Бейгилде (Балтас районы)

Бейгилде (рус. Бигильдино) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 232 кеше[2]. Почта индексы — 452991, ОКАТО коды — 80208834002.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 232 109 123 47,0 53,0

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (66 %) һәм татарҙар (33 %) йәшәй[3].

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 25 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Янбай): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 92 км

Ауыл тарихы

Бейгилде ауылы Танып улусы Үҙән-Танып түбәһе ерендә урынлашҡан. Ауыл 1730 йылда мишәрҙәр тарафынан нигеҙләнгән. Тәүге килеп төпләнеүсәләрҙең исемдәре билдәле: Бейгилде Әгелдин, Сермәк Исаев, Усман Ибраев аҫаба башҡорттарға йыл һайын 1 һум 20 тин күләмендә ҡуртым өсөн түләгән. 1748 йылда 4 хужалыҡта 29 ир-ат теркәлгән. 1816 йылда ауылда 15 йортта 120 кеше йәшәгән. 1834 йылда 31 йорт һәм 180 кеше булған. 1905 йылда ауылда мәсет һәм мәҙрәсә булған, 113 йортта 378 ир-ат һәм 320 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу 149 йортто, 326 ир-егетте һәм 347 ҡатын-ҡыҙҙы теркәгән.[4]

Бөгөнгө көндә ауылда башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.[5]

Ауыл урамдары

1. 8 март урамы (улица 8 Марта)

2. Комсомол урамы. (улица Комсомольская)

3. Космонавтар урамы (улица Космонавтов) ( улица )

4. Октябрь урамы (улица Октябрьская) ( улица )

5. Баҡса тыҡрағы (переулок Садовый) ( переулок )

6. Фрунзе урамы (улица Фрунзе) ( улица )

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә