Наука (нәшриәт)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Наука
Логотип издательства Наука.jpg
Предшественник СССР Фәндәр академияһы нәшриәте
Адрес 121099, Мәскәү ҡалаһы,
Шубин тыҡрығы,
6-сы йорт,
1-се ҡоролма
Директор Федосеенков
Николай Николаевич
Баш мөхәррир Филиппова
Татьяна Ефимовна
СССР Госкомиздаты коды 042
Наградалары Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1973
Логотип РУВИКИ.Данные Мәғлүмәт РУВИКИ.Мәғлүмәттә ?

Наука (рус. издательство «Наука»; федеральное государственное бюджетное учреждение «Издательство „Наука“»'; «Наука» нәшриәте федераль дәүләт бюджет учреждениеһы) — СССР һәм Рәсәй китап һәм журналдар баҫтырып сығарыусы академик нәшриәт[1]. СССР-ҙа[2] һәм 1982 йыл мәғлүмәттәре буйынса донъяла[3] иң ҙур ғилми нәшриәт.

«Наука» нәшриәтенең логотибында Ерҙең беренсе яһалма юлдашы һәм асылған китап һүрәтләнгән.

2022 йылдың майында нәшриәт «федераль дәүләт бюджет учреждениеһы» итеп үҙгәртелә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нәшриәт башта Рәсәй империяһының Фәндәр академияһы типографияһы була, унда 1727 йылдан академик баҫмалар нәшер ителә.

1917 йылдан һуң Рәсәй дәүләт академия типорграфияһы тип атала.

1923 йылдың 14 апрелендә СССР-ҙа Рәсәй фәндәр академияһы нәшриәтенә нигеҙ һалына[4], ул тәүҙә Петроградта эшләй. Нәшриәттең беренсе етәксеһе академик Александр Ферсман, ә нәшриәттә донъя күргән тәүге баҫма 1924 йылдың аҙағында сыҡҡан «Известия Российской академии наук»тың сираттағы томы була»[5].

1925 йылдың авгусынан Рәсәй Фәндәр академияһы (1917-1925) СССР Фәндәр академияһы тип үҙгәртелгәндән һуң, нәшриәт үҙенең исемен «СССР Фәндәр академияһы нәшриәте» тип үҙгәртә[4].

СССР Фәндәр академияһының 1927 йылғы уставы менән нәшриәт директоры СССР Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышы тарафынан академиктар араһынан һайлана тип билдәләнә. 1930 йылда нәшриәттең етәксе органы булып СССР Фәндәр академияһының махсус ойошторолған редакция-нәшриәт советы (рисо) тора, СССР Фәндәр академияһының секретары уның рәйесе була, был совет СССР Фәндәр академияһының дөйөм йыйылышы тарафынан һайлана.

1931 йылда нәшриәт ҡарамағында таратыу бүлеге ойошторола, ул 1938 йылда СССР Фәндәр академияһы нәшриәте сығарған әҙәбиәтте таратыу менән шөғөлләнгән үҙ аллы «Академкнига» ойошмаһына әйләнә[5]. 1980 йылдар аҙағында илдең күп кенә ҙур ҡалаларында «Академкнига»ның бүлексәләре була, ул «Наука»нәшриәтенең әҙәбиәтен таратыусы Бөтә Союз китап магазиндары селтәренән тора[3][4].

«Наука» нәшриәтенең Шубин тыҡрығындағы бинаһы

1934 йылда нәшриәт Мәскәүгә күсә, ә Ленинградта СССР Фәндәр академияһы нәшриәтенең Ленинград бүлексәһе ойошторола[2][3][5]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нәшриәт Ҡазанда эвакуацияла була[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. История. Издательство "Наука". Дата обращения: 31 октябрь 2018. Архивировано 31 октябрь 2018 года.
  2. 2,0 2,1 Комков, 1972
  3. 3,0 3,1 3,2 Сикорский, 1982
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Васильев В. И. Становление и развитие издательского комплекса РАН // Вестник Российской академии наук. — М.: Наука, 1998. — № 4. — С. 349—358.
  5. 5,0 5,1 5,2 Комков Г. Д. Крупнейший центр научной печати // Вестник АН СССР. — М.: Наука, 1973. — № 6. — С. 101—112.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Касьян А. «Наука» на коне // Троицкий вариант — Наука. — 2012. — 28 август (№ 111).
  • «Наука» / Комков Г. Д. // Ива — Италики. — М. : Советская энциклопедия, 1972. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 10).
  • Комков Г. Д. Издательству «Наука» 50 лет. — М.: Наука, 1973. — 44 с.
  • Комков Г. Д., Фокин С. Я. Издательская деятельность АН СССР и некоторые проблемы её совершенствования // Научно-техническая информация. — 1979. — № 12. — С. 3—9.
  • «Нау́ка» / Г. И. Чертова // Большая Российская энциклопедия / Председатель Науч.-ред. совета Ю. С. Осипов. Отв. ред. С. Л. Кравец. — М. : Большая Российская энциклопедия, 2013. — Т. 22: Нанонаука — Николай Кавасила. — С. 144. — 26 000 экз. — ISBN 978-5-85270-358-3.
  • «Наука» // Советский энциклопедический словарь / Научно-редакционный совет: А. М. Прохоров (пред.). — М.: Советская энциклопедия, 1981. — С. 876. — 1600 с.
  • «Наука» // Книговедение: энциклопедический словарь / Ред. коллегия: Н. М. Сикорский (гл. ред.) и др. — М.: Советская энциклопедия, 1982. — 664 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]