Катанов Николай Фёдорович
Катанов Николай Фёдорович (1862 йылдың 6 [18] майы, Енисейская губерния[d] — 1922 йылдың 9 марты, Ҡазан ҡалаһы, Татар АССР-ы[d], РСФСР, СССР) — Рәсәй төркиәтсеһе, Император Ҡазан университеты һәм Ҡазан руханиҙар академияһы профессоры, сағыштырма тел ғилеме докторы, этнограф, фольклорсы, йәмәғәт эшмәкәре. Беренсе хакас ғалимы. Ғәмәлдәге статский советник (1915)[1].
Тәржемәи хәле
Николай Катанов 1876—1884 йылдарҙа Красноярск гимназияһында уҡый, уны алтын миҙалға тамамлай. 1884—1888 йылдарҙа Санкт-Петербург университетының көнсығыш телдәре факультеты студенты була. В. В. Радловтың тәҡдиме буйынса төрки халыҡтарҙың телдәрен һәм көнкүрешен өйрәнеү өсөн Себергә һәм Көнсығыш Төркөстанға этнографик-лингвистик экспедицияға ебәрелә. 1889—1892 йылдарҙа Хакасия, Тыва, Етейылға, Тарбағатай һәм Синьцзян халыҡтарын тикшереү менән шөғөлләнә. Артабан Петербург университетына урынлаша алмағанлыҡтан, 1894 йылда Ҡазанға күсеп килә, бында вафатына тиклем 28 йыл эшләй. 1903 йылда магистр дәрәжәһенә диссертация яҡлай, 1907 йылда хеҙмәттәре йыйылмаһы буйынса сағыштырма тел ғилеме докторы итеп раҫлана. 1911—1917 йылдарҙа башлыса Ҡазан руханиҙар академияһында уҡыта. 1915 йылдан — Академияның ординар профессоры, 1919 йылда Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Ҡазан университеты профессоры итеп һайлана, уның һөҙөмтәләре 1921 йылда Халыҡ мәғарифы комиссариаты тарафынан раҫлана.
Ике сит ил йәмғиәтенең: Société des sciences et lettres (Лёвен) һәм Ungarische ethnographische Gesellschaft (Будапешт) ағзаһы, шулай уҡ фин-уғыр йәмғиәтенең (Гельсингфорс) мөхбир ағзаһы, император Рус география йәмғиәтенең (1894), Рус археология йәмғиәтенең, Мәскәүҙә тәбиғәт белемен, антропологияны һәм этнографияны һөйөүселәрҙең император йәмғиәтенең, Ташкент ҡалаһында Төркөстан археология һөйөүселәр түңәрәгенең, Ҡазан Һәм Семипалатинск статистика комитеттарының ғәмәли ағзаһы була[2]. 1898—1914 йылдарҙа Ҡазан университеты ҡарамағындағы Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтен етәкләй һәм 1919 йылда йәнә уның рәйесе була. Шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрлеге, айырыуса айыҡлыҡты пропагандалау өлкәһендәге эш менән әүҙем шөғөлләнә. Уның ғилми эштәре XXI быуатта ла баҫылып сыға һәм яңынан нәшер ителә.
Сығышы
1862 йылдың 6 (18) майында Абакан йылғаһының һул ярындағы Тураҡ улусының Аскиз ауылынан 16 километрҙағы Йөҙөм тигән тораҡта хакас ғаиләһендә тыуа. Балаға Пора́ Хызыл улы[3] (хак. Пора Хызыл оғлы) тип исем ҡушалар; хакассанан ул «күк», «күгелйем», «сал» тигәнде аңлата[4]. С. А. Венгеров һүҙлеге өсөн автобиографияһында 1897 йылда Катанов былай тип яҙа:
Атайым — Сығай нәҫеле татары[Комм 1], ә әсәйем — Ҡаш затының Пюрют араһы татары. Атайым һөнәре буйынса үҙ ырыуының улус писары була. Мин дә, атай-әсәйем дә — православие дине христиандары. Атай-әсәйем һәм бөтә ата-бабаларым XVIII быуатта Абакан үҙәнендә таралған христиан динен тота, шул уҡ ваҡытта шаман йолаларын асыҡтан-асыҡ үтәй: тау, һыу, ут һәм күк рухтарына ҡорбан килтереүҙә ҡатнаша һәм, йорт малын һәм кешеләрҙе ҡурсалаусы булараҡ, уларға доға ҡыла[6].Оригинал текст (рус.)Отец мой был татарин племени Сагай, а мать татарка племени Каш, колена Пюрют. Отец по профессии был улусный писарь своего племени. Как я, так и родители мои — христиане православного вероисповедания. Родители и все предки исповедовали христианство, которое введено в долину Абакана в XVIII столетии, и вместе с тем открыто держались шаманских обрядов: участвовали в жертвоприношениях духам гор, воды, огня и неба и молились этим духам как покровителям домашнего скота и людей
Катановтар нәҫеле сағайҙарға ҡараған пурут (пюрют) хакас сеокынан (кланынан, һүҙмә-һүҙ «һөйәк») була. Төрлө сығанаҡтар буйынса, әсәһе Чаптыкова фамилияһын йөрөтә[7], башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Кизекова, исеме Мария (хакасса Чамах) була. Хасха (ҡаш) сеокына һәм Шалошиндар нәҫеленә ҡараған, йәғни ул качинка булған. Ата-әсәһе, бер үк ваҡытта традицион шаман инаныуҙарын һәм православие динен тотоп, сиркәүҙә никахта тормаған, шуға күрә тыуыу тураһындағы таныҡлыҡта Николай законһыҙ тыуған тип иҫәпләнгән[8]. Өлкән ағаһы — шулай уҡ Николай (1858—1892) — һуңынан Минусинск округының Усть-Есинск сиркәүе руханийы була[9], ғаиләлә шулай уҡ Мария исемле ҡыҙ үҫә. Бөтә хакастар кеүек үк, ғаилә ярым күсмә тормош алып бара: йылы миҙгелде Сағай далаһында йәйләүҙә үткәрә, ә һалҡын ваҡытта Саркагель күле янындағы Абакан йылғаһы ярында йәшәй[10].
Красноярск крайының дәүләт архивында 824-се «Минусинск дини идараһы» фондында метрика китаптары һаҡланған, уларҙың береһендәге 90-сы яҙмала Николай Катановтың суҡындырылыуы тураһында яҙылған. Был яҙма уның тыуған көнөнөң иҫке стиль буйынса 6 май икәнен раҫлай. Ә 15 (27) майҙа ул суҡындырыла. Ул ваҡыттарҙа «сит халыҡтар»ҙың тыуған көнө бик һирәк күрһәтелә, әммә был осраҡта, А. С. Нилогов фекеренсә, суҡындырылыусының атаһы өйәҙ писары булғанлыҡтан, иҫкәрмә яһала. Яҙма малайҙың әсәһенең Кизекова фамилияһын йөрөткәнен һәм уның Федор Катановтың «законһыҙ ҡатыны» булыуын раҫлай. 1876 йылда яҙмаға, 13 августа «үтенес буйынса белешмә» бирелгән тип өҫтәлә. Моғайын, был Красноярск гимназияһына уҡырға инеү сәбәпле башҡарыла[11].
Белеме (1869—1884)
1869 йылда Николай Катанов Аскизда бер үк ваҡытта дала думаһының хат яҙыусыһы, сиркәү старостаһы, кибетсе һ. б. вазифаларын башҡарған ағаһы Ефим Катанов уҡытҡан яңы ғына асылған бер йыллыҡ училищеға уҡырға бара[3]. Училище Красноярск алтын сәнәғәтсеһе П. И. Кузнецовтың[Комм 2] йортонда урынлашҡан була, ул урындағы «сит халыҡтар» файҙаһына мәғрифәтселек эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, һәм малай хужаның китапханаһындағы китаптарҙы уҡыу мөмкинлеген ала[13][14]. Ул беренсе уҡытыусыһы тип Кузнецовтың шулай уҡ Себер халыҡтары тураһында китаптар йыйылмаһына эйә булған хеҙмәткәре И. И. Каратановты атай; тап ул Николайҙа төрки халыҡтарының мәҙәниәтенә һәм тарихына тәрән ҡыҙыҡһыныу уята[15][Комм 3].
Атаһы вафат булғас, 1874 йылда Николай Аскиз дала думаһына писарь булып эшкә урынлаша, унда рус грамотаһын һәм каллиграфияһын ныҡлы өйрәнә. 1876 йылда И. И. Каратанов тәҡдиме менән Абакан һәм Йәнәсәй йылғалары буйлап кәмәлә ҡалаға барып етә һәм Красноярск гимназияһына уҡырға инә[17].
Красноярск тыуған яҡты өйрәнеү музейы фондында Катановтың гимназияға уҡырға ингәнгә тиклем Красноярск уҡытыусылар семинарияһын тамамлауын раҫлаған мәғлүмәттәр һаҡланған. 1878 йылдың 15 июнендәге директор И. В. Савенковтың автографы ҡуйылған фотографияла ул был уҡыу йортоноң өсөнсө сығарылышы составында һүрәтләнгән. Уҡыусының уҡытыусыға һәм директорға яҙған хаты ла һаҡланған, унда: «1876—1884 йылдарҙағы уҡытыусылар семинарияһы тураһында иң йылы хәтирәләрҙе һаҡлайым, ә бына гимназия йылдары ауырлыҡта үтте» тиелә[18].
Красноярскиҙа ул ауырлыҡтарға дусар була, был мохтажлыҡ уны ғүмер буйы эҙәрлекләй. Атаһынан уға 100 һум аҡса эләгә, әммә улар бер нәмәгә лә етмәй. 8 йыл буйы тырышып уҡыуҙан тыш, репетитор булып, ҡайһы берҙә йәйгеһен байыраҡ иптәштәре ғаиләһендә ялланып эшләргә мәжбүр була[19]. Ул сауҙагәр балалары Арсений Яриловтың һәм Вера Емельянованың репетиторы була. Катанов-гимназист ныҡышмалылығы һәм тырышлығы менән айырылып тора, уҡыу уға еңел бирелә. Уның икенсе, дүртенсе һәм етенсе кластар өсөн маҡтау ҡағыҙҙары һаҡланған. Һигеҙ йыл уҡыу ваҡытында ул бер генә тапҡыр ҙа дәрескә һуңламай, тәртип боҙмай, бары һигеҙенсе класта ғына, уҡырға килмәйенсә, бөтә гимназияны хәүефкә һала. Директор уның фатирына гимназия һаҡсыһын ебәрә[20].
Гимназияла ул ғалим булараҡ формалаша башлай. С. А. Венгеров һүҙлеге өсөн материалдарҙа ул былай тип яҙа:
1880 йылдан, йәғни гимназияның IV класынан, География йәмғиәтенең Көнсығыш Себер бүлексәһенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы, тарих һәм география уҡытыусыһы А. К. Завадский-Краснопольский йоғонтоһо аҫтында, мин сығай текстарын яҙып алыу һәм үҙ ырыуымдың йолаларын тасуирлау менән шөғөлләндем. Радлов, М. А. Кастрен һәм Н. А. Костров әҫәрҙәре менән танышып, яҙмаларымды байтаҡҡа тулыландырҙым һәм һуңынан уларҙы төрлө баҫмаларҙа баҫтырҙым[12].Оригинал текст (рус.)С 1880 года, то есть с IV класса гимназии, под влиянием учителя истории и географии А. К. Завадского-Краснопольского, действительного члена Восточносибирского отделения Географического общества, я занимался записыванием сагайских текстов и описанием обычаев своего племени. Благодаря знакомству с сочинениями учёных В. В. Радлова, М. А. Кастрена и Н. А. Кострова я значительно дополнил свои записи и впоследствии напечатал их в разных изданиях
1883 йылда Г. Н. Потанин үҙенең «Төньяҡ-көнбайыш Монголия очерктары» китабында Катановтың «Шаман дөңгөрөн һәм костюмын тасуирлау» мәҡәләһен баҫтырып сығара. 1884 йылда сығай теле грамматикаһы ҡулъяҙмаһын Петербург Фәндәр академияһына ебәрә, унда уны Н. И. Ильминскийға тикшереүгә тапшыралар. Ҡайһы бер хәҙерге тикшеренеүселәр фекеренсә (атап әйткәндә, Г. И. Исхаҡов һәм Г. С. Әмиров), был баҫылмаған хеҙмәтендә өлгөрөп еткән Катановҡа хас булған төрки телдәрҙе өйрәнеүгә сағыштырма-тарихи ҡараш башланғыстары бар[21]. Әммә Ильминский эште урынһыҙ[22] тәнҡитләй, шулай ҙа Катановтың этнограф һәм лингвист булараҡ һәләттәрен билдәләй[23].
1884 йылда Красноярск гимназияһын алтын миҙалға тамамлай һәм төркиәт белеме алырға, ғалим булырға ныҡлы ниәтләй. Башта (бәлки, рухани ағаһының йоғонтоһо аҫтында) ул Ҡазан руханиҙар академияһына уҡырға инеү тураһында уйлай[9]. Аскиз дала думаһынан рөхсәт («приговор») алып, Ҡазанға юллана, әммә унда — академияла ла, университетта ла — көнсығыш телдәрен уҡытыуҙың туҡталып ҡалыуын күрә. Үҙе хат алышҡан Н. И. Ильминский һәм В. В. Радловтың кәңәше буйынса Петербургҡа китә[22].
Петербург осоро (1884—1893)
Көнсығыш факультеты
1884 йылдың 15 авгусында Петербург университетының ғәрәп-фарсы-төрөк-татар тел ғилеме бүлегенә алына. Ул гуманитар һәм махсус шәрҡиәт йүнәлешендә төплө белем ала. Гимназияла француз һәм немец телдәрен үҙләштергәндән һуң, университетта ғәрәп, фарсы, ғосман, татар, башҡорт һәм ҡаҙаҡ телдәрен, шулай уҡ сығатай телен, төрки халыҡтарҙың тарихын һәм әҙәбиәтен, Көнсығыш тарихын, мосолман хоҡуғын өйрәнә[24]. Бынан тыш, үҙ теләге менән В. В. Радловтың өйөндә төрки телдәр фонетикаһынан дәрестәр ала[25]. Радлов күптн түгел Ҡазандан Петербургҡа күсеп килә; ул Катановтың бик тырыш һәм иғтибарлы уҡыусы икәнен күрә[22]. Студент бик теүәл һәм эшһөйәр була, хәтирәләре буйынса, ул бөтә лекцияларға ла йөрөй һәм тыңлағанын яҙып бара[26]. Радловтан ул гимназия осоронда уҡ ҡыҙыҡһынған төрки телдәрҙе өйрәнеүҙәге сағыштырма-тарихи ысулды үҙләштерә.
Гимназиялағы кеүек үк, Петербургта ла Катанов ярлы йәшәй. Ул шунда уҡ ректор исеменә ҡаҙна стипендияһын тәғәйенләүҙәре тураһында ғариза бирә. Ул, оҙаҡ тикшереүҙәрҙән һуң, 1885 йылда тәғәйенләнә. Әммә айына бер тапҡыр түләнгән 8 һум аҡсаға кешесә йәшәү мөмкин булмай, һәм Катанов ҡабаттан репетиторлыҡҡа тотона. В. А. Гордлевский хәтирәләре буйынса, сиркәү күтәрмәһендә Катанов ике тин хаҡына уҡый-яҙа белмәгән мәхәллә кешеләренә ярҙам итә: уларҙың мәрхүм яҡындарының исемдәрен иҫкә алыу өсөн яҙып һала. Ул бөтә нәмәлә лә үҙен сикләй, мәҫәлән, йәкшәмбе көндө генә төшкө аш ашай. Ярым ас йәшәү туберкулез менән ауырыуға килтерә, әммә Көнсығыш Төркөстанға экспедициялар ваҡытында был сирҙән йүнәлә[26].
1884 йылдың 5 декабрендә Ҡазан университеты ҡарамағындағы Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең ағза-хеҙмәткәре итеп һайлана. 1885 йылдан хеҙмәттәрен рус һәм немец телдәрендә әүҙем баҫтыра башлай, уның эштәре тематикаһы Минусинск төркиҙәре эпосын, М. А. Кастрен һүҙлектәре материалдарын тикшереүҙе һәм сығатай топографик номенклатураһына күҙәтеүҙе үҙ эсенә ала. Ул шулай уҡ сығай диалектында рус теленән үҙләштереүҙәр тураһында мәҡәлә баҫтыра[27][28].
1886 йылдан "Петербургта уҡыған Себер уҡыусыларына ярҙам итеү йәмғиәте"ндә танышҡан Н. М. Ядринцев алып барған түңәрәккә йөрөй. Ядринцевта кесаҙна һайын йыйылалар, шунда Катановтың Себерҙең төп халыҡтарының телдәре һәм этнографияһы менән ҡыҙыҡһыныуы тағы ла арта төшә. Ядринцевтың «Көнсығыш күҙәтеүе» гәзитендә ҡайһы бер мәҡәләләрен баҫтыра. Элек сәйәси һөргөндә булған кешеләрҙең дә түңәрәк эшендә ҡатнашыуы арҡаһында полиция уның ағзаларын йәшерен күҙәтеү аҫтына ала. Һөҙөмтәлә Катанов 1887 йылдың 21 авгусында, университетта уҡыған осорҙа бер ниндәй ҙә йәшерен йәмғиәттәр, шулай уҡ етәкселек рөхсәтенән тыш башҡа легаль йәмәғәт ойошмалары эштәрендә ҡатнашмаҫҡа вәғәҙә биреп, расписка яҙырға мәжбүр була[29]. Был уның тормошонда хоҡуҡ һаҡлау органдарын йәлеп иткән берҙән-бер осраҡ була: ул ғүмер буйына сәйәсәт менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмай[30].
Себергә һәм Төркөстанға сәйәхәт
1888 йылда уҡыу курсын тамамлай, рус тарихы буйынса берҙән-бер «яҡшы» билдәһе ала (башҡа билдәләре бик яҡшы була). 30 майҙа университет Советында ул тел ғилеме кандидаты дәрәжәһенә лайыҡ була, бер үк ваҡытта И. Н. Березиндың тәҡдиме ҡәнәғәтләндерелә: Катановҡа Көнсығыш факультетының профессорлыҡ стипендияһын тәғәйенләйҙәр[31]. Ике йыл осоронда йылына 600 һум аҡса түләргә ҡарар сығарыла[32].
1887 йылда уҡ В. В. Радлов Рус география йәмғиәтенә «Записка» тапшыра, унда Себер һәм Көнсығыш Төркөстандың «төрки ҡәбиләләре ҡалдыҡтарын» өйрәнеү өсөн этнографик-лингвистик экспедиция кәрәклеген дәлилләй. 1887 йылдың 11 декабрендә Этнография бүлегендә мөрәжәғәтте ҡарайҙар, шунда Радлов Катановты «әҙерлекле һәм һәләтле кеше» булараҡ командировкаға ебәрергә тәҡдим итә[33]. Шулай уҡ уға 1000 һум аҡса бүлеү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә, был Көнсығыш факультеты деканы В. П. Васильев тарафынан хуплана. 1888 йылдың 22 декабрендәге император указы менән кандидат Н. Ф. Катанов ғилми маҡсат менән Себергә һәм Ҡытайға командировкаға ебәрелә. Шул йылдың 8 декабрендә үк Эске эштәр министрлығы Катановҡа министрлыҡ ҡарамағындағы кешеләргә һәм учреждениеларға уға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә ҡушылған белешмә бирә. Шул уҡ ваҡытта Катанов рәсми рәүештә Петербург университеты хеҙмәткәре булып иҫәпләнә[34].
1889 йылдың башында Петербургтан сығып китеп, Катанов Омск, Томск һәм Красноярск аша үтеп, тыуған Аскизына ҡайта, унда үҙенең тикшеренеүҙәренең төп базаһын булдыра. 1889 йылдың 7 мартында Урянхай еренә (Тываны шулай тип атай) юллана. Тыва сәфәре 15 марттан 28 авгусҡа тиклем биш ай ярым дауам итә. Уның экскурсияларының дөйөм оҙонлоғо 700 саҡрым самаһы тәшкил итә. Башлыса рус сауҙагәрҙәренең сауҙа тораҡтарында туҡтап китә, бөтәһе 14 тораҡта була, уларҙа рустар менән аралашып йәшәгән тывалар менән осрашып һөйләшә. Бында уның этнограф таланты сағыла: шик тыуҙырмаҫ өсөн ул үҙен сик буйы заставаһынан тәржемәсе йәки сауҙагәр хеҙмәтендәге писарь итеп күрһәтә, ә мәғлүмәт биргән өсөн еп, таҡта сәй, тәмәке, ҡағыҙ, ҡәләм һәм башҡа ваҡ-төйәк тауарҙар менән иҫәпләшә. Һөҙөмтәлә ул ҙур материал туплай (1122 йыр, 160 йомаҡ, 15 әкиәт, 35 миф). Әйткәндәй, мәғлүмәт биреүселәр үҙҙәренең исемен һәм йәшен йәшермәй һөйләй, бығаса бер тикшеренеүсе лә быға өлгәшә алмаған була[35]. Аскизға ҡайтҡас, Катанов 1890 йылдың ғинуарына тиклем йыйған материалдарын эшкәртә, һөҙөмтәлә "Урянхай ере очерктары"н (2011 йылда ғына баҫылып сыға) һәм 1903 йылда баҫылған тыва теле грамматикаһы буйынса ҙур ҡулъяҙма әҙерләй. В. В. Радловҡа яҙған хатынан күренеүенсә, Катанов был эш менән иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-9-ға тиклем шөғөлләнә[36]. Сәйәхәтсе бик ҙур ауырлыҡтар кисерә, һәм Н. И. Веселовский был турала шулай тип яҙа:
Н. Ф. Катановтың сәйәхәте матди ҡыйынлыҡтар аша бара, был йәһәттән бик һирәк ғалимдар Алыҫ Көнсығышҡа сәйәхәт ҡылыр ине. Шуға күрә йәш сәйәхәтсенең бик күп ҡыҙыҡлы материалдар менән тәьмин итеүе беҙгә ҡәҙерле…[28]Оригинал текст (рус.)Н. Ф. Катанов ведёт свое путешествие при таких скудных материальных средствах, при которых редко кто из учёных путешественников, вообще не избалованных в этом отношении, совершал поездки на отдалённый Восток. Тем более приходится ценить те интересные материалы, которыми в изобилии снабжает нас молодой путешественник…
1890 йылдың февраль — мартында Катанов тофаларҙарҙы тикшереү өсөн Канск тайгаһына бара, шунан һуң Ҡытайға сәйәхәткә әҙерләнә башлай. Синьцзянға беренсе сәфәре бик уңышлы булмай: Урумчиҙағы ҡытай властары уны артабан үткәрмәй, Пекиндан рәсми рөхсәт талап итә. Рәсәй сигенә — Баҡтыға ҡайтҡас, Катанов йыйған материалдарын эшкәртеүҙе дауам итә һәм Чугучак һәм Кульджиҙың рус консуллыҡтарына рөхсәт юллауҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. 1891 йылдың йәйен ул сик буйындағы Чугучакта үткәрә, унда башлыса ҡырғыҙҙар һәм һарттар фольклорын өйрәнә[37]. 1891 йылдың аҙағында ғына ул Ҡытайҙың бөтә биләмәһендә йөрөргә мөмкинлек биргән рус, ҡытай һәм маньчжур телдәрендәге паспорт ала. Урумчи аша Хамиға барып еткәс, 1892 йылдың мартында аҙ билдәле төрки диалекттарын өйрәнә башлай. Ҡытайҙа булғандан һуң, 18 айҙан 1892 йылдың апрелендә Аскизға ҡайта. Бынан тыш, апрель — октябрь айҙарында ул Минусинск округы буйлап тағы бер нисә тапҡыр экскурсияға сыға[38].
К. И. Солтанбаева фекеренсә, Катановтың Себер һәм Төркөстан буйлап сәйәхәте тураһында баҫылған һәм баҫылмаған материалдарында түбәндәге тикшеренеү йүнәлештәрен айырып ҡарарға мөмкин:
- Тел, уның төрки халыҡтар телмәрендә төрлөсә сағылышы;
- Фольклор, уның жанрҙары: әкиәттәр, риүәйәттәр, легендалар, мәҫәлдәр, йырҙар, йомаҡтар, әйтемдәр, мәҡәлдәр, халыҡ юрамыштары, фекерҙәр;
- Дин, төрки ҡәбиләләрҙең фәлсәфәүи ҡараштары; православиеға мөнәсәбәте;
- Матди мәҙәниәт, көнкүреш, хужалыҡ итеү кәрәк-ярағы; табыныу предметтары һәм әйберҙәре;
- Ырыуҙарҙың социаль-мәҙәни, тауар-аҡса мөнәсәбәттәре;
- Ырыуҙарҙың социаль структураһы, идара итеү, уларҙың туғанлыҡ, ырыу-ҡәбилә мөнәсәбәттәре;
- Халыҡтар психологияһы элементтары, шәхестәр араһындағы, этник-ара мөнәсәбәттәр[39].
Кире ҡайтыу
1892 йылдың 14 октябрендә Аскиздағы Петропавловск сиркәүендә ағаһы Е. С. Катановтың тәрбиәгә алған ҡыҙы Александра Тихонова (1875—1942) менән никахлаша. Аскизда сиркәү китаптары һаҡланмаһа ла, «никах тентеүе» тип аталған яҙма акт ҡала, ул никахлашыуға ҡаршылыҡтар булмауын билдәләй (мәҫәлән, яҡын туғандарҙың никахтарҙан булдырмау өсөн), һәм никахлашыусылар тураһында метрика һәм биография мәғлүмәттәрен үҙ эсенә ала. Ғәҙәттә «никах тентеүе» башҡа шундай документтарға ҡарағанда һирәгерәк осрай[40]. Туй ҙурҙан ҡубып үткәрелә, саҡырылған ҡунаҡтар араһында йәш Катановтың дуҫтары — алтын сәнәғәтсеһе П. И. Кузнецовтың улдары Иннокентий һәм Иван, шулай уҡ Минусинск музейы директоры Н. М. Мартьянов була. Александра Минусинск гимназияһын тамамлай, музыкаға һәләтле була, роялдә уйнай. Артабан ул иренә тәржемәләр һәм күсермәләр эшләүҙә әүҙем ярҙам итә. Улар 30 йыл бергә йәшәй; берҙән-бер ҡыҙҙары Анна (1901—1980) уҡытыусы була. Катанов шулай уҡ һеңлеһе Марияның улы Николай Тюнестеевты тәрбиәләй һәм уға үҙенең фамилияһын бирә. 1938 йылда Николай ҡулға алына һәм атып үлтерелә[41][42].
Фәндәр академияһы һәм Рус география йәмғиәте билдәләгән бөтә программаны үтәп, Катанов ҡатыны менән 1892 йылдың 22 декабрендә Петербургҡа ҡайта. Ул үҙе менән баҫмаға әҙерләнгән бер нисә том көндәлек, шулай уҡ артабан үҙенең бөтә ғилми эштәрендә ҡулланасаҡ бик күп мәғлүмәттәр алып килә. Күп материалдар ғилми әйләнешкә тәүге тапҡыр индерелә, атап әйткәндә, тыва һәм тофалар телдәренең һүҙлектәре һәм грамматикаһы төҙөлә. Катанов Турфан һәм Хами оазистарындағы уйғыр диалекттарын башлап өйрәнеүсе була[43]. Әммә 2017 йылға ҡарата ла уның лингвистик һәм этнографик материалдарының төп өлөшө баҫылмаған була әле.
Петербургҡа ҡайтҡас, Катанов Көнсығыш факультетында татар теле лекторы урынын биләргә иҫәп тота, әммә ул вазифа И. Н. Березиндың туғанына бирелгән булып сыға. В. В. Радловҡа яҙған хаттарында ул яйға һалынмаған көнкүрешкә һәм аҡсаһыҙлыҡҡа зарлана (хатта тундарҙы һәм гимназияның алтын миҙалын һатырға тура килә)[Комм 4]. П. О. Рыкин фекеренсә, Катановтың ғилми-уҡытыу эшмәкәрлегенән күңеле ҡайта, шуға күрә Халыҡ мәғарифы министрлығына үҙен Ырымбур губернаһына, Себергә йәки Төркөстан крайына училищелар инспекторы вазифаһына ҡабул итеүҙәрен үтенеп мөрәжәғәт итә. Бер йыл буйына һуҙылған билдәһеҙлектән һуң, 1893 йылдың 9 ноябрендә В. В. Радлов һәм В. Р. Розен ярҙамында Катанов Ҡазан университетында экстраординар профессор дәрәжәһендә уҡытыусы вазифаһына урынлашыуға өлгәшә ала. Был урынды биләр өсөн 1893 йылдың 10 һәм 21 декабрендә төрөк-татар тел ғилеме магистры дәрәжәһенә имтихан тапшыра һәм шунда уҡ Ҡазанға китә[45].
Ҡазан осоро (1894—1922)
Ижади үҫеше. Йәмәғәт эшмәкәрлеге (1894—1908)
1894 йылдың 12 ғинуарында Катановтар Ҡазанға килә, унда тикшеренеүсе 28 йыл — вафатына тиклем йәшәй. Ул ваҡытта университетта көнсығыш телдәрен уҡытыу тулыһынса юҡҡа сыға тиерлек һәм Катановҡа был уҡыу-ғилми эшмәкәрлек йүнәлешен тергеҙеү бурысы ҡуйыла. Әммә экстраординар профессор булараҡ, ул факультатив курстар ғына алып бара. Шулай ҙа тиҙ арала уның предметтары студенттар араһында популярлыҡ яулай. 1894/1895 уҡыу йылында Катанов тарих-филология факультетында уның ҡыҙыҡһыныуҙарының ғәҙәттән тыш тәрәнлеген һәм күп яҡлылығын күрһәткән түбәндәге курстарҙы алып бара:
- Ҡазан татарҙары теле (грамматика һәм уҡыу);
- Төрөк-татар ырыуҙарына күҙәтеү (боронғо һәм яңы төрки дәүләттәр тарихы, ырыуҙарҙың көнкүреше, сит ил кешеләренең төркиҙәр тураһындағы фекерҙәре);
- Төрөк-татар әҙәбиәте тарихы (ғосман, сығатай, дөйөм төрки);
- Төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһы[46].
Киләһе, 1895/1896 уҡыу йылында Катанов өҫтәмә рәүештә ғәрәп һәм фарсы телдәре курстарын, артабан алтай, ҡаҙаҡ һәм ҡырғыҙ телдәре грамматикаһын һәм хатта «Алтын Урҙа тәңкәләрендәге һәм Ҡазан һәм Болғар ханлыҡтарының ҡәбер таштарындағы яҙыуҙар» махсус курсын уҡый башлай[47].
Ҡазанға килгәндән һуң ике айҙан да үтмәҫтән, 1894 йылдың 8 апрелендә ул университет ҡарамағындағы Археология, тарих һәм этнография йәмғиәте секретары итеп һайлана[48]. Бында ла бөтә нәмә менән әүҙем шөғөлләнә: Йәмғиәт китапханаһын тәртипкә килтерә, уның «Хәбәрҙәр» гәзитен мөхәррирләй башлай һәм унда тәүге тапҡыр Йәмғиәт отчеттарын һәм уның ултырыштары протоколдарын баҫтыра. Уҡытыу һәм Йәмғиәт эштәре менән шөғөлләнеүҙе бер юлы алып бара алмау сәбәпле, 1897 йылда уны секретарь вазифаһынан бушатыуҙы һорай, әммә 1898 йылда уҡ Археология, тарих һәм этнография йәмғиәте рәйесе итеп һайлана[49]. Йәмғиәттәге хеҙмәттәштәре менән мөнәсәбәттәре һәр ваҡытта ла яҡшынан булмай, 1900 йылдың 19 мартында ул В. В. Радловҡа зарланып хат яҙа.
Археология, тарих һәм этнография йәмғиәте советы күпселек тауыш менән «Хәбәрҙәр»ҙә бер ниндәй ҙә көнсығыш текстарын баҫтырмаҫҡа, сөнки улар файҙаһыҙ тип ҡарар итте. <…> Бындағы ғалимдар һәм quasi-ғалимдар, һөнәре буйынса тарихсылар, исламды бөтөнләй белмәй һәм, аҡса артынан ҡыуып, сит ил әҙәбиәтен, ә йыш ҡына рус әҙәбиәтен дә бөтөнләй күҙәтмәй. <…> Совет көнсығыш текстарын баҫтырыуҙы тыйғандан һуң, мин рәйес һәм ағза исеменән баш тарттым, әммә Дөйөм йыйылыш мине ҡабаттан саҡырҙы һәм кисә 1900—1902 йылдарға рәйес итеп яңынан һайланылар[50].Оригинал текст (рус.)Совет Общества археологии, истории и этнографии большинством голосов постановил — вперёд в «Известиях» никаких восточных текстов не печатать, ибо тексты бесполезны. <…> Далее, здешние учёные и quasi-учёные, по профессии историки, совсем не знают ислама и, копя деньги, не следят вовсе за иностранной литературою, а часто и за русскою. <…> Ввиду отказа Совета печатать восточные тексты я сложил с себя звание председателя и члена, но Общее собрание вновь пригласило меня и вчера вновь избрали председателем на 1900—1902 годы
Университетта һәм Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтендә күп мәшәҡәттәр менән мәшғүл булған Катанов үҙенең ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһенә ҡараған һәр бер эште башҡарырға тотона. Ул шунда уҡ Яңы Ғәһедте «Себерҙең сит халыҡтары телдәренә» тәржемә итеү буйынса изге Гурий ҡәрҙәшлеге ҡарамағындағы Тәржемә комиссияһы эшмәкәрлегенә ҡушыла. 1907 йылдан Ҡазан уҡыу округының Тәржемә комиссияһы рәйесе һәм Матбуғат эштәре буйынса комитет ағзаһы була[51]. Был осорҙа уны бер нисә тапҡыр Петербургҡа — сит халыҡтарҙы уҡытыу буйынса кәңәшмәләргә, ә 1907 йылдан Ырымбурға сит халыҡтар мәктәптәре уҡытыусылары кәңәшмәләренә саҡыралар. Бынан тыш, 1905 йылдан Катанов Ҡазан ҡала музейы советы ағзаһы була, 1917 йылға тиклем уның тарихи-этнографик бүлеген етәкләй һәм 1906—1912 һәм 1914—1917 йылдарҙа музей советы рәйесе була. Ҡайһы берҙә был күп һанлы бурыстары ғалимды ныҡ борсой, А. Н. Самойловичҡа яҙған хаттарының береһендә ул ошоға зарлана:
Мин округ судында мосолман матбуғаты эштәре буйынса даими эксперт булып торам, унда миңә ял да бирмәйҙәр, аҡса ла түләмәйҙәр. Уҡытыу етәкселеге мине гражданлыҡ бурыстарын үтәүҙән ҡотҡарыу өсөн бер ни ҡыла алмай[52].Оригинал текст (рус.)Я состою постоянным экспертом по делам мусульманской печати при окружном суде, где не дают мне ни отдыху, ни сроку… и денег не платят. Учебное начальство совершенно бессильно — избавить меня от исполнения гражданских обязанностей
Катанов айыҡлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша, төрлө ваҡытта ағза-ярышыусы (1896 йылдың 4 сентябренән), Ҡазан айыҡлыҡ йәмғиәтенең ғәмәлдәге (1897 йылдың 14 июненән), почетлы һәм ғүмерлек ағзаһы, шулай уҡ уның Комитет ағзаһы һәм секретары булып тора. Бынан тыш, ул Йәмғиәт ҡарамағында эшләгән ғибәҙәтхананың старостаһы була. Айыҡлыҡ йәмғиәтенең алмаштырғыһыҙ етәксеһе А. Т. Соловьевтың «уң ҡулы» булып, оҙаҡ ваҡыт мөхәррирләгән «Эшмәкәр» журналында алкоголгә ҡаршы һәм тарихи йүнәлештәге эштәрен әүҙем баҫтыра[53].
Ҡазан айыҡлыҡ йәмғиәте базаһында "Рус Йыйылышы"ның Ҡазан бүлеге ойошторолғандан һуң шулай уҡ был уң монархия ойошмаһы эшмәкәрлегенә ҡушыла[54]. 1909 йылдың 4 (17) февралендә күренекле рус ер белгесе Р. В. Ризположенский урынына "Рус Йыйылышы"ның Ҡазан бүлеге Советы рәйесе А. Т. Соловьевтың иптәше (урынбасары) итеп һайлана[55][56].
Консерватив ҡарашлы кеше булараҡ, ул социалистик идеяларға ҡаршы сығыш яһай һәм ул ваҡытта модалы булған дини ағымдарға ышанмай ҡарай, бер нисә тапҡыр уларҙың пропагандистарын һәм теоретиктарын тәнҡитләй, улар араһында, атап әйткәндә, социалист-революционерҙарға теләктәшлек белдергән билдәле татар шағиры Ғабдулла Туҡай (Абдулла Туҡаев)[57][58], Катанов «мосолман сектаһы» тип атаған "Вәисселәр хәрәкәте"нә нигеҙ һалыусы Сардар Вәисов була[59][60].
Волга-Кама төбәгендә православие миссияһын үҫтереүгә индергән өлөшө лә бик һиҙелерлек була. Катанов 1912 йыл аҙағынан нәшерләнгән һәм Европа һәм Азия Рәсәйенең сит халыҡтарының «хәҙерге көнкүрешен» һәм динен тасуирлауға арналған Ҡазан руханиҙар академияһының миссионер бүлегенең баҫма органы «Сит халыҡтарға күҙәтеү» («Православие әңгәмәсеһе» журналына ҡушымта) редакцияһы мөдире була[61][62].
Ғәйәт күп уҡыу, ойоштороу һәм йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу менән бергә үҙенең фәнни тикшеренеүҙәренә лә ваҡыт таба. 1898—1908 йылдарҙа ул рецензиялар һәм аннотацияларһыҙ 145 фәнни хеҙмәт баҫтырып сығара. 1896 һәм 1899 йылдарҙа Минусинск округындағы бельтырҙарға һәм сығайҙарға экспедициялар ойоштора (унда шаман ҡамлауын күҙәтә), 1897 йылдың май — авгусында типтәрҙәр һәм керәшендәр араһында тикшеренеүҙәр үткәрә, ә 1898 йылдың май — авгусында Өфө губернаһына башҡорттарҙы, мишәрҙәрҙе, типтәрҙәрҙе һәм керәшендәрҙе өйрәнеү өсөн сәйәхәт ҡыла. Тулыраҡ отчеттар "Археология, тарих һәм этнография йәмғиәте хәбәрҙәре"ндә баҫыла. 1909 йылдың 22 февралендә ғалим бер тауыштан Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең почетлы ағзаһы итеп һайлана[63]. 1900 йылда Бельгияға һәм Францияға бара. 1909 йылдың йәйендә тыуған яғына — Аскизға һуңғы тапҡыр ҡайта[64].
Француз һәм немец телдәрендә хеҙмәттәрен баҫтырыу арҡаһында 1904 йылға ҡарата Лёвендағы Societe des sciences et lettres, Будапешттағы Ungarische ethnographische Gesellschaft, Гельсингфорстағы фин-уғыр йәмғиәте ағзалары булып тора[65].
«Урянхай телен өйрәнеү тәжрибәһе»
Бөтә хеҙмәттәре араһында күләме менән (дөйөм алғанда 600-гә яҡын бит) «Урянхай телен төрки тамырлы башҡа телдәргә төп туғанлыҡ мөнәсәбәттәрен күрһәтеп тикшереү тәжрибәһе» айырылып тора. Биографы С. Н. Иванов был хеҙмәтте Катановтың төркиәтсе булараҡ эшмәкәрлеген билдәләүсе төп баһа тип атай[66]. Катановтың диссертацияһы тыва телен тәү башлап ентекле тасуирлай һәм 1899—1903 йылдарҙа «Ҡазан университетының ғилми яҙмаларында» өлөштәргә бүлеп баҫыла. Төҙөлөшө буйынса «Тәжрибә» XIX быуаттың традицион тасуири грамматикаһын хәтерләтә, әммә хрестоматияны һәм һүҙлекте индереү менән айырылып тора. Тыва теленең грамматикаһы авторҙың киң эрудицияһын күрһәтә — «тауыштар һәм формалар»ҙы сағыштырыу өсөн Катанов картотекаһынан 5 боронғо һәм 42 хәҙерге төрки тел материалдары ҡулланыла[67]. Сағыштырма тикшеренеү уға тыва теленең төрки сығышлы булыуын иҫбатлау өсөн хеҙмәт итә. Хәҙерге фәндә — хатта В. В. Радлов һәм Н. М. Ядринцевта ла — тываларҙың самодий йәки йәнәсәй сығышлы булыуы тураһындағы фекерҙәр өҫтөнлөк итә. Күтәрелгән проблемаларҙың мөһимлегенә ҡарамаҫтан, хеҙмәт А. Н. Самойловичтың ҡаты тәнҡитенә дусар була, ул авторҙы морфологияға зыян килтереп, тыва синтаксисы мәсьәләләрен насар эшкәртеүҙә, шулай уҡ хәҙерге лингвистика, атап әйткәндә, фонетика менән өҫтөн-мөҫтөн генә таныш булыуҙа ғәйепләй. П. О. Рыкин фекеренсә, Катановты, ысынлап та, теоретик мәсьәләләр бик ҡыҙыҡһындырмай, әммә, тикшеренеү маҡсатын билдәләп, ул бөтә кәрәкле терминологияны һәм аңлатыу ысулын үҙләштереүен күрһәтә[68].
«Урянхай телен тикшереү тәжрибәһе» Катанов тарафынан 1903 йылдың 7 декабрендә Петербург университетының көнсығыш телдәре факультетында магистрлыҡ диссертацияһы сифатында асыҡ яҡлауға тәҡдим ителә. Рәсми оппоненттары булып В. Д. Смирнов һәм П. М. Мелиоранский сығыш яһай. Яҡлау йомғаҡтары буйынса Николай Федорович төрөк-татар тел ғилеме магистры дәрәжәһенә лайыҡ була[69][70]. 1907 йылдың 26 ноябрендә Ҡазан университеты Советы тарих-филология факультетының Катановҡа honoris causa (почетлы доктор) сағыштырма тел ғилеме докторы дәрәжәһен биреү тураһындағы үтенесен ҡәнәғәтләндерә. 15 декабрҙә был ҡарар халыҡ мәғарифы министры тарафынан раҫлана[70].
Катанов һәм Ҡазан музейҙары
Ҡазанға күсеп килгәс, Катанов шунда уҡ университет һәм ҡала музейҙары эшмәкәрлегендә ҡатнаша башлай. Тәү сиратта, был университеттың Ватан ғилеме музейы була, уға ғалим Себер шамандарының ҡайһы бер кәрәк-яраҡтарын бүләк итә; хәҙер улар университеттың Этнография музейында һаҡлана[71]. Артабан ул Археология, тарих һәм этнография йәмғиәте тарафынан Чебоксар һәм Тәтеш исправниктары ебәргән рус баҡыр тәңкәләре коллекцияһын тасуирлау өсөн йәлеп ителә[72]. 1896 йылда Николай Федорович Йәмғиәттең үтенесе буйынса И. А. Износковтың нумизматик коллекцияһының тасуирламаһын айырым баҫма итеп баҫтырып сығара[73]. Тиҙҙән уны 1907 йылға коллекцияһында Волга-Кама төбәгенең бронза быуаты әйберҙәре генә бөтә рус музейҙары йыйылмаһына тиң булған Ҡазан сауҙагәре В. И. Заусайлов эшкә йәлеп итә. Катанов баһаһы буйынса, коллекцияла — 5282 таш быуат, 1292 — бронза, 1417 тимер быуат, 1639 берәмек керамика һәм быяла әйберҙәр була[74]. 1897 йылда Археология, тарих һәм этнография йәмғиәте музейын етәкләй, уның йыйынтыҡтары, урын булмау сәбәпле, элекке университет ятағының ҡулайлаштырылмаған коридорында урынлаштырыла[75]. 1906 йылда Ҡазан епархияһының Дини тарихи-археологик йәмғиәтенең ҡомартҡылары һаҡлағысын булдырыуҙа әүҙем ҡатнаша[76].
1905 йылдың 26 сентябрендә Ҡазан ҡала думаһы ултырышында Ҡала музейы Советына һайлана. 1906 йылдың ғинуарынан 1917 йылдың аҙағына тиклем уның тарихи-этнографик бүлеген етәкләй һәм ике тапҡыр (1906—1912 һәм 1914—1917 йылдарҙа) музей Советына етәкселек итә, был вазифаны ҡаҙнасылыҡ эше менән бергә алып бара. Ул үҙенең коллекционерлыҡ ҡыҙыҡһыныуҙарын да ташламай, маҡсатлы рәүештә татар шамаилдарын йыя башлай; үҙ иҫәбенә һатып алған күп әйберҙәрҙе музей фондына бушлай тапшыра[77]. Университет һәм Ҡазан ҡала музейҙарында туплаған тәжрибәһе Катановҡа 1912 йылда Ҡазан руханиҙар академияһының тарихи-этнографик музейын ойошторорға этәргес бирә. Күп предметтарҙы үҙ иҫәбенә һатып ала, шулай уҡ музейҙа фин-уғыр һәм төрки халыҡтарының тарихы һәм этнографияһы буйынса лекциялар уҡыуҙы ойоштора. Музей фонды китапхана бинаһында урынлашҡанлыҡтан, айырыуса ҡиммәтле экспонаттарҙы Ҡазан ҡала музейына тапшырырға тырыша[78]. 1918 йылда профессор Катанов университеттың нумизматика кабинеты мөдире була һәм коллекцияларҙы, шул иҫәптән тиҫтә йылдар дауамында ҡаралмағандарын, тәртипкә килтерә[75].
Ижади һүлпәнлеге (1909—1917)
Катановтың бөтә биографтары тиерлек XX быуаттың тәүге ун йыллығы аҙағына уның ғилми эшмәкәрлегендә һиҙелерлек һүлпәнәйеү күҙәтелә башлауын билдәләй. Бының сәбәбе Ҡазан университетында һәм Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтендә бик насар социаль-психологик шарттар барлыҡҡа килеүҙә була. Ғалимдың ҡыҙы А. Н. Катанова һөйләүенсә, 1894 йылда уҡ университет профессураһының күп кенә вәкилдәре үҙҙәренең мөхитендә «сит халыҡ кешеһе» барлыҡҡа килеүенә ризаһыҙлыҡ белдерә, хатта «тиҙҙән беҙгә ҡырағай кешеләрҙе ебәрәсәктәр» тигән фекерҙәр ҙә яңғырай[79]. Тағы көлкөлө хәлдәр ҙә була. Уларҙың береһе тураһында беренсе хакас журналисы һәм йәмәғәт эшмәкәре Иван Барашков-Эпчелей үҙенең хәтирәләрендә яҙа. Бер ваҡыт Катанов ғаиләһе менән Әстерханға тиклем пароходта йөҙөргә йыйына. Ҡатынын һәм ҡыҙын каютаға урынлаштырғас, кире ярға сыға. Пристандә генерал-губернатор канцелярияһының юғары вазифалы чиновнигы уны йөк ташыусы менән бутай һәм, ярты тин аҡса биреп, сумаҙандарын алып барырға ҡуша; ғалим ҡаршы килмәй. Төшкө аш ваҡытында бөтә наградалары менән профессор вицмундиры кейгән Катановты танып, чиновник, уның дәрәжәһе менән ҡыҙыҡһына, шунан һуң үҙенең исем-наградаларын һанап сыға. Ғәфү үтенгәндән һуң, ярты тин аҡсаһын кире ҡайтарыуҙы һорай. «Ҡуйығыҙсы, Ғали йәнәптәре, ниңә улай, мин уны ғәҙел эшләп алдым бит», — тип яуап бирә Катанов[80][79]. Ул үҙе бындай инциденттарға иғтибар итмәҫкә тырыша, шулай ҙа ваҡыты менән шундай осраҡтарға тарып тора[81].
Катановтың Ҡазандағы хәлен уның биографы С. Н. Иванов былай тип һүрәтләй:
Ҡазан университетындағы шәрҡиәт ғилеменең берҙән-бер вәкиле Катанов профессиональ ғилми өлкәлә эшләүҙән мәхрүм ителә, уның тикшеренеүҙәре тарих-филология факультетында уны уратып алған профессорҙарға ят була. Танылған ғалим мотлаҡ булмаған курстарҙы алып барыу менән сикләнергә мәжбүр була, ә «экстраординар профессор дәрәжәһендәге уҡытыусы» вазифаһы уның фәнни дәрәжәһенә һәм абруйына тап килмәй[82].Оригинал текст (рус.)Единственный представитель востоковедения в Казанском университете, Катанов был лишён профессиональной научной сферы, его исследовательские интересы были чужды окружающим его на историко-филологическом факультете профессорам. Признанный учёный, Катанов вынужден был ограничиваться чтением необязательных курсов, а положение «преподавателя в звании экстраординарного профессора» не соответствовало его научному весу и авторитету
Петербург университетында урын таба алмағанлыҡтан ғына Катанов Ҡазанда йәшәргә мәжбүр була, һәм 1893 йылғы ваҡиғаларға үпкәһен ғүмер буйына һаҡлай. 1904 йылда уҡ ул Э. К. Пекарскийға асыҡтан-асыҡ былай тип яҙа: «Мин Петербургта ҡайһы бер ориенталистарҙың тырышлығы арҡаһында һыйыныу урыны тапманым»[82]. Баш ҡалалағы коллегалары менән мөнәсәбәттәре шул хәтлем насарая, хатта ул Петербургта бер нәмә лә баҫтырмаҫҡа ант итә һәм һүҙендә тора[82]. Ахырҙа ғалим Рәсәй шәрҡиәт ғилеменең иң ҙур үҙәгенән ситтә ҡала, ә Көнбайышҡа битараф була. Шуға ҡарамаҫтан, 1907 йылда В. В. Радлов Петербургта "Төрки ҡәбиләләрҙең халыҡ әҙәбиәте өлгөләре"нең 9-сы баҫмаһында Катанов материалдарының ике томын төп нөсхә телендә һәм тәржемәлә баҫтырып сығара. «Өлгөләр»ҙә тыва фольклоры өлгөләренең 1410 атамаһы, хакастарҙың — 1159 һәм ҡарағастарҙың 203 атамаһы донъя күрә.
1908 йылдан һуң Катанов яйлап фәнни тикшеренеүҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын юғалта башлай, уларҙы файҙаһыҙ һәм кәрәкһеҙ тип һанай. 1913 йылда университет Советының Катановҡа даими рәүештә студенттар уҡытырға мөмкинлек биргән төрөк-татар һәм фин-уғыр тел ғилеме кафедралары ҡарамағында даими ординатуралар булдырыуҙан баш тартыуы уға университетта нығынырға булышлыҡ итмәй[83]. Үтә дини кеше булараҡ, Николай Федорович был шәхси көрсөктө сиркәүҙә хәл итергә тырыша. 1906 йылда уҡ ул Ҡазан епархияһының дини тарихи-археологик йәмғиәте сафына баҫа[84]. 1909 йылда Таврия ғилми архив комиссияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы була[85]. 1911 йылдың майында ул Ҡазан руханиҙар академияһының төрки телдәрҙе өйрәнеү һәм татар, сыуаш, мари, ҡаҙаҡ һәм башҡа халыҡтар араһында миссионерлыҡ эшмәкәрлеге өсөн тәғәйенләнгән этнография һәм тарих кафедраһындағы буш урынға дәғүә итеп конкурста ҡатнашырға ҡарар итә[86]. Һайлауҙа күпселек тауыш йыйған Катанов элекке мөдир Е. А. Маловтың ҡаршылығына осрай, ул ғалимды православиеға ҡарата «объектив һәм битараф» мөнәсәбәттә булыуҙа ғәйепләй. Изге Синод 1911 йылдың 7 октябрендә конкурс һөҙөмтәләрен юҡҡа сығара һәм Маловтың ҡанаты аҫтында булған А. Михайловты мөдир итеп раҫлай. Әммә ул «ғаилә хәле буйынса» вазифанан баш тартҡандан һуң, Синодтың 30 ноябрҙәге указы менән Катанов кафедра мөдире итеп тәғәйенләнә, әммә профессор түгел, ә доцент дәрәжәһендә генә[87].
Руханиҙар академияһында Катанов Алтын Урҙа осоронда Волга буйындағы христианлыҡ тарихы һәм «V—XI быуаттарҙа Урта Азияла һәм Монголияла несторианлыҡ тарихы» буйынса курстар алып бара, шулай уҡ татар теленән уҡыта. Студенттар ихтыяждары өсөн «Ҡыҫҡаса татар-рус һүҙлеге» һәм татар хрестоматияһын баҫтырып сығара. Ул шулай уҡ академия музейын етәкләй һәм "Сит халыҡтарға күҙәтеү"ен мөхәррирләй[88]. Катановтың академиялағы эшмәкәрлеге тураһында түбәндәге дәлилдәр һаҡлана:
Уҡытыу сит халыҡтарҙы һәм уларҙың тере һәм үле, яңы һәм иҫке, халыҡ һәм китап телдәрен шәхси күҙәтеүҙәрҙән сығып дәлилдәр һәм белешмәләр менән һүрәтләгән йәнле һөйләшеү рәүешендә алып барыла[89].Оригинал текст (рус.)Преподавание велось в форме живой устной беседы, иллюстрированной фактами и справками из личных наблюдений за инородцами и их языком — живым и мёртвым, новым и старым, народным и книжным
Бөтә ҡаҙаныштарына ҡарамаҫтан, 1913 йылда уға Академияның ординар профессоры исемен биреүҙән баш тарталар, ул был дәрәжәгә 1915 йылда ғына өлгәшә[90].
1909—1916 йылдарҙа Катановтың эш һөҙөмтәлелеге ҡырҡа кәмей — ул ошо ваҡыт эсендә ни бары 11 хеҙмәтен, башлыса татар теле буйынса яҙмаларын баҫтыра. Ул Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтендә үҙ бурыстарына яуапһыҙ ҡарай башлай: ултырыштар үткәрмәй, «Хәбәрҙәр»ҙе баҫтырыуҙы тотҡарлай, бер нисә комиссия составынан сыға[91]. 1914 йылдың 19 мартындағы һайлауҙар янъял менән тамамлана: Катанов Йәмғиәттең аҡсаһын туҙҙырыуҙа ғәйепләнә һәм һайлауҙан ситләтелә. Тиҙҙән ялған ғәйепләүҙәр фашлана, әммә Катанов бындай хурлауҙан шул тиклем кәмһенә, хатта Йәмғиәт менән булған бөтә бәйләнеште өҙә. Тиҙҙән ул демонстратив рәүештә үҙенең ҙур китапханаһын Төркиә премьер-министры Хилми-пашаға һата[92]. Китапхана 22 телдәге 7325 томдан тора, килешеү хаҡы 3000 алтын лира тәшкил итә[93][Комм 5].
Китапханаһын һатыу уның күңел торошона ныҡ йоғонто яһай. Донъя һуғышы башланғандан һуң академияла һәм университетта уҡытыу ғына уның өсөн ниндәйҙер әһәмиәткә эйә була. Руханиҙар академияһының өсөнсө курс студенттары өсөн ул «төрлө сит халыҡтар телдәрендә» Инжил текстарының хрестоматияһын әҙерләй[95]. Был эш 1917 йылғы революция ваҡиғалары арҡаһында туҡтала.
Совет Рәсәйендәге тормошо һәм эшмәкәрлеге. Үлеме (1918—1922)
Замандаштары һәм яҡындары хәтерләүенсә, Катанов сәйәсәттән бик алыҫ тора һәм хатта үҙенең ҡараштарын асыҡтан-асыҡ белдереүҙән тыйыла. 1917 йылдағы ялҡынлы ваҡиғалар уны урап үтә, әммә һөнәри бурыстарын арттыра[96]. 1917 йылдың октябрендә Ҡазанда демократик нигеҙҙә төҙөлгән, һайлап ҡуйылған ректоры һәм етәкселектә студенттарҙың ҡатнашлығы булған Төньяҡ-көнсығыш археология һәм этнография институты асыла. Унда университет уҡытыусылары уҡыта, дәрестәр кискеһен үтә[97]. Катанов археология бүлеге деканы итеп һайлана, унда Алтын Урҙа тарихы, Волга буйы тарихы буйынса сығанаҡтарҙы өйрәнеү, көнсығыш нумизматикаһы һәм көнсығыш хронологияһы буйынса лекциялар уҡый. 1919 йылдың майында институтта Көнсығыш бүлеге ойошторола, уны ла етәкләй. Ул 1921 йылда институт Көнсығыш академияһына үҙгәртелгәндән һуң да уҡыу йорто штатында ҡала. Асылда, Совет власы иғлан ителгәндән һуң ғына Катанов, милләтселәр һәм хаслыҡ ҡылыусылар һөжүменә дусар булмайынса, үҙенең оҫталығын ҡуллана һәм талантын тулыһынса аса ала[98]. Археология институтынан тыш, ул Юғары халыҡ мәғарифы институтында, сыуаш педагогия курстарында һәм хатта Юғары көнсығыш музыка мәктәбендә "төрөк-татар халыҡтарының йыр ижады"н уҡыта. 1919 йылдың 15 февралендә Бөтә Рәсәй конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Ҡазан университеты профессоры итеп һайлана, 1921 йылдың 1 авгусында РСФСР-ҙың Халыҡ мәғарифы комиссариаты тарафынан был дәрәжәлә рәсми рәүештә раҫлана[99]. 1919 йылдың 17 ғинуарында яңыртылған Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең беренсе ултырышында бер үк ваҡытта яңынан уның рәйесе һәм Совет ағзаһы итеп һайлана[100]. 1919 йылдың 31 ғинуарында университетта көнсығыш бүлегенең тарих-филология факультеты ҡарамағындағы ойоштороу буйынса комиссияһын етәкләй. Бынан тыш, 1918 йылдан ул нумизматика кабинетының эшен алып бара һәм Контрреволюция һәм саботажға ҡаршы көрәш буйынса Бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһынан (ЧК) конфискацияланған алтын һәм көмөш тәңкәләрҙе ҡайтарыуға өлгәшә. Уҡытыу йөкләмәһе аҙнаһына 47 сәғәткә тиклем тәшкил итә, был Граждандар һуғышының аслыҡ йылдарында ғаиләне тәьмин итеү кәрәклеген дә аңлата[98].
С. Н. Иванов белдереүенсә, 1918 йылдан һуң «Катанов яңынан фәнни тикшеренеүҙәрҙең тәмен тоя»[101]. Уҡытыу, ойоштороу һәм ғилми-тикшеренеү эштәре тураһында күп һанлы тәҡдимдәр уны депрессиянан сығара. Өс йыл эсендә (1918—1921) емереклек һәм граждандар һуғышы шарттарында Катанов алдағы һигеҙ йыл эсендәге кеүек үк күләмдә материалдар баҫтырып сығара. Улар араһында Археология институтында лекция курсы материалдары буйынса «Көнсығыш хронологияһы» (240 биттән тора) айырылып тора. 1920—1921 йылдарҙа Ҡазанда «Көнсығыш халыҡтары мәҙәниәте күргәҙмәһе» ойошторола, уны ойоштороу буйынса комиссияға көнсығыш тәңкәләренең ҡыҫҡаса тасуирламаһын төҙөгән Катанов та инә. Тарих-филология факультетында уның М. В. Нечкина фамилиялы уҡыусыһы була, ул көндәлегендә һәм хаттарында был турала ҡайһы бер яҙмалар ҡалдыра[102].
Катановты совет көнкүреше ауырлыҡтары ла урап үтмәй — утын ҡырҡыу, сәғәттәр буйы сираттарҙа тороу; бынан тыш, Ҡазан учреждениеларының бөтә хеҙмәткәрҙәренең дә тиерлек ярҙамсы хужалығы була. Тыштан оптимист булып күренергә тырышһа ла, 1921 йылға ул именерәк урынға күсенергә уйлай башлай: уға Баҡы, Ташкент, Владивосток һәм Красноярск университеттарынан тәҡдимдәр килә. Ауыр тормош шарттары һәм физик хеҙмәт һаулығын ҡырҡа насарайта: көҙөн ғалимды фалиж һуға. 1922 йылға ҡарай ул һауыға башлай, әммә йәнә эренле плеврит менән ауырып китә. Хатта ауыр хәлдә түшәктә ятҡанда ла, 1922 йылдың 11 февралендә Саранск тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәте Советына тикшеренеүҙәрҙең тотош программаһын тәфсирләп хат яҙа[103]. Март башында хәле киҫкен насарая (туберкулез менән сирләй), уны Шамов дауаханаһына күсерәләр һәм тиҙ арала операция яһайҙар, әммә инде һуң була. 1922 йылдың 10 мартына ҡараған төндә ғалим 59 йәшендә вафат була[104][Комм 6]. Үлем тураһында таныҡлығына ярашлы, ғалимды Ҡазан кремле биләмәһендәге Спас-Преображенский монастыры ҡоймаһы эсендә ерләйҙәр. 1928 йылда монастырь емерелгән ваҡытта ҡала башҡарма комитеты мәйетте Арса зыяратына күсерергә рөхсәт итә, унда Катанов тәүге уҡытыусыларының береһе Н. И. Ильминский ҡәбере янында ерләнә[104]. Әммә Арса зыяратында ғалимдың 110 йыллығына (1972 йылда) төҙөлгән кенотаф ҡына урынлашҡан, ә уның ысын ерләнгән урыны күптән юғалған тигән фараз бар[55][106]. 2023 йылда А. С. Нилогов Татарстан Республикаһының Дәүләт архивында һаҡланған Катановтың вафаты тураһындағы яҙманы баҫтырып сығара (1922 йылдың 9 мартындағы 335-се акт). Документ ғалимдың 9 мартта вафат булыуын, шулай уҡ профессорҙың шунда уҡ Арса зыяратында ерләнгәнлеген раҫлай. Нилогов фекеренсә, хәҙерге ҡәбер ташының кенотафмы-юҡмы икәнен аныҡлау өсөн, кәм тигәндә, эксгумация, суд-медицина экспертизаһы һәм Катановтар ғаиләһенең ирҙәр линияһы буйынса генетик анализ талап ителә[107].
Шәхесе
Характеры һәм тәртибе
Н. Ф. Катановтың характеры һәм тәртибе гимназияла уҡыған сағында уҡ формалаша, ул ваҡыттағы һынауҙар уның артабанғы бөтә тормошона йоғонто яһай. Замандаштары хәтерләүенсә, Николай Федорович һәр ваҡыт тыныс, баҫалҡы һәм сабыр була. Ғалим һәм уҡытыусы булараҡ, уға теүәллек, талапсанлыҡ һәм ҡырыҫлыҡ хас була. Тыштан йомоҡ булып күренеүенә ҡарамаҫтан, А. А. Яриловтың хәтирәләренә ҡарағанда, Катанов «эстән изге күңелле, үҙенә йылы мөнәсәбәт эҙләгән» кеше була. Һаҡсыллыҡ ғәҙәте шунда сағыла: ул яҙыу дәфтәрҙәрендә һәм көндәлектәрендә хатта 1—3 тинлек ваҡ сығымдарҙы ла теүәл билдәләп бара, әммә үҙенә мөрәжәғәт иткән бөтә коллегаларына ла ярҙам итә[108]. Замандаштары шулай уҡ көндәлек аралашыуҙа холҡоноң еңеллеген һәм уға хатта еңелсә юмор хисе хас булыуын билдәләй[109]. Катановтың тырышлығы һәм һәләттәре тураһында Матбуғат эштәре буйынса ваҡытлы комитетта (цензура) эшләгән осорона ҡағылышлы мәғлүмәттәр һөйләй. 1906 йылда, М. Пинегиндың тәҡдиме буйынса, Катанов цензор була һәм, губернатор канцелярияһынан, жандарм идаралығынан, суд ултырыштарынан һ.б. көн һайын килгән документтарҙы (ғәрәп, фарсы, сығатай, һарт һәм башҡа көнсығыш телдәрендәге 60-лап бит текст) иҫәпкә алмағанда, йылына татар нәшриәтселәре тарафынан хәл итеүгә ебәрелгән 500-ҙән дә кәм булмаған ҡулъяҙманы ҡарай. М. Пинегин раҫлауынса, Катанов көнбайыш һәм көнсығыштың 50 телендә эшләй ала[110]. (Ҡайһы бер мемуарҙарҙа һәм уларға нигеҙләнгән баҫмаларҙа ул белгән телдәр һаны 114-кә етә[79][111].) Цензор бурыстарынан ул 1916 йылда ғына бушай.
Катанов әҙәбиәт һәм сәнғәт менән бөтөнләй тиерлек ҡыҙыҡһынмай. Уның шәхси китапханаһында нәфис әҙәбиәт булмай, ул бер ҡасан да театрҙарға һәм концерттарға йөрөмәй; тик үҙе белгән телдәрҙә махсус әҙәбиәт һәм тарихи сығанаҡтар ғына уҡый[112]. 1888 йылдан коллекция туплау менән шөғөлләнә, Ҡазанда антикварҙар һәм иҫке-моҫҡо һатыусылар менән таныш була. Төрки халыҡтарының тарихы, этнографияһы һәм археологияһы менән бәйле төрлө әйберҙәр йыя, әммә шул уҡ ваҡытта туплаған бөтә нәмәне тиерлек музейҙарға бушлай тапшыра. Мәҫәлән, Ҡазан университеты музейында Себер шаман культының йола кәрәк-яраҡтары, шул иҫәптән бысаҡтар һәм дөңгөрҙәр йыйылмаһы барлыҡҡа килә[113]. Ул көнсығыш нумизматикаһын бик яҡшы белә, һәм замандаштары Ҡазан музейҙарының күп кенә коллекцияларын Николай Федорович тәртипкә килтергән тип иҫәпләй[114]. И. Р. Ғәзизуллин иҫәпләүенсә, хәҙерге Татарстан Республикаһының Милли музейы фондында Катанов тапшырған 1790 әйбер бар[115].
Был йәһәттән, атап әйткәндә, Катановтың билдәле Ҡазан коллекционеры, профессор Н. Ф. Высоцкийҙың «тарихи-археологик музейын» өйрәнеүҙә ҡатнашыуы иғтибарға лайыҡ. «Профессор Катановҡа минең коллекциямды тикшереүҙә һәм тасуирлауҙа ярҙам иткәне өсөн күңелемдәге рәхмәтемде белдереүҙе үҙемдең бурысым һанайым», — тип билдәләй Высоцкий 1908 йылда[116].
Катановҡа шулай уҡ сәйәси һәм фәнни бәхәстәрҙә ҡатнашырға теләмәү хас була. К. В. Харлампович хәтерләүенсә:
Ул бер ҡасан да бер ниндәй ҙә бәхәскә инмәй. Әгәр уға бәйләнһәләр, йә өндәшмәй, йә бәхәс сәбәбе булған вазифанан баш тартырға әҙер була[92].Оригинал текст (рус.)В полемику он никогда не вступал ни в литературную, ни в устную. В случае нападок на него он или отмалчивался, или уступал, готовый отказаться от той должности, где произошла неприятность
Мәғрифәти һәм педагогик ҡараштары
Катановтың педагогик ҡараштары К. И. Солтанбаеваның бер нисә мәҡәләһендә тикшерелә. Тикшеренеүсе фекеренсә, уның педагогик ҡараштары шәхси тәжрибәһенән һәм «сит халыҡтар»ға аң-белем таратыу ҡараштарынан айырылғыһыҙ. Ысынында уның «сит халыҡтар» мәсьәләһенә ҡарашы сығышына ғына түгел, ә ул үҫкән һәм формалашҡан бөтә социомәҙәни мөхиткә лә бәйле була. Руслаштырыу яҡлы булғанлыҡтан һәм быны төрки халыҡтар өсөн яҡшылыҡ тип һанағанлыҡтан, сит халыҡтарға Европа мәҙәниәте һәм цивилизацияһына ҡушылыуҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәтеүҙе ул үҙенең маҡсаты тип һанай. Мәғрифәтселек эшмәкәрлегендә миссионер педагогикаһы идеяларына тоғролоҡ һаҡлай. Уға ярашлы, башта был халыҡтарҙың телдәре, этнографияһы, тарихы һәм психологияһы үҙенсәлектәрен өйрәнергә кәрәк була. Төрлө халыҡтарҙы тикшереүҙә комплекслы ҡараш, уларҙың тарихи-мәҙәни мөнәсәбәттәрен һәм бер-береһенә йоғонтоһон иҫәпкә алыу талап ителә. Сит халыҡтарға аң-белем таратыуҙағы төп ролде Катанов уҡытыусы шәхесенә бәйләй. Уның фекеренсә, уҡытыусы, башланғыс дини-мәхәллә училищеһын тамамлаған миссионерҙарҙан айырмалы рәүештә, тәү сиратта халыҡ араһынан сыҡҡан һәм фәнни әҙерлекле булырға тейеш. Бындай уҡытыусы телде камил белергә, мәктәп материалының йөкмәткеһен, курс әҙерлеге генә үткән һәм уҡыу материалын ирекле төшөндөргән уҡытыусыларҙан айырмалы рәүештә, фәнни нигеҙҙә телдән һәм яҙма рәүештә аңлата белергә тейеш[117].
Катанов үҙенең педагогик эшмәкәрлегенең башында уҡ үҙенең алдына ике бурыс ҡуя: төркиәт тикшеренеүҙәрендә фәнгә таяныу һәм махсус рәүештә Рәсәй төркиәтселәрен әҙерләү. Йәш уҡытыусының педагогик эшмәкәрлегенең үҙенсәлеге булып уҡытыуҙа әҙәби сығанаҡтарҙы ғына түгел, ә үҙенең сәйәхәттәре ваҡытында шәхсән йыйылған археологик, тарихи, этнографик һәм фольклор мәғлүмәттәрен ҡулланыу тора. 1915 йылға тиклем ул экстраординар профессор була, йәғни уның курстарына йөрөү мотлаҡ түгел, шуға күрә уға тыңлаусыларҙы төрлөсә ҡыҙыҡһындырыу бурысы йөкмәтелә[118]. Катановтың уҡытыу методикаһы тураһында замандаштарының хәтирәләре һаҡланған. Мәҫәлән, Н. А. Васильев былай тип яҙа:
Н. Ф. Катановтың лекцияларына шәрҡиәтсе-төркиәтселәр күп йөрөмәй. Беренсе курста мин юрист иптәштәрем Кожевников һәм Ивановскийҙан Н. Ф. Катановтың лекцияларына йөрөргә ҡарар итеүҙәре тураһында ишеттем; осраҡлы рәүештә генә уның дәресенә барып эләккәс, уҡытыусының һөйләгәндәрен бик ҡыҙыҡһынып тыңлағандарын белдерҙеләр. Уларҙы Николай Фёдоровичтың һәр теманы ябай, төплө итеп аңлатыуы һәм фекеренең аныҡлығы хайран ҡалдыра. Ул тыңлаусыларҙың һорауҙарына ла ихлас яуап бирә. Көндәлек тормоштан алып, һүҙлектәрҙәге оҡшашлыҡтарға миҫалдар килтерә, һәм, ысынлап та, санскрит тамырҙарынан алып Мәскәү янындағы халыҡ һөйләштәренә тиклем кеше тормошоноң иң бөйөк факторы булған һүҙ мәҙәниәтенә яҡшы төшөндөрә[119].}}.Оригинал текст (рус.)Лекции Н. Ф. Катанова посещались незначительным количеством востоковедов-тюркологов. На первом курсе я услышал от товарищей-юристов Кожевникова и Ивановского о том, что они решили бывать на лекциях Н. Ф. Катанова; они признались, что, случайно попав на его часы, они просидели в его малолюдной аудитории с живейшим интересом. Их поразила простота, глубина изложения и ясность мысли по каждой теме, в передаче Николая Фёдоровича. Он не смущался и вопросами слушателей. Легко пользуясь лексическим материалом из обыденной жизни, он приводил примеры словарных параллелей, и действительно выяснялась культура слова, величайшего фактора человеческой жизни от санскритских корней до народных речений Подмосковья
Лекциялар ҙур булмаған аудиторияла уҡыла, унда ғалим йыйған ғәрәпсә яҙмалар уйылған таш киҫәктәре тора. Катанов ул ваҡыттағы уҡытыусыларға хас булған яһалма тел ҡупшылығын яратмай, әммә студенттарҙың хәтирәләре буйынса: «уның телмәре иркен, матур, бала сағы үткән далаларҙағы ебәк ҡылған диңгеҙендәге кеүек киң һәм мауыҡтырғыс тулҡын ише ағыла ине»[120]. Н. В. Чехов хәтерләүенсә (Катановтың үҙенең һүҙҙәренән), «студенттарҙан: „Һеҙ рустармы?“ тип һорайым. Ыңғай яуап алғас: „Тимәк, һеҙ инде 25 татар һүҙен беләһегеҙ“ тием. Миҫал өсөн рус теленә ингән берәй татар һүҙен алам да, мәҫәлән — „башлыҡ“ һәм „баш“ — баш, ә „лыҡ“ суффиксы уға нимәлер һалына торған предмет була, тип тикшерә башлайым»[118]. К. И. Солтанбаева белдереүенсә, уның уҡытыу эшмәкәрлегенең иң мөһим дидактик принциптары:
- аңлау һәм үҙләштереү өсөн лингвистик берәмекте синтезлау һәм анализлау принцибы;
- уҡыусының туған теленә таяныу принцибы;
- уҡыусының тел тойғоһо үҫешенең принцибы;
- тормоштан алынған миҫалдар ерлегендә уҡытыу принцибы;
- телдә һөйләшеүселәргә хөрмәт менән ҡарау һәм ыңғай һөҙөмтәгә ышаныу принцибы;
- белемдең туғандаш өлкәләренән материалды интеграциялау принцибы[118].
Фәнни мираҫы. Тарихнамәһе
Катановтың фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары күп булһа ла, уның өсөн фольклористика менән этнография һәм төрки телдәрҙе сағыштырып өйрәнеү һәр ваҡыт төп урында тора. Белгестәр Катанов менән Радловты лингвистик тикшеренеүҙәрҙә сағыштырма-тарихи ысулға нигеҙ һалыусылар тип атай. Катановтың гимназия йылдарында уҡ төҙөлгән «Ҡыҫҡаса сығай-рус һүҙлеге» 3090 дөйөм ҡулланылыштағы лексик берәмекте үҙ эсенә ала, уның материалдары 1953 һәм 2006 йылдарҙағы хакас-рус һүҙлектәре нигеҙендә ята[121]. Катанов-лингвист көнсығыш телдәрен өйрәнеүҙе хакастар, тывалар, ҡарағастар, һарттар, уйғырҙар һәм Көньяҡ Себерҙең һәм Көнсығыш Төркөстандың башҡа халыҡтары фольклорын йыйыу менән берлектә алып бара, өҫтәүенә һәр хәбәрҙе үҙенә хас ентеклелек менән документлаштыра[122].
1921 йылда Катанов үҙе баҫтырып сығарған эштәр исемлеген төҙөй, уға 380-гә яҡын библиографик берәмекте индерә. Әммә, А. Кәримуллин иҫәпләүҙәре буйынса, был һанға шулай уҡ уның 900-гә яҡын аннотацияһын, рефератын, рецензияһын индерергә кәрәк, ә ул төҙөгән каталогтарҙа һәм күрһәткестәрҙә күп кенә Европа һәм Азия телдәрендә 7000-дән дә кәм булмаған китап исеме иҫәпкә алынған[123]. Уның ҡулъяҙма мираҫы тулыһынса баҫтырылыу ғына түгел, ә өлөшләтә лә асыҡланмаған. Татарстан Республикаһының Милли архивында ғына Катановтың шәхси фондында 551 эш һаҡлана, улар араһында хат алышыу, гәзиттәрҙән өҙөктәр һәм башҡалар бар. Шунда уҡ уның китапханаһынан ҡалған, башлыса ғәрәп, фарсы һәм төрөк телдәрендәге 471 уҡыу әҙәбиәте һәм һүҙлек һаҡланған[124]. Ғалимдың киң һәм күп яҡлы эшмәкәрлеге менән бәйле документтар Бөтә Рәсәй буйлап һәм унан ситтә таралған.
Г. Ф. Благова фекеренсә, Катанов Радловтың лайыҡлы уҡыусыһы була, әммә үҙенең уҡытыусыһының төркиәт эшмәкәрлегенең берҙән-бер йүнәлеше, атап әйткәндә, тел, халыҡ һөйләштәре һәм замандаш төрки халыҡтарының этнографияһы буйынса материалдар йыйыуҙы дауам итә[125]. Вафатынан һуң мираҫы үҙәк һәм Ҡазан матбуғатында анализлана, В. А. Гордлевский, А. Н. Самойлович, Н. М. Покровский, К. В. Харлампович бик эстәлекле некрологтар баҫтыра. Уларҙа биографияһының күп кенә иҫтәлекле урындары тасуирланыу өҫтөнә ғалимдың педагогик һәм ғилми эшмәкәрлеген, шулай уҡ төркиәт мираҫының төрлө аспекттарына характеристика бирелгән. В. А. Гордлевский «Н. Ф. Катанов иҫтәлегенә» некрологында уның мираҫына бик тәнҡитле ҡарай:
Катанов башҡалар яҙғанды ғына үҙләштерә, ә үҙенең ижади ҡарашы юҡ<…>. Ул төркиәт бинаһының шымартылмаған таштарын теҙә, әммә, ғосманлылар әйтеүенсә, «һәр таштың үҙ урыны» бар. Көнсығыш ғилеме тарихсыһы Катановҡа тиклем аҙ өйрәнелгән телдәр буйынса бай сифатлы материал әҙерләгән оҙайлы һәм эскерһеҙ хеҙмәтте баһалай алыр[126].Оригинал текст (рус.)Катанов только перенял то, что писали другие, а созидательный, творческий элемент у него отсутствует<…>. Неотшлифованные камни клал он для здания тюркологии, но, как говорят османцы, «всякому камню своё место». Историк востоковедения сумеет оценить труд, долгий и бескорыстный, внесший обильный доброкачественный материал по языкам, до Катанова мало обследованным
Катанов вафат булғандан һуң властар тырышлығы менән, большевистик идеология күҙлегенән ҡарағанда, уның исеменә һәм фәнни-йәмәғәтселек ҡаҙаныштарына кире, «контрреволюцион» төҫ бирелә башлай. 1924 йылда, «Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтендәге „ҡара йөҙҙәр“ төркөмө тураһында» еткерелгән мәғлүмәттәр менән бәйле, ОГПУ-ның татар бүлеге К. В. Харлампович, И. И. Сатрапинский, С. П. Шестаков, В. Ф. Смолин, С. И. Порфирьев, Н. В. Никольский һәм И. М. Покровскийға ҡарата эш ҡуҙғата. И. М. Покровскийҙың Катанов тураһындағы мәҡәләһе (некролог) «Йәмғиәт Советы эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө роль уйнаған миссионер йүнәлештәренең үҙенсәлекле өлгөһө» тип атала. Ул ваҡытта инде мәрхүм булған Н. Ф. Катановтың исеме, «танылған күренекле миссионер» булараҡ, "Ҡазан университеты ҡарамағындағы Археология, тарих һәм этнография йәмғиәте хәбәрҙәре"нең һәм йәмғиәттең үҙенең эшмәкәрлегенең контрреволюцион характерҙа булыуын иҫбатлау өсөн ҡулланыла[127].
Шуға ҡарамаҫтан, Катановтың эшмәкәрлегенә бирелгән ғәҙел баһалар артабанғы бер нисә йыл дауамында күп кенә мәҡәләләрҙә әүҙем ҡулланыла[128]. 1930—1950 йылдарҙа хәл ҡырҡа үҙгәрә, уның тураһындағы мәҡәләләр һаны ҡапыл кәмей, ә ваҡытлы матбуғатта «иҫке режимдың ғалим-ҡуштаны» (1933 йыл, «Ҡыҙыл Татария» гәзите) йәки «фәндәге реакционер» (Хакас тел, әҙәбиәт һәм тарих ғилми-тикшеренеү институтының ғилми яҙмалары, 1951 йыл) кеүек мыҫҡыллауҙар осрай. Катановты фәнни реабилитациялау 1958 йылда, "Ҡаҙаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы хәбәре"ндә С. Е. Маловтың мәҡәләһе (ундағы мәғлүмәттәр 1922 йылға ҡарай), ә Абаканда ғалим, шул иҫәптән уның ҡыҙы Анна Николаевна тураһында хәтирәләр йыйынтығы баҫылып сыҡҡандан һуң башлана. Билдәле төркиәтсе С. Н. Иванов Катановтың 100 йыллығына уның биографияһын әҙерләй, ул тулыландырылып, 1973 йылда яңынан нәшер ителә. Хакас ғалимдары билдәле яҡташының мираҫын эшкәртеү буйынса әүҙем эшмәкәрлеген дауам итә, һәм 1997 йылда уның Венгеров һүҙлегендә ҡулланыу өсөн төҙөлгән «Автобиография»һы нәшер ителә.
Катанов мираҫы менән ҡыҙыҡһыныуҙың яңы һулышы 2000 йылдан, Анкарала Катановтың Саян төркиҙәре тураһында өс телдә (хакасса, русса һәм төрөксә) һайланма мәҡәләләр йыйынтығы донъя күргәндән һуң башлана. 2003 йылда шағир А. Преловский «XIX быуаттағы Саян төркиҙәренең фольклоры» тигән ике томлыҡ китап сығара, ул тулыһынса Катановтың «Төрки ҡәбиләләрҙең халыҡ әҙәбиәте өлгөләре» журналында баҫылған мәғлүмәттәренә нигеҙләнгән. Беренсе томға — Преловскийҙың шиғри тәржемәләре, ә икенсе томға эшкәртелмәгән проза әҫәрҙәре индерелә.
2004 йылда Н. Ф. Катанов исемен йөрөткән Хакас дәүләт университетында «Хакасия һәм күрше биләмәләр тураһында һайланма хеҙмәттәр» йыйынтығы әҙерләнә (төҙөүсеһе С. А. Угдыжеков), унда төркиәтсенең хакас этнографияһы тураһындағы төп әҫәрҙәре тупланған.
2011 йылда ғына, автор тарафынан баҫмаға әҙерләнеп, Бөйөк Петр исемендәге Антропология һәм этнография музейы архивында (Кунсткамера) һаҡланған ҡулъяҙмалар нигеҙендә Тываға 1889 йылғы сәйәхәт көндәлектәре баҫылып сыға[129].
2005 йылда Ҡазанда Р. М. Вәлиев һәм В. Н. Тугужекова (Хакас тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты) тырышлығы менән «Н. Ф. Катанов мираҫы: Евразия төрки халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте» халыҡ-ара семинары үткәрелә, уның һөҙөмтәләре буйынса хеҙмәттәр йыйынтығы (2006 йыл) һәм «Н. Ф. Катанов һәм быуаттар сигендә гуманитар фәндәр» коллектив фәнни биография нәшерләнә. 2000 йылдарҙың икенсе яртыһында Ҡазанда тарихсы И. Е. Алексеевтың бер нисә китабы һәм мәҡәләһе донъя күрә, уларҙа Айыҡлыҡ йәмғиәте эшмәкәрлегенә айырыуса иғтибар бүленә. Тикшеренеүсе иғтибарҙы Катановтың сәйәси ҡараштарын «либераль» тип билдәләүҙең нигеҙһеҙлегенә, киреһенсә, күп һанлы дәлилдәрҙең ғалимдың консерватив ҡараштарын күрһәтеүенә йүнәлтә[58].
1920 йылдарҙа немец төркиәтсеһе Карл Менгес Катанов йыйған Көнсығыш Төркөстан текстары архивын ҡарау мөмкинлеген ала. Дөйөм күләме 2384 ҡулъяҙма бит тәшкил иткән документтарҙы тикшерә. Ул Пруссия Фәндәр академияһы баҫмаларында донъя күргән бер нисә тексты һайлап ала. 1933 йылда 33 фольклор тексы баҫылып сыға, 1936 йылда уҡ Менгес библиографияһы менән Дьердь Хазаи мөхәррирлегендәге икенсе баҫма иғлан ителһә лә, Менгестың эмиграцияға китеүе арҡаһында, эш оҙаҡҡа туҡталып ҡала. 1943 йылда 100 дана тираж менән генә тағы 56 текст нәшер ителә. Баҫмала Менгестың исем-шәрифе юҡ, ә Катанов, башҡарылған эштең авторы булараҡ, инеш һүҙҙә телгә алына. 1954 йылда Менгес фольклор текстарының ике томына ла һүҙлек баҫтырып сығара. 1976 йылда Германия Демократик Республикаһының Боронғо тарих һәм археология институты Volkskundliche Texte aus Ost-Türkistan aus dem Nachlass von N. Th. Katanov хеҙмәтенең ике баҫмаһын да фототипия ысулы менән яңынан баҫтырып сығара[130].
Көнбайыш тарихнамәһендә 2000 йылдарҙа Катановҡа иғтибар арта. Р. Джераси монографияһында Катанов тәжрибәһе руслаштырыу хәлендә бер үк ваҡытта уникаль һәм типик күренеш итеп күрһәтелә[131]. Уның «сит халыҡтар»ҙы руслаштырыу һәм христианлаштырыу яҡлы булыуын танып, тикшеренеүсе Зәки Вәлиди хәтирәләрендәге Катановтың һүҙҙәрен миҫалға килтерә[132]:
Монголдарҙан һәм көнсығыш төркиҙәрҙән шәрҡиәт юлына өс кеше — Доржи Банзаров, Чокан Вәлиханов һәм мин баҫтым. Һәр кем үҙен тулыһынса рус әҙәбиәтенә бағышланы. Мин шаманлыҡтан ваз кисеп, христиан булып киттем, уларҙың фәненә хеҙмәт итәм. Чокан һәм Доржи 35 йәшкә лә етмәйенсә араҡы эсеүҙән вафат булды, сөнки рус коллегаларыбыҙ беҙҙе эскенән башҡа бер нимәгә лә өйрәтмәне. Һин был мөхиттә дүртенсе кеше буласаҡһың, әммә һаҡ бул. Мин тыуған һәм үҫкән мәҙәни мөхит мосолманлыҡ кеүек үк ҡеүәтле түгел, халҡыбыҙҙың йәшәйеше аяныслы, һәм рус мөхитендә лә беҙ сит-яттар булып ҡалдыҡ[133].Оригинал текст (рус.)Из монголов и восточных тюрков на путь востоковедения встали три человека — Доржи Банзаров, Чокан Валиханов и я. Каждый посвятил себя полностью русской литературе. Я отрёкся от шаманства и стал христианином, служу их науке. Чокан и Доржи умерли от водки, не достигнув и 35 лет, ибо наши русские коллеги ничему, кроме выпивки, нас не научили. Ты будешь четвёртым человеком в этой среде, но будь осторожен. Культурная среда, где я родился и вырос, не является столь мощной, как мусульманство, бытие нашего народа плачевно, да и в русской среде мы остались чужими
Аризона университеты уҡытыусыһы Агнес Нилуфер Кефили монографияһында 1910 йылда йәдитселек мәҙрәсәләре өсөн уҡыу әсбаптарына ҡарата Катановтың цензура үткәреү миҫалдары килтерелә. Ул Әҙәм менән Һауа Мәккә тирәһендә йәшәгән, Әҙәм Һиндостанда ерләнгән, ә тәрегә Ғайса пәйғәмбәр түгел, Йәһүд Искариот ҡаҙаҡланған тип раҫлаған Мәҡсүди һәм Кәрими текстарын ҡаты тәнҡитләй. Намаҙға әҙерләнгәндә енси ағзаларға тәһәрәт алыу буйынса тәҡдимдәр ҙә уның асыуын тыуҙыра. Һөҙөмтәлә был әсбаптарҙы Европа фәндәренең рус телендәге курсын үткән һәм "тәнҡит фекерләү"енә эйә булған өлкән уҡыусыларҙы уҡытыу өсөн генә файҙаланырға ҡарар ителә[134].
Хәтер
• 1987 йылдың 28 сентябрендә Аскиз урта мәктәбе музейы базаһында Н. Ф. Катанов исемендәге Аскиз йәмәғәт тыуған яҡты өйрәнеү музейы (хәҙерге Н. Ф. Катанов исемендәге Аскиз район тыуған яҡты өйрәнеү музейы) ойошторола. • 1994 йылдың 10 авгусында Хакас Республикаһы Юғары Советы Президиумы һәм Министрҙар Советы ҡарары менән Катановтың исеме Хакас дәүләт университетына (ХДУ) бирелә. Шул уҡ йылда республиканың Юғары Советы Н. Ф. Катанов исемендәге Дәүләт премияһын булдыра, уның менән иң күренекле ғалимдар бүләкләнә. Ошо уҡ ваҡыттан алып Н. Ф. Катанов исемендәге ХДУ-ла традицион «Катанов уҡыуҙары» үткәрелә[135]. ==
• 1996 йылда Хакас Республикаһы Министрҙар Советы тарафынан 5000 һумлыҡ аҡса сығарыла, банкнотаның реверсында ғалимдың портреты урынлаштырылғанлыҡтан, ул халыҡта «катановка» исемен ала[136].
• Ҡазанда Катанов йәшәгән Мәктәп тыҡрығы 2005 йылда рәсми рәүештә уның хөрмәтенә Катанов тыҡрығы тип үҙгәртелә (революцияға тиклем ул халыҡ телендә ошо исемде йөрөткән була)[Комм 7].
• Халыҡ-ара бойондороҡһоҙ айыҡлыҡ ассоциацияһы шулай уҡ ҡалала Катановҡа һәйкәл ҡуйырға, уның йортон тергеҙеп, унда «Айыҡлыҡ музейы» урынлаштырырға тәҡдим итә[55].
• 2007 йылдың 26 октябрендә Абакандағы В. И. Ленин проспектында (Н. Ф. Катанов исемендәге ХДУ эргәһендәге скверҙа) Катановҡа Красноярск скульпторы Константин Зинич эшләгән һәйкәл ҡуйыла. Ғалимдың ҡулына китап тотоп торған бронза һәйкәле Хакас яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәрендә асыла[135].
• 2011 йылдың 9 авгусында Хакас Республикаһы Хөкүмәтенең «Хакас Республикаһының мәҙәниәте һәм фәнен үҫтереү өсөн шәрҡиәтсе-төркиәтсе Николай Федорович Катановтың шәхесенең һәм ғилми эшмәкәрлегенең ҙур әһәмиәте» билдәләнгән 507-се ҡарары ҡабул ителә[138]. Ошо уҡ ҡарар менән «2012 йылда Хакас Республикаһында Н. Ф. Катанов йылын үткәреү буйынса саралар планы» раҫлана[6].
• 2022 йылдың 20 майында Аскиз ауылында, шул исемдәге йылға буйындағы урындағы хакимиәт бинаһы ҡаршыһында Катановҡа һәйкәл асыла[139].
Н. Ф. Катановтың төп хеҙмәттәре
- Тулыраҡ библиографияһын ҡарағыҙ: Научное наследие. Хакасский государственный университет имени Н. Ф. Катанова.
- Отчёт о поездке в Восточную Сибирь, Монголию и северный Китай в 1890 и 1891 гг. // Живая старина. — СПб., 1892. — С. 111—122, 134—137.
- Сагайские татары Минусинского округа Енисейской губернии // Живая старина. — 1893. — Вып. 4, ч. III. — С. 559—570.
- Письма из Сибири и Восточного Туркестана / Предисловие Радлова В. В. // Записки Имп. Императорской Академии наук. — 1893. — Т. XXIII. — С. 1—114.
- Среди тюркских племён // Известия Имп. Рус. Географического Общества. — 1893. — Т. XXIX. — С. 519—541.
- Качинская легенда о сотворении мира (Записана в Минусинском округе Енисейской губернии на качинском наречии тюркского языка 2 июня 1890 г.) // ИОАИЭ. — 1894. — Т. XII, вып. 2. — С. 185—188.
- О погребальных обрядах у тюркских племён с древнейших времён до наших дней // ИОАИЭ. — 1894. — Т. XII, вып. 2. — С. 109—142.
- Народные приметы и поверья бельтиров // Деятель. — 1896. — № 8. — С. 424—425.
- О поездке действительного члена Общества археологии, истории и этнографии Н. Ф. Катанова в Минусинский округ Енисейской губернии // ИОАИЭ. — 1897. — Т. XIX, вып. 2. — С. 219—221.
- Отчёт о поездке, совершенной с 15 мая по 1 сентября 1896 года в Минусинский округ Енисейской губернии // Учёные записки Казанского университета. — 1897. — Т. 64, кн. III. — С. 1—50.
- Материалы к изучению казанско-татарского наречия. Ч. 1: Образцы книжной и устной литературы казанских татар // Учёные записки Казанского университета. — 1897, кн. 12, приложение, — С. 1—32.
- Предание тобольских татар о грозном царе Тамерлане // Ежегодник Тобольского губернского музея : сборник. — Тобольск, 1898. — Вып. IX. — С. 50—52.
- Винокурение у абаканских татар Енисейской губернии // Деятель. — 1899. — № 8/9. — С. 312—314.
- Народные способы лечения у сагайцев (Минусинского уезда Енисейской губ.) // Деятель. — 1899. — № 10. — С. 394—395.
- Материалы к изучению казанско-татарского наречия. Ч. 2: Русский перевод образцов книжной и устной литературы казанских татар // Учёные записки Казанского университета. — 1899. — Кн. 5—6. — С. 1—113.
- Отчёт о поездке в Минусинский уезд Енисейской губернии, совершенный летом 1899 года // Учёные записки Казанского университета. — 1901. — Т. 63, кн. V—VI. — С. 1—58.
- Опыт исследования урянхайского языка с указанием главнейших родственных отношений его к другим языкам тюркского корня. — Казань, 1903. — XLII, 487, LX с.
- О религиозных войнах учеников шейха Багаутдина против инородцев Западной Сибири // Учёные записки Казанского университета. — 1903. — Кн. XII. — С. 133—146.
- Наречия урянхайцев, абаканских татар и карагасов // Образцы народной литературы тюркских племён, под ред. В. В. Радлова. Ч. IX. — СПб., 1907. Т. I (тексты), VI+XXXII+68+XLVIII с.; Т. II (переводы), VI+XXV+658 с.
- Предания присаянских племён о прежних делах и людях // Сборник в честь 70-летия Г. Н. Потанина. — СПб., 1909. — С. 265—288.
- Обработка сочинения писателя XVII в. Н. Г. Спафария «Описание первыя части вселенныя, именуемой Азия, в ней же состоит Китайское государство с прочими его городы и провинции». — Казань, 1910. — LVI, 271 с.
- Краткий татарско-русский словарь в транскрипциях арабской и русской в объёме I части учебника М. Ф. Каримова «Тарихи анбия (история пророков)». — Казань, 1912. — XXIV, 265 с. (литография).
- Восточная хронология. Из курса лекций, читанных в Северо-восточном археологическом и этнографическом институте в 1918—1919 учебн. году. — Казань, 1920. — 240 с.
- Volkskundliche Texte aus Ost-Türkistan. I. — (Sitzungsberichte der Berliner Akademie der Wissenschaften, XXXII.). — Berlin, 1933.
- Volkskundliche Texte aus Ost-Türkistan. II. Aus dem Nachlaß von N. Th. Katanov herausgegeben. — (Als Manuskript getruct). — Berlin, 1943.
- Хакасский фольклор (Из книги «Образцы народной литературы тюркских племён», т. IX. СПб., 1907). — Абакан, 1963. — 163 c.
- Николай Фёдорович Катанов. Автобиография и библиография / Сост. и ред. доктор истор. наук И. Л. Кызласов. Москва — Абакан, 1997.
- Таллал алған пілiг тоғыстары. Хакас фольклорының паза этнографиязының тексттерi = Избранные научные труды. Тексты хакасского фольклора и этнографии = Bilimsel eserlerinden segneler. Hakas folkloru ve etnografyasi metenleri / Сост. B. H. Тугужекова, B. E. Майногашева. Переводы на хакасский язык B.E. Майногашевой и С. Е. Карачакова. — Анкара, 2000. — 550 с.
- Фольклор саянских тюрков XIX века. Из собрания Н. Ф. Катанова / Сост., переводы, стихотв. перелож, лит. обраб., заключит статья и коммент. А. В. Преловского. В 2 т. — М., 2003. — 576 с. + 624 с.
- Избранные труды о Хакасии и сопредельных территориях / Сост. Угдыжеков С. А. — Абакан: Изд-во ХГУ им. Н. Ф. Катанова, 2004.
- Очерки Урянхайской земли. Дневник путешествия, исполненного в 1889 году / Подг. рукописи, комментарий А. К. Кужугет. — Кызыл, 2011.
- Наследие российской тюркологии XIX в.: «Путешествие по Сибири, Дзунгарии и Восточному Туркестану». Дневник путешествия, совершенного по поручению Императорского Русского Географического Общества в 1890 г. членом-сотрудником оного Н. Ф. Катановым / отв. и науч. ред.: Р. М. Валеев, В. Н. Тугужекова, Д. Е. Мартынов. Введение Р. М. Валеева, Д. Е. Мартынова, Ю. А. Мартыновой и В. Н. Тугужековой. Подг. к изд., сост., комментарии, указатели Д. А. Данькиной, Р. М. Валеева, Р. З. Валеевой, Д. Е. Мартынова, Ю. А. Мартыновой, Ф. Г. Миниханова, М. С. Минеевой, В. Н. Тугужековой. Вступ. статьи А. М. Сибагатуллина, И. Г. Смолиной, И. Р. Гафурова. — Казань: Изд-во «Артефакт», 2017. — 734 с.
Комментарийҙар
- ↑ Имеются в виду минусинские или абаканские татары, что было официальным обозначением хакасов до 1917 года[5].
- ↑ П. И. Кузнецов спонсировал обучение В. И. Сурикова в Академии художеств. Его сын — Иннокентий Кузнецов-Красноярский (1851—1915) — был членом Общества попечения начального образования, активным сторонником просвещения беднейших классов и коренных народов; именно к нему и обратился Катанов[12].
- ↑ Иннокентий Каратанов управлял перевалочной базой Кузнецова с конюшнями, складами, амбарами и т. д. Каратанов, сам «инородец» (коми-зырянин), был отцом известного впоследствии красноярского художника — Д. И. Каратанова[16].
- ↑ В письме от 9 января 1893 года Катанов сообщал Радлову, что снял для себя и жены проходную комнату за 32 рубля в месяц, при этом полиция никак не могла выдать ему паспорт и вид на жительство в столице[44].
- ↑ По словам К. Явуза — директора Института тюркологических исследований Стамбульского университета, в 1914 году Катанов продал 3500 томов, и ещё столько же передала в Стамбул его вдова в 1922 году. В числе них были библиографические редкости: «Грамматика арабского языка» (Лондон, 1862), «Грамматика турецкого языка» (Лондон, 1832), «Грамматика персидского языка» (Лондон, 1783), «История Персии» (Лондон, 1921) и др. Имелись и уникальные рукописи XIII века авторов Медима (1255), Османа Нурса (1290), Пертева Пазы (1256)[94].
- ↑ Точной датой кончины должно считаться 9 марта 1922 года. В книге казанского ЗАГСа сохранилась запись №335 (ГБУ «Государственный архив Республики Татарстан». Ф. Р-6672. Оп. 2. Д. 246. Л. 86—86об), в которой указана дата смерти профессора Николая Катанова — 9 марта, и причина смерти: «гнойный плеврит после операции»[105]
- ↑ В акте о смерти указан последний адрес учёного: Казань, переулок 3-й гимназии, дом 3, квартира 4[107]. В фонде Хакасского национального краеведческого музея имени Л. Р. Кызласова хранится недатированная визитная карточка Н. Ф. Катанова, в которой указан более ранний адрес: «Казань, Ново-Комиссариатская улица, дом Ранненгейма»[137].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Г. А. Дегтярёв, В. А. Андреев. Катанов Николай Фёдорович. Чувашская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026.
- ↑ Рыкин, 2011, с. 373
- ↑ 1 2 Рыкин, 2011, с. 360
- ↑ Чебодаева, Валеев, Данькина, 2023, с. 11
- ↑ Чертыков В. К. Хакасы. Энциклопедия Сибири. Издательский дом «Историческое наследие Сибири». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026.
- ↑ 1 2 Петрова О. 2012 год в Хакасии объявлен Годом Николая Фёдоровича Катанова // Абакан : Еженедельная городская газета. — 2012, 18 января.
- ↑ Иванов, 1973, с. 4
- ↑ Бутанаев, 1994, с. 47, 72
- ↑ 1 2 Покровский, 1923, с. 247
- ↑ Тугужекова, 2009, с. 10—11
- ↑ Нилогов А. С. О находке метрической записи о рождении/крещении Н. Ф. Катанова // Народы и культуры Южной Сибири и сопредельных территорий : Материалы четвертой международной научной конференции, посвященной 155-летию со дня рождения хакасского ученого, тюрколога, доктора сравнительного языкознания, востоковеда, профессора Императорского Казанского университета Николая Федоровича Катанова (27—29 сентября 2017 года) : [арх. 24 июнь 2021]. — Абакан : Хакасское книжное издательство, 2017. — С. 30—31. — 292 с. — ISBN 978-5-7091-0794-6.
- ↑ 1 2 Тугужекова, 2009, с. 16
- ↑ Иванов, 1973, с. 8
- ↑ Чебодаева, Валеев, Данькина, 2023, с. 26—31
- ↑ Рыкин, 2011, с. 361
- ↑ Иванов, 1973, с. 7
- ↑ Тугужекова, 2009, с. 15—16
- ↑ Вдовин А. С. 160 лет Николаю Федоровичу Катанову. Красноярский краевой краеведческий музей (17 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026.
- ↑ Рыкин, 2011, с. 362
- ↑ Тугужекова, 2009, с. 17
- ↑ Рыкин, 2011, с. 362—363
- ↑ 1 2 3 Рыкин, 2011, с. 363
- ↑ Тугужекова, 2009, с. 21
- ↑ Иванов, 1973, с. 15
- ↑ Иванов, 1973, с. 15—16
- ↑ 1 2 Рыкин, 2011, с. 364
- ↑ Рыкин, 2011, с. 364—365
- ↑ 1 2 Благова, 2012, с. 263
- ↑ Иванов, 1973, с. 19—21
- ↑ Рыкин, 2011, с. 365
- ↑ Иванов, 1973, с. 21
- ↑ Тугужекова, 2009, с. 29
- ↑ Иванов, 1973, с. 23
- ↑ Тугужекова, 2009, с. 31
- ↑ Рыкин, 2011, с. 366—367
- ↑ Рыкин, 2011, с. 367
- ↑ Иванов, 1973, с. 25
- ↑ Рыкин, 2011, с. 368
- ↑ Султанбаева, 2009, с. 45
- ↑ Нилогов, 2020
- ↑ Куюкова, 2012, с. 6—7
- ↑ Чебодаева, Валеев, Данькина, 2023, с. 97—99
- ↑ Иванов, 1973, с. 26
- ↑ Валеев, 2009, с. 76
- ↑ Рыкин, 2011, с. 369
- ↑ Иванов, 1973, с. 37
- ↑ Иванов, 1973, с. 38
- ↑ Иванов, 1973, с. 41
- ↑ Иванов, 1973, с. 42—43
- ↑ Валеев, 2009, с. 80—81
- ↑ Иванов, 1973, с. 69
- ↑ Рыкин, 2011, с. 372
- ↑ Тугужекова, 2009, с. 221
- ↑ Воинство Святого Георгия (Жизнеописания русских монархистов начала XX века)/ Сост. и ред. А. Д. Степанов, А. А. Иванов. — СПб.: Изд. «Царское Дело», 2006. — С. 573, 741.
- ↑ 1 2 3 Игорь Алексеев. О Николае Федоровиче Катанове. Русская народная линия (17 ғинуар 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026. Архивировано 21 декабрь 2014 года.
- ↑ Алексеев И. Е. Во имя Христа и во славу Государеву (история «Казанского Общества Трезвости» и Казанского отдела «Русского Собрания» в кратких очерках, документах и комментариях к ним): В двух частях. Ч. I. − Казань: Мастер Лайн, 2003. − С. 68.
- ↑ Кузнецова Л. «Родной язык, святой язык…» (По материалам Национального архива РТ). Научно-документальный журнал «Гасырлар авазы — Эхо веков», 2006, №1. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026.
- ↑ 1 2 Алексеев, 2009, с. 34
- ↑ Кемпер М., Усманова Д. Ваисовское движение в зеркале собственных прошений и поэм. Научно-документальный журнал «Гасырлар авазы — Эхо веков», 2001, №3/4. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026.
- ↑ Катанов Н. Ф. Новые данные о мусульманской секте ваисовцев. — Казань, 1909. — 16 с.
- ↑ Инородческое обозрение. Приложение к журн. «Православный собеседник». Казань. 1912—1916. ЭНИ «Периодика« : Библиография периодических изданий России, 1901—1916 — Алфавитная часть. Фундаментальная электронная библиотека «Русская литература и фольклор» (ФЭБ). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026. Архивировано 21 декабрь 2014 года.
- ↑ Алексеев, 2009, с. 32—33
- ↑ Иванов, 1973, с. 52
- ↑ Наследие, 2012, с. 16
- ↑ Благова, 2012, с. 265—266
- ↑ Иванов, 1973, с. 53
- ↑ Рыкин, 2011, с. 374
- ↑ Рыкин, 2011, с. 375
- ↑ Тугужекова, 2009, с. 87
- ↑ 1 2 Иванов, 1973, с. 60
- ↑ Назипова, 2004, с. 143, 316
- ↑ Назипова, 2004, с. 200
- ↑ Назипова, 2004, с. 205
- ↑ Назипова, 2004, с. 207—208
- ↑ 1 2 Назипова, 2004, с. 314
- ↑ Назипова, 2004, с. 315
- ↑ Назипова, 2004, с. 316—317
- ↑ Назипова, 2004, с. 288—289
- ↑ 1 2 3 Geraci, 2001, p. 317
- ↑ Юрий Махно. Рядом с Катановым. abakan.bezformata.com (5 май 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026.
- ↑ Рыкин, 2011, с. 370
- ↑ 1 2 3 Рыкин, 2011, с. 376
- ↑ Иванов, 1973, с. 65—66
- ↑ Иванов, 1973, с. 71—72
- ↑ Заседание 24-го сентября 1909 года. — В: Протоколы заседаний Таврической учёной архивной комиссии // Известия Таврической учёной архивной комиссии / ред. А. И. Маркевич. — Симферополь, 1910. — № 44. — С. 104.
- ↑ Иванов, 1973, с. 72
- ↑ Иванов, 1973, с. 72—76
- ↑ Иванов, 1973, с. 76
- ↑ Покровский, 1923, с. 254
- ↑ Иванов, 1973, с. 77—79
- ↑ Иванов, 1973, с. 78—79
- ↑ 1 2 Рыкин, 2011, с. 379
- ↑ Монгуш З. М. Библиотека русского тюрколога в Турции. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026. Архивировано 24 октябрь 2014 года.
- ↑ Данькина Н. В Хакасию привезли копии книг из библиотеки Николая Катанова. Современная школа России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026.
- ↑ Покровский, 1923, с. 255
- ↑ Иванов, 1973, с. 81—83
- ↑ Иванов, 1973, с. 85—86
- ↑ 1 2 Рыкин, 2011, с. 380
- ↑ Иванов, 1973, с. 87
- ↑ Иванов, 1973, с. 88
- ↑ Иванов, 1973, с. 91
- ↑ Благова, 2012, с. 268—269
- ↑ Иванов, 1973, с. 90
- ↑ 1 2 Рыкин, 2011, с. 382
- ↑ Нилогов А. С. Найдена актовая запись о смерти хакасского учёного Н. Ф. Катанова. Сетевое издание «Шанс.Регион» (26 октябрь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026. Архивировано 31 октябрь 2023 года.
- ↑ Анатолий Елдашев. Туалет на могиле Катанова. Звезда Поволжья (9 февраль 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026. Архивировано 28 май 2018 года.
- ↑ 1 2 Нилогов, 2023, с. 31
- ↑ Тугужекова, 2009, с. 18—19
- ↑ Тугужекова, 2009, с. 95
- ↑ Валеев, 2006, с. 73
- ↑ Алексеев, 2009, с. 32
- ↑ Тугужекова, 2009, с. 19
- ↑ Тугужекова, 2009, с. 203
- ↑ Тугужекова, 2009, с. 204
- ↑ Тугужекова, 2009, с. 206
- ↑ Алексеев И. Из истории изучения в начале XX в. «историко-археологического музея» профессора Н. Ф. Высоцкого. Русская народная линия: информационно-аналитическая служба (13 октябрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026. Архивировано 31 март 2016 года.
- ↑ Султанбаева К. И. Взгляды Н. Ф. Катанова на просвещение тюркских народов в дореволюционной России : [арх. 26 ғинуар 2021] // Сибирский педагогический журнал. — 2008. — № 10. — С. 265—269.
- ↑ 1 2 3 Султанбаева К. И. Педагогическая система Николая Федоровича Катанова : [арх. 26 ғинуар 2021] // Сибирский педагогический журнал. — 2007. — № 14. — P. 302—310.
- ↑ Катанов Н. Ф. Материалы и сообщения / Сост. Н. Г. Доможаков. — Абакан: Хакасское книжное издательство, 1958. — С. 109.
- ↑ Султанбаева К. И. Педагогические идеи Н. Ф. Катанова в контексте проблем национального образования : [арх. 26 ғинуар 2021] // Сибирский педагогический журнал. — 2005. — № 2. — С. 126—132.
- ↑ Наследие, 2012, с. 3—4
- ↑ Наследие, 2012, с. 4—5
- ↑ Монгуш З. М. Исследователь тюркских народов Николай Федорович Катанов // Мир библиографии. — 2006. — № 5. — С. 47.
- ↑ Валеев, 2006, с. 109—111
- ↑ Благова, 2012, с. 265
- ↑ Благова, 2012, с. 267
- ↑ Сидорова И. Б. Поступают «сведения о группировке черносотенного элемента в Обществе археологии, истории и этнографии при Казанском университете...» (ОАИЭ в первые годы Советской власти, 1917—1924 гг.). Научно-документальный журнал «Гасырлар авазы — Эхо веков», 2003, №3/4. Архивное управление Республики Татарстан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026.
- ↑ Тугужекова, 2009, с. 4—6
- ↑ Наследие, 2012, с. 4
- ↑ Menges, 1976, Menges K. H. Vorwort zum Neudruck, p. 3—4
- ↑ Geraci, 2001, p. 309
- ↑ Geraci, 2001, p. 326
- ↑ Заки Валили Тоган. Воспоминания : Кн. 1: Борьба народов Туркестана и других восточных мусульман-тюрков за национальное бытие и сохранение культуры / Пер. с турец. Г. Шафиков, А. Юлдашбаев. — Уфа : Китап, 1994. — Т. 1. — С. 125—126. — 383 с. — ISBN 5-295-01269-7.
- ↑ Nilufer Kefeli A. Becoming Muslim in Imperial Russia: Conversion, Apostasy, and Literacy. — Ithaca and L. : Cornell University Press, 2014. — ISBN 9780801454769.
- ↑ 1 2 Куюкова, 2012, с. 16
- ↑ Чеботарёв Ю. Б. NB News. Нумбон № 3(43) 1997. С. 1—7. Бонистика. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026.
- ↑ Чебодаева, Валеев, Данькина, 2023, с. 100
- ↑ Правительство Республики Хакасия — Постановление от 9 августа 2011 г. № 507 «Об объявлении 2012 года в Республике Хакасия годом Н. Ф. Катанова». Региональное законодательство. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026.
- ↑ Мельников В. Памятник Николаю Катанову торжественно открыли в селе Аскиз. Электронная версия газеты «Хакасия» (20 май 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 март 2026.
Әҙәбиәт
- Алексеев И. Е. На страже Империи. — Казань : ООО «Астория», 2009. — Вып. III: Статьи и документы по истории черносотенства, русского национализма, дворянства, политического сыска и белого движения. — С. 31—48. — 320 с.
- Благова Г. Ф. История тюркологии в России (вторая половина XIX — начало XX в.). — М. : Восточная литература, 2012. — 310 с. — ISBN 978-5-02-036506-3.
- Бутанаев В. Я. Происхождение хакасских родов и фамилий. — Абакан: Лаборатория Этнографии НИС АГПИ, 1994. — 94 с.
- Валеев Р. М., Мартынов Д. Е. Российское университетское востоковедение в архивных документах: центры, события и наследие (XIX — начало XX вв.). — Казань: Казанский государственный университет, 2009. — 116 с. — ISBN 978-5-98180-738-1.
- Валеев Р. М., Тугужекова В. Н., и др. Н. Ф. Катанов и гуманитарные науки на рубеже веков: Очерки истории российской тюркологии / Науч. и отв. ред.: Валеев Р. М., Тугужекова В. Н. — Казань — Абакан: Алма-Лит, 2009. — 354 с. — ISBN 978-5-98245-051-7.
- Иванов С. Н. Николай Фёдорович Катанов, 1862—1922: Очерк жизни и деятельности. — Изд. 2-е. — М.: Наука (ГРВЛ), 1973. — 113 с. — (Русские востоковеды и путешественники).
- Кокова И. Ф. Николай Фёдорович Катанов: Документальная повесть о выдающемся российском востоковеде. — Изд. 2-е, доп. — Абакан: Хакасское книжное издательство, 2012. — 172 с. — ISBN 978-5-7091-0541-6.
- Н. Ф. Катанов — гордость земли хакасской: биобиблиографический справочник / Куюкова Н. И. (сост.). — Абакан: ГБУК РХ «Хакасская РДБ», 2012. — 23 с.
- Назипова Г. Р. Университет и музей: исторический опыт губернской Казани. — Казань : РИЦ «Школа», 2004. — 396 с.
- Наследие Н. Ф. Катанова: история и культура тюркских народов Евразии: Доклады и сообщения международного научного семинара, 30 июня — 1 июля 2005 г. / Ред. коллегия: Валеев Р. М., Закиев М. З., Зайнуллин Д. Г. — Казань: Алма Лит, 2006. — 296 с. — ISBN 5-98245-02207.
- Наследие хакасского учёного, тюрколога, доктора сравнительного языкознания, востоковеда Николая Фёдоровича Катанова: материалы Международной научной конференции, посвящённой 150-летию со дня рождения учёного. 16–19 мая 2012 г.. — Абакан: Хакасское книжное издательство, 2012. — Т. 1. — 146 с. — ISBN 978-5-7091-0543-0.
- Нилогов А. С. Родословная Николая Фёдоровича Катанова // Архивные документы в системе объективного научного знания. Материалы III Межрегиональной научно-практической конференции. — Абакан: ООО «Книжное издательство «Бригантина», 2018. — С. 161—169. Архивировано 25 апрель 2021 года.
- Нилогов А. С. О находке брачного обыска Н. Ф. Катанова и А. И. Тихоновой за 1892 год // Сибирский архив. — 2020. — № 4. — С. 19—30.
- Нилогов А. Найдена актовая запись о смерти хакасского учёного Н. Ф. Катанова // Абакан. — 2023. — № 49 (13 декабря). — С. 31.
- Покровский И. М. Памяти проф. Н. Ф. Катанова // Известия Общества археологии, истории и этнографии при Казанском университете. — Казань, 1923. — Т. 32, вып. 2. — С. 245−259.
- Рыкин П. О. Николай Фёдорович Катанов (1862—1922): вехи жизни и творчества // Катанов Н. Ф. Очерки Урянхайской земли. — Кызыл: ТИГИ при правительстве РТ, 2011. — С. 359—383.
- Султанбаева К. И. Николай Фёдорович Катанов — выдающийся учёный-востоковед, тюрколог, просветитель. — Абакан : Изд-во Хакас, гос. у-та им. Н. Ф. Катанова, 2009. — 144 с. — ISBN 978-5-7810-0556-7.
- Чебодаева М. П., Валеев Р. М., Данькина Н. А. С берегов Аскиза до берегов Невы. Научный путь профессора Н. Ф. Катанова (1862—1922). — Санкт-Петербург, 2023. — 104 с. — ISBN 978-5-7422-8207-5.
- Geraci R. P. Nikolai F. Katanov: Inorodets in the Russian Academy // Window on the East: National and Imperial Identities in Late Tsarist Russia. — Ithaca and L. : Cornell University Press, 2001. — P. 309—342. — 389 p. — (The Wilder House Series in Politics, History, and Culture). — ISBN 080143422X.
- Volkskundliche Texte aus Ost-Türkistan : aus d. Nachlaß von N. Th. Katanov ; mit e. Vorw. zum Neudr. von Karl Heinrich Menges u. e. Bibliogr. d. Schriften Menges' von Georg Hazai : [нем.]. — Leipzig : Zentralantiquariat d. Dt. Demokrat. Republik, 1976. — XVIII, 123, 185 S.
Һылтанмалар
- Виртуальная выставка «Звезда мировой величины» (к 150-летию Н. Ф. Катанова). Национальная библиотека имени Н. Г. Доможакова Республики Хакасия. Архивировано 5 март 2016 года.
- Катанову — 150 лет! Научное наследие. Федеральное государственное бюджетное образовательное учреждение высшего профессионального образования «Хакасский государственный университет им. Н. Ф. Катанова». Архивировано 17 февраль 2015 года.
- Нилогов А. Откуда есть пошёл Николай Катанов. Шанс-Онлайн (28 март 2017). Архивировано 17 август 2017 года.

