Америка

Аме́рика — Төньяҡ Америка һәм Көньяҡ Америка ҡитғаларын һәм уларға яҡын ятҡан утрауҙарҙы (шул иҫәптән Гренландияны) берләштереүсе донъя киҫәге[3].

Был донъя киҫәген шулай уҡ «Яңы Донъя» (рус. «Новый Свет») тип атайҙар[4]. Америка атамаһы итальян сәйәхәтсеһе Америго Веспуччи исеменән алынған.

Ғәҙәттә был донъя киҫәген Төньяҡ Америкаға (Төньяҡ Америка ҡитғаһы илдәре һәм уға яҡын утрауҙары), Латин Америкаһына (испан, португал һәм француз телле дәүләттәр), Көньяҡ Америкаға (Көньяҡ Америка ҡитғаһы илдәре һәм уға яҡын утрауҙары), Үҙәк Америкаға (Үҙәк Америка илдәре) һәм Кариб бассейнына (Кариб диңгеҙе бассейнында урынлашҡан дәүләттәр һәм колониялар)[5].

undefined
undefined

Геологик тарих

Башта Көньяҡ (көнбайыш Гондвана) һәм Төньяҡ Америка (көнбайыш Лавразия) төрлө ҡитға булып торғандар, улар 8 миллион йыл элек Панама тирәһендә ҡушылғандар[6].

Төньяҡ Америка

Төньяҡ Американың буйһонған территориялары

  • Бермуд утрауҙары Бермудтар (Бөйөк Британияның биләмәләре)
  • Гренландия (административ берәмек) Гренландия (Данияның киң автономияһы)
  • Сен-Пьер һәм Микелон Сен-Пьер һәм Микелон (Францияның биләмәләре)

Үҙәк Америка

Кариб бассейнының колониялары һәм буйһонған территориялары

Көньяҡ Америка

Көньяҡ Американың буйһонған территориялары

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. The World Factbook. Central Intelligence Agency (2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2013. 2011 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған.
  2. "New Worlder". Oxford English Dictionary. Oxford University Press. 2nd ed. 1989.
  3. Америка // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
  4. Америка // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
  5. Америка // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  6. Сумчатые животные Южной Америки 2013 йылдың 17 август көнөндә архивланған.

Әҙәбиәт

  • Америка // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Ашкинази Л. А., Гайнер М. Л. Америка без комплексов: Социологические этюды, 2010.
  • Геевский И. А., Сетунский Н. К. Американская мозаика. М.: Политиздат, 1995. — 445 с., ил. — ISBN 5-250-01193-4

Категориялар