Хәбиров Радий Фәрит улы
Радий Фəрит улы Хəбиров (рус. Радий Фаритович Хабиров; 1964 йылдың 20 марты, Һайран, Башҡорт АССР-ы) — юрист-ғалим, Рәсәйҙең дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. 2019 йылдың 19 сентябренән Башҡортостан Республикаһы Башлығы (2018 йылдың 11 октябре — 2019 йылдың 19 сентябре — вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы)[2]. Рәсәй Федерацияһының 2-се класлы ғәмәлдәге дәүләт советнигы (2009 йылдың 7 майы)[3].
Юридик фәндәр кандидаты (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2008). Классик һәм грек-рим көрәше буйынса спорт мастерлығына кандидат. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы, 2019 йылдың 25 октябренән Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары[4].
Биографияһы
Педагогтар ғаиләһендә тыуған. Өс улдың кесеһе. Милләте — башҡорт[5]. Рус һәм башҡорт телдәренән тыш инглиз һәм төрөк телдәрендә иркен һөйләшә[6].
1981—1982 йылдарҙа — Ишембай транспорт машиналары эшләү заводында фрезерлаусы өйрәнсеге.
1982-1984 йылдарҙа — СССР Ҡораллы Көстәрендә саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәттә.
1984-1989 йылдарҙа — Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының юридик факультет студенты.
1986 йылда — студенттарҙың «Дуҫлыҡ» интернациональ төҙөлөш отряды командиры[7].
1989-1992 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының дәүләт хоҡуғы һәм совет төҙөлөшө кафедраһы ассистенты, студенттарҙың төп эшенән бушатылған профкомы рәйесе.
1992-1994 йылдарҙа — Билькент университеты магистранты, Анкара, Төркиә Республикаһы.
1994-1998 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университеты юридик факультетының өлкән уҡытыусыһы.
1998 йылда «Рәсәй Федерацияһында уңайлы тирә-яҡ мөхиткә хоҡуҡтың барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше» тигән темаға диссертация яҡлай һәм «юридик фәндәр кандидаты» ғилми дәрәжәһен ала[8].
1996-2002 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының юридик факультет деканы урынбаҫары, доцент.
2002-2003 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты директоры вазифаһын башҡарыусы, директоры.
Сәйәси эшмәкәрлеге
2003 йылдың сентябрендә Хәбиров, һаулыҡ торошо буйынса вазифаһынан киткән Илдар Ғимаевты алмаштырып, Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың Хакимиәтен етәкләй[9].
2008 йылдың июлендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе вазифаһын ҡалдыра. Килемен йәшергәне өсөн Хәбировҡа ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла, артабан ул «енәйәт ваҡиғаһы булмау сәбәпле» ябыла[10].
2008 йылдың 27 авгусы — 2008 йылдың декабре — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәтенең Эске сәйәсәт буйынса идаралығының сәйәси партиялар менән үҙ-ара эш итеү буйынса департаменты директоры.
2009 йылдан — 2016 йылдың сентябренә тиклем — РФ Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары. Идаралыҡтың бер нисә башлығы (Олег Говорун, Константин Костин, Олег Морозов, Татьяна Воронова) етәкселегендә эшләй. Президент Хакимиәтенең парламент менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре менән шөғөлләнә. 2016 йылда парламент һайлауҙарынан һуң китә.
2017 йылдың 24 ғинуарынан — 28 мартына тиклем — Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы башлығы вәкәләттәрен ваҡытлыса башҡарыусы[11].
2017 йылдың 28 мартынан — 2018 йылдың 11 октябренә тиклем Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы башлығы.
Башҡортостан Башлығы
2018 йылдың 11 октябренән — Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы[12].
Берҙәм тауыш биреү көнөндә, 2019 йылдың 8 сентябрендә, Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙың беренсе турында 82,02 процент һөҙөмтә менән Хәбиров еңеү яуланы. 2019 йылдың 19 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын башҡара башлай[13].
2020 йылдың 27 ғинуарынан 21 декабренә тиклем — Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы Президиумы ағзаһы[14].
2022 йылдың 20 мартында Радий Хәбиров ДНР башлығы Денис Пушилин менән осраша. Етәкселәр ДНР Һәм Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек тураһында коммюникеға ҡул ҡуя[15].
2024 йылдың июнендә «Берҙәм Рәсәй» тарафынан 2024 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостан Башлығы һайлауҙарына кандидат итеп күрһәтелә[16].
2024 йылдың 8 сентябрендә берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостандың ғәмәлдәге Башлығы Радий Хәбиров 80,21 процент тауыш йыйып, һайлауҙа еңеп сыға[2]. 12 сентябрҙә вазифаһын башҡара башлай[17].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- 1989-1990 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы студенттар профсоюздары лигаһы рәйесе.
- 2007-2008 йылдарҙа — Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе.
- 2017-2018 йылдарҙа — «Зоркий» спорт клубы президенты (Красногорск).
- 2020 йылда — Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советы президиумы ағзаһы.
- 2019 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Волейбол федерацияһының күҙәтеү советы ағзаһы.
- 2019 йылдан — «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе секретары.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2008).
- Почёт ордены (12.04.2012) — өлгәшкән хеҙмәт уңыштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн.
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (11.2014) — өлгәшкән хеҙмәт уңыштары, Рәсәй Федерацияһының социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне, гуманитар өлкәләге, законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен нығытыуҙағы ҡаҙаныштары, әүҙем закондар сығарыу һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[18].
- Ҡырым Республикаһының «Бурысына тоғролоҡ өсөн» ордены (13.03.2015) — батырлыҡ, патриотизм, әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлек, Ҡырым Республикаһының берҙәмлеген нығытыуға, үҫешенә һәм сәскә атыуына шәхси өлөш индергәне һәм Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыу көнөнә бәйле.
- Александр Невский ордены (10.09.2021) — Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[19].
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (7.11.2024)[20].
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте (2026) — Рәсәй Федерацияһында торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн[21].
- II дәрәжә «Ахьдз-Апша» ордены (Абхазия, 07.2026)[22].
Санкциялар
Ғаиләһе
Атаһы Хәбиров Фәрит Барый улы (1930—2003), педагог. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1986), РСФСР-ҙың атҡаҙанған һөнәри-техник белем биреү уҡытыусыһы (1991), Луначарский исемендәге премия лауреаты (1991).
Әсәһе Хәбирова Рәзиә Исхаҡ ҡыҙы (1933—2015), педагог. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, шулай уҡ Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1983). Ағалары — Рәмил һәм Ришат.
Беренсе ҡатыны — Лариса Лукьянова, 1987 йылдан 2013 йылға тиклем никахта торалар. Беренсе никахынан — ҡыҙҙары Светлана (1989 йылда тыуған) һәм Рита (1998 йылда тыуған).
Икенсе ҡатыны — Каринэ Аветисян, табип-стоматолог. Уртаҡ улдары — Фәрит (2017 йылда тыуған) һәм Тимербулат (2021 йылда тыуған). Каринэның беренсе никахынан улы шулай уҡ Хәбиров ғаиләһендә тәрбиәләнә[25].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Радий Хабиров: «Я — мусульманин, а дети мои — православные. Так вышло» — Реальное время. realnoevremya.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025.
- ↑ 1 2 Хабиров победил на выборах главы Башкирии. 17 ноябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 07.05.2009 г. № 520 «О присвоении классных чинов государственной гражданской службы Российской Федерации федеральным государственным гражданским служащим Администрации Президента Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. Архивировано 26 сентябрь 2019 года.
- ↑ Хабиров Радий Фаритович. Секретарь Башкортостанского регионального отделения Партии, Глава Республики Башкортостан. Единая Россия. Федеральный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Дмитрий Михайличенко, Николай Евдокимов. Транзит власти в Башкортостане: ситуация в регионе, первые шаги Радия Хабирова и вызовы для нового руководства республики. Агентство политических и экономических коммуникаций (29 октябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. Архивировано 9 июль 2021 года.
- ↑ Глава Башкирии рассказал, сколько языков он знает. Ufa.Aif.ru (29 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. Архивировано 24 сентябрь 2021 года.
- ↑ Махмутов Наиль. 20 лет спустя. — Уфа: Лето, 2006. — С. 14. — 184 с. — ISBN 5-87308-022-4.
- ↑ Становление и развитие права на благоприятную окружающую среду в Российской Федерации. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. Архивировано 15 ғинуар 2019 года.
- ↑ Гульчачак Ханнанова. Муртаза Рахимов укрепил свою администрацию юристом. Коммерсантъ (30 сентябрь 2003). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. Архивировано 8 июнь 2019 года.
- ↑ Закрыто дело бывшего главы администрации Рахимова. lenta.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025.
- ↑ Радий Хабиров назначен исполняющим обязанности главы Красногорского городского округа. Правительство Московской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. Архивировано 11 август 2019 года.
- ↑ Путин назначил новых глав Курской области и Башкирии. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. Архивировано 11 октябрь 2018 года.
- ↑ Хабиров по результатам обработки 100 % бюллетеней победил на выборах главы Башкирии. Interfax-Russia.ru (9 сентябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025.
- ↑ Распоряжение президента Российской Федерации от 27.01.2020 г. № 10-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. Архивировано 25 март 2020 года.
- ↑ ДНР и Башкортостан подписали документ о развитии сотрудничества. РИА Новости (20 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. Архивировано 20 март 2022 года.
- ↑ «Единая Россия» выдвинула Хабирова на выборы главы Башкирии. mkset.ru (4 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 июнь 2024.
- ↑ Инаугурация Радия Хабирова — прямая трансляция (12 сентябрь 2024). 12 сентябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 11 апреля 2014 года № 110-рп «О поощрении». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. Архивировано 11 сентябрь 2021 года.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 10 сентября 2021 года № 525 «О награждении государственными наградами Российской Федерации». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. Архивировано 11 сентябрь 2021 года.
- ↑ Лейла Аралбаева. Владимир Путин наградил Радия Хабирова за заслуги перед Отечеством. ИА «Башинформ» (7 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Галина Бахшиева. Радий Хабиров удостоен благодарности Президента России. ИА «Башинформ» (2 апрель 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Глава Башкортостана Радий Хабиров посетил Абхазию с рабочим визитом. obzor.io (2 июль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июль 2026.
- ↑ Радий Хабиров попал в санкционный список Великобритании. www.kommersant.ru (26 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025.
- ↑ Russia-related Designations and Designations Updates.
- ↑ Все что вы хотели знать о Радии Хабирове. UfaToDay (13 ноябрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 ноябрь 2025. Архивировано из оригинала 22 февраль 2019 года.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Хәбиров Радий Фәрит улы (Тикшерелеү көнө: 17 ноябрь 2025)
- ТАСС. Энциклопедия. Хабиров, Радий Фаритович. Глава Республики Башкортостан (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ноябрь 2025)
- Сайт «Bash.News». Более 8,5 тыс. обращений: итоги Прямой линии с Главой Башкирии 16 ноября 2025 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ноябрь 2025)
- Сайт «Дзен». Что сказал Радий Хабиров на Прямой линии-2025 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ноябрь 2025)