Ҙ

Ҙ, ҙ — киңәйтелгән кириллица хәрефе, Юникодта аҫҡы сығып торған элементлы (ҡойроҡло) З тип атала.

Башҡорт алфавитында

Ҙҙ [ҙэ] — башҡорт алфавитының яңғырауыҡлы теш араһы [ð] өнөн аңлатҡан етенсе хәрефе. Был тартынҡыны әйткәндә тел йәйелергә, көсөргәнештә булмаҫҡа, ә телдең осо уны тығыҙ ҡыҫмаған тештәр араһында булырға тейеш. Был ярыҡҡа һауа ағымы үтеп [ð] өнө барлыҡҡа килә.

Бындай өн инглиз телендә лә бар. Миҫал: башҡ. беҙ — «мы»; ингл. they — «они»[1].

[Ҙ] фонемаһы башҡорт һүҙҙәренең бөтә позицияларында һәм иртә сит телдән үҙләштереүҙәрҙә лә бар. Ауслаутта (көҙ — «осень», яҙ — «весна») һәм инлаутта (оҙаҡ — «долго», иҙән — «пол») киң ҡулланыла. Анлаутта ҙур — «большой» һүҙ составында ғына осрай, һәм унан барлыҡҡа килгән ҙурлыҡ — «величина», ҙурҙар — «взрослые» һәм башҡаларҙа. Шулай уҡ [ҙ] ҡайһы бер киҫәксәләрҙең башында ла бар. Башҡорт алфавитының үҙенсәлекле өндәренең береһе булараҡ, [ҙ] этимологик дөйөм төрки [д] һәм [з], шулай уҡ [т] урынына сығыш яһай (мәҫәлән: биз>беҙ — «мы»; када>ҡаҙа — «вонзает»; атна>аҙна — «неделя»)[2].

Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының Түбәнге Ағиҙел-Ыҡ һәм Ҡариҙел һөйләштәрендә, шулай уҡ Минзәлә һәм Бөгөлмә башҡорттарының һөйләү телендә башҡорт әҙәби телендә тартынҡы хәреф [ҙ] менән билдәләнгән [ð] өнө әүҙем ҡулланыла:

диал. бе[ҙ] — лит. «беҙ» (мы) бе[ҙ];
диал. се[ҙ] — лит. «һеҙ» (вы) һе[ҙ];
диал. симе[ҙ] — лит. «һимеҙ» (толстый) һиме[ҙ];
диал. [ҙ]акун — лит. «закон» (закон) [з]акон;
диал. калху[ҙ] — лит. «колхоз» (колхоз) колхо[з];
диал. [Ҙ]акир — лит. «Закир» (личное имя) [З]акир;
диал. [Ҙ]әкиә — лит. «Зәкиә» (личное имя) [З]әкиә;
диал. ҡо[ҙ]а — лит. «ҡоҙа» (сват) ҡо[ҙ]а;
диал. И[ҙ]ел — лит. «Иҙел» (гидроним, Волга) И[ҙ]ел һ.б.[3]

Иҫкәрмәләр

  1. Усманова М. Г. Грамматика башкирского языка для изучающих язык как государственный. Уфа: Китап, 2006. — 128 с. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 декабрь 2025.
  2. Грамматика современного башкирского литературного языка. Под ред. А. А. Юлдашева. — М: Наука, 1981. — С. 53—54. — 496 с.
  3. Шәкүров Р. З. Башҡорт диалектологияһы. — Өфө: Китап, 2012. — С. 150. — 240 с. — ISBN 978-5-295-05479-2. (баш.)

Әҙәбиәт

  • Daniels, Peter D. The World’s Writing Systems, Oxford University Press, 1996.

Һылтанмалар

  • Ҙ на сайте Scriptsource.org (инг.)
  • ҙ на сайте Scriptsource.org (инг.)

Тема буйынса өҫтәмә