Керчь

Керчь — Ҡырымдың көнсығыш өлөшөндә, Керчь боғаҙы ярында урынлашҡан герой-ҡала. Элекке атамалары: итал.  Bosphoro Cimmerio, Vospro, Cerchio, Cherz, бор.-урыҫ. Кърчевъ, бор. грек. Παντικάπαιον.

Ҡырым Республикаһы составында[3] берҙән-бер тораҡ пункт булараҡ Керчь ҡала округын барлыҡҡа килтерә.

2014 йылға тиклем Ҡырым Автономиялы Республикаһы составындағы Керчь ҡала советына инә.

Атаманың барлыҡҡа килеүе

Макс Фасмер ҡала атамаһының килеп сығышы корчить (корчевать) һүҙенән булыуы ихтимал, тип иҫәпләгән. Олег Николаевич Трубачёв Фасмер менән ризалашмай һәм ҡаланың боғаҙ янындағы урынлашҡанға къркъ (тамаҡ) һүҙенән килеп сығыуын раҫлай. Трубачев, хәҙерге Керчь атамаһы туранан-тура боронғо рус Кърчевъ һүҙенән килеп сыҡмауын, ә төрки телендә һуҙынҡыларҙың үҙгәреше арҡаһында килеп сыҡҡан, тип айырыуса билдәләй (КерчьКерчи)[4].

Тарихы

Тарихҡа тиклемге осор

Керчь ҡалаһының хәҙерге территорияһында кешеләр тарихҡа тиклемге осорҙа уҡ йәшәгән. Тәүге урта палеолит табылдыҡтарын археолог Н. Д. Праслов 1966 йылда антик ҡаласыҡ Нимфей урынлашҡан Камыш-Бурун мороно эргәһендә һәм Тобечик күле янында таба. Керчтағы Эспланад урамында мамонт тештәре табылған. Табылдыҡтарҙың йәше — 100 — 40 мең йыл. Был табылдыҡтар, дөйөм алғанда, Керчь ярымутрауында неандерталдарҙың йәшәүенең матди дәлиле булып тора.

Керчь ярымутрауында мезолит (б.э. т. 8000 — 5000 йыл) һәм неолит (б. э. т. 5000 — 4000 йыл) тораҡтары, урындары һәм пункттары күберәк. Уларҙы А. Д. Архангельский, С. И. Забнин, П. Н. Заболоцкий, А. А. Щепинский, Ю. Г. Колосов, Л. Г. Мацкевой, С. А. Шестаков аса. Әлеге ваҡытта Көнсығыш Ҡырымда был осорҙоң 60 ҡомартҡыһы асыҡланған. Кешеләр һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән.

Антик осорҙа

Б.э.т. 1-се быуат аҙағында (беҙҙең эраға тиклем 610—590 йылдарҙа)[5] хәҙерге Керчь урынында грек колонистары Пантикапей ҡалаһына нигеҙ һала. Акрополь хәҙерге ваҡытта Митридат тип аталған тауҙа урынлашҡан. Бынан тыш, хәҙерге Керчь территорияһында антик атамалары сығанаҡтарҙа һаҡланмаған ҡаласыҡтар: Мирмекий, Гераклий, Парфений, Порфмий, Гермисий, Тиритака, Нимфей һәм башҡа бер нисә тораҡ пункт бар. Яйлап боғаҙҙың ике яғындағы ҡалалар бойондороҡһоҙлоғон юғалта һәм беҙҙең эраға тиклем 480 йылда Пантикапей Археанактидтар династияһы идара иткән монархия тибындағы Боспор дәүләте баш ҡалаһы була. Б.э. т. 437 йылда власҡа Спартокидтар династияһы килә. Географик урыны арҡаһында ҡала оҙаҡ ваҡыт Европа, Урта Азия, Ҡытай һәм Урта диңгеҙ араһындағы сауҙа юлдары киҫешкән урында тора. Пантикапейҙың төп экспорт продукты булып бойҙай, тоҙло балыҡ, балыҡ соусы тора. Шарап эшләү киң тарала. Пантикапей Греция һәм Ҡара диңгеҙ буйы илдәре менән әүҙем сауҙа алып бара, сәйәси, һөнәрселек һәм мәҙәни үҙәк була, үҙенең алтын, көмөш һәм баҡыр тәңкәләрен һуға.

undefined

Пантикапей 370-се йылдарҙа, һундар баҫып алғас, дәүләттең баш ҡалаһы статусын тулыһынса юғалта. Ҡала емертелә, әммә бер ни тиклем ваҡыттан һуң тергеҙелә башлай һәм V быуат аҙағына тиклем үҙенең әһәмиәтен һаҡлап ҡала.

Урта быуаттарҙа

VI быуатта ҡала Көнсығыш Рим (Византия) империяһы власы аҫтында була. Император Юстиниан I ҡарары буйынса бында гарнизон ебәрелә һәм Боспор тип аталған ҡәлғә төҙөлә башлай. Шул уҡ быуатта Төрки ҡағанлығы һәм Византия армияларының хәрби бәрелеше (576 йыл) һөҙөмтәһендә Бөтә Ҡырым тиерлек төркиҙәргә күсә. VIII быуатта ҡала Хазар ҡағанаты йоғонтоһо өлкәһенә эләгә һәм Карша йәки Чарша исемен йөрөтә, төрки теленән тәржемә иткәндә «икенсе яҡ», «ҡаршы яр» тигәнде аңлата.

undefined

1318 йылда ҡала Черкио исеме аҫтында Төньяҡ Ҡара диңгеҙ буйындағы Генуя колониялары составына инә, уларҙың үҙәге Феодосия (Кафа) була. Генуялылар шулай уҡ ҡаланы «Воспро» йәки "Восперо"тип йөрөткән[6]. Е. С. Зевакин һәм Н. А. Пенчко тикшеренеүҙәренә ярашлы, генуя осоронда Восперо менән черкес кенәздәре идара иткән[7][8][9].

Төрөктәр Генуя колонияларын баҫып алғандан һуң, (1475) ҡала Ғосман империяһына күсә[10].

Рәсәй империяһы составында

1768-1774 йылдарҙағы Рус-төрөк һуғышынан һуң Кючук-Кайнарджий килешеүенә ярашлы, Керчь һәм Ени-Кале ҡәлғәһе һәм уға ҡараған биләмәләр Рәсәй империяһына тапшырыла.

undefined

1775 йылда Керчь Азов губернаһының Азов провинцияһы составына[11], ә 1784 йылда Таврия өлкәһе составына индерелә[12].

1818 йылдың яҙында Керчҡа император Александр I килә һәм 1821 йылда уның указы буйынса ҡала хакимиәте, порт, карантин булдырыла. 1855 йылдың 13 (25) майынан 1856 йылдың 10 (22) июненә тиклем Ҡырым һуғышы ваҡытында ҡала инглиз-француз-төрөк ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына һәм талана[13].

Керчь янында тимер мәғдәне ятҡылыҡтарын асыу ҡала үҫешендә ҙур йоғонто яһай. XX быуат башына Керчь заманса сәнәғәте үҫешкән ҡалаға әйләнә. Металлургия заводы, тәмәке фабрикаһы, телеграф эшләй башлай. Керчты Мәскәү һәм Санкт-Петербург менән бәйләгән тимер юл тармағы төҙөлә. 1913 йылда диңгеҙ порты эшләй башлай. Халҡы 32 500 кешегә етә[5].

СССР осоронда

Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарынан һуң, ҡала ҡабаттан үҫә башлаған. 1936 йылда рудник һәм байыҡтырыу фабрикаһы файҙаланыуға тапшырыла. 1939 йылда тимер мәғдәне комбинаты һәм бер үк ваҡытта тиерлек йылылыҡ электр станцияһы һәм порт төҙөлөшө тамамлана. 1939 йылда ҡала халҡы 100 меңдән ашыу кеше тәшкил итә.

1940 йылда Керчта 169 предприятие иҫәпләнә (уларҙың 69-ы эре), уларҙа 42 мең кеше эшләй. Сәнәғәттең нигеҙен металлургия, суднолар төҙөү, суднолар ремонтлау, балыҡсылыҡ, балыҡ эшкәртеү, быяла етештереү, тимер мәғдәне етештереү тәшкил итә.

Ҡалала торлаҡ һәм капиталь төҙөлөш юғары темптар менән үҫешә. Ике тимер-бетон изделиелар заводы сафҡа инә. Макарон, кондитер һәм тегеү фабрикалары эшләй. Яңы мәктәптәр һәм балалар баҡсалары төҙөлә. Поликлиникалар һәм кинотеатрҙар асыла.

Бөйөк Ватан һуғышы

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Керчь совет һәм немец ғәскәрҙәре араһында ҡаты алыштар була. Фронт һыҙығы Керчь аша дүрт тапҡыр үтә. Ҡаты алыштар һөҙөмтәһендә ҡала тулыһынса тиерлек емерелә (биналарҙың 85 % — тан ашыуы юҡҡа сыға). Оккупация ваҡытында 15 мең тыныс кеше үлтерелә. 14 меңдән ашыу кеше Германияға оҙатыла. Керчь ҡалаһында йәшәүселәрҙең һәм совет хәрби әсирҙәренең дөйөм һаны 43 429 кеше тәшкил итә[14].

Керчь өсөн алыштарҙа бөтәһе 146 яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Совет ғәскәрҙәре ҡаланы 1944 йылдың 11 апрелендә азат итә[15].

1973 йылдың 4 сентябрендә Керчҡа СССР-ҙың юғары наградаһы — Ленин ордены һәм Алтын Йондоҙ миҙалы тапшырыла һәм герой-ҡала исеме бирелә.

1980 йылдар башына ҡалала 88 китапхана, 7 кинотеатр, 4 стадион, 45 спорт залы, йөҙөү бассейны эшләй[16].

1991 йылда ҡала халҡы 174 000 ашыу кеше тәшкил иткән.

Хәҙерге осорҙа

СССР тарҡалғандан һуң ҡала Украинаның Ҡырым Автономиялы Республикаһы составына инә, ә 2014 йылда Ҡырым Республикаһы составында Рәсәй Федерацияһына ҡушыла.

2018 йылдың 16 майында еңел автомобилдәр өсөн һәм 2018 йылдың 1 октябрендә йөк автомобилдәре өсөн ҡаланы һәм ярымутрауҙы Краснодар крайы менән тоташтырыусы Ҡырым күпере асыла.

Халҡы

Халыҡ һаны
1939[17]19451959[18]1970[19]1979[20]1987[21]
104 44341 00098 769127 804156 827173 000
1989[22]2001[23]2003200420052006
174 365157 007155 294153 916152 564151 327
200720082009[24]2010[25]2011[26]2012[27]
150 088149 021148 120147 269146 516145 845
20132014[28]2015[29]2016[30]2017[31]2018[32]
145 265147 033147 668148 932149 566150 573
2019[33]2020[34]2021[35]
151 025151 548154 621
50 000
100 000
150 000
200 000
1945
1989
2006
2011
2016
2021

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2020) мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала 117 урында[36] (Рәсәй Федерацияһы ҡалаларының 1118 ҡалаһы араһында[37]).

Совет осоронда Керчь халҡы тәбиғи һәм миграция иҫәбенә тиҙ арта. Украина составында ҡала халҡы ике осраҡ буйынса ла кәмей. Ҡырым Рәсәйгә ҡушылыуынан һуң, халыҡтың миграцион үҫеше тенденцияһы күҙәтелә. Керчтың икенсе үҙенсәлеге шунда: ҡалала этник рустарҙың өлөшө Украинаның бөтә ҡалаларына ҡарағанда иң күбе булған.

Керчь халҡының көндәлек аралашыу теле һәм ҡала халҡының күпселеге өсөн туған тел булып рус теле тора

Халҡының урынлашыу тығыҙлығы: 1431.68 кеше/км².

2014 йылдың 14 октябренә ҡарата Ҡырым федераль округында халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса ҡалала һәм ҡала округында даими йәшәүсе халыҡ иҫәбе — 147 033 кеше[38].

Милли составы

2001 һәм 2014 йылдарҙағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса:

милләт 2001[39],
бөтәһе,
кеше
% бө-
тә-
нән
2014[40]
бөтәһе,
кеше
% бө-
тә-
нән
% күрһә-
теүсе-
ләрҙән
күрһәтеүселәр 142640 97,01 % 100,00 %
урыҫтар 124430 78,67 % 124580 84,73 % 87,34 %
украиндар 24298 15,36 % 12132 8,25 % 8,51 %
ҡырым татарҙары 1635 1,03 % 1374 0,93 % 0,96 %
татарҙар 383 0,24 % 1097 0,75 % 0,77 %
белорустар 1795 1,13 % 996 0,68 % 0,70 %
әрмәндәр 518 0,33 % 542 0,37 % 0,38 %
молдавандар 280 0,18 % 176 0,12 % 0,12 %
әзербайжандар 228 0,14 % 175 0,12 % 0,12 %
йәһүдтәр 322 0,20 % 165 0,11 % 0,12 %
болгарҙар 192 0,12 % 133 0,09 % 0,09 %
поляктар 164 0,10 % 107 0,07 % 0,08 %
немецтар 115 0,07 % 98 0,07 % 0,07 %
гректар 79 0,05 % 0,06 %
итальяндар 77 0,05 % 0,05 %
үзбәктәр 68 0,05 % 0,05 %
сыуаштар 58 0,04 % 0,04 %
ҡырымсаҡтар 27 0,02 % 0,02 %
башҡалар 3805 2,41 % 833 0,57 % 0,58 %
күрһәтмәүселәр 4393 2,99 %
бөтәһе 158165 100,00 % 147033 100,00 %

Туғандаш ҡалалар

Туризм һәм ял

Ҡала ике диңгеҙ — Ҡара һәм Аҙау диңгеҙҙәре тоташҡан урында урынлашҡан. Ҡала тирәһендә бер нисә пансионат һәм ял базаһы бар.

Майҙан сентябргә тиклем Керчта диңгеҙ һыуының уртаса температураһы (биш ай эсендә) — 21,2 градус. (Май айында — 16, июндә — 22, июлдә — 24, августа — 24, сентябрҙә — 20). Һыу инеү миҙгеле ғәҙәттә май аҙағынан алып сентябрҙең икенсе яртыһына тиклем дауам итә.

Уртаса йыллыҡ ҡояшлы көндәр һаны — 300.

Ҡояшлы көндәр, ай эсендә сәғәттәр, 1960—1990 йылдар.
Ай Ғмн Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Ҡояшлы көн, сәғ. 71.3 87.6 145.7 189 272.8 306 334.8 306.9 252 182.9 90 55.8 2294.8
Керчь янында диңгеҙ һыуының температураһы (уртаса күрһәткестәр)
Ай Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Һыу температураһы, гр. ц. 3 0 3 8 16 22 24 24 20 15 9 5 12
* Яҡындағы аэропорттарға тиклем ара

Керчь ҡалаһынан Симферополь ҡалаһы аэропортына тиклем ара 220 км тәшкил итә.

Керчь ҡалаһынан Анапа ҡалаһы аэропортына тиклем алыҫлығы яҡынса 127 км.

Керчь ҡалаһынан Краснодар ҡалаһы аэропортына тиклем алыҫлығы яҡынса 240 км.

Галерея

Әҙәбиәт

Тарихҡа тиклем осорҙа

  • Мацкевой Л.Г. Мезолит и неолит Восточного Крыма. — Киев: Наукова думка, 1977. — 180 с.

Антик дәүерҙә

  • Гайдукевич В. Ф. Боспорское царство. М.: Издательство Академии наук СССР, 1949.
  • Воронов А. А., Михайлова М. Б. Боспор Киммерийский. — М.: Искусство,1983 (Серия «Дороги к прекрасному»). — 183c.
  • Воронов А. А., Михайлова М. Б. Особенности новооткрытого античного памятника в Керчи // Архитектурное наследство. — Вып.23: Национальное своеобразие и взаимовлияние архитектуры народов СССР / Под ред. О. Х. Халпахчьяна. — М.: Стройиздат, 1975. — С.88—99.
  • Виноградов Ю. А. Там закололся Митридат: военная история Боспора Киммерийского в доримскую эпоху; СПб.: Петербургское Востоковедение; М.: Филоматис, 2004.
  • Горончаровский В. А. Между империей и варварами: военное дело Боспора римского времени; СПб.: Петербургское Востоковедение; М.: Филоматис, 2003.
  • Молев Е. А. Эллины и варвары. На северной окраине античного мира; М.: ЗАО Центрполиграф, 2003
  • Подосинов А. В. Произведения Овидия как источник по истории Восточной Европы и Закавказья; М.: Наука, 1985.
  • Скржинская М. В. Скифия глазами эллинов; СПб.: Алетея, 2001.

Рәсәй империяһы составында

undefined

СССР осоронда

  • Керчь. Фотоальбом/ Под ред. С. А. Чистова. — М.: Планета, 1983. — с.102-103

Тупраҡ һәм файҙалы ҡаҙылмалар

  • Керчь. Профиль громады.pdf, 2009. — с.8

Иҫкәрмәләр

  1. Подготовка генерального плана муниципального образования городской округ Керчь: Материалы по обоснованию генерального плана. 5. Целевые показатели развития городского округа, включая социально-экономические. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (2017). — стр. 383. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 октябрь 2025.
  2. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  3. Федеральный конституционный закон от 21.03.2014 № 6-ФКЗ "О принятии в Российскую Федерацию Республики Крым и образовании в составе Российской Федерации новых субъектов - Республики Крым и города федерального значения Севастополя".
  4. Керчь // Этимологический словарь русского языка = Russisches etymologisches Wörterbuch : в 4 т. / авт.-сост. М. Фасмер ; пер. с нем. и доп. чл.‑кор. АН СССР О. Н. Трубачёва. — Изд. 2-е, стер. — М. : Прогресс, 1986. — Т. II : Е — Муж. — С. 225—226.
  5. 1 2 Татьяна Шевченко. Две улицы и сокровища: Как начиналась российская история самого древнего города. "Крымская газета" (30 июнь 2017). Архивировано из оригинала 7 сентябрь 2018 года.
  6. К 180-летию Керченского музея древностей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2012. Архивировано 10 май 2012 года.
  7. [Бахъшысэрей зек1уэм и уэрэд // Народные песни адыгов. Т. III. — Ч. 1. — М., 1986. — С. 51-54]
  8. [1] Архивная копия от 29 март 2019 на Wayback MachineМаксидов Анатолий Ахмедович. Исторические и генеалогические связи адыгов с народами Причерноморья
  9. [Бартоломей Английский. О свойствах вещей // Матузова В. И. Указ. соч. С. 85]
  10. Мурзакевич Николай. История Генуэзских поселений в Крыму. — Одесса: Городская типография, 1955. — С. 87. — 116 с. Архивировано 12 октябрь 2013 года.
  11. Полное собрание законов Российской Империи. Собрание Первое. Том XX. 1775—1780 гг. — закон № 14252. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 октябрь 2025. Архивировано 28 февраль 2019 года.
  12. А. Скальковский. Хронологическое обозрение истории Новороссийского края. — Одесса, 1836. — Т. 1: 1730—1796. — С. 166. — 319 с. — «12-го июля 1784 года Потемкин уведомил Таврическое Правление, что он отделил от Екатериинославского Наместничества (Азовской Губернии:) Керчь, Ениколь, Кинбурн с их округами и присоединил все это к Таврической Области»
  13. Носков А. Э., Носкова Э. А. Бои на Керченском полуострове во время Крымской войны 1853—1855 гг. // Военно-исторический журнал. — 2011. — № 4.
  14. Гужва Г. А., Гужва Д. Г. Преступления немецко-румынских войск в период временной оккупации Крыма 1941—1944 гг. // Военно-исторический журнал. — 2016. — № 11. — С.43.
  15. История Великой Отечественной войны Советского Союза 1941—1945 (в шести томах) / под ред. П. Н. Поспелова. — М.: Воениздат, 1962. — Т. 4. — С. 92.
  16. Керчь. Фотоальбом. / Под ред. Чистов С. А. — М.: «Планета», 1983. — С. 102—103.
  17. Всесоюзная перепись населения 1939 г. Численность городского населения СССР по городским поселениям и внутригородским районам.
  18. Всесоюзная перепись населения 1959 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.
  19. Всесоюзная перепись населения 1970 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.
  20. Всесоюзная перепись населения 1979 г. Численность городского населения союзных республик (кроме РСФСР), их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.
  21. Народное хозяйство СССР за 70 лет.
  22. Всесоюзная перепись населения 1989 г. Численность городского населения союзных республик, их территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу.
  23. Кількість та територіальне розміщення населення України. Дані Всеукраїнського перепису населення 2001 року про адміністративно-територіальний поділ України, чисельність, розміщення та склад населення України за статтю, групування населених пунктів, адміністративних районів, сільських рад за чисельністю населення станом на 5 грудня 2001 року.
  24. Статистичний збірник "Чисельність наявного населення України на 1 січня 2011 року" . - Киів, ДКС, 2011. - 112с.
  25. Статистичний збірник "Чисельність наявного населення України на 1 січня 2011 року" . - Киів, ДКС, 2011. - 112с.
  26. Статистичний збірник "Чисельність наявного населення України на 1 січня 2011 року" . - Киів, ДКС, 2011. - 112с.
  27. Статистичний збірник "Чисельність наявного населення України на 1 січня 2014 року".
  28. Перепись населения 2014 года. Численность населения Крымского федерального округа, городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений.
  29. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года.
  30. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года.
  31. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года.
  32. Оценка численности постоянного населения по городским округам и муниципальным районам Республики Крым по состоянию на 01.01.2018 года.
  33. Оценка численности постоянного населения по городским округам и муниципальным районам Республики Крым по состоянию на 01.01.2019 года.
  34. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года.
  35. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более.
  36. с учётом городов Крыма
  37. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более (XLSX).
  38. Таблицы с итогами Федерального статистического наблюдения «Перепись населения в Крымском федеральном округе» 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 октябрь 2025. Архивировано 28 ноябрь 2019 года.
  39. Всеукраинская перепись населения 2001 года. Итоги переписи населения 2001 года по Автономной Республике Крым (Крымстат). Архивировано из оригинала 28 декабрь 2012 года.
  40. 4.1. Национальный состав населения. Архивировано 25 сентябрь 2015 года. // Итоги переписи населения в Крымском федеральном округе 2014 года на сайте Крымстата. Архивировано 25 сентябрь 2015 года.
  41. Тула и Керчь стали городами-побратимами. Интерфакс (11 апрель 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 октябрь 2025. Архивировано 13 апрель 2014 года.

Һылтанмалар

Ҡалып:Автономная Республика Крым

Ҡалып:Таврическая губерния

Тема буйынса өҫтәмә