Балтас районы
Балтас районы | |
Флаг | |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Майҙаны |
|
Дәүләт | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
Административ үҙәк | Иҫке Балтас[1] |
Сиктәш | Асҡын районы, Ҡариҙел районы, Тәтешле районы, Мишкә районы и Борай районы |
Рәсми сайт | baltachmr.ru |
Сәғәт бүлкәте | UTC+5:00[d] |
Атамаһы |
Иҫке Балтас районы рус. Старобалтачевский район Балтас районы рус. Балтачевский район |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 102 метр |
Халыҡ һаны | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Балтас районы (рус. Балтачевский район) — Башҡортостандағы муниципаль район. Административ үҙәге — Иҫке Балтас ауылы. Майҙаны — 1598 квадрат километр.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Район Башҡортостан Республикаһының төньяғында, Өфөнән төньяҡҡа 220 км һәм Көйәҙе тимер юл станцияһынан (Пермь крайы) көньяҡ-көнсығышҡа табан 70 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Көнсығышта — Ҡариҙел һәм Асҡын, көнбайышта Борай, көньяҡта — Мишкә һәм төньяҡта — Тәтешле райондары менән сиктәш.
Символикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡыҫҡаса тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1930 йылдың 20 авгусында Иҫке Балтас районы булараҡ ойошторола, район составына Бөрө кантоны улустары инә, 1933 йылдың 20 сентябренән хәҙерге исемен йөрөтә. 1963 йылдың 1 февралендә бөтөрөлә, биләмәһе Борай районы составына индерелә. 1965 йылдың 4 ноябрендә яңынан ойошторола.
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
• Вәлинурова Лилиә Сабих ҡыҙы (29.05.1958), иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Рәсәй Федерацияһының (2010) һәм Башҡортостан Республикаһының (2006) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
• Вәлиуллин Ҡәҙим Барый улы (24.10.1930), тарихсы-ғалим, юғары мәктәп ветераны. Тарих фәндәре докторы (1995), профессор (1996). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006).
• Ғаянов Илдар Ихсан улы (19.03.1957) — рәссам, график. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004). Һәйтәк ауылынан.
• Ғәлләмов Наил Хафиз улы (12.04.1958), музыкант-педагог, Балтас балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
• Калитов Георгий Ғәйниәхмәт улы (7.09.1952) — Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2012), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1987), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1995)[3].
• Порсев Михаил Владимирович (2.11.1923—6.10.2005), хеҙмәт алдынғыһы, 1940—1985 йылдарҙа «Златоуст машиналар эшләү заводы» берекмәһенең слесарь‑лекалолар яһаусыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1977). Покровка ауылынан (хәҙер бөткән).
• Саяпов Тимер Шәймөхәмәт улы (31.03.1914—17.07.2011), тарихсы-ғалим, совет комсомол, партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Тарих фәндәре кандидаты (1969). Башҡорт АССР-ының 2—4-се һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1965 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975). Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1949, 1971) кавалеры. Үрге Ҡарыш ауылынан.
• Хәмәев Вәғиз Хәмәй улы (24.11.1938—25.04.2003), ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1982), профессор (1983). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1983). Көнтүгеш ауылынан[4].
• Шакиров Үлмәҫ Шакир улы (20.12.1923—20.08.1998), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1944). Аҫау ауылынан.
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 15,5 кеше/ км². Районда 15 ауыл Советы, 79 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Иҫке Балтас (5,6 мең кеше), Һәйтәк (0,7 мең), Көндәшле (0,6 мең) ауылдары.
- Милли составы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ һанын иҫәпкә алыу мәғлүмәттәре буйынса: башҡорттар — 51,1 %, татарҙар — 31,2 %, мариҙар — 12,6 %, урыҫтар — 2,5 %, удмурттар — 2,3 %, башка — 0,3 %[5].
- Халыҡ һаны
Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 49,1; 1959 — 39,3; 1989 — 24,9; 2002 — 24,7; 2010 — 21,6.
Халыҡ иҫәбе | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
2002[6] | 2008[7] | 2009[8] | 2010[9] | 2012[10] | 2013[11] | 2014[12] | 2015[13] |
24 695 | ↘23 569 | ↘23 345 | ↘21 623 | ↘20 889 | ↘20 385 | ↘19 791 | ↘19 521 |
2016[14] | |||||||
↘19 217 |
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
Халыҡ иҫәбе | ||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
2002[6] | 2008[7] | 2009[8] | 2010[9] | 2012[10] | 2013[11] | 2014[12] | 2015[13] | 2016[14] |
24 695 | ↘23 569 | ↘23 345 | ↘21 623 | ↘20 889 | ↘20 385 | ↘19 791 | ↘19 521 | ↘19 217 |
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Калитов Георгий Ғәйниәхмәт улы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 26 август 2017)
- ↑ Башкирская энциклопедия — Хамаев Вагиз Хамаевич 2019 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2018)
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
- ↑ 6,0 6,1 Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ 7,0 7,1 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
- ↑ 8,0 8,1 Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ 9,0 9,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ 10,0 10,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ 11,0 11,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ 12,0 12,1 Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ 13,0 13,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ 14,0 14,1 Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям . Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡорт энциклопедияһы — Балтас районы 2020 йылдың 11 апрель көнөндә архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 апрель 2020)
Был — Балтас районы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |