Башҡорт алфавиты

Башҡорт алфавиты (рус. Башкирский алфавит) — башҡорт теленең алфавиты. Башҡорттар төрлө дәүерҙә боронғо төрки рун яҙмаһын, боронғо уйғыр, ғәрәп, латин яҙмаларын һәм кириллица ҡуллана. Һуңғыһы — әлеге көндә ҡулланылған алфавит. Был алфавитта 42 хәреф, шуларҙың туғыҙы телдең үҙенсәлекле өндәрен билдәләй — Ә ә, Ө ө, Ү ү, Ғ ғ, Ҡ ҡ, Ң ң, Ҙ ҙ, Ҫ ҫ, Һ һ хәрефтәре.

Тарихы

Башҡорт яҙмаһы тарихын дүрт этапҡа бүлеп ҡарарға була:

Иртә осор

undefined

X быуат баштарында, Ислам динен ҡабул иткәс, башҡорттар ғәрәп яҙмаһын ҡуллана башлай. Үҙ заманының уҡымышлылары уның ярҙамында күп нәмә яҙып ҡалдырған, улар араһында тарихи документтар менән шәжәрәләр ҙә, эпос, легендалар һәм башҡалар ҙа бар. Боронғо ҡәбер таштарындағы, һәр төрлө һәйкәлдәрҙәге яҙыуҙар ҙа ғәрәп хәрефе менән башҡарылған.

Ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә төрки халыҡтар «иҫке төрки теле» тип аталған әҙәби яҙма телен булдыра. Был яҙманы башҡорттар XI быуатта ҡуллана башлай. Нәҡ ошо телдә ХIII быуат башында Ҡол Ғәлиҙең мәшһүр «Ҡиссаи Йософ» әҫәре яҙыла.

ХVI быуат уртаһында башҡорттар Урыҫ дәүләтенә ҡушылғас, батша самодержавиеһы (рус.)баш. төрки телен рәсми яҙма тел тип таный. Ошо телдә төрлө документтар, манифестар, указдар, өндәмәләр, фармандар, хаттар, шәжәрәләр һәм нәфис әҫәрҙәр һәм башҡа яҙма ҡомартҡылар һаҡланған.

Шулай итеп, XIX быуат уртаһына тиклем башҡорттарҙың яҙма теле — иҫке төрки яҙма-әҙәби теле (төрки) һәм уның локаль варианты — Урал—Волга буйы төрки теле була. Башҡорт әҙәбиәтенең бик күп әҫәрҙәре — башҡорт шәжәрәләре, «Батыршаның батшабикә Екатерина II хаты», Салауат Юлаевтың саҡырыуҙары һәм бойороҡтары, XIX быуат шағирҙары А. Ҡарғалы, Т. Ялсығолов, Х. Сәлихов, Ғәли Соҡорой, Аҡмулла, М. Өмөтбаев һ. б. әҫәрҙәре ошо төрки телендә яҙылған. Был яҙма өсөн ғәрәп алфавиты ҡулланылған. XIX быуат авторҙарының төрки телендә яҙылған әҙәби әҫәрҙәрендә башҡорт һөйләү теленең үҙенсәлектәре күп күрергә булаref>Языки Российской Федерации и соседних государств. — М.: «Наука», 2001. — Т. I. — С. 173—176. — 432 с. — 385 экз. — ISBN 5-02-022647-5.</ref>[1].

Телдең фонетик үҙенсәлектәрен етерлек кимәлдә сағылдыра алған башҡорт милли яҙмаһын булдырыу буйынса тәүге ынтылыштар XIX быуат уртаһына ҡарай. Мәҫәлән, 1869 йылда Мирсәлих Биксурин «Бохаралар, башҡорттар, ҡырғыҙҙар һәм Төркөстан халҡы һөйләштәре менән ғәрәп, фарсы һәм татар телдәрен өйрәнеүгә башланғыс ҡулланма»китабында беренсе башҡорт грамматикаһын баҫтырып сығара. Бында ғәрәп графикаһы нигеҙендә башҡорт теленең көньяҡ диалектында «Батыр батша әкиәт» әкиәте баҫыла[2].

1860 йылдарҙа мәғрифәтсе-миссионер Николай Ильминский үҙенең «Төрөк-татар теле курсына инеш уҡыу» тигән хеҙмәтендә башҡорт телен яҙыу өсөн кириллица алфавитын ҡулланырға тәҡдим итә. Был хеҙмәт нигеҙендә XIX быуат аҙағында — XX быуат башында бер нисә башҡорт алфавиты нәшер ителә[3]. Бындай алфавиттарҙың беренсеһе Ырымбур губернаһының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса округ инспекторы В. В. Катаринский тарафынан Ырымбурҙа 1892 йылда баҫтырыла (1898 һәм 1906 йылдарҙа яңынан нәшер ителә). Был баҫманың алфавиты ул саҡтағы рус алфавитының (е, й, ö, ү хәрефтәренән башҡа) бөтә хәрефтәрен, шулай уҡ ä, г̇, ҥ, ö, ӳ өҫтәмә билдәләрен үҙ эсенә ала. 1898 йылда әлифбаның икенсе баҫмаһы сыға. Орск өйәҙенең урыҫ булмаған мәктәптәренең инспекторы А. Г. Бессонов нәшер иткән «Башҡорттар өсөн әлифба» ла шул ваҡыттағы рус алфавитының бөтә хәрефтәре (ё, й-нан башҡа), шулай уҡ ä, г̣, д̣, ҥ, ö, с̣, ӱ өҫтәмә билдәләре була. Тағы бер әлифба XIX—XX быуат арауығында Ҡазан университеты профессоры Н. Ф. Катанов тарафынан әҙерләнә — унда автор үҙенсәлекле башҡорт өндәрен күрһәтеү өсөн умляут (ӓ — /ә/, ӧ — /ө/, ӟ — /ҙ/, к̈ — /ҡ/, ӱ — /ү/ һ. б.) диакритик билдәһен ҡуллана. Был әлифба ҡулъяҙмала ғына ҡала һәм баҫылмай[2]. 1912 йылда М. А. Ҡулаев «Башҡорттар өсөн тауыш оҡшатыу һәм әлифба нигеҙҙәре» тигән китап сығара (1919 йылда яңынан баҫтырыла), унда шулай уҡ кириллица алфавиты ҡулланыла. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен күрһәтеү өсөн автор үҙе уйлап сығарған уникаль хәрефтәрҙе тәҡдим итә[4][5]. Әммә был алфавиттар киң таралыу тапмай[6].

.

Ғәрәп яҙылышындағы башҡорт алфавиттары

undefined

XX быуат баштарына тиклем ҡулланылып йөрөтөлгән ғәрәп алфавиты башҡорт теленең фонетик системаһына тулыһынса яуап бирә алмаған; ҡайһы бер башҡорт өндәре өсөн билдәләрҙең бөтөнләй булмауы, һүҙ уртаһында һуҙынҡыларҙың регуляр яҙылмауы, башҡорт теле өсөн кәрәге булмаған артыҡ хәрефтәрҙең булыуы һ. б. ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙырған.

Башҡортостанда совет хакимиәте урынлашҡандан һуң, 1921 йылда Бәләкәй Башҡортостандың Үҙәк Башҡарма Комитеты башҡорт теленең дәүләт статусын (рус.)баш. таный. 1921 йылдың июлендә Советтарҙың 2-се Бөтә Башҡортостан съезы Башҡорт Совет Республикаһының дәүләт теле булған башҡорт теле өсөн яҙма булдырыу буйынса саралар күрергә ҡарар итә. 1922 йылдың декабрендә Башҡорт АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариатының Академик үҙәгендә алфавит һәм орфография эшләү буйынса комиссия ойошторола. Сәйфи Уфалы, шулай уҡ Г. Шонаси, С. Рәмиев һәм башҡалар комиссия ағзалары була. Яңы яҙма нигеҙенә 1911 йылда Ғ. Ибраһимов тәҡдим иткән ғәрәп графикаһына ҡоролған татар «урта алфавиты» алына. Комиссия был алфавитты башҡорт фонетикаһы ихтыяждарына яраҡлаштыра: ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә генә ҡулланылған хәрефтәр алып ташлана һәм һуҙынҡыларҙың орфографияһы яҡшыртыла. Һүҙ башында һуҙынҡы хәрефтәр өҫтән хамза (ﺀ) билдәһе менән яҙыла. Алғы һәм артҡы рәттәге һуҙынҡылар яҙмала айырылмай (мәҫәлән, و хәрефе бер үк ваҡытта /у/ һәм /ү/; ۇ — /о/ һәм /ө/ хәрефтәрен аңлата һ.б.), әммә мәғәнәне айырыу маҡсатында хәрефтәр аҫтына ҡатылыҡ билдәһе — вертикаль һыҙыҡ ҡуйыу ҡарала (وول — ул (он) ,وول- үл (умри)[6].

Алфавит 33 хәрефтән тора (иҫкеһендә иһә — 22 хәреф булған), шуларҙың егерме етеһе — тартынҡы («тауышһыҙ») өндәр: ي ھ ۋ و ن م ل ڴ گ ک ق ف ﻉ ش س ژ ز ر ﺫ د ﺡ ﺝ ث ﺕ پ ب, ә алтыһы ئ ي ۇ و ﻪ ا һуҙынҡы («тауышлы») өндәр өсөн алынған. 1923 йылдың декабрендә — 1924 йылдың ғинуарында был алфавит рәсми раҫлана. 1924 йылдың мартында уға һүҙ башында /ы/ һәм /э/ өндәренең яҙылышына ҡағылышлы ҙур булмаған үҙгәрештәр индерелә. Ғәрәп хәрефтәре нигеҙендәге алфавит 1930 йылға тиклем ғәмәлдә була[6][4].

Латин яҙылышындағы алфавиттар

undefined

1920 йылдарҙа СССР халҡының яҙмаһын латиницаға күсереү буйынса хәрәкәт йәйелдерелә. Латинлаштырыу ғәрәп алфавиты нигеҙендәге яҙманы ҡулланған телдәрҙән башлана.

Башҡорт яҙмаһын латинлаштырыу мәсьәләһе Академик үҙәктә беренсе тапҡыр 1924 йылдың июнендә күтәрелә. 1924 йылдың 6 октябрендә Башҡортостан Халыҡ Комиссарҙары Советы (Башсовнарком) башҡорт яҙмаһын латин алфавитына күсереү кәрәклеге тураһында ҡарар ҡабул итә. 19251935 йылдарҙа Башҡортостан яңалиф үҙәк комитеты эшләй. Башҡорт алфавитының латин графикаһы нигеҙендә төҙөлгән беренсе варианты Яналиф үҙәк комитеты тарафынан 1925 йылда тәҡдим ителә. Һуңынан был алфавит ҡабаттан ҡарап сығыла, камиллаштырыла. Уның яңы варианты 1928 йылдың 7 майында Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Башҡортостан Халыҡ Комиссарҙары Советы тарафынан рәсми дәүләт алфавиты итеп раҫланыла.[7] Был алфавитта 36 хәреф була, шуларҙың уны — һуҙынҡы өндәр өсөн, егерме алтыһы — тартынҡы өндәр өсөн, быларға өҫтәп үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә тартынҡыларҙың йомшаҡлығын белдереү өсөн '(апостроф) алына. Өндәрҙе ошолай билдәләргә тәҡдим ителә: : /h/ — h, /х/ — ħ, /ы/ — ȗ, ә, /ң/ — n̑, /ш/ — ŝ, /ҫ/ — t', /ый/ — î, /ж/ — ĵ, /w/ — ŭ, /җ/ — ĝ, j[4].

1927 йылдың июнендә Бөтә Союз яңы төрки алфавиты комитеты СССР-ҙың төрки халыҡтары өсөн берҙәм алфавит — яналифты раҫлай. Уның нигеҙендә башҡорт латинлаштырылған алфавиты яңынан ҡарала. 1930 йылдың 6 июлендә Башҡорт АССР-ы Үҙәк Башҡарма Комитеты был алфавитты рәсми раҫлай; шул уҡ йылда уға нигеҙләнгән орфография ҡағиҙәләре сыға. Артабан уға ҙур булмаған үҙгәрештәр индерелә 1933 йылдың майында Башҡорт теле һәм әҙәбиәте ғилми-тикшеренеү институты конференцияһында (рус.)баш. Ç ç хәрефе, ә 1938 йылда диграф ьј бөтөрөлә. 1939 йылдың 3 мартында латин алфавитында башҡорт теленең орфографияһының яңы ҡағиҙәләре сыға, әммә был ваҡытта башҡорт яҙмаһын кириллицаға күсереү мәсьәләһе күтәрелгән була[6].

1938—1939 йылдарҙағы реформанан һуң башҡорт латинлаштырылған алфавиты түбәндәгесә була[6]:

A a B ʙ C c D d Latin capital letter D with right stroke.svg đ E e Ə ə F f G g Ƣ ƣ H h I i
J j K k L ʟ M m N n Ꞑ ꞑ O o Ɵ ɵ P p Q q R r S s
Ş ş T t Latin capital letter T with bowl.svg Latin small letter T with bowl.svg U u V v X x Y y Z z Ƶ ƶ Ь ь '

Латинлаштырылған алфавитты ҡулланыуға керетеү буйынса байтаҡ эш башҡарыла — педагогтар яңынан әҙерләнә, яңы алфавит нигеҙендә гәзит-журналдар баҫтырыла, рәсми ҡағыҙҙар алып барыла, башҡорт теле орфографияһының төп принциптары әҙерләнә.

Әммә Яңалиф рәсми башҡорт алфавиты ролен оҙаҡ үтәмәй. Башҡорт яҙмаһын урыҫ графикаһы нигеҙендәге алфавитҡа күсереү 1938 йылдың авгусында уҡ башлана.

Кириллица ҡабул итеү

undefined

Башҡорт табибы һәм тел белгесе Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мөхәмәтхан Сәхипкирәй улы) төҙөгән урыҫ графикаһы нигеҙендәге башҡорт алфавиты киң билдәле. Башҡортса яҙыу өсөн ул урыҫ-грек графикаһы нигеҙендә башҡорт милли алфавитын төҙөй, башҡорт телендәге өндәргә баһалама бирә, һәр өнгә хәреф билдәләй. 1919 йылда Өфөлә уның «Әлепей» китабы донъя күрә. Китапта һыҙылышы ҡатмарлы хәрефтәр ябайлаштырыла, улар хатта хәҙерге башҡорт теле алфавитына яҡын тора. Ләкин Ҡулаевтың алфавитын революциянан һуң тәүге йылдарҙа ғәмәлгә индереп булмай, сөнки граждандар һуғышы, 1921 йылғы йотлоҡ был эште бойомға ашырырға мөмкинлек бирмәй.

1928 йылда һәм артабан, төрки халыҡтар яҙмаларын ғәрәп алфавитынан латин алфавитына күсереү хәрәкәте дәүерендә, Ҡулаев урыҫ графикаһын ҡабул итеү кәрәклеген йәнә лә яҡлап сыға. Уның башҡорт яҙмаһын урыҫ графикаһы нигеҙендә төҙөү идеяһы 1939 йылда тормошҡа ашырыла башлай.

1938 йылдың авгусында ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты бюроһына кириллица алфавитына күсеү тураһында мәсьәлә ҡуйыла. Яңы яҙма системаһы эшләнә башлай. Иң ҙур бәхәстәрҙе /йы/, /йе/; /йа/, /йә/; /йо/ /йө/ өндәренең яҙылышы тыуҙыра, уларҙы е, я һәм е хәрефтәре менән билдәләргә тәҡдим ителә. Һөҙөмтәлә был тәҡдим кире ҡағыла. Шулай уҡ башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен сағылдырыу бәхәскә килтерә. Түбәндәге тәҡдимдәр яңғырай[6][4]:

Һуңғы
вариант
Альтернатив
вариантар
ә э, ӓ, ā
ү ӳ, уь, ӱ, ӯ
һ һь, хъ, гх, ҳ, хь
ҙ дз, д́, дь, q, ӟ, дъ
ҫ с̈, сь, ԑ, ц, с́, тсь
ө ӧ, оь, ő, ō, ǫ
ң нг, нъ, ң, н́, н̄, ҥ
ғ гь, v, гг, ѓ
ҡ кь, k, кк, к̄

:

1939 йылдың 23 ноябрендә Яңы алфавит Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы тарафынан раҫлана, ә 1940 йылда ҡулланылышҡа индерелә. 1950 йылда Башҡорт теле, әҙәбиәте һәм тарихы ғилми-тикшеренеү институты тәҡдиме менән алфавитҡа Е е хәрефе индерелә, һәм ул хәҙерге торошон ала[6]. 1981 йылда башҡорт теленең орфографияһының яңы ҡағиҙәләре индерелә, улар алфавит составына (рус.)баш. ҡағылмай, әммә хәрефтәр ҡулланылышына һиҙелерлек үҙгәрештәр индерә — әгәр элек Ю ю хәрефе менән боронғо башҡорт һүҙҙәрендә /йу/ һәм /йү/ хәрефтәре билдәләнһә, яңы ҡағиҙәләр ҡабул ителгәндән һуң тик /йу/хәрефтәре генә билдәләнә. /Йү / өнө йү хәрефтәре менән бирелә башлай[8]..

Алфавиттарҙың сағыштырма таблицаһы

Кириллица
(1940 йылдан)
Ғәрәп яҙмаһы
(1928 йылға тиклем)[9]
Латиница
(1928 йылдан)
А а ا A a
Б б ب B ʙ
В в و,ۋ V v
Г г G g
Ғ ғ غ,ع Ƣ ƣ
Д д D d
Ҙ ҙ ظ,ض,ذ Đ đ
Е е ي E e
Ё ё - -
Ж ж ج,ژ Ƶ ƶ
- - Ç ç (1939 йылға тиклем)
З з Z z
И и ي I i
Й й ي J j
К к ك K k
Ҡ ҡ ق Q q
Л л ل L l
М м م M m
Н н ن N n
Ң ң ڭ N̡ n̡
О о ۇ O o
Ө ө ۇ Ɵ ɵ
П п P p
Р р R r
С с ص,ﺱ S s
Ҫ ҫ ث Ѣ ѣ
Т т ط,ﺖ T t
У у و U u
Ү ү و Y y
Ф ф ف F f
Х х خ,ﺡ X x
Һ һ ه H h
Ц ц - -
Ч ч چ C c
Ш ш ش Ş ş
Щ щ - -
Ъ ъ - -
Ы ы ئ Ь ь
- - ьj (1939 йылға тиклем)
Ь ь -
Э э ئ E e
Ә ә ه Ə ə
Ю ю - -
Я я - -

Бөгөнгө алфавит

Башкирский-алфавит1.jpg

Бөгөнгө башҡорт алфавиты 1940 йылда ҡабул ителгән[10]. Был алфавитта 42 хәреф, шуларҙың туғыҙы телдең үҙенсәлекле өндәрен билдәләй — Ә ә, Ө ө, Ү ү, Ғ ғ, Ҡ ҡ, Ң ң, Ҙ ҙ, ҫ, Һ һ хәрефтәре. Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ: Ҡҡ, Ҙҙ хәрефтәре башҡа бер төрки телдә лә осрамай[11].

Хәрефтәрҙең урынлашыу тәртибе урыҫ алфавитындағыса ҡабул ителгән. Башҡорт теленең специфик өндәре өсөн алынған яңы хәрефтәр, ғәҙәттә, урыҫ графикаһындағы ҡайһы хәреф нигеҙендә яһалған булһа, башҡорт алфавитында шул урыҫ хәрефе артынса ҡуйылған. Мәҫәлән, ғ (Гг — Ғғ), ҡ (Кк — Ҡҡ), ң (Нн — ң), ө (Оо — Өө), ҫ (Сс — ҫ), ү (Уу — Үү), ә (Ээ — Әә) хәрефтәренең урынлашыу тәртибе ошо принциптан (рус.)баш. сығып билдәләнгән. Ҙ хәрефе, был принциптан сығып ҡарағанда, яһалышы буйынса (Зз — Ҙҙ) з хәрефенән һуң торорға тейеш ине, ләкин ул үҙенең урынын латин графикалы башҡорт алфавиты буйынса һаҡлаған һәм д хәрефенән һуң бирелгән, сөнки латин графикаһы нигеҙендәге алфавитта ҙ хәрефе д хәрефе нигеҙендә яһалған һәм уның артынса ҡуйылған.

Хәрефтәрҙең баш хәреф һәм бәләкәй хәреф варианттары айырыла. Тик ң, ҫ, ъ, ь хәрефтәренең генә яҙыуҙа баш хәреф варианттары ҡулланылмай, сөнки башҡорт яҙма әҙәби телендә был хәрефтәр менән башланған һүҙҙәр юҡ.

Ниндәй өн (фонема) мәғәнәһендә йөрөүҙәренә ҡарап, алфавиттағы хәрефтәрҙе түбәндәгесә төркөмләргә мөмкин:

  1. һуҙынҡы өндәрҙе күрһәткән хәрефтәр: а([ɑ], [a]), ә([æ]), э([ɪ̞], [e]), и([i]), о([ʊ̞], [o]), ө([ø]), у([u]), ү([y]), ы([ɯ], [ɨ]);
  2. дифтонгылар, йәғни [j] һәм [ɪ̞], [o], [u], [ɑ] өндәренең ҡушылмалары өсөн алынған хәрефтәр: е ([jɪ̞], [je]), ё ([jo]), ю ([ju]), я ([jɑ], [ja]);
  3. ҡалын тартынҡы өндәрҙе күрһәтеү өсөн алынған хәрефтәр: б ([b]), в ([w], [v]), г ([g]), ғ ([ɣ]), д ([d]), ҙ ([ð]), ж ([ʒ]), з ([z]), й ([j]), к ([k]), ҡ ([q]), л ([l]), м ([m]), н ([n]), ң ([ŋ]), п ([p]), р ([r]), с ([s]), ҫ ([θ]), т ([t]), ф ([f]), х ([χ]), һ ([h]), ц ([ts]), ч ([tɕ]), ш ([ʂ]), щ ([ɕɕ]);
  4. урыҫ теле аша үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге нәҙек (палаталь) тартынҡыларҙы күрһәтеү өсөн алынған ь (ерь йәки нәҙеклек билдәһе).
  5. өн мәғәнәһе булмаған ъ (ер йәки айырыу билдәһе).[12]
Хәреф ХАФӘ транскрипцияһы Хәреф ХАФӘ транскрипцияһы Хәреф ХАФӘ транскрипцияһы
Аа (а) [ɑ], [a] Бб (бэ) [b] Вв (вэ) [v], [w]
Гг (гэ) [ɡ] Ғғ (ғы) [ɣ] Дд (дэ) [d]
Ҙҙ (ҙэ) [ð] Ее (йе) [jɪ̞], [ɪ̞], [je], [e] Ёё (йо) [jo]
Жж (жэ) [ʒ] Зз (зэ) [z] Ии (и) [i]
Йй (ҡыҫҡа и) [j] Кк (ка) [k] Ҡҡ (ҡы) [q]
Лл (эль) [l] Мм (эм) [m] Нн (эн) [n]
Ңң (эң) [ŋ] Оо (о) [ʊ̞], [o] Өө (ө) [ø]
Пп (пэ) [p] Рр (эр) [r] Сс (эс) [s]
Ҫҫ (ҫэ) [θ] Тт (тэ) [t] Уу (у) [u], [w]
Үү (ү) [y], [w] Фф (эф) [f] Хх (ха) [χ]
Һһ (һа) [h] Цц (цэ) [ts] Чч (чэ) [tɕ]
Шш (ша) [ʂ] Щщ (ща) [ɕɕ] Ъъ (ҡатылыҡ билдәһе) [-]
Ыы (ы) [ɯ], [ɨ] Ьь (йомшаҡлыҡ билдәһе) [ʲ] Ээ (э) [ɪ̞], [e]
Әә (ә) [æ] Юю (йу) [ju] Яя (йа) [jɑ], [ja]

Өндәрҙе сағылдырыу үҙенсәлектәре

  • Алфавитта башҡорт һүҙҙәрендәге [ɪ̞] фонемаһы өсөн айырым хәреф алынмаған, был фонеманы белдереү функцияһы графика тарафынан э һәм е хәрефтәренә йөкмәтелә: эш [ɪ̞ʂ], кеше [kɪ̞ʂɪ̞], бейек [bɪ̞jɪ̞k].
  • Урыҫ теленән ингән [a], [e] [o], [ɨ] фонемалары айырым хәрефтәр менән белдерелмәй, уларҙың функцияһын да, төп башҡорт һүҙҙәрендәге [ɑ], [ɪ̞], [ʊ̞], [ɯ] фонемаларының функцияһын да бер үк а, э, о, ы хәрефтәре башҡара: тоҡ [tʊ̞q], ток [tok], ағас [ɑɣɑs], экскаватор [ekskavator].
  • [w] вау фонемаһы өсөн алфавитта айырым хәреф юҡ, графика был фонеманы белдереү функцияһын в, у, ү хәрефтәренә йөкмәтә: ваҡыт [wɑqɯt], тау [tɑw], тәүҙә [tæwðæ].
  • [ʔ] замма (рус. гортанная смычка) фонемаһы өсөн дә айырым хәреф юҡ, ул фонеманы яҙыуҙа белдереү өсөн, ь һәм ъ хәрефтәре ҡулланыла: маъмай [mɑʔmɑj], тәьмин [tæʔmin][13].

Компьютер технологияларында ҡулланыу

undefined

Компьютер технологияларында кирилл хәрефтәре өсөн кодтар ҡулланғанда (КОИ8, Windows CP 1251 һ.б.) кирилл графикаһы нигеҙендә төҙөлгән башҡа телдәр алфавиттарының үҙенсәлекле хәрефтәре өсөн буш код ҡалмай (украин, белорус, серб һәм македон хәрефтәренән башҡа). Һөҙөмтәлә был милләттәрҙең алфавиты өсөн компьютер шрифттарын (рус.)баш. булдырыуҙы шәхси фирмалар йәки һәүәҫкәр оҫталар үҙ өҫтөнә алып килде, улар башҡорт хәрефтәрен сағылдырған бихисап шрифттар ҡулланды. Әммә уларҙың барыһының да бик ҙур кәмселеге бар ине — был шрифттар бер-береһе менән ҡуша ҡулланыу өсөн яраҡлаштырылмаған, йәғни бер шрифттан икенсеһенә күскән хәлдә күпселек символдар мәғәнәһен юғалта. Һәм тағы ла бер кире яғы — был шрифттар ҡайһы компьютерға ҡуйылған, шунда ғына уҡыла, шулай итеп, улар башлыса йыйылған башҡорт текстарын ҡағыҙға баҫып сығарыу өсөн генә яраҡлы булып ҡалды.

Юникод (Unicode) халыҡ-ара код стандарты үрҙә әйтеп үтелгән мәсьәләне хәл итә. Ул бөтә яҙма телдәрҙең хәрефтәрен, иероглифтарын, символдарҙы сағылдырыу мөмкинлеген бирә. Бөгөнгө көндә башҡорт текстын яҙыу өсөн төп операцион системаларҙа, шул иҫәптән Windows-та ҡуйылған Unicode шрифттары ҡулланыла. Шулай уҡ Arial Unicode MS, Palatino Linotype, Microsoft Sans Serif шрифттары бөтә компьютерҙа ла дөрөҫ сағылдырыла.

2007 йылдың ғинуарынан һатыуға сығарылған Windows Vista операцион системаһынан башлап башҡорт теле ҡатламы Windows операцион системаларының тел пакетына кертелә. 2009 йылда иһә башҡорт теле ҡатламы Linux операцион системаһында ла булдырыла. 2013 йылда OS Android башҡорт клавиатураһы менән сыға[14], iOS операцион системаға клавиатура бар.

Иҫкәрмәләр

  1. Письменные языки мира. Российская Федерация. — М., 2000. — Т. I. — С. 74. — 651 с.
  2. 1 2 Л. М. Хусаинова. Алфавиты башкирского языка в XIX - начале XX вков : [арх. 26 июнь 2019] // Вестник Оренбургского государственного университета. — 2017. — № 3 (203). — С. 37—42.
  3. Р. М. Латыпова. Деятельность Н. И. Ильминского в создании башкирского алфавита : [арх. 11 июль 2019] // Universum: филология и искусствоведение. — 2014.
  4. 1 2 3 4 Ҡ. З. Әхмәров. Башҡорт яҙыуы тарихынан. — 2. — Өфө: Китап, 2012. — 184 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-295-05619-2.
  5. Л. М. Хусаинова. Башкирское письмо. — Стерлитамак: Стерлитамакский филиал БашГУ, 2012. — С. 99. — 119 с. — 300 экз.
  6. 1 2 3 4 5 6 7 А. Г. Биишев. О башкирском алфавите // Вопросы совершенствования алфавитов тюркских языков СССР. — М.: «Наука», 1972. — С. 49—58.
  7. Başqort teleneŋ imlәhe. Өfө, 1930
  8. Л. М. Хусаинова. Из истории становления и развития башкирской орфографии // Вестник Оренбургского государственного университета. — 2016. — № 3 (191). — С. 54—58.
  9. Ғәли Ишбулатов. «Ғәрәп яҙмаһын өйрәнеүселәргә әлифба». — 2-се баҫ. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988й. — 64 бит.
  10. Башҡорт әҙәби теленең алфавите hәм орфографияhы. Өфө, 1940
  11. Е. Г. Былинина. Башкирский язык. Большая российская энциклопедия 2004–2017. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025. (рус.)
  12. Хәҙерге башҡорт теле. Уҡытыу-методик комплекс. Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы, 2008 йыл
  13. Кейекбаев Ж. Ғ. Ғилми хеҙмәттәр йыйынтығы һәм һайланма әҫәрҙәр. 1 том. Башҡорт әҙәби теленең дѳрѳҫ әйтелеше. Башҡорт теленең фонетикаһы. — Өфѳ: Китап, 2012. — 288 бит.
  14. Башкирская клавиатура для Android 2014 йылдың 23 сентябрь көнөндә архивланған.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар