Мишәр (Балтас районы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мишәр
56°03′49″ с. ш. 55°58′14″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Балтас районы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 452986
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 208 837 004
ОКТМО коды 80 608 437 116
Показать/скрыть карты
Мишәр (Балтас районы) (Рәсәй)
Мишәр
Мишәр (Балтас районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Мишәр

Мишәр (рус. Мищерово) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 164 кеше[2]. Почта индексы — 452986, ОКАТО коды — 80208837004.

Ауылға нигеҙҙе XVII быуат аҙағы-XVIII быуат баштарында Кыр Танып ырыуы (Ҡара Табын ҡәбиләһе) башҡорттары үҙ ерҙәрендә һалған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға нигеҙҙе Ҡыр Танып ырыуы башҡорттары (Ҡара Табын ҡәбиләһе) үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған.

Ауылдың исеме был ауылда беренсе булып төпләнгән Мишәр антропонимынан килеп сыҡҡан, Мишәр- аҫаба башҡорт кешеһе булған. 1733 йылда был ауылға типтәрҙәр индерелә, ә бишенсе ревизияға тиклем (1795) — мишәрҙәр килә[3].

1795 йылда ауылда 67 аҫаба башҡорт, 31 типтәр, 10 мишәр йәшәгән. 1816 йылда ревизияла 78 башҡорт, 60 типтәр, 19 мишәр теркәлгән.

1836 йылда бында 105 башҡорт, 91 типтәр, 29 мишәр йәшәгән. 1859 йылда, X ревизияһына ярашлы, ауылда 199 башҡорт һәм 220 мишәр һәм типтәр йәшәгән[3].

1843 йылда 105 башҡортҡа ни бары 480 бот ҡышлау һәм 904 яҙғы һабан икмәк сәселә. Башҡорттар башлыса малсылыҡ менән (ат, һыйыр, һарыҡ, кәзә тотҡандар), умартасылыҡ һәм солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән.

1906 йылда ауылда 484 кеше йәшәй, 1920 йылда — 470 кеше. Ауыл күп милләтле булып ҡала.

XIX быуат аҙағынан ағас мәсет янында мәҙрәсә эшләгән.

2000 йылдар башына тиклем ауылда башланғыс мәктәп булған.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 164 84 80 51,2 48,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 7 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Тушҡыр): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 73 км

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урамдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кооператив урамы

Яр буйы урамы

Фрунзе урамы

Чапаев урамы

Көньяҡ (тыҡрыҡ)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]