Воронеж өлкәһе

Воро́неж өлкәһе (рус. Воронежская область) — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Рәсәйҙең үҙәгендә урынлашҡан өлкә.Үҙәк федераль округына ҡарай. Өлкә үҙәге — Воронеж ҡалаһы. Мәскәүгә тиклем — яҡынса 515 км[2].

Өлкә 1934 йылдың 13 июнендә ойошторолған.

Географияһы

Көньяҡта — Луганск халыҡ Республикаһы һәм Ростов өлкәһе, көнбайышта — Белгород өлкәһе, төньяҡ-көнбайышта — Курск өлкәһе, төньяҡта — Липецк һәм Тамбов өлкәләре, көньяҡ-көсығышта — Волгоград өлкәһе, көнсығышта Һарытау өлкәһе менән сиктәш.

Өлкәләге власть ҡоролошо

Воронеж өлкәһе Уставына ярашлы, дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

Башҡарма власть

  • Воронеж өлкәһе Губернаторы — Воронеж өлкәһе башлығы һәм Воронеж өлкәһенең иң юғары вазифалы кешеһе.
  • Воронеж өлкәһе Хөкүмәте етәксеһе.

Воронеж өлкәһе Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Воронеж өлкәһе Уставы менән билдәләнгән.

Суд власы

Воронеж өлкәһе суд системаһы составында:

  1. Воронеж өлкәһе өлкә суды, Рәсәйҙен Юғары судының түбәнге инстанция суды
  2. Воронеж өлкәһе арбитраж суды, Рәсәйҙен Юғары судының түбәнге инстанция суды

Закондар сығарыу власы

Өлкә Парламенты — Воронеж өлкәһе депутаттары Советы.

Билдәле шәхестәре

Галерея

Иҫкәрмәләр

Тема буйынса өҫтәмә