Башҡорттар
Башҡорттар | |
---|---|
Үҙатамаһы | башҡорт |
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Барлығы: 2 млн тирәһе[18] | |
![]() 84 (2011 й. халыҡ иҫәбен алыу)[17] |
|
Тасуирлама | |
Тел | башҡорт, рус, татар[19]. |
Дин | Сөнни Ислам |
Төркөмгә ҡарай | Төрки телле халыҡтар |
Туғандаш халыҡтар | төрки халыҡтар[22][23], мадьярҙар[24][25] |
Килеп сығышы | ҡатнаш: төрки, фин-уғыр, иран |
![]() |
Башҡорттар (рус. башкиры, başqorttar; үҙатамаһы — башҡорт, başqort[26]) — төрки халыҡ, Башҡортостандың һәм шул исемдәге төбәктең төбәктең төп халҡы[27][28].
Донъя буйынса һаны яҡынса ике миллион кеше тәшкил итә. Рәсәй Федерацияһында 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 1 584 554 башҡорт (шуларҙың 1 172 287-һе — Башҡортостан Республикаһында) йәшәй, ә 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса — 1 571 879 кеше.[29]
Милләт теле — башҡорт теле, шулай уҡ рус һәм татар телдәре лә киң таралған. Традицион дин — сөнни йүнәлешендә ислам дине.
Этноним
Башҡорт этнонимының бер нисә аңлатмаһы бар:[30]
XVIII быуат тикшеренеүселәре — В. Н. Татищев, П. И. Рычков, И. Г. Георги — фекеренсә, башҡорт этнонимы уртаҡ төрки *bash — баш һәм *kurt (төр. kurt, төркм. gurt, әзерб. qurd) — бүре һүҙҙәренән төҙөлгән, һәм баш бүре мәғәнәһен аңлата[31][32][33];
1847 йылда тарихсы-тыуған яҡты өйрәнеүсе В. С. Юматов яҙыуынса, башҡорт — умартасы, солоҡ хужаһы тигәнде аңлата[34];
1867 йылда Санкт-Петербургта баҫылған «Боронғо Башҡортостан үҙәге булған Өфө провинцияһы биләмәһе тураһында тарихи яҙма»ла башҡорт һүҙе Уралдың башлығы тигәнде аңлата[35];
А. Е. Алекторов (1885 йыл) фекеренсә, башҡорт — айырым халыҡ тигәнде аңлата[36];
М. И. Өмөтбаев фекеренсә, борон башҡорттар үҙҙәрен «баш унгар» («баш уғыр»), һуңыраҡ — «башгур», һуңынан — «башкурт» тип атаған[37];
Д. М. Данлоп буйынса, башҡорт этнонимы beshgur, bashgur формаларынан килеп сыҡҡан, йәғни — биш ырыу, биш уғыр. Хәҙерге телдәге sh авазы болгар телендә L булып әйтелгәнлектән, башҡорт һәм болғар атамалары торошло тип иҫәпләй[38];
Ә. М. Аҙнабаев фекеренсә, башҡорт этнонимы баш+угыр//угор+т өлөштәренән тора: биш+угыр+т (бында «биш» — һан, «угыр» — ырыу исеме, «т» — дөйөмалтай күплек күрһәткесе). Ул уны венгр (вун[39] угар) һәм болғар (бӓл[40] угыр) этнонимдары менән сағыштыра[41];
Р. Г. Кузеев баш — төп, баш һәм ҡор(т) — ырыу тигән мәғәнәләргә эйә тип яҙған[42];
Н. В. Бикбулатов фекеренсә, башҡорт этнонимы XI быуат яҙыусыһы Гардизи телгә алған Башҡорт исемле легендар хәрби етәксе исеменән килеп сыҡҡан, ул IX быуаттың беренсе яртыһында хазарҙар менән кимәктәр араһында Яйыҡ йылғаһы буйында йәшәгән[43].
Антрополог һәм этнолог Р. М. Йосопов фекеренсә, башҡорт этнонимы, ғәҙәттә, төрки тел нигеҙендә «баш бүре» тип аңлатылһа ла, боронғораҡ осорҙа уның иран телле нигеҙе булған — бачагург формаһында, бында бача — нәҫел, бала, сабый, ә гург — бүре тигәнде аңлата[44]. Башҡорт этнонимының тағы бер этимологияһы ла Р. М. Йосупов фекеренә ярашлы, иран телендәге бачагурд һүҙбәйләнеше менән бәйле, һәм «батырҙар нәҫеле, батыр балалары» тип тәржемә ителә. Был осраҡта ла бача — бала, нәҫел, ә гурд — батыр, витязь тигәнде аңлата. Һундар дәүеренән һуң, был этноним түбәндәге формалар аша үҙгәргән булыуы мөмкин: бачагурд → бачгурд → бачгорд → башҡорд → башҡорт.
Иҫке рус телендә башкирцы тип әйткәндәр[45][46].
Тарих
Боронғо тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Совет филологы, антик тарихсы С. Я. Лурье фекеренсә, хәҙерге башҡорттарҙың ата-бабалары б. э. т. V быуатта Геродоттың «Тарих» хеҙмәтендә аргиппейҙар тип телгә алына[47]. Геродот аргиппейҙарҙы «бейек тауҙар итәгендә йәшәйҙәр» тип тасуирлай[48]. Уның яҙмаһында был халыҡ айырым телдә һөйләшкән, скифтарса кейенгән, ағас емештәре менән туҡланған. Улар «понт» исемле ағас емешенән асхи тигән ҡара шыйыҡса сығарып, уны һөт менән бутап эсә, ҡуйы өлөшөнән икмәк-бәлеш яһай[48]. С. Я. Лурье асхи һүҙен төркисә ачи — әсе һүҙенә, ә Ж. Ғ. Кейекбаевв башҡортса әсе һыу тигән аңлатмаға тиңләй[49]. Геродот аргиппейҙарҙың күрше халыҡтар араһындағы бәхәстәрҙе хәл итеүен, уларға һыйынып килгән кешене бер кемдең дә рәнйетмәүен яҙған[48].
Күренекле шәрҡиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди Туған башҡорттарҙы Клавдий Птолемейҙың (б. э. II быуаты) хеҙмәтендә телгә алынған пасиртай исемле скиф ырыуы менән бәйләй[50].
Ҡытайҙың Суй династияһы хроникаларында ла башҡорттар хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бар. "Суй китабы"нда (VII быуат) «теле» халыҡтары иҫәбенә ҡараған 45 ырыу араһында башукили һәм Аландар иҫкә алына[51]. Башукили атамаһы башҡорт этнонимы менән тиңләштерелә. Һундарҙың этник вариҫы булған динлин ҡәбиләләренән булыуы, VIII—IX быуаттарҙа Волга йылғаһы буйында «боронғо гунндар» вариҫтары йәшәүе хаҡындағы ҡытай яҙмалары менән дә раҫлана. Улар араһында Бо-хан һәм Бей-дин ҡәбиләләре телгә алына — фараздар буйынса, былар волга болғарҙары һәм башҡорттар[52].
Төркиҙәр тарихы буйынса күренекле белгес М. И. Артамонов башҡорттарҙың VII быуаттағы «Әрмән географияһы (Ашхарацуйц)» хеҙмәтендә бушков тигән исем аҫтында телгә алыныуын фаразлай[53].
IX быуатта башҡорттар тураһында тәүге яҙма сығанаҡтар араб авторҙарына ҡарай. Саллам ат-Тарджуман (IX быуат), Әхмәт ибн Фаҙлан (X быуат), Мәсғүди, Бәлхи, Саид аль-Андалузи, Иҙриси, Ибн-Сәйет, Яҡут әл-Хәмәүи, Казвини, Димашки, Әбелфида һәм башҡа авторҙар башҡорттар хаҡында мәғлүмәт бирә.
Башҡорттар хаҡындағы тәүге ғәрәп яҙмаһы — сәйәхәтсе Саллам ат-Тарджуман тарафынан б. э. 840 йылдарында яҙылған. Ул башҡорт илен күреп, уның сиктәрен билдәләгән[54]. Әхмәт ибн Фаҙлан 922 йылда башҡорт ерҙәрендә булған. Ул башҡорттарҙы батыр, көслө халыҡ тип һанай, һәм уларҙан һаҡланырға кәрәклеген яҙған. Башҡорттар малсылыҡ менән шөғөлләнгән, 12 аллала ышанған: ҡыш, йәй, ямғыр, ел, ағас, кеше, ат, һыу, төн, көн, үлем, ер һәм күк. Иң мөһиме — күк илаһы булған. Айырым кешеләр йылан, балыҡ, торнаға ла табынған. Әхмәт ибн Фаҙлан башҡорттарҙа шаманизм һәм тотемизм барлығын билдәләй. Шулай уҡ ислам тарала башлауын, делегацияла бер мосолман башҡорт булыуын әйтә. Ул башҡорттарҙы төркиҙәр тип атай, улар Уралдың көньяҡ итәгендә, Иҙелгә тиклем ерҙә йәшәгән, күршеләре булып Бәшнәктәр, болғарҙар, уғыҙҙар була[55].
Ғәрәп географы Мәсғүди Арал диңгеҙе янында барған һуғыштар тураһында яҙғанда, алышҡан халыҡтар араһында башҡорттарҙы ла телгә ала. Урта быуат географы Иҙриси башҡорттарҙың Ҡама һәм Урал сығанаҡтары янында йәшәүен хәбәр итә. Ул шулай уҡ Лик йылғаһының үрге ағымында урынлашҡан Немжан ҡалаһы тураһында яҙа. Башҡорттар унда баҡырҙы мейестә иретеп эшкәрткән, төлкө һәм һыуһар тиреһе, ҡиммәтле таштар сығарған. Ағиҙел йылғаһының төньяҡ өлөшөндәге Гурхан ҡалаһында башҡорттар сәнғәт әйберҙәре, егеү кәрәк-ярағы һәм ҡоралдар эшләгән[56].
Башҡа авторҙар — Яҡут әл-Хәмәүи, Казвини һәм Димашки — «етенсе климатта урынлашҡан башҡорт тау һырттары» хаҡында хәбәр итә. Уларҙың күпселеге, башҡа авторҙар кеүек үк, был аңлатма менән Урал тауҙарын күҙ уңында тотҡан. Ибн-Сәйет яҙғанса: «Башкард ере етенсе климатта ята»[57].
Рәшит әд-Дин башҡорттарҙы өс тапҡыр телгә ала һәм һәр осраҡта ла уларҙы ҙур халыҡтар иҫәбенә индерә. Уның "Йылъяҙмалар йыйынтығы"нда: «Боронғо замандарҙан алып беҙҙең көндәргә тиклем төркиҙәр тип аталған халыҡтар… Дәшт-и-Кипсаҡ, урыҫ, черкес, Талас һәм Сайрам башҡорттары, Ибир, Себер, Болғар, Анкара йылғаһы төбәктәрендә йәшәгән» тип яҙыла[58].
Мәхмүт Ҡашғари үҙенең 1073/1074 йылдарҙа яҙылған энциклопедик хеҙмәтендә — «Девону луготит төрөк» — төрки телдәрҙең үҙенсәлектәренә арналған бүлектә башҡорттарҙы егерме төп төрки халыҡ иҫәбенә индерә. «Башҡорт теле», тип яҙа ул, «ҡыпсаҡ, оғуз, ҡаҙаҡ телдәренә бик яҡын… йәғни — төрки тел»[59][60].
Башҡорттар Венгрияла[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дьюла Немет фекеренсә, IX быуатта боронғо мадъярҙар менән бергә Урал алды ерҙәрен ташлап, мадъярлашыуға дусар булған ҡайһы бер башҡорт ырыуҙары күсеп китә. Улар араһында Курт-Ғәрмәт, Йәнәй, Көҫө һәм башҡа ҡайһы бер ырыуҙар була. Был төркөмдәр боронғо мадъяр ырыуҙары конфедерацияһына инә, ул Леведия тип аталған ерҙә — фараздар буйынса, Дон менән Днепр йылғалары араһында урынлашҡан. X быуат башында мадъярҙар Арпад кенәзе етәкселегендә Карпат тауҙары аша сығып, Паннония ерҙәрен яулап ала һәм Венгрия короллеген нигеҙләй. Артабан Венгрияға башҡа көнсығыш халыҡтар ҙа күсеп килә[61].
X быуатта Венгрия башҡорттары тураһында тәүге яҙма мәғлүмәт араб ғалимы Әл-Масудиҙың «Мурудж аз-зәһәб» тигән китабында осрай. Ул мадъярҙарҙы ла, башҡорттарҙы ла башгирд йәки баджгирд тип атай. Әхмәтзәки Вәлиди фекеренсә, XII быуатта венгр армияһында башҡорт ырыуҙарына — Юрматы, Йәнәй — яҡын булған мадъяр ырыуҙарының өҫтөнлөк алыуына һәм сәйәси властың ошо ҡатлам ҡулына күсеүенә бәйле, урта быуаттарҙағы ҡайһы бер ғәрәп сығанаҡтарында башгирд (башҡорт) этнонимы бөтә Венгрия халҡына ҡарата ҡулланылған.
XIII быуатта Ибн Сәйет әл-Мәғрибә үҙенең «Китаб баст әл-ард» тигән хеҙмәтендә Венгрия халҡын ике төркөмгә бүлә: башкирҙар (башгирдтар) — төрки телле мосолмандар, улар Дунайҙың көньяғында йәшәй, һәм венгрҙар (хункарҙар) — христиандар. Ул был халыҡтарҙың төрлө телдә һөйләшеүен билдәләй. Башкирҙарҙың баш ҡалаһы — Керат — Венгрияның көньяғында урынлашҡан[62]. Әбелфиҙә үҙенең «Таквим әл-бүлдән» хеҙмәтендә башҡорттарҙың Дунай буйында, германдар янында йәшәүен яҙа. Улар урта быуат Европаһын тетрәткән данлыҡлы венгр атлы ғәскәрендә хеҙмәт иткән[62].
Урта быуат географы Зәкәриә ибн Мөхәммәт әл-Казвини (1203—1283) башҡорттарҙың Константинополь менән Болгария араһында йәшәүен яҙа. Ул башҡорттар тураһында былай тип тасуирлай: «Башҡорттар араһында булған мосолман дин ғалимы һөйләүенсә, был халыҡ бик күп һанлы, әммә уларҙың күп өлөшө христиан динендә; шулай ҙа улар араһында мосолмандар ҙа бар, һәм улар христиандарға яһаҡ түләргә мәжбүр, беҙҙең мосолмандарҙа христиандар кеүек. Башҡорттар аласыҡтарҙа йәшәй, ҡәлғәләре юҡ. Һәр төбәк бер затлы кешегә ленно биләмәһе итеп бирелә торғайны; әммә батша был биләмәләрҙең эйәләре араһында бәхәстәр тыуҙырғанын күргәс, уларҙы тартып алып, дәүләт ҡаҙнаһынан билдәләнгән хеҙмәт хаҡы менән алмаштырҙы. Татарҙар баҫып ингәндә, батша ошо морҙаларҙы һуғышҡа саҡырҙы. Улар, тик элекке биләмәләребеҙҙе ҡайтарһаң ғына, ҡатнашырбыҙ, тип яуап бирҙе. Батша риза булманы: 'был һуғышта үҙегеҙҙе һәм балаларығыҙҙы яҡлайһығыҙ бит,' — тине. Морҙалар баш бирмәне, таралышты. Һөҙөмтәлә, татарҙар илде ҡан һәм ут менән яндырып юҡ итте, ҡаршылыҡ күрһәтеүсе булманы»[63]. Поляк тарихсыһы Тадеуш Левицкий үҙенең «Madjar, Madjarstan» тигән мәҡәләһендә 1241 йылда Батый хан етәкселегендәге татар-монголдарға ҡаршы көрәштә венгрҙар яғында башҡорттарҙың әүҙем ҡатнашыуы тураһында яҙа[64]. Шулай уҡ ул Шибеник ҡалаһы янында Адриатик диңгеҙ ярында татар-монголдарҙың бер отрядын герман-венгр ғәскәрҙәре менән бергәләп тар-мар итеүҙә башҡорттарҙың ҡатнашыуын телгә ала[65][66].
Монгол яуҙары дәүере[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорттарҙың монголдар менән тәүге бәрелеше 1219—1220 йылдарҙа була. Ул саҡта Сыңгызхан ҙур ғәскәре менән Иртыш йылғаһы буйында, башҡорттарҙың йәйге көтөүлектәрендә йәйләү уҙғара. Башҡорттар менән монголдар араһындағы ҡаршы тороу оҙаҡҡа һуҙыла[67]. 1220 йылдан 1234 йылға тиклем башҡорттар монголдарға ҡаршы даими һуғыш алып бара, ғәмәлдә, монголдарҙың Көнбайышҡа хәрәкәтен тотҡарлап тора.
Л. Н. Гумилёв үҙенең «Боронғо Русь һәм Бөйөк дала» тигән китабында былай тип яҙа: «Монгол-башҡорт һуғышы 14 йыл дауам иткән, был — Хорезм солтанаты менән һуғыштан һәм Бөйөк Көнбайыш походынан күпкә оҙағыраҡ… Башҡорттар бер нисә тапҡыр еңеү яулаған, һәм ахырҙа улар дуҫлыҡ һәм союз тураһында килешеү төҙөгән. Шунан һуң монголдар башҡорттар менән берләшеп артабанғы яуҙарға сыҡҡан…».
Башҡорттар ярлыҡтар, йәғни бийлек хоҡуҡтары ала — был Сыңғызхан империяһы составында территория автономияһын аңлата. Монгол империяһының хоҡуҡи йоғонтолоҡ сиктәрендә башҡорттар привилегиялы урын биләй: улар ҡағандарға хәрби хеҙмәт күрһәтеү бурысы менән бәйле, үҙҙәренең ырыу-ҡәбилә төҙөлөшөн һәм үҙидараһын һаҡлап ҡала. Хоҡуҡи йәһәттән башҡорттар менән монголдар араһында союз түгел, ә вассал-сюзерен мөнәсәбәттәре булған тип әйтергә мөмкин[68].
Батый хандың 1237 йыл—1238 йыл һәм 1239 йыл—1240 йыл йылдарҙағы төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнбайыш Рус кенәзлектәренә яуҙары ваҡытында башҡорт атты полктары ҡатнаша. Улар шулай уҡ 1241 йыл—1242 йылдарҙағы Көнбайыш походында ла ҡатнашҡан[69].
Алтын Урҙа һәм уны алмаштырған дәүләттәр составында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XIII—XIV быуаттарҙа башҡорттар йәшәгән бөтә ерҙәр Алтын Урҙа составына инә[69].
1391 йылдың 18 июнендә Ҡондорса йылғаһы буйында «Халыҡтар һуғышы» тигән тарихи алыш була. Унда шул дәүерҙәге ике донъя державаһы — Алтын Урҙа ханы Туҡтамыш (уның яғында башҡорттар һуғыша) һәм Самарҡанд әмире Аҡһаҡ Тимер (Тимур) армиялары бәрелешә. Һөҙөмтәлә, Алтын Урҙа ғәскәре еңелә[68].
Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң тарихи Башҡортостан биләмәләре Ҡазан ханлығы, Себер ханлығы һәм Нуғай Урҙаһы составына инә.
Рәсәй дәүләте составына инеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәскәү дәүләтенә башҡорттарҙың сюзеренитетҡа инеүе бер көндә, бер акт менән генә булмай. Иң тәүҙә — 1554 йылғы ҡышта — Ҡазан ханлығына буйһонған көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттар Мәскәүгә подданство ҡабул итә. Уларҙан һуң, 1554 йылдан 1557 йылға тиклем, Нуғай Урҙаһы менән бер үк ерҙәрҙә йәшәгән Башҡортостандың үҙәк, көньяҡ һәм көнсығыш башҡорттары Иван Грозный менән бәйләнештәр урынлаштыра. Урал аръяғы башҡорттары Себер ханлығы тарҡалғандан һуң, 1580 йыл—1590 йылдарҙа Мәскәү менән килешеүгә мәжбүр була.
Ҡазанды яулап алғандан һуң, Иван Грозный башҡорт халҡына юғары дәрәжәле мөрәжәғәт менән сығыш яһап, уны үҙенә ирекле рәүештә буйһонорға саҡыра. Башҡорттар был саҡырыуға ыңғай ҡарай, ырыу йыйылыштарында Мәскәү батшаһы менән тигеҙ хоҡуҡлы нигеҙҙә вассаллыҡ мөнәсәбәттәренә инеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Был — уларҙың күп быуатлыҡ тарихында икенсе шундай осраҡ. Беренсеһе — XIII быуатта монголдар менән төҙөлгән союз[70].
Килешеү шарттары асыҡ итеп яҙыла. Мәскәү батшаһы башҡорттарҙың бөтә ерҙәрен уларҙа ҡалдыра, уларҙың аҫаба хоҡуғын таный (Рәсәйгә ҡушылған башҡа бер халыҡҡа ла ергә вотчина хоҡуғы бирелмәй). Шулай уҡ Мәскәү хакимиәте урындағы үҙидараны һаҡлауҙы һәм ислам диненә ҡыҫылмауҙы вәғәҙә итә: «…ислам динендәге башҡорттарҙы башҡа дингә көсләп күсермәҫкә һүҙ бирҙек һәм ант иттек…». Тимәк, Мәскәү башҡорттарға етди ташламалар яһай — был уның стратегик маҡсаттарына яуап биргән. Башҡорттар иһә, үҙ сиратында, үҙ иҫәбенә хәрби хеҙмәт үтәргә һәм ҡаҙнаға яһаҡ — ер һалымы — түләү бурысын ала.
Башҡорттарҙың Рәсәйгә ирекле ҡушылыуы һәм уларға жалованная грамоталар бирелеүе хаҡында Ҡыҙрас Муллаҡа]ҙың П. И. Рычковҡа һөйләгән хикәйәте "Ырымбур топографияһы"нда баҫылып сыға: «…улар йәшәгән элекке ерҙәре генә түгел, ә Каманың теге яғында һәм Ағиҙел йылғаһы тирәһендәге ерҙәр ҙә башҡорттарға раҫлана. Бынан тыш, хәҙер йәшәгән башҡа күп ерҙәр ҙә уларға бүләк ителә, һәм был хаҡта бик күптәрҙең ҡулында булған ярлыҡтар ҙа шаһит». Рычков "Оренбург топографияһы"нда былай тип яҙа: «Башҡорт халҡы Рәсәй подданствоһына килде»[71].
«Соборное уложение 1649 года» закондар йыйынтығында башҡорттар менән Рәсәй араһындағы үҙенсәлекле мөнәсәбәттәрҙе таный. Был документҡа ярашлы, башҡорттарҙың милкен тартып алыу, батша язаһына тарттырыу ҡурҡынысы аҫтында, «боярҙарға, окольниктарға, думалыларға, стольниктарға, стряпчийҙарға, Мәскәү һәм ҡала дворяндарына, бояр балаларына һәм башҡа рус кешеләренә башҡорт ерҙәрен һатып алырға, алмашырға, ҡуртымға алырға, йәки оҙаҡ ваҡытҡа тотоп торорға тыйыла».
«Оло Сик картаһы китабы»нда (1627): «…Ағиҙелдән 40 саҡрым түбәнерәк Камаға Ыҡ йылғаһы ҡоя, Ыҡ йылғаһы Һамарҙан 200 саҡрым төньяҡта аға, уның оҙонлоғо — 350 саҡрым. Ағиҙел тамағынан алып Өфө буйлап, ике яр буйлап һәм Уралтауғаса, артабан да — был ерҙәрҙә башҡорттар йәшәй…»[72]
1557 йылдан алып 1798 йылға тиклем — ике быуаттан ашыу ваҡыт эсендә — башҡорт атты полктары Рәсәй армияһы составында төрлө хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. 1612 йылда башҡорт отрядтары Минин һәм Пожарский етәкселегендәге ирекмәндәр ғәскәре составында Мәскәүҙе поляк интервенцияһынан азат итеүҙә ҡатнаша.
Башҡорттарҙың Польша һәм Рус-Швед һуғышында ҡатнашыуы
Польша менән (1768 йыл—1772 йыл) һәм Швеция менән (1788 йыл—1790 йыл) һуғыштарҙа махсус рәүештә ойошторолған башҡорт ғәскәре һәм айырым башҡорт полктары ҡатнаша. 1771 йылдың 8 октябрендә Екатерина II Дәүләт хәрби коллегияһына «башҡорт ғәскәренән … өс мең кеше» саҡырырға һәм уларҙы Рәсәй армияһына ярҙамға Польшаға, Бар конфедерацияһы ғәскәрҙәренә ҡаршы 1768 йылдан алып алып барылған һуғышта ҡатнашырға ебәрергә бойора.
Ошо ғәскәри берәмектең 10 өс йөҙ кешелек отряды башына 7 волость старшинаһы тәғәйенләнә: 3 — Себер юлынан, 2 — Нуғай юлынан, 2 — Ҡазан юлынан, һәм тағы 3 поход старшинаһы (Ноғай, Ҡазан һәм Өфө (Уҫы) юлынан). Уларҙың һәр береһенә Рейнсдорп «башҡорт телендә төҙөлгән» күрһәтмәләр менән мөрәжәғәт итә.
Ғәскәрҙе туплау бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарыла. 18 декабрҙә Өфөнән беренсе отряд юлға сыға, унан һуң көн һайын, 23 декабргә тиклем, 2-се алып 6-сыға тиклем командалар юлға сыға. Ҡалған отрядтар, күрәһең, алыҫ волостарҙан командирҙарҙы көтә, һуңғараҡ ебәрелә: 7-се һәм 8-се — 25 һәм 30 декабрҙә, 9-сы һәм 10-сы — 1 һәм 4 ғинуарҙа 1772 йылда. Башҡорттар йыйылыу пункттарына үҙ аттарында, үҙ ҡоралдары һәм кейемдәре менән килә.
Апрельдән алып августҡа тиклем башҡорт ғәскәре тулы составта генерал-поручик А. И. Бибиков командалығындағы Рәсәй ғәскәре сафында хеҙмәт итә. Башҡорт атты ғәскәре, юғары мобильлеге менән билдәле булған Бар конфедерацияһы партизан отрядтарын эҙәрлекләү һәм тар-мар итеү өсөн айырыуса кәрәкле булған. Улар конфедераттарҙың айырым отрядтарының берләшеүенә һәм Польшала һәм Литвала барған ҙур һуғыш хәрәкәттәре райондарында хәрәкәт итеүҙәренә ҡамасаулай. Башҡорт ғәскәренең командующийы генерал-майор кенәз А. Урусов була.
Башҡорт ихтилалдары
Иван Грозный хакимлығы осоронда башҡорттар менән Мәскәү батшаһы араһындағы килешеү шарттары үтәлә, һәм ул, үҙенең ҡаты бәғерле булыуына ҡарамаҫтан, башҡорт халҡы хәтерендә «Аҡ батша» булараҡ һаҡлана. Әммә Романовтар нәҫеле тәхеткә ултырғандан һуң, XVII быуатта, батшалыҡтың Башҡортостандағы сәйәсәте насарайып китә. Һүҙҙә властар килешеү шарттарына тоғролоҡ вәғәҙә итһә лә, ғәмәлдә уларҙы боҙоу юлына баҫа.
Беренсе сиратта был башҡорттарҙың вотчина ерҙәрен тартып алыуҙа, уларҙың биләмәләрендә һаҡ постары, острогтар, слободалар, христиан монастырҙары, сик һыҙыҡтары төҙөлөшөндә сағыла. Ерҙәренең таланып, изге хоҡуҡтарының боҙолоуын күргән башҡорттар 1645 йылда, 1662 йыл—1664 йылда, 1681 йыл—1684 йылда, 1704 йыл—1711 йылда бер нисә ихтилал күтәрә. Царизм был ихтилалдар һөҙөмтәһендә ҡайһы бер талаптарҙы ҡәнәғәтләндерергә мәжбүр була.
1662—1664 йылғы башҡорт ихтилалынан һуң хөкүмәт башҡорттарҙың ерҙәргә булған вотчина хоҡуғын йәнә рәсми рәүештә раҫлай. 1681—1684 йылдарҙағы ихтилал осоронда — ислам динен тота алыуға ирек бирелә.
1704—1711 йылғы ихтилалдан һуң (башҡорттарҙың вәкилдәре 1725 йылда ғына императорға тоғролоҡҡа яңынан антын яңырта), хөкүмәт башҡорттарҙың ер хоҡуҡтарын һәм үҙенсәлекле статусын йәнә бер тапҡыр таный, шулай уҡ махсус суд тикшереүе үткәрә. Был процесс һөҙөмтәһендә законһыҙ һалым йыйған һәм вәкәләттәрен арттырған өсөн хөкүмәт агенттары — Сергеев, Дохов һәм Жихарев — хөкөм ителә һәм язалана. Уларҙың ҡанунһыҙ талаптары был ихтилалдың сәбәптәренең береһе була.
Ихтилал барышында башҡорт ғәскәрҙәре Һамар, Һарытау, Әстерхан, Вятка, Тобольск, Ҡазан (1708 йыл) ҡалаларына тиклем барып етә, хатта Кавказ тауҙарына ла барып сыға. Кавказ таҙарын, казак-раскольниктар менән бергәләп, Терск ҡаласығына һөжүм иткәндә, башҡорт башлыҡтарының береһе — Морат Солтан — әсиргә алына һәм һуңынан язалап үлтерелә. Ихтилал ваҡытында халыҡ һәм мал-мөлкәт юғалтыуҙары ҙур була.
Башҡорт халҡы өсөн иң ҡанлы ихтилал — 1735—1740 йылдарҙағы ихтилал була. Был ихтилалда хан итеп Ҡараһаҡал — Сөләймән Солтан-Гәрәй һайлана. Ихтилал барышында күп кенә башҡорт нәҫел ерҙәре тартып алына һәм мишәрҙәргә тапшырыла[73]. Американ тарихсыһы Алтон С. Доннелли иҫәпләүенсә, был ваҡиғаларҙа һәр дүртенсе башҡорт һәләк була[74][75].
Киләһе ихтилал 1755—1756 йылдарҙа була. Уның сәбәптәре булып исламға ҡаршы ҡыҫым хаҡында сыҡҡан имеш-мимештәр, еңел яһаҡ — ерҙән генә йыйылған берҙән-бер һалым — бөтөрөлөүе, һәм башҡорттар өсөн ғәҙәти булған тоз сығарыу мөмкинлеген тыйыу тора. Ихтилал бик теүәл планлаштырыла, әммә Бөрйән ырыуы башҡорттарының ваҡытынан алда сыҡҡан асыҡ протесты арҡаһында һөрөлә. Улар хөкүмәт чиновнигы Брагинды үлтерә. Был фажиғә сәбәпле, бөтә дүрт юл башҡорттарының (бәлки мишәр, татар һәм ҡаҙаҡ менән бергә) бер юлы күтәрелеү планы тормошҡа ашмай.
Был хәрәкәттең иң күренекле идея етәксеһе — Себер юлы башҡорттарының ахуны, мишәр руханиеһы Ғәбделла Ғәлиев (мулла Батырша) була. Ул әсирлектә императрица Елизавета Петровнаға яҙған билдәле хатын ҡалдыра — был башҡорт ихтилалдарының сәбәптәрен ҡатнашыусы күҙлегенән анализлаған һирәк яҙма миҫал. Ихтилал баҫтырылғандан һуң, бер нисә ҡатнашыусы Ҡырғыҙ-Ҡайсаҡ Урҙаһына ҡаса[73].
Башҡорт ихтилалдарының иң һуңғы ҙур сығышы тип 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында Емельян Пугачёв етәкселегендәге хәрәкәттә ҡатнашыу иҫәпләнә. Был ихтилалда Салауат Юлаев ҙур роль уйнай — ул халыҡ хәтерендә милли герой булып ҡала.
Башҡорт ғәскәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


XVIII быуатта батша хөкүмәте башҡорттарға ҡарата үткәргән иң мөһим реформаларҙың береһе — кантон идара итеү системаһын индереү була. Ул бер ни тиклем үҙгәрештәр менән 1865 йылға тиклем ғәмәлдә була. 1798 йылдың 10 (21) апрель 1798 указына ярашлы, башҡорт һәм мишәр халҡы хәрби хеҙмәтле ҡатламына күсерелә һәм Рәсәй империяһының көнсығыш сигендә сик һағын атҡарырға бурыслы ителә[76]. Идара итеү маҡсатында кантондар ойошторола.
Урал аръяғы башҡорттары 2-се (Екатеринбург һәм Шадрин өйәҙҙәре), 3-сө (Троицк өйәҙе) һәм 4-се (Силәбе өйәҙе) кантондарға индерелә. 2-се кантон Пермь губернаһына, 3-сө һәм 4-се — Ырымбур губернаһына ҡарай. 1802 йыл—1803 йылдарҙа Шадрин өйәҙе башҡорттары айырым 3-сө кантонға бүленә. Был үҙгәрештәр арҡаһында кантондарҙың һандар тәртибе үҙгәрә: элекке 3-сө кантон (Троицк) 4-се, ә элекке 4-се (Силәбе) — 5-се була.
1830-сы йылдарҙа кантон идараһы системаһы ҙур үҙгәрештәр кисерә. Башҡорттар һәм мишәрҙәрҙән Башҡорт-мишәр ғәскәре ойошторола. Ул 17 кантондан тора, һуңғараҡ улар «попечительство» тигән идара берәмектәренә берләштерелә. 2-се (Екатеринбург һәм Красноуфим өйәҙҙәре) һәм 3-сө (Шадрин өйәҙе) кантондарҙың башҡорттары һәм мишәрҙәре — беренсе попечителствола, 4-се (Троицк) һәм 5-се (Силәбе) — икенсеһендә була. Үҙәктәре — Красноуфимск һәм Силәбе ҡалаларында.
1855 йылдың 22 февралендә ҡабул ителгән «Типтәрҙәр менән бобылдәрҙе Башҡорт-мишәр ғәскәренә ҡушыу тураһында»ғы законға ярашлы, типтәр полктары ла был системаға индерелә. Шул уҡ йылда, 31 октябрҙә, ғәскәрҙең исеме рәсми рәүештә Башҡорт ғәскәре тип үҙгәртелә.
Ҡаҙаҡ ханлыҡтары Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, Башҡортостан империяның эске өлөшөнә әйләнә, һәм башҡорттарҙы сиген һаҡлау эштәрендә ҡулланыу зарурлығы юҡҡа сыға.
1863 йылдың 14 майында ҡабул ителгән «Башҡорттар тураһында положение» тигән документ башҡорттарҙың хоҡуҡи статусын билдәләй һәм нығыта. Уға ярашлы, Башҡорт ғәскәре бөтөрөлә, кантондар һәм ырыу берәмектәре ҡайтанан ойошторола һәм ҙурайтыла. 808 ауыл йәмғиәте һәм 130 волость йәмғиәте булдырыла. Уларҙа староста һәм старшиналар булып, башлыса, хәлле башҡорттар һайлана.
1865 йылдың 2 июлендә Дәүләт советы тарафынан «Башҡорттарҙы хәрби идаралыҡтан граждандар идаралығына тапшырыу тураһында» ҡарар ҡабул ителә. Шул мәлдән башлап башҡорттар тулыһынса граждандар идараһына күсә. Граждандар һәм ҡайһы бер енәйәт эштәре шәриғәткә һәм башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәтенә ярашлы граждандар судтарында ҡарала ала.
1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттарҙың ҡатнашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы сит ил походтарында дөйөм алғанда 20 биш йөҙ кешелек башҡорт полкы ҡатнаша. Башҡорттар, шулай уҡ, Рәсәй армияһы өсөн 4139 ат һәм 500 000 һум аҡса менән ярҙам күрһәтә. Кенәз Ҡудашев етәкселегендәге отряд составында килгән башҡорт атты ғәскәре Кремльде шартлатыуҙан ҡотҡара[77][78].
Сит ил походы ваҡытында Германияның Веймар ҡалаһында башҡорт һалдаттары менән бөйөк немец шағиры Иоганн Вольфганг фон Гёте осраша. Башҡорттар уға уҡ һәм уҡтар бүләк итә. Париж ҡалаһына туғыҙ башҡорт полкы инә. Француздар башҡорт яугирҙәрен «төньяҡ амурҙары» тип йөрөтә[79].
1812 йылғы Ватан һуғышы башҡорт халыҡ хәтерендә «Баик», «Кутузов», «Эскадрон», «Ҡаһым түрә», «Любизар» кеүек халыҡ йырҙарында һаҡланған. «Любизар» йыры ысынбарлыҡҡа нигеҙләнгән: М. И. Кутузов алышта ҡаһарманлыҡ күрһәткән башҡорт һалдаттарына «любезники, молодцы!» — тип рәхмәт белдерә.
Һуғышта ҡатнашыусыларға ««1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» миҙалы» һәм «1812—1814 йылдар һуғышын иҫкә төшөрөү миҙалы» тапшырыла[80].
Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алғы рәттә (һулдан уңға): А. Д. Әхмәтов — эскадрон командиры,
Ш. Ш. Ғафаров (Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры) — эскадрон командиры, К. Х. Ишмөхәмәтов (Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры) — взвод командиры, К. З. М. (Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры) — эскадрон командиры ярҙамсыһы Сөләймәнов (Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры).
Икенсе рәттә (һулдан уңға): Ш. Ғ. Яҡшигилдин (Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры) — взвод командиры, полк комиссары Т. Т. Монасипов, И. Фәтхетдинов, М. Латыпов, Соловьёв, Г. З. Әкмәнбетов. 1919 йыл
1917 йылғы революцияларҙан һуң Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары (съездар) уҙғарыла, унда Рәсәй федерацияһы составында милли республика төҙөү кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул ителә. Нәтижәлә, 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт өлкә (үҙәктәш) шураһы Орск, Пермь, Самара һәм Өфө губерналарында башҡорттар күпләп йәшәгән биләмәләрҙә Башкурдистан милли-территориаль автономияһын иғлан итә.
1917 йылдың декабрендә үткән III Бөтә башҡорт (төҙөүсе) ҡоролтайында, крайҙа йәшәгән бөтә милләт вәкилдәре исеменән сығыш яһаған делегаттар, Башҡорт өлкә шураһының милли-территориаль автономия (республика) иғлан итеү тураһындағы ҡарарын (Фарман № 2) бер тауыштан хуплай. Ҡоролтайҙа Башҡортостан хөкүмәте, Кесе Ҡоролтай — ваҡытлы парламент, башҡа идара органдары төҙөлә, киләсәккә ҡарата стратегик ҡарарҙар ҡабул ителә.
1919 йылдың мартында РСФСР хөкүмәте менән Башҡорт хөкүмәте араһында төҙөлгән Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә ярашлы, Башҡорт Совет Республикаһы төҙөлә.
1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың Юғары Советы Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларацияны иғлан итә. 1992 йылдың 31 мартында Башҡортостан федератив килешеүҙе һәм уның Башҡортостан Республикаһы исеменән төҙөлгән өҫтәмәһен имзалай. Был документтар Башҡортостан Республикаһы менән Рәсәй Федерацияһы араһындағы мөнәсәбәттәрҙең килешеү нигеҙендә булыуын раҫлай.
Ырыу-ҡәбилә ойошмаһы
Башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә ойошмаһы — башҡорт йәмғиәтенең шәжәрә нигеҙендә ҡоролған традицион структураһы. Ул яртылай күсмә малсылыҡҡа нигеҙләнгән хужалыҡ-мәҙәни шарттарҙа барлыҡҡа килгән, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәре һәм тарихи-мәҙәни традициялары менән бәйле.
Ырыу-ҡәбилә билдәләре булып тамға, оран, онгон иҫәпләнгән. Тарихи ваҡиғалар шәжәрәләрҙә теркәлгән. Ырыуҙың етәксеһе — бей булған. Үҙидара органдары булып халыҡ йыйылыштары — ҡоролтайҙар, йыйындар һәм Аҡһаҡалдар ҡоро торған.
XVIII быуатта һәм XIX быуатта ырыу-ҡәбилә структураһы башҡорттарҙың йәмәғәт тормошонда әһәмиәтен юғалта, әммә традиция булараҡ йәшәүен дауам итә.
Этногенез
Этнология фәнендә археография, археология, антропология, сағыштырма-тарихи тел ғилеме мәғлүмәттәренә таянып, башҡорттарҙың килеп сығышы буйынса фин-уғыр, төрки һәм иран теориялары барлыҡҡа килгән.
Башҡорттарҙың формалашыу тарихында ете тарихи-этнографик ҡатлам айырыла:
- боронғо башҡорт ҡатламы (бөрйән, уран, үҫәргән һ.б.),
- иртә фин-уғыр-самодий ҡатламы (һыҙғы, терһәк, ыуаныш, өпәй һ.б.),
- болғар-мадъяр ҡатламы (болғар, танып, юрматы һ.б.),
- уғыҙ һәм ҡыпсаҡ ҡатламы (әйле һ.б.),
- ҡыпсаҡ ҡатламы (ҡаңлы, ҡошсо, ҡыпсаҡ, мең һ.б.),
- ноғай ҡатламы (ноғай-бөрйән, ноғай-юрматы һ.б.),
- Волга-Урал төбәге һәм Үзәк Азия халыҡтары менән этник үҙ-ара бәйләнешле ҡатлам (ҡаҙаҡтар, татарҙар һ.б.).
Этиник төркөмдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт халҡы элек ҡәбиләләргә һәм ырыуҙарға бүленгән. Ырыуҙар — араларҙан, нәҫел-зат бүленештәренән торған.
Ҡәбиләләр таралып ултырыу һәм этник тарих барышында башҡорттарҙың
- төньяҡ-көнбайыш (байлар, балыҡсы, бүләр, гәрә, ғәйнә, дыуанай, ирәкте, йылан, йәлдәк, йәнәй, ҡаңлы, ҡаршын, ҡырғыҙ, таҙлар, танып, унлар, уран, ыуаныш, юрмый),
- төньяҡ-көнсығыш (бишул, бәҙрәк, бәкәтин, дыуан, көҙәй, ҡалмаҡ, ҡатай, ҡошсо, ҡумрыҡ, ҡыуаҡан, мырҙалар, өпәй, табын, терһәк, һалйот, һеңрән, һыҙғы, һырҙы, шуран, әйле),
- көньяҡ-көнсығыш (бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян, түңгәүер, үҫәргән, юрматы),
- көньяҡ-көнбайыш (мең) төп этнографик төркөмдәре барлыҡҡа килә[81].
Антропология
Дөйөм алғанда, башҡорттар европа расаһы менән монгол расаһы араһындағы аралаш урынын биләй. Антропологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә башҡорттарҙың дүрт төп антропологик тибы айырылып күрһәтелә: европеоид, субурал, понти, көньяҡ-себер[82].
Боронғо халыҡтарҙың баш һөйәге төҙөлөшө (краниология) менән хәҙерге башҡорттарҙы сағыштырып өйрәнеү һөҙөмтәһендә, тәүге өс тибтың иң боронғоһы булыуы асыҡланған[83]. Асыҡ европеоид тибы Көньяҡ Урал алды төбәгендә неолит, баҡыр быуат, иртә тимер быуат осоронда өҫтөнлөк иткән. Субурал тибы Пьяный Бор мәҙәниәте, Бахмут мәҙәниәте халҡына хас булған; понти тибы — савромат, сармат мәҙәниәттәренә.
Көньяҡ-себер тибы башҡорттар араһында сағыштырмаса һуңыраҡ барлыҡҡа килгән, ул IX—XII быуаттарҙағы төрки ҡәбиләләр һәм ҡыпсаҡтар (XIII—XIV быуат) менән тығыҙ бәйле. Шулай уҡ башҡорттар составында осраған Памир-Ферғана һәм Закаспий тибы вәкилдәре индоиран һәм төрки күсмә халыҡтарҙың эҙемтәһе булып тора[84].
Генетика
Башҡорттарҙың Y-хромосомаларының төп өлөшө түбәндәге гаплогруппаларға ҡарай: R1b-M269 һәм R1b-M73 — 47,6 %, R1a — 26,5 % (Көнсығыш Европала, Иранда һәм Һиндостанда киң таралған), һәм N1a1 — 17 %, ул Төньяҡ-Көнсығыш Европа һәм Себер халҡында киң осрай[85].
Һирәгерәк осраған гаплогруппалар: J2, C, O, E1b, G2a, L, N1a2, I, T. Гаплогруппа R1b-Z2106 бөрйән һәм ғәйнә ырыуҙарында өҫтөнлөк итә (87 %). Ҡаңлы ырыуында G1 гаплогруппаһы (60 %), йәнәйҙәрҙә N3 (61 %, шуларҙың 44 % — «Көнсығыш Себер» тармағы N3a2) өҫтөнлөк итә.
Йылан ырыуының генофондының 3/4 өлөшө N гаплогруппаһына тура килә (шуларҙың 37 % — төньяҡ-көнсығыш Европа халҡында осраған N3a4), Уран ырыуында N3a4 90 %-ҡа етә.
Унлар ырыуы тулыһынса R1a гаплогруппаһына ҡарай, Балыҡсы ырыуында ул 77 %. Мең ырыуында «төньяҡ Азия» гаплогруппаһы N3a — 34 %, шуларҙан N3a4-Z1936 — 29 %, N1a1a* — 22 %, «Үҙәк Азия» гаплогруппаһы C2*-M217(хМ48) — 16 %, «Яҡын Көнсығыш» гаплогруппаһы J2 һәм G2 — 10 % әр[86][87][88].
Митохондриаль ДНК (мтДНК) гаплогруппаһының төп өлөшө — 60,8 % — Көнбайыш Евразия линияларына ҡарай (H, U, HV1, J, T, V, I, W), ә 39,2 % — Көнсығыш Евразия сығышлы (A, B, C, D, F, G, N, M, Y). G, D, C, Z һәм F гаплогруппаларының юғары проценты башҡорттарҙың этногенезында Себер һәм Үҙәк Азия компоненттарының әһәмиәтле булыуын күрһәтә.
Шул уҡ ваҡытта, Европа һәм Яҡын Көнсығышҡа хас булған мтДНК линиялары башҡорттар араһында ла ҙур өлөштә таралған[89][90][91].
Башҡорт мәҙәниәте
Традицион шөғөлдәр һәм һөнәрҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Борон башҡорттарҙың төп шөғөлө — ярым күсмә тормош]та алып барылған малсылыҡ, атап әйткәндә, йәйләү малсылығы булған. Ул игенселек, һунарсылыҡ, умартасылыҡ, ҡортсолоҡ, ҡошсолоҡ, балыҡсылыҡ, емеш-еләкте йыйыу һ.б. шөғөлдәр менән ҡушылып барған.
Башҡорттар тегеүселек, кейеҙ баҫыу, келәмдәр, шәлдәр етештереү, сигеү, тире эшкәртеү, ағас, металл менән эш итеү менән шөғөлләнгән. Улар тимерҙән уҡ, сөңгө ослоғо, бысаҡ, ат егеү кәрәк-яраҡтары элементтарын яһаған[92]. Ҡурғаштан мылтыҡ өсөн уҡ-миҫкәләр, сепрәк дары яһағандар.
Башҡорттарҙың үҙ тимерселәре һәм биҙәүестәр яһаусы оҫталары булған. Көмөштән түш биҙәүестәре, танау-бит өсөн биҙәүестәр, яулыҡ осона ҡушылған ҡаптырмалар эшләнгән. Металл эшкәртеү эшсәнлеге урындағы сеймәлгә таянған[93].
Башҡорттарҙың металлургияһы һәм тимерселек һөнәрҙәре башҡорт ихтилалдарынан һуң тыйыла. М. Д. Чулков үҙенең «Рәсәй сауҙаһының тарихи тасуирламаһы» (1781—1788) тигән хеҙмәтендә былай тип яҙған: «Элекке йылдарҙа башҡорттар ошо мәғдәндән үҙ мейесендә иң яҡшы ҡорос иреткән, әммә 1735 йылғы ихтилалдан һуң уларға быны эшләү тыйылды».
Санкт-Петербургта Рәсәйҙең тәүге тау-техник юғары уҡыу йорто булдырыу тәҡдиме башҡорт мәғдән сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимов тарафынан индерелә[94].
Торлаҡ һәм көнкүреш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
[XVII быуат|XVII]]—XIX быуаттарҙа башҡорттар яртылаш күсмә хужалыҡтан тулыһынса игенселеккә һәм ултырыҡ тормошҡа күсә, сөнки күп ерҙәргә Рәсәй империяһының үҙәк райондарынан һәм Волга буйынан күсеп килеүселәр урынлаша. Көнсығыш башҡорттар араһында яртылаш күсмә тормоштоң ҡайһы бер элементтары һаҡланып ҡала. 1920-се йылдарҙа айырым ауылдарҙың йәйләүгә күсеүе һуңғы тапҡыр теркәлә.
Башҡорт торлаҡ төрҙәре төрлө булған: башлыса ағас йорттар (ҡыйыҡлы), шулай уҡ сүсле кирбестән (саман) төҙөлгән. Көнсығыш башҡорттар араһында тирмә (кейеҙ тирмә) йәйләүҙә киң ҡулланылған.
Аш-һыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт милли аштарының төп массаһын бешерелгән, киптерелгән һәм ҡаҡланған йылҡы һәм ҡуй ите, һөт продукттары, киптерелгән еләк, бөртөклө культуралар, башҡорт балы тәшкил иткән. Был ашамлыҡтарҙың миҫалы булып ҡаҙы-ҡарта (йылҡы колбасаһы), баҫтырма (ҡаҡланған ит), шулай уҡ ҡымыҙ, сейәле hары май, муйыл майы, ҡорот (ҡоро ҡорот), эремсек һәм айран тора — уларҙың барыһы ла йәйге эҫелә лә сағыштырмаса яҡшы һаҡлана һәм юлға алыу өсөн уңайлы. Ҡымыҙ тап юлда әҙерләнә тип иҫәпләнә — бейә һөтө һалынған һауыт эйәргә бәйләнгән һәм һабала көнө буйына сайҡалып йөрөтөлгән.
Традицион башҡорт ашамлығы бишбармаҡ бешерелгән иттән һәм һалманан (эре итеп киҫелгән туҡмас төрө) әҙерләнә, мул итеп һуған, йәшел тәмләткестәр ҡушыла һәм, әлбиттә, ҡорот өҫтәлә. Башҡорт аш-һыуының (кухняһының) күҙгә ташланып торған тағы бер үҙенсәлеге: ашамлыҡтар янына йыш ҡына һөт ризыҡтары бирелә — һирәк осраҡтарҙа ғына табын ҡоротһоҙ һәм ҡаймаҡһыҙ була. Башҡорт ашамлыҡтарының күпселеге әҙерләү ябайлығы һәм туҡлыҡлы булыуы менән айырылып тора.
Айран, буҙа, ҡаҙы, ҡатлама, ҡымыҙ, манты, өйрә, ыумас ашы һәм башҡа бик күп ашамлыҡ төрҙәре Урал тауҙарынан Алыҫ Көнсығышҡа саҡлы биләмәләрҙә йәшәгән күп халыҡтарҙың милли ашамлығы тип һанала.
Кейеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XVII быуаттан башлап ҡына башҡорт милли костюмы тураһында яҙма сығанаҡтар билдәле. XVII—XVIII быуаттарҙа халҡыбыҙ күрше милләттәр менән тығыҙ мәҙәни бәйләнештә тормаған, шуға ла милли үҙенсәлектәр ҙә нығыраҡ һаҡланып килгән. Башҡорттар кейем өсөн күберәк киндерҙән һәм кесерткәндән һуғылған туҡыманы, һарыҡ һәм башҡа төрлө йәнлек тиреләрен, кейеҙҙе, йөндө, мамыҡты файҙаланған. Башҡорттар сит илдәрҙән (Бөйөк ебәк юлы аша) килтерелгән ебәк, атлас, барса туҡымаларын да ҡулланған, уларҙың өлгөләре боронғо ҡорғандарҙа ла табыла. Был туҡымалар ҡиммәт торған, шуға ла ебәк кейем — затлылыҡ билдәһе һаналған.
XIX быуатҡа тиклем башҡорттар сәкмән, елән, тун кейһә, был осорҙа билле бишмәт, кәзәкей, камзул һымаҡ кейемдәр киң тарала. Бигерәк тә ир-егеттәрҙең кейеме ҙур үҙгәреш кисерә. XIX быуат башындағы гравюраларҙа ир-егеттәр боронғо кейем кейһә, быуат аҙағындағы фотоларҙағы кейем айырмаһы күҙгә ташлана. Башҡорт кейемдәре, бигерәк тә, байрам өсөн кейемдәр бик күп төрлө. Көн торошона һәм миҙгеленә ҡарамай, эске кейем өҫтөнән ҡат-ҡат халат кейгәндәр.
Байрамдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Туй байрамы (туй)- кеше ғүмерендә иң мөһим байрамдарҙың береһе. Башҡорт халҡы башҡа мосолмандар кеүек үк дини (мосолман) байрамдар үткәрә: Ураҙа байрамы, Ҡорбан байрамы, мәүлид һәм башҡалар[95].
Шулай уҡ борондан, мәжүсилек осоронан ҡалған халыҡ байрамдары: ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаның яҙҙы ҡаршылау байрамы- Ҡарғатуй (апрелдән июнгә тиклем үткәрелә)[96], кәкүк килеүгә- Кәкүк сәйе (Тауға сығыу, Сәхрәгә сығыу, Теләк салыу, Ҡуҙғалаҡ байрамы); унан һуң яҙғы баҫыу эштәре тамамланыу байрамы- Һабантуй үткәрелә. Йыйын (ҡайһы бер урында «бәйге», «майҙан»)-15 майҙан 15 июлгә тиклем, ураҡҡа төшкәнсе үткәрелгән йәйге байрам. Йыйын ваҡытында башҡорт халҡы өсөн иң мөһим мәсьәләләр (дәүләт, хөкүмәт менән мөнәсәбәттәрҙе яйлау, ер мәсьәләһе һ.б.) тикшерелеп, бер төптән булып уларҙы хәл итеү өсөн ҡарар ҡабул ителгән. Йыйындар хәҙерге заманда ла үткәрелә.
Көҙөн- Сөмбөлә, Әбейҙәр сыуағы; ҡыш башында- Ҡаҙ өмәһе, Һуғым байрамы; Ҡышҡы Нардуған (декабрь аҙағынан февраль башына тиклем) һәм башҡа йола байрамдары.
Яңы байрамдарҙан- апрелдә һәм сентябрь айында Милли кейем байрамы, Урам байрамы, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», Шәжәрә байрамы үтә[97]. Бынан тыш дөйөм илдә үткәрелә торған байрамдар: Яңы йыл, Ватанды яҡлаусылар көнө, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө, Халыҡ-ара хеҙмәтсәндәрҙе яҡлау көнө, Рәсәй көнө һ.б.билдәләнелә.
Халыҡ йырҙары, музыка һәм бейеүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт халыҡ ижады төрлө һәм бай. Ул төрлө жанрҙарҙа сағыла: героик эпос, байыттар, әкиәттәр һәм йырҙар. Боронғо шиғри жанрҙарҙың береһе — ҡобайыр. Башҡорттар араһында йыш ҡына импровизациялаған йырсылар — сәсәндәр осраған, уларҙың ижады шағирлыҡ менән композиторлыҡ һәләтен берләштерә.
Йыр жанрҙары араһында халыҡ йырҙары (йырҙар), йолаларға бәйле йырҙар (сеңләүҙәр) булған. Мелодияһына ҡарап башҡорт йырҙары ике төп төргә бүленә: оҙон көй, һәм ҡыҫҡа көй, һуңғы төркөмдә бейеү көйҙәре һәм таҡмаҡтар айырым урын биләй.
Башҡорттарҙа өзләү — тамаҡ йырлау традицияһы һаҡланған.
Йыр ижадынан тыш, башҡорттарҙа музыка үҫешкән. Музыкаль инструменттарҙан иң киң таралғандары — ҡумыҙ һәм ҡурай. Ҡайһы бер төбәктәрҙә өс ҡыллы инструмент — думбыра ла осраған.
Башҡорт бейеүҙәре үҙенсәлекле булыуы менән айырыла. Улар, ғәҙәттә, йыр йәки тиҙ ритмлы ҡурай моңо аҫтында башҡарыла. Ҡатнашыусылар ҡул сабып ритм тота һәм ваҡыт-ваҡыт: «Афарин!» — тип ҡысҡыра.
Мифология һәм эпостар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорттарҙың ҡайһы бер эпик әҫәрҙәре — «Урал батыр», «Аҡбуҙат» — боронғо индоиран һәм боронғо төрки халыҡтар мифологияһы ҡатламдарын һаҡлаған, һәм уларҙа Гилгәмеш эпосы, Ригведа, Авеста менән уртаҡ һыҙаттар табырға мөмкин. «Урал батыр» эпосы, тикшеренеүселәр фекеренсә, өс мифологик ҡатламды үҙ эсенә ала: архаик шумер ҡатламы, индоиран ҡатламы һәм боронғо төркиҙәрҙең күп аллалы (полиатеистик) донъяуи ҡараштары.[98]
«Урал батыр»ҙағы ҡайһы бер мотивтар һәм образдар башҡа башҡорт эпостарында ла осрай: «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Ҡуңыр буға», «Алпамыша», «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». «Аҡбуҙат» һәм «Бабсаҡ менән Күсәк» эпостары «Урал батыр» эпосының сюжетын дауам итеп, башҡорт эпик риүәйәттәренең берҙәм циклын хасил итә.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡорт әҙәбиәтенең тамырҙары боронғо дәүерҙәргә барып тоташа. Ул боронғо төрки рун һәм яҙма ҡомартҡыларына — Орхон-Енисей яҙмаларына, XI быуаттағы төрки телендәге ҡулъяҙма әҫәрҙәргә, боронғо болғар поэтик ҡомартҡыларына (Ҡол Ғәли һәм башҡалар) барып тоташа.
XIII—XIV быуаттарҙа башҡорт әҙәбиәте Көнсығыш (мөсөлман донъяһы) әҙәби традицияларына яҡын форма булып формалаша. Поэзияла ғәҙәти жанрҙар — ғәзәл, мәҙхиә, ҡәсидә, дастан өҫтөнлөк иткән; улар канонлаштырылған поэтик стилдә ижад ителгән. Башҡорт поэзияһының үҫешендә фольклор менән тығыҙ бәйләнеш уның төп үҙенсәлеген тәшкил итә.
XVIII быуаттан алып XX быуат башына тиклем башҡорт әҙәбиәте Байыҡ Айҙар (1710—1814), Шәмсетдин Зәки (1822—1865), Ғәли Соҡорой (1826—1889), Мифтахетдин Аҡмулла (1831—1895), Мәжит Ғафури (1880—1934), Яҡшығолов Сафуан Суфиян улы (1871—1931), Даут Юлтый (1893—1938), Шәйехзада Бабич (1895—1919) һәм башҡа бик күп әҙиптәрҙең исеме һәм ижады менән бәйле.
Театр сәнғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
XX быуат башында Башҡортостанда тик үҙешмәкәр театр коллективтары ғына булған. 1919 йылда, тиерлек Башҡорт АССР-ы барлыҡҡа килгән мәлдә, тәүге профессиональ театр асыла. Ул хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры була.
1930-сы йылдарҙа Өфө ҡалаһында тағы бер нисә театр асыла: Ҡурсаҡ театры, опера һәм балет театры. Артабан Башҡортостандың башҡа ҡалаларында ла дәүләт театрҙары асыла.
Мәғариф һәм фән
1860-сы йылдарҙан алып XX быуат башына тиклемге осор башҡорт мәғрифәтселек дәүере тип атала. Был осорҙағы иң күренекле мәғрифәтселәр: Мирсалих Бекчурин, Ҡыуатов Мөхәмәтғәлим Әбделғәни улы, Кейеков Ғарифулла Мөхәмәтғәли улы, Б. Юлуев, Ғәли Соҡорой, Мөхәмәтсәләм Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Ҡорбанғәлиев Мөхәмәтғәбделхәй Ғәбиҙулла улы, Ризаитдин Фәхретдинов, М. Бәйешев, Ю. Бикбаев, Яҡшығолов Сафуан Суфиян улы һәм башҡалар.
XX быуат башында башҡорт фәне һәм мәҙәниәте өлкәһендә күренекле шәхестәр үҫеп сыға: Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Абдулҡадир Инан, Таған Ғәлимйән Ғирфан улы, Мөхәмәтша Буранғолов.
Дин
Дин буйынса башҡорттар — сөнни мосолмандар.
X быуаттан алып башҡорттар араһында ислам тарала башлай. Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенең Әл-Мүҡтәдир исемле хәлифының Волга буйы Болғарына ебәргән илселегендә ҡатнашҡан Әхмәт ибн Фаҙлан 921 йылда яҙып ҡалдырғанса, илселектә ҡатнашҡан бер башҡорт — мосолман булған.
922 йылда Идел Болғарында ислам рәсми рәүештә ҡабул ителгәс, дин башҡорттар араһында ла нығына. Мең ырыуының шежәрәһендә (Дим йылғаһы буйында йәшәгән башҡорттар) «халыҡтан туғыҙ кешене Болғарға дин тураһында белешергә ебәрәләр» тип әйтелә. Хан ҡыҙының сирҙән ҡотолоуы тураһында риүәйәттә болғарҙарҙың тәбиғиндәр ебәреүе хаҡында һөйләнә: «Болғарҙар үҙҙәренең уҡыусылары — табигиндарҙы башҡорттарға ебәрә. Шунан һуң ислам башҡорттар араһында Ағиҙел, Ыҡ, Дим, Танып йылғалары буйлап тарала».
Заки Вәлиди Яҡут әл-Хәмәүиҙың 1220-се йылдарҙа Алеппо ҡалаһында Венгриянан белем алыуға килгән башҡорт студенттары менән осрашыуы хаҡында яҙған. Уларҙың һөйләүенсә, борон заманда башҡорттарҙың ата-бабалары янына Болғарҙан ете мосолман килгән, улар башҡорттар араһында йәшәп, исламды тарата башлаған.
Исламдың башҡорттар араһында нығыныуы 1320-се йылдарҙа Урта Азиянан килгән дин әһелдәре һәм Үзбәк хан исемле Алтын Урҙа ханы тарафынан ислам дәүләт дине итеп танылыу менән бәйле.
1320-се йылдарҙа башҡорттар араһында булған венгр монахы Иоғанка бер башҡорт ханының исламға фанатик ҡарашын яҙып ҡалдырған[99].
Башҡортостанда исламдың боронғо билдәләмәләренә — Шишмә янындағы ҡомартҡы емеректәре, шуларҙың эсендә Хөсәйенбәк кәшәнәһендәге ғәрәпсә яҙма: «Бында Хөсәйен-бәк — Измәр-бәк улы ерләнгән. Ул һижрә йылдың 739 йылының мөхаррәм айының 7-се көнөндә вафат булған», йәғни 1339 йылда.
Шулай уҡ ислам Көньяҡ Уралға Үҙәк Азия аша ла үтеп ингән. Мәҫәлән, Урал аръяғы башҡорттары йәшәгән ерҙә, Учалы районының Иҫке Байрамғол (Ауышкүл) ауылынан алыҫ түгелдәге Ауштау тауы янында, XIII быуатҡа ҡараған ике боронғо мосолман миссионерының ҡәберҙәре һаҡланған.
Теле һәм яҙмаһы
Милләт теле — башҡорт теле. Ул төрки телдәрҙең ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡарай. Төп диалекттары: көнсығыш диалект, төньяҡ-көнбайыш диалект һәм көньяҡ диалект. Тел тарихи Башҡортостан биләмәләрендә таралған.
2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, башҡорт телен 1 133 339 башҡорт (башҡорттарҙың туған телен күрһәтеүселәренең 71,7 %) туған теле итеп атаған. Татар телен туған тел тип 230 846 кеше (14,6 %), рус телен — 216 066 башҡорт (13,7 %) атаған[100].
Башҡорт ырыуҙары боронғо төрки рун яҙмаһын ҡулланған. X быуаттан алып, башҡорттар араһында ислам тарала башлау менән, ғәрәп яҙмаһы ҡулланыла башлай. Был яҙма нигеҙендә төрки теле тип аталған әҙәби яҙма тел формалаша, уның Урал—Волга буйы төрки теле төрө XIII быуаттан алып XX быуат башына тиклем ҡулланылған[101][102][103].
XIX быуат уртаһынан башҡорттың милли яҙмаһы формалаша башлай. 1923 йылда ғәрәп графикаһына нигеҙләнгән алфавит раҫлана. 1929 йылда латин графикаһына нигеҙләнгән яңалиф ҡабул ителә. 1940 йылда кириллицаға нигеҙләнгән алфавит индерелә. Хәҙерге башҡорт алфавиты 42 хәрефтән тора.
Демография
Һаны һәм таралышы
Башҡорттарҙың донъя буйынса дөйөм һаны яҡынса 1,6 миллион кеше. Рәсәйҙә 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 1 584 554 башҡорт йәшәй, шуларҙың 1 172 287 кешеһе Башҡортостан Республикаһында[104]. Башҡорттар Башҡортостан Республикаһы халҡының 29,5 % тәшкил итә[105].
Республиканан тыш, башҡорттар Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарында, шулай уҡ яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә йәшәй. Хәҙерге ваҡытта республика ситендә бөтә башҡорттарҙың яҡынса өстән береһе йәшәй.
Халыҡтың күсенеүе, күсеп китеү хәрәкәттәре, административ-территориаль бүленеш һөҙөмтәһендә Урал аръяғы башҡорттары, Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары, Кама-Ыҡ буйы башҡорттары, Ырымбур башҡорттары, Пермь башҡорттары кеүек этник төркөмдәр барлыҡҡа килгән[106].
Башҡорттар Ҡаҙағстанда — 17 263 кеше (2009), Украинала — 4 253 (2001), Төркмәнстанда — 3 820 (1995), Үзбәкстанда — 3 707 (2000), Ҡырғыҙстанда — 1 111 (2009)[107], Беларусьта — 607 (2009)[108], Латвияла — 230 (2020)[109], Тажикстанда — 143 (2010)[110], Эстонияла — 112 (2011), Литвала — 84 (2011), шулай уҡ Венгрия, Германия, Ҡытай, Төркиә, Япония һәм башҡа илдәрҙә йәшәйҙәр.
СССР | Рәсәй империяһы, РСФСР, Рәсәй | Башҡорт АССР-ы, Башҡортостан | Татар АССР-ы, Татарстан | Силәбе өлкәһе | Өфө губернаһы | Ырымбур губернаһы | Ырымбур өлкәһе | Ҡурған өлкәһе | Пермь крайы | Свердловск өлкәһе | Мәскәү | ХМАО | ЯНАО | Төмән өлкәһе | |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1865[111][112] | — | н.д. | — | — | — | 619 732 | 206 895 | ||||||||
1897 | — | 1 321 363 | — | — | — | 899 910 | 254 561 | ||||||||
1912-1913[113][114] | — | н.д. | — | — | — | 846 413 | н.д. | ||||||||
1917[112][113] | — | н.д. | — | — | — | н.д. | 290 541 | ||||||||
1920[115] | — | 1 402 368 | 371 884 | — | 807 213 | 346 | |||||||||
1926 | 713 693 | 712 366 | 625 845 | 1 752 | — | — | 15 081 | ||||||||
1939 | 843 648 | 824 679 | 671 188 | 931 | 70 358 | — | — | ||||||||
1959 | 989 040 | 953 801 | 737 711 | 2 063 | 88 480 | — | — | ||||||||
1970 | 1 239 681 | 1 180 913 | 892 248 | 2 888 | 117 537 | — | — | ||||||||
1979 | 1 371 452 | 1 290 994 | 935 880 | 9 256 | 133 682 | — | — | ||||||||
1989 | 1 449 157 | 1 345 273 | 863 808 | 19 106 | 161 169 | — | — | ||||||||
2002 | — | 1 673 389 | 1 221 302 | 14 911 | 166 372 | — | — | ||||||||
2010 | — | 1 584 554 | 1 172 287 | 13 726 | 162 513 | — | — | 46696 | 12257 | 32730 | 31 183 | 6609 | 35 428 | 8 297 | 2680 |
2020[116] | — | 1 571 879 | 1 268 806 | 11 029 | 128 071 | — | — | 36181 | 8026 | 16105 | 17286 | 5715 | 29 717 | 6 111 | 3001 |
Ғаилә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғаиләләр һаны | Ире лә, ҡатыны ла башҡорттар |
Ире башҡорт |
Ҡатыны башҡорт |
Этник ҡатнаш ғаилә парҙары, % | |
---|---|---|---|---|---|
Башҡортостан Республикаһы | 207242 | 125175 | 38256 | 43811 | 39,6 |
Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәре | 94158 | 30827 | 28938 | 34392 | 67,3 |
Рәсәй Федерацияһы | 301400 | 156002 | 67194 | 78204 | 48,2 |
Филателияла башҡорттар
1933 йылда СССР-ҙа «СССР халыҡтары» тигән этнографик почта маркалары серияһы сығарыла. Улар араһында башҡорттарға арналған марка ла була.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Том 5. «Национальный состав и владение языками». Таблица 1. Национальный состав населения
- ↑ Агентство Республики Казахстан по статистике. Национальный состав, вероисповедание и владения языками в Республике Казахстан 2011 йылдың 11 май көнөндә архивланған.
- ↑ Population by national and/or ethnic group, sex and urban/rural residence: each census, 1985—2003 (инг.)
- ↑ Итоги всеобщей переписи населения Туркменистана по национальному составу в 1995 году 2016 йылдың 10 март көнөндә архивланған.
- ↑ http://joshuaproject.net/countries/UZ
- ↑ Национальный статистический комитет Кыргызской Республики. Численность постоянного населения по национальностям по переписи 2009 года
- ↑ Демоскоп. МССР. 1989
- ↑ [1]
- ↑ Демоскоп. Груз. ССР 1989
- ↑ Демоскоп. Аз. ССР 1989
- ↑ [2]
- ↑ Национальный состав Республики Беларусь.Статистический бюллететень Национальный Статистический комитет Республики Беларусь., Минск 2020(недоступная ссылка)
- ↑ https://www.pmlp.gov.lv/lv/assets/backup/ISVN_Latvija_pec_TTB_VPD.pdf 2019 йылдың 17 февраль көнөндә архивланған. (латыш.)]
- ↑ Перепись населения и жилищного фонда Республики Таджикистан 2010 года. Национальный состав, владение языками и гражданство населения Республики Таджикистан. Том III 2013 йылдың 14 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ [3]
- ↑ PCE04: ENUMERATED PERMANENT RESIDENTS BY ETHNIC NATIONALITY AND SEX, 31 DECEMBER 2011 (инг.)
- ↑ GYVENTOJAI PAGAL TAUTYBĘ, GIMTĄJĄ KALBĄ IR TIKYBĄ (Национальный, языковой и религиозный состав Литвы)
- ↑ Lewis, M. Paul (ed.). Ethnologue: Languages of the World, Sixteenth edition. (ингл.). Dallas, Tex.: SIL International. (2009). Дата обращения: 15 апрель 2011. Архивировано 23 август 2011 года.
- ↑ Том 4 — «Национальный состав и владение языками, гражданство». 5. Владение языками (кроме русского) населением наиболее многочисленных национальностей (с численностью 400 тысяч человек и более) 2012 йылдың 26 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Юсупов Р. М. Антропологические типы //Башкирская энциклопедия. В 7 т.: Т.1. A-Б. — Уфа: Башкирская энициклопедия, 2005, С.169.
- ↑ Юсупов Р. М. Антропологические типы // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Лобов А. С. Структура генофонда субпопуляций башкир. Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата биологических наук . Уфа, 2009. 2011 йылдың 16 август көнөндә архивланған.
- ↑ Татары. - М.: Наука, 2001, С.42-43.
- ↑ Nemeth G. Ungarische Stammesnamen bei den Baschkiren. Hungary, Budapest, 1966.
- ↑ Немет Д. Венгерские племенные названия у башкир. Будапешт, 1966.
- ↑ Башҡорттар // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Топография Оренбургская,.
- ↑ Бикбулатов Н. В., Мурзабулатов М. В. Башҡорттар // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Том 5. «Национальный состав и владение языками». Таблица 1. Национальный состав населения
- ↑ Башкорт //Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия 2012 йылдың 3 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ «История Российская». Т. 1. — М.-Л., 1962. — С. 252.
- ↑ «История Оренбургская». — СПб., 1759. — С. 10.
- ↑ «Описание всех обитающих в Российском государстве народов…» — СПб., 1799. — С. 85.
- ↑ «Оренбургские губернские ведомости». «О названии башкирцев» (№ 24). С.297
- ↑ Историческая записка… — Санкт-Петербург, 1867. — С.1.
- ↑ «Оренбургский листок» (№ 46)
- ↑ Уметбаев М. И. Башкиры // Ватандаш. — 1998. — № 2. — С. 161. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Danlop D. M. The History of Jewish Khazars. New Jersey, P.34.
- ↑ Сыуаш телендә «вун» — 10.
- ↑ Сыуаш телендә «пиллек//пилек» — 5.
- ↑ Аҙнабаев Ә. М. Тағы ла «башҡорт» этнонимы тураһында // Ватандаш. — 2002. — № 6. — С. 100—106. — ISSN 1683-3554. Архивировано 25 август 2017 года.
- ↑ Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. — М.: Наука, 1974. — С. 448.
- ↑ Бикбулатов Н. В. Этноним «башҡорт» / Башкирская этнонимия
- ↑ Юсупов Р. М. Башкиры на рубеже тысячелетий // Проблемы этногенеза и этнической истории башкирского народа. — Өфө, 2006. — С. 95-101.
- ↑ Энциклопедия "Челябинск" . www.book-chel.ru. Дата обращения: 23 апрель 2019. Архивировано 3 июнь 2020 года.
- ↑ Крысин Л. П., Кулева А.С., Нечаева И.В., Шестакова Л.Л. Академический толковый словарь русского языка. — Издательский дом ЯСК, 2016. — Т. I. — 672 с. — ISBN 978-5-9908826-9-0. — УДК 811.161.1(G)
- ↑ Лурье, С. Я. История Древней Греции / С. Я. Лурье. — Л., 1940. — Ч. 1. — 685 с.
- ↑ 1 2 3 Геродот. «История». Книга Четвёртая. «Мельпомена» Архивная копия от 30 апрель 2020 на Wayback Machine
- ↑ Киекбаев Дж. Г. Некоторые вопросы изучения башкирских и татарских диалектов, с. 19.
- ↑ Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Башҡорттарҙың тарихы. — С. 4, 5.
- ↑ Вэй Чжэн. Хроника государства Суй. Пекин, Бона, 1958, Гл. 84, С 18б, 3.
- ↑ Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. М., Наука, 1974, С. 428.
- ↑ Янгузин Р. З. Этнография башкир (история изучения). — Өфө: Китап, 2002. — 192 с.
