Калуга өлкәһе

Калу́га өлкәһе — Рәсәй Федерацияһы субъекты, Үҙәк федераль округ составына инә.

Калуга өлкәһе 1944 йылда ойошторола. Төньяҡ-көнбайышта — Смоленск өлкәһе, төньяҡ-көнсығышта — Мәскәү ҡалаһы һәм Мәскәү өлкәһе, көнсығышта — Тула өлкәһе, көньяҡта — Брянск һәм Орёл өлкәләре менән сиктәш.

Халҡы

Рәсәй Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, өлкә халҡы 1 068 410 (2024) кеше тәшкил итә. Халыҡ тығыҙлығы — 35.88 кеше/км2 (2024). Ҡала халҡы — 72.06 % (2015).

Калуга өлкәһендә 1989 йылда — 489, 2002 йылда — 451 башҡорт йәшәгәне теркәлгән[2].

Административ-территориаль бүленеш

2011 йылға ҡарата Калуга өлкәһендә 303 муниципаль берәмек бар, шул иҫәптән:

  • 2 ҡала округы
  • 24 муниципаль район
  • 26 ҡала һәм 251 ауыл биләмәһе

Билдәле шәхестәре

Әҙәбиәт

  • Атлас Калужской области / Автор-составитель В. В. Трефилов; Ред. Н. В. Солнцева.. — Калуга: Золотая аллея, 2002. — 176 с. — 4 000 экз. — ISBN 5-7111-0338-5. (в пер.)

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар