Башҡортостан

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Федерацияһы субъекты

Башҡортостан

Flag of Bashkortostan.svg Coat of Arms of Bashkortostan.svg
Башҡортостан дәүләт флагы Башҡортостан дәүләт гербы

Map of Russia - Republic of Bashkortostan (2008-03).svg

Нигеҙ һалынған

15 ноябрь 1917[1][2]
20 март 1919[3][4]
11 октябрь 1990[5][6]

Баш ҡалаһы

Өфө

Майҙаны

27-се

- Барлығы
- һыу өҫтө %

142 947 км²
0,5

Халҡы

7-се

- Барлығы
- Тығыҙлыҡ

4 071 064[7] (2016)

28.48 кеше/км²

ТТП

9-сы

- Барлығы (ағым. хаҡ.)
- Йән башына

757,6[8] млрд. һум (2010)

184,8 мең һум

Федераль округ

Волга буйы федераль округы

Иҡтисади район

Урал иҡтисади районы

Дәүләт теле

Башҡорт теле, Рус теле

Башлыҡ

Радий Хәбиров

Премьер-Министр

Андрей Назаров

Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе

Константин Толкачев

РФ субъекты коды

02

ISO 3166-2 коды

RU

Сәғәт бүлкәте

YEKT, UTC+5:00 и Азия/Екатеринбург[d][9]

Бүләктәре:

Ленин ордены Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены Орден Дружбы народов
Sound.png Тышҡы аудиофайлдар
Sound.png Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимны (башҡ.)

Башҡортостан Республикаһы, шулай уҡ Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияларына ярашлы, үҙаллы демократик дәүләт[10][11]. Рәсәй Федерацияһы субъекты. Волга буйы федераль округына[12] һәм Урал иҡтисади районына ҡарай. Пермь крайы, Свердловск, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан һәм Удмурт республикалары менән сиктәш. Баш ҡалаһы — Өфө.

Республика Халыҡ-ара төрки халыҡтар мәҙәниәте һәм сәнғәте ойошмаһы — ТӨРКСОЙ-ҙың тулы хоҡуҡлы ағзаһы.

Тарихы


I һәм II Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары тарафынан һайланған Башҡорт мәркәз шураһы 1917 йылдың 15 ноябрендә Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерналарындағы башҡорт территорияларын Рәсәй республикаһының автономиялы өлөшө тип иғлан итә. Шураның ҡарары III Бөтә Башҡорт Ҡоролтайы тарафынан раҫлана (8 декабрь 1917 йыл). 1919 йылдың 20 мартында «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү» нигеҙендә, Башҡорт Совет Республикаһын[13] иғлан ителә. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителә. 1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы тип атала башлай[14].

Республика символдары

Флаг

Башҡортостандың дәүләт флагы 1992 йылдың 25 февралендә раҫлана.

Герб

Башҡортостандың дәүләт гербы 1993 йылдың 12 октябрендә раҫлана.

Гимн

Башҡортостан гимны 1993 йылдың 12 октябрендә раҫлана.

Дәүләт ҡоролошо

Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы (һуңғы редакцияһы 1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителә), республика дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу тармаҡтарына бүленә.

Конституция буйынса, республика Рәсәй Федерацияһы составында хоҡуҡи-демократик дәүләт булып тора[15]. Шул уҡ ваҡытта, РФ Конституцияһына ярашлы, республика (дәүләт) билдәләмәһе Рәсәй Федерацияһы субъектының дәүләт мөстәҡиллеген таныуҙы аңлатмай, ә бары тик уның тарихи, милли һәм башҡа характерҙағы айырым конституцион-хоҡуҡи үҙенсәлектәрен генә сағылдыра, сөнки илдең Төп Ҡануны буйынса, Федерацияның барлыҡ субъекттары ла тиң хоҡуҡлы[16]. Дәүләт телдәре — башҡорт һәм рус телдәре.

Башҡарма власть

Башҡортостан Республикаһы Башлығы
Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты (1993—2010)

Башҡортостан Республикаһы Башлығы — Башҡортостан Республикаһының башлығы һәм Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһе. 2015 йылдың 1 ғинуарына тиклем был вазифа президент тип атала[17]. Башҡортостандың беренсе Президенты — Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов була. 2019 йылдың 19 сентябренән Башҡортостан Республикаһы Башлығы — Радий Фәрит улы Хәбиров.

Хәмитов Рөстәм Зәки улы,
2010—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

Башҡортостан Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Башҡортостан Конституцияһы менән билдәләнгән[18]. 2020 йылдың 17 сентябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры — Андрей Назаров.

Суд власы

Башҡортостандың суд системаһы составына:

Закондар сығарыу власы

Башҡортостан Парламенты — Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бер палатаһынан торған закондар сығарыу органы.

1999 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе — Константин Толкачёв[19].

Административ-территориаль бүленеше

Башҡортостандың район-ҡалалары

Башҡортостан составына түбәндәге административ-территориаль берәмектәр инә: 8 республика әһәмиәтендәге ҡала, 1 ябыҡ административ биләмә берәмеге һәм 54 район. Райондар үҙ эсенә 12 район әһәмиәтендәге ҡаланы, 2 эшселәр ҡасабаһын (ҡала тибындағы ҡасаба), 828 ауыл советын, 4538 ауыл биләмәһен, шул иҫәптән халҡы 3000 кешенән артҡан — 82, халҡы булмаған — 154 ауылды ала[20][21][22][23].

Муниципаль ҡоролошҡа ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республиканың административ-территориаль берәмектәренән 895 муниципаль берәмек, шул иҫәптән: 9 ҡала округы һәм үҙ составына 818 ауыл һәм 14 ҡала биләмәһен алған 54 муниципаль район ойошторола[24].


Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль бүленеше картаһы
Муниципаль райондар
1 Әбйәлил районы 28 Ишембай районы
2 Әлшәй районы 29 Ҡалтасы районы
3 Архангел районы 30 Ҡариҙел районы
4 Асҡын районы 31 Ҡырмыҫҡалы районы
5 Ауырғазы районы 32 Ҡыйғы районы
6 Баймаҡ районы 33 Краснокама районы
7 Баҡалы районы 34 Күгәрсен районы
8 Балтас районы 35 Кушнаренко районы
9 Бәләбәй районы 36 Көйөргәҙе районы
10 Балаҡатай районы 37 Мәләүез районы
11 Белорет районы 38 Мәсетле районы
12 Бишбүләк районы 39 Мишкә районы
13 Бөрө районы 40 Миәкә районы
14 Благовар районы 41 Нуриман районы
15 Благовещен районы 42 Салауат районы
16 Бүздәк районы 43 Стәрлебаш районы
17 Борай районы 44 Стәрлетамаҡ районы
18 Бөрйән районы 45 Тәтешле районы
19 Ғафури районы 46 Туймазы районы
20 Дәүләкән районы 47 Өфө районы
21 Дыуан районы 48 Учалы районы
22 Дүртөйлө районы 49 Федоровка районы
23 Йәрмәкәй районы 50 Хәйбулла районы
24 Ейәнсура районы 51 Саҡмағош районы
25 Йылайыр районы 52 Шишмә районы
26 Иглин районы 53 Шаран районы
27 Илеш районы 54 Яңауыл районы
Ҡалалар
Өфө 1 077 719
Стәрлетамаҡ 275 798
Салауат 154 884
Нефтекама 135 540
Октябрьский 111 551
Белорет 67 735
Туймазы 67 088
Ишембай 66 341
Сибай 62 669
Күмертау 62 284
Мәләүез 60 475
Бәләбәй 59 683
Бөрө 43 765
Учалы 37 762
Благовещен 34 844
Дүртөйлө 31 152
Яңауыл 26 597
Дәүләкән 24 069
Шишмә 21 540
Баймаҡ 17 710
Межгорье 16 866
Ағиҙел 15 932

Халҡы

Халыҡ һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында — етенсе, республикалар араһында һәм Волга буйы федераль округында беренсе урында тора.

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда 4 080 684 кеше йәшәй (2023 йылға ҡарата). Уларҙың 2539327-ө — ҡалала (62,23 процент), шул иҫәптән 31,34 проценты Өфөгә һәм Өфө районына тура килә. Халыҡтың тығыҙлығы — 1 квадрат километрға 28,55 кеше.

2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһында 1 квадрат километр территорияға 2515 кеше тура килә. Межгорьела был һан — 71,1. Ауыл ерлегендә иң юғары тығыҙлыҡ Өфө (69,9 кеше/км²), Ҡырмыҫҡалы (30,1 кеше/км²), Иглин (28,3 кеше/км²), Шишмә (28,1 кеше/км²) һәм Туймазы (26,8 кеше/км²) муниципаль райондарында. Иң түбәне — Йылайыр (2,6 кеше/км²), Белорет (3,1 кеше/км²) һәм Бөрйән райондарында (4 кеше/км²)[25].

Республикала рустар — 37,1 %, башҡорттар — 31,5 %, татарҙар — 24,2 %, сыуаштар — 2,0 %, марийҙар — 2,1 %, башҡа милләттәр — 2,7 % тәшкил итә[26].

Барлығы Башҡортостанда 160 милләт һәм 13 этник төркөм вәкиле йәшәй (2010)[27]. Башҡорттар, рустар һәм татарҙар халыҡтың 93,2 % тәшкил итәя (2021)[26].

Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса төп күрһәткестәр
Йылдар Халыҡ һаны (кеше) Шул иҫәптән
Енес буйынса Йәшәү урыны буйынса Милләт буйынса
Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ҡалала Ауылда Башҡорттар Урыҫтар Татарҙар
1926 (булған халыҡ) 2,665,836 1,260,337 1,405,499 234,250 2,431,586 625,845 1,064,707 461,871
1939 (даими йәшәгән халыҡ) 3,158,969 1,493,746 1,665,223 540,319 2,618,650 671,188 1,281,347 777,230
1959 (даими йәшәгән халыҡ) 3,336,289 1,492,526 1,843,763 1,291,126 2,045,163 737,711 1,418,147 768,566
1970 (даими йәшәгән халыҡ) 3,814,926 1,741,566 2,073,360 1,831,160 1,983,766 892,248 1,546,304 944,505
1979 (даими йәшәгән халыҡ) 3,844,280 1,776,198 2,068,082 2,181,724 1,662,556 935,880 1,547,893 940,436
1989 (даими йәшәгән халыҡ) 3,943,113 1,851,421 2,091,692 2,516,640 1,426,473 863,808 1,548,291 1,120,702
2002 (даими йәшәгән халыҡ) 4,104,336 1,923,233 2,181,103 2,626,613 1,477,723 1,221,302 1,490,715 990,702
2010 (даими йәшәгән халыҡ) 4,072,102 1,903,773 2,168,519 2,461,652 1,610,640 1,172,287 1,432,906 1,009,295
2020 (даими йәшәгән халыҡ) 4,091,423 1,931,622 2,159,801 2,530,190 1,561,233 1,268,806 1,509,246 974,533

Географияһы

Көҙгө Ирәкташ (Инзерские зубчатки)

Башҡортостан Республикаһы — Көньяҡ Урал тауҙарының түбәләре (иң бейек нөктәһе — Ямантау, 1 640 м.), карст мәмерйәләре, гүзәл күлдәре, шифалы сығанаҡтары, урмандары булған уникаль тәбиғәтле төбәк. Төбәктең 2/3 өлөшө Көнсығыш-Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә, Урал алдының тигеҙһеҙ-таулы тигеҙлегендә, 1/4-тән ашыу өлөшө Европа менән Азия киҫешкән Көньяҡ Урал һыртында, 1/10-дан кәмерәк өлөшө Урал аръяғының ҡалҡыулыҡлы-тигеҙ урынында урынлашҡан. Республиканың төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо — 550 км, көнбайыштан көнсығышҡа — 430 км. Дөйөм майҙаны — 143,6 мең кв.км.

Республика территорияһында Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығы урынлашҡан.

Һыу ресурстары

Йылғалар

13 мең самаһы йылға бар, уларҙың дөйөм оҙонлоғо 57 мең саҡрымдан ашыу. Иң ҙур йылғалар: Ағиҙел (1430 км), уның ҡушылдыҡтары Нөгөш (235 км), Эҫем (239 км), Ҡариҙел (918 км), Әй (549 км), Дим (535 км), шулай уҡ Һаҡмар (760 км) менән Ыҡ (571 км) йылғалары.

Күлдәр

Күлдәр һаны 2700 тирәһен тәшкил итә. Уларҙың күбеһе Урал аръяғы райондарында урынлашҡан. Иң ҙурҙары — Асылыкүл һәм Ҡандракүл. Күлдәр балыҡҡа бай.

Файҙалы ҡаҙылмалар

Башҡортостанда нефть, тәбиғи газ, күмер, тимер мәғдәне, алтын, баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары бар.

Республика территорияһында 200 нефть һәм газ конденсаты ятҡылығы, 10 һоро күмер, 15 баҡыр колчеданы мәғдәне, 20-нән артыҡ тимер мәғдәне, 50-нән артыҡ сәсмә һәм руда алтыны ятҡылығы иҫәпкә алынған.

Геологтар платина һәм алмаз ятҡылыҡтары табылыуын раҫлай.

Хайуандар донъяһы

Республика территорияһында 77 төр һөтимәр, 300 самаһы төр ҡош, 1ү42 төр балыҡ, 11 төр һөйрәлеүсе, 10 төр ер-һыу хайуаны, 15 мең төр бөжәк, 276 төр үрмәксе, 70 төр талпан, 120 төр моллюск, 140 төр ҡыҫала һымаҡтар, 1000 самаһы төр селәүсен бар. Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына 18 төр һөтимәр, 49 төр ҡош, 7 төр балыҡ, 3 төр ер-һыу хайуаны, 6 төр йылан, 29 төр умыртҡаһыҙ хайуан, 28 төр бөжәк индерелгән[28].

Үҫемлектәр донъяһы

Республика Европа менән Азия, Көнсығыш-Европа тигеҙлеге Урал тауҙары һәм Себер тигеҙлеге менән киҫешкән урында урынлашканға күрә, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы күп төрлө, бай. Бында Волга-Кама, Урал, Себер, Ҡаҙағстан төрҙәрен осратырға була.

Урмандар республика территорияһының 40 процентын алып тора. Урал алдында ҡатнаш урман, төньяҡ һәм көнсығыш тау алды райондарында ылыҫлы-япраҡлы, ҡайын урмандары үҫә. Урал алды өлөшөн ҡайын һәм имән ағаслы урман-дала, ҡылған үләнле дала биләй.

Һаҡланылған тәбиғәт биләмәләре

Милли парктар һәм ҡурсаулыҡтар

Республикала өс ҡурсаулыҡ (Башҡортостан ҡурсаулығы, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, Шүлгәнташ), 1 биосфера резерваты, 1 милли парк (Башҡортостан милли паркы), 29 заказник, 5 тәбиғәт паркы («Асылыкүл», «Еҙем тәбиғи паркы», «Ирәмәл», «Ҡандракүл», «Мораҙым тарлауығы»), 183 тәбиғәт һәйкәле, РФА Өфө фәнни үҙәгенең Ботаника баҡса-институты, 7 дауалау‑һауыҡтырыу урындары һәм шифаханалар («Йәшел сауҡалыҡ», «Ҡарағай», «Йоматау» шифаханаларының һаҡланылған тирә-яғы, «Красноусол», «Янғантау», «Яҡтыкүл», «Асы (шифахана)» һ.б.). Айырым һаҡланған тәбиғәт территорияларының дөйөм майҙаны 1064,7 мең гектар (республика майҙанының 6,9%-ы)[29].

Геопарктар

Геологик, биологик, тарихи һәм мәҙәни мираҫ объекттарының беренсе комплексы — Янғантау геопаркы 2017 йылда Салауат районы территорияһында булдырыла. 2020 йылда, ЮНЕСКО-ның Башҡарма комитетының 209-сы сессияһында ул Глобаль геопарктар исемлегенә индерелә[30].

2018 йылдың декабрендә икенсе — «Торатау» геопаркы ойошторола. Ул 4 мең квадрат километр майҙанды биләй һәм Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Мәләүез райондары территорияһында урынлашҡан. Республика геопаркы статусына эйә, ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктарының халыҡ-ара селтәренә инергә дәғүә итә[31].

Климаты

Башҡортостанда континенталь климат өҫтөнлөк итә. Республика биләмәһендә уртаса йыллыҡ һауа температураһы — +0,3 °C-тан (тауҙарҙа) +2,8 °C-ҡа тиклем (тигеҙлектәрҙә). Ғинуарҙа уртаса темпратура −18 °C булһа, июлдә — +18 °C. Яуым-төшөмдөң йыллыҡ миҡдары — 300—600 мм. Вегетация миҙгеле — 120—135 көн.

Температура

Ҡояшлы көндәр һаны яҡынса 287 көндән (Аксёнда) алып 261 көнгә (Белоретта) тиклем. Иң әҙ ҡояшлы көндәр декабрь, ғинуар айҙарына, иң күп ҡояшлы көндәр йәй айҙарына тура килә.

Иң түбән температура — −41 С°, иң юғарыһы — +35 С°. Һауа температураһының күтәрелеүе һәм түбәнәйеүе яҙын 4—9 апрелгә, көҙөн 24—29 октябргә, таулы райондарҙа 10—11 апрель һәм 17—21 октябргә тура килә. Яҡынса 200—205 көн 0-дән юғары температуралы булһа, тауҙарҙа — 188—193 көн. 21—30 майҙа аҙаҡҡы тапҡыр ҡырау төшһә, һуңға ҡалғаны 6—9 июндә, төньяҡ һәм таулы райондарҙа 25—30 июндә булыуы мөмкин. Көҙгөһөн беренсе ҡырау 10—19 сентябрҙә төшә, иң иртә ҡырау 10—18 августа күҙәтелә.

Һауа торошондағы аномаль күренеш

2023 йыл донъяла йәйгеһен аномаль эҫе булыуы менән тарихҡа инә. 11 июлдә Өфөлә +39,4 һәм +38,2 С° эҫелек теркәлә. Декабрҙә урыны менән һауа температураһы −50 С°-ҡаса төшә.

Яуым-төшөм

Йыллыҡ яуым-төшөм күләме 300—600 мм. Республика территорияһында, атмосфера әйләнешенә бәйле, яуым-төшөм ныҡ айырыла. Быға Урал тауҙары йоғонто яһай. Урал тауҙарының көнбайыш яғында дөйөм яуым-төшөм — 640—700 мм, көнсығыш яғында 300—500 мм-ҙан артмай. Яуым-төшөмдөң 60—70 % апрель— октябрь айҙарына тура килә. Иң иртә ҡар ҡатламы барлыҡҡа килеүе — 12-20 сентябрь, иң иртә тотороҡло ҡар ҡатламы ятыуы — 16-24 октябрь, таулы райондарҙа 5-12 октябрь, уртаса ҡар ҡатламы ятыу ваҡыты — 3-13 ноябрь. Уртаса ҡарҙан асылған ваҡыт — 14-24 апрель. Ҡар уртаса 153—165 көн, таулы райондарҙа 171—177 көн ята. Ҡар ҡатламы бейеклеге уртаса 36-55 см, иң ҡалын ҡатлам 106—126 см. Иң ҡалын ҡар ҡатламының тығыҙлығы — 240—300 кг/м3.

Иҡтисады

Башҡортостан иҡтисады күп тармаҡлы структураны тәшкил итә һәм ул комплекслы рәүештә үҫешә бара. Унда төп урында сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм ауыл хужалығы тора. Сәнәғәт тармағының мөһим йүнәлештәре — нефть эшкәртеү, химия һәм нефть химияһы, нефть табыу. Рәсәйҙә табылған нефттең 2,2 проценты Башҡортостанға тура килә. Субъект нефтте беренсел эшкәртеү күләме буйынса илдә 2-се урында, нефть табыу буйынса — 13 урында.

Республикала сәнәғәт етештереүенең икенсе мөһим төрө — машиналар эшләү. Сәнәғәт мейестәре һәм камералар, автобетон насостары сығарыу (Рәсәйҙә берҙән-бер) буйынса Башҡортостан илдә беренсе урынды биләй; гидравлика һәм пеневматик двигателдәр эшләү буйынса — 2-се; автобустар эшләү буйынса 3-сө урында.

Республика предприятиелары ауыл хужалығында етештерелгән барлыҡ аҙыҡ-түлек ассортиментын етештерә һәм РФ субъекттары араһында лидерҙар араһында тора[32].

Рәсәй төбәктәре араһында инвестиция күрһәткесе (климаты) торошо буйынса Башҡортостан 2014 йылда 40-сы урында булһа, киләһе йылына уҡ топ-20 исемлегенә инә. 2018 йылда 16-сы урынға күтәрелә. 2020 йылда иң яҡшы унау иҫәбенә инә. 2021 йылда бишенсе урынға күтәрелә. 2022 йылда яулаған ҡаҙанышын һаҡлап ҡала.

Шулай уҡ икенсе йыл рәттән (2021—2022) республика Минпромторгтың төбәктәрҙә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса рейтингында беренсе килә.

«Урал аръяғы-2022» («Зауралье-2022») дүртенсе инфестиция һабантуйында 107 миллиард һумлыҡ 28 инвестиция килешеүе төҙөлә. Шул уҡ йылдағы Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан 65 миллиард һумлыҡ 31 килешеү төҙөй, шул иҫәптән «Роснефть» нефть компанияһы, Ҡаҙағстандың Iron Concentrate Company предприятиеһы, Белоруссияның «Амкодор» холдингы менән. Һамар, Һарытау, Ульяновск, Пенза өлкәләре, Удмуртия Республикаһы һәм Пермь крайы менән Евразия иҡтисад үҙәген төҙөүҙә хеҙмәттәшлек итеү буйынса меморандумға ҡул ҡуя.

Башҡортостан төбәктә Калининград өлкәһе, Приморье крайындағы «рус офшоры» аналогы буйынса «башҡорт офшоры» махсус административ районы төҙөргә ниәтләй. Был республика иҡтисадына өҫтәмә инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеге һәм финанс үҙәге статусын нығытыу мөмкинлеге бирергә тейеш. Шулай уҡ «башҡорт офшорында» ислам банкингы моделен тормошҡа ашырыу күҙаллана. Проектты 1 сентябрҙән (2023) Һаҡлыҡ банкы тормошҡа ашыра башлаған[33].

Республиалағы сәнәғәт-производство төрөндәге махсус иҡтисади зоналар араһында «Алға» — иң тиҙ үҫешкәне. Кластерҙар, технопарктары һәм махсус иҡтисади зоналар ретингында ул 12-се урындан 8-се урынға күтәрелә. 2022 йылға ҡарата унда 12 резидент иҫәпләнә. Уларҙың башҡортостанға инвестицяһы 42 миллиард һум. Тормошҡа ашырылған проекттары һөҙөмтәһендә өҫтәмә рәүештә 2 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. 2023 йылда махсус зона территорияһын киңәйтелеп, уның составына «Уфимский» индустриаль паркы майҙансыҡтары ҡушыла[34].

Башкортостанда ШОС һәм БРИКС (2015), Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы (2019), «Мир после коронавируса: взгляд из сердца Евразии» ы халыҡ-ара онлайн-форумы (2020), Халыҡ-ара бизнес аҙналығы (2020), Рәсәй сәнәғәт форумы (йыл һайын), Рәсәй нефть-газ форумы (йыл һайын) һәм башҡалариҡтисадты үҫтереүгә йүнәлтелгән башҡа саралар үткәрелә[32].

Ҡояш байығанда көнбағыш баҫыуы. Ишембай районы

Ауыл хужалығында игенселек һәм малсылыҡ үҫешә. Иген культураларынан бойҙай, арыш, һоло, арпа, ехник культураларҙан — шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтерелә. Ит-май малсылығы, ит-йөн һарыҡсылығы, ҡошсолоҡ, йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм ҡортсолоҡ үҫешкән. Башҡортостан брендтарының береһе булған башҡорт балы бөтөн донъяла дан ҡаҙанған.

2009 йыл башында Башкортостанда ауыл хужалығы продукцияһын етештергән 916 ойошма, 4214 крәҫтиән (фермер) хужалығы, 588 мең шәхси хужалыҡ иҫәпләнә[35]. 2007 йылда ауыл хужалығында 285,6 мең кеше эшләй.

Республика территорияһының өстән бер өлөшөн һигеҙ метрға тиклем тәрәнлектә ҡара тупраҡлы ер алып тора, улар донъяла ауыл хужалығы продукцияһының юғары уңышын биреүсе иң уңдырышлы тупраҡ тип һанала.

Сәсеү майҙандары:
йыл 1959 1990 1995 2000 2005 2010 2015 2020
мең гектар 4886[36] 4399,3[37] 4245,8 3744,3[37] 3048[38] 3146,9 3060,6[38] 2869[39]

Сауҙа һәм финанстар

Республика территорияһында 78 кредит ойошмаһы эшләй: уларҙың 11-е урында теркәлгән, 67-һе — филиал[40][41]. Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкыһының территориаль органы булып 10 иҫәп-касса үҙәген берләштергән Башҡортостан Республикаһының Милли банкыһы тора[40][41].

Башҡортостан Ҡытай, Беларусь, Ҡаҙағстан, БДБ илдәре менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә. Төркиәлә, Ҡаҙағстанда, Беларуста вәкиллектәре асылған, шулай уҡ Үзбәкстанда вәкиллек асыу планлаштырыла[42].

Туризм һәм ял

«Ассы» шифаханаһы
Красный Ключ шишмәһе — донъяла иң ҙур карст шишмәләренең береһе
Асылыкүл

Башкортостанда туризм һәм ял өсөн ҙур мөмкинлектәр бар[43][44]. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Милли туристик рейтингта республика 11-се урын яулай[45].

Башҡортостандың Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә туристик баҙарҙа юғары көнәркәшлеккә һәләтлелеген территорияла тәбиғәт ҡомартҡыларының һәм тарихи-мәҙәни мираҫтың күп булыуы билдәләй[46].

Бында йылғалар буйлап кәмәләрҙә ағыу, тәбиғәт ҡомартҡыларын ҡарау, шифахана-курорт дауаланыуы, тау саңғыһы туризмы киң популярлыҡ яулай. Тәбиғәт ландшафтының төрлөлөгө һөҙөмтәһендә Башҡортостанды икенсе Швейцария тип атайҙар[47]. Башкортостан ҙур туристик ресурсҡа эйә — бында 4500-ҙән ашыу тарихи, сәнғәт, мәҙәни, археология һәйкәле бар. Карст мәмерйәләре һаны 300-ҙән ашыу. 600-ҙән ашыу йылға һәм 800 күл бар. Иң бейек нөктәһе Ямантау булған Европала иң боронғо тауҙар булып һаналған Урал тауы һырттары, 3 дәүләт ҡурсаулығы, милли парк, 4 тәбиғәт паркы республика территорияһында урынлашҡан.

2016 йылға ҡарата ҡунаҡхана фонды 106 отель һәм ҡунаҡхананан тора, уларҙың номер фонды 6443 кешегә иҫәпләнгән 3641 номерҙы тәшкил итә[48]. Баш ҡала ҡунаҡханалары йылына уртаса 60-70 процентҡа тула[49].

2022 йылда туристик хеҙмәт күрһәтеү 11,6 миллиард һум тәшкил итә (2021 йыл менән сағыштырғанда 26,9 процентҡа күберәк). 2015 йылда Өфөгә 650 мең кеше килһә, 2016 йылда был һан бер миллион самаһы була[50]. 2022 йылда ул ике миллионадан ашып китә, ә 2023 йылда тағы ла 20 процентҡа арта[51].

Тәбиғәт парктарын 2022 йылда 204,4 кеше ҡарай, был 2021 йыл менән сағыштырғанда 47,6 процентҡа күберәк[52].

Һуңғы йылдарҙа экотуризм, этнотуризм, круиз туризмы, автотуризм, медицина, социаль һәм балалар туризмына ҙур иғтибар бирелә. Быны тормошҡа ашырыу өсөн туристик-рекреацион кластерҙар, яңы туристик маршруттар һәм инфраструктура объекттары төҙөлә.

2022 йылда Бөрйән районыныда «Шүлгәнташ» музей комплексы — илдә ҡаяға һүрәт төшөрөү сәнғәтенең иң ҙур музейы асыла[53], ул туристик Мәккә булыуға дәғүә итә. Музей — «Бөрйән» туристик-рекреацион кластерының тиҫтәләгән объектының береһе генә. Дөйөм алғанда кластер Бөрйән, Күгәрсен, Көйөргәҙе райондарын үҙ эсенә ала. Шулай уҡ Көньяҡ Уралда беренсе Бөтә Рәсәй ҡаялағы һүрәттәрҙе өйрәнеү үҙәге фәнни базаһы асыла.

2023 йылда Шишмә районында киң күләмле объект — Түрәхан кәшәнәһе эргәһендә Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейы төҙөлә башлай. Мәләүез районында Воскресенка ауылында «Воскресенка заводы» арт-үҙәген төҙөкләндереү тамамлана һәм ул тиҙҙән сәнәғәт туризмы үҙәгенең береһе булыуы ихтимал[53].

Туризм өлкәһенә инвесторҙар йәлеп итеү өсөн бизнесты отелдәр төҙөү һәм реконструкциялау тармағында льготалы кредитлау, шулай уҡ эшҡыуарҙарға кредит каникулдары биреү программаһы эшләй.

2022 йылдың авгусында 2035 йылға тиклем Туризмды үҫтереү стратегияһы раҫлана. Фаразлауҙар буйынса, 2025 йылға республикала туриндустрия күләме 16,8 миллиард һумға етергә, ә ошо ваҡытта 5 миллион турист килергә тейешк[54].

Транспорт

Башҡортостан аша М5 «Урал», М7 «Волга» автомагистралдәре, Р240 Өфө — Ырымбур, Өфө — Бөрө — Яңауыл, Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск, Бөрө — Таҫтүбә — Һатҡы, Өфө — Инйәр — Белорет, Сермән — Баймаҡ — Акъяр — Орск, Белорет — Учалы — Миәсс һәм Мәләүез — Магнитогорск автоюлдары үтә[55].

Өфө ҡалаһында төбәктең иң ҙур аэропорты урынлашҡан. Рәсәйҙең тиҫтәләрсә ҡалаһы, БДБ илдәре, шулай уҡ Греция, Ҡытай, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Төркиә һәм башҡа дәүләттәр менән һауа бәйләнеше булдырылған.

Республикала «Рәсәй тимер юлдары» яуаплылығы сикләнгән ширҡәтенең Куйбышев тимер юлдарының Башҡортостан төбәге эшләй, Горький һәм Көньяҡ Урал тимер юлдары тармаҡтары үтә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2021 йылда Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдереүенсә, Екатеринбургҡа тиклем Мәскәү-Ҡазан М-12 тиҙ йөрөшлө магистрале оҙайтылып, уның 200 километр самаһындағы участкаһы Башҡортостан аша үтәсәк[56].

Агросәнәғәт комплексы

Агросәнәғәт комплексы — республиканың бик мөһим тармаҡ-ара комплексы. Уға ауыл хужалығы, уны етештереү саралары менән тәьмин итеүсе, ауыл хужалығына һәм уның продукцияһын эшкәртеүсе сәнәғәткә хеҙмәт күрһәтеүсе (техника йүнәтеү, төҙөү һ. б. ш.), ауыл хужалығы сеймалын ташыу, әҙерләү, һаҡлау һәм эшкәртеүҙе ғәмәлгә ашырыусы тармаҡтар инә.

Башҡортостан — илдең эре ауыл хужалығы төбәге һәм аграр продукция етештереү буйынса лидерҙар иҫәбендә. Һуңғы 5 йылда агросәнәғәт комплексының тулайым продукция күләме 1,5 тапҡырға тиерлек артып, 2022 йылда 247 миллиард һум тәшкил итә (2021 йыл менән сағыштырғанда 54 миллиард һумға күберәк)[57].


Ҡаҙаныштары

  • 2019 йылда Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип таныла һәм Милли спорт премияһына лайыҡ була[58].

Әҙәбиәт

  • Ахмедов Р. О реках, озерах и травах. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1988.
  • Башкирия туристская. Путеводитель. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1985.
  • Башкортостан сегодня. — Өфө: «Слово» нәшриәте, 1996.
  • Вахитов Р. Ш. Пчелы и люди. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1992.
  • Животный мир Башкортостана. — Өфө: Башҡ. «Китап» нәшр., 1995.
  • Иванов В. М., Петров Е. М. Башкирский государственный заповедник. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1965.
  • Кострин К. В. Нефть и газ на карте нашей Родины. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1967.
  • Красная книга Башкирской АССР. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1987.
  • Кучеров Е. В. Календарь природы Башкирии. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1984.
  • Кучеров Е. В. и др. Памятники природы Башкирии. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1974.
  • Кучеров Е. В., Мулдашев А. А., Галеева А. Х. Ботанические памятники природы. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1990.
  • Кучеров Е. В. По Южному Уралу. Путевые заметки биолога-натуралиста. — Өфө: «Слово» нәшриәте, 1996.
  • Марушин В. А. Вместе весело шагать. Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1988.
  • Марушин В. А. Где отдыхать уфимцам. Пять путешествий по реке Инзер. — Өфө: «Нур» нәшриәте, 1998.
  • Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Куршаков С. В. Экология Башкортостана. Учебник для средней школы. — Өфө: Китап, 1999.
  • Павлов Б. Покушение на заветное. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1992.
  • Подземные дворцы Башкирии. Фотоальбом. — М.: Планета, 1984.
  • Попов Г. В. Леса Башкирии (их прошлое, настоящее и будущее). — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1980.
  • Природные ресурсы Башкирии и их охрана. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1975.
  • Путеводитель по Каповой пещере. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1969.
  • Рахимкулов М. Любовь моя — Башкирия. Литературно-краеведческие очерки. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1985.
  • Ремезов Н. В. Быль в сказочной стране. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1986.
  • Рычков П. И. Топография Оренбургской губернии. — Өфө: Китап, 1999.
  • Сидоров В. В. Исследователи края Башкирского. Век XVIII. — Өфө: Китап, 1997.
  • Словарь топонимов Башкирской АССР. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1980.
  • Фаткуллин Р. А. Природные ресурсы РБ и рациональное их использо-вание. — Өфө: Китап, 1996.
  • Хәйретдинов А. Ф. Рукотворные леса. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1984.
  • Хакимов Р. Г. Здесь Азия встречается с Европой. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1967.
  • Хисматов М. Ф. Башкирия моя. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1987.
  • Шакуров Р. 3. По следам географических названий. — Өфө: Башҡ. китап нәшр., 1986.

Иҫкәрмәләр

  1. Постановление Учредительного Курултая Башкурдистана (рус.)
  2. Касимов С. Ф. Ахметзаки Валидов и образование автономии башкирского народа (рус.)
  3. Переговоры Башкирского правительства с представителями Советской республики завершились подписанием 20 марта 1919 года Соглашение центральной Советской власти с Башкирским Правительством о Советской Автономной Башкирии|Соглашения Российского рабоче-крестьянского правительства с Башкирским правительством о советской автономии Башкирии. В результате республика Башкурдистан была преобразована в Советскую Автономную Социалистическую Республику — Башкирскую АССР

    Еникеев З. И., Еникеев А. З. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — С. 417. — 432 с. — ISBN 978-5-295-04258-4.

  4. В период с 3 (4) февраля 1918 года по 3 (4) апреля 1918 года члены Башкирского Правительства находились под арестом в Оренбурге.
  5. Пять аргументов в пользу суверенитета 2012 йылдың 19 ғинуар көнөндә архивланған. (рус.)
  6. Декларация о государственном суверенитете 2008 йылдың 14 октябрь көнөндә архивланған. (рус.)
  7. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2016 года и в среднем за 2015 год. Дата обращения: 27 март 2016. Архивировано 27 март 2016 года.
  8. Валовой региональный продукт по субъектам Российской Федерации в 1998-2010гг. (xls). Росстат.
  9. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/europe
  10. Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы. 5-се ст., 1,2 -се пп.
  11. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы. 1-се бүлек, 1-се глава, 1-се статья
  12. Указ Президента РФ от 13 мая 2000 г. N 849 «О полномочном представителе Президента Российской Федерации в федеральном округе»
  13. ДӘҮЛӘТ ҠОРОЛОШО 2020 йылдың 19 октябрь көнөндә архивланған.
  14. ЗАКОН Башкирской ССР от 25.02.92 N ВС-10/12 ОБ ИЗМЕНЕНИИ НАИМЕНОВАНИЯ ГОСУДАРСТВА БАШКИРСКАЯ СОВЕТСКАЯ СОЦИАЛИСТИЧЕСКАЯ РЕСПУБЛИКА 2016 йылдың 30 июнь көнөндә архивланған.
  15. Конституция. Дата обращения: 1 август 2018. Архивировано из оригинала 1 август 2018 года.
  16. Ю. А. Дмитриев. Конституция Российской Федерации: Доктринальный комментарий. — М.: Деловой двор, 2009.
  17. Парламентарии Башкирии приняли Закон «О Главе Республики Башкортостан». ИА «Башинформ» (25 декабрь 2014). Дата обращения: 8 ғинуар 2015. Архивировано из оригинала 9 ғинуар 2015 года.
  18. Федеральный конституционный закон «О Правительстве Российской Федерации» 2009 йылдың 17 август көнөндә архивланған. kremlin.ru 17 декабря 1997
  19. Азат Гиззатуллин. Председателем Госсобрания Башкирии вновь избран Константин Толкачев. bashinform.ru (5 октябрь 2023). Дата обращения: 5 октябрь 2023.
  20. Конституция Республики Башкортостан от 24 декабря 1993 г. № ВС-22/15 / Глава 1. Основы конституционного строя Республики Башкортостан (ст.ст. 1-16). constitution.garant.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  21. Об административно-территориальном устройстве Республики Башкортостан (с изменениями на 5 марта 2019 года), Закон Республики Башкортостан от 20 апреля 2005 года №178-з. docs.cntd.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  22. ОБ УТВЕРЖДЕНИИ РЕЕСТРА АДМИНИСТРАТИВНО-ТЕРРИТОРИАЛЬНЫХ ЕДИНИЦ И НАСЕЛЕННЫХ ПУНКТОВ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН (с изменениями на: 09.02.2015), Постановление Правительства Республики Башкортостан от 29 декабря 2006 года №391. docs.cntd.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  23. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан по итогам Всероссийской переписи населения 2020 года. https://02.rosstat.gov.ru/. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан (август 2022).
  24. Число муниципальных образований по субъектам Российской Федерации на 1 января 2018 года. Росстат (2016).
  25. Краткие итоги Всероссийской переписи населения 2020 года по муниципальным районам и городским округам Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан (28 февраль 2023). Дата обращения: 7 февраль 2023.
  26. 26,0 26,1 Краткие итоги Всероссийской переписи населения 2020 года по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан (23 ғинуар 2023). Дата обращения: 7 февраль 2023.
  27. 4В Башкирии проживают представители 160 национальностей и 13 этнических групп. www.bashinform.ru. Дата обращения: 3 ғинуар 2022.
  28. О Республике. www.bashkortostan.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  29. Шайдуллина З.З. ОСОБО ОХРАНЯЕМЫЕ ПРИРОДНЫЕ ТЕРРИТОРИИ. Башкирская энциклопедия. Дата обращения: 25 июнь 2020.
  30. «Янган-Тау», геопарк
  31. 12 интересных мест, которые нужно посетить в геопарке «Торатау»
  32. 32,0 32,1 Событийный паспорт региона: Республика Башкортостан. 2022
  33. Сбер откроет офис исламского финансирования в Республике Башкортостан
  34. Топ-10 самых значимых событий в экономике Башкирии в 2022 году
  35. Бурханова Р.А. Сельское хозяйство. Башкирская энциклопедия. Дата обращения: 25 июнь 2020.
  36. Основные показатели сельского хозяйства по республикам, краям и областям // Сельское хозяйство СССР. Статистический сборник (1960). — Москва: Госстатиздат ЦСУ СССР, 1960. — С. 500. — 667 с. — 10 000 экз.
  37. 37,0 37,1 Госкомстат России. Растениеводство. 14.1 Посевные площади всех культур // Регионы России. Социально экономические показатели. 2002. — Москва, 2002. — С. 490. — 863 с. — 1600 экз. — ISBN 5-89476-108-5. Архивированная копия. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 19 апрель 2019 года.
  38. 38,0 38,1 Федеральная служба государственной статистики. Растениеводство. 14.5 Посевные площади сельскохозяйственных культур // Регионы России. Социально экономические показатели. 2016. — Москва, 2016. — С. 726. — 1326 с. — ISBN 978-5-89476-428-3.
  39. ПОСЕВНЫЕ ПЛОЩАДИ СЕЛЬСКОХОЗЯЙСТВЕННЫХ КУЛЬТУР ПО РЕСПУБЛИКЕ БАШКОРТОСТАН
  40. 40,0 40,1 Центральный банк Российской Федерации. www.cbr.ru. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  41. 41,0 41,1 Финансовый супермаркет Банки.ру. Банки.ру. Дата обращения: 29 декабрь 2019.
  42. Башкирия успешно развивает международную торговлю – Маргарита Болычева. bashinform.ru. — новость. Дата обращения: 28 май 2022.
  43. Шульган-Таш и шиш // Журнал «Эксперт-Урал», 28 февраля 2011 года
  44. Республика Башкортостан (туризм). Архивировано из оригинала 30 ғинуар 2016 года. // Межрегиональная туристская ассоциация «Приволжье»
  45. Башкирия в числе лидеров Национального туристического рейтинга по итогам 2022 года
  46. Постановление Правительства Башкортостана № 185 от 7 июня 2012 года о долгосрочной целевой программе «Развитие внутреннего и въездного туризма в Республике Башкортостан на 2012—2016 годы». Дата обращения: 29 декабрь 2019. Архивировано из оригинала 22 сентябрь 2016 года.
  47. Не нужен нам берег турецкий! Архивировано 2 июль 2014 года. // Наша Версия, 14 октября 2013 года
  48. Обзор СМИ республики с 27 июня по 3 июля // Regnum, 3 июля 2016 года
  49. «Анализ гостиничного рынка Республики Башкортостан и перспективы его развития». Гареев Р. Р. // Журнал «Молодой учёный». — 2015. — № 19. — С. 367—370
  50. Туристический поток в Уфе увеличивается, но инфраструктура оставляет желать лучшего // ГТРК Башкортостан, 5 августа 2016 года
  51. Башинформ
    ИА "Башинформ"
    Salavat Yulaev Panorama.jpg
    Мөхәррир Азат Гиззатуллин
    Веб-сайт bashinform.ru/news/social/2023-12-28/desyat-glavnyh-nagrad-bashkirii-v-2023-godu-3584042
    [[commons:Category:Логотип РУВИКИ.Медиа Bashkortostan на РУВИКИ.Медиа|Десять главных наград Башкирии в 2023 году]] Викимилектә
  52. Оборот туристической отрасли в Башкирии в 2022 году вырос на 27 %
  53. 53,0 53,1 шагов к узнаваемости в мире: самые значимые события Башкирии в сфере туризма в 2022 году
  54. В Башкирии создают новую инфраструктуру для развития туризма
  55. Р361 – «Магнитогорск - Сибай - Зилаир – Ира» | Автодороги России | Главная. Дата обращения: 24 февраль 2013. Архивировано 26 февраль 2013 года.
  56. Скоростная автомагистраль Казань-Екатеринбург пройдёт через Башкортостан
  57. Ударная пятилетка: каких экономических успехов добилась Башкирия за 5 последних лет
  58. Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 13 декабрь (Тикшерелеү көнө: 13 декабрь 2019)

Һылтанмалар