Ҡыйғы районы

Ҡыйғы районы (рус. Кигинский район) – Башҡортостан Республикаһындағы муниципаль район. Административ үҙәге – Үрге Ҡыйғы ауылы. Районда 21 мең 239 кеше йәшәй.

БР‑ҙың төньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Мәсетле, төньяҡ‑көнсығышта — Балаҡатай р‑ндары, көньяҡ‑ көнсығышта — Силәбе өлк., көньяҡ‑ көнбайышта — Салауат, көнбайышта Дыуан районы менән сиктәш. 1930 й. 20 авг. Үрге Ҡыйғы р‑ны булараҡ ойошторола, район составына Мәсәғүт кантоны улустары инә, 1933 й. 20 сент. хәҙ. исемен йөрөтә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Салауат р‑ны составына индерелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан ойошторола.

Майҙаны — 1688 км2. Адм. үҙәге — Үрге Ҡыйғы а., Өфөнән төньяҡ‑көнсығышҡа 294 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) төньяҡ‑көнбайышҡа табан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 27,9; 1959 — 22,7; 1989 — 18,9; 2002 — 19,8; 2010 — 19,1. Милли составы: татарҙар — 52,0%, башҡорттар — 41,3%, урыҫтар — 5,2%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 11,3 кеше/км². Районда 9 ауыл советы, 39 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Үрге Ҡыйғы (6,6 мең кеше), Түб. Ҡыйғы (1,4 мең), Ләүйылға (1,1 мең) ауылдары.

Рельефы Йүрүҙән‑Әй тигеҙлегенән, төньяҡта — яйла һымаҡ массивтарҙан, көньяҡ‑көнсығышта Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы көнбайыш битләүенең тау итәктәренән ғибәрәт. Район Йүрүҙән‑Сылва депрессияһы, көньяҡ‑көнсығышта — Башҡорт мегантиклинорийы сиктәрендә ята. Район терр‑яһында эзбизташ (Арыҫлан); ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы һәм ҡом (Йүкәлекүл); төҙөлөш ташы (Ҡуянай); ер аҫты һыуҙары (Ҡыйғы) ятҡылыҡтары бар. Климаты континенталь, уртаса һалҡын, дымлы. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 0,8°С, ғин. уртаса т‑ра –5,8°С, июлдә 17°С. Теҙмә ҡалҡыулыҡтар араһындағы уйпатлыҡтарҙа т‑ралар инверсияһы билдәләнгән. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 490 мм, йылы осорҙа 400 мм ашыу. Гидрографик селтәрҙе Алйылға ҡушылдығы м‑н Әй й. һәм Ләүйылға, Кесейек ҡушылдыҡтары м‑н Ҡыйғы й.; Абзай, Светлый һаҙлыҡтары һ.б. барлыҡҡа килтерә. Көлһыуланған ҡара тупраҡ, ҡараһыу һоро, аҡһыл һоро һәм һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Ҡайын, ҡара ылыҫлы‑киң япраҡлы, ҡарағай һәм ҡарағас урмандары таралған. Терр‑яһының 36,5%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман‑дала төрҙәренән тора. Ҡолмәт а. эргәһендәге Әй й. һыубаҫар туғайында заказник ойошторолған.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренеңмайҙаны 93,3 мең га (дөйөм майҙандың 55,1%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 43,1, сабынлыҡтар — 25,4, көтөүлектәр — 24,3; урмандар майҙаны — 53,4, ер өҫтөһыуҙары — 1,0. Район төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [колхоз, 5 АХПК, МУП, 10 ЯСЙ, 82 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, мал аҙығы культуралары, картуф үҫтереүгә, һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Йәшелсәселек, сусҡасылыҡ, йылҡысылыҡ, умартасылыҡүҫешкән. Район терр‑яһында урман хужалығы бар. “Ит традициялары” ЯСЙ, икмәк комб‑ты, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, МТС һ.б. эшләй. Район терр‑яһы буйлап Бөрө — Мәсәғүт — Һатҡы (Силәбе өлк.), Малаяҙ — Үрге Ҡыйғы — Яңы Балаҡатай — Үңкерҙе (Силәбе өлк.) автомобиль юлдары үтә. Төньяҡ‑көнсығыш иҡтисади төбәккәинә.

Районда ПУ, 25 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 12‑һе — урта мәктәп, ш. иҫ. Үрге Ҡыйғы лицейы №1, 26 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, сәнғәт мәктәбе, ДЮСШ, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто; үҙәк район һәм 2 участка дауаханалары, 25 фельдшер‑акушерлыҡ пункты; 28 клуб учреждениеһы, 22 китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, физкультура‑һауыҡтырыу комплексы бар. 2 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. “Наши Киги” гәз. сыға.

Билдәле шәхестәр

.ӘХМӘТОВ Сафа Әхмәт улы (11.1. 1935, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Алағуз ауылы.), инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (1976), проф. (1977). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1978), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы(1977). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1958). 1967 й. алып ӨНИ‑нең Салауат киске ф‑тында эшләй (1977 й. — химия‑технология процестары каф. мөдире). 1979 й. башлап БДУ‑ның аналитик химия һәм дөйөм химик технология каф. мөдире. 1981 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй (1991 й. тиклем нефть һәм газ технологияһы каф. мөдире), бер үк ваҡытта 1981—91 йй. СССР Нефтехимия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте министрлығының тармаҡ лаб. (Өфө) ғилми етәксеһе. ӘХМӘТОВ Мөхәмәтхәй Әхмәт улы (25.1.1942, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Алағуз ауылы. — 17.11.1995, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. канд. (1970). С.Ә.Әхмәтовтыңҡустыһы. БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1965—67 йй. Ҡыйғы р‑ны Алағуз урта мәктәбенең уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире. 1970 й. алып БДУ‑ла уҡыта

Халыҡ һаны

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Халыҡ һаны
1939[4]1959[5]1970[6]1979[7]1989[8]2002[9]
27 89622 74823 37520 65418 89919 825
20082009[10]2010[11]2012[12]2013[13]2014[14]
19 20219 13819 13718 91818 62018 286
2015[15]2016[16]2017[17]2018[18]20192021[19]
18 00717 58217 23517 02316 85616 905
5000
10 000
15 000
20 000
25 000
30 000
1970
2009
2015
2021

Ауыл биләмәләре һәм ауылдар

ОКАТО коды Ҡыйғы районы '
80 236 805 000 Абзай ауыл советы
80 236 805 001 Абзай
80 236 805 002 Алағуз
80 236 805 003 Мәсәк
80 236 810 000 Арыҫлан ауыл советы.
80 236 810 001 Арыҫлан
80 236 810 002 Әбдрәзәк
80 236 810 003 Аҫылғужа
80 236 810 005 Ҡолбаҡ
80 236 810 006 Сирбай
80 236 810 007 Туғыҙлы
80 236 810 008 Иҙрис
80 236 815 000 Үрге Ҡыйғы ауыл советы
80 236 815 001 Үрге Ҡыйғы
80 236 815 002 Кеҙетамаҡ
80 236 815 003 Юныс
80 236 815 004 Тёплый Ключ
80 236 820 000 Йыланлы ауыл советы
80 236 820 001 Йыланлы
80 236 820 002 Вәкийәр
80 236 820 003 Ҡолмәт
80 236 825 000 Душамбикә ауыл советы
80 236 825 001 Дүшәмбикә
80 236 825 002 Сағыр
80 236 825 003 Һарығул
80 236 825 004 Туҡай
80 236 830 000 Ибрай ауыл советы.
80 236 830 001 Ибрай
80 236 830 002 Яңы Мөхәмәт}}
80 236 830 003 Иҫке Мөхәмәт
80 236 830 004 Йүкәлекүл
80 236 830 005 Яуын
80 236 835 000 Кандаковка ауыл советы
80 236 835 001 Кандаковка
80 236 835 002 Первомайский
80 236 835 003 Солтан
80 236 835 004 Йосоп
80 236 840 000 Ләүйылға ауыл советы
80 236 840 001 Ләүйылға
80 236 840 002 Вязовка
80 236 840 003 Кесейек
80 236 840 004 Ҡурғаш
80 236 845 000 Түбәнге Ҡыйғы ауыл советы
80 236 845 001 Түбәнге Ҡыйғы
80 236 845 002 Игенселәр
80 236 845 003 Октябрь
80 236 845 004 Париж
80 236 845 005 Ураҡ

Ваҡиғалар

ДТП Кигинском районе с участием туристического автобуса из Удмуртии.jpeg

2025 йылдың 27 июль кисендә Башҡортостандың Ҡыйғы районында Удмуртиянан килгән туристик автобус аварияға эләкте. Туристик сәйәхәттән һуң Ижевск ҡалаһына ҡайтып барған 40 пассажирҙы ултыртҡан автобус юлдан канауға төшөп түңкәрелгән. Һөҙөмтәлә 20-нән ашыу кеше йәрәхәтләнде.

Ваҡиға урынына шунда уҡ ете ашығыс ярҙам машинаһы килеп етте. 15 зыян күреүсе Мәсәғүт район дауаханаһына оҙатылды, уларҙың һигеҙе дауаханала ҡалған. Икәүһенең хәле ауыр тип баһалана, ҡалғандары уртаса йәрәхәттәр алған. Пациенттарҙың күплеген иҫәпкә алып тағы ла алты табип һәм дүрт шәфҡәт туташы саҡырылған, әле улар зыян күреүселәрҙең бер өлөшөн Өфө дауаханаларына оҙатыу мәсьәләһен хәл итә. Ете зыян күреүсегә белгестәр тикшергәндән һуң амбулатор дауалау тәғәйенләнгән.

Шулай уҡ автобустың 11 пассажиры Ҡыйғы дауаханаһына оҙатылған. Уларҙың барыһына ла тикшерелгәндән һуң амбулатор дауаланырға кәңәш ителгән. Зыян күреүселәрҙе дауаханаларға килтереү дауам итә.

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин был хәлде шәхсән үҙе күҙәтеп барыуы хаҡында белдерҙе. Зыян күрмәгән туристар өсөн Үрге Ҡыйғы ауылында ваҡытлыса урынлаштырыу пункты ойошторола, унда медицина хеҙмәткәре дежур итә[20]

Иҫкәрмәләр

  1. Республикала тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ район башлығы итеп тәғәйенләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2020, 21 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 21 ғинуар 2020)
  2. И. о. министра предпринимательства и туризма Башкирии назначена Зухра Гордиенко. ИА «Башинформ», 13 мая 2024 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 13 май 2024)
  3. Башҡорт энциклопедияһы — Ғатауллин Раил Рәфҡәт улы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 2 март 2019)
  4. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
  5. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
  6. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
  7. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
  8. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
  9. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более.
  10. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года.
  11. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан.
  12. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года.
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов).
  14. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года.
  15. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года.
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года.
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года.
  18. http://www.gks.ru/free_doc/doc_2018/bul_dr/mun_obr2018.rar.
  19. Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более.
  20. Дарья Субботина. В Башкирии в ДТП с автобусом пострадали более 20 человек. Башинформ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 июль 2025.

Тема буйынса өҫтәмә