Хөсәйенбәк кәшәнәһе

Хөсәйенбәк кәшәнәһе (рус. Мавзоле́й Хусе́йн-бе́ка) — хәҙерге Башҡортостан территорияһында беренсе имам (мосолмандарҙың рухи башлығы) хажи Хөсәйенбәк ерләнгән урын. Ҡәбер Шишмә районы Шишмә ҡасабаһының Аҡзыярат зыяратында урынлашҡан. Мосолмандарҙың изге урыны. Тарихи-архитектура ҡомартҡыһы.

Башҡортостанда Исламдың таралыуы

«Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ өсөн көрәше» тигән китабында ғалим-тел белгесе, филология фәндәре кандидаты Әкрәм Бейеш былай тип яҙа: «Һуң тигәндә VII быуаттың уртаһында башҡорттар ислам динен ҡабул иткән. Ибн-Фаҙлан шул кешеләрҙең береһе тураһында әйтеп киткән. Ислам динен башҡорт араһында Төркөстандағы дини йәмғиәт башлығы Әхмәт Йәсәүи (1105—1166 йй.) мөридтәре таратҡан. Әхмәт Йәсәүи башлаған дини ағартыу эше ул үлгәс тә дауам иткән. Дини ағартыусыларҙың байтағы үҙ бурысын башҡарып йөрөгәндә Башҡортостан ерендә үлеп ҡалған. Элек бында уларҙың кәшәнәләре күп булған. Һаҡланғандарының береһе — Хөсәйенбәк кәшәнәһе (XIV б.)»[1].

Хажи Хөсәйенбәк шәхесе

Хөсәйенбәк Ғүмәрбәк (Омарбек) улы XIV быуатта Төркөстанда тыуған. Йәш сағында мәҙрәсәгә уҡырға ингән, унда Ислам хоҡуҡиәте — фикһ өйрәнгән һәм Йәсәүиә тәриҡәтенә ингән. Мәккәгә хаж ҡылған[2].

XIV быуат башында башҡорт ханы Төркөстанға Ислам диненә өйрәтеүсе ебәреүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткән. Башҡорттар араһына дәғүәтсе итеп Хөсәйенбәк ебәрелгән[3].

Хөсәйенбәк ислам дине йолаларын, ғибәҙәт ҡылыу тәртиптәрен, Хәнәфи мәҙһәбен халыҡҡа еткергән, шул замандағы Башҡортостандың дини етәксеһе булған. XIV быуат ғәрәп тарихсыһы һәм географы Шиһаб әд-дин әл-Ғүмәри, Себер һәм Сулман илдәре Башҡортостанға яҡын, Башҡортостанда оло хөрмәткә ҡаҙанған мосолман ҡазыйы бар, тип яҙған. С. И. Хәмиҙуллин фекеренсә, был ҡазый Хөсәйенбәк булыуы бик тә мөмкин[4].

Шул рәүешле, Башҡорт илендә ул ҡазый (ҡаҙый), йәғни, шәриғәт һәм фикһ буйынса эш иткән судья, хөкөмдар булған хажи Хөсәйенбәкте башҡорттарҙың рәсми рәүештә тәүге имамы тип атарға була.

Ул миләди 1341—1342 йылдар арауығында (һижри 744 йылдың 10-сы мөхәррәмендә) вафат булған һәм Аҡзыяраттың бер ҡалҡыулығында ерләнгән.

Ризаитдин Фәхретдинов фекеренсә, Хөсәйенбәк Һарайҙан Алтын Урҙа хандары наместник итеп ебәпгән бәктәрҙең береһе булыуы ихтимал[5].

Кәшәнә төҙөлөүе

1393 йылдарҙа Алтын Урҙа ханы Туҡтамыштың артынан төшкән Аҡһаҡ Тимер Башҡорт иленә килеп инә. Һәм Хөсәйенбәктең ҡәберен күргәс, уға мөһабәт кәшәнә төҙөтөр өсөн ун ике дөйә менән Төркөстандан яҙыулы ҡәбер ташы килтертә. Тиҙҙән кәшәнә төҙөлә, ул көмбәҙле дүрт мөйөшлө ҡоролма була.

Аҡзыярат барлыҡҡа килеү

Кәшәнә тураһында легендалар күп. Мәҫәлән, кәшәнә һалдырған йылы Аҡһаҡ Тимер кире ҡайтып өлгөрмәй, ҡышҡылыҡҡа башҡорттар араһында ҡалырға мәжбүр була. Ниндәйҙер сәбәп менән, ғәскәренән бер нисә кеше үлеп ҡала. Кәшәнә янында алты ғәскәр башы ерләнгән. Тап шул ҡәберҙәрҙән Аҡзыярат барлыҡҡа килгән. Бында әле лә боронғо яҙыулы ҡәбер таштары тора.

Тасуирлама

undefined
undefined

Ҡомартҡы П. С. Паллас, Р. Г. Игнатьев, В. С. Юматов, В. В. Вельяминов-Зернов, Х. В. Йосопов, шулай уҡ 1950 йылдарҙа Б. Ғ. Кәлимуллин һәм 1985 йылда Г. Н. Гарустович тарафынан өйрәнелә[6]. В. С. Юматовтың һүрәтләүе буйынса, мавзолей стеналары 1,57 метр ҡалынлығындағы эзбиз ҡатнашмаһы менән шымартылған таштарҙан һалынған булған.

1341—1342 йылдар осоронда төҙөлгән кәшәнә тура мөйөшлө квадрат рәүешендәге (8,5 м × 8,5 м) нигеҙҙән тора. Түбәһендәге көмбәҙҙең бейеклеге — 5,28 м. Эзбиз блоктарынан төҙөлгән стеналарҙың ҡалынлығы — 1,1 м. Көньяҡта урынлашҡан инеү урынының киңлеге — 1,07 м, бейеклеге — 2,45 м. Стеналарҙың башҡа яҡтарында аркалы тәҙрә уйымдары бар. Кәшәнәлә 9 ҡәбер табылған. Үҙәктәге ҡәбер оҙонса түңәрәк рәүешендәге таш ҡойма менән уратылған, уның башында таш плитала эпитафия бар[6]. Кәшәнә дин әһеле Ғүмәр Тәрәсбәк улы Хөсәйенбәк ҡәбере өҫтөнә ҡуйылған, был хаҡта ҡәбер таштарындағы эпитафиялар раҫлай.

Хөсәйенбәк кәшәнәһе эсендәге ҡәбер ташына: «Төркөстандан мәрхүм хажи Хөсәйенбәк Ғүмәрбәк улы Тәрәс тоҡомона Аллаһының киң мәрхәмәте булһын. Әй Аллаһым, Ғүмәрбәк улы Хөсәйенде шәфҡәтеңдән мәхрүм итмә.744 йыл Мөхәррәм айының 10-сы көнөндә вафат булды. 76 йәш» тип яҙылған. Ҡәбер ташы Өфө крайҙы өйрәнеү музейында һаҡлана[7].

төҙөкләндереү

XVIII быуат аҙағында кәшәнә емерелә башлай. 1911 йылда мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтанов ҡомартҡыны тергеҙергә ҡарар итә.

Хөсәйенбәк кәшәнәһе иртә болғар тибындағы ҡомартҡыларға ҡарай. Унда табылған материалдар Археология һәм этнография музейында һаҡлана[6].

кәшәнә эсендәге ҡәберҙәр

1985 йылда Г. Н. Гарустович етәкселегендәге археологик экспедиция кәшәнә эсендә ҡаҙыныу эштәре үткәрә. Унда 3 оло кеше, 6 бала ерләнгән ҡәберҙәр табыла. Барыһы ла йөҙө менән ҡиблаға ҡаратып һалынған. Экспертизалар һөҙөмтәһендә бер һөлдә имам Хөсәйенбәктеке тигән һығымта яһала. Ул 160 см самаһы буйлы, йөҙө төҙөк европеиоид. Һынған, имгәнгән ере, етди ауырыуҙар билдәһе юҡ. Был Хөсәйенбәктең ҡартлыҡта үҙ үлеме менән китеүен һөйләй[8].

Фараз

Бәрҫеүән буйындағы 1735 йылда Кирилов яндырып, емергән атаҡлы «Ази (Ҡазый) мәсетенә» нигеҙҙе ҡазый Хөсәйенбәк һалған тигән фараздар бар[9]

Йәғни, мәсет «Хажи мәсете» тип исемләнгән булыуы мөмкин.

Хәтер

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ өсөн көрәше
  2. Хусейн-бек из Туркестана – первый башкирский имам (17 февраль 2020). 10 февраль 2025 тикшерелгән.
  3. Мавзолей Хусейн-бека — МКУ "Управление культуры" (билдәһеҙ). mku-cult.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2025.
  4. Хамидуллин С. И. Пути ислама на Южный Урал // Ватандаш. — 2013. — № 12. — ISSN 1683-3554.
  5. Ризаитдин Фәхретдинов. Асар. — Казань: «Рухият». — Т. 1. — С. 38.
  6. 1 2 3 Гарустович Г. Н. Хөсәйенбәк кәшәнәһе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  7. Распопов, Павел. Чишминские мавзолеи. Мавзолей Хусейн-бека и Тура-хана. 10 февраль 2025 тикшерелгән.
  8. Мавзолей Хусейн-бека
  9. Башкирско-казахские отношения в XVIII веке
  10. В Чишмах открыта мечеть имени Хусейн-бека
  11. В Башкортостане сотни имамов и хазратов посетили Мавзолей Хусейн-бека (6 июль 2017). 10 февраль 2025 тикшерелгән.
  12. В Башкортостане сотни имамом и хазретов посетили Мавзолей Хусейн-бека. 10 февраль 2025 тикшерелгән.

Әҙәбиәт

  • Вельяминов-Зернов В. В. Памятник с арабско-татарской надписью в Башкирии // Труды Восточного отделения Императорского археологического общества : журнал. — СПб.: В Тип. Имп. Академии наук, 1859. — Т. IV. — С. 257—284.
  • Гарустович Г. Н. Погребения в каменных мавзолеях Башкирского Приуралья. // Наследие веков. — Уфа, 1995. Вып.1.