Көньяҡ Америка
Көньяҡ Америка | |
---|---|
Территория | 17,840,000 км² |
Халҡы | 387,489,196 (2011) кеше |
Тығыҙлығы | 21,4 кеше/км² |
12 | дәүләтте керетеп |
Бойөндороҡло дәүләттәр | 3 |
Сәғәт бүлкәте | UTC-2 до UTC-5 |
Ҡалалар | Сан-Паулу Буэнос-Айрес Рио-де-Жанейро Богота Лима Сантьяго Каракас Медельин Белу-Оризонти Кали |
Файл:South America satellite orthographic.jpg | |
South America на РУВИКИ.Медиа |
Көньяҡ Америка исп. América del Sur, Sudamérica, Suramérica, порт. América do Sul, ингл. South America, нидерл. Zuid-Amerika, франц. Amérique du Sud, гуар. Ñembyamérika, кечуа Urin Awya Yala, Urin Amerika) — башлыса Көньяҡ ярымшарҙа, өлөшләтә Төньяҡ ярымшарҙа урынлашҡан Америкалағы материк. Көнбайыштан Тымыҡ, көнсығыштан Атлантик океан менән йыуыла. Төньяҡтан Төньяҡ Америка менән сиктәш. Ике Америка араһындағы сик Панама муйыны һәм Кариб диңгеҙе аша үтә.
Көньяҡ Америка составына континенттағы илдәрҙең утрауҙары керә. Кариб диңгеҙе илдәре Төньяҡ Америкаға ҡарай. Кариб диңгеҙе менән сиктәш Көньяҡ Америка илдәре — Колумбия, Венесуэла, Гайана, Суринам һәм Француз Гвианаһын керетеп — Кариб Көньяҡ Америкаһы тип атала. Континент майҙаны — 17,8 млн км² (континенттар араһында 4-се урын), халкы — 387 489 196 (2011 й.) кеше (континенттар араһында 4-се урын).
Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Америка» атамаһын был континент исемендә беренсе тапкыр Мартин Вальдземюллер ҡуллана: ул Христофор Колумб асҡан ерҙәр бөтөнләй Һиндостан түгел, әлегә европалыларғы билдәле булмаған Яңы Донъя тип Америго Веспуччиҙың латинлаштырылған исемен картаға теркәп ҡуя.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Континет тарихын өс этапҡа бүлергә мөмкин. Беренсеһе — автохтон цивилизацияларының (инктарҙың барлыҡҡа килеү осоро, үҫеше һәм бөлгөнлөккә төшөүе һ.б.). Икенсеһе — Европа баҫып алыуы (Конкиста) һәм 1500—1800 йылдарҙа колониализм осоро, континенттың күп өлөшө ике Европа иленең буйһоноуында була (Испания һәм Португалия). Сағыштырмаса аҙ ғына ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, тап ошо осорҙа телдәр һәм мәҙәниәт, иҡтисад, шулай уҡ хәҙерге күп кенә Латин Америкаһы дәүләттәренең дәүләтселек башланғыстары барлыҡҡа килә. Гвиана яры буйы илдәренең тарихын айырым ҡарар кәрәк. Гайана, Суринам һәм Француз Гвианаһы континенттың күп испан һәм португал телле илдәренән һиҙелерлек айырыла.
Классицизмға тиклемге осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Көньяҡ Америка территорияһында кешенең йәшәүе тураһында ике фараз бар. Беренсеһенә ярашлы, күсенеп ултырыу Азиянан, хәҙерге Рәсәй территорияһынан, башлана, Беринг боғаҙы һәм Төньяҡ Америка аша, әммә бөтә булған археология табылдыҡтары был теорияға тап килмәй, ошоноң менән бәйле «себергә тиклемге» Көньяҡ Америка аборигендарының йәшәү мөмкинлеге теорияһы тәҡдим ителә.
Кешенең беренсе ауыл хужалығы тәжрибәһе б.э. тиклем 6500 йылда тип фаразлана, ул саҡта Амазонияла бананды, картуфты һәм әсе ҡыҙыл боросто культивациялай башлайҙар[1].
Көньяҡ Американы асыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һиндостанға диңгеҙ юлы асырға теләп, Христофор Колумб 1492 йылда Атлантик океанды киҫеп үтә һәм Ҙур Антиль утрауҙарын аса. Беренсе экспедициянан һуң икенсеһе китә, һуңынан өсөнсөһө. Үҙенең өсөнсө экспедицияһы маршрутын үҙенә билдәле булған ерҙәрҙән байтаҡҡа көньяҡҡараҡ һала һәм, карапты утрау менән билдәһеҙ яр араһынан үткәреп, Тринидад утрауын аса. Испандар уның янындағы һыуҙың сөсө булыуына таң ҡала. Адмирал үҙенең көндәлегенә былай тип яҙа: «… шундай ҡеүәтле йылға тик материкта булыуы ғына мөмкин, һәм көньяҡта ундай материк бар».
XV—XVI быуаттарҙа испан экспедициялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Колумбтан һуң Көньяҡ Америкаға яңы ерҙәр һәм яңы байлыҡтар — алтын һәм ҡиммәтле таштар эҙләүгә — күп һанлы испан экспедициялары юллана.
Франсиско Орельяна экспедицияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1541 йылдың декабрь аҙағында бригантина һәм дүрт каноэнан торған Франсиско Орельяна флотилияһы, Напо йылғаһы буйлап океанға төшә. Бер айҙан артыҡ йөҙгәндән һуң улар «диңгеҙ кеүек киң» йылғаға, йәки Амазонкаға эләгә. Көнсығышҡа ҡарай юл буйлап испандар индеецтарҙың ауылын осрата, күп һанлы ҡушылдыҡтарҙы күрә. Һыуҙары «яҙыу ҡараһы кеүек ҡара» булған ҙур һул ҡушылдыҡты улар Рио-Негру — «ҡара йылға» тип атайҙар. Тик 1542 йылдың авгусында улар йылғаның тамағына барып етә.
Географик тикшеренеүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Материктың тәбиғәтен өйрәнеүҙә немец тәбиғәтте тикшереүсеһе һәм географы Александр Гумбольдтың роле ҙур, ул Үҙәк һәм Көньяҡ Америка буйлап 1799—1804 йылдарҙа сәйәхәт итә[2]. Материктың айырым территорияларын тәрәнерәк өйрәнеү XIX быуатта башлана. 1821—1828 йылдарҙа Григорий Иванович Лангсдорф етәкселегендә Рәсәй экспедицияһы Бразилияның эске райондарын тикшерә. Амазония уйһыулығының геологик төҙөлөшө, климаты, үҫемлектәре һәм хайуандары тураһында ҡиммәтле мәғлүмәттәрҙе 1848—1859 йылдарҙа экспедиция ваҡытында инглиз сәйәхәтсеһе Генри Бейтс йыя.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Материктың оҙонлоғо төньяҡтан көньяҡҡа ҡарай 7350 км һәм көнбайыштан көнсығышҡа ҡарай 5180 км тәшкил итә.
Алыҫ нөктәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Төньяҡ — Гальинас мороно 12°27′ с. ш. 71°39′ з. д.HGЯO
- Көньяҡ (материк өлөшө) — Фроуард мороно 53°54′ ю. ш. 71°18′ з. д.HGЯO
- Көньяҡ (утрау өлөшө) — Диего-Рамирес 56°30′ ю. ш. 68°43′ з. д.HGЯO
- Көнбайыш — Париньяс мороно 4°40′ ю. ш. 81°20′ з. д.HGЯO
- Восточная — Кабу-Бранку мороно 7°10′ ю. ш. 34°47′ з. д.HGЯO
Рельефы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рельеф характеры буйынса Көньяҡ Американы Таулы Көнбайышҡа һәм Тигеҙлекле Көнсығышҡа бүлергә мөмкин.
Материктың уртаса бейклеге — диңгеҙ кимәленән 580 метр. Бөтә көнбайыш ситенән Анд тауҙары системаһы һуҙыла. Материктың төньяғында Гвиана яҫы таулығы күтәрелә, көнсығышта — Бразилия таулығы, улар араһында Амазония уйһыулығы урынлашҡан. Анд тауҙарынан көнсығышҡа ҡарай тау алды бөгөлөндә уйһыулыҡтар ята.
Геологик яҡтан бөтөнләй яңыраҡ Анд тауҙары вулкан эшмәкәрлегенең әүҙем аренаһы була, ул хәҙерге дәүерҙә лә бер нисә участкала дауам итә.
Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡитғаның көнсығышында тигеҙлектәр хакимлек итә. Анд тауҙары көнбайышында һуҙылған. Көньяҡ Америка планетаның иң дымлы континенты. Күп өлөшө субэкваториаль һәм тропик бүлкәттә урынлашҡан. Климаты йылы, тик көньяҡ сигендә генә ҡышҡы температура 0°С-ҡа тиклем һәм бер аҙ түбәнерәк төшөүе мөмкин. Бейек таулы Анд тауҙарында климат ҡырыҫ, көньяҡта тау түбәләре ҡар менән ҡапланған. Материкта йылғалар күп. Планеталағы иң мул һыулы йылға Амазонка ошо материкта урынлашҡан.
Йылғалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күлдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сәйәси бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Илдәр һәм территориялар | Майҙаны (км²) |
Халҡы (2008 йылдың 1 июленә ҡарата) |
Халыҡ тығыҙлығы (кеше/км² |
---|---|---|---|
Аргентина | 2 766 890 | 40 677 348 | 14,3 |
Боливия | 1 098 580 | 8 857 870 | 8,1 |
Бразилия | 8 514 877 | 191 908 598 | 22,0 |
Венесуэла | 912 050 | 26 414 815 | 27,8 |
Гайана | 214 970 | 770 794 | 3,6 |
Колумбия | 1 138 910 | 45 013 674 | 37,7 |
Парагвай | 406 750 | 6 347 884 | 15,6 |
Перу | 1 285 220 | 27 925 628 | 21,7 |
Суринам | 163 270 | 438 144 | 2,7 |
Уругвай | 176 220 | 3 477 778 | 19,4 |
Фолкленд утрауҙары (Бөйөк Британия, Аргентина менән дәғүәләшә) | 12 173 | 2967 | 0,24 |
Гвиана (Франция) | 91 000 | 209 000 | 2,1 |
Чили | 756 950 | 16 454 143 | 21,1 |
Эквадор | 283 560 | 13 927 650 | 47,1 |
Көньяҡ Георгия һәм Көньяҡ Сандвич утрауҙары (Бөйөк Британия) | 3093 | 20 | 0 |
Бөтәһе | 17 824 513 | 382 426 293 | 21,5 |
Көньяҡ Георгия һәм Көньяҡ Сандвичев утрауҙары даими халыҡҡа эйә түгел. Утрауҙар Бөйөк Британияға ҡарай, Фолкленд утрауҙарының үҙидара территорияһына инә.
Демографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Этник төркөмдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Этник кимәлдә Көньяҡ Америка халҡын өс типҡа бүлергә мөмкин: индейҙар, европеид расаһы (аҡ тәнлеләр) һәм ҡара тәнлеләр (негрҙар). Колумбия, Эквадор, Парагвай һәм Венесуэла кеүек илдәрҙә демографик планда метистар өҫтөнлөк итә (испан һәм ерле халыҡ (туземец) нәҫеле). Тик ике илдә (индейҙар Перу һәм Боливияла) күп. Бразилия, Колумбия һәм Венесуэлала күп һанда африкан сығышлы халыҡ йәшәй.
Аргентина, Уругвай, Чили һәм Бразилия кеүек дәүләттәрҙә күп халыҡ Европа сығышлы, уларҙың тәүге икеһендә халыҡтың күпселеге Испания һәм Италиянан килгәндәрҙең нәҫеле. Бразилияның көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында португалдар, немецтар, итальяндар һәм испандарҙың нәҫелдәре йәшәй.
Чили XVIII быуат дауамында һәм XX быуат башында Испания, Германия, Англия, Франция, Италия, Австрия, Швейцария, Скандинавия, Греция һәм Хорватия эмиграцияһы тулҡынын ҡабул итә. Был илдә төрлө мәғлүмәттәр буйынса 1 600 000 алып (10 % населения) 4 500 000 (27 %) тиклем Баск илдәренән сығышлылар йәшәй. 1848 йылда, быға тиклем бөтөнләй ултыраҡтар булмаған, әммә тәбиғәте һәм файҙалы ҡаҙылмаларға бай булған илдең көньяҡ өлөшөнә немецтарҙың (шулай уҡ австриялыларҙың һәм швейцариялыларҙың) һәм, өлөшләтә, француздарҙың ҙур иммиграцияһы йылы була. Немецтарҙың иммиграцияһы беренсе һәм икенсе донъя һуғышынан һуң да дауам итә, бөгөнгө көндә 500 000 Чили халҡы немец сығышлы. Бынан тыш, Чилиҙың 5 % халҡы — Урта Көнсығыштан иммигрант-христиандар тоҡомдары (фәләстиндәр, сүриәлеләр, ливандар, әрмәндәр). Шулай уҡ Чили халҡының 3 % — генетик хорваттар. Грек тоҡомдары 100 000 тирәһе кеше тәшкил итә, уларҙың күпселеге Сантьяго һәм Антофагаста йәшәй. 5 %-ҡа яҡын халҡы — француз сығышлы. 600 000 алып 800 000 тиклем — итальян сығышлы.
Бразилияға немецтар, башлыса, тыуған илендә сәйәси-социаль ваҡиғалар менән бәйле, XIX һәм XX быуаттар дауамында күсеп килгәндәр. Бөгөн 10 %-ҡа яҡын Бразилия халҡы (18 млн) немец сығышлы. Бынан тыш, Бразилия — Латин Америкаһы иле, унда украиндарҙың иң күп этник төркөмө йәшәй(1 млн).
Шулай уҡ этник аҙсылыҡтар Көньяҡ Америкала ғәрәптәр һәм япондарҙан Бразилияла, ҡытайҙарҙан Перула һәм Гайанала индейҙарҙан ғибәрәт.
Демографик көрсөк һәм халыҡтың ҡартайыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ер шарындағы халыҡтар араһында Көньяҡ Америка халҡы демографик көрсөктөң глобаль ҡартайыу процесында. 2019 йылғы БМО фараздары мәғлүмәттәренә ярашлы, Ер халҡы үҫеше тыуымдың кәмеүе һәм халыҡтың ҡартайыуы менән бәйле XXI быуат аҙағына туҡтай. Латин Амреикаһы һәм Кариб бассейны төбәге халыҡ һаны буйынса 2037 йылға Европаны уҙып китәсәк тип көтөлә, ә 2058 йылда 768 миллион кешегә етәсәк һәм кәмей башлаясаҡ. Латин Америкаһында һәм Кариб бассейнында 50 илдән төбәк халҡының яртыһының кәмеүе көтөлә. 1950 һәм 2020 йылдар араһында тыуымдың юғары күрһәткестәре һәм донъяның сағыштырмаса йәшерәк халҡы арҡаһында донъяла тик алты ил генә халҡын юғалта. 1950 йылда Латин Америкаһы һәм Кариб бассейны төбәгендә донъяның иң йәш халҡы була; 2100 йылға Латин Америкаһы һәм Кариб бассейнында йәшәүселәрҙең донъяның бөтә төбәктәре араһында иң ҡарт халыҡ тип күрһәтелеүе көтөлә, был XX быуат менән киҫкен ҡапма-ҡаршы килә. 1950 йылда төбәктең уртаса йәше региона барлығы 20 йәш тәшкил итә. Фараздар буйынса, 2100 йылға был цифр ике тапҡырға — 49 йәшкә тиклем арта. Был законлылыҡ төбәктең айырым илдәренә ҡарағанда асыҡ күренә. Мәҫәлән, 2020 йылда Бразилияла уртаса йәш 33, Аргентинала 32 һәм Мексикала 29 йәш, был АҠШ-тағы уртаса йәштән (38 йәш) күпкә түбән. Әммә 2100 йылға ошо өс Латин Америкаһы илдәре халҡы, фараздарға ярашлы, АҠШ халҡынан күпкә өлкәнерәк була (сөнки АҠШ халҡы XXI быуатта иммиграция иҫәбенә артасаҡ). Бразилияла уртаса йәш 51, Мексикала 49 һәм Аргентинала 47 йәш, АҠШ-та уртаса 45 йәш менән сағыштырғанда. Колумбияла уртаса йәштәге халыҡтың көслө үҫеше буласаҡ тип көтөлә, ул 1965 һәм 2100 йылдар араһында 16 алып 52 йәшкә тиклем өс тапҡырға артасаҡ[3][4].
Телдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Көньяҡ Америкала иң таралған телдәр булып португал теле һәм испан теле тора. Португал телендә Бразилия һөйләшә, уның халҡы был континентта 50 % яҡын тәшкил итә. Испан теле был континантта күпселек илдәрҙең рәсми теле булып тора. Көньяҡ Америкала шулай уҡ башҡа телдәрҙә лә аралашалар: Суринамда голландса, Гайанала — инглизсә, ә Француз Гвианаһында — француз телендә.
Йыш ҡына индеецтарҙың тузем телдәрен дә ишетергә мөмкин: кечуа (Эквадор, Боливия һәм Перу), гуарани (Парагвай һәм Боливия), аймара (Боливия һәм Перу) һәм араукан теле (Чилиҙың көньяғы һәм Аргентина). Бөтәһе лә улар (Аргентинанан тыш) үҙ теле ареалы илдәрендә рәсми статусҡа эйә.
Көньяҡ Америка халҡы өлөшөнөң күпселеген Европанан килеүселәр тәшкил иткәнлектән, күптәре уларҙың үҙ телен һаҡлап ҡалған, иң таралғандары уларҙың Аргентина, Бразилия, Уругвай, Венесуэла һәм Чили кеүек илдәрҙә итальян һәм немец теле.
Көньяҡ Америка илдәрендә киң өйрәнелеүсе популяр сит ил телдәренән инглиз, француз, немец һәм итальян телдәре тора.
тел | һөйләшеүселәр һаны | |
---|---|---|
испан | 233 600 108 | |
португал | 191 480 630 | |
инглиз | 800 000 | |
голланд | 510 000 | |
француз | 230 000 |
Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Көрсөктән һуңғы 2010—2011 йылдарҙа Латин Америкаһы илдәренең иҡтисады уртаса донъя тиҙлеген уҙып киткән үҫеште күрһәтә: 2010 йылда үҫеш 6 % тәшкил итә, ә 2011 йылға фараз 4,7 % тураһында һөйләй[5]. Тарихи юғары инфляция арҡаһында Көньяҡ Американың бөтә тиерлек илдәрендә процент ставкалары юғары ҡала, улар ҡағиҙә булараҡ, Америка Ҡушма Штаттарынан ике тапҡырға күберәк. Мәҫәлән, Венесуэлала процент ставкһы 22 % тирәһе һәм Суринамда 23 %. Был Чилиға ҡағылмай, ул 1973 йылда хәрби диктатура урынлаштырыу менән ирекле баҙарҙың иҡтисади сәйәсәтен тормошҡа ашыра һәм 1990 йылдар башында демократик идараны тергеҙеү осоронан социал сығымдарҙы әүҙем арттыра. Был иҡтисади тотороҡлоҡҡа һәм түбән кимәлдәге процент ставкаларына алып килә.
Көньяҡ Америка тауар экспортлауға һәм тәбиғәт ресурстарына таяна. Бразилия (иҡтисады ҙурлығы буйынса донъяла етенсе һәм ҙурлығы буйынса Америкала икенсе) ($ 137.8 млрд АҠШ доллары) экспорттың дөйөм күләмендә алдынғылар рәтендә, унан һуң $ 58.12 млрд менән Чили һәм 46.46 млрд доллары АҠШ менән Аргентина килә[6].
Байҙар һәм ярылар араһында иҡтисади айырма Көньяҡ Америка илдәренең күпселегендә, континенттың башҡа күпселегенә ҡарағанда ҙур булып ҡала. Венесуэла, Парагвай, Боливия һәм Көньяҡ Американың башҡа күп илдәрендә 20 % иң бай кешеләр илдең 60 % артығыраҡ байлығына эйә, шул уҡ ваҡытта 20 % иң ярлылар 5 % аҙыраҡ байлыҡҡа эйә. Шундай ҙур айырманы күп кенә Көньяҡ Америка илдәрендә күрергә мөмкин, унда ваҡытлыса аласыҡтар һәм емерек ярлы өйҙәр люкс класындағы бейек йорттар һәм апартаменттар менән йәнәш тора.
Илдәр | 2009 йылда ЭТП (номиналь)[7] | 2009 йылда ЭТП[8] | 2009 йылға йән башына ЭТП[8] | 2007 йылда кеше потенциалы үҫеше индексы"[9] | |
---|---|---|---|---|---|
Аргентина | 326 474 | 572 860 | 14 413 | ▲ | 0,866 |
Боливия | 17 413 | 43 424 | 4330 | ▲ | 0,729 |
Бразилия | 1 572 590 | 1 981 642 | 10 325 | ▲ | 0,813 |
Чили | 169 573 | 243 044 | 14 510 | ▲ | 0,878 |
Колумбия | 269 654 | 400 300 | 8215 | ▲ | 0,807 |
Эквадор | 52 572 | 106 993 | 7685 | ▲ | 0,806 |
Фолкленд утрауҙары | ? | 75 | 25 000 | N/A | |
Гвиана (Франция) | [10] | 3524N/A | [10] | 2300 (nominal, 2007)N/A | |
Гайана | 1130 | 3082 | 4035 | ▲ | 0,729 |
Парагвай | 16 006 | 29 403 | 4778 | ▲ | 0,761 |
Перу | 127 598 | 245 883 | 8580 | ▲ | 0,806 |
Суринам | 2984 | 4436 | 8323 | ▲ | 0,769 |
Уругвай | 32 262 | 42 543 | 13 294 | ▲ | 0,865 |
Венесуэла | 319 443 | 335 200 | 12 785 | ▲ | 0,844 |
Туризм[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Туризм Көньяҡ Америка илдәрендә мөһим килем сығанағы булып тора[11][12]. Тарихи ҡомартҡылар, архитектура һәм тәбиғәт мөғжизәләре, аҙыҡ-түлектең һәм мәҙәниәттең төрлөлөгө, матур ҡалалар һәм таң ҡалырлыҡ ландшафтар Көньяҡ Америкаға йыл һайын миллионлаған туристарҙы йәлеп итә. Төбәктә иң күп йөрөлә торған урындар: Мачу-Пикчу, Рио-де-Жанейро, Салвадор, Натал, Буэнос-Айрес, Сан-Паулу, Куско, Картахена, Амазонияның тропик урмандары, Анхель шарлауығы, Галапагос утрауҙары, Маргарита утрауы, Титикака күле һәм Патагония төбәге[13].
Мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Көньяҡ Америка халҡы мәҙәниәтенә Европа, бигерәк тә Испания һәм Португалия, шулай уҡ Америка Ҡушма Штаттарының күмәк мәҙәниәте менән тарихи бәйләнештәр йоғонто яһай.
Көньяҡ Америка илдәре музыканың бай традицияларына эйә. Иң билдәле жанрҙар: Колумбиянан кумбия, Бразилиянан самба, босса-нова һәм Аргентинанан һәм Уругвайҙан танго. Шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған халыҡ жанры Нуэва Кансьон музыкаль йүнәлеше яҡшы билдәле, ул Аргентина һәм Чилиҙа барлыҡҡа килә һәм Латин Америкаһының башҡа өлөштәренә тиҙ тарала. Перу ярҙары буйында кешеләр гитарала һәм кахонда Көньяҡ Америка ритмдарының ҡатнаш стилендә иҫ киткес яҡшы дуэт һәм трио төҙөй, XIX быуатта Креоль вальсы йәки Перу вальсы, ихлас Arequipan Yaravi һәм XX быуат башында Парагвай гуаранияһы (Guarania) популяр була. XX быуат аҙағында Британия һәм Америка поп-рогы йоғонтоһонда испан рогы барлыҡҡа килә. Бразилия өсөн португал поп-рогы хас.
Көньяҡ Америка әҙәбиәте бөтә донъяла билдәле, бигерәк тә 1960 һәм 1970 йылдарҙа, һәм Марио Варгас Льоса, Габриэль Гарсиа Маркес, Пабло Неруда, Хорхе Луис Борхес кеүек авторҙар барлыҡҡа килгәндән һуң.
Киң этник бәйләнештәр арҡаһында, Көньяҡ Америка күхняһы күп нәмәне Африка, Америка индеецтарынан, Азия һәм Европа халыҡтарынан ала. Мәҫәлән, бразилиялылар һәм Венесуэла халҡы даими һыра ҡуллана, шул уҡ ваҡытта Аргентина Парагвай, Уругвай менән бер рәттән, һәм Чили һәм Бразилияның көньяҡ өлөшөндә йәшәүсе кешеләр мате йәки был эсемлектең парагвай версияһы — теререны өҫтөнлөклө күрә. Писко — виноградтан дистилляцияланған ликер, Перу һәм Чилиҙа етештерелә, әммә был илдәр араһында уның сығышы тураһында даими бәхәстәр бар. Перу кухняһы үҙендә ҡытай, япон, испан, Африка һәм Анд халыҡтары кухняһы элементтарын ҡатнаштыра.
Спорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Диего Марадона (Аргентина)һәм Пеле (Бразилия) — ФИФА билдәләүе буйынса быуат футболистары. |
Спорт Көньяҡ Америкала мөһим роль уйнай. Иң популяр спорт төрө — футбол, ул Көньяҡ Америка футболы конфедерацияһында профессиональ кимәлдә күрһәтелә. ФИФА составына инә (КОНМЕБОЛ), һәм турнирҙар ойоштора, иң төп турнирҙары Америка Кубогы (халыҡ-ара турнир) һәм Либертадорес Кубогы (клубтар араһында ярыш) тора. Уругвайҙа 1930 йылда футбол буйынса донъя чемпионаты уҙа һәм Көньяҡ Америка илдәренең бөтә ярыштар тарихында 19-ҙан 9 тапҡыр еңеү яулай (Бразилия 5 тапҡыр, Аргентина һәм Уругвай 2шәр тапҡыр).
Башҡа популяр спорт төрҙәре баскетбол, йөҙөү һәм волейбол. Ҡайһы бер илдәрҙә милли спорт төрҙәре бар, мәҫәлән, Аргентинала пато, Колумбияла техо һәм Чилиҙа родео.
Башҡа спорт йүнәлештәренә килгәндә, мәҫәлән, Аргентинала регби, поло һәм хоккейҙың, Бразилияла автоспорттың һәм Колумбияла велосипед спорты популярлығын билдәләп китергә мөмкин. Аргентина, Чили һәм Бразилия теннис буйынса Ҙур шлем турнирҙарының чемпиондары була.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ История древней Центральной и Южной Америки . Дата обращения: 23 февраль 2010. Архивировано из оригинала 13 июль 2011 года. 2011 йылдың 13 июль көнөндә архивланған.
- ↑ ЭНЦИКЛОПЕДИЯ КРУГОСВЕТ: Александр Гумбольдт
- ↑ Anthony Cilluffo, Neil G. Ruiz. World’s population is projected to nearly stop growing by the end of the century (ингл.). Pew Research Center (17 июнь 2019). Дата обращения: 2 октябрь 2020.
- ↑ World Population Prospects 2019
- ↑ BuenoLatina. Латинская Америка: Cepal прогнозирует рост экономики в 2011 году на 4,7 %
- ↑ CIA - The World Factbook - Rank Order - Exports . Cia.gov (9 апрель 2009). Дата обращения: 18 апрель 2009. 2019 йылдың 27 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Source
- ↑ 8,0 8,1 Source 2013 йылдың 24 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Human Development Report 2009. Human development index trends: Table G . The United Nations. Дата обращения: 5 октябрь 2009. Архивировано из оригинала 16 ноябрь 2009 года.
- ↑ 10,0 10,1 (фр.) INSEE-CEROM. Les comptes économiques de la Guyane en 2006 : premiers résultats . Дата обращения: 14 ғинуар 2008. Архивировано из оригинала 16 февраль 2008 года. 2008 йылдың 16 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Bigtravelweb . Bigtravelweb (13 октябрь 2008). Дата обращения: 18 апрель 2009. Архивировано из оригинала 15 апрель 2009 года.
- ↑ Latin American tourism growth . Дата обращения: 1 март 2010. Архивировано из оригинала 25 март 2009 года. 2009 йылдың 25 март көнөндә архивланған.
- ↑ Top attractions . Gosouthamerica.about.com (4 декабрь 2007). Дата обращения: 18 апрель 2009. Архивировано из оригинала 14 март 2009 года. 2012 йылдың 2 февраль көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Южная Америка Open Directory Project (dmoz) һылтанмалар каталогында.
- Средний класс в Южной Америке
- Скромницкий А., Талах В. Энциклопедия доколумбовой Америки. Часть 1. Южная Америка. Том 2. Источники XVI-XVII веков по истории Южной Америки: Хроники. Документы. www.kuprienko.info (А. Скромницкий) (11 февраль 2012). Дата обращения: 11 март 2012. Архивировано 26 май 2012 года.