Канада
| |||||
Милли девиз: «A Mari Usque Ad Mare» | |||||
Гимн: Канада гимны | |||||
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы | 1 июль 1867 (ТАБ тураһында акт) 11 декабрь 1931 (Вестминстер Статуты) 17 апреля 1982 (Канада Акты) (Бөйөк Британия иленән) | ||||
Рәсми телдәр | инглиз теле, француз теле | ||||
Баш ҡала | Оттава | ||||
Иң ҙур ҡалалары | Торонто | ||||
Идара итеү формаһы | конституцион монархия[1] | ||||
Дәүләт башлығы Генерал-губернатор Премьер-министр |
Charles III Мэри Саймон Стивен Һарпер | ||||
Территория • Барыһы • % һыу. |
2 урын 9 984 670 км² 8,62 | ||||
ЭТП • Бөтәһе (2021) • Кеше башына |
15 урын 2,027 трлн[2] $ 53 089[2] $ | ||||
Валюта | Канада доллары (CAD, код 124) | ||||
Интернет-домен | .ca | ||||
Телефон коды | +1 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC -3.5...-8 |
Кана́да (ингл. Canada [ˈkænədə], франц. Canada [kanaˈda]) — Төньяҡ Америкала урынлашҡан дәүләт, ҙурлығы буйынса донъяла өсөнсө урында. Атлантик, Тымыҡ һәм Төньяҡ Боҙло океандары менән йыуыла. Көньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан АҠШ, төньяҡ-көнсығыштан Дания (Гренландия) һәм көнсығыштан Франция (Сен-Пьер һәм Микелон) менән сиктәш. Канада менән АҠШ сиге — донъялағы иң оҙон дәүләт-ара сик.
Халыҡ һаны буйынса донъяла 37-се ил (2023 йылдың 1 февраленә 39 432 111 кеше[3]
Канада — инглиз һәм француз телдәре федераль кимәлдә рәсми тип таналған, ике телле, мәҙәниәте күп ҡырлы, парламентар системалағы конституцион монархия иле. Канаданың иҡтисады күп тармаҡлы, тәбиғи ресурстарға һәм сауҙаға нигеҙләнгән, сәнәғәте технологик яҡтан киң үҫешкән ил.
Этимологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Канада атамаһы kanata һүҙенән килеп сыҡҡан, ул «ултыраҡ», «ауыл» һәм «ер», «ер» тигәнде аңлата[4][5]. Улар — Жак Картье Гаспела 1534 йылдың йәйендә үҙҙәренең йәйге лагерында осратҡан тәүге индеецтар (минго ҡәбиләһе телендә kanötayë' — «ауыл, ҡала»[6] һәм онондага ҡәбиләһе телендә ganatáje — «ҡала»[7]). 1535 йылда хәҙерге Квебек ҡалаһы ерендә йәшәүселәр, был һүҙҙе Стадакон ауылына ебәрер өсөн ҡулланған[8]). Картье экспедициянан һуң күп тә үтмәй лаврентий ҡәбиләһе эҙһеҙ юғала. Бының сәбәптәре тураһында бер нисә фараз бар, шул иҫәптән европалылар индергән ауырыуҙар һәм гурондар йәки ирокез конфедерацияһы тарафынан баҫып алына, әммә уларҙың береһе лә аныҡ ҡына раҫланмаған[9].
Физик-географик ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Канада Төньяҡ Американың күпселек өлөшөн биләй. Ҙурлығы буйынса донъяла икенсе ил. Дөйөм майҙаны 9 984 670 км² тәшкил итә, шуларҙың 9 053 507 км² — ҡоро ер[10]. Илдең территорияһына 52 меңдән ашыу утрау инә, шуларҙың иң ҙуры — Баффин Еренең майҙаны 0,5 миллион километрҙан ашыу тәшкил итә. Илдең дөйөм майҙанының 27 проценттан ашыуы урман сигенән төньяҡтараҡ урынлашҡан[11]. Канадала донъялағы иң төньяҡ даими кеше ултырағы Алет (Нунавут), Элсмир утрауының төньяҡ осонда, Төньяҡ полюстан 817 км алыҫлыҡта, Канада Ҡораллы Көстәре базаһы урынлашҡан[12].
Канада Атлантик океандан (Баффин һәм Лабрадор диңгеҙҙәре менән) көнсығыштан көнбайышта Тымыҡ океанға һәм илдең төньяғында Бофорт диңгеҙе менән Төньяҡ Боҙло океанға тиклем һуҙыла[13][14]. Ил территорияһының көнсығыштан көнбайышҡа табан иң ҙур оҙонлоғо — Ньюфаундленд утрауындағы Спир мороно һәм Аляска менән Юкон сиге араһы - 5514 км, ә төньяҡтан көньяҡҡа — Элсмир утрауындағы Колумбия мороно һәм Эри күлендәге (Онтарио) Мидл утрауы араһы - 4634 км[11]. Канаданың Арктика архипелагының яр буйын индереп, яр буйы һыҙығының оҙонлоғо 202 мең километрҙан ашыу — донъяла иң юғары күрһәткес. 2022 йылдың июненә тиклем Канаданың бер генә дәүләт (Америка Ҡушма Штаттары) менән ҡоро ер сиге була. Канада менән АҠШ араһындағы ҡоро ер сигенең дөйөм оҙонлоғо — 8891 км (шул иҫәптән Аляска менән 2475 км)[10]. 2022 йылдың июнендә Канада һәм Дания Арктикалағы Ганс утрауын бүлешә, шулай итеп Дания Канада менән ҡоро ер сигенә эйә булған икенсе ил була (оҙонлоғо яҡынса 1 км)[15]. Диңгеҙ буйынса Канада Франция (Сен-Пьер һәм Микелон) менән сиктәш[13].
Рельефы и ер аҫты байлыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Британ энциклопедияһына ярашлы, Канада территорияһы 6 физик-географик зонаға бүленә: Канада ҡалҡаны, эске тигеҙлектәр, Бөйөк күлдәр һәм Изге Лаврентий йылғаһы уйһыулығы, Аппалачи тауҙары, Көнбайыш Кордиллерҙар һәм Канаданың Арктика архипелагы[13].
Канада рельефын схематик яҡтан диаметры 5,2 мең км-ҙан ашыу булған киң депрессия тип күрһәтергә мөмкин, шулай уҡ АҠШ территорияһының бер өлөшөн биләй. Депрессияның уйһыу өлөшө диңгеҙ кимәленән 600 м юғары бейеклектәге Канада ҡалҡанын барлыҡҡа килтерә, уның иң тәрән үҙәк өлөшөндә Гудзон ҡултығы урынлашҡан. Барлыҡҡа килгән «ҡалҡандың» ситтәре көнбайышта көнсығыштағыға ҡарағанда юғарыраҡ[13].
Канада ҡалҡаны илдең дөйөм майҙанының яҡынса яртыһын биләй. Ул - боронғо Прекамбрия тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән һәм һуңғы боҙлоҡ дәүерендә уңдырышлы тупраҡ ҡатламын юғалтҡан ташлы өлкә. Канада ҡалҡаны тирәләй ултырма тоҡомдарҙан торған уйһыулыҡтар. Канада ҡалҡанынан көньяҡ-көнсығышҡа табан Бөйөк күлдәр менән йәнәш һәм Изге Лаврентий йылғаһы үҙәне буйлап һуҙылған уйһыулыҡтар урынлашҡан. Былар майҙаны буйынса сағыштырмаса ҙур булмаған уйһыулыҡтар, унда халыҡ тығыҙ урынлашҡан һәм ере уңдырышлы, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы үҫешкән.
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1867 йыл — Бөйөк Британия илгә доминион статусын бирҙе.
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
|
2021 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Канадала 36 991 981 кеше йәшәгән, был 2016 йыл менән сағыштырғанда 5,2 процентҡа артыҡ. Халыҡ һаны буйынса Канада донъяла 38-се урынды биләй[10], һәм халыҡ тығыҙлығы (1 км²-ға яҡынса 4,2 кеше) — донъяла иң түбәндәрҙең береһе[25].
Майҙаны ҙур булыуға ҡарамаҫтан, Канада халҡының яҡынса 80 проценты АҠШ сигенән 150 км алыҫлыҡта йәшәй[26].
Ҡоролош[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөгөнгө көндә Канада 10 провинция һәм 3 территорияны берләштергән федератив дәүләт.
Провинциялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Флагы | Гербы | Провинция | Почта коды |
Баш ҡала[27] | Иң эре ҡала (халыҡ буйынса)[28] |
Конфедерацияға инеү | Халыҡ (2011)[29] |
Майҙан, ҡоро ер (км2)[30] | Майҙан, һыу (km2)[30] | Майҙан, тотош (km2)[30] | Тел[31] | Канада Парламенты: Общиналар палатаһында вәкилдәр һаны[32] |
Канада Парламенты: Сенатта вәкилдәр һаны[32] |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Файл:Arms of Ontario.svg | Онтарио | ON | Торонтo | Торонто | 1 июль, 1867 | 12,851,821 | 917,741 | 158,654 | 1,076,395 | EnglishA | 106 | 24 | |
Файл:Arms of Québec.svg | Квебек | QC | Квебек ҡалаһы | Монреаль | 1 июль, 1867 | 7,903,001 | 1,356,128 | 185,928 | 1,542,056 | FrenchB | 75 | 24 | |
Яңы Шотландия | NS | Галифакс | HalifaxC | 1 июль, 1867 | 921,727 | 53,338 | 1,946 | 55,284 | EnglishD | 11 | 10 | ||
Нью-Брансуик | NB | Фредериктон | Сент-Джон | 1 июль, 1867 | 751,171 | 71,450 | 1,458 | 72,908 | EnglishE FrenchE |
10 | 10 | ||
Файл:Arms of Manitoba.svg | Манитоба | MB | Виннипег | Виннипег | 15 июль, 1870 | 1,208,268 | 553,556 | 94,241 | 647,797 | EnglishA,F | 14 | 6 | |
Британ Колумбияһы | BC | Виктория | Ванкувер | 20 июль, 1871 | 4,400,057 | 925,186 | 19,549 | 944,735 | EnglishA | 36 | 6 | ||
Эдуард Принцы Утрауы | PE | Шарлоттаун | Шарлоттаун | 1 июль, 1873 | 140,204 | 5,660 | 0 | 5,660 | EnglishA | 4 | 4 | ||
Файл:Shield of arms of Saskatchewan.svg | Саскачеван | SK | Реджайна | Саскатун | 1 сентябрь, 1905 | 1,033,381 | 591,670 | 59,366 | 651,036 | EnglishA | 14 | 6 | |
Альберта | AB | Эдмонтон | Калгари | 1 сентябрь, 1905 | 3,645,257 | 642,317 | 19,531 | 661,848 | EnglishA | 28 | 6 | ||
Файл:Arms of Newfoundland and Labrador.svg | Ньюфаундленд һәм Лабрадор | NL | Сент-Джон | St. John’s | 31 март, 1949 | 514,536 | 373,872 | 31,340 | 405,212 | EnglishA | 7 | 6 | |
Бөтә провинциялар | 33 369 423 | 5 499 918 | 563 013 | 6 062 931 | — | 305 | 102 |
Иҫкәрмәләр:
- A.↑ Де-факто; Француз теле лә конституция буйынса рәсми тел тип һанала
- B.↑ Де-факто; Инглиз теле лә конституция буйынса рәсми тел тип һанала
- C.↑ Иң эре муниципалитет
- D.↑ Яңы Шотландияла билингво муниципалитеттар бик әҙ, ләкин бар
- E.↑ 16 раздел, Канада Конституцияһы
- F.↑ Манитоба Акты
Квебек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Квебе́к (ингл. Quebec, МФА: [kwəˈbɛk] или [kəˈbɛk], франц. Québec МФА (фр.): [ke.bɛk]) — Канаданың майҙан буйынса иң эре провинция. Баш ҡала — Квебек, 735 мең кеше. Иң эре ҡала — Монреаль.
Халыҡ — 7,8 миллион кеше.
Территориялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Канадаға иммиграция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Канадаға Иммиграция — Канадаға халыҡтын күсеүе, иммиграция процессы.
Канада — иммигранттар иле. Канаданың юғары үсешле, этник дискриминацияһыҙ һәм конфликтһыҙ ил тип глобаль репутацияһы бар. 2006 йылда Канада 236 756 иммигрант ҡабул итте. Беренсе 10 илдәр-лидерҙар: Ҡытай (28 896), Индия (28 520), Филиппин (19 718), Пакистан (9808), АҠШ (8750), Бөйөк Британия (7324), Иран (7195), Көньяҡ Корея (5909), Колумбия (5382) һәм Шри-Ланка (4068)[34].
Артабан Франция (4026), Марокко (4025), Румыния, Рәсәй, Алжир бара. Һәр ил 3500 иммигрант бирҙе[35].
1976 йылда Канадала Эммиграция Законы, 2002 — Ҡасаҡтар тураһында Закондар ҡабул ителә.
2010 йылда илдә 34 миллион кеше тормош күрә[36]. Халыҡ үсеше — 5,6 %.
Иммиграция категориялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҡтисад иммигранттар[37].
Ғаилә. Ҡасаҡтар . Иммигрант Канадала 1095 көн йәшәһә (3 йыл), мотлаҡ Канада гражданы булырға тейеш[38].
Рәсәйҙә Канада Илселеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәйҙә Канада Илселеге — Канаданың РФ-ла дипломатик миссияһы. Илсе: Джон Слоан (John C. Sloan). Илселек йорто Хамовникила, Староконюшенный тыҡрығында Н. И. Казаков йортонда тора. 1898 йылда мәскәй архитекторы К. К. Гиппиус (1864—1941) проекты буйынса төҙөлә, эклектика һәм модерн стиле.
- Адрес: Староконюшенный переулок, дом 23, Москва, 119002, Россия (Старый Арбат ур. янында, «Кропоткинская» метро станцияһы)[39].
- Дипломат автомобиль индексы: 003.
РФ-ла илселәр
- Ральф Лисишин (Ralph Lysyshyn; 2006—2010)
- Джон Слоан (John C. Sloan; 2011 йылдан)
Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Милли валюта — Канада доллары. 1970 йылдан Канаданың доллары курсы йөҙөүсән; был ваҡыт эсендә минималь курс 0,62 АҠШ доллары (2002 йылда) тәшкил итә, ә максималь — 1,07 АҠШ доллары (2007 йылда)[40].
Канада иҡтисады донъяла иң үҫешкән иҡтисадтар иҫәбенә инә. 2020 йыл иҫәпләүҙәре буйынса, Канаданың реаль ЭТП-һы 1,742 триллион АҠШ доллары тәшкил итә, был күрһәткес буйынса ил донъяла 15-се урынды биләй. Йән башына реаль килем 2020 йылда 45,9 мең доллар тәшкил итә — донъяла 34-се күрһәткес[10]. Иҡтисад структураһы һиҙелерлек үҙгәрештәр кисерә. Әгәр 1870 йылда иҡтисадтың иң мөһим секторы булып ауыл хужалығы торһа (37 %, хеҙмәтләндереү өлкәһендә — 36 %, сәнәғәттә — 22 % һәм тәбиғи ресурстар сығарыуҙа — 4 %), 1997 йылға Канада иҡтисады индустриаль һыҙаттар ала. Дөйөм милли продукттың 2/3 өлөшө һәм уның эшсе көстәренең 3/4 өлөшө самаһы хеҙмәтләндереү өлкәһенә тура килә. Милли продуктта сәнәғәттең өлөшө — 18 процент. Эшсе көстәр — 15,5 процент. Ауыл хужалығы һәм тәбиғи ресурстар милли продукттың 15 проценттан кәмерәк өлөшөн һәм эшсе көстәрҙең 5 проценттан саҡ ҡына күберәк өлөшөн тәшкил итә[41]. 2010 йылда Канадала хеҙмәт күрһәтеү өлкәһендә дөйөм халыҡтың 39 проценты, сәнәғәт етештереүендә — 10 %, ауыл хужалығында — 1 % эшләй[42]. Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң тәүге ярты быуат эсендә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар һанының артыуы иҫәбенә эш көсө составында ҡатнашыу кимәле 55 % алып 64,8 % тиклем артҡан (ҡатын-ҡыҙҙар араһында — 24,7 % алып 57,4 % тиклем)[41]. 1980-се йылдарҙың беренсе яртыһында 9,9 процентҡа еткән милли эшһеҙлек кимәле шул ваҡыттан алып кәмей бара[41] һәм 2019 йылда 5,67 % тип баһалана[10].
Канадала, башҡа алдынғы иҡтисадтарҙағы кеүек үк, Джини коэффициенты — халыҡтың иң бай һәм ярлы ҡатламдары араһында килем тигеҙһеҙлеге индексы әкренләп арта бара. Әммә 2020 йылдар башында Канадала ул Ҙур Ете илдәрендә иң түбәне булып ҡала, ә Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы илдәре араһында ул дәүләт тарафынан табышты ҡайтанан бүлгәнгә тиклем 9-сы урынды һәм ошо ҡайтанан бүлеүҙән һуң исемлектең уртаһына яҡыныраҡ урынды биләй[43].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Атлас мира: Максимально подробная информация / Руководители проекта: А. Н. Бушнев, А. П. Притворов. — М.: АСТ, 2017. — С. 76. — 96 с. — ISBN 978-5-17-10261-4.
- ↑ 2,0 2,1 Report for Selected Countries and Subjects: October 2021 (ингл.). International Monetary Fund. Дата обращения: 14 декабрь 2021. Архивировано 14 декабрь 2021 года.
- ↑ Canada's population clock (real-time model)
- ↑ Origin of the Name, Canada (ингл.). Canadian Heritage (Government of Canada) (27 апрель 2011). Архивировано 27 июль 2013 года.
- ↑ Rayburn A. Canada: A Native Name from the Land // Naming Canada: Stories about Canadian place names (инг.). — Toronto: University of Toronto Press, 2001. — P. 13—17. — ISBN 0-8020-8293-9.
- ↑ Mingo (see-001) kanötayë’ 2016 йылдың 25 август көнөндә архивланған. PanLex.
- ↑ Zeisberger D. Essay of an Onondaga Grammar (инг.) // The Pennsylvania Magazine of History and Biography. — 1888. — Vol. 11. — P. 444.
- ↑ Maura J. F. Nuevas aportaciones al estudio de la toponimia ibérica en la América Septentrional en el siglo XVI (исп.) // Bulletin of Spanish Studies. — Routledge, 2009. — V. 86, no 5. — P. 577—603. — DOI:10.1080/14753820902969345.
- ↑ Gagné M. St Lawrence Iroquoians (ингл.). The Canadian Encyclopedia (19 март 2018). Архивировано 30 апрель 2022 года.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Canada (ингл.). The World Factbook. Central Intelligence Agency.
- ↑ 11,0 11,1 Geography (ингл.). Statistics Canada (7 октябрь 2016). Архивировано 29 апрель 2022 года.
- ↑ Struzik E. Alert (ингл.). The Canadian Encyclopedia (27 август 2021). Архивировано 21 декабрь 2021 года.
- ↑ 13,0 13,1 13,2 13,3 Land of Canada (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 27 апрель 2022.
- ↑ Канада / Черкасов А. И. и др. // Исландия — Канцеляризмы. — М. : Большая российская энциклопедия, 2008. — С. 665. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 12). — ISBN 978-5-85270-343-9.
- ↑ Hopper T. Canada to get new land border with Denmark as decades-long Hans Island dispute ends (ингл.). National Post (13 июнь 2022). Архивировано 13 июнь 2022 года.
- ↑ 16,000 16,001 16,002 16,003 16,004 16,005 16,006 16,007 16,008 16,009 16,010 16,011 16,012 16,013 16,014 16,015 16,016 16,017 16,018 16,019 16,020 16,021 16,022 16,023 16,024 16,025 16,026 16,027 16,028 16,029 16,030 16,031 16,032 16,033 16,034 16,035 16,036 16,037 16,038 16,039 16,040 16,041 16,042 16,043 16,044 16,045 16,046 16,047 16,048 16,049 16,050 16,051 16,052 16,053 16,054 16,055 16,056 16,057 16,058 16,059 16,060 16,061 16,062 16,063 16,064 16,065 16,066 16,067 16,068 16,069 16,070 16,071 16,072 16,073 16,074 16,075 16,076 16,077 16,078 16,079 16,080 16,081 16,082 16,083 16,084 16,085 16,086 16,087 16,088 16,089 16,090 16,091 16,092 16,093 16,094 16,095 16,096 16,097 16,098 16,099 16,100 16,101 16,102 16,103 16,104 16,105 16,106 16,107 16,108 16,109 16,110 16,111 16,112 16,113 16,114 16,115 16,116 16,117 16,118 16,119 16,120 16,121 16,122 16,123 16,124 16,125 16,126 16,127 16,128 16,129 16,130 16,131 16,132 16,133 16,134 16,135 16,136 16,137 16,138 16,139 16,140 16,141 16,142 16,143 16,144 Estimated population of Canada, 1605 to present — Статистическая служба Канады.
- ↑ 17,0 17,1 17,2 17,3 17,4 17,5 17,6 17,7 17,8 Population of Canada, by province, census dates, 1851 to 1976 — Статистическая служба Канады.
- ↑ 18,00 18,01 18,02 18,03 18,04 18,05 18,06 18,07 18,08 18,09 18,10 18,11 18,12 18,13 18,14 18,15 18,16 18,17 18,18 18,19 18,20 18,21 18,22 18,23 18,24 18,25 18,26 18,27 18,28 18,29 18,30 18,31 18,32 18,33 18,34 18,35 18,36 18,37 18,38 18,39 18,40 18,41 18,42 18,43 18,44 18,45 18,46 18,47 18,48 18,49 18,50 18,51 18,52 18,53 18,54 18,55 18,56 18,57 Бөтә донъя банкы мәғлүмәттәре базаһы — Донъя банкы.
- ↑ 19,00 19,01 19,02 19,03 19,04 19,05 19,06 19,07 19,08 19,09 19,10 19,11 19,12 19,13 19,14 19,15 19,16 19,17 19,18 19,19 19,20 19,21 19,22 19,23 19,24 19,25 19,26 19,27 19,28 19,29 19,30 19,31 19,32 19,33 19,34 19,35 19,36 19,37 19,38 19,39 19,40 19,41 19,42 19,43 19,44 19,45 19,46 https://www150.statcan.gc.ca/n1/pub/98-187-x/4151287-eng.htm
- ↑ Перепись населения Канады 2011 года
- ↑ Статистическая служба Канады — 1971.
- ↑ Статистическая служба Канады — 1971.
- ↑ 2016 Census topic: Population and dwelling counts — Статистическая служба Канады.
- ↑ 2021 Census of Population key indicators by geography: Canada — Статистическая служба Канады.
- ↑ Canada Population 2022 (Live) (ингл.). World Population Review. Дата обращения: 15 май 2022. Архивировано 15 май 2022 года.
- ↑ Custred G. Security Threats on America's Borders // Immigration policy and the terrorist threat in Canada and the United States (инг.) / Edited by Alexander Moens and Martin Collacott. — Vancouver: Fraser Institute, 2008. — P. 96. — ISBN 0889752354.
- ↑ Provinces and Territories . Government of Canada (2013). Дата обращения: 6 август 2013. 2010 йылдың 9 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Place name. Census Profile . Statistic Canada (2013). Дата обращения: 6 август 2013.
- ↑ Population and dwelling counts, for Canada, provinces and territories, 2011 and 2006 censuses . Statistic Canada (2012). Дата обращения: 8 февраль 2012. 2020 йылдың 19 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ 30,0 30,1 30,2 Land and freshwater area, by province and territory . Statistics Canada (2005). Дата обращения: 4 август 2013. 2011 йылдың 24 май көнөндә архивланған.
- ↑ Official Language Policies of the Canadian Provinces . Fraser Institute (2012). Дата обращения: 6 август 2012.
- ↑ 32,0 32,1 Guide to the Canadian House of Commons . Parliament of Canada (2012). Дата обращения: 6 август 2013. 2019 йылдың 7 ғинуар көнөндә архивланған.
- ↑ Statistics Canada 2008 йылдың 8 ғинуар көнөндә архивланған. — immigration from 1851 to 2001
- ↑ Отчёт о демографическом сотоянии Канады в 2005 и 2006 гг 2008 йылдың 5 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Халыҡ Канады. Statistics Canada. 2006
- ↑ Beauchesne, Eric. We are 31,612,897 . National Post (13 март 2007). Дата обращения: 13 март 2007. Архивировано 21 август 2011 года. 2016 йылдың 15 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Ежегодная иммиграция в Канаду
- ↑ Становясь гражданином Канады 2010 йылдың 5 май көнөндә архивланған.
- ↑ Посольство Канады в России
- ↑ Boothe P. (updated by Yarhi E.). Canadian Dollar (CAD) (ингл.). The Canadian Encyclopedia (17 ғинуар 2018). Архивировано 14 май 2022 года.
- ↑ 41,0 41,1 41,2 Watson W. Economy (ингл.). The Canadian Encyclopedia (29 июнь 2015). Архивировано 13 май 2022 года.
- ↑ Дроздюк А. Логистическая кривая. — Торонто: Choven, 2019. — С. 36—38. — ISBN 978-0-9866300-2-6.
- ↑ International Monetary Fund. Western Hemisphere Dept. Income Inequality: Where do we Stand? (инг.) // Canada Selected Issues. — 2021. — Iss. 55. — DOI:10.5089/9781513574295.002.