Ҡара диңгеҙ
Ҡара диңгеҙ | |
---|---|
Майҙаны | 422 000 км² |
Күләме | 547 000 км³ |
Яр буйы оҙонлоғо | 3400 км |
Иң ҙур тәрәнлек | 2210 м |
Уртаса тәрәнлек | 1240 м |
Һыу йыйыу майҙаны | более 2 млн км² |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Ҡара диңгеҙ (рус. Черное море, укр. Чорне море, рум. Marea Neagră, төр. Karadeniz, груз. შავი ზღვა, абх. Амшын/Амшын Еиқәа, бор. грек. Εὔξενος Πόντος, грек. Μαύρη Θάλασσα, лат. Pontоs Euxinus)-- Атлантик океан бассейнындағы эcке диңгеҙ. Босфор боғаҙы аша Мәрмәр диңгеҙе, артабан Дарданелдар боғаҙы аша Эгей һәм Урта диңгеҙ менән тоташа; Керчь боғаҙы аша — Азов диңгеҙе менән тоташа. Төньяҡтан диңгеҙгә Ҡырым ярымутрауы уйылып кергән. Ҡара диңгеҙ аша Европа менән Кесе Азия сиге үтә.
Ҡара диңгеҙ Рәсәй, Украина, Румыния, Болгария, Төркиә, Абхазия һәм Грузия илдәренең ярҙарын йыуа.
Ҡара диңгеҙ төньяҡтан көньяҡҡа 1150 км-ға, көнсығыштан көнбайышҡа 580 км-ға һуҙылған.
Утрауҙар һаны бик аҙ. Иң ҙуры — Украиналағы Джарылгач утрауы, майҙаны 62 км². Башҡа утрауҙар 1 км²-ҙан да артыҡ түгел.
Ҡара диңгеҙгә ҡойоусы иң эре йылғалар: Дунай, Днепр, Днестр һәм бәләкәйерәктәре — Мзымта, Псоу, Бзыбь, Риони, Кодори, Эшли-Ирмак, Сакарья, Көньяк Буг йылғалары.
Диңгеҙ порттары булған ҡалалар:
- Рәсәй: Новороссийск, Сочи, Туапсе, Евпатория, Керчь, Севастополь, Ялта, Судак;
- Болгария: Бургас, Варна;
- Грузия: Батуми, Поти;
- Абхазия: Сухум;
- Румыния: Констанца;
- Төркиә: Самсун, Трабзон;
- Украина: Одесса, Черноморск, Южный.
Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Диңгеҙҙең иң элекке атамаларының береһе — боронғо грузинсанан Спериса диңгеҙе (груз. ზღვა სპერისა [згва спериса]), ул боронғо Колхидала Спери тигән төбәктә йәшәгән халыҡ исеменән алынған. Боронғо грек атамаһы иһә — Понтос Аксенос (бор. грек. Πόντος Ἄξενος, «Ҡырыҫ ддиңгеҙ»), «Скиф диңгеҙе» тигән атама ла осрай[1]. Страбон «География»һында (7.3.6) атама диңгеҙҙең навигация өсөн ауыр булыуы, шулай уҡ ярҙарында ҡырағай, яуыз холоҡло ҡәбиләләр йәшәүенә бәйлелер тип фараз итә.
Шулай ҙа гректар урындағы скиф-сармат телендәге *axšaina — «ҡараһыу күк», «ҡарағусҡыл» һәм грек телендәге «ҡырыҫ» һүҙҙәренә лә таянып атағандарҙыр[2]. Һуңғараҡ,грек колонистары үҙҙәре уңышҡа өлгәшкәс, диңгеҙҙе Понтос Эвксиоконос (грек. Πόντος Εὔξενος, «Ҡунаҡсыл диңгеҙ») тип исем бирә.
Тора бара, X—XIV быуаттарҙа, боронғо рус, ғәрәп һәм көнбайыш сығанаҡтарында инде «Урыҫ диңгеҙе» (рус. Русское море) тигән атама күренә башлай[3]
Хәҙерге замандағы «Ҡара диңгеҙ» (рус. Чёрное море) атамаһы бында Урта Азиянан килеп сыҡҡан күсмән төркиҙәрҙең «Кара Дениз» тигән һүҙҙәренән килеп сыҡҡан[4][5]. Ул күп кенә телдәрҙә сағылыш тапҡан: абх. Амшын Еиқәа, адыг. Хы шӏуцӏэ, ҡаб.-черк. Хы фӏыцӏэ, грек. Μαύρη θάλασσα, болг. Черно море, укр. Чорне море, груз. შავი ზღვა, рум. Marea Neagră, ҡырымтат. Qara deñiz, төр. Karadeniz (төрөктәр Урта диңгеҙҙе Akdeniz «Аҡ диңгеҙ» тип атай), ингл. Black Sea һәм башҡалар[6][1] Атаманың шундай вариантта килеп сығыуы тураһында төрлө фараздар йәшәп килә:
- Бер фараз Азияның ҡайһы бер илдәрендә яҡтарҙы «төҫтәр» менән билдәләүгә бәйле: «ҡара» төньяҡты билдәләүсе һүҙ, шуға күрә Ҡара диңгеҙ — төньяҡ диңгеҙе.
- Икенсе бер гипотеза буйынса, металл әйберҙәрҙең 150 метрҙан тәрәнерәккә оҙайлы ваҡытҡа төшөргәндә (мәҫәлән, якорь) ҡарайыуы менән бәйле[7]
Флораһы һәм фаунаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Диңгеҙҙең үҫемлектәр донъяһы 270 төр күп күҙәнәкле йәшел, көрән, ҡыҙыл һыу төбө ылымыҡтарынан тора. Фитопланктон составында — алты йөҙҙән кәм түгел төр[8].
Ҡара диңгеҙ фаунаһы Урта диңгеҙгә ҡарағанда һиҙелерлек ярлы, атап әйткәндә, бында юҡ диңгеҙ йондоҙо, диңгеҙ терпеһе, |лилия диңгеҙ ләләһе, губка, каракатица, кальмар, мәрйендәр юҡ[9].
Ҡара диңгеҙҙә 2500 төр хайуан тереклек итә(уларҙың 500 төрө бер күҙәнәкле, 200 төрө умыртҡалылар — балыҡтар һәм һөтимәрҙәр, 500 төр ҡыҫала кеүектәр, 200 төр моллюскылар, башҡалары — төрлө умыртҡаһыҙҙар), сағыштырыу өсөн, Урта диңгеҙҙә — 9000 тирәһе төр. Диңгеҙҙең хайуандар донъяһының сағыштырмаса ярлы булыуында бер нисә сәбәп бар. Төп сәбәптәр араһында[9]:
- һыуҙың тоҙлолоғо түбән булыуы;
- 150 метрҙан тәрәнерәк урындарҙа даими рәүештә көкөртлө водород сығып тора.
Ҡара диңгеҙҙә ағыулы балыҡтар ҙа бар — диңгеҙ аждаһаһы, скорпена, диңгеҙ бесәйе кеше өсөн хәүеф тыуҙыра. Диңгеҙ төлкөһө ағыулы түгел, мәгәр ҡойроғонда сәнскәктәре менән яралай ала[10]
Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡара диңгеҙ климаты уның континенталь торошо, башлыса континентальн климат мөхитендә урынлашҡан булыуы менән бәйле[11]. Кавказдың Ҡара диңгеҙ яры һәм Ҡырымдың көньяҡ яры тауҙар менән уратылыу арҡаһында төньяҡ һалҡын елдәрҙән ҡурсыулы һәм йомшаҡ Урта диңгеҙ климатына эйә, ә Туапсенан көньяҡ-көнсығыштараҡ — дымлы субтропик климат хөкөм һөрә.
Ҡара диңгеҙҙең һауа торошона Атлантик океан да йоғонто яһай[12]. Йәй көнө диңгеҙ өҫтөндә Азор антициклоны һауа торошона тәьҫир итә. Шуға күрә диңгеҙҙең күпселек өлөшөндә ҡышын һауа йылы, дымлы, ә йәйгеһен эҫе, ҡоро[13].
Ҡара диңгеҙ һыуы, ҡағиҙә булараҡ, туңмай. Әммә оҙайлы һалҡын ҡыштарҙа ярҙарында сыйҙым барлыҡҡа килгеләй, әммә был бер нисә тиҫтә йылға бер була. Һыу температураһы уртаса +7…+8 °C-тан артыҡ төшмәй[14].. 2011—2012 йылдар арауығында һыу өҫтө температураһы 6 °C-тан түбәнерәк төшә.
Горизонт м | Ғинуар | Февраль | Март | Апрель | Май | Июнь | Июль | Август | Сентябрь | Октябрь | Ноябрь | Декабрь |
0 | 7,7 | 7,2 | 6,8 | 9,2 | 14,1 | 19,8 | 22,8 | 23,8 | 20,8 | 18,7 | 11,7 | 9,5 |
10 | 7,7 | 7,1 | 6,8 | 9,0 | 12,8 | 18,5 | 21,8 | 23,6 | 20,7 | 18,6 | 11,8 | 9,6 |
20 | 7,7 | 7,0 | 6,7 | 8,4 | 10,2 | 11,9 | 12,2 | 13,6 | 19,2 | 17,9 | 11,6 | 9,6 |
30 | 7,7 | 7,0 | 6,6 | 7,7 | 7,9 | 7,8 | 8,5 | 9,0 | 9,1 | 12,0 | 10,4 | 9,2 |
50 | 7,6 | 7,4 | 7,3 | 7,6 | 7,4 | 7,3 | 7,4 | 7,6 | 7,2 | 8,0 | 7,6 | 7,8 |
100 | 8,3 | 8,4 | 8,4 | 8,4 | 8,3 | 8,3 | 8,4 | 8,3 | 8,3 | 8,2 | 8,3 | 8,3 |
200 | 8,7 | 8,7 | 8,7 | 8,7 | 8,7 | 8,7 | 8,7 | 8,7 | 8,7 | 8,7 | 8,7 | 8,7 |
500 | 8,9 | 8,9 | 8,9 | 8,9 | 8,9 | 8,9 | 8,9 | 8,9 | 8,9 | 8,9 | 8,9 | 8,9 |
1000 | 9,0 | 9,0 | 9,0 | 9,0 | 9,0 | 8,9 | 8,9 | 8,9 | 9,0 | 8,9 | 8,9 | 9,0 |
1500 | 9,0 | 9,0 | 9,1 | 9,0 | 9,0 | 9,0 | 9,0 | 9,0 | 9,0 | 9,0 | 9,0 | 9,0 |
Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡара диңгеҙ сәнғәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡара диңгеҙ, Ҡырым тәбиғәте билдәле урыҫ рәссамы, маринист Иван Айвазовский өсөн илһам сығанағы булған . Штормдар һәм тымыҡ һыу, пляждар, ҡаялар, аулаҡ бухталар рәссамдың күп эштәре өсөн натура булып хеҙмәт итә[16]. Феодосияла И. К. Айвазовский исемендәге милли картиналар галерияһы бар.
Элекке СССР-ҙың күп һанлы кинематографистары ҡояшлы климаты өсөн Ҡара диңгеҙ яры буйын һайлай. Одесса, Ялта киностудиялары, шулай уҡ совет осоро тарихына инеп ҡалған киностудиялар төшөргән фильмдар ошонда ижад ителгән[17][18][19][20][18][21].
Ҡара диңгеҙ тематикаһы әҙәби, музыкаль әҫәрҙәрҙә лә сағылыш таба: миҫалға Валентин Катаев;Михаил Булгаков; Константин Паустовский; Юрий Кузнецов; Леонид Утёсов; Юлий Ким; Георг Отс ижадын килтерергә мөмкин.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Виноградов, 1958, с. 5
- ↑ Black sea — Encyclopædia Iranica. Rüdiger Schmitt
- ↑ Бухарин М. Д. Возникновение понятия «Чёрное море» в средневековых географических традициях . www.academia.edu. Дата обращения: 17 декабрь 2019. // Monumentum Gregorianum. Сборник научных статей памяти академика Г. М. Бонгард-Левина. М., 2013. С. 479.
- ↑ http://blacksea-education.ru/2-1.shtml 2019 йылдың 23 декабрь көнөндә архивланған. Чёрное море
- ↑ ::: Чёрное море ::: blacksea-education.ru. Дата обращения: 28 август 2017. 2017 йылдың 17 август көнөндә архивланған.
- ↑ http://blacksea-education.ru/2-1.shtml 2019 йылдың 23 декабрь көнөндә архивланған. Чёрное море
- ↑ http://blacksea-education.ru/2-1.shtml 2019 йылдың 23 декабрь көнөндә архивланған. Чёрное море
- ↑ Чёрное море ::: Фитопланктон . blacksea-education.ru. Дата обращения: 13 октябрь 2019. 2019 йылдың 17 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ 9,0 9,1 География, история, свойства экосистемы Чёрного моря . blacksea-education.ru. Дата обращения: 13 октябрь 2019. 2019 йылдың 17 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Опасные животные Черного моря 2012 йылдың 10 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Ежегодник состояния морей России по гидрохимическим показателям. 2008 год. Чёрное море (недоступная ссылка — история). // oceanography.ru. Дата обращения: 29 февраль 2012. Архивировано 1 март 2012 года. 2013 йылдың 3 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Новороссийская бора и байкальская сарма . // meteoweb.ru. Дата обращения: 29 февраль 2012.
- ↑ Чёрное море // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Чёрное море // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ ЕСИМО (недоступная ссылка — история). Архивировано 22 август 2011 года. 2017 йылдың 28 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Картинная галерея Айвазовского. Биография художника (недоступная ссылка — история). // aivazovsky.euro.ru. Дата обращения: 29 май 2012. 2012 йылдың 21 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Незалежное кино W → O → S . // w-o-s.ru. Дата обращения: 1 август 2012. Архивировано 4 август 2012 года.
- ↑ 18,0 18,1 «Голливуд» на берегу Чёрного моря (киноискусство Одессы) (недоступная ссылка — история). // kruk.odessa.ua. Дата обращения: 1 август 2012. Архивировано 4 август 2012 года.
- ↑ Историческая справка об Одесской киностудии (недоступная ссылка — история). // odessafilm.com.ua. Дата обращения: август 2012. 2012 йылдың 20 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Легенда Крыма (недоступная ссылка — история). // Рабочая газета, № 127 от 20 июля 2011 г.. Дата обращения: 1 август 2012. Архивировано 4 август 2012 года.
- ↑ Ялтинская киностудия . // poluostrov-krym.com. Дата обращения: 1 август 2012. Архивировано 4 август 2012 года.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Виноградов К. А. Очерки по истории отечественных гидробиологических исследований на Чёрном море. — Киев: Изд-во АН УССР, 1958.
- Виноградов К. А. Ихтиофауна северо-западной части Чёрного моря. — К., 1960.
- Ҡалып:Книга:Рыбы Чёрного моря
- Заика В. Е. Черноморские рыбы и летопись их промысла. — Севастополь, 2008.
- Агбунов М. В. Античная лоция Чёрного моря. — М.:Наука, 1987. — 156 с.
- Сорокин Ю. И. Чёрное море: Природа, ресурсы. — М.:Наука, 1982. — 217 с.
- Филиппов Д. М. Циркуляция и структура вод Чёрного моря. — М.: Наука, 1968. — 136 с.
- Кузьминская Г. Г. Чёрное море. — Краснодар: Кн. изд-во, 1972. — 92 с.
- Степанов В., Андреев В. Чёрное море. — Л.: Гидрометеоиздат, 1981. — 160 с.
- Зайцев Ю. П., Поликарпов Г. Г. Экологические процессы в критических зонах Чёрного моря (синтез результатов двух направлений исследований с середины XX до начала XXI веков) // Мор. екол. журн. — 2002. — 1, N 1. — С. 33-55 . repository.ibss.org.ua. Дата обращения: 17 декабрь 2019.(недоступная ссылка)
- Иванов М. В., Вайнштейн М. В., Гальченко М. Ф. и др. Распределение и геохимическая активность бактерий в осадках // Изучение генезиса нефти и газа в Болгарском секторе Чёрного моря. София, 1984. С. 150—181.
- Биркун А. А. мл., Кривохижин С. В. Звери Чёрного Моря. — Симферополь: Таврия, 1996. — 96 с. ISBN 5-7780-0773-6
- Как «Александр Ковалевский» Бориса Савинкова спасал. «Природа», № 7, 2001 . vivovoco.astronet.ru. Дата обращения: 17 декабрь 2019.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Атлас Черного моря. (1841). Дата обращения: 3 февраль 2019.
- Южное отделение Института океанологии РАН . www.ocean.ru. Дата обращения: 17 декабрь 2019. 2009 йылдың 13 ғинуар көнөндә архивланған.
- The Southern Branch of the P.P. Shirshov Institute of Oceanology (ингл.). www.ocean.ru. Дата обращения: 17 декабрь 2019. 2009 йылдың 13 ғинуар көнөндә архивланған.
- Институт биологии южных морей им. А. О. Ковалевского . ibss.nas.gov.ua. Дата обращения: 17 декабрь 2019.
- Сайт Комиссии по защите Чёрного моря от загрязнения (ингл.). www.blacksea-commission.org. Дата обращения: 17 декабрь 2019.
- Космический мониторинг побережья и акватории Чёрного моря . www.BlackSea-online.com. Дата обращения: 17 декабрь 2019. 2019 йылдың 16 май көнөндә архивланған.
- Структура водных слоев Чёрного моря . hmhsbritannic.ucoz.ru. Дата обращения: 17 декабрь 2019. статья Р. Тузикова, кандидата геолого-минералогических наук.
- Петко Димитров, Димитър Димитров. Чёрное море, Потоп и древние мифы. Варна, 2008 . www.researchgate.net. Дата обращения: 17 декабрь 2019.
- Особенности Чёрного моря . anapacity.com. Дата обращения: 17 декабрь 2019.
Фауна[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Дельфины Чёрного моря
- Крабы Чёрного моря . russian.crabs.ru. Дата обращения: 17 декабрь 2019.
- Проблема экзотических видов в Чёрном, Азовском и Каспийском морях . www.caspianenvironment.org. Дата обращения: 17 декабрь 2019.
- Чёрное море и его обитатели . www.partenit.ru. Дата обращения: 17 декабрь 2019.