Рус телендә хәҙерге ваҡытта киң таралыу алған журнал һүҙе француз теленәнПётр I хакимлек иткән замандарҙа килеп ингән. Сығышынан ҡарағанда, төп телдәге франц.journalpapier journal — «ежедневная газета» («көндәлек гәзит») һүҙ бәйләнешенән алынған, бындағы journal — «ежедневный» («көндәлек») — латин телендәгеdiurnalis һүҙенә барып тоташа[2].
Лексикологтар раҫлауынса, журналист һүҙен үҙенең «Рассуждение об обязанностях журналистов при изложении ими сочинений, предназначенное для поддержания свободы философии» исемле мәҡәләһендә тәүге тапҡыр Михаил Ломоносов ҡуллана[9]. Был хеҙмәт ҡултамғаһыҙ «Nouvelle bibliothèque germanique; ou, Histoire littéraire de l’Allemagne, de la Suisse, & des pays du Nord» журналының француз теленә (латинсанан) тәржемәһендә баҫылып сыға. Ҡиң ҡулланылышлы рус теленә иһә журналистика һүҙен, үрҙә әйтелгәнсә, Николай Алексеевич Полевой индерә[6].
Р.Х. тиклем 59 йылда Римдәгәзиттең киләсәк өсөн тәү өлгөһө (прообразы) сыға. Цезарҙың күрһәтмәһе буйынса, балсыҡ таҡтасыҡтарҙа «Acta diurna senatus ас populi» («Ежедневные протоколы сената и римского народа» — «Сенаттың һәм Рим халҡының көндәлек протоколдары») донъя күрә башлай. Ваҡыт үтеү менән улар ике йүнәлешкә бүленә. Форум бинаһына ҡуйылған «Acta senatus» баҫмаларында сенаттағы сығыштар тураһында хәбәр ителә. Был, бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда, элиталы, сифатлы гәзиттең тәү өлгөһө була. Артабан «Acta diurna populi romani» майҙандарҙа, баҙарҙарҙа ҡуйыла. Уларҙа ҡала яңылыҡтары яҡтыртыла. Был гәзиттең күсермәләре эшләнеүе тураһындағы мәғлүмәт баҫманың тиражы хаҡында фекер йөрөтөргә нигеҙ бирә. «Acta diurna» ҡыҫҡалыҡ, ыҡсымлыҡ һәм аңлайышлы булыуы менән айырылып тора, һәм, был йәһәттән ҡарағанда, уны тулыһынса хәҙерге замандың киң таралған һәм күмәк кеше өсөн тәғәйенләнгән гәзитенең тәү өлгөһө тип атарға була. «Acta diurna» өсөн материал йыйыусыларҙы ул ваҡытта диурналист тип йөрөткәндәр, уларҙы бар яҡлап та бөгөнгө репортёр хеҙмәтенә нигеҙ һалыусылыр тип нарыҡларға була. «Журналист» һүҙенең сығышын тарихи күҙлектән нәҡ шулай аңлатырға мөмкин[6] .
Фән булараҡ журналистика — йәмғиәттәге ғәмәли журналистиканы булдырыуҙы, уның менән идара итеүҙе, ижтимағи күренештәрҙең үҙгәреүенә уның тәьҫирен үҙ эсенә алған әҙәби (нәфис), культурологик, тарихи һәм башҡа дисциплиналар системаһы.
«Журналистика — … кеүек үк боронғо һөнәр, ҡыҫҡаһы, ул икенсе иң боронғо һөнәр» («Журналистика —профессия почти столь же древняя, как… словом, это вторая древнейшая профессия».
— Роберт Сильвестр, «Икенсе иң боронғо һөнәр» («Вторая древнейшая профессия»)
↑ 2,02,1Этимологический словарь русского языка / под ред. акад. Н. М. Шанского. — вып. 5. — М.: Московский университет, 1973. — Т. 1. — 304 с. — ISBN отсутствует.
↑Новый энциклопедический словарь. М.: Большая российская энциклопедия, 2005.
↑Большой энциклопедический словарь. М.: Большая российская энциклопедия, 2000.
↑Иллюстрированный энциклопедический словарь. М.: Большая российская энциклопедия, 1998.
↑ 6,06,16,2Олег Анатольевич Проскурин. Литературные скандалы пушкинской эпохи. — М., ОГИ, 2000. — 368 с. — (Материалы и исследования по истории русской культуры). — ISBN 5-900241-47-5.
↑ Григорий Владимирович Прутцков. Введение в мировую журналистику: антология: в 2 т. Т. 1. — М.: ОМЕГА-Л, ИМПЭ им. А. С. Грибоедова, 2003. — 416 с.
↑Прутцков Г. В. Введение в мировую журналистику: антология: в 2 т. Т. 2. — М.: ОМЕГА-Л, ИМПЭ им. А. С. Грибоедова, 2003. — 463 с. — ISBN 5-88774-073-6
↑Ломоносов М. В. Рассуждение об обязанностях журналистов при изложении ими сочинений, предназначенное для поддержания свободы философии // Nouvelle Bibliotheque Germanique ou Histoire literaire de l’Allemagne, de la Suisse et des Pays du Nord : журнал. — 1755. — Т. 6. — С. 343—366.
↑ 12,012,112,2Прохоров Е. П. Введение в теорию журналистики. — М.: Аспект Пресс, 2003. — 367 с.
↑Трыков В. П. Античная протожурналистика. — Минск: Энциклопедикс, 2003. — 168 с.
↑Куле. К. СМИ в Древней Греции: сочинения, речи, разыскания, путешествия... / Пер. с франц. С.В. Кулланды.. — М.: Новое литературное обозрение, 2004. — 256 с. — ISBN 5-86793-307-5.
Тоффлер Э. Третья волна // Э. Тоффлер. — М. : Издательство АСТ, 2010. — 261 с.
Вульф Т., «Новая журналистика и Антология новой журналистики»[1].
Лепилкина О. И., Умнова Е. Ю., Зимин А. Е. Азбука журналистики: Учебное пособие для учащихся 10-11 классов общеобразовательных учреждений. — М.: Вентана-Граф, 2007. — 272 с.
Корконосенко С. Г. Основы журналистики: Учебник для студентов вузов // С. Г. Корконосенко. — 2-е изд., перераб. и доп. — М.: Аспект пресс. 2006. — ISBN 5-7567-0410-8
Свитич Л. Г. Введение в специальность: Профессия: журналист: Учебн. пособие для студентов вузов // Л. Г. Свитич. — 3-е изд. испр. и доп. — М.: Аспект Пресс, 2010. ISBN 978-5-7567-0602-4
Иваницкий В. Л. Основы бизнес-моделирования СМИ: Учебн. пособие для студентов вузов // В. Л. Иваницкий. — М.: Аспект Пресс, 2010. ISBN 978-5-7567-0576-8
Калмыков А. А., Коханова Л. А. «Интернет-журналистика.» М.: Юнити-дана 384 (2005): 7.
Прохоров Евгений Павлович Введение в теорию журналистики // М.: Аспект Пресс, 2003. — ISBN 5-7567-0299-7. — Тираж 5000 экз.