Ҡырым Республикаһы

Ҡырым Республикаһы (рус. Республика Крым, ҡырымтат. Къырым Джумхуриети, Qırım Cumhuriyeti, укр. Республіка Крим) — Рәсәй Федерацияһы субъекты, уның составындағы республика[5][6]. Көньяҡ федераль округ һәм Төньяҡ Кавказ иҡтисади районы составына инә. 2014 йылдың 18 мартында Ҡырым ярымутрауының Рәсәй Федерацияһына ҡушылыуы буйынса үткәрелгән референдум һөҙөмтәһендә ойошторола. Украина референдум һөҙөмтәләрен танымай.

Тарихы

Күсеү осоро

Ҡырым Республикаһы Рәсәй Федерацияһы субъекты булараҡ 2014 йылдың 18 мартында ойошторола, шул көндә үк ҡул ҡуйылған килешеү нигеҙендә, РФ закондары сиктәрендә Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһына ҡушылыуы 2014 йылдың февраль-мартында ғәмәлгә ашырыла. Килешеүҙә 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем күсеү осоро билдәләнә, уның барышында Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһының иҡтисади, финанс, кредит һәм хоҡуҡ системаһына, Рәсәй Федерацияһының дәүләт власы органдары системаһына интеграцияланыу мәсьәләләре юлға һалынырға тейеш була.

2014 йылдың 21 мартында, Ҡырымдың Рәсәй Федерацияһы составына формаль рәүештә ҡушылыуы тамамлау менән (Рәсәй Федерацияһы Президенты тарафынан килешеүҙе ратификациялау тураһындағы законға һәм уға ҡушымта булған федераль конституцион законға ҡул ҡуйылыу менән[7]), республика яңы ойошторолған Ҡырым федерального округы составына инә[8] республика яңы булдырылған Ҡырым федераль округы составына индерелә. 2 апрелдә -Көньяҡ Хәрби округы составына[9], ә 11 апрелдә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһының Рәсәй Федерацияһы субъекттары исемлегенә керетелә[10][11][12].

Республика Рәсәйгә ҡушылғандан һуң тәүге ваҡытта уның территорияһында Ҡырым Автономиялы Республикаһының Юғары Радаһы 1998 йылдың 21 октябрендә ҡабул иткән һәм 1999 йылдың 11 ғинуарында көсөнә ингән Ҡырым Автономиялы Республикаһы Конституцияһы ғәмәлдә була[13].

2014 йылдың 11 апрелендә Ҡырым Республикаһы Дәүләт Советының сираттан тыш ултырышында Ҡырым Республикаһы Конституцияһы раҫлана. Конституция 10 главанан һәм 95 статьянан тора, уның төп положениелары Рәсәй Федерацияһының Төп Законының статьялары менән оҡшаш. Яңы Конституцияға ярашлы, Ҡырым Республикаһы (ҠР) Рәсәй Федерацияһы составындағы демократик, хоҡуҡи дәүләт һәм уның тиң хоҡуҡлы субъекты булып тора. Ҡырым Республикаһында власть сығанағы — уның халҡы — Рәсәй Федерацияһының күп милләтле халҡының бер өлөшө. Ҡырым Республикаһында өс — урыҫ, украин һәм ҡырым-татар — дәүләт теле ғәмәлдә. Республика башлығы — юғары дәрәжәле кеше булып тора һәм Ҡырым дәүләт советы депутаттары тарафынан биш йылға һайланып, был вазифаны рәттән сроктан артыҡ үтәй алмай[14]. 2014 йылдың 9 октябрендә Ҡырым Республикаһы башлығы итеп бер тауыштан Сергей Аксёновты һайлана.

2014 йылдың 8 декабрендә Рәсәй Хөкүмәте башлығы кәңәшмәһендә Рәсәй Федерацияһының вице-премьеры Дмитрий Козак, «Ҡырым күпселек мәсьәләләр буйынса Рәсәй Федерацияһының дәүләт идараһы системаһына инергә әҙер», тип белдерә[15]. 2016 йылдың 28 июлендә Ҡырым Республикаһы Көньяҡ федераль округ составына[16], 2018 йылдың 1 апрелендә Төньяҡ Кавказ иҡтисади районы составына индерелә[17].

Дәүләт һәм сәйәсәт

Дәүләт символдары

Ҡырым Республикаһы Конституцияһына ярашлы дәүләт гербы, дәүләт флагы һәм дәүләт гимны уның дәүләт символдары булып тора. Ҡырым Республикаһының хәҙерге дәүләт символдары Ҡырымдың Юғары Советы тарафынан беренсе тапҡыр 1992 йылдың 24 сентябрендә ҡабул ителә, Дәүләт советы тарафынан ошо статуста 2014 йылдың 4 июнендә раҫлана[18].

Ҡырым Республикаһының Дәүләт гербында ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге варяг ҡалҡанына уңға ҡарап торған, уң тәпәйенә зәңгәр ынйылы асыҡ көмөш ҡабырсыҡ көмөш арыҫланҡош төшөрөлгән. Ҡалҡан «Берҙәмлектә — уңыш» девизы яҙылған күк-аҡ-ҡыҙыл таҫма менән берләштерелгән һәм сығып килгән ҡояш нурҙарына мансылған ике колонна менән уратып алынған[18].

Ҡырым Республикаһының дәүләт флагы — горизонталь рәүештә урынлашҡан төҫлө өс һыҙаттан торған туҡыма: юғарыла — флаг киңлегенең алтынан бер өлөшөн тәшкил иткән күк төҫ; уртала — флаг киңлегенең алтынан дүрт өлөшөн тәшкил иткән аҡ төҫ; түбәндә — флаг киңлегенең алтынан бер өлөшөн тәшкил иткән ҡыҙыл төҫ[18].

Ҡырым Республикаһының дәүләт гимны — композитор А. С. Карамановтың О. В. Голубева һүҙҙәренә яҙылған (1992) музыкаль әҫәре[18].

Власть органдары

Ҡырым Республикаһының Конституцияһына ярашлы, республикала юғары һәм берҙән-бер вәкиллекле һәм закондар сығарыу власть органы булып даими эшләүсе парламент — биш йылға һайланған һәм 75 депутатты берләштергән Ҡырым Республикаһының Дәүләт советы тора[19]. Парламенттың әлеге мәлдә эшләгән составы 2014 йылдың 14 сентябрендә һайлана[20]; 2010 йылдың 17 мартынан Ҡырым парламенты рәйесе — Владимир Константинов, 2014 йылдың 19 сентябренән ул ҡабаттан Рәсәй етәкселегенәдә һайлана[21].

Конституцияға ярашлы, юғары вазифалы кеше булып Рәсәй Федерацияһы һәм Ҡырым Республикаһы закондарына ярашлы Дәүләт Советы тарафынан һайланған Ҡырым Республикаһы башлығы тора. Республиканың ғәмәлдәге башлығы — Сергей Аксёнов[22].

Республика хөкүмәтенә — Ҡырым Республикаһының Министрҙар Советына — туранан-тура Республика башлығы (Министрҙар советы рәйесе вазифаһын да башҡарһа), йәки Дәүләт Советы ризалығы менән республика башлығы тәғәйенләгән Министрҙар советы рәйесе етәкселек итә. 2019 йылдың 1 октябренән Юрий Гоцанюк — Министрҙар советы рәйесе[23].

2014 йылдың 26 мартында Ҡырым Респуьликаһының Дәүләт советы Ҡырым парламентының вице-спикеры Сергей Цековҡа һәм Ҡырым Республикаһының вице-премьеры Ольга Ковитидиға Федераль Йыйылыштың Федерация Советы ағзалары вәкәләттәрен дә йөкмәтә[24][25].

Административ-территориаль ҡоролошо

Ҡырым Республикаһының төньяҡ сиге элекке Автономиялы Ҡырым Республикаһының Херсон өлкәһе менән сигенә тап килә һәм ҡоро ер буйынса 22 км һәм Сиваш лимандары буйлап 146 км тәшкил итә (дөйөм оҙонлоғо 168 км)[26]. Көнбайыштан, көньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан ярымутрауҙы Ҡара һәм Аҙау диңгеҙе урытып алған, көнсығышта Ҡырым Республикаһы Краснодар крайы менән диңгеҙ административ сигенә эйә. Ярымутрауҙың көньяҡ-көнбайышынан административ сик федераль әһәмиәттәге ҡала Севастополдән үтә.

2014 йылдың 25 апрелендә Ҡырым һәм Украина араһында Рәсәй дәүләт сиге ҡуйыла[27]. Пределы пограничной зоны на территории Республики Крым установлены 26 ноября 2014 года приказом ФСБ России № 659[28].

Административ йәһәттән Ҡырым Республикаһы 25 административ-территориаль берәмектән тора:

  • 14 муниципаль район (нигеҙҙә, ауылдарҙа йәшәүселәр),
  • 11 республика әһәмиәтендәге ҡала[29], в границах которых с подчинёнными им населёнными пунктами созданы муниципальные образования — городские округа[30] (нигеҙҙә, ҡалаларҙа йәшәүселәр).

Ҡырым Республикаһында бөтәһе 1019 тораҡ пункты, шул иҫәптән 16 ҡала һәм 1003 ауыл тораҡ пункты (шул иҫәптән 56 ҡала тибындағы ҡасабалар (улар ауыл тораҡ пункттары тип иҫәпкә алына) һәм 947 ауыл һәм ҡасаба) бар[31].

2016 йылдың 8 февралендә Ҡырым Республикаһының Министрҙар Советы ҡарамағындағы Сәйәси золом ҡорбандары хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса комиссия ултырышында тораҡ пункттарҙың тарихи атамалары исемлеге раҫлана[32]. На основании этого документа вторые исторические названия получат 1394 населённых пункта Республики Крым. На границах данных населённых пунктов будут установлены таблички со вторыми, историческими, названиями[33][34].

  • 14 район
  • 16 ҡала
  • 56 ҡасаба
  • 950 ауыл
Дөйөм карта

Тораҡ пункттары:

Green pog.svg 100 000 кешенән артыҡ.
Lightgreen pog.svg 50 000-дән 100 000 кешегә тиклем.
Yellow pog.svg 20 000-дән 50 000 кешегә тиклем.
Orange pog.svg 10 000-дән 20 000 кешегә тиклем.
Red pog.svg 5000-дән 10 000 кешегә тиклем.
DeepPink pog.svg 3000-дән 5000 кешегә тиклем.

Иҡтисады

Төп тармаҡтар — сәнәғәт (530-ҙан ашыу эре һәм уртаса предприятиелар), туризм (Көнбайыш Ҡырым, Ҡырымдың Көньяҡ яры, Керчь ярымутрауы), төҙөлөш, һаулыҡ һағы, ауыл хужалығы, сауҙа.

Ҡырым Республикаһы ярымутрау территорияһында 2014 йылда булдырылған ирекле иҡтисади зонаның бер өлөшө булып тора.

Тулайым төбәк продукты

Ҡырым Республикаһының тулайым төбәк продукты 2015 йылда 248 млрд һум тәшкил итә, бер кешегә иҫәпләгәндә — 131 тыс. рублей[35][36]. 2015 йылда Эске төбәк продуктының физик күләм индексы 8,5 процентҡа артҡан[37].

2015 йылда республиканың тулайым төбәк продуктының тармаҡтар буйынса структураһы:[38]

  • Ауыл хужалығы, һунар һәм урман хужалығы — 15,9 %
  • Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу — 2,8 %
  • Эшкәртеүсе производстволар — 8,9 %
  • Электр энергияһын, газ һәм һыуҙы етештереү һәм бүлеү — 7,5 %
  • Төҙөлөш — 2,1 %
  • Сауҙа — 15,7 %
  • Ҡунаҡханалар һәм ресторандар — 2,4 %
  • Транспорт һәм элемтә — 9,5 %
  • Күсемһеҙ милек менән операциялар, ҡуртымға биреү һәм хеҙмәт күрһәтеү — 9,6 %
  • Дәүләт идараһы һәм хәрби хәүефһеҙлекте тәьмин итеү; социаль страховка — 8,3 %
  • Мәғариф — 4,7 %
  • Һулыҡ һағы һәм социальных хеҙмәттәр күрһәтеү — 9,5 %
  • Башҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү — 2,6 %

Сәнәғәт

undefined

Аҙыҡ-түлек, химик, суднолар төҙөү, углеводородтар сығарыу, электроэнергетика сәнәғәттең төп тармаҡтары булып тора.

2016 йылда Ҡырымда сәнәғәт етештереүе күләме 101 млрд һум тәшкил итә, шул иҫәптән:[39]

  • Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу — 10 %
  • Эшкәртеүсе производстволар — 60 %
    • Аҙыҡ-түлек сәнәғәте — 26 %
    • Химик производство — 15 %
    • Машиналар эшләү — 10 %
  • Электр энергияһын, газ һәм һыуҙы етештереү һәм бүлеү — 30 %

Түбәндәгеләр Ҡырымдың эре сәнәғәт предприятиелары: «Море» заводы (ракета караптарын төҙөү), «Залив» заводы (суднолар төҙөү), «Черноморнефтегаз» (нефть һәм газ сығарыу), «Массандра» (вино етештереү), Ҡырым сода заводы (сода етештереү), Ҡырым Титаны (титан диоксидын етештереү).

Ауыл хужпалығы

Ҡырымдың ауыл хужалығы игенселек, малсылыҡ, виноград үҫтереү, баҡса үҫтереү, Йәшелсәселек, шулай уҡ эфир майҙарын биреүсе културалар (лаванда, роза, шалфей) үҫтереүгә махсуслашҡан.

Ҡырым территорияһының 63 проценты — ауыл хужалығы ерҙәре. Һөрөнтө ер ауыл хужалығы ерҙәренең 63,3 процентын биләй. Көтөүлектәр — 22,9 %, күп йыллыҡ үҫемлектәр — 8,7 % һәм сабынлыҡтар — 0,1 %[96].

Туризм

Билдәле курорт райондары:

Рәсәй статистика мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда Ҡырымда 6 млн 800 мең турист ял иткән — совет осоронан һуң рекорд һаны[40][41].

Билдәле шәхестәре

  • Кумунжиев Константин Васильевич (8.11.1939—15.05.2019), ғалим-инженер‑электромеханик. 1968—1989 йылдарҙа Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—1972 йылдарҙа авиация приборҙары эшләү кафедраһы, 1978—1982 йылдарҙа машиналар эшләүҙе автоматлаштырыу кафедраһы мөдире. 1989 йылдан — Ульяновск дәүләт университетында декан һәм кафелра мөдире. Техник фәндәр докторы (1988), профессор (1989). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998). Сығышы менән Ҡышлау ауылынан[42][43].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Crimea becomes part of vast Southern federal district of Russia
  2. Указ Президента Российской Федерации от 28.07.2016 № 375 "О Южном федеральном округе"
  3. Премьер-министром Крыма стал Юрий Гоцанюк
  4. http://www.interfax.ru/russia/440441
  5. Согласно Конституции Российской Федерации. Архивировано 13 апрель 2014 года. (в редакции Федерального конституционного закона Российской Федерации от 21 марта 2014 года № 6-ФКЗ «О принятии в Российскую Федерацию Республики Крым и образовании в составе Российской Федерации новых субъектов — Республики Крым и города федерального значения Севастополя», обнародована 11 апреля 2014 года)
  6. Конституция Российской Федерации. Ст. 5, пп. 1, 2
  7. Церемония подписания законов о принятии Крыма и Севастополя в состав России. Президент России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2016.
  8. В честь присоединения Крыма в Москве, Симферополе и Севастополе устроят салют. www.ng.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2019.
  9. Крым вошел в состав Южного военного округа. // РИА Новости (2 апрель 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2014.
  10. Республика Крым и Севастополь включены в перечень субъектов РФ в Конституции России. // ТАСС (11 апрель 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 апрель 2014.
  11. Конституция Российской Федерации. Архивировано 13 апрель 2014 года. // Официальный интернет-портал правовой информации, 11.04.2014
  12. Опубликована Конституция Российской Федерации. Архивировано 13 апрель 2014 года. // Официальный интернет-портал правовой информации, 11.04.2014
  13. Высшим органом власти Республики Крым с 17 марта является парламент Республики Крым. Korrespondent.net (17 март 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 март 2014.
  14. Конституция Крыма утверждена на заседании Госсовета республики. ТАСС, 11.04.2014. tass.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2019.
  15. Совещание с вице-премьерами. government.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2019. // Правительство Российской Федерации, 08.12.2014
  16. Подписан Указ о Южном федеральном округе. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 июль 2016.
  17. Изменение 12/2018 ОКЭР Общероссийский классификатор экономических регионов ОК 024-95. protect.gost.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2019. 2021 йылдың 24 февраль көнөндә архивланған. (Принято и введено в действие Приказом Федерального агентства по техническому регулированию и метрологии от 13.02.2018 № 65-ст. www.consultant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2019., введено в действие с 1 апреля 2018 года)
  18. 1 2 3 4 Закон Республики Крым от 5 июня 2014 года № 13-ЗРК «О государственных символах Республики Крым». crimea.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2019.
  19. Закон Республики Крым «О Государственном Совете Республики Крым — Парламенте Республики Крым». crimea.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2019.
  20. Выборы в госсовет Крыма признали состоявшимися и действительными. Мир 24 (2014-16-09). Архивировано из оригинала 16 сентябрь 2014 года. 2014 йылдың 16 сентябрь көнөндә архивланған.
  21. Владимир Константинов: Сплоченной и эффективной командой мы построим новый российский Крым. Государственный Совет Республики Крым (19 сентябрь 2014).
  22. Сергей Аксёнов вступил в должность главы Республики Крым. ria.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2019.
  23. Премьер-министром Крыма стал Юрий Гоцанюк. Коммерсантъ (1 октябрь 2019).
  24. Госсовет Крыма наделил полномочиями члена СФ России Сергея Цекова. РИА Новости, 26.03.2014. ria.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2019.
  25. Вице-премьер Республики Крым Ольга Ковитиди стала членом Совфеда. Коммерсантъ (26 март 2014).
  26. Крымский рубеж. ТАСС. tass.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2019.
  27. Между Крымом и Украиной установлена госграница. РИА Новости (25 апрель 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2017.
  28. Приказ Федеральной службы безопасности Российской Федерации от 26 ноября 2014 г. № 659 г. «О пределах пограничной зоны на территории Республики Крым». Российская газета (17 декабрь 2014).
  29. Закон Республики Крым № 18-ЗРК от 06 июня 2014 года «Об административно-территориальном устройстве Республики Крым». Принят Государственным Советом Республики Крым 28 мая 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2014.
  30. Закон Республики Крым № 15-ЗРК от 05 июня 2014 года «Об установлении границ муниципальных образований и статусе муниципальных образований в Республике Крым». Принят Государственным Советом Республики Крым 04 июня 2014 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июнь 2014.
  31. Таблицы с итогами Федерального статистического наблюдения «Перепись населения в Крымском федеральном округе» 2014 года. www.gks.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2019. 2019 йылдың 28 ноябрь көнөндә архивланған.
  32. Топонимика крымских сёл и городов. gkmn.rk.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2019. 2020 йылдың 29 сентябрь көнөндә архивланған.
  33. Власти вернули исторические названия 1400 населённым пунктам Крыма. crimea.ria.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2019.
  34. Комиссия по восстановлению прав реабилитированных жертв политических репрессий. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 февраль 2016. Архивировано из оригинала 4 март 2016 года. 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
  35. Валовой региональный продукт по субъектам Российской Федерации в текущих основных ценах. www.gks.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2019. 2021 йылдың 24 февраль көнөндә архивланған.
  36. Валовой региональный продукт на душу населения по субъектам Российской Федерации. www.gks.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2019. 2019 йылдың 4 сентябрь көнөндә архивланған.
  37. Индексы физического объёма валового регионального продукта. www.gks.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2019. 2019 йылдың 27 август көнөндә архивланған.
  38. Отраслевая структура валовой добавленной стоимости субъектов Российской Федерации в 2015 г. www.gks.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2019. 2019 йылдың 10 сентябрь көнөндә архивланған.
  39. Объем отгруженных товаров собственного производства, выполненных работ и услуг по видам промышленной деятельности1,2) по Республике Крым в январе-декабре 2016 года. crimea.old.gks.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2019. 2021 йылдың 15 ғинуар көнөндә архивланған.
  40. Крым установил рекорд по приёму туристов за все постсоветские годы. РИА «Новости» (22 ғинуар 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2019.
  41. Итоги года. В 2018 году в Крыму отдохнуло 6, 8 миллионов туристов. Министерство курортов и туризма Республики Крым. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2019. 2019 йылдың 8 июль көнөндә архивланған.
  42. Башҡорт энциклопедияһы — Кумунжиев Константин Васильевич 2019 йылдың 3 ноябрь көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 3 ноябрь 2019)
  43. Ушел из жизни профессор, доктор технических наук Константин Васильевич Кумунжиев. Ульяновский государственный университет. Официальный сайт. 15 мая 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 ноябрь 2019)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә