской области 2015 йылдың 6 ноябрь көнөндә архивланған.
- Законодательное собрание Новосибирской области 2012 йылдың 24 апрель көнөндә архивланған.
- Гербы Муниципальных районов Новосибирской области
- Новосибирская область в справочнике-каталоге «Вся Россия» 2008 йылдың 14 октябрь көнөндә архивланған.
- Историческая справка к 70-летнему юбилею Новосибирской области 2007 йылдың 12 август көнөндә архивланған.
- Состав Новосибирской области по ОКАТО
- Карты Новосибирской области