- ↑ История Башкортостана с древнейших времен до XVI века / Мажитов Н. А., Султанова А. Н. — Өфө : Китап, 1994. — 359 с.
- ↑ Путешествие Ибн-Фадлана на Волгу. Перевод, комментарий и редакция академика И. Ю. Крачковского. М.; Л., 1939 . Дата обращения: 30 июнь 2010. Архивировано 9 сентябрь 2011 года.
- ↑ Заки Валиди Тоган. История башкир
- ↑ (Хвольсон. С. 109)
- ↑ Рашид-ад-Дин «Сборнике летописей» (Т. 1. Кн. 1. М.; Л., 1952)
- ↑ Национальный статистический комитет Кыргызской Республики . stat.gov.kg. Дата обращения: 11 февраль 2025.
- ↑ «Девону луготит турк». 1 том. Ташкент. С. 66 б.
- ↑ Nemeth G., Ungarische Stammesnamen bei den Baschkiren. «Acta Linguistica», t. 16 (1—2). (Budapest, 1966)
- ↑ 1 2 Бартольд В. В. География Ибн Сайда // Сочинения. Т. VIII. Работы по источниковедению. — М., 1973.
- ↑ (Хвольсон. С. 107—108)
- ↑ T. Lewicki «Madjar, Madjarstan». The Encyclopaedia of Islam. New ed. Leiden-London
- ↑ Генетические портреты семи кланов северо-западных башкир: вклад финно-угорского компонента в генофонд башкир . cyberleninka.ru. Дата обращения: 11 февраль 2025.
- ↑ Башкиры участвовали в походах Орды. Насыров И. «Башкирды» в Паннонии // Ислам. — М., 2004. — № 2 (9). С. 36-39.
- ↑ История башкир. Статья на сайте «Башкортостан 450» . Дата обращения: 18 май 2010. Архивировано из оригинала 19 апрель 2010 года.
- ↑ 1 2 Мажитов Н. А., Султанова А. Н. История Башкортостана с древнейших времен до XVI в. Өфө, 1994.
- ↑ 1 2 Зарипов А. Б. «Об истории башкирской государственности», 2007
- ↑ Гумилёв Л. Н. «Боронғо Русь һәм Бөйөк дала». С. 459.
- ↑ Рычков Пётр Иванович: «Оренбург топографияһы». СПб., 1762. — 67-се бит.
- ↑ Псянчин А. В. Из истории отечественной этнической картографии (по материалам ИРГО и КИПС). — Өфө, 2008. — С. 3. — 52 с. — ISBN 978-5-7501-0992-0.
- ↑ 1 2 Кеппен П. И. «Хронологическій указатель матеріаловъ для исторіи инородцевъ Европейской Россіи», 1862
- ↑ The Russian Conquest of Bashkiria. 1552—1740 A Case Study in Imperialism. By Alton S. Donnelly. New Haven and London, Yale University Press, 1968.
- ↑ Доннелли А. С. Рәсәйҙең Башҡортостанды баҫып алыуы. 1552—1740. Өфө: «Башкортостан» нәшриәте, 1995. — 287 б. Л. Р. Бикбаева тәржемәһе.
- ↑ Указ Императора Павла I. — Именный данный генералу отъ Инфантеріи Барону Игельстрому, съ приложеніемъ примѣчанія на описаніе Оренбургской линіи . Дата обращения: 10 апрель 2016. Архивировано 15 апрель 2017 года.
- ↑ В. В. Путин. Выступление на торжественном собрании, посвящённом 450-летию вхождения Башкирии в состав России.
- ↑ Выступление на торжественном собрании, посвящённом 450-летию вхождения Башкирии в состав России . Дата обращения: 25 февраль 2016. Архивировано 3 март 2016 года.
- ↑ Рахимов Р. Н. Башкиры в наполеоновских войнах: «северные амуры» в отечественной войне 1812 года // История башкирского народа : в 7 т. / председатель редколлегии Рахматуллина З. Я., гл. ред. Кульшарипов М. М. — СПб. : Санкт-Петербургская издательско-книготорговая фирма «Наука», 2011. — Т. 4. — С. 74—84. — 400 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-02-038276-3 (т. 4).
- ↑ Журнал Ватандаш / Соотечественник / Compatriot . vatandash.bashkortostan102.ru. Дата обращения: 11 февраль 2025.
- ↑ Йосопов Р. М. Ҡәбилә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Акимова М. С. Антропологические исследования в Башкирии //Антропология и геногеография. М., 1974
- ↑ Был фараз 1963 йыл—1965 йылдарҙа М. С. Акимова етәкселегендә МДУ-ның Антропология институты экспедицияһы тарафынан БАССР һәм Силәбе өлкәһе биләмәләрендә үткәрелгән тикшеренеүҙәр нигеҙендә эшләнгән.
- ↑ Р. М. Юсупов «Башҡорттар: этник тарихы һәм традицион мәҙәниәте»
- ↑ Лобов А. С. Структура генофонда субпопуляций башкир. Диссертация кандидата биологических наук. — Өфө, 2009. — 131 с. 2011 йылдың 16 август көнөндә архивланған.
- ↑ Балановская Е. В. и др. Генетические портреты семи кланов северо-западных башкир // Вестник МГУ. Серия XXIII. Антропология. 2017. № 3. С. 94-103.
- ↑ Юсупов Ю. М. и др. Генофонд юго-западных башкир по маркерам Y-хромосомы // Генетика. 2018. Т.54. Прил. С. S95-S98.
- ↑ Западные башкиры: анализ Y-хромосомного генофонда и происхождение кланов Архивная копия от 30 март 2019 на Wayback Machine, 11.12.2018
- ↑ С. А. Лимборская, Э. К. Хөснетдинова, Е. В. Балановская. Этногеномика и геногеография народов Восточной Европы // Институт молекулярной генетики РАН. 2002. С. 179—180 Архивная копия от 12 август 2014 на Wayback Machine
- ↑ Антропология башкир / Бермишева М. А., Иванов В. А., Кинйәбаева Г. А. и др. — СПб.: Алетейя, 2011. — 496 с., С. 339.
- ↑ Лобов, Артём Сергеевич. Структура генофонда субпопуляций башкир // disserCat. — 2009.
- ↑ Руденко С. И. Башҡорттар: тарихи-этнографик очерктар. — Өфө: Китап, 2006. — Б. 136.
- ↑ Башҡортостан тарихы боронғо дәүерҙән алып XIX быуаттың 60-сы йылдарҙарына тиклем. Өфө: Китап, 1996. — 520 б. / Төҙөүсе Х. Ф. Усманов
- ↑ Исмәғил Таһимов — Рәсәйҙә тау эше башланғысы 2013 йылдың 1 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Ю.Минишев. Праздники Башкортостана
- ↑ Ҡарғатуй
- ↑ Шәжәрә байрамы тарихынан
- ↑ Кирәй Мәргән. Урал-батыр. Дата обращения: 10 май 2012. Архивировано 28 сентябрь 2013 года.
- ↑ Мәжитов Н. А., Султанова А. Н. Башҡортостан тарихы боронғо замандан XVI быуатҡа тиклем. — Өфө, 1994.
- ↑ Население наиболее многочисленных национальностей по родному языку . Дата обращения: 11 март 2013. Архивировано из оригинала 13 июль 2019 года.
- ↑ Галяутдинов И.Г. Тюрки урало-поволжья // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Башкирская письменность // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.-pismennost-bashkirskaya Статья «башкирская письменность» в статье Башкирской энциклопедии]
- ↑ Халикова Р. Х. Тюрки урало-поволжья. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы», 1996. — 672 с. — С. 579.
- ↑ Выступление на торжественном собрании, посвященном 450-летию вхождения Башкирии в состав России . www.kremlin.ru. Дата обращения: 11 февраль 2025.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 г. Национальный состав регионов России . Дата обращения: 28 декабрь 2011. Архивировано из оригинала 1 май 2020 года.
- ↑ Маннапов М.М. Этнические группы // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Национальный статистический комитет Кыргызской Республики. Численность постоянного населения по национальностям по переписи 2009 года
- ↑ Национальный статистический комитет Республики Беларусь. Национальный состав РБ согласно переписи 2009 года
- ↑ [Latvijas iedzivotaju sadalijums pec nacionala sastava un valstiskas piederibas (латыш.) . Дата обращения: 16 июль 2020. Архивировано из оригинала 2 март 2020 года. Latvijas iedzivotaju sadalijums pec nacionala sastava un valstiskas piederibas (латыш.)]
- ↑ Перепись населения и жилищного фонда Республики Таджикистан 2010 года. Национальный состав, владение языками и гражданство населения Республики Таджикистан. Том III . Дата обращения: 6 май 2013. Архивировано из оригинала 14 октябрь 2013 года.
- ↑ Сборник статистических, исторических и археологических сведений по бывшей Оренбургской и нынешней Уфимской губерниям, собранных и разработанных в течение 1866 и 67 гг.
- ↑ 1 2 Труды Комиссии по изучению племенного состава населения СССР и сопредельных стран. 11: Этнический состав населения Приуралья: с этнографической картой и дополнениями к ней / Ф. А. Фиельструп, 1926 . Дата обращения: 3 октябрь 2018. Архивировано 26 июнь 2018 года.
- ↑ 1 2 Без учёта городского населения
- ↑ Крестьянское хозяйство Уфимской губернии : Подвор. перепись 1912—1913 гг. / Стат. отд. Уфим. губ. управы Таблицы . Дата обращения: 28 октябрь 2021. Архивировано 27 март 2019 года.
- ↑ Сборник статистических сведений по Союзу ССР 1918—1923 . Дата обращения: 2 май 2018. Архивировано из оригинала 16 июль 2014 года.
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom5_tab1_VPN-2020.xlsx
Әҙәбиәт
- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с.
- Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки. — Уфа: Китап, 2006. — 376 с. — ISBN 5-295-03899-8.
- Антропология башкир / М. А. Бермишева, В. А. Иванов, Г. А. Киньябаева и др.. — СПб.: Алетейя, 2011. — 496 с. — ISBN 978-5-91419-386-4.
- История башкирского народа: в 7 т. / гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — М.: Наука, 2009. — Т. I. — 400 с. — ISBN 978-5-02-037010-4.
- История башкирского народа: в 7 т. / гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2012. — Т. II. — 400 с. — ISBN 978-5-91608-100-8.
- История башкирского народа: в 7 т. / гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
- История башкирского народа: в 7 т. / гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — СПб.: Наука, 2011. — Т. IV. — 400 с. — ISBN 978-5-02-038276-3.
- История башкирского народа: в 7 т. / гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2009. — Т. V. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
- История башкирского народа: в 7 т. / гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — М.: Наука, 2009. — Т. VI. — 374 с. — ISBN 978-5-02-036494-3.
- История башкирского народа: в 7 т. / гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2012. — Т. VII. — 424 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров. — Уфа: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013. — 432 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.