Нормандия

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Нормандия
франц. Normandie
норманд. Normaundia
Герб
Герб
Ил Франция Франция
Статус Төбәк
Составы 5 департамент
131 кантон
2 885 коммуна
Административ үҙәге

Руан (префектура),

Кан (төбәк советы)
Иң ҙур ҡалалары Гавр, Руан, Кан
Төбәк советы президенты Эрве Морен
(2016—2021; НЦ/СДН)
Префект Фабьенн Буччо
Рәсми телдәре Рәсми: француз
Төбәк: норманд
Халҡы (2017)
3 342 467 (5,0% %, 9-сы урын)
Тығыҙлығы 111,8[1] кеше./км² (6-сы урын)
Майҙаны 29 906 км²
(5.5%[1] %, 10[1]-сы урын)
Нормандия картала
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Норма́ндия (франц. Normandie, норманд. Normaundia) — Францияның төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан төбәк һәм тарихи өлкә. 2016 йылдың 1 ғинуарында Үрге һәм Түбәнге Нормандия төбәктәренең ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Үҙенең тарихы, фермалары, алма плантациялары һәм һөт сәнәғәте, тәү сиратта Камамбер, Ливаро һәм Пон-л’Эвек сырҙары менән билдәле.

Беҙҙең эраға тиклем 27 йылда Рим императоры Октавиан Август галдарҙың ерҙәрен үҙгәртә, Калет һәм Велиокассты Лугдун-Галлия провинцияһына ҡуша, уның үҙәге Лугдун ҡалаһы (хәҙерге Лион) була. Нормандияны латинлаштырыу Рим империяһы өсөн ғәҙәти булған ысулдар ярҙамында тормошҡа ашырыла: Рим империяһындағы һымаҡ юлдар төҙөлә һәм әүҙем урбанизация сәйәсәте алып барыла.

Нормандия Бөйөк Карл империяһының бер өлөшө була, ул IX быуатта нормандарға (викингтарға) тапшырыла. Шулай итеп, Нормандия герцоглыҡ булараҡ викингтарҙың юлбашсыһы Ролло (Роберт Нормандский) тарафынан төҙөлә. «Нормандия» атамаһы Роллоның викингтарҙан, йәғни норманндарҙан килеп сығышын сағылдыра.

Роллоның нәҫеленән булған Вильгельм, Нормандия герцогы, 1066 йылда Гастингс янындағы хәл иткес алыштан һуң Англия короле була. Англияны яулап алғандан һуң норманндар Уэльс һәм Ирландияға баҫып инә башлай.

Шул ваҡыттан алып Нормандия Англия менән Франция араһында бер нисә тапҡыр бәхәс һәм ыҙғыш сығара. 1204 йылда инглиз короле Иоанн идара иткән осорҙа материк Нормандияһы Англиянан Филипп II етәкселегендәге Франция тарафынан яулап алына. утрау өлөшө (Норманд утрауҙары) Англия контроле аҫтында ҡала. 1259 йылда Англия короле Генрих III Париж килешеүенә ярашлы Францияның бөтә Нормандияны биләүенең законлылығын таный. Әммә уның вариҫтары йыш ҡына континенталь Нормандия өҫтөнән хакимлыҡты кире ҡайтарырға тырыша. Француз Нормандияһы Йөҙ йыллыҡ һуғыш барышында 1346—1360 һәм 1415—1450 йылдарҙа оккупациялана.

Лилльбонда Рим театры

1790 йылда Францияның тарихи провинциялары департаменттарға әүерелә. 1919 йылда Өсөнсө француз республикаһы осоронда Этьен Клемантель «иҡтисади райондар» ойоштора һәм хужалыҡты планлаштырыуға беренсе ынтылыш яһала.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында, 1944 йылдың 6 июнендә, Америка, Британия һәм Канада ғәскәрҙәре Нормандияға десант төшөрә, һәм Европала Икенсе фронт асыла.

1941 йылдың 30 июнендә маршал Петен хөкүмәте ведомстволарҙы берләштерә. Улар 1946 йылға тиклем ғәмәлдә була һәм 1960 йылда ҡабаттан тергеҙелә, Нормандия Үрге Нормандия һәм Түбәнге Нормандия өлкәләренә бүленә. Был структура 2015 йылға тиклем үҙгәрешһеҙ ҡала.

2014 йылда француз төбәктәренең территориаль реформаһына ярашлы[2] Үрге Һәм Түбәнге Нормандия бер төбәккә берләштерелә. Яңы төбәктең барлыҡҡа килеү датаһы тип 2016 йылдың 1 ғинуары иҫәпләнә[3].

Нормандия картаһы

Дөйөм майҙаны — 29 906 км², Франция метрополияһында ҙурлығы буйынса унынсы урында тора. Илдең төньяғында урынлашҡан. Көньяҡта һәм көньяҡ-көнбайышта Пея-де-ла-Луара, Бретань төбәктәре, көньяҡ-көнсығышта Луара үҙәне һәм Иль-де-Франс, көнсығышта О-де-Франс ҡалалары менән сиктәш. Төньяҡтан һәм көнбайыштан — Ла-Манш каналы. Төбәк аша Сена аға.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халҡы 3 342 467 кеше тәшкил итә[4]. Халыҡ тығыҙлығы (2017) — 11,8 км²-ға 111,8 кеше[5]. Төбәктең административ үҙәге — Руан, өлкә советы Канда урынлашҡан[6].

Департаменттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Департамент Герб Майҙаны Халҡы Халыҡ тығыҙлығы Префектура
14 Кальвадос
Blason département fr Calvados.svg
5548 км² 687 854 126,09 кеше/км² Кан
27 Эр
Blason département fr Eure.svg
6040 км² 591 616 99,67 кеше/км² Эврё
50 Манш
Blason département fr Manche.svg
5938 км² 499 340 87,09 кеше/км² Сен-Ло
61 Орн
Blason département fr Orne.svg
6103 км² 290 015 49,39 кеше/км² Алансон
76 Диңгеҙ буйы Сенаһы
Blason département fr Seine-Maritime.svg
6278 км² 1 253 931 203,24 кеше/км² Руан

Иң ҙур ҡалалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Крупнейшими коммунами региона (с населением более 30 тысяч жителей) являются:

Город Департамент Население (2013)[7]
1 Гавр Диңгеҙ буйы Сенаһы 172 074
2 Руан Диңгеҙ буйы Сенаһы 110 755
3 Кан Кальвадос 107 229
4 Шербур-ан-Котантен Манш 80 878
5 Эврё Эр 49 722
6 Дьеп Диңгеҙ буйы Сенаһы 30 214
  1. 1 2 3 Среди регионов метрополии
  2. Collectivités territoriales : nouvelle organisation territoriale (фр.). Assemblée Nationale (7 август 2015). Дата обращения: 1 ғинуар 2016. Архивировано 24 декабрь 2015 года.
  3. La carte à 13 régions définitivement adoptée (фр.). Le Monde (17 декабрь 2014). Дата обращения: 1 ғинуар 2016. Архивировано 15 май 2020 года.
  4. Bilan démographique 2017 : la population normande stoppe sa progression (фр.). Institut national de la statistique et des études économiques. Дата обращения: 6 ғинуар 2019. Архивировано 20 декабрь 2018 года.
  5. Panorama — Normandie (фр.). Institut national de la statistique et des études économiques. Дата обращения: 6 ғинуар 2019. Архивировано 21 ғинуар 2019 года.
  6. Les conseillers régionaux ont dit oui au nom Normandie (фр.). Ouest-France.fr (2016). Дата обращения: 6 ғинуар 2019. Архивировано 11 сентябрь 2017 года.
  7. Populations légales 2013 des départements et des collectivités d'outre-mer (фр.). Institut national de la statistique et des études économiques. Дата обращения: 28 декабрь 2015. Архивировано 20 ғинуар 2016 года.