Уразай (Балтас районы)

Уразай (рус. Уразаево) — Башҡортостан Республикаһының Балтас районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 420 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80208834006.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 420 202 218 48,1 51,9

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек татарҙар (55 %) һәм башҡорттар (44 %) йәшәй.[3].

Географик урыны

Ар һәм Ҡуш йылғалары ҡушылған урында урынлашҡан.[4]

  • Район үҙәгенә тиклем (Иҫке Балтас): 19 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Янбай): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйөҙе): 86 км

Тарихы

Уҫы даруғаһы Ҡыр‑Танып улусындағы, Ҡошсо йылғаһының Ар йылғаһына ҡойған урынындағы башҡорт ауылы Уразайға 1702 йылда батша рөхсәте менән мишәрҙәр килеп төпләнгән ("по оберегательной грамоте"). 1813 йылда ауылда йәшәгән аҫаба башҡорт Шығай Тәнәкәйев (тамғаһы күрһәтелгән) менән Дәүәнәй Ҡаныбәков (тамғаһы бар) ошо уҡ ауыл аҫаба башҡорто Боҫҡон Уразаевтан 10 һум аҡса алып торған.(Материалы по истории Башкирской АССР, т.3, с.103).

1742 йылда ауылдағы 140 мишәр 27 йортта йәшәгән. 1816 йылда 77 йортта 233 мишәр ир-аты күрһәтелгән. 1834 йылда 119 йортта 751 кеше йәшәгән. 1859 йылғы ревизия ваҡытында бында 1128 кеше (210 йорт) йәшәгән.


Ауылға XIX быуат башында типтәрҙәр килеп ултыра. Х ревизияла 312 ихата-хужалыҡта 1128 кеше теркәлгән. 1905 йылда 1954 кеше (312 йортта) йәшәгән. Ауылда 3 тимерлек, 2 тирмән, 2 бакалея лавкаһы, 2 мәсет, мәҙрәсә булған [5].

Хәҙерге ваҡытта ауылда урта мәктәп, ауыл мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, кибеттәр эшләй.

Ауыл урамдары исемдәре

  1. Һаҙлыҡ урамы (Болотная ( улица ))
  2. Йылға буйы урамы (Заречная ( улица ))
  3. Ҡошсо урамы (Кушчы ( улица ))
  4. Урман ауылы (Лесная ( улица ))
  5. Йәштәр урамы (Молодежная ( улица ))
  6. Фрунзе урамы (Фрунзе ( улица ))
  7. Үҙәк урам (Центральная ( улица ))
  8. Мәктәп урамы (Школьная ( улица )).[6]

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 август 2014. Архивировано 20 октябрь 2013 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.206
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 201. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Уразаево (деревня) Налоговый орган (код 0264):Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 29 по Республике Башкортостан
  7. 18 октября: 80 лет Курбановой Масиде Габдулловне 2018 йылдың 14 июнь көнөндә архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 октябрь 2018)

Әҙәбиәт

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә