Иҫке Яҡшый

Иҫке Яҡшый (рус. Староякшеево) — Башҡортостандың Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 528 кеше[2]. Почта индексы — 452980, ОКАТО коды — 80208831002.

Тарихы

Ауыл тураһында мәғлүмәт XVIII быуаттың 30-сы йылдарынан алып осрай. Ауыл исеме уға танып ырыуы ерҙәрендә нигеҙ һалған ошо ырыу башҡорто Яҡшый Ҡопландин исеменә бәйле. Бында 1730-сы йылдарҙан мәсет булған тигән мәғлүмәт тә осрай. Документтарҙа Яҡшый ауылы мәсете 1759 йылдан иҫке алына.(дауамы бар)

Халыҡ риәүәйәттәре

Яҡшый ауылы халҡы әүәлдән бик уңған халыҡ. Шуға күрә улар тураһында: «Яҡшый кешеһе йоҡлағанда уның бер күҙе генә йоҡлай, икенсеһе һаҡта тора»,- тиҙәр.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 528 259 269 49,1 50,9

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 72 км

Билдәле шәхестәре

  • Вәлинурова Лилиә Сабих ҡыҙы (29.05.1958), иҡтисадсы-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Иҡтисад фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Рәсәй Федерацияһының (2010) һәм Башҡортостан Республикаһының (2006) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
  • Асҡарова Заһира Фатхулла ҡыҙы- медицина фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт медицина университеты профессоры
  • Вафин Мэлс Ғәҙел улы (1947), рәссам, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре (1995).

Һылтанмалар

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар