Бөйөк Ватан һуғышы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бөйөк Ватан һуғышы
Төп конфликт: Икенсе донъя һуғышы
Һул бағана өҫтән аҫҡа: 1. Немец пехотаһы Псков эргәһендәге ауылда янған өй эргәһенән үтә (июнь-июль 1941). 2. РККА-ның орудие расчётф дошманға ут яуҙыра. Сталинград, 1942 йылдың көҙө. 3. Совет артиллеристары Берлин эргәһендә. Апрель 1945. Уң бағана өҫтән аҫҡа: 1. Мәскәү ополченецтары винтовкалар ала (1941 йылдың йәйе). 2. Санинструктор Керчь районында алыштарҙа яраланған яугирҙың яраһын бәйләй. Ҡырымды азат итеү, 1944. 3. Мәскәүҙәр Ҡыҙыл майҙанда Еңеүҙе байрам итә. 9 май 1945
Һул бағана өҫтән аҫҡа:
1. Немец пехотаһы Псков эргәһендәге ауылда янған өй эргәһенән үтә (июнь-июль 1941). 2. РККА-ның орудие расчётф дошманға ут яуҙыра. Сталинград, 1942 йылдың көҙө. 3. Совет артиллеристары Берлин эргәһендә. Апрель 1945.
Уң бағана өҫтән аҫҡа:
1. Мәскәү ополченецтары винтовкалар ала (1941 йылдың йәйе). 2. Санинструктор Керчь районында алыштарҙа яраланған яугирҙың яраһын бәйләй. Ҡырымды азат итеү, 1944. 3. Мәскәүҙәр Ҡыҙыл майҙанда Еңеүҙе байрам итә. 9 май 1945
Дата 22 июнь 1941 — 9 май 1945
(3 йыл, 10 ай, 2 аҙна һәм 3 көн)
Сәбәбе
  • Нацистик Германияның агрессив экспансионистик идеологияһы Көнсығышта мөһим киңлекте баҫып алыу зарурлығын күҙаллай
  • Гитлерҙың коммунистик идеология терәге булараҡ совет дәүләтен юҡ итергә ынтылышы
  • Хәрби-стратегик иҫәпт: Бөйөк Британияны баҫып алыуҙа уңышһыҙлыҡ кисергәс, немец командованиеһы агрессияһын көесығышҡа йүнәлтергә ҡарар итә, һуңынан СССР ресурстары иҫәбенә донъяла үҙ хакимлығын булдырыу өсөн һуғышты дауам итергә ниәтләй
Нәтижә СССР еңә, Германия бер һүҙһеҙ капитуляциялана
Үҙгәрештәр
  • нацистик Германияны бөтөрөү
  • Германия оккупацияланып көнбайыш (ГФР) һәм көнсығыш (ГДР) өлөштәргә бүленә
  • Көнсығыш һәм Үҙәк Европа дәүләттәр хөкүмәттәренең ҡайһы берҙәренә советтар яҡлы власть килә
  • БМО ойошторола
  • Ике көслө держава булдырыла
Ҡаршы тороусылар

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Тувинская Народная Республика Тыва (1941–1944)

Польша Польша (1943 йылдан)

Чехословакия Чехословакия

Югославия Югославия (1943 йылдан)

Албания Албания (1944 йылдан)

Франция Көрәшеүсе Франция (1942 йылдан) (сикле ҡатнаша)

Болгария Болгария (1944 йылдан)

Румыния Румыния (1944 йылдан)


Өсөнсө рейх Германия[lower-alpha 1]

Словакия Словакия[1]

Хорватия Хорватия

Италия Италия короллеге (1941–1943)

Румыния Румыния (до 1944)



«Ось» илдәренә ярҙам итеүсе дәүләттәр:

Испания Франкистик Испания[2].

Болгария Өсөнсө Болгар дәүләте (до 1944)[5]

Ҡаршы тороусы көстәр

1941—1945 йылдарҙа РККА-ға алынғандар: 34 476 700 кеше[6][7]

1941—1945 йылдарҙа ВФ-ға алынғандар: яҡынса 19 000 000 кеше[7]

Юғалтыуҙар

26 600 000[lower-alpha 2][8], шул иҫәптән 8 668 400 хәрби
Кире ҡайтарғыһыҙ юғалтыуҙар — 11 444 100 кешек[7]

11 900 000[lower-alpha 3], шул иҫәптән 5 076 700 хәрби[7][9]
Кире ҡайтарғыһыҙ юғалтыуҙар — 8 649 200 кеше (1945 йылдың 9 майынан һуң әсирлеккә алынған 1,6 млн кешене индермәйенсә. Фольксштурм, полиции, коллаборационистар һ.б. юғалтыуҙары билдәһеҙ)[7]

Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары
«Ленинградты батырҙарса һаҡлаусыларға» монументы обелискыһында һуғыш даталары

Бөйөк Ватан һуғышы (22 июнь 1941 йыл — 9 май[10] 1945 йыл) — Совет Социалистик Республикалар Союзының нацистик Германия һәм уның Европа союздаштарына (фашистик Италия, Венгрия, Румыния, Словакия, Финляндия, Хорватия) ҡаршы азат итеү һуғышы. Икенсе донъя һуғышының (1939—1941) мөһим һәм хәл иткес өлөшө булып тора[11][12]. Масштабы буйынса донъя тарихында иң ҙур һәм ҡан ҡойошло ҡораллы низағ була[11][13][14][15].

Нацистик Германия етәкселеге Советтар Союзына ҡаршы һуғышты 1940 йылда Франция капитуляцияланғас та башлай. Немец командованиеһы әҙерләгән СССР-ға баҫып инеү планы «Барбаросса» кодлы атамаһын ала. Ул Көнбайыш Европала һыналған блицкриг стратегияһына («тиҙ һуғыш») нигеҙләнә һәм Ҡыҙыл Армияның төп көстәрен «бер ҡыҫҡа ваҡытлы кампанияла» тар-мар итеүҙе күҙаллай. Параллель рәүештә «Ост генераль планы» әҙерләнә, уны Советтар Союзын еңгәс тә тормошҡа ашырыу башланырға тейеш була. «Ост» планы совет дәүләтен тулыһынса юҡҡа сығарыуҙы, уның ресурстарын һәм байлыҡтарын ҡулға төшөрөп, көнбайышҡа сығарыу, ил территорияһын, Уралға тиклем, урындағы халыҡтың күпселек өлөшөн юҡ итеү һәм көсләп күсереү менән «германлаштырыуҙы» күҙаллай[16].

Һөжүм итмәү тураһындағы договорҙы боҙоп һәм һуғыш иғлан итмәйенсә 1941 йылдың 22 июнендә нацистик Германия һәм уның союздаштарының ғәскәрҙәре СССР территорияһына баҫып инә[17][15].

Һуғыштың беренсе этабында (22 июнь 1941 — 18 ноябрь 1942) Советтар Союзы ауыр юғалтыуҙар кисерә: кешеләр ҡырыла, көнбайышта ҙур территориялар һәм ресурстарҙың ҙур өлөшө юғалтыла. Шуға ҡарамаҫтан, Ҡыҙыл Армияның ҡаһармандарса ҡаршы тороуы арҡаһында, немецтарҙың «тиҙ һуғыш» планы өҙөлә, Мәскәү өсөн алышта вермахт һөжүме туҡтатыла. Хәрби хәрәкәттәр рухы һәм иҡтисадты хәрби тормошҡа көйләү Ҡыҙыл Армияға оборона операцияларынан һөжүм итеүгә күсеү өсөн база булдыра.

Икенсе этапта (ноябрь 1942 — декабрь 1943) совет армияһы стратегик һөжүмгә күсә, Сталинград һәм Курск эргәһендә хәл иткес еңеүҙәр яулай һәм СССР-ҙың ҙур территорияларын азат итә. Был һуғыш барышын тамырынан үҙгәртә һәм Германияны стратегик инициативанан яҙҙыра.

Һуғыштың өсөнсө этабында (ғинуар 1944 — май 1945), СССР турриторияһы тулыһынса азат ителгәс, Ҡыҙыл Армия Көнсығыш Европала һәм Балҡанда һөжүм операцияларын уңышлы үткәрә, вермахттың төп көстәрен тар-мар итә. 1945 йылдың яҙында совет ғәскәрҙәре Берлинды ала, Германияны бер һүҙһеҙ капитуляцияға ҡул ҡуйырға мәжбүр итә.

Һуғыш барышында Советтар Союзы Гитлерға ҡаршы коалиция составында Германияның һәм уның союздаштарының Ҡораллы көстәренә иң ҙур юғалтыу килтерә, уларҙы Европала тар-мар итеүҙә ҙур роль уйнай[18][19][20][21][22][23]. Өс йыл дауамында (1941—1944) Германия СССР-ға ҡаршы барлыҡ көстәренең 90 проценты самаһын йәлеп итә. 1944 йылдың июнендә Нормандияға Гитлерға ҡаршы коалиция ғәскәрҙәре ултырғас, Көнсығыш фронтта барлыҡ немец ғәскәрҙәренең ⅔ өлөшө ҡала[24]. Советтар Союзы еңеүсе илдәр иҫәбендә Нюрнберг трибуналында ғәйепләүсе яҡ булып сығыш яһай, Германия башлаған агрессив һуғышыҡа, хәрби енәйәттәргә һәм һуғыш барышында нацистарҙың кешелеккә ҡаршы енәйәттәренә хоҡуҡи баһа, шулай уҡ нацистарҙың төп енәйәтселәренә яза бирә.

Совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүе хөрмәтенә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 9 май барлыҡ халыҡ байрамы — Еңеү көнө тип билдәләнә[25].

Европала һуғыштан алдағы хәрби-сәйәси хәл

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1922 йылда Раппаль килешеүен төҙөгәндән һуң СССР Веймар Германияһы менән дуҫтарса мөнәсәбәттә була. Әммә 1933 йылда власҡа А. Гитлер етәкселегендәге нацистарҙың килеүе совет-герман мөнәсәбәттәренең һыуыныуына килтерә: национал-социалистик идеологияла баштан уҡ коммунистарға ҡаршылыҡ ярылып ята. 1936 йылда Германия һәм Япония донъяла коммунизмды таратыуға ҡаршы Коминтернға ҡаршы пакт төҙөй.

1938 йылдың 30 сентябрендә Мюнхен килешеүе (Мюнхенский сговор) исеме аҫтында билдәлелек алған йәшерен килешеү көскә инә — Германия һәм Венгрия үҙ-ара Чехословакия территорияһын бүлешә һәм Тешин өлкәһен Польшаға бирәләр. Польша, әгәр совет ғәскәрҙәре ниндәй ҙә булһа сәбәп менән уның территорияһына баҫып инһә, СССР-ға ҡаршы һуғыш иғлан итергә әҙер булыуын раҫлай.

Ошо шарттарҙа СССР көнбайыш илдәр менән яҡынлашыуға бара. Сит ил наркомы М. М. Литвинов тиң хоҡуҡлы договорҙар нигеҙендә Европала коллектив хәүефһеҙлек системаһын булдырыу өҫтөндә эшләй. Инглиз һәм немец дипломатияларының ҡаршылығына ҡарамаҫтан, 1935 йылда СССР Франция һәм Чехословакия менән үҙ-ара ярҙам тураһында договор төҙөй.

1941 йылдың июненә Европа «үҙәге» илдәре

1938 йылда Германия Чехословакияның Судет өлкәһенә дәғүә белдерә. Франция менән Англия һуғыштан ҡасырға тырышып, агрессорҙы тынысландырыу сәйәсәтенә бара: Мюнхен килешеүе буйынса, Германияға Судетты артабан үҙ территорияһын киңәйтеүҙән тыйылып тороу шарты менән аннексияларға рөхсәт ителә. Чехославакияның йомшаҡлығынан файҙаланып, Польша Тешин өлкәһен баҫып ала. 1939 йылда, договорҙы боҙоп, Германия тотош Чехословакияны аккупациялай.

Европала үҫешә барған көрсөк фонында СССР Бөйөк Британия һәм Франция менән үҙ-ара ярҙам тураһында килешеү төҙөргә тырыша. 1939 йылда Мәскәүҙә өс яҡлы һөйләшеүҙәр башлана. СССР Германия яғынан агрессия була ҡалһа, берлектәге ғәмәлдәр планын тәҡдим итә, әммә Польша дөйөм Европа һуғышы башлана ҡалһа, совет ғәскәрҙәрен үҙ территорияһы аша үткәреүҙән баш тарта. Бөйөк Британия шулай уҡ СССР менән бер ниндәй ҙә договор төҙөргә теләмәй. Көнбайыш державаларҙың икеләнеүе арҡаһында һөйләшеүҙәр көрсөккә терәлә. Францияның элекке премьер-министры П. Рейно һуңынан, һуғыш алды шарттарында СССР тәҡдим иткән үҙ-ара ярҙам Германияның артабанғы экспансияһын тәбиғи туҡтатыу ысулы булыуын белдерә. Әммә Көнбайыш илдәре аңлы рәүештә был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындыра.

Һөҙөмтәлә, Германия агрессияһы була ҡалһа япа-яңғыҙ тороп ҡалыуҙан хәүефләнеп, 1939 йылдың 23 авгусында СССР Германия менән һөжүм итмәү тураһында килешеү төҙөй. Уның Көнсығыш Европала йоғонто өлкәһен бүлешеү тураһында йәшерен протоколы ла була. Артабанғы ваҡиғалар күрһәтеүенсә, был договор Бөйөк Ватан һуғышында СССР-ҙың Еңеүе өсөн мөһим фактор була, сөнки уға агрессияны кире ҡағырға ике йыл әҙерлек тәьмин итә[26].

Икенсе донъя һуғышы башланғандан һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1939 йылдың 1 сентябрендә нацистик Германия Польшаға баҫып инә, Икенсе донъя һуғышы башлана. Поляк дәүләте еңелеү шарттарында СССР Польшаның украиндар һәм белорустар йәшәгән көнсығыш территорияларына ғәскәр индерә. Көнсығыш Украина — УССР, Көнбайыш Белоруссия БССР составына инә. 28 сентябрҙә Германия менән сик тураһында договорға ҡул ҡуйыла.

Артабанғы ике йыл дауамында СССР Германия менән һуғышты кисектерергә һәм үҙенең сиктәрен хәүефһеҙләндерергә ынтыла. 1939 йылда Финляндия менән дәүләт сиген Ленинградтан күсереү өсөн Финляндия менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Финляндияның был мәсьәлә буйынса ниндәй ҙә булһа һөйләшеүҙәрҙән баш тартыуынан һуң совет-фин һуғышы (1939—1940) башлана.

1940 йылда СССР Румыниянан Граждандар һуғышы ваҡытында уҡ румын ғәскәрҙәре тарафынан аннексияланған Бессарабияны һәм Төньяҡ Буковинаны кире ҡайтарыуын талап итә. Румыния был территорияларҙы бирергә ризалаша, һәм улар Молдава ССР-ы менән УССР составына инә. 1940 йылда СССР составына Литва, Латвия һәм Эстония индерелә.

Нацистик Германияның СССР-ға ҡаршы һуғышҡа әҙерләнеүе

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

СССР менән һуғыш тураһында һуңғы ҡарарҙы Гитлер 1940 йылдың 31 июлендә, Францияны еңгәндән һуң ҡабул итә[27].

1940 йылдың 18 декабрендә Гитлер «Барбаросса» планы тип аталған 21-се директиваға ҡул ҡуя. Ул Германияның СССР-ға ҡаршы һуғышында төп ҡулланма документ була. «Барбаросса» планының төп маҡсаты — Ҡыҙыл Армияның һуғышырға һәләтле частарына илдең төпкөлөнә сигенеү мөмкинлеген бирмәйенсә «СССР-ҙы ҡыҫҡа ваҡытта тар-мар итеү». Баҫып инеү өсөн Германияның Европала оккупация функцияларын башҡарған, шулай уҡ Хәрби-Һауа көстәренең (Лютваффе) өстән ике өлөшөн һәм Хәрби-Диңгеҙ көстәренең ҙур булмаған өлөшөнән башҡа, барлыҡ ҡоро ер ғәскәрен файҙаланыу күҙаллана. Немец ғәскәрҙәре Архангельск-Әстерхан линияһына етергә, һәм, кәрәк булғанда, немец Хәрби-Һауа көстәренә «Уралдағы совет сәнәғәт үҙәктәренә йоғонто» яһарға тейеш була[28].

Белоруссия аша Мәскәүгә төп һөжүм яһау өсөн «Үҙәк» армиялар төркөмө (фронттың 500 километры киңлегенә 48 дивизия) ойошторола. «Көньяҡ» армиялар төркөмө (союздаштар ярҙамында фронттың 1250 километрына 40 немец дивизияһы) Киевҡа һөжүм итергә тейеш була. «Төньяҡ» армиялар төркөмө (фронттың 290 километрына 29 дивизия) алдына «Үҙәк» төркөмө флангыһын ҡаплап, Балтик буйын ҡулға төшөрөү һәм фин ғәскәрҙәре менән бәйләнеш булдырыу бурысы ҡуйыла. Беренсе стратегик эшелон дивизиялары һаны, фин, венгр һәм румын ғәскәрҙәрен дә иҫәпкә алып, 157 дивизия һәм 18 бригада тәшкил итә[29].

Баҫып инеүҙең һигеҙенсе тәүлегенә немец ғәскәрҙәре Каунас — Барановичи — Львов — Могилев-Подольск рубежына сығырға, егерменсе тәүлеккә Днепр (Киевтан көньяҡҡараҡ районға тиклем) — Мозырь — Рогачёв — Орша — Витебск — Великие Луки — Псковтан көньяҡҡараҡ — Пярнунан көньяҡҡараҡ рубежға барып етергә планлаштыра.

Берләшмәләрҙе туплау һәм ғәскәрҙе яңынан төркөмләү, ял биреү һәм тәьмин итеү, яңы базалар әҙерләү өсөн артабан егерме көнлөк тәнәфес иғлан ителеүе күҙ уңында тотола. Һуғыштың 40-сы көнөндә һөжүмдең икенсе фазаһы башланырға тейеш. Уның барышында Мәскәү, Ленинград һәм Донбасс ҡалалары яулап алынырға тейеш була[29].

Планды әҙерләгәндә уның көтөлмәгән булыуына айырым иғтибар бүленә. Германия, СССР-ға һөжүи итмәү тураһындағы килешеүгә тоғролоҡ күрһәткән булып, ялғанлау кампанияһы алып бара. Германия етәкселеге совет хөкүмәтен Германияның СССР-ға территориаль дәғүәһе булмауға ышандырырға тырыша. Немецтарҙың инициативаһы менән төрлө халыҡ-ара проблемалар буйынса фекер алышыуҙар өсөн юғары кимәлдә совет-герман бәйләнештәре урынлаштырыла, был совет дипломаттарында совет-герман мөнәсәбәттәренең хәл-торошоноң ыңғай булыу тураһында фекер тыуҙыра[30].

Шул уҡ ваҡытта ҡорал әҙерләү, хәрби техника һәм башҡа хәрби тәғәйенләнештәге тауарҙарҙың күләмен арттырыу, шулай уҡ өҫтәмә мобилизация саралары үткәрелеүе Бөйөк Британияға ҡаршы һуғыш алып барыу зарурлығы менән аңлатыла. Һуғышҡа йәшерен әҙерлек алып барыу һуғыштың тәүге этабында вермахтҡа көтөлмәгәнлекте һәм стратегик инициативаны тәьмин итә[31].

СССР-ға ҡарата нацистик пландар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туранан-тура хәрби пландарҙан тыш, 1930 йылдарҙа уҡ Германияла СССР-ҙың оккупацияланған территорияларының 75-85 процент халҡын депортациялау һәм уларға немецтарҙы килтереүҙе күҙаллаған «Ост» генераль планы әҙерләнә. Рус халҡын территориаль һәм административ айырыу юлы менән бүлеүгә айырым иғтибар бирелә.

1941 йылдың апрелендә раҫланған «Ольденбург» планы баҫып алынған территорияларҙы иҡтисади яҡтан ҡулланыу һәм СССР-ҙы рейхтың аграр-сеймал ҡушымтаһына әйләндереүҙе күҙаллай. Герман ғәскәрҙәрен аҙыҡ-түлек менән СССР иҫәбенә тәьмин итеүҙе ойоштороу ябай халыҡтың күпләп үлеүен күҙаллаған аслыҡ планы нигеҙенә һалына.

Һуғыш башланғандан һуң, 1941 йылдың 16 июлендә, көнсығыштың оккупацияланған өлкәләрен тарҡатыу мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә Гитлер: «Беҙ халыҡ мәнфәғәте өсөн оккупацияларға, идара итергә һәм тынысландырырға мәжбүрбеҙ тип иғлан итербеҙ… Берәү ҙә һуңғы ҡарар әҙерләнгәнде белергә тейеш түгел, әммә был беҙгә тейешле сара күрергә — һөргөнгә оҙатырға, атырға ҡамсауламай, — һәм беҙ был сараларҙы ҡулланасаҡбыҙ. Үҙебеҙҙе бында ваҡытлыса ғына кеүек тотасаҡбыҙ. Әммә беҙ бер ваҡытта ла был илде ташлап китмәйәсәгебеҙҙе яҡшы беләбеҙ», — тип белдерә.

Германия яғында һуғышҡан көстәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күк төҫ — Германия, уның яулап алған ерҙәре һәм союздаштары. Ҡыҙыл — Бөйөк Британия контроле аҫтындағы территориялар. Йәшел — СССР

1941 йылдың июненә ҡарата Германия яғында фашистик Италия, Румыния, Венгрия, Финляндия, Словакия, Хорватия һуғыша. Италия һуңынан 200 меңгә еткән армия тип үҙгәртелгән экспедиция корпусын ебәрә[32]. Ҡара диңгеҙ яр буйын һәм Ҡырымды ҡулға төшөрөргә өмөтләнеп, Румыния[33] — 200 мең һалдат, авиация һәм флот ебәрә[34]. Венгрия 500 меңдән артығыраҡ кешенән торған экспедиция корпусы ебәрә[35]. Финляндия ике армия — Хәрби-Һауа көстәре һәм Хәрби-Диңгеҙ көстәре менән ҡатнаша (450 мең самаһы кеше)[36].

Словакия 42,5 мең кешенән торған ғәскәр ебәрә. Испания ирекле «Зәңгәр дивизия» һәм авиаэскадрилья оҙата. Хорватия өс ирекле легион бирә[37].

Германия яғында коллаборацион ойошмалар: генерал Власовтың Рус азат итеү армияһы (РОА), украин милләтселәренең «Нахтигаль» һәм «Роланд» батальондары ҡатнаша. Һуғыш ваҡытында украиндарҙың 201-се һаҡ полицияһы батальоны ойошторола, ул тыныс халыҡҡа ҡаршы бик күп енәйәттәрҙә ҡатнаша[38]. Нацистик Германия яғында шулай уҡ Төньяҡ Кавказ һәм Кавказ аръяғынан сығыусыларҙан торған Бергманн батальоны, Грузин легионы, Әзербайжан легионы, Төньяҡ Кавказ легионы һ.б. һуғыша.

Германия яғында шулай уҡ аҡ эмигранттарҙан ойошторолған Рус корпусы һам башҡа частар була[39].

СССР-ҙың оборонаға әҙерлеге

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуғышҡа тиклемге биш йыллыҡтар барышында тиҙләтелгән индустриялаштырыу СССР-ҙы донъялағы сәнәғәт етештереүе күләме буйынса, АҠШ-тан һуң, икенсе урынға сығара. Оборона сығымдары өлөшө дәүләт бюджетының 32,5 процентын тәшкил итә[40].

Шул уҡ ваҡытта илдең көнсығыш өлөшөндә сәнәғәт продукцияһының 80 процент самаһы ғына етештерелә. СССР-ға иҡтисадты хәрби рельстарға күсереү мөмкинлеге 1942 йылда, көнбайыш райондарҙан эвакуацияланған 2593 предприятие эшләй башлағандан һуң ғына, барлыҡҡа килә[41][42].

1927—1937 йылдарҙа көнбайыш сиктә — 13, ә 1938—1939 йылдарҙа тағы ла 8 нығытма район (Сталин линияһы) төҙөлә. 1940—1941 йылдарҙа яңы дәүләт сигендә тағы ла 20 район төҙөлә башлай. 1940—1941 йылдарҙа, Көнбайыш Украина һәм Көнбайыш Белоруссия ҡушылғандан һуң, яңы сиктә тағы ла 20 нығытма район төҙөлә башлай (Молотов линияһы). Төҙөлөштө 1941 йылдың 1 июленә, элеккеһен 1 октябргә тамамлау планлаштырыла. Шулай итеп, Германия баҫып ингән ваҡытҡа нығытмаларҙың күпселеге оборонаға тулыһынса әҙер булмай.

1941 йылдың 22 июненә Ҡыҙыл Армияла 303 дивизия иҫәпләнә, ғәскәрҙәрҙең дөйөм һаны 5,3 миллион кешегә етә. 1941 йылдың июненә вермахт тулыһынса мобилизацияланған була (7,3 миллион кеше).

1940 йылдың сентябрендә Генштаб, Германияның Сандан төньяҡтараҡ төп көстәрен дөрөҫ асыҡлап, 1940—1941 йылдарға СССР Ҡораллы Көстәрен стратегик йәйелдереү тураһында доклад әҙерләй. Әммә 5 октябрҙә төп төркөмдө Брестан көньяҡтараҡ, Германия һөжүм итә ҡалһа, уны Балҡан илдәренән һәм ресурстарынан айырыу өсөн Люблин-Бреслау һөжүменә тупларға ҡарар ителә. План Көнбайыш фронттың 4-се армияһының ҡатнашлығын һәм артабан уның төп көстәренең Көнсығыш Пруссияға контрһөжүмен күҙаллай.

1940 йылдың июленән 1941 йылдың майына тиклем стратегик пландар биш тапҡыр ҡайтанан ҡарала. Генштабтың 1941 йылдың 15 майындағы яҙмаһында, Германия үҙенең армияһын тулыһынса мобилизацияланған килеш тотоуы, һөжүм була ҡалғанда Германия яғының тиҙ арала йәйелеү хәүефен тыуҙырыуы билдәләнә. Иҫәптәрҙә баҫып ингән осраҡта ғәскәрҙәрҙең ике контрһөжүме күҙаллана: береһе, мөһиме — Краковҡа, Катовицеға һәм икенсеһе — Варшаваға, Дембшинға, операцияның 30-сы көнөнә Лодзь, Оппельн рубежына сығыу.

1941 йылдың 22 июненә ҡарата хәл-торош

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нацистик Германия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуғыш алдынан СССР сиктәрендә 3 армия төркөмө йәйелдерелә, уларҙың дөйөм һаны 5,5 миллион кеше, 3712 танк, 47260 орудие һәм миномёт, 4950 хәрби самолёт була.

  • «Төньяҡ» армиялар төркөмө (29 дивизия, командующийы В. Лееб) Гольдаптан алып Мемелгә тиклем һыҙатта хәрәкәт итә. Уның составында 16-сы һәм 18-се армиялар, шулай уҡ 4-се танк төркөмөнә була. Бурысы — РККА-ның Балтик буйындағы көстәрен тар-мар итеү, Ленинград һәм Кронштадты ла индереп, порттарҙы ҡулға төшөрөү.
  • «Үҙәк» армиялар төркөмө (50 дивизия, командующийы Ф. Бок) Голдаптан Влодаваға тиклем урынлаша. 9-сы һәм 4-се армияларҙы, 2-се һәм 3-сө танк төркөмдәрен берләштерә. Бурысы — Белоруссиялағы совет ғәскәрҙәрен ҡамауға алып, тар-мар итеп, Смоленскиға сығыу, «Төньяҡ» төркөмө менән ҡушылыуҙы тәьмин итеү.
  • «Көньяҡ» армиялар төркөмө (44 немец, 13 румын дивизиялары һәм 13 бригада, командующийы — Г. Рундштедт) Полесьенан Ҡара диңгеҙгә тиклем хәрәкәт итә. 1-се танк төркөмөн, 6-сы, 11-се, һәм 17-се армияларын, румын һәм венгр частарын үҙ эсенә ала. Төп һөжүм Киевҡа, артабан Днепрға һәм көньяҡ-көнсығышҡа хәрәкәт итеү.

Төньяҡ Финляндияла «Норвегия» армияһы хәрәкәт итә (командующийы Н. Фалькенхорст), уның бурысы Мурманскиҙы, Полярныйҙы һәм Киров тимер юлын алыу була.

Советтар Союзы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йылдың 22 июненә РККА-ла — 303 дивизия, сик буйы округтарында — 172 дивизия (шул иҫәптән 40 танк дивизияһы); 3, 3 миллион кеше, 59 787 орудие һәм миномёт, 12 782 танк (шул иҫәптән 1475 яңы Т-34 һәм КВ), 10 743 самолёт (уларҙың 20 проценты — яңы модель) иҫәпләнә. Флотта 220 мең кеше, 182 карап (шул иҫәптән 3 линкор, 7 крейсер, 45 эсминец һәм 127 һыу аҫты кәмәһе) була.

Сик буйы һәм НКВД частары яҡынса 100 мең кеше иҫәпләнә. Сик буйын Ленинград, Балтик буйы, көнбайыш, Киев һәм Одесса округтары Төньяҡ, Балтик һәм Ҡара диңгеҙ флоттары ярҙамында һаҡлай.

  • Балтик буйы округы (Ф. И. Кузнецов): 8-се, 11-се армии, 27-се армия формалаштырыла. Участка — Балтиканан алып Литваның көньяҡ сигенә тиклем (300 км).
  • Көнбайыш округ округ (Д. Г. Павлов): 3-сө, 4-се, 10-сы армия, 13-сө армия формалаштырыла. 44 дивизия (12 танк дивизияһы), участка — Литваның көньяҡ сигенән Припяҡа тиклем (470 км).
  • Киев округы (М. П. Кирпонос): 58 дивизия (16 танк дивизияһы), 4,8 мең танкы, 5-се, 6-сы, 12-се, 26-сы армиялар. Участка — Припяттан Липканға тиклем (860 км).
  • Одесса округы (Я. Т. Черевиченко): 9-сы армия (22 дивизия, 4 танк дивизияһы), Липкандан Дунайға тиклем сикте ҡаплап тора (480 км).
  • Ленинград округы (М. М. Попов): 7-се, 14-се, 23-сө армия, Төньяҡ флот. Участка — 1300 километр ҡоро ер һәм 380 километр диңгеҙ сиге.

РККА-ның икенсе стратегик эшелонына 7 армия (77 дивизия) инә. Көнбайыш округтарға дислокацияланырға тейешле 32 дивизияның 16-һы 22 июнгә килеп етә.

Көстәр нисбәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Үҙәк» армиялар төркөмө Көнбайыш фронтта һан буйынса ике тапҡырға артыҡ була, әммә танкылар һәм авиацияла күпкә ҡалыша. Көньяҡ-Көнбайыш фронт «Көньяҡ» төркөмөн техника буйынса уҙып китә: танкылар буйынса — 7, самолеттар буйынса — 2,6, артиллерия буйынса 1,7 тапҡырға.

СССР-ҙың техника күләме буйынса дөйөм өҫтөнлөгөнә ҡарамаҫтан, төп һөжүм йүнәлешендә Германия айырым урындарҙа тере көс һәм яйға һалынған ғәмәлдәр буйынса өҫтөнлөккә эйә була. Люфтваффеның 70 процент самаһы СССР-ға ҡаршы йүнәлтелә. Германия пилоттарының осош әҙерлеге уртаса 450 сәғәт тәшкил итә, СССР-ҙа — 30-180 сәғәт, был немецтарға һауала сифатлы өҫтөнлөк тәьмин итә.

1941 йылдың 22 июненә ҡарата Көнбайыш хәрби хәрәкәттәр театрында көстәр нисбәте
Вермахт Ҡыҙыл Армия Нисбәт
Дивизиялар 166 190
1 : 1,1
Шәхси состав 4 329 500 3 262 851
1,3 : 1
Орудиелар һәм миномёттар 42 601 59 787
1 : 1,4
Танкылар һәм штурм ҡоралдары 4364 15 687
1 : 3,6
Самолёттар 4795 10 743
1 : 2,2
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда СССР-ҙың Ҡораллы көстәре составы (1941 йыл)[43].
Шәхси состав Атыу ҡоралы Арт. ҡоралы Танкылар Самолёттар Хәрби караптар Мех. транспорт
Барыһы 5 434 729 7 983 119 117 581 23 106 24 488 910 528 571
Төҙөк 18 691 21 030

Бөйөк Ватан һуғышының төп осорҙары

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарих фәне Бөйөк Ватан һуғышында ғәҙәттә өс төп осорҙо билдәләй:

  • Беренсе осор (22 июнь 1941 йыл — ноябрь 1942 йыл). Германияның СССР-ға баҫып инеүе. Һуғыштың башланғыс осоро. Блицкригтың ҡыйратылыуы. Мәскәү өсөн алыш. 1942 йылдың йәйендәге уңышһыҙлыҡтар һәм еңелеүҙәр.
  • Икенсе осор (ноябрь 1942 йыл — декабрь 1943 йыл). Һуғыш барышындағы киҫкен һынылыш. Ҡыҙыл Армияның Сталинград һәм Курск, Днепр өсөн алыштарҙағы еңеүҙәре.
  • Өсөнсө осор (ғинуар 1944 йыл — 9 май 1945 йыл). Дошманды СССР территорияһы сиктәренән артабан ҡыуыу. Европа илдәрен баҫып алыуҙан азат итеү. Фашистик блоктың тарҡалыуы. Берлин операцияһы. Германияның бер һүҙһеҙ капитуляцияланыуы.

Совет-япон һуғышы Бөйөк Ватан һуғышының логик дауамы итеп ҡарала.

Һуғыштың беренсе осоро (22 июнь 1941 йыл — 18 ноябрь 1942 йыл)

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йылдың 8 июнендә СССР-ҙың сик буйы хәрби округтарының ҡайһы бер берләшмәләре тулы хәрби әҙерлеккә килтерелә. 13—15 июндә көнбайыш округтарға СССР-ҙың халыҡ оборона комиссариатының һәм Генераль штабының беренсе һәм икенсе эшелондарҙың частарын «күнекмәләр» һылтауы менән сик буйына хәрәкәт итеүе тураһында директивалары («Хәрби әҙерлекте арттырыу өсөн…») ебәрелә. Директиваларға ярашлы, беренсе эшелон округының уҡсылар частары сик буйынан 5—10 километр; икенсе эшелон частары, уҡсылар һәм механизацияланған корпустар, сик буйынан 30—40 километр алыҫлыҡта оборона тоторға тейеш була[44].

Немец ғәскәрҙәренең СССР территорияһына һөжүм итеүе

1941 йылдың 21 июнендә совет Балтик флотының хәрәкәттәрен сикләү өсөн немецтар Фин ҡултығын миналай[45].

Совет пехотинецтары фронтҡа юллана, 23 июнь 1941 йыл, һуғыштың икенсе көнө.

1941 йылдың 22 июнендә дүртенсе 6 минутта Ҡара диңгеҙ флоты штабы начальнигы контр-адмирал Елисеев Иван Дмитриевич[ru] СССР-ҙың һауа киңлегенә килеп ингән герман самолётарына ҡаршы ут асырға бойора: был Бөйөк Ватан һуғышында СССР-ға баҫып ингән немец ғәскәрҙәренә ҡаршы тороу буйынса бирелгән беренсе бойороҡ була[46].

Дүртенсе 7 минутта маршал Г. К. Жуков хәрби хәрәкәттәр башланыуы тураһында беренсе хәбәрҙе ала. Тиҙҙән, артиллерия һәм авиация әҙерлегенән һуң, иртәнге 4 тирәһендә немец ғәскәрҙәре СССР территорияһына баҫып инә.

Иртәнге алтынсы яртыла Германияның СССР-ҙағы илсеһе В. Шуленбург В. М. Молотовҡа СССР «Германияға ҡаршы йүнәлтелгән сәйәсәт алып бара», һәм сик буйында хәрби әҙерлектәге ғәскәрҙәр туплаған, тип раҫлаған нота тапшыра. Шул уҡ көндә — Италия һәм Румыния, 23 июндә Словакия СССР-ға һуғыш иғлан итә.

Һуғыштың беренсе көнөндә немец-румын ғәскәрҙәре Прут йылғаһын аша сыға һәм Дунайҙы аша сығырға тырыша, әммә совет ғәскәрҙәре уларҙы ваҡытлыса туҡтата ала.

22 июнь көн үҙәгендә В. М. Молотов радио аша СССР граждандарына Германияның Советтар Союзына баҫып инеүе тураһында хәбәр итеп, мөрәжәғәт менән сығыш яһай. СССР Юғары Советы Президиумының 22 июндәге Указына ярашлы, 23 июндә 14 хәрби округта 14 йәш арауығында (1905—1918 йылдарҙа) тыуғандарға мобилизация башлана[47].

23 июндә Баш командование ставкаһы ойошторола (8 августан — Баш командование Юғары ставкаһы), ә 30 июндә — И. В. Сталин етәкселегендә Оборона дәүләт комитеты. Июндән халыҡ ополчениеһы ойошторола башлай. 26 июндә Бөйөк Ватан һуғышы гимнына әүерелгән «Изге һуғыш» йыры беренсе тапҡыр башҡарыла.

1941 йыл һуңына 14 миллиондан ашыу кеше мобилизациялана[48].

Шул уҡ ваҡытта немец ғәскәрҙәре стратегик инициативаны ҡулына алып һәм һауалағы, сик буйы алыштарындағы өҫтөнлөктө файҙаланып, көнбайыш (Балтик буйы һәм Белоруссия) йүнәлештәге совет ғәскәрҙәрен тар-мар итә. Көньяҡ-көнбайыш (Украина) һәм төньяҡ-көнбайыш (Ленинград) йүнәлешендә блицкриг барып сыҡмай[49].

1941 йылғы йәйге-көҙгө кампания[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуғыштың башланған осоронда СССР-ҙың сик буйы райондарында Литва территорияһында, Латвияның көньяҡ өлөшөндә, Белоруссияла һәм Көнбайыш Украинала 1941 йылдың 22-29 июнендә (сик буйындағы алыштарҙың тамамланыуы шартлы) һаҡ ғәскәрҙәре һәм сик буйы ғәскәрҙәренең хәрби хәрәкәттәре башлана[50]. Улар өс стратегик оборона операцияларының: Балтик буйы (22 июнь — 9 июль), Белоруссия (22 июнь — 9 июль) һәм Львов-Черновицк (22 июнь — 6 июль) өлөшө булып тора.

1941 йылдың көҙөндә вермахтың һөжүме

Һуғыш башында Ҡыҙыл Армия һаҡланыуҙың һуғышҡа тиклем булған алымдарына таяна: дошманды сик буйында туҡтатып, хәрби хәрәкәттәрҙе дошман территорияһына күсереп, контрһөжүмгә күсә. Был план, вермахт совет оборонаһын өҙгәндән һуң, һуғыштың тәүге көнөнән үк актуаллеген юғалта. Баҫып инеүгә ҡаршы тороу ғәмәлдә айырым рубеждарҙы обороналауға һәм тарҡау контрһөжүмгә ҡайтып ҡала. Ҡаһарманлыҡ һәм ныҡлыҡ символы булып бер ай оборона тотҡан (22 июнь — 23 июль) Брест ҡәлғәһе гарнизоны тора[51].

9-10 июндә Луга, Смоленск, Киев һәм Кишинёв эргәһендәге ҡаты алыштар һуғыштың сик буйындағы этабы тамамланыуын белдерә. шул ваҡыттан яңы стратегик оборона операциялары башлана, унда ҡатнашырға икенсе стратегик эшелон берләшмәләре йәлеп ителә. Поляр аръяғы һәм Карелиялағы стратегик оборона операцияһы (29 июнь — 10 октябрь) иң оҙайлыһы була, ул үҙенә Мурманск, Кандалакша һәм Петрозаводск йүнәлешендәге алыштарҙы ала.

Алыштарҙың өс аҙнаһында немец ғәскәрҙәре Балтик буйын, Белорус ССР-ын, Украина һәм Молдова ССР-ының ҙур өлөшөн оккупациялай, ил территорияһына 600 километр үтеп инә. Һөжүм темпы тәүлегенә 15-30 километр тәшкил итә. Сик буйы һәм оборона алыштарында РККА-ның тулыһынса 28 дивизияһы тар-мар ителә, 70-тән ашыуы 50 проценттан ашыу юғалтыу кисерә. 30 июлгә Ҡыҙыл Армияның юғалтыуҙары 651 065 кеше тәшкил итә (447 015-е һәләк була, 204 050-һе яралана). 6 мең самаһы танкы, 9,5 меңгә тиклем орудие, 12 мең миномёт, 3468 самолёт юғалтыла. Техниканың һиҙелерлек өлөшө сигенгәндә ватылыуы һәм яғыулыҡ булмау арҡаһында юғалтыла. Танкыларҙы күпләп юғалтыу һәм заводтарҙы эвакуациялау һөҙөмтәһендә танкыларға ҡытлыҡ ҙур була[52][53][54].

Июлдән Ставка фронт төркөмдәренең оборона операцияларын ойоштора, уларҙа бер нисә фронт берләшмәһе, авиация, һауа һөжүменә ҡаршы оборона, ә диңгеҙ буйы йүнәлештәрендә флот та ҡатнаша. Төп операциялар булып: Ленинград (10 июль — 30 сентябрь, Смоленск (10 июль — 10 сентябрь), Киев (7 июль — 26 сентябрь), Донбасс-Ростов (29 сентябрь — 16 ноябрь), Мәскәү (30 сентябрь — 5 декабрь) һәм Тула (24 октябрь — 5 декабрь) оборона операциялары тора.

«Үҙәк» армиялар төркөмөнөң Мәскәүгә һөжүме («Тайфун» операцияһы) 30 сентябрҙә башлана. Ҡаты һуғыштарҙан һуң немецтар Вязьманы, Брянскиҙы, Орёлды, Ржевты, Можайскиҙы һәм башҡа ҡалаларҙы ала. 10 октябрҙә Көнбайыш һәм Резерв фронты Г. К. Жуков командалығында берләштерелә һәм Можайск оборона һыҙатында ашығыс нығына һәм фронтҡа резерв частарын ашығышс ташлай башлай. 30 октябргә дошмандың Мәскәүгә һөжүме туҡтатыла.

Был ваҡиғалар менән бер үк ваҡытта фронттың көньяҡ участкаһында Ҡыҙыл Армия Молдавия, Одесса (5 август — 16 октябрь), Ҡырым (18 октябрҙән) участкаларында оборона операциялары алып бара, Севастополде обороналау башлана (30 октябрҙән).

1941 йылдың йәйге-көҙгө кампанияһы һөҙөмтәһендә, Киев эргәһендәге тактик цңышҡа ҡарамаҫтан, вермахт «Барбаросса» планында ҡуйылған стратегик маҡсаттарына өлгәшә алмай. Немец генералы Х. Гудериан билдәләүенсә, Мәскәүгә һөжүм итеү ваҡыты ҡулдан ысҡындырыла. Декабргә герман ғәскәрҙәре 850—1200 километр үтә, әммә вермахт өсөн тиңе булмаған юғалтыу кисерә — яҡынса 740 мең кешеһен юғалта (230 меңе — һәләк булғандар)[55]. РККА-ның юғалтыуҙары 3,1 миллион кешенән артып китә[56].

СССР мөһим сәнәғәт райондарын һәм ҡалаларын — Минск, Киев, Харьков, Смоленск, Одесса, Днепропетровскиҙы юғалты. Ленинград блокадала ҡала. Миллионлаған гражданы булған ҙур территориялар оккупациялана, йөҙҙәрсә меңе һәләк була йәки Германияға ҡыуыла.

1941—1942 йылдарҙағы ҡышҡы кампания[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йылдың 15-16 ноябрендә герман ғәскәрҙәре мәскәүгә һөжүмдең икенсе фазаһын башлай, уны төньяҡ-көнбайыштан һәм көньяҡ-көнбайыштан урап алырға ынтыла. Дмитров йүнәлешендә улар Мәскәү-Волга каналына етә, захватили Клинды, Солнечногорскиҙы, Красная Полянаны ала; көньяҡ-көнбайышта 2-се танк армияһы Кашираға сыға. Әммә ноябрь һуңында барлыҡ йүнәлештәрҙә лә һөжүм туҡтатыла.

1941 йылдың 5 декабрендә Мәскәү эргәһендә Көнбайыш (Г. К. Жуков), Калинин (И. С. Конев) һәм Көньяҡ-Көнбайыш (С. К. Тимошенко) фронттары көстәре контрһөжүм башлай. 1942 йылдың 7 ғинуарында дошман 80-250 километрға алып ташлана. Мәскәү һәм Тула өлкәләре, шулай уҡ Калинин һәм Смоленск өлкәләренең бер ни тиклем өлөшө азат ителә. Баш ҡалаға янаған хәүеф бөтөрөлә.

Мәскәү эргәһендәге операция менән бер үк ваҡытта 10 ноябрҙән 30 декабргә тиклем Тихвин стратегик һөжүм операцияһы алып барыла. Ҡыҙыл Армияға немец ғәскәрҙәрен алып ташлап, Тихвинды азат итергә һәм Ленинград менән тимер юлы бәйләнешен тергеҙеү мөмкин була. Дошман төньяҡ-көнбайыштағы инициативаһын юғалта.

Көньяҡта 17 ноябрҙә немецтар Дондағы Ростовҡа һөжүм башлай. Ҡала 21 ноябрҙә баҫып алына, әммә 29 ноябрҙә совет ғәскәрҙәре уны азат итә. Жошманды 60-80 километрға алып ташлау мөмкин була һәм фронт Миус сигендә тотороҡлана.

Шулай итеп, 1941 йыл һуңында «Барбаросса» планының стратегик маҡсаттары тормошҡа ашмауы асыҡ була. Вермахт Мәскәүҙе лә, ленинградты ла, Кавказды ла ала алмай. Немец траихсыһы К. Рейнгардт, Мәскәү эргәһендә Гитлерҙың стратегияһы юҡҡа сыға, ә 1941/1942 йылдың ҡышында герман командованиеһы башында һуғыштың оҙайлы буласағын аңлай башлайҙар.

16-сы армия командующийй генерал-лейтенант К. К. Рокоссовский (һулдан икенсе), Хәрби совет ағзаһы А. А. Лобачёв һәм яҙыусы В. П. Ставский совет ғәскәрҙәре ҡулға төшөргән дошман техникаһы ҡарай, А. Капустянский фотографияһы, 10 декабрь 1941 йыл

1942 йылдың 5 ғинуарында Юғары Баш командующий Ставкаһында кәңәшмә үтә, унда барлыҡ фронттарҙа ла киң ҡоласлы һөжүм башлау планы ҡабул ителә. Уны Л. П. Берия менән Г. М. Маленков хуплай. Г. К. Жуков менән Н. А. Вознесенский, техниканың, транспорттың һәм өйрәтелгән резервтың етешмәүенә бәйле ҡаршы була. Шуға ҡарамаҫтан Сталин, дошманды яҙға тиклем тар-мар итеү зарурлығын белдереп, ҡарарҙы раҫлай[57][58].

1942 йылдың ғинуарынан апреленә тиклем Ҡыҙыл армия Ржев-Вязьма стратегик һөжүм операцияһын һәм Керчь-Феодосия десант операцияһын үткәрә. Ҡыҙыл Армияның айырым уңыштарына ҡарамаҫтан, немец ғәскәрҙәре позицияларын тотоп тороуға өлгәшә. Совет ғәскәрҙәре Ржев эргәһендә бигерәк ауыр юғалтыуҙар кисерә, унда сусаҡ барлыҡҡа килә һәм ул 1943 йылдың мартына тиклем һаҡлана. 20 апрелдә Ҡыҙыл Армия оборонаға күсә.

18 ғинуарҙа Барвенково-Лозовск операцияһы башлана. Ҡаты һуғыштар һөҙөмтәһендә совет ғәскәрҙәре 100 километрға тиклем фронтта немец оборонаһын өҙөп, 90-100 километрға тиклем алға китә һәм Северский Донец йылғаһының уң яғында ҙур плацдармды ҡулға төшөрөп, яҙғыһын Харьковҡа һөжүм башлау өсөн нигеҙ булдыра.

1942 йылдың йәй-көҙө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Совет командованиеһының 1942 йылдың йәйге компанияһына планы дошманды тар-мар итеүҙе һәм СССР-ҙың барлыҡ территорияһын азат итеүҙе күҙаллай. Әммә вермахттың көстәрен баһалап еткермәү ауыр еңелеүҙәргә килтерә. Майҙа Харьков операцияһы совет ғәскәрҙәренең еңелеүе менән тамамлана, Ҡырым фронты ла еңелеү кисерә.

Немец командованиеһы «Блау» планы барышында Кавказ, Донбасс, Кубань, Сталинградты ҡулға төшөрөү һәм Волгаға сығыу бурысын ҡуя. «Көньяҡ» армиялар төркөмө «А» армиялар төркөмө (Кавказға төп һөжүм) һәм «Б» армиялар төркөмөнә (Сталинградҡа ярҙам һөжүме) бүленә. 28 июндән Воронеж-Ворошиловград оборона операцияһы башлана.

Совет һалдаттары Сталинград эргәһендә һуғыша. 1942 йылдың йәйе

Немец ғәскәрҙәре 500—650 километрға алға китеп, Волгаға сыға. Яуап итеп 1942 йылдың 28 июнендә «Ни шагу назад» тигән 227-се бойороҡ сыға, ул тәртипте ҡәтғиләштереүҙе, штраф подразделениеларын һәм заградотрядтар булдырыуҙы күҙаллай.

17 июлдән Сталинград стратегик оборона операцияһы башлана. Ай дауамында 62-се (В. И. Чуйков) һәм 64-се (М. С. Шумилов) армиялар Дон бөгөлө районында оборона тота. 23 августа Паулюстың 6-сы армияһы Волгаға сыға. Шул уҡ көндә Сталинград туҡтауһыҙ бомбаға тотола. 13 сентябрҙә ноябргә тиклем һуҙылған урам алыштары башлана.

Кавказда немец ғәскәрҙәре Төп Кавках һырты армыттарын алыу мөмкин була, әммә нефть ятҡылыҡтарына сығыу мөмкин булмай.

Үҙәк һәм төньяҡ-көнбайыш йүнәлештәрҙә шулай уҡ киң ҡоласлы операциялар алып барыла. Ржев-Сычёв стратегик һөжүм операцияһы (30 июль — 23 август) һәм Сухиничей менән Козельска районындағы операция (22-29 август) барышында дөйөм алғанда 228 мең кеше юғалтыла. Любанск операцияһында (ғинуар — июль) һәм 2-се удар армияны ҡамауҙан сығарыу операцияһында 403 мең кеше юғалтыла[59].

Германияның хәл-торошо көҙгә ҡатмарлаша. РККА менән сағыштырғанда юғалтыуҙары аҙ булыуға ҡарамаҫтан, немец иҡтисады техника юғалтыуҙарын ҡаплап өлгөрмәй. Вермахттың Сталинград йүнәлешендәге хәрби роталары бик йыш 180 штат урынына 30 кешенән дә кәмерәк була. Көнсығыш фронт һуҙыла, оборона тығыҙлығы кәмей.

1942 йылдың көҙөндә һуғышыусы яҡтарҙың хәл-торошо

Фронттың билдәле участкаларын Германия армияһының союздаштары — насар әҙерлекле һәм етерлек кимәлдә тәьмин ителмәгән румын, венгр, итальян армиялары биләй.

Осор һуңына нацистик агрессияны кире ҡағыу өсөн халыҡ-ара хеҙмәттәшлек көсәйә: 1941—1942 йылдарҙағы килешеүҙәр һөҙөмтәһендә СССР, Бөйөк Британия һәм АҠШ берлегендәге Гитлерға ҡаршы коалиция үҙәге барлыҡҡа килә.

Иҡтисади ҡаршы тороу

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуғыштың беренсе көнөнән СССР-ҙа халыҡты, предприятиеларҙы, учреждениеларҙы һәм матди ресурстарҙы киң ҡоласлы эвакуациялау бара. 1941 йыл һуңына көнсығышҡа 2600 предприятие һәм 2,3 миллион баш мал күсерелә. 1942 йылда СССР-ҙа 5,91 миллион берәмек атыу ҡоралы (пистолет һәм револьверҙарҙан тыш) эшләнә, 287 мең орудие һәм миномёт, 24,5 мең танкы һәм САУ, 25,4 мең самолёт (шул иҫәптән 21,7 мең — хәрби) етештерелә. Йылдың икенсе яртыһында техника эшләү һиҙелерлек арта. 1942 йылдың йәйенә СССР иҡтисадын хәрби шарттарға күсереү тамамлана[60][61].

1941 йылғы совет плакаты

Ленд-лиз буйынса тәьминәт совет производствоһы күләменең 4 процентын, әммә танкылар һәм самолёттар буйынса 10 һәм 12 процентын тәшкил итә; бигерәк тә сит ил автомобилдәре өлөшө ҙур була, улар ватан етештереүсеһе күләмен күп тапҡырға артып китә. Шул уҡ ваҡытта ленд-лиз буйынса төп йөк ағымы 1942—1943 йылғы һынылыштан һуң башлана[62].

Совет иҡтисады ҡоралланыуҙың юғары дәрәжәһе менән ҡылыҡһырлана. Мәҫәлән, 1943 йылда, ҡорос иретеү буйынса Германиянан 4 тапҡырға ҡалышыуына ҡарамаҫтан, СССР 2,5 тапҡырға күберәк танкылар эшләп сығара[63].

Оккупация режимы һәм уға ҡаршы тороу

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуғыш барышында немец оккупацияһына Белоруссия, Украина, Эстония, Латвия, Литва ССР-ҙары территориялары һәм РСФСР-ҙың 13 өлкәһе дусар ителә.

Молдова ССР-ы һәм Украинаның ҡайһы бер көньяҡ райондары (Транснистрия) Румыния ҡарамағында була, Карел-Фин ССР-ы фин ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана.

Оккупация киң ҡоласлы террорға әйләнә. 1941 йылдың 13 майындағы указы менән Гитлер етәкселеге вермахтты тыныс халыҡҡа ҡаршы ҡылынғын енәйәт өсөн яуаплылыҡтан азат итә. Баҫып алыу СССР-ҙың хәрби ҡеүәтенә генә түгел, уның халҡына, тәү сиратта «түбәнге раса» тип танылған йәһүдтәр һәм славяндарға ҡаршы йүнәлтелә. Оккупацияланған ерҙәрҙә яңы административ структуралар, урындағы үҙидаралыҡ һәм полиция булдырыла. Һәр урында пропаганда алып барыла, халыҡ араһында идеологик мәғрифәт алып барыла, тарих уҡытыу тыйыла, китаптар юҡ ителә.

Илбаҫарҙар 18-45 йәштәге совет граждандары өсөн (йәһүдтәр өсөн — 60 йәшкә тиклем) хеҙмәт йөкләмәһен булдыра, эш көнө тәүлегенә 16 сәғәткә етә. Әҙ генә ғәйеп өсөн ҡаты репрессиялар ҡулланыла. Штрафтар, төрмәгә ултыртыу, концлагерҙарға ебәреү, малды тартып алыу һәм башҡалар ҡулланыла. Бабий Ярҙа ғына 100 меңдән ашыу кеше атып үлтерелә. Һуғыш ваҡытында белоруссияла һәр дүртенсе кеше һәләк була. Дөйөм алғанда, оккупацияланған территорияларҙа 7,4 миллиондан ашыу тыныс халыҡ һәләк була[64].

