Коста-Рика
| |||||
Девиз: «Йәшәһен тыныслыҡ һәм хеҙмәт!» | |||||
Гимн: «Хәйерле Ватан, һинең иҫ киткес флагың» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | 15 сентябрь 1821 ( Испаниянан) | ||||
Рәсми тел | испан | ||||
Баш ҡала | Сан-Хосе | ||||
Идара итеү төрө | Президент республикаһы[1] | ||||
Президент | {{{Етәкселәр}}} | ||||
Дәүләт дине | Католицизм | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө |
125 51 100 км² 0,7 | ||||
Халыҡ • Һаны (2010) • Халыҡ тығыҙлығы |
4 253 897 чел. (122) 85 чел./км² | ||||
Валюта | Колон (CRC, код 188) | ||||
Интернет-домен | .cr | ||||
Код ISO | CR | ||||
МОК коды | CRC | ||||
Телефон коды | +506 | ||||
Сәғәт бүлкәте | -6 |
Коста-Рика (исп. Costa Rica. [ˈko̞sta ˈrika] — бай яр буйы[3]), рәсми атамаһы — Коста-Рика Республикаһы (исп. República de Costa Rica [re̞ˈpuβ̞lika ð̞e̞ ˈko̞sta ˈrika]) — Үҙәк Америкалағы дәүләт. Төньяҡта Никарагуа һәм көньяҡ-көнсығышта Панама илдәре менән сиктәш. Тымыҡ океан — көньяҡтан һәм көнбайыштан, ә Кариб диңгеҙе көнсығыштан ярҙарын йыуа.
Хатта Үҙәк Америка стандарттары буйынса Коста-Рика — бәләкәй генә ил: төбәктең 2 иле генә (Сальвадор һәм Белиз) майҙаны буйынса бәләкәйерәк, ә 2 ил (Панама һәм Белиз) халҡы аҙыраҡ. Үҙәк Америка дәүләттәре араһында йәшәү кимәле буйынса ул, Панаманан ғына ҡалышып, 2-се урынды биләй. Коста-Риканың баш ҡалаһы — Сан-Хосе ҡалаһы (288 мең кеше).
2022 йылға ҡарата, Бөтә донъя ЦРУ факттары китабы баһалауынса, Коста-Рика — халыҡ һаны буйынса донъяла 124-се ил (5 204 411 кеше)[4]. Коста-Рика халҡының дин буйынса составы буйынса 2021 йылға: католиктар — 47,5 %, динһеҙҙәр — 27 %, протестанттар — 22,5 %, башҡа христиан конфессияларын яҡлаусылар — 2,6 %, башҡа дин яҡлылар йәки конфессиялар яҡлылар — 0,4 %[4][5][6][7].
Үҙенең урынлашыуына ҡарамаҫтан, Коста-Рика күбеһенсә «аҡ» ил булып тора. Коста-Рика 1948 йылда уҡ армияны файҙаланыуҙан бөтөнләй баш тартҡан Америкалағы берҙән-бер нейтраль дәүләт булып тора. Шул ваҡыттан алып илдә полиция берҙән-бер көс структураһы булып ҡала. Коста-Рика, Панама, Уругвай һәм Чили (Кариб төбәгенең ҡайһы бер утраулы дәүләттәренән тыш) менән бер рәттән, Латин Америкаһында демократик, коррупцияға бирелмәгән, хәүефһеҙ һәм бай илдәрҙең береһе һанала[8].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Колумбҡа тиклемге осорҙа Коста-Риканың күпселек өлөшөндә уэттар һәм брибриҙар йәшәй.
Коста-Рика 1502 йылда Христофор Колумб тарафынан Америкаға дүртенсе сәйәхәте ваҡытында асыла. Испан колонизацияһы яҡынса 1530 йылда башлана.
Испандарҙың төпләнеүе һәм был колонияның иҡтисади үҫеше илдең климат шарттары менән бәйле ҡыйынлыҡтар менән бәйле, шулай уҡ инглиз һәм голланд пираттарының һөжүмдәре арҡаһында (Англия һәм Голландия властары тарафынан хуплана) бик әкрен бара . XVII быуат аҙағынан алып XIX быуат уртаһына тиклем испандарға һөжүм итәләр. Инглиздәр шулай уҡ Коста-Рикаға мискито индеецтарына (хәҙерге Никарагуаның көнсығыш ярынан) һөжүмдәр ойоштора. Бынан тыш, яулап алынған индеецтар ерҙәрендә алтын миҡдары түбән булғанлыҡтан, колонизаторҙар әллә ни ҡыҙыҡһынмайҙар.
1560—1570 йылдарҙа уэтар һәм брибри ҡәбиләләре испандар тарафынан тулыһынса яулап алынмаған була. Көнбайыш уэтарҙар территорияһы Тымыҡ океан ярҙарына тиклем һуҙылған, уларҙың хакимы — Гарабито (Гуарабито), ә көнсығыш хакимы — Эль-Гуарко була. XVI быуатта испан күскенселәре Коста-Риканың Үҙәк яҫы таулығын урынлаштыралар, быға тиклем унда, шулай уҡ бөтә ил буйынса индеецтар аҙ була.
Илдең файҙалы ҡаҙылмаларға һәм климат шарттарына ярлы булыуы арҡаһында Коста-Рикала башлыса Испанияның ярлы иммигранттарының төпләнә, был ҙур булмаған плантациялар (Америкалағы Испанияның башҡа колонияларындағы кеүек) түгел, ә бәләкәй йәки урта хужалыҡтар булдырыуға килтерә.
Был ваҡ хужалыҡтар бойҙай, кукуруз, шәкәр ҡамышы, тәмәке, борсаҡ, какао һәм башҡа ҡайһы бер культуралар үҫтергән. 1808 йылда Коста-Рикаға Кубанан ҡәһүә ағастарының тәүге үҫентеләре килтерелә, тиҙҙән улар киң таралыу ала.
Негр ҡолдары Коста-Рикаға ваҡ хужалыҡтарҙың ярлы булыуы арҡаһында килтерелмәй тиерлек, әммә илдә, башлыса Атлантик яр буйында — ҡасҡан ҡолдарҙан һәм пираттарҙан торған негрҙар һәм мулаттар төпләнә. Ҡара тәнлеләрҙең төп өлөшө Кариб диңгеҙе яры буйында 1868—1870 йылдарҙа диңгеҙ-ара тимер юлын төҙөү менән бәйле килә.
1563 йылда испандар, бойондороҡһоҙлоҡ алғанға тиклем, 1821 йылға тиклем колонияның баш ҡалаһы булған Картаго ҡалаһына нигеҙ һалған. XIX быуат башында испан колонияларында азатлыҡ һуғыштары башлана, был Коста-Риканың тыныс тормошона йоғонто яһамай тиерлек.
1814 йылда Коста-Рикаға элек Никарагуаныҡы булған Гуанакасте провинцияһы ҡушыла. 1825 йылдың 25 июлендә урындағы референдумда уның ҡушылыуы раҫлана. Был көн милли байрамдарҙың береһенә әүерелә. Коста-Рикаға ҡушылыу тураһында ҡарар Никарагуанан айырылған ҙур партияныҡы булғанлыҡтан, байрам «Никоя партияһына ҡушылыу» тип атала.
1821 йылдың 15 сентябре — Коста-Риканың бойондороҡһоҙлоҡ көнө. Был көндө Гватемаланың Генераль хөкүмәтендә Испаниянан бойондороҡһоҙлоҡ актына ҡул ҡуйыла һәм яҡындағы колонияларға ебәрәләр. Атлы сапҡын Коста-Рикаға ике ай бара, тап шул ваҡытта ғына ил үҙе сәйәси йәһәттән эҙләмәгән бойондороҡһоҙлоғо тураһында белә. Тиҙҙән үҙәк Американың башҡа илдәре: Гватемала, Гондурас, Никарагуа һәм Сальвадор менән берләшә һәм Мексика империяһына ҡушыла, ул тарҡалғандан һуң федерация 1838 йылға тиклем ғәмәлдә була. 1824 йылда баш ҡаланы Сан-Хосеға күсерергә ҡарар ителә, ләкин был ҡала тик 1950 йылдан алып ҡына әүҙем үҫешә башлай.
1844 йылда беренсе конституция ҡабул ителә. 1856 йылда Никарагуала власты баҫып алған һәм үҙен президент тип иғлан иткән Америка авантюрисы Уильям Уокер Коста-Рикаға һөжүм итергә ҡарар итә. Уны ашығыс рәүештә йыйылған ирекмәндәр хәрби отряды туҡтата. Коста-риканлылар Уокерҙы үҙ территорияһынан ҡыуып сығара һәм уны Никарагуаның Ривас ҡалаһына тиклем эҙәрлекләй. Ундағы алышта милли герой Хуан Сантамария айырылып тора.
1859—1870 йылдарҙа бер нисә президент алмашына. 1871 йылда президент Томас Гутьеррес үлем язаһын бөтөрә һәм сит ил инвестицияларын хуплаған яңы конституция ҡабул итә. Американың «Юнайтед фрут» компанияһы, ерҙе һатып алып, Коста-Рикаға экспансияһын башлай. Был компания Коста-Рикала кофе, банан, какао, ананас һәм башҡа культураларҙан тыш ҙур экспорт етештереүен ойоштора. Компания шулай уҡ Коста-Рикала тимер юл селтәре төҙөй.
1930 йылдарҙа һул хәрәкәттәр көсәйә. Икенсе яҡтан, Гитлер яҡлы йүнәлеш яҡлылар Коста-Риканың нацистар партияһын ойоштора. 1941 йылда Коста-Рика, Латин Америкаһының күпселек илдәре кеүек үк, гитлер коалицияһына ҡаршы һуғыш иғлан итә, әммә фронтҡа үҙенең бер нисә осоусыһын — Франция һәм АҠШ ғәскәрҙәре составында ебәреп кенә ҡатнаша.
1948—1949 йылдарҙа Коста-Рикала граждандар һуғышы бара. Уның һөҙөмтәһендә регуляр хәрби көстәрҙе бөтөрөү тураһында закон ҡабул ителә[9][10][11]. 1948 йылдан Коста-Рикала армия юҡ, бары тик полиция ғына. 1955 йылда элекке президент һәм уның яҡлылар Коста-Рикаға хәрби һөжүм ойоштора. Уға Куба диктаторы Батиста һәм төбәктең башҡа диктаторҙары ярҙам итә. Коста-Рика президенты Хосе Фигерес Феррер Америка дәүләттәре ойошмаһына мөрәжәғәт итә, һәм баҫып инеү туҡтатыла.
1970-се йылдарҙа хаҡтарҙың ҡәһүәгә төшөүе һәм нефткә хаҡтарҙың күтәрелеүе арҡаһында ил иҡтисади яҡтан тотороҡһоҙ була, шул уҡ ваҡытта ил Үҙәк Америка төбәгендә иң тотороҡлораҡ булып ҡала.
1990 йылда президент итеп атаһы быға тиклем президент булған Кальдерон һайлана.
2009 йылдың 19 мартында Коста-Рика президенты Оскар Ариэс үҙ иленең 50 йыл самаһы элек өҙөлгән Куба менән бәйләнештәрен яңыртыуы тураһында белдерә. Оскар Арис — Тыныслыҡ буйынса Нобель премияһы лауреаты.
2010 йылдың 7 февралендә рәсми рәүештә ил тарихында беренсе ҡатын-ҡыҙ-президент — Лаура Чинчилья һайлана, ә 8 майҙа рәсми рәүештә вазифаһын биләй[12].
2014 йылдың 8 майынан «Граждандар әүҙемлеге» партияһы вәкиле Луис Гильермо Солис президент була. Артабан 2018 йылдың 8 майында — Карлос Альварадо Кесада, 2022 йылдың 8 майында президент вазифаһын Родриго Чавес Роблес биләй.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Коста-Рика — Үҙәк Американың иң бәләкәй илдәренең береһе. Ике ҡитғаны тоташтырыусы муйындың тар өлөшөндә урынлашҡан. Көньяҡ-көнбайышта илде Тымыҡ океан һыуҙары, төньяҡ-көнсығышта — Кариб диңгеҙе йыуа. Яр буйы һыҙаты 1290 км һуҙылған. Баш ҡала Сан-Хосеның көнсығышында аҡҡан Пакуаре һәм Ревентасон йылғалары рафтинг өсөн бик уңайлы.
Коста-Риканың төньяҡ күршеһе — Никарагуа, көньяҡта — Панама. Илдең дөйөм территорияһы — 51,1 мең км², шул иҫәптән Кокос утрауҙары (Isla del Coco) һәм 589 мең км² территориаль һыуҙар.
Коста-Рика — ҡурсаулыҡтар иле (барлығы 74 ҡурсаулыҡ бар), унда ҡырағай флора һәм фауна тауҙар һәм океан менән уратып алынған. Илдең төп иҫтәлекле урындары — милли парктар, тау һәм һыу аҫты мәмерйәләре, шулай уҡ шарлауыҡтар, тау һәм йылға үҙәндәре, вулкандар. Һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре бында илдең яҡынса 27 процентын биләй.
Төньяҡтан көньяҡҡа табан бөтә ил буйлап тау сылбырҙары һуҙыла, улар араһында Үҙәк яйла урынлашҡан — уңдырышлы тупраҡ бар, һәм тап ошонда Коста-Рика халҡының байтаҡ өлөшө йәшәй. Яйланы уратып алған тауҙар, күбеһенсә вулкан сығышлы, шулай уҡ әүҙем вулкандар бар. Коста-Риканың иң билдәле вулканы — Ареналь, ул әүҙем, йәш вулкан. Дөрөҫ конус формаһындағы бейек тау. Төндә һәм атылыу ваҡытында Аренал яҡтырып тора.
Иң бейек янартау — Ирасу (3432 м). Ә иң юғары нөктәһе — Чиррипо (3820 м), ул илдең көньяғында урынлашҡан. Ареналь күле илдең яһалма сығышлы иң ҙур күле булып тора.
Коста-Рика ярҙарынан Тымыҡ океанда 550 км алыҫлыҡта кеше йәшәмәгән Кокос (Isla del Coco, ингл. Cocos) утрауы урынлашҡан, майҙаны 24 км². Уд рәсми рәүештә кеше йәшәмәгән донъялағы иң ҙур утрау, ә Жак-Ив Кусто утрауҙы «донъялағы иң матуры» тип атаған. Был ҡырағай, цивилизация ҡағылмаған, джунгли урмандары менән ҡапланған урын. Был утрау шулай уҡ дайвинг үҙәге булып тора, йыл һайын бында бөтә донъянан меңдәрсә турист килә. Кокостан тыш, Коста-Рикала башҡа кеше йәшәмәгән утрауҙар ҙа — Негритос (Negritos) һәм Лос Пахарос (Los Pájaros) бар.
Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Коста-Риканың климаты — субэкваториаль. Климат шарттары — күп төрлө.
Кариб ярҙарында һәм тауҙарҙың көнсығыш битләүҙәрендә төньяҡ-көнсығыш пассаттары бик күп яуым-төшөм (урыны менән йылына 3000 мм тиклем) килтерә. Йылдың күпселек өлөшөндә көндәр эҫе, ямғырлы тора. Уйпатлыҡтарҙа ғинуарҙа уртаса температура — 23 , июлдә — 25 . Тымыҡ океан ярҙарында һәм тауҙарҙың көнбайыш битләүҙәрендә климат бер аҙ дымлы. Унда ҡыш миҙгеле дүрт ай ҡоро була.
Төбиғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Коста-Рика майҙанының 2/3 тиерлек урмандар менән ҡапланған. Тропик урмандарҙа ҡиммәтле тоҡом ағастары — ҡыҙыл ағас, эбен, бальс үҫә.
Был ил Ерҙәге ҡырағай тәбиғәттең төрлөлөгөн тәҡдим итә. Үлсәме буйынса Воронеж өлкәһенә тиң булған Коста-Рикала 500 000 төрлө төр йәшәй — ул Ерҙәге бөтә үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең һәм хайуандарҙың 4 % самаһы.
- Милли парктар
250 мең гектар майҙанды биләгән Ла-Амистад халыҡ-ара паркы (испансанан "дуҫлыҡ"ты аңлата) 1979 йылда булдырылған һәм илдең көньяҡ-көнсығышында, Панама менән сиктәш ерҙә урынлашҡан. Был ҡурсаулыҡтың тарихы 50-се йылдарҙан башлана, уға нигеҙ һалыусылар — Швециянан Весбергтар ғаиләһе, улар Коста-Рикаға тропик урманды өйрәнеү һәм уны ҡырҡыуҙан һаҡлау өсөн күсеп киләләр. 1983 йылдан ЮНЕСКО һағы аҫтында тора.
Сәйәси ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дәүләт башлығы — 4 йылға дөйөм тауыш биреү юлы менән һайланған президент. 2022 йылғы һайлауҙа Социал-демократик прогрессив партиянан кандидат Родриго Чавес Роблес еңә.
Милли ассамблеяла 57 ағза, улар дүрт йылға һайлана. Төп сәйәси партиялар (2014 йылда һайлау йомғаҡтары буйынса):
- Милли-азатлыҡ партияһы — үҙәк-һул, 18 депутат
- Граждандар хәрәкәте партияһы — үҙәк-һул, 13 депутат
- Киң фронт — Һул, 9 депутат
- Социаль-христиан берҙәмлеге партияһы — үҙәк-уң, 8 депутат
- Либертариан хәрәкәте партияһы — үҙәк-уңдар, 4 депутат
Административ-территориаль бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Коста-Рика 7 провинцияға бүленә:
- Алахуэла
- Картаго
- Гуанакасте
- Эредия
- Лимон
- Пунтаренас
- Сан-Хосе
Провинциялар кантондарға бүленгән. Кантондар — 81, улар менән мэрҙар идара итә. Һәр кантон мэрын унда йәшәүселәр 4 йылға бер тапҡыр һайлай.
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсми теле — испан теле. Ҡала халҡының күпселеге, шулай уҡ Кариб яры буйындағы ҡара тәнле кешеләр инглиз телендә һөйләшә.
Демографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
халҡының иҫәбе: 5,1 млн (2020 июленә).
- Йыллыҡ үҫеш: 1,08 %
- Тыуым: 1000 кешегә 14,8;
- Үлеме: 1000 кешегә 4,9;
- Иммиграция: 1000-гә 0,8;
- Сабыйҙар үлеме: 1000 балаға 7,5;
- Ғүмер оҙонлоғо: уртаса 79,2 йәш (ир-егеттәр — 76,5, ҡатын-ҡыҙҙар — 82 йәш) (2020).
- ВИЧ-инфекция йоҡтороусылар: 0,4 % (2018 йыл баһаһы).
- Ҡала халҡы: 80,8 % (2020 йылда).
- Грамоталылыҡ — 97,9 % (2018 йыл мәғлүмәттәре)[13]
- Этнос-раса составы (2011 йыл[14])
- 65,8 % — аҡ тәнлеләр
- 13,65 % — метистар
- 6,72 % — мулаттар
- 2,4 % — индеецтар
- 1,03 % — негрҙар
- 0,21 % — азиаттар
- 9,03 % — «иммигранттар»
- 0,88 % — башҡалар
Ғүмер оҙайлығы (көтөлә)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Коста-Рикала 2018 йылға ҡарата халыҡтың көтөлгән ғүмер оҙайлығы бик юғары (80,1 йәш)[15][16][17].
Дин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Католицизм өҫтөнлөк иткән дин булып тора. Коста-Рика университеты мәғлүмәттәренә ярашлы, халыҡтың 44,9 % самаһы — католиктар[18].
- Халыҡтың 13,8 % — инжил христиандары,
- 11,3 % — динһеҙҙәр һәм агностиктар,
- 4,3 % — башҡа диндәр
- Йәһүә шаһиттары — 1,48 % (2011 йылға)
- мормондар — 1 %.
- Шулай уҡ ҙур булмаған йәһүд ойошмаһы.
1949 йылғы Конституция буйынса, католицизм рәсми дин тип иғлан ителгән, сиркәү дәүләттән бүленмәгән һәм өлөшләтә дәүләт бюджетынан финанслана. Төньяҡ Америка республикалары араһында Коста-Рика дәүләт мәктәптәрендә дини фәндәрҙе уҡытыу индергән берҙән-бер мл булып тора. Конституция дин тотоу иркен гарантиялай, шул уҡ ваҡытта дин әһелдәре закондар сығарыу ассамблеяһына һайлана алмай. Сан-Хоста протестантлыҡ теологик семинарияһы бар, унда Төньяҡ һәм Көньяҡ Американың төрлө илдәренән студенттар уҡый. Коста-Рика президенты вазифаһына ҡайһы бер кандидаттар 2009 йылда Католик Сиркәүен дәүләттән айырыу идеяһын яҡлап сығыш яһай[19][20].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Атлас мира: Максимально подробная информация / Руководители проекта: А. Н. Бушнев, А. П. Притворов. — М.: АСТ, 2017. — С. 82. — 96 с. — ISBN 978-5-17-10261-4.
- ↑ https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/northamerica
- ↑ Коста-Рика // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ 4,0 4,1 https://www.cia.gov/the-world-factbook/countries/costa-rica/
- ↑ International Religious Freedom Report for 2017 . www.state.gov (2018). Дата обращения: 29 декабрь 2018.
- ↑ Encuesta CIEP-UCR evidencia a una Costa Rica estatista y menos religiosa (7 July 2021).
- ↑ Informe de Resultados de la Encuesta de Opinión Sociopolítica Realizada en Febrero de 2018 2020 йылдың 7 ноябрь көнөндә архивланған. Publicado el 6 de marzo de 2018
- ↑ Estudio califica a Costa Rica como el país más seguro de América Latina — Nacional — Noticias . Teletica. Дата обращения: 13 октябрь 2015. Архивировано из оригинала 5 февраль 2016 года.
- ↑ El Espíritu del 48. Abolición del Ejército (исп.). Дата обращения: 9 март 2008. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ Costa Rica . World Desk Reference. Дата обращения: 9 июнь 2009. Архивировано 21 август 2011 года. 2008 йылдың 11 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Costa Rica (недоступная ссылка — история). Uppsala University. Дата обращения: 9 июнь 2009. Архивировано 21 август 2011 года. 2011 йылдың 10 май көнөндә архивланған.
- ↑ Präsident übergibt Amt an Chinchilla (нем.)
- ↑ Costa Rica . CIA The World Factbook. Дата обращения: 18 сентябрь 2010. Архивировано из оригинала 13 май 2020 года. 2020 йылдың 13 май көнөндә архивланған.
- ↑ Censo Nacional 2011 . Архивировано 27 март 2012 года. 2012 йылдың 27 март көнөндә архивланған.
- ↑ 15,0 15,1 15,2 15,3 Human Development Report 2019 (ингл.) (PDF). United Nations Development Programme (10 декабрь 2019). Дата обращения: 12 декабрь 2019. Архивировано из оригинала 30 апрель 2020 года.
- ↑ Архивированная копия . Дата обращения: 29 декабрь 2019. Архивировано 24 октябрь 2018 года.
- ↑ Human Development Report 2019 (ингл.) (PDF). United Nations Development Programme. Дата обращения: 9 ғинуар 2021. Архивировано 25 февраль 2021 года.
- ↑ Costa Rica 2019 йылдың 5 май көнөндә архивланған. // state.gov
- ↑ Candidatos apoyan eliminar fe católica como religión oficial (исп.). Дата обращения: 28 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 8 сентябрь 2009 года. 2009 йылдың 8 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Arias: «No hay que sacar a Dios de la Constitución» (исп.). Архивировано 16 сентябрь 2009 года. 2009 йылдың 16 сентябрь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Коста-Рика
- Costa Rica profile from the BBC News (инг.)
- Викисклад: Атлас: Коста-Рика
- Коста-Рика Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Key Development Forecasts for Costa Rica from International Futures (инг.)
Донъя | Был — ил тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |