Текән
Текән | |
Текән | |
Административ-территориаль берәмек | Шауъяҙы ауыл советы, Балтас районы, Бөрө кантоны и Бөрө өйәҙе |
---|---|
Дәүләт | |
Уникальный номер ГАР | b19c06f0-b5b5-4049-b999-36b20d4034d9 |
Почта индексы | 452987 |
Рәсми атамаһы | Текән |
Халыҡ һаны | |
Код КЛАДР | 0200800007100 |
Текән (рус. Тыканово; шулай уҡ Төкән, Тикән, Дүкән) — Башҡортостан Республикаһының Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 96 кеше[2]. Почта индексы — 452987, ОКАТО коды — 80208841003.
Ауылға нигеҙ XVIII быуатта Ирәкте ырыуы башҡорттары тарафынан һалына.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡара-Табын башҡорт ҡәбиләһе араһында барлыҡҡа килгән Ирәкте ырыуы XV быуатта (Сулман бей заманында) хандарҙың үҙ-ара низағтары һөҙөмтәһендә һәм хәрби хеҙмәт үтәү өсөн Урал аръяғынан хәҙерге Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышына күсергә мәжбүр була. «Ирәкте» — «ирәк-ҡәлғә» һүҙенән, йәғни ҡәлғә һаҡларға бурыслы ырыу. Оҙаҡ ваҡыт ирәктеләр ҡара-табын һәм хатта әйлеләр менән дә туғанлыҡты онотмай, улар көнсығышта һәм башҡорт ерҙәренең көньяғында (әлеге Ырымбур өлкәһе) һәм көнбайышында (Татарстандың Мөслим районы) төпләнгән башҡа туғандары менән дә бәйләнеш тота. Хәрби хеҙмәттә йыш осрашып торған, үҙ шәжәрәһен яҡшы белгән башҡорттар туғанлыҡты һаҡлай ала. Быуаттар буйы хәрби халыҡ булып йәшәү рәүеше, тәрбиә үҙенсәлектәре ирәктеләрҙә көслө яугир һыҙаттары формалашыуға килтерә. Текән— Советтар Союзы Геройы Сәйетов Ғабдулхай Сәйет улының тыуған ауылы. Ул— Текән башҡорто Сәйетғәли Ғәлиәхмәтов улы[3].
Хәҙерге Балтас районы территорияһында Ирәктеләр тарафынан Текән, Ҡанһөйәр (Түбәнге Ҡанһөйәр), Сурапан ауылдарына нигеҙ һалына, күрше Борай районында бер нисә ирәкте ауылы, Тәтешле районында, мәҫәлән, Иҫке Күрҙем, Аҡсәйет, Иҫке Соҡор, Хәмит (Яңғыҙнарат) һ.б. бар[4]
1795 йылда ауылда 12 йортта 52 башҡорт теркәлгән. 1859 йылдың X ревизияһына ярашлы, ауылда 43 йорт булған, бында 270 башҡорт йәшәгән[5] . 1920 йылда ауылда 642 кеше (115 йорт) йәшәгән[6].. File 1990 йылдар башына тиклем ауылда төп дөйөм белем биреү мәктәбе эшләгән.
Ауыл атамаһы, бәлки, башҡорт телендәге «төкөн» (берәй нимәнең аҙағы, бөтөүе, сик, рус."завершение, окончание, граница"), йәки боронғо төрки «тикән» (энә, сәнскеле ҡыуаҡлыҡ) һүҙенән килеп сыҡҡандыр, тип фаразлана. «Дүкән»- "тимерлек"тең боронғо исеме. ««Төкөн» (варианттары Өтөкөн, Өтөүкән һ.б.)- боронғо төркиҙәрҙә ырыу-йорт усағы илаһы, аллаһы [7][8] Түкән- «туҡ», «тулы кәүҙәле» (бала), рус.«карапуз».
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 96 | 45 | 51 | 46,9 | 53,1 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 29 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Шауъяҙы): 9 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 68 км
Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Үҙәк урам, (рус. Центральная (улица))
- Гагарин урамы, (рус. Гагарина (улица))
- Октябрь урамы, (рус. Октябрьская (улица))
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шакиров Йыһандар Таһир улы (23.06.1914—6.05.2006), умартасы-ғалим, педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1963—2000 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институты һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1966—1979 йылдарҙа үҙе ойошторған умартасылыҡ һәм зоология кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1995), биология фәндәре кандидаты (1967), доцент (1968). РСФСР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы (1985), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980), СССР-ҙың социалистик ауыл хужалығы отличнигы (1970).
- Сәйетов Ғабдулхай Сәйет улы (3.04.1924—27.07.2000), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкының взвод командиры ярҙамсыһы, сержант. Советтар Союзы Геройы (1945).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Саитов Габдулхай Саитович. Башкирская энциклопедия
- ↑ История башкирских родов. Ирэкте
- ↑ Тыканово. Башкирская энциклопедия
- ↑ А.Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий
- ↑ Древнетюркский словарь
- ↑ Г.Бухарова.Башкирские топонимы, связанные с культом древнетюркского божества огня Отукен
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Текән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 20 июнь 2019)
- Тыканово на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 июнь 2019)