Совет партизандарын атыу. Сентябрь 1941 йыл

5,2 миллиондан ашыу совет гражданы Германияға мөжбүри эштәргә ҡыуыла. Һуғыштан һуң 2,65 миллион кешене кире ҡайтарыу мөмкин була, 451 меңе сит илдә ҡала, 2,1 миллиондан ашыуы ҡоллоҡта һәләк була.

Һуғыштың беренсе аҙнаһынан уҡ СССР етәкселеге дошман тылында совет подпольеһын әҙерләй башлай. Әммә немецтарҙың ҡапыл һөжүме ойошҡан ҡаршылыҡ селтәрен йәйелдереүҙе тамамларға ҡамасаулай. Күп кенә йәшерен төркөмдәр үҙ аллы барлыҡҡа килә. Краснодарҙа ойошторолған «Йәш гвардия» фашистарға ҡаршы йәштәр ойошмаһы өлгө булып тора. Подпольщиктар разведка эшмәкәрлеге алып бара, мәғлүмәт һәм агитация тарата, диверсия ойоштора, коллаборационистарҙы юҡ итә.

1941—1944 йылдарҙа оккупацияланған территорияла 6,2 мең самаһы партизан отряды һәм берләшмәһе эшләй, улар 1 миллион самаһы кешене берләштерә. 1942 йылда Партизан хәрәкәтенең үҙәк штабы ойошторола (начальнигы — П. К. Пономаренко). Партизандар дошмандың 10 процентын үҙенә йәлеп итә. Бигерәк тә 1943 йылда үткәрелгән Особенно эффективными были операции «Рельс һуғышы» һәм «Концерт» операциялары һөҙөмтәле була. Партизандарҙың һәм подпольщиктарҙың эшмәкәрлеге совет территорияларын оккупанттарҙан азат итеүҙә һиҙелерлек өлөш индерә.

Һуғыштың икенсе осоро (һынылыш)

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1942—1943 йылдарҙағы ҡышҡы кампания[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1942 йылдың 19 ноябрендә совет ғәскәрҙәренең «Уран» операцияһы сиктәрендә контрһөжүме башлана, 23 ноябрҙә Сталинград (командующийы — А. И. Ерёменко) һәм Көньяҡ-Көнбайыш (командующийы — Н. Ф. Ватутин) фронттары частары Дондағы Калач ҡалаһы тирәһендә ҡушылып, 22 дошман дивизияһын ҡамауға ала. 16 декабрҙә башланған «Кесе Сатурн» операцияһы барышында Манштейн етәкселегендәге «Дон» армиялар төркөмө, Сталинградта ҡамауға эләккән немец төпкөмөн ҡотҡара алмайынса, етди еңелеүгә дусар ителә.

«Ҡулса» операцияһы барышында (10 ғинуар — 2 февраль 1943 йыл) Дон фронты көстәре (командующийы К. К. Рокоссовский) ҡамауҙағы 6-сы армияны тар-мар итә башлай. 1943 йылдың 31 ғинуарында блокадаланған Сталинградтағы немец ғәскәрҙәре төркөмө командующийы генерал-фельдмаршал Ф. Паулюсты 38-се мотоуҡсылар бригадаһының өлкән лейтенанты Ф. Ильченко[ru] әсирлеккә ала. Был Икенсе донъя һуғышы тарихында юғары рангтағы беренсе немец офицерын әсиргә алыу була. 2 февралдә 6-сы немец армияһы ҡалдыҡтары бирелә. 90 меңгә яҡын немец һалдаты һәм офицеры әсирлеккә эләгә.

1942 йылдың ноябрендә 1943 йылдың мартында Ҡыҙыл Армия һөжүме

Совет-герман фронтының үҙәк участкаһында һөжүм операциялары («Марс» операцияһы) уңышһыҙ тамамланыуға ҡарамаҫтан, көньяҡ йүнәлештәге уңыш, дөйөм алғанда, совет ғәскәрҙәренең ҡышҡы каманияһының уңышын тәьмин итә — бер немец һәм Германияның 4 союздаш армияһы ҡыйратыла.

Ҡышҡы кампанияның башҡа мөһим ваҡиғалары булып Төньяҡ Кавказ һөжүм операцияһы (ғәмәлдә немецтарҙың ҡамауынан ҡасып, Кавказдан көстәрҙе алып сығыу) һәм Ленинград блокадаһын өҙөү (1943 йылдың 18 ғинуары) тора.

1943 йылдың 13 ғинуарынан 3 мартына тиклем совет ғәскәрҙәре Воронеж-Харьков стратегик һөжүм операцияһын тормошҡа ашыра. Һөҙөмтәлә неемцтарҙың «Б» армияһы төркөмө еңелә, 8-се итальян армияһы һәм 2-се венгр армияһына ингән төркөмдәр тар-мар ителә, Воронеж, Курск, Белгород, Харьков азат ителә.

1943 йылдың 19 февралендә Манштейн етәкселегендәге «Көньяҡ» армиялар төркөмө көньяҡ йүнәлештә контрһөжүмгә күсә һәм ҡабат Харьковты ала. Был ваҡытлыса совет ғәскәрҙәре ҡулынан инициативаны тартып ала һәм уларҙы көнсығышҡа сигендерә (ҡайһы бер йүнәлештәрҙә 150—200 километрға). Совет частарының бер аҙы ҡамауға эләгә. Әммә совет командованиеһы ҡабул иткән саралар март аҙағында немец ғәскәрҙәрен туҡтатырға мөмкинлек бирә һәм фронтта хәлдәр тотороҡлана.

1943 йылдың ҡышында немец Вальтер Моделдең 9-се армияһы была Ржев-Вязьма сусағын ҡалдырып китергә мәжбүр була. Калинин (Максим Пуркаев) һәм Көнбайыш (Василий Соколовский) фронттары ғәскәрҙәре дошманды эҙәрлекләй. Ржев-Вязьма операцияһы һөҙөмтәһендә (2-13 март 1943 йыл) совет ғәскәрҙәре фронт линияһын Мәскәүҙән 130—160 километрға шылдыра һәм Ржев менән Вязьманы азат итә.

1943 йылдың февраль-апрелендә Төньяҡ-Көнбайыш фронт, генерал-полковник М. С. Хозиндың махсус төркөмө, Ленинград һәм Волхов фронттары ғәскәрҙәре неемцтарҙың «Төньяҡ» армиялар төркөмөн ҡамап алыу һәм тулыһынса тар-мар итеү, Ленинград өлкәһен азат итеү һәм Балтик буйына уңышлы һөжүм итеү өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсатында «Полярная звезда» операцияһын тормошҡа ашыра. Әммә был операция уңышһыҙлыҡҡа тарый — ҡуйылған бурыстарҙың береһе лә үтәлмәй.

1943 йылдың йәйге-көҙгө кампанияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1942—1943 ҡышҡы кампания операциялары тамамланғандан һуң алынған стратегик пауза йәйге алыштарға әҙерләнә башларға мөмкинлек бирә. 12 апрелдә ВГК Ставкаһында фронттар советтары тәҡдимдәре һәм Генераль штабының фекере ҡарала; һөҙөмтәлә 1943 йылдың йәйенә һәм көҙөнә ғәмәлдәр планы эшләнә. Төп ваҡиғалар Курск стратегик плацдармында күҙаллана (Курск сусағы), унан дошмандың Орел һәм Белгород-Харьков төркөмдәренә фланга һөжүме яһалырға тейеш була. Курск сусағынан һөжүм Киев ҡалаһына йүнәлеште аса һәм дошмандың «Көньяҡ» армиялар төркөмөн ҡыйратыу һәм Һул яҡ Ураинаны азат итеү пландары менән тап килә.

1943 йылдың йәйе һәм көҙөндә совет армияһының дөйөм стратегик һөжүме

1943 йылдың йәйге-кҡҙгә кампанияларында хәл иткес ваҡиға Курск һуғышы һәм Днепр өсөн алыш була. Курск һуғышы барышында вермахт, инициативаны ҡулына алырға тырышып, Көнсығыш фронтта һуңғы стратегик һөжүм операцияһын үткәрә. Әммә Курск сусағын киҫеп сығыу һәм совет ғәскәрҙәрен ҡамауға алыу ынтылышы уңышһыҙ тамамлана, совет ғәскәрҙәренең контрһөжүме барышында немец ғәскәрҙәре тар-мар ителә. 1943 йылдың 12 июлендә Курск һуғышы барышында Прохоровка эргәһендә донъя тарихындағы иң ҙур бер көнлөк танк һуғышы була.

«Кутузов» һәм «Полководец Румянцев» операциялары һөҙөмтәһендә 5 августа Ҡыҙыл Армия Орёл, Белгород ҡалаларын азат итә, 23 августа Харьков азат ителә.

1943 йылдың 7 авгусынан 2 октябргә тиклем совет ғәскәрҙәре Смоленск стратегик һөжүм операцияһын («Суворов» операцияһы) тормошҡа ашыра, һөҙөмтәлә 25 сентябрҙә Смоленск азат ителә, совет ғәскәрҙәре көнбайышҡа 200—250 километрға алға бара.

1943 йылдың 13 авгусынан 22 сентябргә тиклем совет ғәскәрҙәре Донбасс операцияһын тормошҡа ашыра, уның һөҙөмтәһендә Догнецк күмер бассейны тулыһынса азат ителә.

Артабанғы һөжүм барышында Ҡыҙыл Армияға немец ғәскәрҙәрен еңеп, Днепрҙан көнсығышҡа табан территорияны азат итеү мөмкин була, ә 1943 йылдың 6 ноябрендә Днепрҙың һул ярына сыҡҡандан һуң, Киев азат ителә.

Ил-2 штурмовиктары дошман колоннаһына һөжүм итә, Воронежй фронты, 1 июль 1943 йыл

1943 йылдың 9 сентябренән 9 октябренә тиклем шулай уҡ Новороссийск-тамань операцияһы үткәрелә, уның һөҙөмтәһендә Тамань ярымутрауын азат итеү тамамлана, совет ғәскәрҙәре Ҡырым ярымутрауын азат итеү сигенә сыға. Мелитополь (26 сентябрь — 5 ноябрь 1943 йыл) һәм Керчь-Эльтиген десант операциялары (31 октябрь — 11 ноябрь 1943 йыл) һөҙөмтәһендә совет ғәскәрҙәре Перекоп муйынтығында Төрөк валы нығытмаһын емереп, Сиваштың көньяҡ ярында һәм Керчь ярымутрауында плацдармдарҙы яулай, әммә шунда уҡ Ҡырымды азат итеү мөмөкин булмай — етерлек көс булмай.

Кампания һөҙөмтәһе булып РККА-ның көнбайышҡа 500—1300 километрға алға китеүе, оккупацияланған территорияның яҡынса 2/3 өлөшөн, шул иҫәптән мөһим иҡтисади (Донбасс, Харьков) һәм ауыл хужалығы (Черноземье, кубань, Украинаның көнсығышы) райондарын азат итеү тора.

1943 йылдың йәйге-көҙгө кампаниялары һуңына Германия менән СССР көстәре күпселек күрһәткестәр буйынса шул уҡ урында ҡала, шул уҡ ваҡытта танкылар һәм САУ буйынса Ҡыҙыл Армия Курск һуғышы алдынан эйә булған өҫтөнлөгөн (10,1 меңгә ҡаршы немецтарҙың 5,8 мең танкыһы) юғалта. 1943 йылдың икенсе яртыһында РККА 18000 ашыу танкыһын һәм САУ юғалта, шул уҡ ваҡытта вермахттың юғалтыуҙары 3000 танк һәм штурм орудиеһы менән баһалана, уның ҡарауы һуғыштың башынан алып совет ғәскәрҙәренең самолёттар буйынса юғалтыуы дошман юғалтыуҙарынан кәмерәк була — 6 500 совет самолёты һәм яҡынса 10 000 немец самолёты.

28 ноябрь — 1 декабрҙә И. Сталин, У. Черчилль һәм Ф. Д. Рузвельт Тәһран конференцияһында ҡатнаша. Сараның төп мәсьәлә булараҡ икенсе фронт асыу мәсьәләһе ҡарала.

Һуғыштың өсөнсө осоро

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өсөнсө һуғыш осоро (1944—1945 йыл башы) Германия ҡораллы көстәренең һан яғынан, айырыуса техника яғынан байтаҡҡа артыуы менән ҡылыҡһырлана. Мәҫәлән, 1944 йылдың 1 ғинуарына ҡарата вермахтта танкылар һәм үҙ йөрөшлө ҡоролмалар (САУ) 9149 берәмек булһа, 1945 йылдың 1 ғинуарына 12 990 берәмек тәшкил итә. Был немец сәнәғәтенең мобилизация тырышлығы һөҙөмтәһе була. Әммә Көнсығыш фронттағы юғалтыуҙар һәм яғыулыҡ етешмәүе ғәскәрҙәрҙең сифат кимәлен төшөрә. Шул уҡ ваҡытта Ҡыҙыл Армия етди хәрби тәжрибә туплай.

1944 йылдың ҡышҡы-яҙғы кампанияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кампания Уң яҡ Украинала һөжүм менән башлайна (1943 йылдың 24 декабре — 1944 йылдың 17 апреле). Уның барышында Житомир-Бердичев, Кировоград, Корсунь-Шевченко, Луцк-Ровно, Никополь-Кривой Рог, Проскуров-Черновицы, Умань-Ботошанск, Березнеговато-Снигирёв һәм Одесса операциялары тормошҡа ашырыла. «Көньяҡ» һәм «А» армиялар төркөмө тар-мар ителә, Уң яҡ Украина азат ителә, ғәскәрҙәр Карпат тауы итәгенә һәм Румыния территорияһына сыға. Унда 1-4-се Украина фронттары, 2-се Белоруссия фронты, Ҡара диңгеҙ флоты, Аҙау флотилияһы һәм партизандар ҡатнаша. Дошман 250—450 километрға ҡыҫырыҡлана. Ҡыҙыл Армия 1,1 миллион самаһы кешеһен юғалта, шул иҫәптән 270 меңе һәләк була.

Параллель рәүештә Ленинград-Новгород операцияһы үткәрелә (14 ғинуар — 1 март). Унда Ленинград, Волхов, 2-се Балтик буйы фронты ғәскәрҙәре, Балтик флотф, алыҫ аралағы авиация һәм партизандар ҡатнаша. Операция барышында Ленинград блокадаһы өҙөлә (27 ғинуар 1944), тотош тиерлек Ленинград, Новгород өлкәләре, Калинин өлкәһенең ҙур өлөшө, Эстонияның бер өлөшө азат ителә. Совет ғәскәрҙәре 220—280 километр алға китә. Юғалтыуҙар 300 мең кеше тәшкил итә, шул иҫәптән үлеләр — 75 меңдән ашыу[65].

Апрель—майҙа Ҡырым һөжүм операцияһы үткәрелә (8 апрель — 12 май). Уның барышында Перекоп-Севастополь һәм Керчь-Севастополь операциялары тормошҡа ашырыла, Ҡырым тулыһынса азат ителә, 17-се немец армияһы ҡыйратыла. Ҡара диңгеҙ флоты Севастополгә, флот базаһына ҡайтарыла. Ҡырымды азат итеүҙә 4-се Украин, Айырым Приморье армияһы ғәскәрҙәре, Ҡара диңгеҙ флоты, Аҙау флотилияһы ҡатнаша. Совет ғәскәрҙәренең юғалтыуҙары 85 мең кешенән саҡ ҡына кәм, шул иҫәптән 17 меңдән ашыу — һәләк булғандар.

1943 йылдың көҙөнән 1944 йылдың яҙына тиклем үҙәк йүнәлештә совет ғәскәрҙәренең Витебск менән Оршаны алырға тырышыуы уңышһыҙ тамамлана. Орша һәм Витебск операциялары уңыш килтермәй — немецтар Белоруссияны ҡаты обороналай.

1944 йылдың йәйге-көҙгө кампанияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1944 йылдың июнендә союздаштар Европала икенсе фронт аса, был Германияның хәрби хәлен хөртәйтә. СССР бер нисә ҙур һөжүм: Белорус, Выборг-Петрозаводск, Львов-Сандомир, Яссы-Кишинёв, Балтик буйы операцияһы үткәрә. Белоруссия, Украина, Прибалтиканың ҙур өлөшө һәм өлөшләтә Чехословакияны, төньяҡ Полярье аръяғын һәм Норвегияның төньяғын азат итә. Румыния һәм Болгария капитуляциялай. 5 сентябрҙә СССР Болгарияға һуғыш иғлан итә һәм уның территорияһына инә, ҡаршылыҡ булмай.

Совет ғәскәрҙәре Польша территорияһына инә. Көнбайыш Украинала, Белоруссияла һәм Литвала һөргөндәге поляҡ хөкүмәтенә буйһонған Крайова Армияһы менән осрашалар. Ҡыҙыл Армия килгәнгә тиклем Крайова Армияһы азат ителгән райондарҙа контроль урынлаштырырға ынтыла. Тәүҙә улар РККА менән берлектәге операцияларҙа ҡатнаша, әммә һуңынан совет властары поляк офицерҙарын ҡулға ала һәм отрядтарҙы ҡоралһыҙландыра башлай. 21 июлдә советтар яҡлы Польша Милли азатлыҡ комитеты ойошторола.

1 августа Крайова Армияһы Варшава ихтилалын күтәрә. Баш күтәреүселәр ике ай дауамында немец ғәскәрҙәре менән һуғыша, әммә 2 октябрҙә бирелергә мәжбүр була. 1-се Белоруссия фронты ихтлалсыларға ярҙам күрһәтә алмай, Варшава эргәһендә ҡаты ҡаршылыҡҡа осрай һәм оборонаға күсә.

30 августа Словак милли ихтилалы башлана. 8 сентябрҙә совет ғәскәрҙәре Карпат-Дукель операцияһын башлай, әммә ноябрь башында ихтилал баҫтырыла. 25 октябрҙә Дәүләт оборона комитеты һуңғы хәрби саҡырылыш иғлан итә — 1927 йылғы 1,16 миллион кеше саҡырыла.

Октябрҙә Дебрецен операцияһы үткәрелә, һуңынан Будапешт операцияһы башлана. 1944 йылдың 28 декабрендә Венгрияның ваҡытлы хөкүмәте ойошторола һәм ул 1945 йылдың 20 ғинуарында СССР менән солох төҙөй. Будапеш 1945 йылдың 13 февралендә генә ҡолай.

1945 йылдың ҡышҡы-яҙғы кампанияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

В январе 1945 йылдың ғинуарында Ҡыҙыл армия һөжүмеен тергеҙә. 12 ғинуарҙа Висла-Одер операцияһы башлана. 1-се Белорус (Г. К. Жуков) һәм 1-се Украин (И. С. Конев) фронттары ғәскәрҙәре Висланан көнбайышҡа Польша территорияһын азат итеп, 3 февралгә Одерға сыға, һуңынан берлинды штурмлағанда файҙаланылған Кюстринск плацдармын ҡулға төшөрә.

13 ғинуарҙа Көнсығыш Пруссия операцияһы башлана. Млава йүнәлешендә млава төркөмөн ҡыйратыу һәм «Үҙәк» армиялар төркөмөн башҡа немец оборонаһынан айырыу бурысы ҡуйыла. 3-сө Белорус фронты (И. Д. Черняховский, 18 февралдән — А. М. Василевский) 130 километрға тиклем алға бара, дошмандың төп көстәрен тар-мар итә һәм 2-се Блеорус фронты (К. К. Рокоссовский) менән берлектә операцияны тамамлау өсөн шарттар булдыра. Төньяҡ Польша һәм Көнсығыш Пруссия өлөшө азат ителә, дошмандың һур төркөмө ҡамала (Инстербург-Кёнигсберг операцияһы).

10 февралдән 4 апрелгә тиклем "Висла"армиялар төркөмөнә ҡаршы (Г. Гиммлер) Көнсығыш Померан операцияһы үткәрелә. Кюстрин районында совет ғәскәрҙәренә фланганан һөжүм яһау хәүефе бөтөрөлә. Көнсығыш Пруссияла Кёнисберг өсөн бәрелештәр була. Ҡала алына, ә «Төньяҡ» армиялар төркөмө көстәре Курляндияла ҡамалып, Германия капитуляцияланғанға тиклем ҡаршылашыуын дауам итә.

Көньяҡ Польшала һәм Чехословакияла 4-се Украин фронты ғәскәрҙәре Көнбайыш Карпатты үтеп Висла үре районына сыға. 10 мартта Морава-Острава операцияһы башлана. Острава өсөн алыштар бары тик 30 апрелдә генә тамамлана. Мартта Венгрияла совет ғәскәрҙәренеемцтарҙың балатон күле районындағы һөжүмен кире ҡаға. 16 мартта Вена операцияһы башлана. 13 апрелдә Вена яулана. 15 апрелдә началась Грацск-Амштеттенск операцияһы башлана, ул 8 майҙа союздаштар менән осрашып тамамлана.

Балатон күле янындағы көслө һөжүмде кире ҡаҡҡандан һуң 16 мартта Вена һөжүм итеү операцияһы башлана, алда — Вена. Австрия баш ҡалаһына етәрәк 6-сы СС танкылар армияһы ҡыйратыла. Апрель башында Чехословакия территорияһында совет ғәскәрҙәре ҡаты алыштар менән көнбайышҡа табан алға баралар. 7 апрелдә Вена тирәһенә килеп етәләр һәм бында немецтарҙың етди ҡаршылашыуына юлығалар. Вена өсөн аяуһыҙ алыштар башлана, 13 апрелдә Вена яулап алына.

Апрель урталарына 1-се Белорус һәм 1-се Украин фронттары Одер һәм Нейсе йылғаларына сыға. Кюстрин плацдармынан Берлинға тиклем 60 километр ҡала. Союздаш ғәскәрҙәр немец ғәскәрҙәренең рур төркөмөн тар-мар итеүен тамамлай һәм Эльбаға килеп етә. Германия сеймал райондарын юғалта, кеше һәм матди ресурстар етешмәүҙән интегә, әммә ҡаршылашыуын туҡтатмай. разведка мәғлүмәттәре буйынса, вермахт составында 223 бригада һәм дивизия ҡала.

1945 йылдың 16 апрелендә совет ғәскәрҙәренең Берлин һөжүм операцияһы башлана. 25 апрелгә Берлин ҡамап алына. Шул уҡ көндө Эльбала Торгау эргәһендә совет һәм Америка ғәскәрҙәре осраша. 30 апрелдә бункерында. 2 майҙа Берлин гарнизоны капитуляциялай. 1 майға ҡараған төндә рейхстагҡа Еңеү Байрағы ҡаҙала.

6-11 майҙа Ҡыҙыл армия Прага операцияһын — һуғыштың һуңғы стратегик операцияһын үткәрә. «Үҙәк» армиялар төркөмө ҡыйратыла, 800 меңдән ашыу немец һалдаты һәм офицеры әсирлеккә төшә. 9 майҙа совет десанты Данияның Борнхольм утрауына ултыра, 10 майҙа Курляндия төркөмө капитуляциялана.

1945 йылдың 4-11 февралендә Ялтала И. В. Сталин, У. Черчилль һәм Ф. Рузвельт конференцияла осраша. Унда Европаның һуғыштан һуңғы ҡоролошо, Германия яҙмышы, Польша сиктәре, Үҙәк һәм Көнсығыш Европа илдәренең үҙаллылығын тергеҙеү, БМО ойоштороу, шулай уҡ СССР-ҙың Японияға ҡаршы һуғыш башлауын мәсьәләләре буйынса фекер алышына.

Һуғыштың тамамланыуы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Генерал-фельдмаршал Вильгельм Кейтель герман вермахтының бер һүҙһеҙ капитуляцияһы тураһында актҡа ҡул ҡуя. Берлин, Карлхост, 5-се удар армия штабы

Европала һуғыш 8 майҙа Үҙәк Европа ваҡытына ярашлы 22 сәғәт 43 минутта (Мәскәү ваҡыты менән 9 майҙа төнгө беренсе 43 минутта) Германия ҡораллы көстәренең бер һүҙһеҙ капитуляцияһы менән тамамлана.

24 июндә Мәскәүҙә Еңеү парады үтә[66]. 1945 йылдың июль-авгусындағы Потсдам конференцияһында СССР, Бөйөк Британия һәм АҠШ етәкселәре Европаның һуғыштан һуңғы ҡоролошо мәсьәләләре буйынса килешеүгә өлгәшә.

Бөйөк Ватан һуғышы йомғаҡтары

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй һәм көнбайыш тарихсыларының СССР-ҙың Икенсе донъя һуғышындағы ролен төрлөсә баһалауҙарына ҡармаҫтан, улар барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышы тулыһынса Советтар Союзының хәрби-сәйәси, иҡтисади һәм идеологик еңеүе менән тамамланыуы һәм Икенсе донъя һуғышының, дөйөм алғанда, аҙағы ни менән тамамланырын билдәләүе менән килешә. Һуғыштың төп һөҙөмтәһе — нацистик Германияны ҡыйратыу һәм оккупацияланған территорияларҙы һәм Европа илдәрен нацизмдан азат итеү[67][68][69][70][71].

Неемц ғәскәрҙәренән азат ителгән СССР, Көнсығыш Европа һәм Германия территорияларында СССР тыныс тормошто яйға һалыу буйынса киң ҡоласлы саралар үткәрә: халыҡты аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе, производство ҡеүәтен терегеҙә, немец һәм милли подпольеның барлыҡ төрҙәренә, мародерлыҡҡа, урындағы халыҡ һәм совет хәрби хеҙмәткәрҙәренең айырым вәкилдәре тарафынан ҡылынған төрлө енәйәткә ҡаршы аяуһыҙ көрәш алып бара[72][73][74].

Советтар Союзының территориаль үҙгәреше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1944 йылдың октябрендә Тыва халыҡ Республикаһында үткәрелгән референдум һөҙөмтәләре буйынса, ул үҙ ирке менән РСФСР-ға Тыва автономиялы өлкәһе сифатында инә (1961 йылдаТыва АССР-ы тип үҙгәртелә).

1944 йылдың сентябрендә Финляндия менән ярашыу төҙөлә, уның шарттары буйынса Петсамо районы (Мурманск өлкәһенең Печенга районы) СССР-ға күсә, һөҙөмтәлә Советтар Союзының Норвегия менән уртаҡ сиге барлыҡҡа килә.

Союздаштар менән килешеүҙәр Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ҡушылған Балтик буйында, Көнбайыш Украинала һәм Көнбайыш Белоруссияла, Бессарабияла, Төньяҡ Буковинала СССР-ҙың хоҡуҡтарын нығыта.

Потсдам конференцияһы ҡарарына ярашлы, 1945 йылда Көнсығыш Пруссия немец провинцияһының төньяҡ өлөшө баш ҡалаһы Кёнигсберг менән бергә СССР-ға бирелә (РСФСР-ҙың Калининград өлкәһе). Клайпеда Литва ССР-ы менән ҡушыла.

1945 йылдың июнендә Чехословакия менән СССР-ға Карпат аҫты Русе территорияһын биреү тураһында килешеү төҙөлә (Карпат аръяғы өлкәһе Украина ССР-ы).

Кешеләрҙе юғалтыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1993 йылды иғлан ителгән рәсми версия буйынса, СССР 11 444 100 кешеһен юғалта: 8 668 400 хәрби хеҙмәткәр һәләк була (6 818 300 һалдат яуҙа, госпиталдәрҙә һәм башҡа ваҡиғаларҙа һәләк була, 1 850 100 кеше әсирлектән ҡайтмай), оккупация зонаһында 13 684 700 ябай граждан һәләк була (шул иҫәптән: тәғәйен үлтерелә — 7 420 400 кеше, Германиялағы мөжбүри эштәрҙә һәләк була — 2 164 300 кеше, аслыҡтан, ауырыуҙарҙан һәм медицина ярҙамы булмағанлыҡтан 4 100 000 кеше үлә)[75].

Был исемлеккә фронт эргәһендәге райондар, блокадаланған һәм ҡамалған ҡалаларҙа ҡаршы тороусы яҡтарҙың хәрби хәрәкәттәре һөҙөмтәһендә һәләк булған, ҙур күләмдә юғлатылған ябай халыҡ инмәгән. Мәҫәлән, Ленинград блокадаһы ваҡытында 658 мең кеше һәләк була. Сталинградты бомбаға тотҡанда — 40 меңдән ашыу. Севастополде, Одессаны, Керчте, Новороссийскиҙы, Смолнескиҙы, туланы, Харьковты, Минскиҙы, Мурманскиҙы бомбаға тотҡанда тиҫтәләрсә мең кеше һәләк була. Гитлерҙың планына ярашлы, СССР-ҙың оккупацияланған территорияһында, бигерәк тә ҙур ҡалаларҙа, 30 миллион самаһы халыҡ аҙыҡ-түлекһеҙ ҡалдырылырға тейеш була[76].

2015 йылда РФ Оборона министрлығы түбәндәге мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығара: һәләк булған хәрбиҙәр — яҡынса 12 миллион кеше, СССР-ҙың дөйөм юғалтыуҙары — хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм ябай граждандар — 26,6 миллион кеше. СССР халҡы (шул иҫәптән тыуымдың кәмеүе арҡаһында) һуғыш йылдарында 42 миллион кешегә кәмей[77].

РФ Ҡораллы Көстәре комиссияһы баһаһы буйынса, совет-герман фронтында булған вермахттың, СС ғәскәрҙәренең һәм Германияның башҡа хәрби формированиеларының юғалтыуҙары 7 181 100 кеше тәшкил итә[78]. Германия союздаштары дөйөм алғанда 1 468 145 кешеһен юғалта. Һәләк булған һалдаттар һаны 4 270 700 һәм 806 000 кеше тәшкил итә[79]. Германия, Венгрия, Италия, Румыния, Финляндия һәм Словакияның дөйөм демографик юғалтыуҙары 11,9 миллион кеше тәшкил итә[80]. Юғалтыуҙарға әсирлектән ҡайтмаған һалдаттар ҙа индерелә: һуғыш йылдарында әсирҙәр һаны тигеҙ тигәндәй булғанда (4 559 000 совет һалдаты һәм 4 376 300 немец һалдаты), совет әсирлегенән тыуған иленә 90,4 процент, йәки 3 956 300 немец һалдаты, немец әсирлегенән 45,2 пройент, йәки 2 059 000 һалдат ҡайта[81].

Матди зыян[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Матди зыян СССР-ҙың барлыҡ милли байлығының өстән бер өлөшөнә тиң була[82]. Һуғыш барышында 1710 совет ҡалаһы, 70 меңдән ашыу ауыл, 32 мең самаһы завод-фабрика, 84 мең мәктәп, урта һөнәри һәм юғары уҡыу йорто, 65 мең километр тимер юлы, 16 мең самаһы паровоз, 428 мең тимер юл вагоны ҡыйратыла; 36,8 миллион гектар сәсеү майҙаны юҡҡа сыға, 267 мең берәмек ауыл хужалығы техникаһы, тиҫтәләрсә миллион баш сусҡа, һарыҡ, кәзә, ҡош-ҡорт, эре мал юғалтыла.

Тағы ла, оккупацияланған территорияларҙа булған мәҙәни ҡомартҡылар ҙур, ҡайһы берҙә кире ҡайтарып булмаған зыян күрә. Юҡ ителә йәки Германияға 1 миллион 177 мең мәҙәни ҡомартҡы сығарыла, шул иҫәптән: 427 музей талана; 1670 ҡорам, 44 мең мәҙәниәт йорто һәм китапхана емертелә; 564 меңдән ашыу художество әҫәре юғалтыла. Нацистар тарафынан сәнғәт әҫәрҙәрен урлауҙың иң билдәле осрағы — 1941 йылдың октябрендә Царское селолағы Екатерина һарайынан сығарылған гәрәбә бүлмәһе.

Һуғыштың азат итеү характеры[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөйөк Ватан һуғышының азат итеү характеры түбәндәгеләрҙә сағыла:

• Совет халҡы кешелеккә глобаль ҡурҡыныс менән янаған герман нацизмын юҡ итеүҙә хәл иткес роль уйнай;
• Совет халҡы үҙенең бойондороҡһоҙ һәм үҙаллы үҫешенә хоҡуғын яҡлай;
• Ҡыҙыл Армияның СССР территорияһы сиктәренән тыш хәрби хәрәкәттәре Европа илдәрен фашизмдан азат итеүгә һәм миллионлаған кеше ғүмерен ҡотҡарыуға булышлыҡ итә;
• Еңеү һөҙөмтәләре — Ялта-Потсдам системаһы һәм Берләшкән Милләттәр ойошмаһы кешелекте халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе яйлауҙың универсаль сараһы булараҡ һуғышты абсолютизациялауҙан азат итеүҙе аңлата.

Һуғыштың башында уҡ иң мөһим бурыс тип халыҡтарҙы фашизмдан азат итеү бурысы ҡуйыла. Артабан был бурыс Дәүләт оборона комитетының ҡарарҙарында һәм Юғары баш командующийҙың директивалары һәм бойороҡтарында аныҡлаштырыла.

Нюрнберг трибуналы хәрби енәйәттәрҙә ғәйепләнгән 19 кешегә (шул иҫәптән, 12 кешегә — үлем язаһы бирелә, 3 кеше — ғүмерлеккә иркенән мәхрүм ителә), шул иҫәптән, пропагандистарға ғәйепләү хөкөмө сығара һәм донъя кимәлендә фашизмды күренеш булараҡ ғәйепләй. Донъяны фашизм ҡурҡынысынан азат итеү ХХ быуаттың төп хәрби-сәйәси ваҡиғаһы булып тора.

СССР-ға союздаштар ярҙамы

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Британияның премьер-министры У. Черчилль СССР-ға уртаҡ дошманға ҡаршы көрәштә ярҙам итәсәген белдерә. 12 июлдә Германияға ҡаршы берлектәге ғәмәлдәр тураһында совет-британ килешеүе төҙөлә. В июле-августе 1941 йылдың июль-авгусында шундай уҡ килешеүҙәр Чехословакия һәм Польшаның эмигрант хөкүмәттәре менән төҙөлә. Польша хөкүмәте менән СССР территорияһында 1939 йылдан һуң әсирлектә булған Польша граждандары армияһы ойоштороу тураһында килешеүгә өлгәшелә.

1941 йылдың 24 сентябрендә СССР, ҡайһы бер мәсьәәләләр буйынса үҙ фекерен еткереп, Атлантик хартияға ҡушыла. 1941 йылдың 29 сентябре — 1 октябрендә Мәскәүҙә СССР, АҠШ, Бөйөк Британия вәкилдәренең беренсе өс яҡлы кәңәшмәһе үтә, ул үҙ-ара техника, ҡорал һәм башҡа тауарҙар биреү тураһындағы протокол төҙөү менән тамамлана.

«Рус. Был кеше — дуҫың. Ул азатлыҡ өсөн көрәшә», АҠШ плакаты, 1942

Союздаштар ярҙамы, нигеҙҙә, ленд-лиз программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. АҠШ һәм Бөйөк Британия СССР-ға ҡорал, техника, аҙыҡ-түлек, сеймал, медикаменттар һәм транспорт бирә. Америка мәғлүмәттәре буйынса, 1945 йылдың сентябренә ҡарата СССР-ға 14 795 самолёт, 7056 танк, 8218 зенит ҡоралы, 131 600 пулемёт, шулай уҡ йөҙҙәрсә мең автомобиль, локомотив, вагон һәм бик күп аҙыҡ-түлек, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары ебәрелә. Бөйө Британия 3384 самолёт һәм 4292 танк, Канада — 1188 танк бирә. Ҡайһы бер конвойҙы немец һыу аҫты кәмәләре юҡҡа сығара[83].

Ленд-лиз буйынса тауар биреү күләме 1941 йылда әҙ булһа (дөйөм күләмдең 0,5 проценты), 1942 йылда артып (7 процентҡа етә) 1944—1945 йылдарҙа максимумға етә. Шул уҡ ваҡытта совет яғы Көнсығыш фронтта һуғыштың төп ауырлығы СССР елкәһенә төшөүн билдәләй. Америка вәкиле Г. Гопкинс билдәләүенсә, советтар «рус армияһының ҡаһарманлығы һәм ҡаны» менән еңеүгә өлгәшә[84], а госсекретарь Э. Стеттиниус подчёркивал, что СССР заплатил «цену, не поддающуюся измерению в долларах»[85]..

СССР-ға һиҙелерлек ярҙамды Монголия күрһәтә: 500 мең баш ат (Ҡыҙыл армия ҡулланғандың 20 проценты), 500 мең тоннанан ашыу ит, ҙур күләмдә йөн, ҡыҫҡа тундар һәм башҡа әйберҙәр бирә. 30 мең баш ат Монголия халҡы тарафынан шәхси аҡсаларына һатып алынып, СССР-ға бүләк итеп тапшырыла[86].

Башҡорттар Бөйөк Ватан һуғышында

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостандан яугирҙар Бөйөк Ватан һуғышының барлыҡ фронттарында ла һуғыша. 200 мең һуғышсы орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Уларҙың 278-е Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булһа, 35-е — Дан орденының тулы кавалеры.

Кәүҙәләре менән дошман амбразураһын ҡаплаған Александр Матросов, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәм Григорий Овчинников Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Осоусы Муса Гәрәев — барлығы 250 хәрби осош яһап, Советтар Союзы Геройы исеменә ике тапҡыр лайыҡ була.

1945 йылда рейхстагты алып, уның көмбәҙенә Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙаусылар араһында Башҡортостан егете Ғазый Заһитов та булған.[87] була.

Башҡортостандыҡылар партизан хәрәкәттәрендә лә ҡатнаша. Украина партизан отрядтарында Б. Фатхинуров[88], П. Ершов, С. Хәбиров ҡатнаша. Өфө ҡалаһынан И. Александров — Белоруссияла, Чехословакияла Даян Мурзин партизан отряды ойоштора. Француз ҡаршылығында М. Шагиев, А. Гришанин, Ф. Рыбаков, Г. Чернов, В. Елистратов айырылып тора, ә А. Коляскин ике йыл Италия партизандары менән бергә һуғыша. Майор Б. Г. Нәзиров Бухенвальд концлагерында баш күтәреү ойошторған подполье төркөмө етәкселәренең береһе була[89].

Комментарийҙар
  1. Включая формирования иностранных добровольцев из стран, официально не объявлявших войну СССР:
    Испания Зәңгәр дивизия, Зәңгәр легион (Испания 1941–1944)
    Франция Француз легионы, «Шарлемань» СС бригадаһы (Франция 1941–1945)
    Хорватия Хорват легионы (Хорватия 1941–1943)
    Дания «Данмарк» СС корпусы (Дания 1941–1943)
    Норвегия Норвегия СС легионы (Норвегия 1941–1943)
    Бельгия СС-тың фламанд легионы, «Лангемарк» СС бригадаһы, дивизия СС «Лангемарк», бригада СС «Валлония», дивизия СС «Валлония» (Бельгия 1941–1945)
    Нидерланд Легион СС «Нидерланды», бригада СС «Недерланд», дивизия СС «Недерланд» (Нидерланды 1942–1945) и другие
  2. СССР-ҙың кире ҡайтарғыһыҙ юғалтыуҙарының дөйөм һанына (26,6 млн) коллаборационистар ҙа ингән.
  3. Икенсе донъя һуғышы барышында Германияның һәм уның союздаштарының дөйөм демографик юғалтыуҙары
Сығанаҡтар
  1. Марина В. В. Словакия в войне против СССР. 1941—1945 годы // Новая и новейшая история, 2011, № 4 (июль-август) — С. 35—53.
  2. Мировые войны XX века: в 4 кн. Кн. 3. Вторая мировая война: исторический очерк / Институт всеобщей истории РАН; сост. А. П. Жилин; отв. ред. В. К. Шацилло. — М.: Наука, 2005. — С. 261. — ISBN 5-02-034955-0
  3. Чернышёва О. В. Швеция в годы Второй мировой войны. — М., 1980. — С. 94.
  4. Dahlberg, Hans. I Sverige under 2:a världskriget (швед.). — Stockholm: Bonnier fakta, 1983. — ISBN 91-34-50308-0.
  5. Oleg Beyda. ‘Wehrmacht Eastern Tours’: Bulgarian Officers on the German-Soviet Front, 1941–1942 // The Journal of Slavic Military Studies. — 2020-01-02. — Т. 33, вып. 1. — С. 136–161. — ISSN 1351-8046. — DOI:10.1080/13518046.2020.1723237.
  6. Великая Отечественная война 1941–1945 годов. — М.: Кучково поле, 2012. — Т. 2. — 1008 с. — ISBN 978-5-9950-0236-9.
  7. 1 2 3 4 5 Кривошеев, Россия и СССР в войнах XX века
  8. Кривошеев и др., 2010, с. 376—377
  9. Арнтц Г. Людские потери во Второй мировой войне. — М., 1957.
  10. В России на законодательном уровне установлена также оговорка, продлевающая войну до 11 мая для участников Пражской операции
  11. 1 2 The Oxford Companion to World War II, 1995, p. 434
  12. Великая Отечественная война 1941–1945. 2 апрель 2025 тикшерелгән.
  13. Collins et al., 1990, p. 149
  14. Stahel, 2009, p. 1
  15. 1 2 Kirchubel, 2013, p. 13
  16. Военный энциклопедический словарь. — М.: Научное издательство «Большая российская энциклопедия», издательство «Рипол классик», 2002.
  17. Bergström, 2007, pp. 11
  18. История Второй мировой войны 1939—1945 / редколл., гл. ред. А. А. Гречко. — в 12 т. — М.: Воениздат, 1982. — Т. 12. — С. 33—34.
  19. Макс Хейстингс. Вторая мировая война: Ад на земле = All Hell. Let Loose The World At War 1939—1945. — М.: Альпина нон-фикшн, 2015. — P. 433. — ISBN 978-5-91671-352-7. — «поскольку англо-американские войска не сумели уничтожить армии Гитлера, а только потеснили их с оккупированной территории, Красная армия вплоть до 1945 г. оставалась, как и была с 1941 г., главным инструментом уничтожения нацизма»
  20. Bellamy, Chris. Absolute War: Soviet Russia in the Second World War. — Macmillan, 2007. — С. xix. — ISBN 978-0-375-41086-4. — «That conflict, which ended sixty years before this book’s completion, was a decisive component — arguably the single most decisive component — of the Second World War. It was on the eastern front, between 1941 and 1945, that the greater part of the land and associated air forces of Nazi Germany and its allies were ultimately destroyed by the Soviet Union in what, from 1944, its people — and those of the fifteen successor states — called, and still call, the Great Patriotic War»
  21. Bourke, 2001, p. 162
  22. Dobbs, Tucker, 2005, pp. 407
  23. Kirchubel, 2013, p. 15
  24. Barber, Harrison, 2006, pp. 224—225
  25. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 08.05.1945 "Об объявлении 9 мая Праздником Победы" (с изменениями и дополнениями) | ГАРАНТ. base.garant.ru. Дата обращения: 9 апрель 2025.
  26. А. И. Вдовин. СССР. История великой державы. История великой державы. 1922—1991: Москва : Проспект, 2018
  27. Подробности разработки плана «Барбаросса» / Великая отечественная война 1941—1945. М. 1999. т.1. Дата обращения: 23 май 2016. Архивировано из оригинала 23 май 2016 года.
  28. Подробности разработки плана «Барбаросса» / Великая отечественная война 1941—1945. М. 1999. т.1. Дата обращения: 23 май 2016. Архивировано из оригинала 23 май 2016 года.
  29. 1 2 Р. А. Исмаилов. Операция «Барбаросса» — кризис мировой войны. Дата обращения: 23 май 2016. Архивировано 17 сентябрь 2016 года.
  30. Лота В. И. Статья «Операция прикрытия „Барбароссы“» на сайте МО РФ. Дата обращения: 24 май 2016. Архивировано 29 сентябрь 2020 года.
  31. Лота В. И. Статья «Операция прикрытия „Барбароссы“» на сайте МО РФ. Дата обращения: 24 май 2016. Архивировано 29 сентябрь 2020 года.
  32. Messe,1947. Italian Ministry of Defence, 1977a
  33. Системная история международных отношений, 1918—2000: В 4 т. Т. 2. / Под ред. А. Д. Богатурова. — М.: Московский рабочий, 2000. — 516 с. — ISBN 5-89554-138-0
  34. Third Axis Fourth Ally, p. 214
  35. Hungary. Archives. USC Shoah Foundation. The Institute for Visual History and Education (2011). (инг.) Дата обращения 15 декабря 2016.
  36. Маннергейм К. Г. Мемуары / Пер с финского П. Куйиала (часть 1), Б. Злобин (часть II). — М.:Вагриус, 1999. — 500 с. — ISBN 5-264-00049-2
  37. Марина В. В. Словакия в войне против СССР. 1941—1945 годы //Новая и новейшая история, 2011, № 4 (июль-август) — С. 35—53.
  38. Дробязко С. И. Под знамёнами врага. Антисоветские формирования в составе германских вооружённых сил. 1941—1945. — М.: ЭКСМО, 2004. — 608 с. — (Энциклопедия военной истории). — 5100 экз. — ISBN 5-699-07992-0.
  39. История СССР. Дата обращения: 22 апрель 2012. Архивировано 31 март 2017 года.
  40. Борисов Н. С., Левандовский А. А., Щетинов Ю. А. Ключ к истории Отечества: Пособие для абитуриентов. — изд. 2-е, дополненное. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1995. — ISBN 5-211-03338-8.
  41. Черненко Е. Ф. Экономическая политика СССР в годы второй мировой войны: внутренние и внешние аспекты // Вестник РУДН. Серия: Международные отношения. — 2005. — № 1. — С. 54—64.
  42. Бутаков П. В. Промышленная политика СССР в годы Великой Отечественной войны // Контуры глобальных трансформаций: политика, экономика, право. — 2013. — № 4 (30). — С. 61—72.
  43. Статистический сборник № 1 (22 июня 1941 года) Института военной истории Министерства обороны Российской Федерации. 1994
  44. Данные Директивы опубликованы в сборнике документов под общим руководством А. Яковлева «Россия. XX век. 1941 г. Документы» кн. 2.
  45. Finland Cooperation with Germany Архивная копия от 27 декабрь 2007 на Wayback Machine Encyclopædia Britannica Premium, Finland, 2006
  46. Архив РГА ВМФ.— Ф. 10, д. 39324, л. 2—4.
  47. 1941 год — уроки и выводы. Глава третья. Ход военных действий на советско-германском фронте. Дата обращения: 15 март 2009. Архивировано из оригинала 19 март 2009 года.
  48. 1941 год — уроки и выводы. Глава третья. Ход военных действий на советско-германском фронте. Дата обращения: 15 март 2009. Архивировано из оригинала 19 март 2009 года.
  49. Ищенко Р. В., Спицын Е. Ю. Мифы о Великой Отечественной. Диалоги с именитыми гостями. Канал МПГУ (26 август 2019). Дата обращения: 27 ноябрь 2020. Архивировано 7 декабрь 2020 года.
  50. Козлов М. М. (под ред.) Великая Отечественная война 1941—1945: энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, 1985.
  51. Гринёв А. В. Оценка боевых качеств Рабоче-крестьянской Красной армии в 1941—1945 гг. в немецких мемуарах и аналитических материалах. Россия в глобальном мире: альманах. — СПб.: Санкт-Петербургский политехнический университет Петра Великого, 2016 — № 8 (31). — Стб. 15—42.
  52. М. Моргунов. Стальные армады. Дата обращения: 5 февраль 2022. Архивировано из оригинала 15 декабрь 2013 года.
  53. Производство танков в СССР накануне и в начале войны. Дата обращения: 5 февраль 2022. Архивировано 12 декабрь 2013 года.
  54. Ермолов А. Ю. Эвакуация предприятий советской танковой промышленности в 1941 г.: уникальное историческое явление или масштабная неудача? // Вестник Российского университета дружбы народов. Серия: История России. — М.: Изд-во РУДН, 2010. — № 2. — С. 22—35. — ISSN 2312-8674. Архивировано 20 ғинуар 2022 года.
  55. Буркхарт Мюллер-Гиллебранд. Сухопутная армия Германии, 1939—1945 гг. — М.: Изографус; Эксмо, 2002. — 800 с. — 5000 экз. — ISBN 5-94661-041-4.
  56. Кривошеев Г. Ф. и др. Россия и СССР в войнах XX века. Потери вооружённых сил: Статистическое исследование/ Под общ. ред. Г. Ф. Кривошеева. — М.: Олма-Пресс, 2001. — ISBN 5-224-01515-4. — С. 236—239.
  57. Эндрю Нагорски. 1941 — великая битва под Москвой. — М.: Эксмо, 2009. — С. 252—253.
  58. Мазуркевич Р. В. Планы и реальность (К 50-летию начала общего наступления Красной Армии зимой 1941/42 г.) // Военно-исторический журнал. — 1992. — № 2. — С.22-30.
  59. Россия и СССР в войнах XX века — Потери вооружённых сил. Дата обращения: 16 май 2007. Архивировано из оригинала 5 май 2008 года.
  60. Черненко Е. Ф. Экономическая политика СССР в годы второй мировой войны: внутренние и внешние аспекты // Вестник РУДН. Серия: Международные отношения. — 2005. — № 1. — С. 54—64.
  61. Бутаков П. В. Промышленная политика СССР в годы Великой Отечественной войны // Контуры глобальных трансформаций: политика, экономика, право. — 2013. — № 4 (30). — С. 61—72.
  62. Мягков М. Ю. и др. История России. Т. 3, 2022, с. 336—337
  63. «История Второй мировой войны 1939—1945»: в 12 томах, т. 7, стр. 512:

    В Советском Союзе в 1943 г. при производстве 32,3 млрд квт-ч электроэнергии, 5,6 млн тонн чугуна, 8,5 млн тонн стали было выпущено 24,1 тыс. танков и самоходно-артиллерийских установок, 34,9 тыс. самолётов, тогда как в Германии при производстве 44,1 млрд квт-ч электроэнергии, 27,0 млн тонн чугуна и 34,6 млн тонн стали было произведено 10,7 тыс. танков и штурмовых орудий, 25,2 тыс. самолётов.

  64. А. С. Барсенков, А. И. Вдовин. История России
  65. [1] Архивная копия от 5 май 2008 на Wayback Machine ч.5 10_1
  66. YouTube сайтында Восстановленный цветной кинофильм о Параде Победы, 1945
  67. Дружба О. Великая Отечественная война в историческом сознании советского и постсоветского обществ, Автореферат диссертации, Ростов на Дону, 2000. Дата обращения: 5 февраль 2019. Архивировано 20 май 2018 года.
  68. Самсоненко Г. Отечественная и немецкая историография о роли СССР в победе над Германией в годы Второй Мировой войны 1941—1945 гг., Автореферат диссертации, Санкт-Петербург, 2002. Дата обращения: 7 февраль 2019. Архивировано 3 апрель 2019 года.
  69. Самосват Д. Куршев А. Уроки Второй Мировой войны и основные направления её фальсификации, научно-популярный журнал «Ориентир», № 6, 2011. Дата обращения: 5 февраль 2019. Архивировано 7 февраль 2019 года.
  70. Правдюк Д. Роль США во Второй Мировой войне, История США: материалы к курсу. Дата обращения: 5 февраль 2019. Архивировано 12 ғинуар 2020 года.
  71. Воробьёва Л. Фальсификация истории Второй мировой и Великой Отечественной войн: современные процессы и тенденции// международная научно-практическая конференция «Великая Победа и современность», Тирасполь, 23-25 апреля, 2010 г. Дата обращения: 5 февраль 2019. Архивировано 7 февраль 2019 года.
  72. Бордюгов Г. Война всё спишет? Вермахт и Красная Армия: К вопросу о природе преступлений против гражданского населения / Доклад на Международной научной конференции «Опыт мировых войн в истории России», 11 сентября 2005 г., Челябинск. Архивная копия от 17 февраль 2009 на Wayback Machine — Челябинск, 2005.
  73. Кохановский, Дмитрий Иосифович Архивная копия от 3 июль 2019 на Wayback Machine // Исторический портал «Герои страны»
  74. Сенявский А. С., Сенявская Е. С., Сдвижков О. В. Освободительная миссия Красной Армии в 1944—1945 гг.: Гуманитарные и социально-психологические аспекты. Исторические очерки и документы / Отв. ред. Е. С. Сенявская; Институт российской истории РАН. — М.; СПб.: Центр гуманитарных инициатив, 2015. — 460 с. — ISBN 978-5-98712-528-1.
  75. Минобороны уточнило потери СССР в Великой Отечественной войне. Интерфакс. Дата обращения: 20 ғинуар 2018. Архивировано 21 май 2018 года.
  76. Cormac Ó Gráda. The famines of WWII (ингл.). CEPR (2 сентябрь 2019). Дата обращения: 27 декабрь 2022.
  77. Минобороны уточнило потери СССР в Великой Отечественной войне. Интерфакс. Дата обращения: 20 ғинуар 2018. Архивировано 21 май 2018 года.
  78. Группой Кривошеева на основе анализа статистических данных штаба Германии за период с 22 июня 1941 по 31 января 1945 года, а также учётных документов Генерального штаба Красной Армии о числе военнопленных, захваченных советскими войсками за этот период
  79. Россия и СССР в войнах XX века. Потери вооружённых сил: Статистическое исследование 2010 йылдың 22 июль көнөндә архивланған.
  80. Россия и СССР в войнах XX века. Потери вооружённых сил: Статистическое исследование 2010 йылдың 22 июль көнөндә архивланған. СССР Ҡораллы Көстәренең һәм көнсығыш фронтта Үҙәк илдәренең юғалтыуҙары — 11 444 100 һәм 8 649 200 кеше тәшкил итә. Юғалтыуҙар нисбәте яҡынса 1,3:1 өлөш тура килә<ref>Не считая 1,6 млн немецких солдат, взятых в плен после 9 мая 1945 года, неизвестны потери Фольксштурма, Гитлерюгенда, организации Тодта, Службы трудовой повинности, Службы имперских путей сообщения, Полиции, коллаборационистских вооружённых формирований
  81. Россия и СССР в войнах XX века. Потери вооружённых сил: Статистическое исследование 2010 йылдың 22 июль көнөндә архивланған.
  82. Борисов Н. С., Левандовский А. А., Щетинов Ю. А. Глава 28. СССР в годы Великой Отечественной войны: боевые действия, советский тыл, внешняя политика // Ключ к истории Отечества: Пособие для абитуриентов. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 1993. — С. 156. — 192 с. — 40 000 экз. — ISBN 5211026829. — ISBN 9785211026827. Архивная копия от 20 июнь 2022 на Wayback Machine
  83. Ленд-лиз / Н. Ф. Азясский // Лас-Тунас — Ломонос. — М. : Большая российская энциклопедия, 2010. — С. 227—228. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 17). — ISBN 978-5-85270-350-7.
  84. Военно-экономическое сотрудничество союзников по антигитлеровской коалиции, Энциклопедия Великой Отечественной войны Архивная копия от 23 ноябрь 2018 на Wayback Machine, Том 19, & 8, с. 600.
  85. Stettinius E. Lend-Lease: Weapon for Victory. N. Y., 1944. P. 228—229.
  86. Бурт В. Монгольский «ленд-лиз»: Верным и надёжным союзником СССР во Второй мировой войне была Монголия Архивная копия от 9 февраль 2019 на Wayback Machine // «Столетие»: информационно-аналитическое издание. — 2018. — 22 июня.
  87. История Башкортостана (1917—1990): Учебник/ Под общ. ред. Р. З. Янгузина. — Уфа, 1997. — С. 164—165. — 276 с.
  88. Партизанский отряд под под его руководством уничтожила 18 бронемашин и бронетранспортёров, потопила в Днепре 3 немецких баржи с зерном.
  89. Кульшарипов М. М. История Башкортостана: ХХ в. Учебник для 9 кл.. — Уфа: Китап, 2005. — С. 160. — 248 с.