Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр
Мәҡәл (рус. Пословица) — ниндәй ҙә булһа тормош күренешен дөйөмләштереүсе һәм халыҡ аҡылын өгөт-нәсихәт формаһында сағылдырыусы грамматик яҡтан тамамланған һөйләм рәүешендәге әйтем[1]. Ул хәбәр («ҡунаҡта яҡшы, ә өйҙә яҡшыраҡ») һәм өндәү («тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ») характерҙа булырға мөмкин[2].
Мәҡәлдәрҙе, әйтемдәрҙе һәм башҡа фольклорҙың кесе жанрҙарын паремиология өйрәнә[1].
Тарихы
Европа
Урта быуаттарҙағы Европала мәҡәлдәр йыйынтыҡтары төҙөлгән. Беҙҙең көндәргә тиклем XIII—XV быуат башында төҙөлгән 30-ға яҡын ҡулъяҙма йыйынтыҡ килеп еткән. Мәҫәлән, «Виллан мәҡәлдәре» тип аталған йыйынтыҡ үҙ эсенә алты ижектән торған алты юллыҡтар рәтен индерә, уларҙың һәр шиғыры крәҫтиән мәҡәле итеп бирелгән, шиғри булмаған етенсе юлға ҡарата глосса булып тора. Дөйөм алғанда, был текстар ритмик һәм тематик берҙәмлеге менән айырылып тора; уларҙың төҙөлөшө эске яҡтан йомоҡ. XIII быуатта бер нисә тапҡыр эшкәртеү йәки оҡшатырға тырышыу объектына әйләнгән был йыйынтыҡты төҙөүсе Филипп Эльзасский нәҫеленән булған бер клирик була. Бындай төрҙәге текстар XV быуатҡа тиклем осрай, ҡайһы берҙә иллюстрациялар менән: был осраҡта мәҡәл һүрәткә яҙыу булып хеҙмәт итә[3].
Рәсәй
Мәҡәлдәр ингән урыҫ яҙмаһының беҙгә килеп еткән иң боронғо әҫәрҙәре X быуат менән даталана. Мәҡәлдәр боронғо урыҫ яҙмаһы әҫәрҙәрендә осрай: «Игорь полкы тураһында һүҙ» (XII б.), «Даниил Заточниктың ялбарыуы» (XIII б.) һ.б. XVII быуаттан башлап мәҡәлдәрҙең ҡулъяҙма йыйынтыҡтары төҙөлә башлаған. Мәҡәлдәрҙең тәүге баҫма йыйынтығы Н. Г. Кургановтың «Рәсәй универсаль грамматикаһы йәки Дөйөм хат яҙыу ҡағиҙәләре» (СПб., 1769) китабында урын алған[4]. В. И. Даль мәҡәлдәрҙе йыйыусы булған[1], ул 1862 йылда «Урыҫ халҡының мәҡәлдәре» («Пословицы русского народа») йыйынтығын нәшер итә.
Рәсәйҙә таралған мәҡәлдәрҙең бер өлөшө халыҡ ауыҙ-тел ижадынан барлыҡҡа килгән; бер өлөшө боронғо фразалар йыйынтыҡтарынан («Пчела») һәм дини сығанаҡтарҙан үҙләштерелгән. Күп мәҡәлдәр урыҫ яҙыусыларының әҫәрҙәренән — А. С. Грибоедовтың «Аҡылдан бәлә» комедияһынан, И. А. Крылов мәҫәлдәренән килеп сыҡҡан.
Филолог М. И. Шахнович мәҡәлдәргә бер нисә хеҙмәтен, атап әйткәндә, «Урыҫ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре тарихи сығанаҡ булараҡ» (1936) диссертацияһын һәм "Урыҫ мәҡәлдәрен һәм әйтемдәрен йыйыу һәм өйрәнеүҙең ҡыҫҡаса тарихы"н (1936) арнаған. Ул паремиография (рус.)баш. буйынса бөтә мөмкин булған урыҫ материалын ентекле өйрәнгән һәм 1435 хеҙмәткә урыҫ паремиографияһы буйынса тәүге библиографик күрһәткес төҙөгән. Был материалдар егерме бүлектән тора, улар араһында: «XIV—XVI быуаттарҙағы феодал кенәзлектәр», «Бөйөк Новгород әфәнде», «Татар хакимлығы», «Мәскәү батшаһы һәм баярҙар», «Батша суды һәм төрмә», «Дөрөҫлөк һәм ялған», «Бай һәм ярлы», «XV—XVII быуаттарҙағы крәҫтиән һуғышы» кеүек бүлектәр була. Шахнович, урыҫ паремиографияһы тарихты, ғаилә мөнәсәбәттәрен, хоҡуҡты, телде һәм динде өйрәнеү өсөн ҡулланылырға мөмкин, тип иҫәпләгән. Шахнович бер нисә мәҡәлдәр йыйынтығы төҙөй, әммә уларҙың икеһе генә баҫылып сыға — «Поптар һәм дин тураһында мәҡәлдәр һәм әйтемдәр» (1933), «Урыҫ халҡының хәрби мәҡәлдәре. Мәҡәлдәр һәм ҡанатлы һүҙҙәр йыйынтығы» (1945). 1980-се йылдар аҙағында XVIII—XX быуат башындағы баҫылмаған ҡулъяҙма мәҡәлдәр йыйынтыҡтары нигеҙендә 3000 эротик һәм «серле» мәҡәлде үҙ эсенә алған «Урыҫ мөхәббәт китабы» йыйынтығын төҙөй (баҫтырылмай ҡала).
Урыҫ мәҡәлдәре синтаксисын өйрәнеүгә П. Глаголевскийҙың «Урыҫ мәҡәлдәре теленең синтаксисы» (1873) хеҙмәте арналған[5].
Тасуирламаһы
Мәҡәлдең тәьҫир көсө синтаксик һәм лексик сараларҙың йыйнаҡ ҡулланылышы менән аңлатыла. Был ҡыҫыуға өлгәшеү ысулдары:
- Һөйләмдең ҡыҫҡалығы һәм билдәһеҙ зат формаларының хәҙерге замандағы йәки бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылым менән йыш берләшеүе.
- Параллелизм.
- Аллитерация, ассонанс, рифма һәм әйтемде ритмик яҡтан йыйнаҡ яһаусы башҡа өн механизмдары.
Был ысулдарҙың барыһы ла раҫлауҙы дөйөмләштерергә, уны метафора кимәленә күтәрергә, йәғни ғәмәлдә сикһеҙ һандағы ситуацияларҙың типик эквивалентына әйләндерергә ярҙам итә. Бындай сараларҙың берләшеүе тексты мәҡәл булараҡ танып ҡабул итеүҙе еңелләштерә. Традиционлыҡ мәҡәл жанрының айырылғыһыҙ һыҙаты булғанлыҡтан, уны айырым стиль булараҡ ҡарарға мөмкин.
Күп кенә урыҫ мәҡәлдәре үҙ-ара тигеҙ булған һәм рифмалашҡан ике өлөштән тора (миҫалдағы тәүге икәүһе):
Миҫалдар
- Хеҙмәт итмәһәң, быуанан балыҡ та тота алмаҫһың
- Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар
- Тауығы булһа, йүләр ҙә бешерә алыр
- Туғарылғанһың икән, булдыра алмайым тимә
- Бүренән ҡурҡҡан урманға бармаҫ
- Бер туҡмалған өсөн ике туҡмалмағанды бирәләр
- Иҫәрҙе Хоҙайға табынырға ҡушһаң, маңлайын да ярыр
- Кисеүҙә аттарҙы алмаштырмайҙар
- Кем эшләмәй, шул ашамай
- Иҫкене иҫкә төшөргәндең күҙе сыҡһын
- Сөйҙө сөй менән ҡағалар
- Үҙ әсәйеңдән яҡшыраҡ дуҫ юҡ
- Күктәге торнанан усыңдағы сәпсек яҡшыраҡ
- Шыуып йөрөргә яратһаң, санаңды һөйрәргә лә ярат
- Һаулыҡ теләп башланы, үлемен теләп тамамланы
- Гөрөждәмен тигәнһең икән, кәрзингә ин
- Табан туҙҙырмаһаң, тамаҡ туймаҫ
- Шайтан үҙе уны һүрәтләгәндәре кеүек ҡурҡыныс түгел
- Яңғыҙың яугир түгелһең
- Ҡабатлау — уҡыуҙың әсәһе
- Ятҡан таш аҫтынан һыу ҙа аҡмай
- Әйтем — сәскә, мәҡәл — емеш
- Иҫкәртелгән — тимәк, ҡоралланған
- Ҡояш янында йылы, әсәй янында рәхәт
- Асыҡһаң — уйлап табырһың
- Үҙ йөкләмәң ауыр тартмай
- Ете кеше берҙе көтмәй
- Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ
- Һүҙ турғай түгел, осоп китһә — тота алмаҫһың
- Илдән еп буйынса — ярлыға күлдәк
- Туҡтың ас менән эше юҡ
- Аҡрын барһаң, алыҫ булырһың
Башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәре
Башҡорт мәҡәлдәрен һәм әйтемдәрен өйрәнеү тарихы
Башҡорт мәҡәлдәрен йыйыу һәм өйрәнеү XIX быуатта башлана. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен яҙып алыу менән күп кенә ғалимдар, этнографтар һәм фольклорсылар шөғөлләнгән.
Башҡорт халыҡ ижады үрнәктәрен теркәүгә һәм баҫтырыуға А. Г. Бессонов, М. В. Буданов, С. Г. Рыбаков һәм башҡа тикшеренеүселәр XIX—XX быуаттарҙа үҙ өлөшөн индергән. Башҡорт мәҡәлдәрен тәүге теркәүселәр араһында М. Өмөтбаев, М. Аҡмулла, С. Рыбаков хеҙмәттәре бар. Улар башҡорт халыҡ ижадының башҡа жанрҙары менән бергә мәҡәлдәрҙе лә яҙып алған.
XX быуатта башҡорт паремиологияһын (мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙе өйрәнеүсе фән тармағын) системалы өйрәнеү башлана. Был өлкәлә ҙур өлөш индергән ғалимдар араһында Ә. Сөләймәнов, Ф. Нәҙершина, К. Әхмәтйәнов һәм башҡа тикшеренеүселәр бар.
Ф. Нәҙершинаның хеҙмәттәрендә башҡорт мәҡәлдәрен йыйыу, системалаштырыу һәм фәнни яҡтан өйрәнеү алып барыла. Уның «Халыҡ һүҙе» исемле хеҙмәтендә башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәренең жанр үҙенсәлектәре, тематик төркөмдәре һәм тел-стиль ҡоролошо тикшерелә.
Мәҡәл — грамматик һәм логик яҡтан тотороҡло, ритмик ойошҡан, дөйөмләштерелгән фекерҙе йәки тормош ҡағиҙәһен ҡыҫҡа һәм тапҡыр формала белдергән фольклор жанры. Ул тәрбиәүи һәм өгөт-нәсихәт биреүсе йөкмәткегә эйә була.
Мәҡәлдәрҙә хеҙмәт, ғаилә, әхлаҡ, белем, йәмғиәт тормошо, тәбиғәт һәм кеше холҡо кеүек төрлө темалар сағыла. Мәҡәлдәрҙең төп үҙенсәлеге — дөйөмләштереү һәм һығымта яһау. Улар халыҡ тарафынан раҫланған тормош ҡағиҙәһе йәки аҡыллы кәңәш рәүешендә ҡабул ителә[6]. Миҫалдар:
- Ағас емеше менән, кеше эше менән.
- Етеһендә ни булһа, етмешендә шул булыр.
- Матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк[7].
Әйтем — башҡорт халыҡ ижадының афористик жанры, тормоштоң айырым бер күренешенә, кешенең холҡона йәки ниндәй ҙә булһа хәлгә образлы, ситләтелгән йә кинәйәле баһа биргән тотороҡло һүҙбәйләнеш. Ул составы һәм төҙөлөшө буйынса тотороҡло, мәғәнә яғынан бер бөтөн әҙер телмәр берәмеген тәшкил итә. Башҡорт телендә «әйтем» һүҙе шулай уҡ «һамаҡлап әйтелгән һүҙ» мәғәнәһендә лә ҡулланыла.
Мәҡәлдәр һәм әйтемдәрҙә халыҡтың быуаттар буйына тупланған тормош тәжрибәһе, аҡылы, донъяға ҡарашы һәм әхлаҡи ҡиммәттәре сағылыш таба. Улар көндәлек тормошта күҙәтелгән күренештәрҙе дөйөмләштереү нигеҙендә барлыҡҡа килгән һәм халыҡ теленең иң сағыу образлы сараларының береһе булып тора.
Әйтем мәҡәлгә яҡын торһа ла, улар араһында мөһим айырмалар бар. Мәҡәл, ҡағиҙә булараҡ, тулы бер фекерҙе белдерә һәм дөйөмләштереүсе йәки тәрбиәүи һығымтаға эйә була. Әйтем иһә ниндәй ҙә булһа хәлде йәки күренеште генә һүрәтләй, әммә өгөт-нәсихәт бирмәй һәм дөйөм ҡағиҙә рәүешендә яңғырамай. Шуға күрә уның мәғәнәһе күбеһенсә телмәр контексында асыла.
Күп осраҡта әйтемдәр күсмә мәғәнәлә ҡулланыла. Улар телмәрҙе образлыраҡ, эмоциональ һәм тәьҫирлерәк итә, һөйләүсенең фекерен халыҡ тәжрибәһе менән нығыта. Айырым әйтемдәр ваҡыт үтеү менән киңәйеп, мәҡәлгә әүерелергә мөмкин. Мәҫәлән, «Ҡырмыҫҡа ояһына таяҡ тығыу» әйтеме «Ҡырмыҫҡа ояһына таяҡ тыҡмайҙар» мәҡәленең нигеҙен тәшкил итә[8].
Башҡорт фольклорында киң таралған әйтемдәргә түбәндәгеләр инә:
- Һин дә мулла, мин дә мулла, атҡа бесән кем һала?
- Ҡырмыҫҡа ояһына таяҡ тығыу.
- Һүҙҙән тау яһау.
- Башы күккә тейеү.
- Ут менән уйнау[7].
Академик баҫмалар
Башҡорт мәҡәлдәрен һәм әйтемдәрен йыйыу, системалаштырыу һәм фәнни өйрәнеүҙә фольклорсы ғалим Фәнүзә Нәҙершина ҙур өлөш индергән. Уның ҡатнашлығында донъя күргән бер нисә баҫма башҡорт паремиологияһы буйынса йыш ҡулланылған сығанаҡтар иҫәбенә инә.
1980 йылда «Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр» йыйынтығы баҫылып сыға. Китаптың төҙөүсеһе, инеш мәҡәлә һәм аңлатмалар авторы — Фәнүзә Нәҙершина, яуаплы редакторы — Кирәй Мәргән. Йыйынтыҡҡа башҡорт халҡы араһында таралған меңләгән мәҡәл һәм әйтем индерелә, улар тематик принцип буйынса урынлаштырыла. Баҫма башҡорт паремиологияһын системалы өйрәнеүҙең мөһим этабы булып тора.
1993 йылда рус телендә «Башкирское народное творчество. Пословицы, поговорки, приметы, загадки» исемле академик йыйынтыҡ нәшер ителә. Уның төҙөүсеһе, инеш мәҡәлә һәм комментарийҙар авторы шулай уҡ Фәнүзә Нәҙершина була. Баҫма башҡорт мәҡәлдәрен һәм әйтемдәрен башҡа халыҡтарҙың паремиологик мираҫы менән сағыштырып өйрәнеү мөмкинлеген киңәйтә һәм башҡорт фольклорын халыҡ-ара фәнни әйләнешкә индереүгә булышлыҡ итә.
Башҡорт паремиологияһын өйрәнеүҙең мөһим һөҙөмтәләренең береһе — 2006 йылда донъя күргән «Башҡорт халыҡ ижады» академик баҫмаһының 10-сы томы. «Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр» тип аталған был томды ла Фәнүзә Нәҙершина төҙөй, инеш мәҡәлә һәм комментарийҙарын яҙа. Йыйынтыҡта башҡорт халҡының бай паремиологик мираҫы тупланған, жанрҙың тарихы, тематик төркөмдәре, художестволы үҙенсәлектәре һәм варианттары буйынса фәнни мәғлүмәт бирелә. Был баҫмала башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәренең ҙур күләмдәге корпусы тупланған.
Был баҫмалар башҡорт мәҡәлдәрен һәм әйтемдәрен һаҡлауҙа ғына түгел, ә уларҙы фәнни нигеҙҙә өйрәнеүҙә, классификациялауҙа һәм халыҡ-ара фольклористика контексында тикшереүҙә лә мөһим сығанаҡ булып тора[9].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Пословица // Большая российская энциклопедия. — М., 2015. — Т. 27. — С. 246.
- ↑ Фелицына В.П., Прохоров Ю.Е. Русские пословицы, поговорки и крылатые выражения. Лингвострановедческий словарь / Ин-т рус. яз. им. А.С. Пушкина. Под ред. Е.М. Верещагина, В.Г. Костомарова. — М.: Русский язык, 1988. — С. 8.
- ↑ Зюмтор П. Опыт построения средневековой поэтики. — СПб., 2002. — С. 78—79.
- ↑ Пословица // Литературная энциклопедия терминов и понятий / Гл. ред. А.Н. Николюкин. Институт научной информации по общественным наукам РАН. — М.: Интелвак, 2001. — Стб. 763.
- ↑ Глаголевский П. Синтаксис языка русских пословиц. — Санкт-Петербург: Я. А. Исаков, 1873.
- ↑ Мәҡәл (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2026.
- ↑ 1 2 Фәнүзә Нәҙершина, Әхмәт Сөләймәнов (баш мөхәррир), Рауил Бикбаев һәм башҡалар. Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр (баш.) / Зиннур Ураксин. — Өфө: Китап, 2006. — Т. 10. — 544 с. — ISBN 5-295-01393-6.
- ↑ Әйтем (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2026.
- ↑ Отдел фольклористики. Институт истории, языка и литературы Уфимского федерального исследовательского центра Российской академии наук. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2026.
Әҙәбиәт
- Пословица // Литературная энциклопедия. В 11 т. Том 9 / Гл. ред. А. В. Луначарский. — М.: Гос. ин-т «Советская энциклопедия», 1935. — Стб. 172—178.
- Пословицы // Литературная энциклопедия. В 2 т. Том 2 / Под. ред. Н. Бродского, А. Лаврецкого и др.. — М.-Л.: Л. Д. Френкель, 1925. — Стб. 617.
- Аникин В. П. Пословицы и поговорки (статьи) // Русские народные пословицы, поговорки, загадки и детский фольклор. — М.: Учпедгиз, 1957. — С. 9—53. — 240 с.
- Хлебда В. Пословицы советского народа // Русистика / Russistik : Научный журнал актуальных проблем преподавания русского языка. — Берлин, 1994. — № 1/2. — С. 74—84.
- Шахнович М. И. Краткая история собирания и изучения русских пословиц и поговорок // Советский фольклор. Сборник статей и материалов. № 4—5. — М.-Л.: Академия Наук СССР, 1936. — 476 с.