Мәнәгәҙ

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Мәнәгәҙ
56°05′31″ с. ш. 56°02′07″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Башҡортостан
Муниципаль район Балтас районы
Тарихы һәм географияһы
Сәғәт бүлкәте UTC+6:00
Халҡы
Халҡы
Һанлы идентификаторҙар
Почта индексы 452986
Автомобиль коды 02, 102
ОКАТО коды 80 208 837 003
ОКТМО коды 80 608 437 111
Показать/скрыть карты
Мәнәгәҙ (Рәсәй)
Мәнәгәҙ
Мәнәгәҙ (Башҡортостан Республикаһы)
Мәнәгәҙ

Мәнәгәҙ (рус. Манагазово) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 87 кеше[2]. Почта индексы — 452986, ОКАТО коды — 80208837003.

Ауылға нигеҙҙе яҡынса XVIII тирәһендә үҙ ерҙәрендә Ҡыр Танып ырыуы (Ҡара Табын ҡәбилһе) башҡорттары һалған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауылға XVIII быуат тирәһендә Ҡыр Танып ырыуы (Ҡара Табын ҡәбиләһе) башҡорттары нигеҙ һалған. Райондың иң боронғо башҡорт ауылдарының береһе, унда бик күп ерҙәргә хужа булған аҫаба башҡорттар йәшәгән. 1917 йылғы Октябрь революцияһына тиклем ауыл халҡы өйәҙҙең иң бай кешеләре рәтендә була, һуңыраҡ күптәр ауылдан һөрөлә, мөлкәте тартып алына.

1795 йылда бында 6 хужалыҡта 48 башҡорт иҫәпләнә. 1816 йылда ауылда 98 кеше (13 йорт) йәшәй, 1834—165, 1859 йылда — 227 кеше (36 йорт), 1906 йылда — 344 (54 йорт), 1920 йылда — 391 кеше (77 йорт).[3].

1846 йылда 165 кешенең һәр береһенә 7,6 бот иген (бөтәһе 1256 бот) сәселә.

Ауыл халҡы йылҡы, һыйыр, һарыҡ (115), кәзә (75) тотҡан, умартасылыҡ (22 умарта), солоҡсолоҡ (65 солоҡ) менән шөғөлләнгән[3].

1906 йылда ауылда тимерлек һәм мәсет булған.

«Мәнәгәз», «Мәнәгәҙ» йылғаһы исеменең мәғәнәһе ( мәнә+«гәҙ»- боронғо төрки, башҡорт телендәге үгеҙ, гәҙе, гәзе, ғазы- речка) [4].«Ман»- боронғо «тау» тигән һүҙ[5].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 87 48 39 55,2 44,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 12 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Тушҡыр): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 81 км

Урамдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Социалистик урам

Көньяҡ урам

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сабанов Валерий Александрович, Председатель правления Некоммерческого партнерства "Центр специальных программ безопасности и реабилитации ветеранов подразделений специального назначения «Касатка СН»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]