Түбәнге Ҡанһөйәр

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Түбәнге Ҡанһөйәр
56°00′41″ с. ш. 55°45′40″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Балтас районы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 452985
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 208 840 004
ОКТМО коды 80 608 440 116

Түбәнге Ҡанһөйәр (Рәсәй)
Түбәнге Ҡанһөйәр
Түбәнге Ҡанһөйәр (Башҡортостан Республикаһы)
Түбәнге Ҡанһөйәр

Түбәнге Ҡанһөйәр (рус. Нижнекансиярово) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 155 кеше[2]. Почта индексы — 452985, ОКАТО коды — 80208840004.

Ауылға Ирәкте ырыуы башҡорттары тарафынан XVIII быуатта элекке Таҙлар ырыуы ерҙәрендә нигеҙ һалынған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVIII быуаттың бер нисә тарихи документында Ирәкте улусы Ҡанһөйәр ауылы телгә алына. Ауылға Ирәкте ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған. Был улусҡа хәҙерге Балтас районынан Текән һәм Түбәнге Һикеяҙ, Сурапан ауылдары ингән, Ирәкте ауылдарының байтаҡ өлөшө— күрше Тәтешле (мәҫәлән, Иҫке Күрҙем, Яңғыҙ Нарат (Хәмит), Аҡсәйет, Иҫке Соҡор һ.б.) һәм Борай райондарында.

Ирәкте ырыуы (Ҡара Табын башҡорт ҡәбиләһе менән туғандаш, шулай уҡ улар араһында Тамьян, Бөрйәндәр һ.б. ҙа булған ) XV быуатта Чулман бей ваҡытында, өлөшләтә хандар араһындағы ыҙғыш- һуғыштар һөҙөмтәһендә һәм хәрби хеҙмәткә бәйле Урал аръяғынан хәҙерге Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышына күсергә мәжбүр була. Хәҙерге Балтас, Тәтешле районындағы ирәктеләргә үҙ ерҙәренең күпмелер өлөшөн Таҙлар ырыуы башҡорттары (мәҫәлән, бер өлөшөн Тәтешле районы Ҡайпан ауылы башҡорттары) бүлеп бирә. «Ирәк» — ҡәлғә, «ирәкте» — ҡәлғәне һаҡлаусы. Оҙаҡ ваҡыт ирәктеләр ҡара-табын һәм әйлеләр менән бәйләнештәр һаҡлай. Улар көнсығышта һәм башҡорт ерҙәренең көньяғында (хәҙерге Ырымбур өлкәһе) һәм көнбайышта (Татарстандың Мөслим районы) ҡалған башҡа туғандаш ырыуҙар менән дә бәйләнеш тота[3].

Быуаттар буйы хәрби йәшәү рәүеше арҡаһында ирәктеләр ҡыйыу яугир булып формалаша.

1795 йылда ауылда 107 кеше йәшәй (20 йорт). 1735 йылда ирәктеләр үҙ аҫаба ерҙәренә типтәрҙәргә килеп төпләнергә рөхсәт бирә. 1834—1858 йылдарҙа Түбәнге Ҡанһөйәрҙә тик башҡорттар ғына теркәлгән, ә типтәрҙәр яңы ауылға — Үрге Ҡанһөйәргә күсенә, унда шулай уҡ башҡорттар ҙа йәшәгән. Ер эшкәртеү менән көн күргән керҙәштәрҙең ауылдан- ауылға күсенеүе ерҙең уңдырышлығы тиҙ кәмеүе менән бәйле (8-10 йылда). Улар башҡорттар менән элек төҙөгән килешеүҙән баш тартып, икенсе ауылдағы аҫаба башғорттар менән килешеү төҙөргә мәжбүр булғандар. XVIII быуат аҙағында иҫке ауылдың исеме Түбәнге Ҡанһөйәр тип яҙылған, 1834 йылда Түбәнге Ҡанһөйәрҙә 36 йортта 245 башҡорт йәшәгән[4].

Башҡорттар малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. Игенде бик әҙ сәскәндәр, уны малға алмаштырып, йәки һатып алыу файҙалыраҡ булған. 1843 йылда йән башына ауылда ни бары 3,5 бот ашлыҡ сәселгән.

1863 йылға тиклем Ҡанһөйәр ауылы халҡы 10-сы башҡорт кантонына ҡарай һәм Башҡорт ғәскәре составында хәрби хеҙмәт башҡарырға бурыслы була (сик һыҙығында хеҙмәт итеү, хәрби походтарҙа ҡатнашыу).

1920 йылда Түбәнге Ҡанһөйәрҙә 440 башҡорт (81 йорт) йәшәгән.

XX быуат аҙағына тиклем бында башланғыс мәктәп эшләй.

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡанһөйәр (Ҡанһөйәр, Ханһөйәр — антропоним), ауылға нигеҙ һалыусы кешенең исеме тип фаразлана. 58 йәшлек зауряд-яһауыл Рәхмәтулла Хәмит улы Ҡанһөйәров исеме 10-сы башҡорт кантонының формуляр исемлегендә күрһәтелгән. Ул ауылға нигеҙ һалыусы Ҡанһөйәр исемле кешенең ейәне. Рәхмәтулланың улдары — Ниғмәтулла, Әхмәтша, Ғәҙелша, Ғабдулла, Шаһингәрәй, Солтанғәли.

Ҡанһөйәрҙең тағы бер ейәне Ҡанһөйәров Зәйнулла Фәйзулла улы (1842 йылда уға 53 йәш була) 1812 йылда 10-сы башҡорт полкы составында Ватан һуғышында ҡатнаша. Зәйнулла Ҡанһөйәров «1812 йылдағы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы менән бүләкләнә. Был яугир биш тапҡыр Ырымбур сик буйы һыҙығында хеҙмәт итә. Улдары: Шәрәфетдин, Нәғрәзетдин, Ғилмалетдин.

Ҡанһөйәр ауылы кешеһе зауряд-яһауыл Фәтҡулла Рыҫҡол улы Рысаев (1790 йылда тыуған), 1812 йылда 5-се башҡорт полкы менән француз ғәскәрҙәренә ҡаршы походтарҙа була. Фәтҡулла Рысаев «1812 йылдағы һуғыш иҫтәлегенә» көмөш миҙалы менән бүләкләнә.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 155 81 74 52,3 47,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 21 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Тусыбай): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 92 км

Урамдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кооператив урамы
  • Йылға урамы
  • Үҙәк урам

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]