Сыуашстан

Сыуашстан, Сыуа́ш Респу́бликаһы (cыу. Чăва́ш Ен, Чăва́ш Республики́) — Рәсәй Федерацияһы составындағы республика[3]. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, Свияга һәм Сура йылғалары араһында урынлашҡан.

Көнбайышта — Түбәнге Новгород өлкәһе, төньяҡта — Марий Эл, көнсығышта — Татарстан, көньяҡта — Ульяновск өлкәһе һәм Мордовия менән сиктәш. Волга буйы федераль округына ҡарай. Майҙаны — 18,3 мең км². Баш ҡалаһы — Чебоксар[4].

1920 йылда Сыуаш автономиялы өлкәһе булараҡ барлыҡҡа килә, 1925 йылдан — Сыуаш АССР‑ы (1929—36 йылдарҙа Горький крайы составында), 1990 йылдан — Сыуаш ССР‑ы, 1992 йылдан — Сыуаш Республикаһы. 21 район, 9 ҡала, 8 ҡасабаны үҙ эсенә ала. Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң үҙәгендә урынлашҡан.

Сыуашстандың дәүләт телдәре — сыуаш һәм урыҫ телдәре[5].

undefined
undefined

Этимология

Сыуашстан атамаһы сыуаш этнонимынан барлыҡҡа килгән. «Сыуаш» һүҙе беренсе тапғыр Ҡазан ханлығы дәүерендә теркәлгән. Хәҙерге заман сыуаш этнонимы ҡазан татарҙары һәм урыҫтар ҡулланған боронға сыуаш экзоэтнонимы менән бәйле. Экзоэтноним XVI—XVII быуаттар яһаҡ түләгән һәм ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән кешеләрҙең соционимы ҡатламды билдәләй[6][7]. Сыуаш этнонимының халыҡ йәшәү рәүешенән, йәғни һүҙҙең тәүге социаль йөкмәткеһенән килеп сығыуы мөмкинлеген беренсе булып публицист Г.И. Комиссаров әйтә[8].

Тарих

undefined

Хәҙерге Сыуашстан территорияһында тәүге кешеләр яҡынса 80 мең йыл элек килгәндәр.

IX быуат аҙағында Волга буйы Болғары дәүләте барлыҡҡа килә, уның составында төрлө ҡәбиләләр инә. Халҡы ер эшкәртеү, малсылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ һәм умартасалыҡ менән шөғөлләнә. Ҡалалар һәм башҡа тораҡ пункттар төҙөлә, эске һәм тышҡы сауҙа үҫешә.

1243 йылда Урта Волга территорияһы Алтын Урҙа, ә ул тарҡалғандан һуң, 1438 йылда — Ҡазан ханлығы составына инә[9].

XVI быуат уртаһында сыуаштар Урыҫ дәүләте составына ҡушыла. XVI—XVII быуаттарҙа Сыуашстан территорияһы Ҡазан һарайы приказы менән идара ителә, XVIII быуат башында уның бер өлөшө Ҡазан губернаһы, икенсе өлөшө — Түбәнге Новгород губернаһы составында инә, ә 1775 йылдан һуң Ҡазан һәм Сембер губерниялары составында була. XVIII быуат уртаһында сыуаштарҙы христиан диненә суҡындырыу процессы башлана, әммә ғәмәлдә улар традицион динен тотоуҙы дауам итә[9].

Халыҡтың ихтыярын иҫәпкә алып, 1920 йылдың 24 июнендә Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты һәм РСФСР Халыҡ комиссарҙары советы тарафынан, В. И. Ленин һәм М. И. Калинин ҡултамғалары аҫтында, РСФСР составында Сыуаш автономия өлкәһе ойошторолоуы тураһында ҡарар ҡабул итәләр. 1925 йылдың 21 апрелендә Сыуаш АССР‑ы тип үҙгәртелә, 1929—1936 йылдарҙа Горький крайы составында була[10]. 1920-се йылдарҙа Сыуаш АССР-ын Болғар АССР-ы һәм сыуаштарҙы болғарҙар тип үҙгәртеү тураһында фекерләшеүҙәр була[11].

Совет осоронда республикала сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҫешә, милли мәҙәниәт, фән һәм мәғәриф алға китә. 1935 йылда Сыуаш АССР-ына Ленин ордены бирелә. Бөйөк Ватан һуғышында республиканан 208 меңдән ашыу кеше ҡатнаша[9].

1990 йылдың 19 октябрендә Сыуаш АССР-ын Сыуаш Совет Социалистик Республикаһы (Сыуаш ССР) тип үҙгәртелә. Сыуаш ССР-ның Юғары Советы «Сыуашстандың дәүләт суверенитеты тураһында» декларацияны ҡабул итә. 1992 йылдың 13 февраленән алып Сыуаш АССР-ы Сыуаш Республикаһы тип үҙгәртелә[12].

Дәүләт ҡоролошо

Конституция

Республиканың төп законы булып, 2000 йылда ҡабул ителгән Сыуаш Республикаһы Конституцияһы булып тора.

Башлыҡ

Сыуаш Республикаһында иң юғары вазифалы кеше — Башлыҡ (2012 йылдың 1 ғинуарына тиклем — Президент). 1994 йылда тәүге Сыуашстан Президенты итеп Николай Васильевич Федоров һайлана.

Закондар сығарыусы власть

Сыуашстан Дәүләт Советы республикала юғары вәкәләтле, закондар сығарыусы һәм контроль органы булып тора.

Башҡарма власть

Сыуашстан Министрҙар Кабинеты башҡарма һәм ойоштороусы дәүләт органы булып тора. Уны премьер-министр етәкләй.

Административ ҡоролош

Сыуаш Республикаһы 21 район, 9 ҡала, 8 ҡасаба һәм яҡынса 1700 ауылды үҙ эсенә ала.

Баш ҡала

Сыуашстан баш ҡалаһы — Чебоксар ҡалаһы. Унда 496 350[13] кеше йәшәй.

Муниципаль райондар
Район Халҡы,
кеше.
Территория,
км2
Үҙәк
1 Алатырь 15 191[14] 1940 Алатырь ҡ.
2 Аликово 16 328[14] 554.1 Аликово а.
3 Батырев 35 142[14] 994 Батырево а.
4 Вурнар Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value). 1012.6 Вурнары ҡсб.
5 Ибреси 23 894[14] 1201.2 Ибреси ҡсб.
6 Канаш 36 254[14] 981.4 Канаш ҡ.
7 Козловка 19 727[14] 516.8 Козловка ҡ.
8 Комсомольск 25 629[14] 630.3 Комсомольск а.
9 Красноармейск 14 616[14] 456.3 Красноармейск а.
10 Красночетайск 14 975[14] 691.6 Ҡыҙыл Четаи а.
11 Мариин-Посад 22 710[14] 686.1 Мариин Посад ҡ.
12 Моргауши 33 492[14] 845.3 Моргауши а.
13 Порецк 12 881[14] 1116.9 Порецк а.
14 Урмары 23 578[14] 598.3 Урмары ҡсб.
15 Цивильск 36 234[14] 790.8 Цивильск ҡ.
16 Чебоксар 62 487[14] 1331.7 Кугеси ҡсб.[15]
17 Шемурша 12 846[14] 799.1 Шемурша а.
18 Шумерля 9419[14] 1047.6 Шумерля ҡ.
19 Ядрин 26 915[14] 897.5 Ядрин ҡ.
20 Яльчик 17 950[14] 567.2 Яльчики а.
21 Янтиково 15 223[14] 524.4 Янтиково а.
3000-дән ашыу кеше йәшәгән тораҡ пункттар
Чебоксар 496 350[13]
Новочебоксарск 125 489[14]
Канаш 45 716[14]
Алатырь 35 591[14]
Шумерля 29 954[14]
Цивильск 14 039[14]
Кугеси 12 143[16]
Вурнары 9739[16]
Козловка 9195[14]
Ядрин 8585[14]
Мариин Посад 8754[14]
Ибреси 7881[16]
Яңы Лапсары Ошибка Lua в Модуль:Statistical на строке 76: attempt to index local 'RawData' (a nil value).
Порецк 5526[16]
Урмары 5465[16]
Батырево 5209[16]
Шыгырдан 5396[17]
Комсомольск 5345[17]
Красноармейск 4726[17]
Шемурша 4297[17]
Яңы Атлаш 3753[17]
Моргауши 3280[17]
Янтиково 3690[18]
Ишлеи 3441[17]

Халҡы

undefined

Милли состав

Милләт 1926 йыл,
мең кеше (*)
1939 йыл,
мең кеше (*)
1959 йыл,
мең кеше (*)
1970 йыл,
мең кеше (*)
1979 йыл,
мең кеше (*)
1989 йыл,
мең кеше (*)
2002 йыл,
мең кеше (* 2012 йылдың 26 ғинуар көнөндә архивланған.)
2010 йыл
мең кеше[19]
сыуаштар 667,7 (74,7 %) 777,2 (72,2 %) 770,4 (73,0 %) 856,2 (70,0 %) 887,7 (68,4 %) 906,9 (67,8 %) 889,3 (67,7 %) 814,8 (67,7 %)
урыҫтар 178,9 (20,0 %) 241,4 (22,4 %) 263,7 (24,0 %) 299,2 (24,5 %) 338,2 (26,0 %) 357,1 (26,7 %) 348,5 (26,5 %) 323,3 (26,9 %)
татарҙар 22,6 (2,5 %) 29,0 (2,7 %) 31,4 (2,9 %) 36,2 (3,0 %) 37,6 (2,9 %) 35,7 (2,7 %) 36,4 (2,8 %) 34,2 (2,8 %)
мордвалар 24,0 (2,7 %) 22,5 (2,1 %) 23,9 (2,2 %) 21,0 (1,7 %) 20,3 (1,6 %) 18,7 (1,4 %) 16,0 (1,2 %) 13,0 (1,1 %)

Иҫкәрмәләр

  1. http://kremlin.ru/events/president/news/62694
  2. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
  3. Конституция Российской Федерации. Ст. 5, пп. 1, 2
  4. Конституция Чувашской Республики. Статья 67, п. 2
  5. Конституция Чувашской Республики. Статья 8.
  6. Писцовая книга Казанского уезда 1602—1603 годов: публ. текста / Сост. Р. Н. Степанов, статьи Ермолаева И. П., Степанова Р. Н. — Казань : Изд-во Казан. ун-та, 1978. — С. 17—18.
  7. Татары. — М.: Наука, 2001. — С. 104—105.
  8. Комиссаров Г. И. Чуваши Казанскаго Заволжья. // Извѣстія общества археологіи, исторіи и этнографіи при Императорскомъ Казанскомъ университетѣ. Т. XXVII, вып. 5. — Казань: Типо-литографія Императорскаго Университета, 1911. — С. 323.
  9. 1 2 3 Андреев В. В., Бойко И. И., Воронов Л. Н., Димитриев А. В., Димитриев В. Д., Долгова А. П., Егоров Л. В., Иванова С. В., Казанков Ю. К., Карягин Ф. А., Кириллов Г. В., Клементьев В. Н., Кондратьев М. Г., Кудров В. Ф., Кузнецов А. И., Мага­рин А. Н., Морозова Н. В. Чувашская Республика.// Чувашская энциклопедия [Электронный ресурс] / Чуваш. гос. ин-т гуманитар. наук, Чуваш. кн. изд-во. — Чебоксары, 2009.
  10. Хөсәйенова Г. Т. Сыуашстан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  11. Денисов П. В. Этнокультурные параллели дунайских болгар и чувашей / авт. предисл. И. Д. Кузнецов. — Чебоксары: Чуваш. кн. изд-во, 1969. — 176 с.: рис.
  12. Закон ЧР от 13.02.1992 «Об изменении наименования Чувашской Советской Социалистической Республики» 2012 йылдың 26 ғинуар көнөндә архивланған.
  13. 1 2 Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2024 года. Федеральная служба государственной статистики (27 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2024.
  14. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 Оценка численности постоянного населения Чувашской Республики на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2016. Архивировано 3 апрель 2016 года.
  15. Карта района. Чебоксарский район Чувашской Республики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 февраль 2011. Архивировано 23 август 2011 года.
  16. 1 2 3 4 5 6 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
  17. 1 2 3 4 5 6 7 Численность населения районов Чувашской Республики. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 март 2015. Архивировано 23 март 2015 года.
  18. Электоральный паспорт Янтиковского сельского поселения. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 октябрь 2015. Архивировано 10 октябрь 2015 года.
  19. Информационные материалы об окончательных итогах Всероссийской переписи населения 2010 года 2012 йылдың 1 июнь көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

  • Браславский Л. Ю. Ислам в Чувашии. Чебоксары, 1997.
  • Иванов В. П., Клементьев В. Н. Образование чувашской автономии: предпосылки, проекты, этапы. Чебоксары, 2010.
  • История родного края: Хрестоматия. Ч. 1 / Сост. Выйкин А. В., Григорьева Г. И., Никитин А. П., Ткаченко В. Г. Чебоксары, 1993.
  • История финансов Чувашии. Т. 1. Чебоксары, 2006.
  • История Чувашии новейшего времени. Кн. 1. 1917—1945 гг. Чебоксары, 2001; Кн. 2. 1945—2005. Чебоксары, 2009.
  • Культура чувашского края: Учебное пособие. Ч. 1 / Иванов В. П., Матвеев Г. Б., Егоров Н. И. и др. / Сост. Скворцов М. И. Чебоксары, 1994.
  • Кураков Л. П., Фёдоров Н. В. Состояние и перспективы развития экономики Чувашской Республики. М., 1997.
  • Национальная государственность чувашского народа: история и современность / Отв. ред. Клементьев В. Н. Чебоксары, 2011.
  • Смирнов Ю. П., Степанов В. Р. Индустриальное развитие Чувашии в 1946—1990 гг. Чебоксары, 1990.
  • Твёрдые полезные ископаемые Чувашской Республики: Геолого-экономическая и стоимостная оценка. Казань, 2003.
  • Ухтияров А. И. Конституционный процесс в Чувашии: практика, проблемы, теория. Чебоксары, 2007.
  • Филиппов В. Р. Чувашия девяностых: Этнополитический очерк. М., 2001.
  • Чувашская Республика. Социокультурный портрет. Чебоксары, 2011.
  • Чувашская Республика: проблемы национально-государственного строительства (история и современность) / Отв. ред. Клементьев В. Н. Чебоксары, 2005.
  • Чувашская энциклопедия. В 4 т. Чебоксары, 2006—2011.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә