Һөйләм
Һөйләм — синтаксик берәмек, ул мәғәнәүи һәм интонация яғынан тулы бер мәғәнәгә эйә, тамамланған уй-фекерҙе аңлата. Һөйләмдең төп функцияһы — хәбәр итеү, бер кешенең уй-фекерен, эргә-тирәһендәге хәл-ваҡиғаларға ҡарашын башҡаларға еткереү. Һөйләм — аралашыуҙың мөһим һәм төп формаһы. Һөйләм айырым һүҙҙәрҙән һәм һүҙбәйләнештәрҙән яһала[1].
Һөйләмдең төп билдәләре
- Һөйләм тамамланған уйҙы белдерә.
- Һөйләмдең грамматик нигеҙе була. Ул эйә менән хәбәрҙән тора. Грамматик нигеҙҙә бер генә баш киҫәк булыуы ла мөмкин. Мәҫәлән: Эңер. Яҙ.
- Һөйләм аҙағында пауза яһала, тамамланған интонация була.
- Һөйләм — аралашыу берәмеге.
- Һөйләмдә нимәлер тураһында хәбәр бирелә, һорау ҡуйыла, кешенең эске кисерештәре сағыла. Ошонан сығып, хәбәр, һорау, бойороҡ, өндәү һөйләмдәр була.
Һөйләмдең йөкмәткеһенә һалынған мәғәнәһе буйынса һәм телмәрҙең ситуацияһына (рус.)баш. ҡарап төрлө хис-тойғоно белдерә, эмоциональ биҙәкле була. Ул телмәр авторының икеләнеүен, үкенеүен, шатланыуын, асыуын, ризаһыҙлығын, ҡәнәғәт булыу-булмауын, ҡурҡыуын, теләген һәм башҡаларҙы белдерә ала.
Төрө буйынса һөйләмдәр ябай һәм ҡушма була. Тел ғилемендә улар үҙҙәре айырым бүлектәр буйынса өйрәнелә[2].
Ябай һөйләмдәр ике составлы һәм бер составлы була. Эйәһе лә, хәбәре лә булған һөйләмдәр ике составлы, эйәһе йә хәбәре генә булғандары бер составлы тип атала.
Ике составлы һөйләмдәр йыйнаҡ һәм тарҡауға бүленә. Эйә менән хәбәрҙән генә торғандары – йыйнаҡ һөйләм була. Миҫал: Яҙ етте.
Эйә менән хәбәрҙән һәм башҡа эйәрсән киҫәктәре булған һөйләмдәр тарҡау тип йөрөтөлә. Миҫал: Быйыл ауылға яҙ бик иртә килде.
Бер составлы һөйләмдәр үҙҙәре айырым төрҙәргә бүленә:
- билдәле эйәле һөйләм;
- билдәһеҙ эйәле һөйләм;
- эйәһеҙ һөйләм.
Эйәһе бирелмәһә лә, ниндәй һүҙҙең эйә булып килеүе хәбәрҙән үк беленеп торған һөйләм билдәле эйәле һөйләм тип атала. Билдәле эйәле һөйләмдең хәбәре 1-се һәм 2-се зат ҡылымдарҙан килә, шуға күрә ниндәй һүҙҙең эйә булыуы ла беленеп тора. Миҫал: Иғланды иртәгә элермен.
Был һөйләмдәрҙә ниндәй алмаштарҙың эйә булып килеүе асыҡ беленеп тора. Әммә һөйләмдә эйә бирелмәгәс, бындай һөйләмдәр ике составлы һөйләмдәргә инмәй, шуға улар бер составлы (рус.)баш. һөйләм тип йөрөтөлә.
Билдәһеҙ эйәле һөйләмдә эште башҡарыусы була. Ләкин кемдең эште башҡарғаны билдәһеҙ ҡала. Билдәһеҙ эйәле һөйләмдең хәбәре һәр ваҡыт 3-сө зат ҡылымдан килә. Миҫал: Ҡаланан саңғылар алып ҡайттылар.
Ҡайһы бер һөйләмдәрҙә эйә бөтөнләй булмай һәм уның кәрәге лә һиҙелеп тормай. Бындай һөйләмдәр эйәһеҙ һөйләмдәр тип атала. Эйәһеҙ һөйләмдәрҙең хәбәрҙәре теләк, уртаҡ ҡылымдарҙан, шулай уҡ төшөм һәм ҡайтым йүнәлеше ҡылымдарынан килә. Миҫал: Бөгөн бик арытылды[1].
Ябай һөйләм һәм уның төрҙәре
Бер төрлө һүҙҙәрҙән торған ябай һөйләм бер нисә мәғәнәгә эйә булырға мөмкин. Мәҫәлән: Ҡыш һыуыҡ. Ҡыш һыуыҡ! Ҡыш һыуыҡ? Тәүге һөйләм ҡыштың ниндәй булыуы тураһында хәбәр итә, икенсеһе — ҡыштың һыуыҡ булыуына ышандыра, ә өсөнсө һөйләм иһә — ҡыштың ниндәй булыуы тураһында һорау бирә. Ошонан сығып, һөйләмдәрҙең ниндәй маҡсат менән әйтелеүенә ҡарап, улар дүрт төркөмгә бүленә: 1) хәбәр һөйләмдәр; 2) һорау һөйләмдәр; 3) бойороҡ һөйләмдәр; 4) өндәү һөйләмдәр[3].
Хәбәр һөйләм
Ысынбарлыҡтағы ниндәйҙер хәл-ваҡиға, күренеш тураһында хәбәр итә, йәки нимәнелер һүрәтләй һәм белешмә бирә. Мәҫәлән: Яңы йыл – балаларҙың көтөп алған байрамы.
Һорау һөйләм
Ниндәйҙер хәл-ваҡиға, эш-хәлдең үтәлешен белеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ул һорау иҫәксәһе (балалар ҡайттымы?), һорау алмашы – (балалар ҡайҙан ҡайтҡан?) менән дә белдерелергә мөмкин.
Бойороҡ һөйләм
Нимәлер эшләргә бойороуҙы, үтенеүҙе, теләкте, кәңәште белдерә. Ваҡытында ҡайтып ет! Ваҡытында ҡайтып етергә ярҙам итһәңсе. Ваҡытында ҡайтып етергә ярҙам ит әле. Йыл үтмәй, ат маҡтама.
Өндәү һөйләм
Өндәүҙе, саҡырыуҙы белдерә. Улар бойороҡ һөйләмгә оҡшаған. Күгебеҙ тыныс булһын! Байрамға матур әҙерләнәйек![2]
Ҡушма һөйләм һәм уның төрҙәре
Мәғәнәүи һәм грамматик яҡтан бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән ике йәки бер нисә ябай һөйләмдән төҙөлә. Миҫал: Берәүҙәре ҡулдарын болғап ҡысҡырып көлә, икенселәре ҡосаҡлашып илай, кемдер аккордеон (рус.)баш. тарта (Әхиәр Хәкимовтан). Ҡушма һөйләмдәр, бәйләнеү юлына ҡарап, ике төркөмгә бүленә: 1) теҙмә ҡушма һөйләмдәр; 2) эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр[3].
Теҙмә ҡушма һөйләм
Билдәле дәрәжәлә үҙ аллы булған ике йәки бер нисә һөйләмдән төҙөлә. Бындай һөйләмдә бер һөйләмдән сығып икенсеһенә һорау биреп булмай. Миҫал: Ямғыр ер йәшәртә, яҡшылыҡ ир йәшәртә (Мәҡәл).
Эйәртеүле ҡушма һөйләм
Мәғәнә яғынан бер-береһенә тығыҙ бәйләнгән ике йәки бер нисә һөйләмдән яһала һәм һөйләмдең береһе икенсеһен асыҡлап йөрөй, уларҙың береһенән сығып икенсеһенә һорау биреп була. Миҫал: Тауҙар тигеҙ була алмаған кеүек, таланттар ҙа тигеҙ түгелдәр (Назар Нәжмиҙән).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Ғ. С. Ҡунафин һәм башҡалар. Башҡорт теле грамматикаһы (баш.). — Өфө: Китап, 2018. — Т. 3. — 472 с. — ISBN 978-5-295-06973-4. (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025)
- ↑ 1 2 Г. Р. Абдуллина һәм башҡалар. Башҡорт теле. Юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары өсөн дәреслек (баш.). — Өфө: Китап, 2012. — 616 с. — ISBN 978-5-295-05679-6. (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025)
- ↑ 1 2 Ж. Ғ. Киекбаев һәм башҡалар. Башҡорт теле. Педагогия училищелары өсөн дәреслек (баш.). — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1976. — 415 с. — ISBN 5-295-01902-0. (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025)
Әҙәбиәт
- Юлдашев А. А. Башкирский язык // Лингвистический энциклопедический словарь / Гл. ред. В. Н. Ярцева; Институт языкознания АН СССР. — М.: Советская энциклопедия, 1990. — С. 71. — 688 с. — 150 000 экз. — ISBN 5-85270-031-2. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025)
- Галяутдинов И. Г., Ишбердин Э. Ф. Башкирский язык // Языки Российской Федерации и соседних государств: Энциклопедия в 3-х томах / Ред. коллегия: В. Н. Ярцева (предс.), В. А. Виноградов (зам. предс.), В. М. Солнцев]], Э. Р. Тенишев, А. М. Шахнарович, Е. А. Поцелуевский (отв. секр.), Г. А. Давыдова; Институт языкознания РАН. — М.: Наука, 1997. — Т. 1 (А—И). — С. 173—182. — XVI, 432 с. — 1000 экз. — ISBN 5-02-011237-2. (в пер.) (рус.) {{V|23|12|2025}
- Башкирский язык / Е. Г. Былинина // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017. (рус.) {{V|23|12|2025}
- Башҡорт теле грамматикаһы [3 т.] / редкол.: д-р филол. н., проф. Г. С. Кунафин (науч. рук. изд.) и др.. — Өфө : Китап, 2018. —472 бит. — ISBN 978-5-295-06973-4. (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025)
- М. Ғ. Усманова. Башҡорт теле грамматикаһы. Өфө, 2007. — 111 бит.
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Башҡорт теле (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2025)