Херсон өлкәһе

Херсон өлкәһе (халыҡ телендә — Херсо́нщина) — Днепрҙың түбәнге ағымының ике яры буйлап урынлашҡан, Рәсәйҙең көньяғындағы административ-территориаль берәмек.

Өлкә 1944 йылда Украина ССР-ының Запорожье өлкәһенән немец илбаҫарҙарынан азат ителгәндән һуң ойошторолған. 2022 йылдың сентябренә тиклем Украина составында була. 2022 йылдың 30 сентябрендә Херсон өлкәһе менән Рәсәй Федерацияһы араһында төҙөлгән килешеүгә ярашлы, ул Рәсәйҙең яңы субъекты итеп ҡабул ителә[1]. Быға Херсон өлкәһендә 2022 йылдың 27 сентябрендә үткән референдум этәргес була[2]. Украина властары быны инҡар итеп, өлкәне һаман да Украина территорияһы тип һанай.

Көнбайышта — Украинаның Николаев өлкәһе, төньяҡта — Днепропетровск өлкәһе, көнсығышта — Запорожье өлкәһе, көньяҡта Ҡырым Автономиялы Республикаһы менән сиктәш. Ҡара һәм Азов диңгеҙҙәре ярҙарында урынлашҡан.

Өлкәнең майҙаны 28,4 мең км² тәшкил итә, халҡы 2022 йыл башына 1,0 миллион кеше иҫәләнгән. Административ үҙәге һәм иң ҙур ҡалаһы — Херсон, башҡа ҙур ҡалалары — Яңы Каховка, Каховка һәм Алёшки.

Физик-географик характеристикаһы

Географик урыны

Херсон өлкәһенең территорияһы 28 461 км2 тәшкил итә, төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо 180 км, көнбайыштан көнсығышҡа оҙонлоғо 258 км-ға һуҙылған.

Өлкә дала зонаһында, Днепр йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан. Өлкә территорияһында 19 йылға аға, уларҙың иң эреләре: Днепр 178 км, Ингулец 180 км. Днепр йылғаһы өлкәне ике өлөшкә — уң һәм һул ярға бүлә, уны шулай уҡ Төньяҡ Таврия тип атайҙар.

Көньяҡ-көнбайышта Ҡара диңгеҙ һәм көньяҡ-көнсығышта Азов диңгеҙе менән йыуыла. Төньяҡта һәм көнбайышта төбәк Украинаның Днепропетровск һәм Николаев өлкәләре, көнсығышта — Рәсәй Федерацияһының Запорожье өлкәһе, көньяҡта — Ҡырым Республикаһы менән сиктәш.

Географик урынлашыуының төп үҙенсәлеге булып Азов-Ҡара диңгеҙ бассейнына һәм Днепр һыу магистраленә сығыу тора. Был диңгеҙ һәм йылға транспортын, ял индустрияһын артабан үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр аса.

Климат

Херсон өлкәһенең климаты уртаса континенталь, ҡоро. Уртаса айлыҡ температура: июлдә +25,4 °C, ғинуарҙа −2,1 °C. Айырым көндәрҙә температура йәйгеһен 40 °C, ә ҡышҡыһын −20 °C етә. Ҡырауһыҙ осорҙоң оҙайлығы йылына 179 көн. Уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме 320 мм алып 400 мм тиклем тәшкил итә.

Административ ҡоролошо

undefined

Херсон өлкәһенең административ үҙәге — Херсон ҡалаһы; ваҡытлыса — Геническ ҡалаһы.

Өлкә 22 административ-территориаль берәмеккә — өлкә әһәмиәтендәге 2 ҡалаға (Херсон; Яңы Каховка) 20 районға бүленә[3]:

АтамаһыАдминистратив
үҙәк
Халҡы,
кеше.
(2019)
Майҙаны,
км²
1e-06Өлкә әһәмиәтендәге ҡалалар (ҡала округтары)
1ХерсонХерсон ҡалаһы283 649
2Яңы КаховкаЯңы Каховка ҡалаһы45 819
2.000002Райондар (муниципаль округтар)
3АлександровкаАлександровка ауылы7 946400
4АлешкиАлешки ҡалаһы70 3671759
5БелозерскийБелозёрка ҡала тибындағы ҡасаба64 7901700
6БериславБерислав ҡалаһы99 1001 700
7Бөйөк АлександровкаБөйөк Александровка ауылы24 7191500
8Бөйөк ЛепетихаБөйөк Лепетиха ауылы16 0581100
9Үрге РогачикҮрге Рогачик ауылы11 3361056
10ВысокопольеВысокополье ҡала тибындағы ҡасаба14 268700
11ГеническГеническ ҡалаһы58 6243000
12Голая Пристань[4]Голая Пристань ҡалаһы44 8263411
13ГорностаевкаГорностаевка эшселәр ҡасабаһы19 1011018
14ИвановкаИвановка ҡалаһы13 2441120
15КаланчакКаланчак ауылы21 135916
16КаховкаКаховка ҡалаһы71 9351500
17Түбәнге СерогозТүбәнге Серогоз ауылы15 1701209
18НововоронцовкаНововоронцовка ҡалаһы20 3731005
19НовотроицкНовотроицк ҡасабаһы34 8862298
20СкадовскСкадовск ҡалаһы46 0431456
21СнигирёвкаСнигирёвка ҡалаһы39 3311400
22ЧаплынкаЧаплынка ауылы34 3141722

.

Урындағы үҙидараны ойоштороу буйынса улар 22 муниципаль берәмекте, шул иҫәптән 2 ҡала округын һәм 20 муниципаль округты барлыҡҡа килтерә[5].

Һылтанмалар

  1. Договор между Российской Федерацией и Херсонской областью о принятии в Российскую Федерацию Херсонской области и образовании в составе Российской Федерации нового субъекта от 30 сентября 2022 года (ратифицирован Федеральным законом от 4 октября 2022 года № 375-ФЗ, вступил в силу 5 октября 2022 года, письмо МИД России от 05.10.2022 № 19696/дп). Официальный интернет-портал правовой информации (3 октябрь 2022).
  2. Федеральный Конституционный Закон о принятии в Российскую Федерацию Херсонской области и образовании в составе Российской Федерации нового субъекта - Херсонской области. Официальный интернет-портал правовой информации (4 октябрь 2022).
  3. Указ временно исполняющего обязанности губернатора Херсонской области № 52/1-у от 27 марта 2023 года «Об административно-территориальном устройстве Херсонской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 сентябрь 2023. Архивировано 4 октябрь 2023 года.
  4. в том числе Кинбурнская коса с тремя сёлами, ранее входившими в Очаковский район Николаевской области (Указ № 24-у от 10 февраля 2023 года «Об утверждении перечня населённых пунктов, входящих в состав Голопристанского муниципального округа Херсонской области»); статистика приведена без их учёта
  5. Указ временно исполняющего обязанности губернатора Херсонской области № 54-у от 29 марта 2023 года «Об образовании городских округов и муниципальных округов на территории Херсонской области». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 сентябрь 2023. Архивировано 4 октябрь 2023 года.