Башҡорт теле
| Башҡорт теле | |
|---|---|
| Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме | Башҡорт теле, Башҡортса |
| Илдәр | Рәсәй, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан[1] |
| Регионы | Башҡортостан Республикаһы, Силәбе өлкәһе, Ырымбур өлкәһе, Төмән өлкәһе, Свердловск өлкәһе, Ҡурған өлкәһе, Һамар өлкәһе, Һарытау өлкәһе, Пермь крайы, Татарстан Республикаһы, Удмурт Республикаһы һәм башҡалар |
| Рәсми статусы |
|
| Идара итеүсе ойошма | Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (РФА Өфө фәнни үҙәге) |
| Был телдә һөйләшеүселәр | яҡынса 1 млн. |
| Статусы | бирешеүсән[d] |
| Классификация | |
| Категория | Евразия телдәре |
|
Алтай телдәре (бәхәсле) |
|
| Әлифба | иҫке төрки, ғәрәп яҙыуы, яңалиф, латиница, кириллица, башҡорт алфавиты |
| Тел коды | |
| ГОСТ 7.75–97 | баш 086 |
| ISO 639-1 | ba |
| ISO 639-2 | bak |
| ISO 639-3 | bak |
| WALS | bsk |
| Atlas of the World’s Languages in Danger | 334 |
| Ethnologue | bak |
| IETF | ba |
| Glottolog | bash1264 |
Башҡорт теле ([bɪ q ' qɪrt tაנlა] (инф.), başqort tele; рус. башкирский язык) — Алтай телдәренең төрки тармағы ҡыпсаҡ төркөмөнөң Иҙел буйы ҡыпсаҡ төркөмсәһенә ҡарай. Башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле. Өс: көньяҡ, көнсығыш һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттары бар.
Лингвогеографияһы
Ареалы һәм һаны
Хәҙерге Башҡортостан Республикаһында, Силәбе, Ырымбур, Төмән, Свердловск, Ҡурған, Һамар, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында, Татарстан һәм Удмурт Республикаларында таралған[2].
| Төрлө халыҡтарҙың башҡорт телен белеүе (һаны 500 меңдән күберәк халыҡтар), 2020 йыл. | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
|
Башҡорт телендә һөйләшеүселәр донъяла 1,4 миллиондан ашыу иҫәпләнә[3]. 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, башҡорт телен 1 086 423 кеше белә, шуларҙан: 928 257 башҡорт, 103 024 татар, 36 316 урыҫ, 2 895 сыуаш, 2 754 мари, 1 094 ҡаҙаҡ, 2 547 удмурт, 937 үзбәк, 1 345 башҡа милләт кешеләре һәм 5 311 милләтен күрһәтмәгән кеше[4].
Социолингвистик мәғлүмәттәр
Башҡорт теле — Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле[5]. Башҡорт теленең (рус теле менән бер рәттән) дәүләт теле булараҡ юридик статусы тәүге тапҡыр Башревкомдың 1920 йылдың 24 мартындағы положениеһы (рус.)баш. менән билдәләнә[6]. Хәҙерге ваҡытта был положение Башҡортостан Республикаһы Конституцияһында нығытылған[7].
1918 йылдың ғинуарында Башҡорт Хөкүмәте автономиялы идаралыҡ тураһындағы положение проектының айырым параграфында эске автономиялы идаралыҡта һәм судта башҡорт теле рәсми тел булыуын билдәләй[8]. 1920 йылдың 24 мартында Башревком Башҡорт АССР-ы территорияһында башҡорт теленең дәүләт статусы тураһындағы положениены хуплай. Был ҡарар нигеҙендә Ревком пленумы 1920 йылдың 28 мартында республика биләмәһендә башҡорт һәм урыҫ телдәрен дәүләт телдәре итеп иғлан итә[9].
1921 йылдың 27 июнендә РКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты ҡабул иткән резолюцияла башҡорт телен дәүләт теле тип таныу һәм бөтә уҡыу һәм хәрби-уҡыу йорттарына башҡорт телен мотлаҡ уҡытыуҙы индереү тураһында әйтелә. 1921 йылдың 1—4 июлендә Советтарҙың II Бөтә башҡорт съезы була, ул башҡорт теленең республика территорияһында тулы хоҡуҡлы дәүләт теле булыуы тураһында иғлан итә. Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарарына ярашлы, бөтә хөкүмәт декреттары һәм бойороҡтары ике дәүләт телендә (башҡорт һәм урыҫ) сығарылырға тейеш була[10].
Башҡорт АССР-ының 1925 йылғы Конституцияһына ярашлы, «Башҡорт АССР-ында башҡорт һәм урыҫ телдәре — рәсми телдәр»[11].
Башҡорт теленең Башҡортостандағы рәсми статусы (рус.)баш. республиканың 1993 йылғы Конституцияһы менән нығытыла, әммә тик 1999 йылда ғына урындағы телдәр тураһында ҡанун ҡабул ителә[12]. 2000 йылдан төбәктәге дәүләт учреждениеларының алтаҡталарын башҡорт телендә яҙыу әүҙем башлана[12].
Башҡорт теле башланғыс һәм урта мәктәптә уҡытыу сараһы һәм өйрәнеү предметы, юғары уҡыу йорттарында гуманитар предметтарға уҡытыу сараһы булараҡ ҡулланыла һәм предмет булараҡ өйрәнелә.
1993 йылда Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының башҡорт телен мотлаҡ өйрәнеү тураһында бойороғо сыға: башҡорт һәм рус мәктәптәрендә башҡорт телен аҙнаһына 1 сәғәттән 8 сәғәткә тиклем, ә татар мәктәптәрендә — аҙнаһына 1 сәғәттән 2 сәғәткә тиклем өйрәнеү күҙаллана[12]. Бойороҡ күп һанлы ҡаршылыҡтар тыуҙыра һәм факультатив рәүештә генә үтәлә[12]. 1990-сы йылдарҙа башҡорт телен ҡулланыу ҡырҡа арта: 1996/1997 уҡыу йылында Башҡортостандың 878 мәктәбендә башҡорт телендә уҡытыу алып барыла, ә уҡытыу рус телендә булған 512 мәктәптә башҡорт кластары асыла[12].1993 йылдан 1997 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһында балаларҙы башҡорт телендә тәрбиәләү йәки башҡорт телен өйрәнеү менән мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары һаны 404-тән 478-гә тиклем арта[12]. 2006/07 уҡыу йылында республиканың бөтә мәктәптәрендә аҙнаһына 3 сәғәт башҡорт телен мотлаҡ өйрәнеү индерелә[12]. Һуңыраҡ берҙәм республика имтиханы формаһында башҡорт теле буйынса факультатив йомғаҡлау аттестацияһы билдәләнә, әммә уның Башҡортостанда популярлығы юғары түгел: әгәр 2008 йылда имтиханды 415 уҡыусы тапшырһа, 2012 йылда иһә — ни бары 180 кеше.
Башҡорт телендә уҡыу-уҡытыу, нәфис һәм публицистик әҙәбиәт нәшер ителә, гәзит һәм журналдар сыға, телевидение һәм радиотапшырыуҙар алып барыла, театрҙар һ. б. эшләй.
Башҡорт телендә китаптар сығарыусы иң ҙур нәшриәт — «Китап» нәшриәте (совет осоронда — «Башҡортостан китап нәшриәте»). Йыл һайын йөҙләгән нәфис, фәнни-популяр, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса һәм белешмә баҫмалар, дәреслектәр нәшер ителә. Башҡорт телендәге энциклопедик һәм белешмә баҫмалар шулай уҡ «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәтендә донъя күрә.
2008 йылда нәшер ителгән баҫмалар һаны буйынса башҡорт теле Рәсәй Федерацияһында рус, инглиз һәм татар телдәренән ҡала дүртенсе урынды биләй[13]. 2010 йылда башҡорт телендә дөйөм тиражы 812 мең дана булған 154 исемдәге китап нәшер ителә[14]. 2011 йылда башҡорт телендә дөйөм йыллыҡ тиражы 963 мең дана булған ун журнал, дөйөм йыллыҡ тиражы 21,7 миллион дана булған 69 гәзит (шул иҫәптән район гәзиттәре) баҫыла[15].
Башҡорт теле 2009 йылда ЮНЕСКО тарафынан нәшер ителгән «Юғалыу ҡурҡынысы аҫтында булған донъя телдәре атласы»на индерелгән һәм һаҡланыу дәрәжәһен баһалау буйынса «бирешеүсән» статусын алған — «телдә балаларҙың күпселеге һөйләшә, әммә уның ҡулланылышы сикләнгән булырға мөмкин (мәҫәлән, телдә өйҙә генә һөйләшәләр)»[16].
Телде фәнни өйрәнеү үҙәктәре — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының гуманитар фәндәр бүлеге, Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты.
2018 йылдың 4 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән «Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошма» булдырыла. Уның эшмәкәрлеге телде һаҡлау һәм үҫтереү буйынса граждандар башланғыстарына ярҙам итеүгә, тейешле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға, популярлаштырыуға һәм цифрлаштырыуға, уҡытыу ҡушымталарын булдырыуға йүнәлтелгән[17].
Диалекттары
Көньяҡ (юрматы) диалекты
һөйләштәре: эйек-һаҡмар, урта, дим
Башҡортостандың үҙәк һәм көньяҡ райондарында, Ырымбур, Һарытау һәм Һамар өлкәләрендә таралған[18].
Көнсығыш диалект
һөйләштәре: арғаяш, асыуҙы, ҡыҙыл, мейәс, һалйот, әй
Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш һәм өлөшләтә көньяҡ-көнсығыш райондарында һәм Силәбе, Ҡурған өлкәләренең ҡайһы бер төбәктәрендә ҡулланыла. Ҙур тотороҡлолоҡ, лексик һәм фонетик төрлөлөк хас; айырым һөйләштәр (арғаяш, һалйот) оҙаҡ ваҡыт буйы айырымлыҡта һәм телдең башҡа диалекттары, һөйләштәре менән сикләнгән аралашыу шарттарында үҫешә.
Көнсығыш диалект телдең боронғо ҡатламына хас һыҙаттарҙы, мәҫ., боронғо төрки ротацизмын, ҡылым үҙгәрештәре артефакттарын һаҡлай: арғаяш һ. бараты[19] (әҙәби телдә: бара); барыу, тороу, ултырыу, ятыу ярҙамсы һүҙҙәре менән континуатив: мейәс һөйләше —китеп утырам (хәҙ. заман континуативы), йоҡтап ята; күплектә -ң ялғаулы бойороҡ һөйкәлеше: һалйот һөйләше — барың (әҙәби телдә: барығыҙ) һ. б.
Төньяҡ-көнбайыш диалект
һөйләштәр: ғәйнә, түбәнге ағиҙел-ыҡ, ҡариҙел, танып, урта урал
Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнбайыш райондарында, Татарстан Республикаһының, Пермь крайының һәм Удмурт Республикаһының айырым райондарында таралған[20][21]
Яҙма
Башҡорт ҡәбиләләре әүәлге замандарҙа боронғо төрки рун яҙмаһын ҡулланған. Ислам ҡабул иткәндән һуң (X быуатта башланып, бер нисә быуат дауам итә) башҡорттар ғәрәп яҙмаһын ҡуллана. Был яҙма нигеҙендә төрки тигән яҙма-әҙәби тел һәм уның урал-волга буйы төрки теле (иҫке төрки) тигән төбәк варианты (рус.)баш. хасил була, уны XIII быуаттан XX быуатҡа тиклем ҡулланалар[22][23] [24].
XIX быуат уртаһынан алып милли башҡорт яҙмаһы формалаша, уның әүҙем дәүере 1917—1923 йылдарға тура килә. 1923 йылда ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә барлыҡҡа килгән алфавит раҫлана. 1929 йылда латиницалағы башҡорт алфавиты (яңалиф) барлыҡҡа килә. 1940 йылда кириллица нигеҙендәге алфавит индерелә. Башҡорт теленең хәҙерге заман алфавиты 42 хәрефтән тора. Урыҫ теле менән уртаҡ 33 хәрефтән башҡа башҡорт телендә булған өндәрҙе билдәләү өсөн йәнә 9 махсус хәреф ҡабул ителгән.
Башҡорт алфавиты
| А а | Б б | В в | Г г | Ғ ғ | Д д | Ҙ ҙ | Е е |
| Ё ё | Ж ж | З з | И и | Й й | К к | Ҡ ҡ | Л л |
| М м | Н н | Ң ң | О о | Ө ө | П п | Р р | С с |
| Ҫ ҫ | Т т | У у | Ү ү | Ф ф | Х х | Һ һ | Ц ц |
| Ч ч | Ш ш | Щ щ | Ъ ъ | Ы ы | Ь ь | Э э | Ә ә |
| Ю ю | Я я |
Алфавит кириллицала нигеҙләнгән, 9 өҫтәмә символ махсус өндәрҙе белдерә: тел арты шартлаулы Ғғ [ʁ], Ҡҡ [q], теш араһы ышҡыулы Ҙҙ [ð], Ҫҫ [θ], аңҡау танау Ңң [ŋ], фарингаль Һһ [h]; алғы рәт нәҙек һуҙынҡылары: асыҡ Әә [æ], иренләшкән Өө [ʏ], Үү [ɵ].
Хәҙерге заман башҡорт яҙмаһы фонетиклашҡан һәм эҙмә-эҙлекле рәүештә ирен (о/ө) һәм рәт гармонияһын сағылдыра.
Тарихы
Башҡорт теленең тарихы дүрт дәүергә бүленә:
- Урал-Алтай (боронғо ҡатлам, агглютинативлыҡ һәм алтай телдәренә хас башҡа һыҙаттар формалаша[25])
- дөйөм төрки (төп һүҙ фонды, төп фонетик һәм бөтә төрки телдәр өсөн уртаҡ булған башҡа үҙенсәлектәр хасил була)
- ҡыпсаҡ (ҡыпсаҡ төрки телдәренә хас фонетик, лексик һәм башҡа үҙенсәлектәр барлыҡҡа килә)
- башҡорт теле үҙе[26].
Башҡорт теле ҡыпсаҡ төркөмөнә ҡараһа ла, уның болғар (сыуаш теле диалекттары), уғыҙ (төрөкмән теле, төрөк теленең диалекттары) һәм себер (алтай, тыва, хакас, яҡут, боронғо төрки ҡомартҡылары теле) телдәренә хас үҙенсәлектәре бар. Башҡорт теленең апеллятив лексикаһында ротацизмлы һәм ламбдацизмлы һүҙҙәрҙән ҙур ҡатлам булыуы башҡорт теленең формалашыуында болғар компонентының әһәмиәте тураһындағы гипотезаның нигеҙенә ятты[27]. А. В. Дыбоға ярашлы, башҡорт теле бер нисә тапҡыр ҡыпсаҡлаштырыуға дусар булған уғыҙ телдәренә инә[22].
Башҡорт теленең ҡайһы бер үҙенсәлекле айырмалыҡтары иран, фин-уғыр, монгол, тунгус-манжур һәм славян телдәре менән үҙ-ара тәьҫир итешеү һөҙөмтәһе булып тора. Башҡорттар ислам динен ҡабул иткәндән һуң башҡорт теле башҡа телдәрҙең һиҙелерлек йоғонтоһо аҫтына эләгә: ғәрәп һәм фарсы һүҙҙәренең күпләп инеүе телдең лексик һәм фонетик структураһын үҙгәртә. ХХ быуатта башҡорт-урыҫ ике теллелеге киңәйеү сәбәпле, телдең фонетикаһына яңы үҙгәрештәр инә[27].
Әҙәби тел
Башҡорт әҙәби теле — башҡорт теленең бер төрө, уның үҙенең барлыҡҡа килеү тарихы бар һәм ул үҫештән туҡтамай, айырым билдәләргә (яҙмала нығытылғанлыҡ, тотороҡлолоҡ, эшкәртелгәнлек, диалекттарҙан өҫтөн торғанлыҡ, универсаллек, үҙ-ара бәйләнгән стиль тармаҡтарына эйәлек, нормалаштырылғанлыҡ һ.б.) эйә булған күп һанлы һәм күп төрлө текстарҙа кәүҙәләнә. Ул йәмғиәт тормошоноң төрлө өлкәләрендә телдән һәм яҙма аралашыу сараһы булып тора[3].
Борондан башҡорттар әҙәби төрки теленең төбәк варианты — Урал-Волга буйы төрки теле менән файҙаланған[22][28]. XVI—XVIII быуаттарҙа Урал-Волга буйы төрки телендә ҡыпсаҡ элементтары һәм русизмдар арта, ә XIX быуатта әҙәби телгә башҡорттарҙың һөйләш теле көслө йоғонто яһай. XX быуат башында стандартлаштырылған тәбиғәтле һәм диалекттарҙан өҫтөн торған хәҙерге әҙәби башҡорт теле формалаша[29]. Хәҙерге әҙәби тел нигеҙҙә башҡорт теленең көньяҡ диалектының фонетик үҙенсәлектәрен сағылдыра, ләкин көнсығыш диалекттың төп лексикаһы менән ҡайһы бер үҙенсәлекле һыҙаттарын да үҙләштергән.
Хәҙерге башҡорт әҙәби теле XX быуат башында Урал-Волга буйы төрки теленең боронғо яҙма традициялары менән халыҡсан һөйләш теле һәм фольклор теле ҡатнашмаһы нигеҙендә хасил була[3].
1921 йылдың 9 апрелендә башҡорт әҙәби теленең нигеҙе итеп ҡыуаҡан диалекты раҫлана, был һайлау һөйләштең татар теленән мөмкин тиклем алыҫ булырға тейешлегенә нигеҙләнә[30]. 1921 йылдың декабрендә яңы алфавит буйынса I Бөтөн башҡорт конференцияһында әҙәби телдең ниндәй диалектҡа нигеҙләнергә тейешлеге тураһындағы мәсьәлә ҡарала, башҡорт теленең нормаһы итеп ҡыуаҡан диалектын таныу кәрәклеге хаҡында доклад тыңлана[31].
1922 йылда алфавит һәм башҡорт әҙәби теленең орфографияһын төҙөү буйынса махсус комиссия ойошторола, уның составына төрлө ваҡытта С. Уфалы, Ш. Хоҙайбирҙин, Г. Шонаси, С. Рәмиев, Х. Кәримов, Ш. Манатов, Д. Юлтый инә. 1923 йылдың 18 февралендә БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы декретына ярашлы Башҡорт телен ғәмәлләштереү буйынса үҙәк комиссия ойошторола, ул әҙәби телде булдырыу мәсьәләһе менән дә шөғөлләнә, Ш. Ә. Хоҙайбирҙин уның етәксеһе була. Ш. Ә. Хоҙайбирҙин үҙе әҙәби норма итеп юрматы диалектын таныу яҡлы була[32].
1923 йылдың 27 февралендә Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы «Улус һәм ауыл күләмендәге дәүләт һәм хосуси-хоҡуҡ учреждениеларында башҡорт телен индереү буйынса инструкция»ны раҫлай. 1923 йылдың декабрендә ғәрәп графикаһындағы яңы башҡорт яҙмаһы ҡабул ителә. 1924 йылда Яңы башҡорт алфавитының башҡорт үҙәк комитеты ойошторола[33].
1923 йылдың 17 декабрендә Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Академик үҙәк (Ш. Х. Сөнчәләй етәкселегендәге) башҡорт әҙәби теленә нигеҙ итеп ҡыуаҡан һөйләшен алыу тураһында ҡарар ҡабул итә[34]. Ләкин 1924 йылдың 20 февралендә Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссариаты «Башҡорттарҙың әҙәби теле тураһында» ҡарар сығара, уға ярашлы, «Башҡортостандың бөтә төрки халҡына аңлайышлы булырлыҡ итеп» эшкәртеү маҡсаты менән «терәк диалект итеп юрматы диалекты һайлана». Был ҡарарға ҡаршылыҡ күрһәтеү ниәтенән ҡайһы бер гәзиттәр тик ҡыуаҡан диалектында нәшер ителә башлай. Был осорҙа бер улустарҙа һәм кантондарҙа тик ҡыуаҡан һөйләшен, икенселәрендә юрматы һөйләшен генә ҡулланалар. Һөҙөмтәлә башҡорт әҙәби телен ике диалект — ҡыуаҡан һәм юрматы диалекттары нигеҙендә сығарырға хәл итәләр[35].
1924 йылдың 2 мартында Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссариатының Академик үҙәге эргәһендәге комиссия ултырышында ҡыуаҡан диалектынан әҙәби телгә дүрт варианттағы -ҙaр/-ҙәр, -тар/-тэр, -дар/-дәр, -лар/-ләр күплек ялғауҙарын, ә юрматы диалектынан -лык/-лек, -ла/-лә һ.б. һүҙ яһау аффикстарын индерергә хәл ителә. Ошо ҡарар сыҡҡандан һуң әҙәби телгә был диалекттарҙың икеһенән дә һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр алына башлай. Ҡайһы бер осраҡтарҙа буталсыҡлыҡҡа юл ҡуймау мөмкинлеге асыла, мәҫәлән, аттар (ат+тар) һәм аттар (ул атлар) тигәндә аңлашылмаусанлыҡтан ҡотолоу өсөн беренсеһен аттар, икенсеһен атлар тип алырға хәл ителә[29]. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары, уларҙың теле әҙәби телдән башҡа диалекттарға ҡарағанда нығыраҡ айырылғанлыҡтан, татар телен файҙаланыуҙы өҫтөн күрә[36].
1930—1950 йылдарҙа әҙәби тел йылдам үҫә һәм уның төп функциональ стилдәре нығына, 1950-се йылдарҙан хәҙерге башҡорт әҙәби теленең нормативтары тотороҡланыуы билдәләнә[3].
Лингвистик характеристикаһы
Фонетика
Башҡорт теленең үҙ һүҙҙәрендә 33 өн ҡулланыла. Шуларҙың 9-ы — һуҙынҡы,24-е тартынҡы өн.
Һуҙынҡылар
Һуҙынҡы өндәр тик тауыш ярҙамында яһала, шунлыҡтан уларҙы тауыш өндәре тип йөрөтәләр. Башҡорт телендә 9 һуҙынҡы өн бар: а, о, у, ы, э, э (е), ә, ү, и. Һуҙынҡы өндәрҙе әйткәндә, үпкәнән өрөлгән һауа ҡаршылыҡһыҙ иркен сыға, тауышты теләгәнсә һуҙып була. Тамыр морфемаларҙа һуҙынҡыларҙың бөтәһе лә осрай, ә аффикстарҙа [и], [у], [ү] ҡулланылмай.
Һуҙынҡылар составы:
| Алғы рәт | Урта рәт | Артҡы рәт | |
|---|---|---|---|
| Юғары күтәрелеш | ү, и | (и) | у |
| Урта күтәрелеш | ө, е, өү, еү | о, ы, оу, ыу | |
| Түбән күтәрелеш | ә, әү | а, ау |
Һуҙынҡылар парҙарға рәт буйынса бүленә. и (<*e) һуҙынҡыһы төп башҡорт һүҙҙәрендә алғы рәткә инә (ил, ир), ғәрәп-фарсы һүҙҙәрендә ҡатнаш рәткә һәм артҡы тартынҡылар менән йәнәш торғанда (китап, ҡитға) урта рәткә ҡарай. Рәт гармонияһы, төп нөсхәлә башҡаса яңғырауына ҡарамаҫтан, ғәрәп теленән ингән һүҙҙәргә лә ҡағыла: донъя, талап. ыу, еү дифтонгылары (рус.)баш. асыҡ ижектәрҙәге *u һәм *ü өндәренән баш алған: һыу, өрөү.
Башҡорт теленә өндәрҙең лабиализацияһы һәм делабиализацияһы хас, ул ирендәрҙең ҡатнашыуы (лабиализация) һәм ҡатнашмауынан (делабиализация) ғибәрәт. Иренләшкән һуҙынҡылар — [о], [ө], [у], [ү], иренләшмәгәндәр — [а], [ы], [ә], [э], [и]. [а], [ә] һуҙынҡыларының лабиализацияһы ирен гармонияһына бәйләнгән һәм әйтелеш ҡанундарына ярашлы 1-се ижектәге [о], [ө] өндәренең 2-се ижеккә йоғонто яһауы менән билдәләнә, мәҫәлән: «ҡорал» ҡ[о]р[оа]л, «һөнәр» һ[ө]н[өә]р һ.б. Делабиализация башҡа телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙәге иренләшмәгән һуҙынҡыларҙан килә, мәҫ.: «ведро» в[и]др[о] — «биҙрә» биҙр[ә], «солома» с[а]л[о]ма — «салам» һал[а]м, «комедия» к[а]м[э] дия — к[ә]мит һ.б; шулай уҡ диалект һүҙҙәрҙә: «мөхәббәт» м[ө]х[ә]бб[ә]т — диалект «мәхәббәт» м[ә]хәббәт, «суфый» с[у]ф[ы]й — «һыпы» һ[ы]пы һ.б.
Тартынҡылар
Тартынҡы өндәр яһалышында телмәр ағзаларының һәммәһе лә ҡатнаша. Телмәр ағзаларының төрлөсә хәрәкәте һөҙөмтәһендә төрлө тартынҡы өндәр хасил була. Әйтәйек, б, п өндәре ирендәр ярҙамында яһала. Әгәр тауыш ҡатнашһа, б өнө барлыҡҡа килә, тауыш ҡатнашмаһа, п өнө яһала. Тауыш ҡатнашһа — ж, ҡатнашмаһа — ш өнө.
Морфология
Башҡорт теле агглютинатив телдәргә инә. Һүҙьяһалыш аффикстар ярҙамында ғәмәлгә ашырыла: балыҡ — балыҡсы — балыҡсылыҡ.
Күплек һуҙынҡыларға тамамланған нигеҙҙәргә — -лар/-ләр: балалар, кешеләр; һаңғырау тартынҡыларҙан һуң — -тар/-тәр: бармаҡтар, әкиәттәр; яңғырау тартынҡыларҙан һуң — -дар/-дәр: илдәр, көндәр, йылдар; -и, -й, -у, -ү, -р, -ҙ-ға тамамланған нигеҙҙәргә -ҙар/-ҙәр: ерҙәр, тауҙар, ҡыҙҙар, һарайҙар, күнегеүҙәр, сөнниҙәр ҡушып яһала.
Башҡорт телендә енес категорияһы грамматик ысул менән билдәләнмәй, предлогтар һәм приставкалар юҡ. Оҡшаш мәғәнәле конструкциялар шулай уҡ аффикстар ярҙамында яһала: урамда, далала, ҡаланан, ярға.
Лексика
Башҡорт теле лексикаһы ярайһы уҡ консерватив. Сағыштырма тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, хәҙерге башҡорт теле б.э.т. VI—VIII бб. боронғо төрки рун ҡомартҡылары лексикаһының 95 процентҡа тиклем өлөшөн һаҡлай[37].
Айырыуса татар теле яҡын, ул фонетик һәм грамматик, бер аҙ лексик үҙенсәлектәр менән айырыла[38].
Өйрәнеү тарихы
Х быуат башында Ибн Фаҙлан башҡорттарҙы төрки телле халыҡтар иҫәбенә индерә[39]. Мәхмүт әл-Ҡашғари «Диуану лөғәт әт-төрк» тигән энциклопедик хеҙмәтендә (1073/1074 гг.) «төрки телдәрҙең үҙенсәлектәре тураһында» рубрикаһында башҡорттарҙы егерме «төп» төрки халыҡ иҫәбенә индерә. «Ә башҡорттарҙың теле, — тип яҙа ул, — ҡыпсаҡ, уғыҙ, ҡырғыҙ һәм башҡаларға бик яҡын, йәғни төрки»[40][41].
Швед тикшеренеүсеһе Ф. И. Страленберг үҙенең 1730 йылда немец телендә Стокгольмда сыҡҡан «Ярымтөн-көнсығыш Европа һәм Азияның тарихи һәм географик тауисирламаһы» китабында 32 телдән алынған мәғлүмәт менән бер рәттән башҡорт теленән миҫалдар килтерә һәм башҡорт, ҡырым, ҡырғыҙ, үзбәк һәм төркмән татарҙары телдәре берҙәм диалект тәшкил итә тип билдәләп үтә. Башҡорт теле буйынса мәғлүмәттәрҙе шулай уҡ И. Г. Георги, И. И. Лепёхин һәм П. И. Рычков яҙып ҡалдыра[42].
Миндийәр Биксуриндың «Һүҙҙәрҙең башҡорт теленә тәржемәһе» тигән ҡулъяҙмаһы башҡорт теленең тәүге һүҙлеге тип һанала, ул 1781 йылда төҙөлгән[43]. М. Биксурин, Д. Н. Соколов һәм П. Учадамцев төҙөгән бер нисә ҡулъяҙма һүҙлек П. С. Палластың «Батша ярҙамсыһы тарафынан йыйылған бөтә телдәр һәм һөйләштәрҙең сағыштырма һүҙлектәре» (рус. «Сравнительные словари всех языков и наречий, собранные десницей Всевысочайшей особы императрицы Екатерины II»; Санкт-Петербург, 1787—1789) китабына ингән.
1842 йылда М. И. Ивановтың «Татарская грамматика»һы һәм «Татарская хрестоматия» әҙәби йыйынтығы (һүҙлекһеҙ) донъя күрә. Иванов йәнле һөйләш телен әҙәби китап теленән айырып ҡарай, мәҫәлән, уның хрестоматияһы (рус.)баш. ике өлөштән тора: беренсе өлөшөндә — татарҙарҙың, башҡорттарҙың һәм ҡаҙаҡтарҙың йәнле һөйләш өлгөләре; икенсе өлөшө китап теле өлгөләренән тора[44].
1859 һәм 1869 йылдарҙа М. М. Биксуриндың «Начальное руководство к изучению арабского, персидского и татарского языков с наречиями бухарцев, башкир, киргизов ..» тигән хеҙмәте баҫылып сыға. Ҡулланмала ғәрәп, фарсы һәм татар телдәрендәге яҙмаларҙы уҡыуҙың төп ҡағиҙәләре бирелә. Татар (йәғни төрки[44]) теленә Мирсәлих Биксурин, М. Иванов һәм С. Күкләшев кеүек үк, ырымбур татар, башҡорт һәм ҡаҙаҡ «һөйләштәрен» индерә һәм уҡыр өсөн уларҙан миҫалдар килтерә. Башҡорт өлгөһө итеп «Батыр бадшаның хикәйәте» бирелә, ул тәү башлап ғәрәп графикаһында М. И. Ивановтың хрестоматияһында донъя күрә.
1859 йылда С. Б. Күкләшевтең «Диван-и хикәйәт-и татар» тигән китабы баҫыла. Баш һүҙендә автор былай тип яҙа: «Төрөк һәм татар ҡәбиләләре һөйләшкән һәм яҙған бөтә телдәр „төрки, төрки тел“ тигән дөйөм атама аҫтында билдәле». «Төрки тел», С. Күкләшев буйынса, өс айырым төркөмдән — төрөк, сығатай һәм татар төркөмдәренән тора. Күкләшев һуңғыһына татар, ҡаҙаҡ (ҡырғыҙ), башҡорт, нуғай, ҡумыҡ, ҡарасай (ҡорағай), ҡарағалпаҡ һәм мишәр һөйләштәрен индерә.
1892 йылда башҡорттар өсөн урыҫ алфавиты нигеҙендә беренсе әлифба нәшер ителә, артабан ул 1898 һәм 1908 йылдарҙа ҡабат баҫыла. XIX—XX быуаттар сигендә шулай уҡ В. В. Катаринскийҙың («Букварь для башкиръ», 1892; «Краткий русско-башкирский словарь», 1893; «Башкирско-русский словарь», 1899), А. Г. Бессоновтың («Букварь для башкир», 1907), Н. Ф. Катановтың («Азбука для башкирского языка»), М. А. Ҡулаевтың «Өн әйтелеше нигеҙҙәре һәм башҡорттар өсөн әлифба» («Основы звукоподражания и азбука для башкир», 1912) һәм башҡа хеҙмәттәр баҫылып сыға[44].
Башҡортостан Республикаһында әлеге ваҡытта башҡорт теленең күп томлы академик аңлатмалы һүҙлеге төҙөлә. 2012 йылға 2 томы сыға. Бөтәһе 11 том нәшер итеү ҡарала. Был һүҙлек башҡорт лексикографияһында беренсе аңлатмалы-тәржемәле һүҙлеге.
Башҡа өлкәләрҙә ҡулланылышы
- Интернет селтәрендәге тәүге башҡортса-урыҫса һәм урыҫса-башҡортса онлайн-һүҙлек 2006 йылда ғәмәлгә инә.
- 2015 йылдың 22 сентябрендә «Яндекс. Тәржемәсе» башҡорт телен тәржемәләй башлай[45].
- 2021 йылдың 9 ноябрендә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды «Bashkortsoft» яңы машина тәржемәсе сервисы проектын башлап ебәрә. Башҡорт-рус һәм урыҫ-башҡорт машина тәржемәсеһе[46]
- 2021 йылдың 11 октябрендә «Microsoft Translator» башҡорт телендә тәржемә итә башлай[47].
- 2022 йылдың 7 июлендә «Meta» 200 телгә тәржемә итеүсе машина тәржемәһе моделен эшләп сығара. Тәҡдим ителгән модель 200-ҙән ашыу телде, шул иҫәптән башҡорт телен үҙ эсенә ала[48].
- Шулай уҡ интернет селтәрендә Glosbe һүҙлеге сервисында башҡорт теле эшләй.
Башҡорт теле менән бәйле саралар
- Билдәле филолог-лингвист, «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университетының лингвистика мәктәбе доценты Борис Орехов телде машина менән эшкәртеүҙең заманса математик ысулдары ярҙамында башҡорт теленең картаһын төҙөй. Фәнни яҡтан ул «Семантик яҡынлыҡ картаһы» тип атала[49].
Башҡорт теленең терминологияһына, терминосистемаһына ҡағылышлы проблемалар
Тел төҙөлөшөндәге[50], рус һәм башҡорт телдәренең терминосистемалары араһындағы айырмалыҡтар арҡаһында адекват тәржемәгә өлгәшеүҙә[51] һәм милли үҙенсәлекте тапшырыуҙа проблемалар барлыҡҡа килә[52]. Башҡорт теленә тәржемә итеүҙең төп ауырлығы – ике телдең эквиваленттарын, тап килеүҙәрен эҙләү һәм табып алыу[53]. Республиканың филология мәктәбе Рәсәйгә ҡарамаған туғандаш төрки фәнни үҙәктәренән күпкә айырылып торғанлыҡтан, башҡорт теленең текст логикаһы һәм термосистемаһы рус теле нигеҙендә формалаша, был телмәрҙең ҡабул ителеү ҡеүәһен кәметә. Мәҫәлән, тел грамматикалары бары тик рус теле нигеҙендә генә формалашҡан һөйләшеүселәр бөтә төрки телдәрҙә булған элементар субъектив күҙгә күренмәгән ваҡытты дәлилләп еткерә алмай:
Неужели и их надо понимать так, что я что-то взял, но сам этого Факта не заметил и узнал о нем от других или мы что-то брали, а сами об этом Факте не знали и информировались от других? Очевидно, здесь дело не в этом, а в чем-то другом. Некоторые башкирские языковеды, чтобы спасти положение, пытались (правда, в устной Форме) предложить такое разъяснение. Предположим, я упал в обморок, и, не помня себя, непроизвольно что-то взял в руки; когда же я пришел в себя и обнаружил у себя в руках взятую вещь, то я этим сам получил право сказать: алғанмын, поскольку самый акт взятия происходил «без моего ведома»[54].
Хәҙерге ваҡытта күпселек терминдар урыҫ теленән калька (рус.)баш. формаһында тәржемә ителә, йәғни рус телендәге һүҙҙәрҙе һүҙмә-һүҙ ҡабатланыусы башҡорт һүҙҙәре һәм һүҙбәйләнештәр ярҙамында бирелә:[53] Бының мәғәнәне ҡабул итеүгә һәм телдең «йәшәүсәнлеге»нә нисек йоғонто яһауы тураһында тикшеренеүҙәр әлегә юҡ, әммә телдең ҡатмарланыуы асыҡ, шуға күрә техник һәм норматив документтарҙың телдәре күп һөйләшеүселәргә аңлашылмай, сөнки элек ҡулланылмаған терминдарҙың күбеһе яһалма рәүештә филологтар тарафынан ғына ҡулланылышҡа индерелгән.
Был хәлдән сығыу юлдарының береһе итеп төрки теленең тәбиғи нигеҙҙә үҫешкән юғары кимәлдәге терминдарын һәм әйләнештәрен ҡулланыуҙә һәм уларҙы башҡорт телендә аналогизациялау/гармонизациялауҙы һанарға кәрәк.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Bashkir language. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2025. Архивировано 13 ғинуар 2022 года.
- ↑ Таблица 1. Национальный состав населения. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 4 Галяутдинов И. Г., Ишбердин Э. Ф. Башкирский литературный язык.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 156—157. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- ↑ Таблица 5. Владение языками населением наиболее многочисленных национальностей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2025.
- ↑ Закон Республики Башкортостан «О языках народов Республики Башкортостан», 1999
- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 342. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
- ↑ Конституция Республики Башкортостан. ч.4 статья 1. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ноябрь 2025. Архивировано 15 декабрь 2012 года.
- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 341. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
- ↑ Рәжәпов Р. Ф. Башҡорт теле хаҡында ҡануниәт. XX быуат башы. — Өфө: Китап, 2004. — С. 5. — 208 с. — ISBN 5-295-03360-0.
- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 345. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
- ↑ Статья 8, Часть I. Конституция АБСР от 27.03.1925.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 История башкирского народа. Том 7 " Институт истории, языка и литературы Уфимского научного центра РАН. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025. Архивировано из оригинала 6 октябрь 2014 года.
- ↑ Статистика российского книгоиздания в 2008 г. Сайт Российской книжной палаты. 2013 йылдың 3 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Статистика книгоиздания в 2010 г. Сайт Российской книжной палаты. 2014 йылдың 16 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Статистика по периодическим изданиям в 2011 г. Сайт Российской книжной палаты. 2012 йылдың 7 август көнөндә архивланған.
- ↑ UNESCO Interactive Atlas of the World’s Languages in Danger Архивная копия от 8 май 2011 на Wayback Machine (инг.)
- ↑ АНО по сохранению и развитию башкирского языка. Фонд по сохранению и развитию башкирского языка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025.
- ↑ Миржанова, Сария Фазулловна. Южный диалект башкирского языка (в сравнительно-историческом освещении). Дисс. на соискание уч. степени доктор филологических наук. Уфа, 1983. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
- ↑ Максютова Н. Х. Башкирские говоры, находящиеся в иноязычном окружении. Уфа, 1996. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- ↑ Государственные и титульные языки России: Словарь-справочник. — М.: Academia, 2002, С.66. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- ↑ М. И. Дилмөхәмәтов, Н. Х. Ишбулатов. Төньяҡ-көнбайыш диалект (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 ноябрь 2025.
- ↑ 1 2 3 И. Ғ. Ғәләүетдинов. Урал-Волга буйы төрки теле (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025.
- ↑ Башҡорт яҙыуы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025.
- ↑ Халикова Р. Х. Тюрки урало-поволжья.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 579. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- ↑ Дыбо А. В., Хисамитдинова Ф. Г. Башкирский язык в системе алтайских языков.//История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — М.: Наука, 2009. — Т. I. — С. 313—331. — 400 с. — ISBN 978-5-02-037010-4.
- ↑ Дыбо А. В. Хронология тюркских языков и лингвистические контакты ранних тюрков.//Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков: Пратюркский язык-основа: Картина мира пратюркского этноса по данным языка. / Отв.ред. Тенишев Э. Р., Дыбо А. В. (Совм. с Благовой Г. Ф., Кормушиным И. В., Мудраком О. А., Мусаевым К. М., Насиловым Д. М., Норманской Ю. В., Тадиновой Р. А., Тенишевым Э. Р., Экба З. Н.). — М.: Наука, 2006. — С. 816.
- ↑ 1 2 Хисамитдинова Ф. Г. Современный башкирский язык.// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2012. — Т. VII. — С. 300. — 424 с. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
- ↑ Ишбердин Э. Ф. Очерки истории башкирского литературного языка. — Москва, 1989. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- ↑ 1 2 Гарипова Ф. Х. Опыт языкового строительства в Республике Башкортостан. Уфа, 2006. — 170 с. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- ↑ Среди них указывались говоры усерганских, кипчакских, тунгаурских, джетыуровских, юрматынских, табынских, дёмских, ток-суранских башкир. По мнению сотрудников литотдела Башнаркомпроса, только тамьян-катайский говор сохранился как истинно башкирский язык.
- ↑ 1) На куваканском диалекте сохранились все специфические особенности башкирского языка, а в юрматинском не сохранились. Очень сильно на этот диалект влияние татарского языка, стало быть принятие этого явилось бы шагом в деле превращения башкирского языка в татарский.
2) Башкиры, говорящие на куваканском диалекте, занимают особое место в истории Башкирии, в истории башкирских восстаний, они явились опорой при создании Башкирской республики, а юрматинцы в этом отношении основную роль не играют, и нельзя надеяться останутся ли они в будущем в пределах Башкирии или нет.
3) Территория, которую занимают куваканцы, своими лесами, природными богатствами играет важную роль в экономике Башкирской республики.
4) Куваканцы сохранили свой физический облик, патриархальный быт, нравы, природные особенности— Из доклада, зачитанного на I Всебашкирской конференции по новому алфавиту, состоявшейся в декабре 1921 года
- ↑ Сейчас научная организация, занимающаяся этими вопросами (неизвестно, изучила ли она дело с точки зрения истории), рекомендует тесно связанный с её собственной практикой говор горных башкир, живущих по соседству с киргизами, старается реализовать его…
И я решил сказать несколько слов о недостатках, которые, на мой взгляд, имеет «истинный» башкирский язык упомянутой научной организации…
Возьмем для примера слово «башкортлар». Горные башкиры произносят «башкорттар», точно так же, как «аттар», «һарыҡтар», «һыйырҙар». А юрматынские и кипчакские башкиры говорят: «башҡортлар», «атлар», «һыйырлар», «һарыҡлар». Известно, что употребление аффикса «тар» вместо «лар», аффикса «ты» вместо «лы» характерно для киргизов и казахов.
Вместе с тем, возможно, что аффикс «лар» заимствован от татар. Я оставляю это на рассмотрение изучающих историю и, основываясь лишь на удобстве применения в сегодняшней практике говора того или иного рода, считаю, что вместо «тар» должно употребляться «лар». Ибо эта форма принята как в литературе, так и в речи всего башкирского народа, за исключением горных башкир…
Сейчас, при реализации языка, мы должны взять за основу ту речь, которая ближе всего к жизни. А близок к жизни, по-моему, язык, на котором говорят кипчакские, юрматынские, яланские, усерганские, сакмарские, пермские башкиры. Этот язык и надо реализовать. В этом случае и товарищам татарам, с которыми мы очень тесно связаны, будет намного удобней, и осуществится желание нашего народа быстрее сделать государственным родной язык.— Из статьи Ш. А. Худайбердина «Как писать» // «Башҡортостан», 1924, 8 февраля (перевод с башкирского) «Эта статья написана на языке кипчакских и юрматынских башкир. Прошу напечатать её в таком виде». — Прим. Ш. А. Худайбердина
- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 347. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- ↑ Сюда включали говоры аргаяшских, месягутовских, бурзян-тангауровских и яланских башкир. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 348. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- ↑ Файзуллин Ф., Бикташев С. Социальная справедливость как принцип регулирования межнациональных отношений. Уфа, 2002. С. 118. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- ↑ Э. Ф. Ишбирҙин. Орхон-йәнәсәй ҡомартҡылары теле (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025.
- ↑ Е. Г. Былинина. Башкирский язык. Большая российская энциклопедия 2004–2017 (2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Иванов В. А., Илъясов Б. С. Ибн Фаҙлан (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025.
- ↑ «Девону луготит турк». 1 том. Тошкент. С. 66. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- ↑ Махмуд ал-Кашгари. Диван лугат ат-турк (Свод тюркских слов): В 3-х томах / Пер. с араб. А. Р. Рустамова под ред. И. В. Кормушина; предисл. и введ. И. В. Кормушина; примеч. И. В. Кормушина, Е. А. Поцелуевского, А. Р. Рустамова; Институт востоковедения РАН: Институт языкознания РАН. — М.: Восточная литература, 2010. — Т. 1. — С. 22. — 464 с. — (Памятники письменности Востока. CXXVIII, 1 / редкол.: Г. М. Бонгард-Левин и др.). — 800 экз. — ISBN 5-02-018202-8, ISBN 978-5-02-036424-0. (в пер.) (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- ↑ Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡорт тел ғилеме (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025.
- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — С. 409. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- ↑ 1 2 3 Галяутдинов И. Г. Из истории языковых и культурных процессов в Башкортостане в XIX — начале XX вв // Ватандаш. — 2000. — № 12. — ISSN 1683-3554. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- ↑ Яндекс.Тәржемәсе сервисында беренсе тапҡыр башҡорт теле барлыҡҡа килде. «Башинформ» (23 сентябрь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025.
- ↑ БашкортСофт: башҡорт телен һаҡлау проекты. АНО по сохранению и развитию башкирского языка (9 ноябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025.
- ↑ Microsoft Translator яңы 12 тел өҫтәне. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025.
- ↑ Facebook-та 200 телде хуплаусы машина тәржемәһе моделе баҫылып сыға. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- ↑ Станислав Шахов. Ученый «нарисовал» карту башкирского языка. ИА «Башинформ» (28 февраль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025.
- ↑ Каипкулова А. А. Основные проблемы перевода с башкирского языка на русский язык. Международный студенческий научный вестник (сетевое издание) (2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Дамир Шарафутдинов. Проблемы перевода в башкирской литературе. Часть первая. газета «Истоки» (8 март 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Галина Р. А. Передача национального своеобразия в художественном переводе с башкирского языка на русский. Автореферат диссертации на соискание ученой степени кандидата филологических наук. Башкирский государственный университет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ 1 2 Кабирова Г. У. Актуальные проблемы перевода научно-технических терминов на материале многотомной Башкирской энциклопедии на башкирском языке. Журнал «Современные исследования социальных проблем» (2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ Н. К. Дмитриев. Грамматика башкирского языка стр. 156. Академия наук СССР. Институт языка и мышления имени Н. Я. Марра (1948). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 ноябрь 2025.
Әҙәбиәт
- Мәҡәләләр
- Юлдашев А. А. Башкирский язык // Лингвистический энциклопедический словарь / Гл. ред. В. Н. Ярцева; Институт языкознания АН СССР. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 71. — 688 с. — 150 000 экз. — ISBN 5-85270-031-2. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- Агишев И.М., Зайнуллина Г.Д., Ишбердин Э.Ф., Ишмухаметов З.К., Кусимова Т.Х., Миржанова С.Ф., Суфьянова Н.Ф., Тухфатуллина В.Ж., Уразбаева З.Г., Ураксин З.Г., Яруллина У.М. Башкирско-русский словарь. — Дигора, 1996. (в пер.) (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- Галяутдинов И. Г., Ишбердин Э. Ф. Башкирский язык // Языки Российской Федерации и соседних государств: Энциклопедия в 3-х томах / Ред. коллегия: В. Н. Ярцева (предс.), В. А. Виноградов (зам. предс.), В. М. Солнцев]], Э. Р. Тенишев, А. М. Шахнарович, Е. А. Поцелуевский (отв. секр.), Г. А. Давыдова; Институт языкознания РАН. — М.: Наука, 1997. — Т. 1 (А—И). — С. 173—182. — XVI, 432 с. — 1000 экз. — ISBN 5-02-011237-2. (в пер.) (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- Башкирский язык / Е. Г. Былинина // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017. (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Башҡорт теле (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2025)
- Тикшеренеүҙәр
- Башкирское языкознание: Указатель литературы / Сост. Т. М. Гарипов и др. — Уфа, 1980.
- Дмитриев Н. К. Грамматика башкирского языка / Институт языка и мышления им. Н. Я. Марра АН СССР. — М.-Л.: Изд-во АН СССР, 1948. — 276 с. — 1500 экз. (в пер.)
- Баишев Т. Г. Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку. М., 1955.
- Киекбаев Дж. Г. Введение в урало-алтайское языкознание. — Уфа: Изд-во БашГУ, 1972.
- Максютова Н. Х. Восточный диалект башкирского языка. (В сравнительно-историческом освещении). М., 1976.
- Миржанова С. Ф. Южный диалект башкирского языка. М., 1979.
- Ишбулатов Н. Х. Башкирская диалектология. Уфа, 1980.
- Грамматика современного башкирского литературного языка / Под ред. А. А. Юлдашева. М., 1981.
- Миржанова С. Ф. Северо-западный диалект башкирского языка. Уфа, 1991.
- Галяутдинов И. Г. Два века башкирского литературного языка. — Уфа: Гилем, 2000.
- Ишбулатов Н. Х. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. Өфө: Китап, 2000. 212 б. ISBN 5-295-02659-0.
- Мудрак О. А. Об уточнении классификации тюркских языков с помощью морфологической лингвостатистики // Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков. Региональные реконструкции. М., 2002.
- Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков: Региональные реконструкции / Авторы: Э. Р. Тенишев, Г. Ф. Благова, Э. А. Грунина, А. В. Дыбо, И. В. Кормушин, Л. С. Левитская, Д. М. Насилов, О. А. Мудрак, К. М. Мусаев, А. А. Чеченов; Отв. ред. член-корр. РАН Э. Р. Тенишев; Институт языкознания РАН. — М.: Наука]], 2002. — 768 с. — 1000 экз. — ISBN 5-02-022638-6. (в пер.)
- Вахитова Р. К., Искужина Ф. С., Ибрагимов Г. Д., Рахимова Э. Ф., Фазлытдинов Р.Т. Самоучитель башкирского языка. Учебное пособие. / Галяутдинов И. Г.. — Уфа: Гилем, 2009. — 159 с.
Һылтанмалар
Рувики.Медиала Башҡорт теле темаһы буйынса медиафайлдар бар.
- Международная система дистанционного обучения башкирскому языку
- Машинный фонд башкирского языка
- Лаборатория компьютерной филологии
- Устный корпус башкирского языка дер. Рахметово и с. Баимово Архивная копия от 10 август 2020 на Wayback Machine
- Башкирский язык
- Башҡорт теленең милли корпусы 2019 йылдың 15 апрель көнөндә архивланған.
- Башҡорт теленең электрон ресурстары
- Сайт изучения башкирского языка