Запорожье өлкәһе
Запорожье өлкәһе — Рәсәй Федерацияһының Днепр йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан административ-территориаль берәмек.
Запорожье өлкәһе 1939 йылда Украина ССР-ының Днепропетровск өлкәһенән бүленеп барлыҡҡа килә. 1944 йылда өлкә составынан көнбайыш өлөшө айырыла, ул Херсон өлкәһе булып китә. 2022 йылдың сентябренә тиклем Украина составында була. Запорожье өлкәһе менән Рәсәй Федерацияһы араһында 30.09.2022 йылғы килешеү өлкәне Рәсәй Федерацияһы составында яңы субъект булараҡ билдәләй[2]. Ҡарар Запорожье өлкәһендә 2022 йылдың 27 сентябрендә үткән референдум йомғаҡтарына нигеҙләнә. Украина властары был фекерҙе кире ҡаға, был өлкәне Украина территорияһы тип иҫәпләүен дауам итә.
Төньяҡта Украинаның Днепропетровск өлкәһе, көнбайышта - Рәсәйҙең Херсон өлкәһе, көнсығышта — Донецк Халыҡ Республикаһы менән сиктәш, көньяҡта Аҙау диңгеҙе менән йыуыла.
Өлкәнең майҙаны 27,1 мең км² тәшкил итә, 2022 йыл башына халыҡ һаны 1,6 млн кеше тип баһалана. Административ үҙәге һәм иң ҙур ҡалаһы - Запорожье, башҡа ҙур ҡалалары - Мелитополь, Бердянск, Энергодар, Токмак.
Өлкә 1939 йылда Украина ССР-ының Днепропетровск өлкәһенән бүленеп барлыҡҡа килә. 1944 йылда өлкә составынан көнбайыш өлөшө айырыла, ул Херсон өлкәһе булып китә.
Ҡайһы берҙә бөтә өлкәне Запорожье тип дөрөҫ атамайҙар, әммә тарихи рәүештә был исем Запорожье өлкәһенең күпселек өлөшөнән төньяҡта, хәҙерге Днепропетровск өлкәһе районында булған территорияға бирелгән.
Физик-географик характеристикаһы
Запорожье өлкәһенә тигеҙ ландшафт хас, ул башлыса көньяҡта Ҡара диңгеҙ буйына күскән Приднепровск уйһыулығында урынлашҡан, көньяҡ-көнсығыш өлөшөн Приазовск ҡалҡыулығы биләй. Азов диңгеҙе яры буйлап диңгеҙ менән йыуылған оҙон тар ҡомло ҡыялар һуҙылған.
Оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа 208 км, көнбайыштан көнсығышҡа 235 км-ға һуҙылған.
Запорожье өлкәһе территорияһында 109 йылға аға, уларҙың иң ҙуры — Днепр йылғаһы, ул Украинаның мөһим транспорт артерияһы булып тора, өлкә сәнәғәтен тәьмин итә, унда бер нисә һыуһаҡлағыс төҙөлгән.
Шартлы рәүештә Запорожье өлкәһе өс тәбиғи-ауыл хужалығы зонаһына бүленә: дала зонаһы (территорияның 50,8%), дала ҡоролоҡ зонаһы (34,8%) һәм ҡоро дала зонаһы (14,4%). Тупрағы башлыса ҡара тупраҡлы. Шулай уҡ бында гранит, шулай уҡ тимер һәм марганец мәғдәне запастары байтаҡ.
Климаты уртаса континенталь, ҡоролоҡ менән айырылып тора. Уртаса йыллыҡ температура: йәйгеһе +22 °С, ҡышҡыһы 4,5 °С. Уртаса йылына 225 ҡояшлы көн, яуым-төшөм 448 мм тәшкил итә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Договор между Российской Федерацией и Запорожской областью о принятии в Российскую Федерацию Запорожской области и образовании в составе Российской Федерации нового субъекта от 30 сентября 2022 года (ратифицирован Федеральным законом от 4 октября 2022 года № 374-ФЗ, вступил в силу 5 октября 2022 года, письмо МИД России от 05.10.2022 № 19696/дп). Официальный интернет-портал правовой информации (3 октябрь 2022).