Йосопов Һарун Вәли улы

Йосопов Һарун Вәли улы (рус. Юсупов Гарун Валеевич; 1914 йылдың 22 июне [5 июле] , Ҡазан ҡалаһы1968 йылдың 26 июне, Ҡазан ҡалаһы) — совет археолог-ғалим, төркиәтсе һәм этнограф. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, элемтәсе, гвардия сержанты. 1952—1958 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1952). Татарстан Республикаһының дәүләт премияһы лауреаты (1994).

Биографияһы

Һарун Вәли улы Йосопов 1914 йылдың 22 июнендә Рәсәй империяһының Ҡазан губернаһы[1] Ҡазан ҡалаһында приказчик ғаиләһендә тыуған[2].

1929 йылда беренсе баҫҡыс мәктәбен тамамлаған һәм иҫәпселәр курсында уҡыған, артабан иҫәпсе һәм электромонтер булып эшләгән. 1935 йылдың октябрендә Ҡазан университеты[3] рабфагының көндөҙгө бүлегенә, 1936 йылдың сентябрендә — география факультетына ҡабул ителә. 1941 йылдың июнендә географ-геоморфолог дипломы ала һәм Татарстан геология-разведка тресында эшләй башлаған[2].

1942 йылдың апрелендә Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Көнбайыш, Сталинград һәм Воронеж фронтары составында Бөйөк Ватан һуғышында, шул иҫәптән, 62-се армияһының элемтәсеһе булараҡ, Сталинградты обороналауҙа һәм Курск дуғаһындағы алыштарҙа ҡатнашҡан. Баш яраһы һәм контузия алған.

1945 йылдың октябрендә демобилизациялана. «Сталинградты обороналаған өсөн» һәм «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән[2].

undefined

1946 йылдан Ҡазан университетының этнография музейының мөдире була. 1952 йылдан СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй[4].

1958 йылдан — СССР Фәндәр академияһының Ҡазан филиалы Тел, әҙәбиәт һәм тарих институты хеҙмәткәре[2].

1968 йылдың 26 июнендә Ҡазан ҡалаһында вафат була[4].

Фәнни эшмәкәрлеге

Һарун Йосопов тарафынан Волга буйы һәм Урал алдының XIII—XIV быуаттарға ҡараған эпиграфик ҡомартҡылар исемлеге йыйылған һәм төҙөлгән. Башҡортостан территорияһында Имәндәш, Ҡормантау тораҡтары, Воскресенский, Касьянов, Табын ҡаласыҡтарын һәм башҡаларҙы аса һәм тикшерә[4]. «Башҡортостанда болғар ҡәбер таштары» тигән хеҙмәт яҙа.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы (1943);
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1946);
  • Татарстан Республикаһының дәүләт премияһы лауреаты (үлгәндән һуң 1994йылда, «Татарстан Республикаһы археологик картаһы»н төҙөүҙө ҡатнашҡан өсөн).

Ғилми хеҙмәттәре

  • Булгарские эпиграфические памятники, найденные летом 1947 г. // Эпиграфика Востока. — М., 1951. — Вып. IV. — С. 68—76. (в соавт. с Г. М. Хисамутдиновым)
  • Татарские эпиграфические памятники XV в. (К вопросу о происхождении казанских татар) // Эпиграфика Востока. — 1951. — Вып. V. — С. 78—94.
  • Простой способ фиксации надписей // Эпиграфика Востока. — 1951. — № 5.
  • О некоторых булгарских эпиграфических памятниках // Эпиграфика Востока. — 1953. — Вып. VII. — С. 26—30.
  • К вопросу об истории и классификации булгаро-татарской эпиграфики // Эпиграфика Востока. — 1956. — Вып. XI. — С. 44—54.
  • Археологические разведки в Башкирии // Краткие сообщения Института истории материальной культуры. — М., 1956. — Вып. 64.
  • Две надгробные надписи с древнего башкирского кладбища // Вопросы башкирской филологии. — Уфа, 1959. — С. 120—122.
  • Древнейшие поселения Гафурийского района БАССР // Башкирский археологический сборник. — Уфа, 1959. — С. 58—86.
  • Историко-этнографические исследования северо-западных районов Башкирии / Н. И. Воробьёв, Е. П. Бусыгин, Г. В. Юсупов // Советская этнография. — 1962. — № 6. — С. 124—130.
  • Новые находки эпитафий периода Казанского ханства // Эпиграфика Востока. — 1963. — Вып. XVI. — С. 72—78.
  • Итоги полевых эпиграфических исследований (1961—1963 гг.) // Тезисы докладов итоговой научной сессии ИЯЛИ КФАН СССР за 1963 год. — Казань, 1964. — С. 69—71.
  • Верования и их пережитки // Татары Среднего Поволжья и Приуралья. — М.: Наука, 1967. — С. 342—372.
  • Антропонимы в булгаро-татарской эпиграфике // Личные имена в прошлом, настоящем и будущем. — М., 1970. — С. 248—252.
  • Булгаро-татарская эпиграфика и топонимика как источник исследования этногенеза казанских татар // Вопросы этногенеза тюркоязычных народов Среднего Поволжья. — Казань, 1971. — С. 217—232. (Археология и этнография Татарии; вып. 1)
  • Итоги полевых эпиграфических исследований 1961—1963 гг. в Татарской АССР // Эпиграфика Востока. — 1972. — Вып. XXI. — С. 48—55.
  • Эпиграфические памятники Атнинского района Республики Татарстан // Татарская археология. — 2005. — № 1/2 (14/15).

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар