Башҡорт теленең диалекттары

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Файл:Bashkir dialects.jpg
Башҡорт теленең диалекттары картаһы

Башҡорт теленең диалекттары.

Башҡорт телендә өс диалект бар:

Һәр бер диалект һөйләштәрҙән тора. Диалекттағы һүҙҙәрҙең күбеһен дөйөм башҡорт теленә хас һүҙҙәр тәшкил итә. Бер диалект вәкиле икенсе диалект вәкиле менән иркен аралаша ала. Шулай ҙа айырым диалектҡа йәки һөйләштәргә генә хас булған һүҙҙәр бар. Диалекттарға ғына хас булған һүҙҙәр диалект лексикаһы тип атала.

Көньяҡ диалект[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көньяҡ диалектҡа ҡараған территория көнсығыш диалектынан өс мәртәбәгә ҙур. Көньяҡ диалектҡа Эйек-Һаҡмар һөйләше (Ейәнсура, Мәләүез, Баймаҡ районының көньяғы, Күгәрсен, Хәйбулла, Көйөргәҙе райондарында йәшәгән үҫәргән, ҡыпсаҡ, тамъян, түңгәүер ырыуы башҡорттары инә), бөрйән һөйләше (бөрйән ырыуы башҡорттары — Бөрйән районы), урта һөйләш (Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Белорет, Ишембай, Ғафури, Нуриман райондарына ҡараған табын, ҡатай, юрматы, тәлтем ырыуы башҡорттары инә), Дим һөйләше (Ауырғазы, Дәүләкән, Миәкә, Әлшәй, Бишбүләк, Нуриман райондарының көнбайышы, Федоровка, Стәрлебаш, Шишмә, Иглин райондарындағы меңле, илкәй меңе, субы меңе, ҡырҡөйлө меңе һ. б. ырыу башҡорттары инә). Был диалектҡа Башҡортостандан ситтә Ырымбур өлкәһендә Александр, Гай, Красногвардейский, Ҡыуандыҡ, Новосергиевский, Октябрь, Переволоцк, Һарыҡташ, Төйлөгән райондарында, Һамар өлкәһенән Большечерниговский, Большеглушицкий, Һарытау өлкәһенән Перелюб һәм Пугачев райондарындағы Һайылмыш, Һаҡмар, Туҡ, Соран, Ырғыҙ, Кәрәлек һәм Кәмәлек йылғалары буйында йәшәгән башҡорттарҙың һөйләштәре инә.

  • Фонетик үҙенсәлектәре: маллар — малдар, атлар — аттар, ҡаҙлар — ҡаҙҙар, урманныҡ — урманлыҡ.
  • Морфологик үҙенсәлектәре: Әсән — әсәйең, Һинә — һиңә, Атан — атайың, Һуңғары — һуңыраҡ
  • Лексик үҙенсәлектәре: селбәрә — сей балыҡ, бал итәк — ҡатлама

Көньяҡ диалекттың төп билдәләренән күплек һәм яһаусы ялғауҙар, һүҙҙең ниндәй өнгә бөтәүенә ҡарап, нигеҙҙә, ике төрлө килә. Шулай ҙа күп осраҡта ла һаҡлана. Мәҫәлән:

  • маллар — әҙәби телдә малдар
  • атлар — >> — аттар
  • ҡаҙлар — >> — ҡаҙҙар
  • эшләү — >> — эшләү
  • урманныҡ— >> — урманлыҡ
  • иңне — >> — иңле һ. б.

Көньяҡ диалект үҙенең өндәре, грамматик үҙенсәлектәре, һүҙлек составы яғынан хәҙерге башҡорт әҙәби теленә бик яҡын тора.

Көнсығыш диалект[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көнсығыш диалект. Уға Башҡортостандың Балаҡатай, Мәсетле, Дыуан, Ҡыйғы, Салауат, Учалы, Әбйәлил райондары, Баймаҡ районының төньяғы, Бөрйән районының төньяғы, Белорет районының төньяҡ-көнсығышында һәм Силәбе, Ҡурған, Екатеринбург, өлкәләрендә йәшәгән башҡорттарҙың һөйләштәре ҡарай. Был майҙанда борон-борондан ҡатай, табын, әйле, көҙәй, ҡыуаҡан, күбәләк, тиләү, тамъян, ҡарағай-ҡыпсаҡ, һалйот, һеңрән һ. б. ырыу-ҡәбиләләргә ҡараған башҡорт¬тар йәшәгән. Көнсығыш диалектта -лыҡ, -лы, -ла кеүек ялғауҙарҙың, һүҙҙең ниндәй өнгә бөтөүенә ҡарап, т, д, ҙ өндәренә башланған дүртәр варианты барлыҡҡа килә: -лыҡ, (-тыҡ, -дыҡ, -ҙыҡ), -лы (-ты, -ды, -ҙы), -ла (-та, -да, -ҙа): сауҡалыҡ, таштыҡ, ҡомдоҡ, шырҙыҡ; балалы өй, башты кеше, талды урын, ҡыйҙы иген;атты дағала, тәмәкене ташта, ашты тәмдәп ҡара, кәбеҫтә тоҙҙаныҡ. Фонетик үҙенсәлектәре: 1)Ялғауҙар:

  1. п, т, с, ҫ, ш, к, ҡ, х өндәренә бөткән һүҙҙәрҙән һуң — т өнөнән башланалар: йәштек-йәшлек, аҡтау — аҡлау.
  2. л, м, н, ң, з, ж өндәренә бөткән һүҙҙәрҙән һуң — д өнөнән башланалар: йәндек — йәнлек, меңдәгән — меңләгән.
  3. р, й, ҙ, у өндәренә бөткән һүҙҙәрҙән һуң — ҙ өнөнән башланалар: йәйҙәү — йәйләү, йөҙҙәгән — йөҙләгән.

Морфологик үҙенсәлектәре: Атаҡас — тас атаһы, сипекәй — себеш, йыуыштым — йыуындым, туйынығыҙ — ашағыҙ. Лексик үҙенсәлектәре: Инәй — әсәй, ҡарттай — олатай, ҡартнәй — өләсәй. Көнсығыш диалектҡа Арғаяш, Әй-Мейәс, Һалйот, Ҡыҙыл һөйләштәренән тора. Шыл һөйләштәрҙең төп тел үҙенсәлеген яһаусы һәм күплек ялғауҙарының дүрт төрлө тартынҡы өн менән башланыуы тәшкил итә. Мәҫәлән:

  • һөрәндәү — әҙәби телдә һөрәнләү
  • йоҡтай — >> — йоҡлай
  • аҡсарҙаҡ — >> — аҡсарлаҡ
  • ярҙы — >> — ярлы
  • баштау — >> — башлау һ. б.

Төньяҡ-көнбайыш диалект[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт теленең көнбайыш диалектына-Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында Ҡариҙелдең урта ағымында, Төй, Сөн, Ҡармасан, Сәрмәсән, Ағиҙелдең түбәнге ағымында, Танып йылғалары буйында урынлашҡан Ҡариҙел, Асҡын, Балтас, Тәтешле, Борай, Яңауыл, Краснокама, Дүртөйлө, Илеш,Баҡалы, Туймазы, Татарстандың Аҙнаҡай, Аҡтаныш, Әгрез, Минзәлә, Мөслим, Пермь өлкәһенең Ҡуйыҙа, Уса, Пермь, Чернушкин һәм Барҙым райондарында йәшәгән башҡорттарҙың теле инә. Был диалект Ҡариҙел, Танып, түбәнге Ағиҙел — Ыҡ һәм Ғәйнә һөйләштәрен берләштерә. Диалекттың төп билдәләре: с тартынҡыһы урынында ч, һ урынына с ҡулланыла. Мәҫәлән: чирәм — әҙәби телдә сиҙәм; сөйнәксез (урта Урал) — әҙәби телдә һөйкөмһөҙ, сүлек (төньяҡ-көнбайыш) — әҙәби телдә һөлөк; ташчүлмәк (Ҡариҙел) — әҙәби телдә ташсүлмәк; үңәч (ғәйнә) — әҙәби телдә үңәс; үтә чығыу (төньяҡ-көнбайыш) — әҙәби телдә үтә сығыу; үҙ чире (төньяҡ-көнбайыш) — әҙәби телдә үҙ сире һ. б. Фонетик үҙенсәлектәр: Чирәм — сирәм, мөгөш, почмаҡ — мөйөш, төпчөк — кинйә. Морфологик үҙенсәлектәр: Әсән — әсәйең,Һинә — һиңә, Атан — атайың, Һуңғары — һуңыраҡ. Лексик үҙенсәлектәре: Апайым — балаларға өндәшеү, май аш — бауырһаҡ, алма — картуф

Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты тураһындағы мәсьәлә оҙаҡ йылдар — уҙған быуаттың 80—90-сы йылдары башына тиклем — ҡәнәғәтләнерлек хәл итеү юлы тапманы. Быға Башҡортостанда диалектология фәненең формалашыу һәм үҫеш үҙенсәлектәре, шулай уҡ башҡа төрлө объектив һәм субъектив факторҙар йоғонто яһаны. Нисек кенә булмаһын, башҡорт диалектологияһының тарихында парадоксаль күренеш бар, йәғни Волганан Тубылға тиклем меңдәрсә саҡрымдарға һуҙылып ятҡан территорияла йәшәүсе башҡорттарҙың һөйләү телен фронталь тикшереү үткәрелгәнгә тиклем уның диалект системаһын бер нисә тапҡыр классификацияларға тырышыуҙар күҙәтелә. Былай эш итеүҙең хаталарға һәм ҡапма-ҡаршылыҡтарға урын ҡалдырыуы бәхәсһеҙ. Классификацияларҙың ҡайһы берҙәре башҡорттар йәшәгән барлыҡ территория буйынса ҡатмарлы тел күренештәрен иҫәпкә алмайынса, ашығыс тәҡдим ителә, шуға күрә ҡайһы бер положениеларҙың, мәҫәлән, 1950 йылдар аҙағында абруйлы профессор Жәлил Кейекбаев тарафынан тәҡдим ителгән классификацияның артабан ҡабул ителмәүе лә тәбиғи.

Үкенес менән шуны ла билдәләргә кәрәк: тап ошо осорҙа, тап Жәлил Кейекбаев арҡаһында башҡорт диалектологтары башҡорт телендә өсөнсө, төньяҡ-көнбайыш диалекты мәсьәләһендә тулыһынса буталыу юлына баҫа. Ә бит уға тиклем барыһы ла логикаға бәйле барған. 1940 йылда уҡ арҙаҡлы төркиәтсе һәм башҡорт телен өйрәнеүсе, Башҡортостанда беренсе диалектологик экспедициялар етәксеһе профессор Н. К. Дмитриев ҡатнашлығында үткән Икенсе Бөтөн Башҡорт лингвистика конференцияһында башҡорт телендә өс территориаль диалект — көнсығыш, көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш диалект булыуы хаҡында тезис билдәләнә. Өсөнсө, төньяҡ-көнбайыш диалекты мәсьәләһе ҡабат 1953 йылда Н. К. Дмитриев инициативаһы менән СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты үткәргән ғилми семинарҙа көн тәртибенә ҡуйыла. Семинарҙа ҡатнашыусылар төньяҡ-көнбайыш башҡорттары телен өсөнсө, үҙ аллы диалект тип таный һәм был диалект һөйләштәрен тәрән ғилми өйрәнеүҙе башларға кәрәк тигән тәҡдим менән сығыш яһай.

Тема институттың ғилми-тикшеренеү эштәре планына индерелә. Икенсе йылына уҡ билдәле башҡорт диалектологы Т. Ғ. Байышев етәкселегендә Асҡын, Балтас, Борай, Яңауыл райондарына диалектологик экспедиция ойошторола. Һөҙөмтәлә фонетика, грамматика һәм лексика буйынса бай материал йыйыла һәм «көнбайыш диалект башҡорт халҡының һөйләү теленең айырылғыһыҙ өлөшөн тәшкил итә» тигән һығымта яһала. Әммә артабан төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һөйләштәрен өйрәнеү буйынса эштәр оҙаҡҡа туҡталып тора, ә экспедицияның Т. Ғ. Байышев тарафынан ентекләп әҙерләнгән баһалап бөткөһөҙ отчеты бары тик архив мираҫы булып ҡына ҡала һәм ярты быуаттан һуң ғына «Ғилем» академия нәшриәтендә донъя күрә. Был баҫманы әҙерләүгә Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты етәкселеге баһалап бөткөһөҙ көс һала.

1964 йылда билдәле совет тел белгесе, СССР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, ул ваҡытта эмиграцияла булған Николай Николаевич Поппе Т. Байышевтың концепцияһын раҫлап, Блумингтонда (АҠШ) инглиз телендә нәшер ителгән “Башҡорт грамматикаһы” («Bashkir manual») китабында башҡорт телендә өс территориаль диалекттың булыуы тураһында яҙа һәм өсөнсө диалект тип төньяҡ-көнбайыш диалектты атай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Н. Х. Максютова. Восточный диалект башкирского языка. (В сравнительно-историческом освещении). — М., 1976
  • Т. Г. Баишев. Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку. — М., 1955
  • С. Ф. Миржанова. Южный диалект башкирского языка. — М., 1979
  • С. Ф. Миржанова. Северо-западный диалект башкирского языка. — Уфа, 1991
  • Усманова М. Ғ., Абдуллина Ф. Ф. Башҡорт теле. — Өфө: «Китап»? 2000. — ISBN 5-295-02619-1
  • * Poppe N. N. Bashkir manual. Descriptive grammar and texts with a Bashkir-English glossary. Bloomington, 1964.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]