Колумбия

Колумбия Республикаһы (исп. Colombia), рәсми исеме Колумбия Республикаһы (исп. República de Colombia [reˈpuβlika ðe koˈlombja]) — Көньяҡ Американың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан һәм биләмәләре Үҙәк Америкала булған дәүләт. Баш ҡалаһы — Богота. Көнсығышта Бразилия һәм Венесуэла, көньяҡта — Эквадор һәм Перу, көнбайышта — Панама менән сиктәш[4].

Диңгеҙ буйлап Коста-Рика, Никарагуа, Гондурас менән, Ямайка, Гаити һәм Доминикан Республикаһы менән сиктәш [5]. Ил төньяҡтан Кариб диңгеҙе, көнбайыштан Тымыҡ океан менән йыуыла. Халыҡ һаны буйынса Көньяҡ Америкала 2-се, донъя буйынса 28-се, ә испанса һөйләшеүселәр һаны буйынса 2-се урында тора.

Бөгөнгө Колумбия биләмәһендә боронғо халыҡтар йәшәгән, иң үҫешкәндәре чибча, кимбая һәм |тайрона булған. Колумбия донъяның иң күп халыҡ төркөмдәре йәшәгән һәм улар тарафынан ҡулланылған телдәр һаны буйынса иң бай илдәренең береһе. Хәҙерге колумбия халҡы европалылар, африкандар һәм автохтон халыҡтарҙың ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Колумбия Карибтарында Яҡын Көнсығыштан сыҡҡан кешеләр күпләп йәшәй. Ил биләмәһендә Амазонка тропик урмандары һәм Льянос-Ориноко урынлашҡан. Колумбия – биологик күп төрлөлөк буйынса донъяла 2-се урында[6]. Бында 54 871 төр теркәлгән[7]. Шулай уҡ ул экологияға иң ҙур зыян килтергән 8 ил иҫәбенә инә [8].

Испан колонизаторҙары Колумбия еренә тәүге тапҡыр 1499 йылда аяҡ баҫа. XVI быуаттың тәүге яртыһы актив баҫып алыу осоро булып тора, уның һөҙөмтәһендә вице-короллек Яңы Гранада ойошторола, уның баш ҡалаһы Боготала урынлаша. 1819 йылда Испаниянан бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителә, әммә 1831 йылда Бөйөк Колумбия федерацияһы тарҡала. Бөгөнгө Колумбия һәм Панама биләмәләрендә Яңы Гранада республикаһы (1832) төҙөлә, ул артабан Гранада конфедерацияһы (1858) итеп үҙгәртелә, аҙаҡтан Колумбияның Берләшкән Штаттары (1863) тип атала башлай. Республика Колумбия атамаһы 1886 йылда ҡабул ителә, ә 1903 йылда Панама дәүләттән айырылып сыға.

Колумбия иҡтисады Латин Америкаһында 4-се урынды биләй, ул КИВЕТС төркөмөнә инә һәм БМО, ВТО, АДО, Тымыҡ океан альянсы кеүек халыҡ-ара ойошмаларҙың ағзаһы булып тора[9].

Унитар дәүләт.

Этимология

Илдең атамаһы Европалылар өсөн Американы асҡан билдәле сәйәхәтсе-диңгеҙсе Христофор Колумб исеменән алынған. Был атаманы венесуэлалы революционер, Көньяҡ Американың бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшеүсе Франсиско де Миранда ҡулланған, ул Яңы донъяны, бигерәк тә Испания һәм Португалия хакимлығы аҫтындағы ерҙәрҙе аңлатҡан. Һуңынан атаманы Симон Боливар «Ямайка хатында» (исп. Carta de Jamaica) тәҡдим иткән. Ул 1819 йылда Яңы Гранада вице-короллеге территорияһында (бөгөнгө Колумбия, Панама, Венесуэла, Эквадор һәм Бразилияның төньяҡ-көнбайыш өлөшө) федератив Республика Колумбия ойошторолғанда ҡабул ителгән[10]

Тарихы

Колонияға тиклемге осор

undefined

Хәҙерге Колумбия урынлашыуы арҡаһында Мезоамериканан һәм Кариб утрауҙарынан Андарға һәм Амазонка бассейнына күсенеүсе иртә күскенселәр өсөн коридор булған.

undefined
undefined

Колумбия биләмәләрендә беҙҙең эраға тиклем XVII—XV быуаттарҙа уҡ кеше йәшәгәне билдәле. Хәҙерге Богота биләмәһендә палеоиндейҙарҙың һунарсылыҡ-йыйыу ысулы менән йәшәгән ҡәбиләләре төпләнгән, улар нигеҙҙә Магдалена йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан[11]. Археологтар тарафынан асыҡланған Пуэрто Ормига (исп. Puerto Hormiga) тораҡ пункты Америка архаика осорона (8—2 мең йыл элек) ҡарай. Шулай уҡ Эль-Абра һәм Текендама биләмәләренең Кундинамаркала урынлашыуы һәм уларҙың кешеләр тарафынан биләүе хаҡында мәғлүмәттәр бар. Колумбияла иң боронғо керамика өлгөләре Сан-Хасинто (исп. San Jacinto) тораҡ пунктында табылған һәм 5—4 мең йыл элеккә ҡарай[12].

Төп халыҡтар хәҙерге Колумбия биләмәләрендә яҡынса 12,5 мең йыл элек йәшәй башлаған. Эль-Абра, Тибито һәм Текендама тораҡ пункттарынан күскенсе һунарсы-йыйыусы ҡәбиләләр бөгөнгө Богота районында йәшәгән, улар Магдалена йылғаһы үҙәнендә таралған башҡа ҡәбиләләр менән сауҙа иткән[13]. 5—1 мең йыл элек ауыл хужалығы йәмғиәте формалаша башлай, күскенсе ҡәбиләләр даими тораҡтар барлыҡҡа килтерә, керамика ҡулланыла башлай. Беҙҙең эраның башынан Колумбия биләмәләрендә индеецтар (карибтар, аравактар, чибчалар) йәшәгән, улар араһында чибчалар өҫтөнлөк иткән. Чибчаларҙың мәҙәни үҙенсәлектәре Тайрона һәм Муиска мәҙәниәте ҡәбиләләре араһында айырыла.

Беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡ башында индеец ҡәбиләләре, шул иҫәптән Муиска, Кимбайя һәм Тайрона мәҙәниәттәре халыҡтары, Касикасгос (исп. cacicazgos) сәйәси системаһына күсә, был система пирамидаль структуралы власть булған, унда касиктар (етәкселәр) хакимлыҡ иткән. Муиска халҡы нигеҙҙә Бояка департаменты һәм Кундинамарканың таулы тигеҙлегендә йәшәгән, улар Муиска конфедерацияһын булдырған. Муискалар кукуруз, картуф, киноа һәм мамыҡ үҫтергән, алтын, зөбәржәт, ҡулдан эшләнгән керамика һәм таш тоҙ менән сауҙа иткән. Муискалар үҙ ваҡытында иң үҫешкән цивилизацияларҙың береһе булған (майялар һәм инкаларҙан һуң). Улар алтындан һәм алтын-баҡыр иретмәһенән ювелир биҙәүестәр эшләгән, ә алтын пластиналарҙы аҡса итеп ҡулланған. Муискалар уңдырышлылыҡтың символы тип Ҡояшҡа табынған, уны йәнлек ҡорбандарын биреп хөрмәтләгән.

Тайрона мәҙәниәте халҡы Колумбияның төньяғында, Сьерра-Невада-де-Санта-Марта тау массивында йәшәгән, ә Кимбайя мәҙәниәте халҡы Каука йылғаһы тирәһендә төпләнгән[14]. Күп халыҡтар ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән, әммә йәмғиәттең социаль структураһы төрлө була. Мәҫәлән, карибтар һуғыш хәләтендә йәшәгән, шул уҡ ваҡытта башҡа халыҡтар тынысыраҡ тормош алып барған[15]. Шулай уҡ илдең көньяҡ-көнбайыш өлөшө Инктар империяһы тарафынан баҫып алынған[16].

Испан колонизацияһы

undefined

Испан конкистадоры Алонсо де Охеда, Христофор Колумб менән сәйәхәт иткәндән һуң, 1499 йылда Гуахира ярымутрауына барып етә[17][18]. XVI быуат башынан Испания тарафынан Көньяҡ Американы, шул иҫәптән хәҙерге Колумбия биләмәләрен, колониялаштырыу башлана. Испан колонистарының тәүге тораҡ пункттары Кариб диңгеҙе ярында булдырыла. Был урындарҙы тәү тапҡыр Родриго де Бастидас етәкселегендәге экспедиция 1500 йылда өйрәнә[19]. 1502 йылда Христофор Колумб Кариб бассейны биләмәләрендә була[20].

1508 йылда Васко Нуньес де Бальбоа Ураба ҡултығы биләмәләрен өйрәнә, ә 1510 йылда континентта тәүге ҡала — Санта-Мария-ла-Антигуа дель Дарьен төҙөлә[21]. Һуңынан башҡа ҡалалар ҙа төҙөлә, шул иҫәптән Санта-Марта (1525) һәм Картахена (1533)[22][23].

1536 йылда онсало Хименес де Кесада етәкселегендә 500 кеше ҡатнашлығында экспедиция ойошторола. Ул үҙенең юлы аша үткән биләмәләрҙе исемләштерә һәм уларҙы Яңы Гранада короллеге тип атай. 1538 йылдың авгусында ул Муиска мәҙәниәте тораҡ пункттарының береһе булған Баката янында яңы ҡала нигеҙенә баш һала һәм уға Санта-Фе тигән исем бирә. Һуңынан ҡала Санта-Фе-де-Богота тип үҙгәртелә[24].

Шул уҡ ваҡытта башҡа конкистадорҙар ҙа Көньяҡ Америкаға тәрәнерәк үтеп инә. Себастьян де Белалькасар, инкалар империяһы өсөн мөһим булған Кито ҡалаһын яулағандан һуң, материктың төньяғына күсә һәм 1536 йылда Кали, 1537 йылда Попаян ҡалаларын төҙөй[25].

1536—1539 йылдарҙа немец конкистадоры Николаус Федерман Ориноко үҙәнен үтеп, Көнсығыш Кордильераны аша сыға һәм Эльдорадо — «алтын ҡала»ны эҙләп экспедиция ойоштора[26].

Колониаль осор

undefined
undefined

1549 йылда Яъы Гранада король аудиенцияһы статусын ала. 1542 йылда Яңы Гранада Көньяҡ Американың башҡа испан биләмәләре менән бергә Перу вице-корольлеге составына индерелә, уның баш ҡалаһы Лима була[27]. 1547 йылда Яңы Гранада генерал-капитанлыҡҡа әйләндерелә, ә 1549 йылда король аудиенцияһы статусын ала. Уның административ үҙәге Санта-Фе-де-Богота ҡалаһында урынлашҡан була, ә территорияһына Санта-Марта, Рио-де-Сан-Хуан, Попаян, Гуаяна һәм Картахена провинциялары инә. Әммә мөһим ҡарарҙар әле лә Һиндостанды идара итеү Советында (Испания) ҡабул ителгән[28].

XVI быуатта европалылар Африканан ҡолдар алып килә башлай. Әммә Испания Африкала ҡол сауҙаһы өсөн факториялар булдыра алмай. Шуның өсөн Испан империяһы асьенто системаһын ҡуллана, ул башҡа илдәрҙең (негеҙҙә Португалия, Франция, Англия һәм Голландия) сауҙагәрҙәренә испан колонияларында ҡолдар һатыу өсөн лицензия бирә[29][30].

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер кешеләр кеше хоҡуҡтарын һәм баҫым аҫтындағы халыҡтарҙың иреклеген яҡлай. Мәҫәлән, төп халыҡтар ҡоллоҡҡа төшөрөлә алмай, сөнки улар Испан коронаһының хоҡуҡи субъекттары булараҡ ҡаралған. Уларҙы һаҡлау маҡсатында ергә милеккә хоҡуҡтың бер нисә формалары булдырылған, шул иҫәптән ресгуардо (рус телендәге әҙәбиәттә ул резервация тип атала). Индейҙарҙың күп өлөшө ресгуардо ерҙәренә күсерелгән һәм улар был ерҙәрҙе колониаль хакимиәттән алған[31]. Ресгуардо индей йәмғиәтенең уртаҡ милке булараҡ ҡаралған, унда һәр индеец ер участкаһына файҙаланыу хоҡуғына эйә булған[31]. Ресгуардо йәмғиәтенә башлыҡ һәм уның тарафынан тәғәйенләнгән вазифалы кешеләр етәкселек иткән[31].

1717 йылда Яңы Гранада вице-короллеге булдырыла, әммә ул ваҡытлыса юҡҡа сыға һәм 1739 йылда яңынан тергеҙелә. Уның баш ҡалаһы Богота була. Вице-корольлек составына Яңы Гранада вице-короллег йәки Пепу вице-корольлеге биләмәләренә ингән төньяҡ-көнбайыш провинциялар ҙа (бөгөнгө Венесуэла, Эквадор һәм Панама) ҡушыла. Богота Испанияның төп административ үҙәктәренең береһенә әүерелә, әммә Лима һәм Мехико менән сағыштырғанда ҡайһы бер экономик күрһәткестәр буйынса артта ҡала.

1739 йылда Англия Испанияға ҡаршы һуғыш иғлан иткәндән һуң, Картахена Британия ғәскәрҙәренең төп хәрби маҡсаты була. Әммә Дженкинстың ҡолағы өсөн һуғыш барышында Испания еңеүгә өлгәшә, был иһә Ете йыллыҡ һуғышҡа тиклем дауам итә[32].

Рухани, ботаник һәм математик Хосе Селестино Мутис, Антонио Кабальеро һәм Гонгораның наместнигы тарафынан тәбиғәтте өйрәнеү өсөн яңы гранадаға ебәрелә. 1783 йылда Яңы Гранадаға Король Ботаника Экспедицияһы башлана, уның барышында үҫемлектәр, хайуандар классификациялана Һәм Боготала беренсе обсерваторияға нигеҙ һалына.

Азатлыҡ өсөн көрәш

undefined

Испан колониялаштырыу осоронда бер нисә ихтилал күтәрелә, әммә уларҙың күбеһе баҫтырыла йәки көсһөҙләндерелә һәм илдәге хәлде үҙгәртә алмай. Колумбияның бойондороҡһоҙлоғо өсөн хәрәкәте 1810 йылда башлана. Был 1804 йылда Сан-Домингоның (хәҙерге Гаити) бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеүе менән бәйле була, был ваҡиға ихтилал етәксеһе Симон Боливар һәм уның көрәштәше |Франсиско де Паула Сантандер өсөн илһам сығанағы була[33][34].

Хәрәкәтте Антонио Нариньо етәкләй, ул испан үҙәкләштереү сәйәсәтенә ҡаршы сыға һәм ихтилалсыларҙы етәкләй. Картахена 1811 йылдың ноябрендә үҙенең бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә[35]. 1811 йылда Камило Торрес Тенорио етәкселегендә Яңы Гранада Ҡушма Штаттары иғлан ителә[36][37].

Патриоттар араһында ике төрлө идеология: федерализм һәм унитаризм көрәш алып барған, был иһә илдәге хәлде нығытырға мөмкинлек бирмәгән. Наполеон һуғыштары тамамланғандан һуң, Фердинанд VII Көньяҡ Американың төньяҡ өлөшөн кире баҫып алыу өсөн хәрби көстәр ебәрә. Яңы Гранада вице-корольлеге статусы яңынан тергеҙелә, уның етәксеһе Хуан Самано патриотик ихтилалдарҙа ҡатнашҡан кешеләргә ҡаршы репрессиялар үткәрә[38].

Был репрессиялар яңы ихтилалдарҙы ҡабаттан тоҡандыра, уларҙың етәксеһе булып Симон Боливар сығыш яһай. Испанияның үҙендәге көрсөк менән бергә был хәлдәр 1819 йылда Колумбияның бойондороҡһоҙлоғон тулыһынса иғлан итеүгә килтерә[39]. Испания яҡлы көстәр 1822 йылда Колумбияла һәм 1823 йылда Венесуэла территорияһында тар-мар ителә[40].

Бойондороҡһоҙлоҡтоң тәүге быуаты

Элекке Яңы Гранада биләмәһе Колумбия республикаһына әүерелә (1819—1831). Уның составына хәҙерге Колумбия, Панама, Эквадор, Венесуэла, Гайана һәм Бразилияның ҡайһы бер өлөштәре, шулай уҡ Мараньон йылғаһының төньяҡ өлөшө инә[41].

Кукуте конгресы 1821 йылда яңы барлыҡҡа килгән республика өсөн Конституция ҡабул итә. Симон Боливар Колумбияның тәүге президенты, ә Франсиско де Паула Сантандер вице-президенты итеп тәғәйенләнә[42]. Әммә яңы республиканың тотороҡлоғо эске сәйәси ҡаршылыҡтар һәм территориаль бәхәстәр менән ҡаҡшатыла. 1830 йылда өс ил — Яңы Гранада, Эквадор һәм Венесуэла — уның составынан сыға.

1860 йылда ике йыл дауам иткән граждандар һуғышы башлана, уның һөҙөмтәһендә 1863 йылда Колумбия Ҡушма Штаттары барлыҡҡа килә. Улар 1886 йылға тиклем йәшәп ҡала, шул йылда Колумбия Республикһыа исеме ҡабаттан тергеҙелә. Ләкин илдә сәйәси фирҡәләр араһындағы эске низағтар дауам итә, был хәл күп тапҡырҙар ҡанлы граждандар һуғыштарына алып килә. Уларҙың иң билдәлеһе Мең көнлөк һуғышы (1899—1902) була, уның һөҙөмтәһендә Панама Колумиянан айырылып сыға.

Колумбия Көньяҡ Америкала беренсе конституцион идара итеү системаһына эйә булған дәүләт була, ә Либераль һәм Консерватив фирҡәләр (1848 һәм 1849 йылдарҙа нигеҙ һалынған) Америкала әле булһа һаҡланып ҡалған иң боронғо сәйәси фирҡәләр булып иҫәпләнә[43].

1851 йылда илдә ҡоллоҡ бөтөрөлә[44].

Хәҙерге заман

undefined

Колумбия XX быуатҡа Граждандар һуғышы шарттарында аяҡ баҫа. Был һуғыш, илдең банкротҡа төшөүе һәм АҠШ-тың иҡтисади мәнфәғәттәре һөҙөмтәһендә Панама Колумбиянан айырылып сыға (1903)[45][46].

Һуғыш тамамланғандан һуң Рафаэль Рейес (1904—1909) президент итеп һайлана. Ул Конгрессты тарата һәм уны диктатор вәкәләттәренә эйә Конституция йыйыны менән алмаштыра[47]. Рейес хакимлығы ваҡытында илдә тәртип урынлаштырыла, иҡтисад тотороҡландырыла, индустриалләштереү һәм дәүләтте модернизациялау башлана[48][49].

1930 йылда Колумбия консерваторҙар партияһының оҙайлы хакимлығы тамамлана. Энрике Олайя Эррера (1930—1934) президент итеп һайлана, уның етәкселеге аҫтында Либераль Республика дәүере башлана, 1930—1946 йылдарҙа либералдар ил менән идара итә. Әммә был осор Ла Виоленсия тип аталған ҡанлы конфликт менән өҙөлә. Ул 1940 йылдар аҙағында башланып, 1958 йылға тиклем дауам итә. Был ваҡиға либераль һәм консерватив партиялар араһындағы киҫкен сәйәси низағ арҡаһында тыуа. 1948 йылдың 9 апрелендә Хорхе Эльесер Гайтан үлтерелә, был ваҡиға Боготасо тип аталған киң ҡоласлы сыуалыштарға сәбәп була, һөҙөмтәлә яҡынса 300 мең кеше һәләк була[50].

1950 йылда Лауреано Гомес Кастро президент булып һайлана. Колумбия Корея һуғышына ҡушыла һәм АҠШ союздашы булараҡ ҡатнашҡан берҙән-бер Латин Америкаһы иле була. Колумбия ғәскәрҙәре Олд Балди алышында әүҙем ҡатнаша.

1964—2016 йылдарҙа илдә граждандар һуғышы бара. Ул хөкүмәт менән коммунистик хәрәкәттәр (ФАРК һәм Милли азатлыҡ армияһы (Колумбия)) араһында барған[51].

Һуғышта шулай уҡ Ультра-уңдар ҡораллы төркөмдәр ҡатнаша. Уларҙың иң ҙуры булып Колумбияның берләшкән үҙ-үҙен һаҡлау көстәре (AUC) тора. Ул 1997 йылда Колумбия хөкүмәте һәм бай малсылыҡ фермерҙары ярҙамында марксистик партизандарға ҡаршы көрәш өсөн төҙөлә. AUC ҡайһы бер осраҡтарҙа рәсми Колумбия хәрби көстәре менән берлектә операциялар үткәрә. 2006 йылда AUC террористик ойошма тип танылғас, ул юҡҡа сығарыла.

2016 йылда ФАРК менән Колумбия хөкүмәте араһында утты туҡтатыу тураһында килешеү төҙөлә[52]. 2017 йылдың 1 сентябрендә ФАРК делегаттары Боготала йыйылып, ойошманы сәйәси фирҡәгә үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Әммә 2019 йылдың авгусында Иван Маркес үҙенең тарафдарҙары менән тағы ла көслө көрәш башлай, ул был хаҡта видео яҙма аша белдерә. Уларҙың күпселек элекке союздаштары был ҡарарҙы хупламай, әммә ҡайһы бер радикаль төркөмдәр |Милли азатлыҡ армияһы менән берләшеү тураһында белдерә.

2022 йылда президент һайлауҙарында «Тарихи пакт» коалицияһынан кандидат Густаво Франсиско Петро Уррего 50,44 % тауыш йыйып еңеп сыға.

Сәйәси төҙөлөш

Республика. Дәүләт һәм хөкүмәт башлығы — президент, ул 4 йылға халыҡ тарафынан һайлана һәм ҡабаттан һайланыу мөмкинлеге юҡ.

2022 йылдың 19 июнендә Колумбияла президент һайлауҙарының икенсе туры уҙҙы. Унда «Тарихи пакт» левоцентристик коалицияһы вәкиле, сенатор Густаво Франсиско Петро Уррего еңеү яуланы. Ул 50,42 % тауыш йыйҙы, ә уның төп көндәше, бойондороҡһоҙ кандидат Родольфо Эрнандес Суарес 47,35 % тауыш яуланы. 7 августа Густаво Петро Колумбия президенты вазифаһында рәсми рәүештә эшләй башланы[53].

Хөкүмәт дүрт төп фирҡә («Колумбия эшләй ала» тарихи пакты]], Йәшелдәр фирҡәһе, Либераль фирҡә, Коммунистик фирҡә, Милли берҙәмлек социаль фирҡәһе, Консерватив фирҡә һәм «Радикаль үҙгәреш» фирҡәһе) һәм тағы ла ете ваҡ фирҡә коалицияһы тарафынан төҙөлдө, улар Густаво Петро һайланыуын хупланы.

Ике палаталы парламент (Колумбия Конгресы) составына инә:

  • Сенат (102 урын), халыҡ тарафынан 4 йылға һайлана;
  • Вәкилдәр палатаһы (166 урын), халыҡ тарафынан 4 йылға һайлана.

Сәйәси фирҡәләр

Төп сәйәси фирҡәләр (2010 йылдың мартындағы парламент һайлауҙары һөҙөмтәләре буйынса):

  • Милли берҙәмлек социаль фирҡәһе — үҙәкселек, 27 сенатор, 48 депутат
  • Консерватив фирҡә — уң үҙәкселек, 23 сенатор, 38 депутат
  • Либераль фирҡә — һул үҙәкселек, 18 сенатор, 39 депутат
  • Милли интеграция фирҡәһе — үҙәкселек, 8 сенатор, 12 депутат
  • «Радикаль үҙгәреш» фирҡәһе — үҙәкселек, 8 сенатор, 14 депутат
  • Альтернатив демократия полюсы — һулдар, 8 сенатор, 4 депутат
  • Йәшелдәр фирҡәһе — һул үҙәкселек, 5 сенатор, 3 депутат
  • Абсолют яңырыуҙың бойондороҡһоҙ хәрәкәте — 1 сенатор, 2 депутат

Бынан тыш, Вәкилдәр палатаһында тағы ла 4 фирҡә вәкилдәре бар (уларҙың һәр береһендә 1—2 депутат).

География

Колумбия — Көньяҡ Америкала ике океанға бер юлы сығыу мөмкинлеге булған өс илдең береһе (Тымыҡ океан һәм Атлантик океан), ҡалған икеһе — Панама һәм Чили.

Колумбияның көнбайышын Тымыҡ океан, төньяҡ-көнбайышын Кариб диңгеҙе йыуа. Илдең көнбайышында, төньяҡтан көньяҡҡа табан Анд тауҙары һуҙылған, уларҙы Магдалена, Каука һәм башҡа ваҡ йылғалар айыра. Көнсығышта Амазонка йылғаһы ҡушылдыҡтары менән киҫелгән тигеҙлектәр урынлашҡан. Яр буйҙарында түбәнлектәр бар.

Тәбиғәт райондары

Колумбияның төньяғында Кариб алды түбәнлеге урынлашҡан, унда субэкваториаль ҡоро климат хөкөм һөрә. Был төбәктә илдең төп порттары һәм сит ил туристарын ылыҡтырған курорттар урынлашҡан. Бында шулай уҡ айырым торған Сьерра-Невада-де-Санта-Марта тау массивы бар, ундағы Кристобаль-Колон (5775 м) түбәһе Колумбиялағы иң бейек тау булып тора.

Көнбайыш яр буйҙары йыл дауамында мул яуым-төшөм яуған Тымыҡ океан буйы түбәнлеге менән билдәле. Бында океандың күтәрелеү-кәмеүе ҙур, шуға күрә пляждар туристар араһында ҙур популярлыҡ яулай алмай. Тымыҡ океан ярҙары буйындағы лагуналар ҡуйы мангр урмандары менән ҡапланған.

Илдең көньяғында Анд тауҙары өс параллель һыртҡа айырылып китә: Көнбайыш Кордильера, Үҙәк Кордильера һәм Көнсығыш Кордильера. Улар төньяҡҡа табан 3000 км-ҙан ашыу һуҙылған. Тауҙар араһындағы үҙәндәрҙә илдең төп ауыл хужалығы ерҙәре урынлашҡан һәм Колумбия халҡының күп өлөшө йәшәй. Әммә күп һүнгән һәм актив вулкандарҙың булыуы, шулай уҡ |юғары сейсмик активлыҡ төбәктә йәшәгән халыҡҡа һәм иҡтисадҡа ҙур зыян килтерә.

Льянос регионының Колумбияға ҡараған өлөшө Ориноко түбәнлегенең көньяғында урынлашҡан. Ул климат йәһәтенән йәшәү өсөн уңайлы булһа ла, тарихи яҡтан иң аҙ үҙләштерелгән райондарҙың береһе. Был төбәктә субэкваториаль эҫе климат хөкөм һөрә: йәйен яуым-төшөм күп, ә ҡышын ҡоро миҙгел. Был шарттар арҡаһында төбәктә дымлы үләнлек саванналар, пальма урмандары, галерея урмандары һәм ҡамышлы һаҙлыҡтар үҫеш алған.

Илдең көньяҡ-көнсығышында амазон сельваһы урынлашҡан. Ул даими дымлы экваториаль климат зонаһында ята. Был төбәктә ҡуйы, үтә алмаҫтай урман үҫә (70 метр бейеклеккә етә алған биш яруслы ағастар), шулай уҡ хайуандар донъяһы күп төрлө. Әммә ауыр тәбиғәт шарттары сәбәпле, был районда ил халҡының ни бары 1 % йәшәй.

Климат

Колумбия биләмәләрендә экваториаль климат һәм субэкваториаль климат өҫтөнлөк итә. Түбәнлектәрҙә уртаса айлыҡ температура +35 °C яҡын, ә 2000—3000 м бейеклектәге тауҙарҙа +13°C-тан +16°C-ҡа тиклем тирбәлә. Йыллыҡ яуым-төшөм 150 мм-ҙан (төньяҡ-көнсығышта) 10 000 мм-ға (төньяҡ-көнбайышта) тиклем.

Үҫемлектәр донъяһы

Донъялағы эндемик үҫемлек төрҙәренең яҡынса 10%-ы Колумбяла осрай[54].

Кариб диңгеҙе яр буйҙарында мангр урмандары өҫтөнлөк итә, ә Тымыҡ океан түбәнлегендә — йыл әйләнәһенә йәшел үҫемлектәр. Илдең төньяҡ-көнсығышында һәм төньяғында саванналар (урындағы атамаһы — «льянос») үҫә. Анд тауҙары тауҙарында үҫемлектәр бейеклек буйынса ҡатламдарға бүленә: тау итәктәрендә урмандар үҫһә, улар уҙған һайын ҡуйы ҡыуаҡлыҡтар, төрлөлөккә бай болондар һәм юғары тауҙарҙың арҡаһы һуҙыла. Орхидея Cattleya trianae Колумбияның милли гөлө, ә пальмаларҙың Ceroxylon quindiuense төрө (киндиой балауыҙ пальмаһы) — илдең милли ағасы булып һанала.

Хайуандар донъяһы

Колумбияла хайуандар донъяһы күп төрлө һәм бай: күбәләктәр, пираньялар, маймылдар, айыуҙар, ягуарҙар, кондорҙар, йыландар һәм колибриҙар.

Административ бүленеш

undefined

Колумбияның административ бүленеше 1991 йылғы Конституция һәм уның төҙәтмәләре, шулай уҡ 1994 йылдың 2 июнендәге 136-сы закон нигеҙендә билдәләнгән[55][56].

Илдә өс кимәлдәге административ-территориаль бүленеш бар.

  • Беренсе кимәл — департаменттар һәм баш ҡала округы Богота.
  • Икенсе кимәл — муниципалитеттар.
  • Ҡайһы бер департаменттарҙа аралаш кимәлдәге административ бүленеш бар, улар төрлө департаменттарҙа төрлөсә атала — провинциялар йәки субрегиондар.

Департаментnfh

Департамент Административ үҙәк майҙаны[57], км² Население, чел. (2005) Плотность, чел./км²
1. Амасонас Летисия 109 665 56 036 0,51
2. Антьокия Медельин 63 612 5 671 689 89,16
3. Араука Араука 23 818 208 605 8,76
4. Атлантико Барранкилья 3 388 2 112 128 623,41
5. Боливар Картахена 25 978 1 860 445 71,62
6. Бояка Тунха 23 189 1 211 186 52,23
7. Кальдас Манисалес 7888 908 841 115,22
8. Какета Флоренсия 88 965 404 896 4,55
9. Касанаре Йопаль 44 640 282 452 6,33
10. Каука Попаян 29 308 1 244 886 42,48
11. Сесар Вальедупар 22 905 879 914 38,42
12. Чоко Кибдо 46 530 441 395 9,49
13. Кордова Монтерия 25 020 1 472 699 58,86
14. Кундинамарка Богота 22 653 2 228 478 98,37
15. Гуайния Инирида 72 238 43 314 0,60
16. Гуавьяре Сан-Хосе-дель-Гуавьяре 53 460 133 326 2,49
17. Уила Нейва 19 890 1 006 797 50,62
18. Гуахира Риоача 20 848 623 250 29,89
19. Магдалена Санта-Марта 23 188 1 136 901 49,03
20. Мета Вильявисенсио 85 635 789 276 9,22
21. Нариньо Пасто 33 268 1 521 777 45,74
22. Путумайо Мокоа 24 885 299 286 12,03
23. Киндио Армения 1845 518 691 281,13
24. Рисаральда Перейра 4140 863 663 208,61
25. Сан-Андрес-и-Провиденсия Сан-Андрес 52 59 573 1145,63
26. Сантандер Букараманга 30 537 1 916 336 62,75
27. Северный Сантандер Кукута 21 658 1 228 028 56,70
28. Сукре Синселехо 10 917 765 285 70,10
29. Толима Ибаге 23 562 1 335 177 56,67
30. Валье-дель-Каука Кали 22 140 4 060 196 183,39
31. Ваупе Миту 54 135 27 124 0,50
32. Вичада Карреньо 100 242 55 158 0,55
Санта-Фе-де-Богота Богота 1776 7 363 762 4146,26
Барлығы 1 141 975 42 730 570 37,42

Иҫкәрмәләр

  1. Census.gov. Country Rank. Countries and Areas Ranked by Population: 2013. U.S. Department of Commerce (2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2013. Архивировано 9 май 2013 года.
  2. Human Development Report 2013 (ингл.). United Nations Development Programme (2013). Архивировано 13 август 2013 года. 2013 йылдың 18 август көнөндә архивланған.
  3. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/southamerica
  4. | Cancillería  (инг.), Cancillería. 29 октябрь 2017 тикшерелгән.
  5. | Cancillería  (инг.), Cancillería. 29 октябрь 2017 тикшерелгән.
  6. Megadiversidad (29 октябрь 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 октябрь 2017. Архивировано из оригинала 29 октябрь 2013 года.
  7. Colombia, el segundo país más biodiverso del mundo | COLCIENCIAS (исп.). www.colciencias.gov.co. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2017. Архивировано 13 август 2017 года.
  8. Ocho países son responsables de más de la mitad del deterioro del planeta : Planeta : La Hora Noticias de Ecuador, sus provincias y el mundo (10 декабрь 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2017. Архивировано из оригинала 10 декабрь 2014 года.
  9. After BRICs, look to CIVETS for growth - HSBC CEO. Reuters (Tue Apr 27 15:39:49 UTC 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 октябрь 2017. Архивировано 25 ноябрь 2015 года.
  10. Restrepo Piedrahíta, Carlos. El nombre "Colombia" | banrepcultural.org (исп.). www.banrepcultural.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 октябрь 2017. Архивировано 31 октябрь 2017 года.
  11. Correal, Urrego G. Nuevas evidencias culturales pleistocenicas y megafauna en Colombia. — Boletin de Arqueologia (8). — 1993. — С. 3—13.
  12. John W. Hoopes. Ford Revisited: A Critical Review of the Chronology and Relationships of the Earliest Ceramic Complexes in the New World, 6000-1500 B.C.. — Journal of World Prehistory. 8 (1). — 1994. — С. 1—49.
  13. Van der Hammen, T; Correal, G. Prehistoric man on the Sabana de Bogotá: data for an ecological prehistory // Paleography, Paleoclimatology, Paleoecology. — 1978. — № 8. — С. 179—190.
  14. Álvaro Chaves Mendoza, Alvaro Chaves, Jorge Morales Gómez. Los indios de Colombia. — Editorial Abya Yala. — 1995. — 349 с. — ISBN 9978041699.
  15. Langebaek Rueda, Carl Henrik, pr, Melo, Jorge Orlando, 1942-. Los Pueblos Indígenas del Territorio Colombiano (исп.). www.banrepcultural.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2017. Архивировано 9 ноябрь 2017 года.
  16. Ana María Groot de Mahecha. Intento de delimitación del territorio de los grupos étnicos Pastos y Quillacingas en el altiplano Nariñense // Boletín de arqueología de la Fian. — 1988. — Т. 3, вып. 3. — С. 3–31. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  17. del Castillo Mathieu, Nicolás. La primera visión de las costas colombianas | banrepcultural.org (исп.). www.banrepcultural.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2017. Архивировано 14 ноябрь 2017 года.
  18. Biografia de Alonso de Ojeda (исп.). www.biografiasyvidas.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2017. Архивировано 5 июль 2017 года.
  19. Biografia de Rodrigo de Bastidas (исп.). www.biografiasyvidas.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2017. Архивировано 9 май 2017 года.
  20. Biografia de Cristóbal Colón (исп.). www.biografiasyvidas.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2017. Архивировано 5 июль 2017 года.
  21. Biografia de Vasco Núñez de Balboa (исп.). www.biografiasyvidas.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2017. Архивировано 5 июль 2017 года.
  22. Trinidad Miranda Vázquez. La gobernación de Santa Marta (1570-1670). — Editorial CSIC - CSIC Press, 1976. — 252 с. — ISBN 9788400042769. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  23. María del Carmen Borrego Plá. Cartagena de Indias en el siglo XVI. — Editorial CSIC - CSIC Press, 1983. — 600 с. — ISBN 9788400054403. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  24. John Michael Francis. Invading Colombia: Spanish Accounts of the Gonzalo Jiménez de Quesada Expedition of Conquest. — Penn State Press, 2007. — 150 с. — ISBN 0271029366. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  25. Silvia Padilla Altamirano, María Luisa López Arellano, Adolfo Luis González Rodríguez. La encomienda en Popayán: (tres estudios. — Editorial CSIC - CSIC Press, 1977. — 432 с. — ISBN 9788400036126. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  26. Massimo Livi Bacci. El dorado en el pantano. — Marcial Pons Historia, 2012. — 181 с. — ISBN 9788492820658. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  27. John Huxtable Elliott. Empires of the Atlantic World: Britain and Spain in America, 1492-1830. — Yale University Press, 2007. — 569 с. — ISBN 030012399X. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  28. Julián Bautista Ruiz Rivera. Encomienda y mita en Nueva Granada en el siglo XVII. — Editorial CSIC - CSIC Press, 1975. — 520 с. — ISBN 9788400041762. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  29. María Cristina Navarrete. Génesis y desarrollo de la esclavitud en Colombia siglos XVI y XVII. — Universidad del Valle, 2005. — 380 с. — ISBN 9789586703383. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  30. Alvaro Gärtner. Los místeres de las minas: crónica de la colonia europea más grande de Colombia en el siglo XIX, surgida alrededor de las minas de Marmato, Supía y Riosucio. — Universidad de Caldas, 2005. — 478 с. — ISBN 9789588231426. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  31. 1 2 3 http://static.iea.ras.ru/neotlozhka/197-Alexandrenkov.pdf Архивная копия от 20 июнь 2015 на Wayback Machine С. 3
  32. Jorge C. .erdá Crespo|заглавие=Conflictos coloniales: la guerra de los nueve años 1739-1748|ссылка=https://books.google.ru/books?id=iHc5HlQpmmUC&lpg=PA3&hl=es&pg=PA3&redir_esc=y%7Cиздательство=Universidad de Alicante|год=2010|страниц=293|isbn=9788497171274|archivedate=2017-11-07|archiveurl=https://web.archive.org/web/20171107024348/https://books.google.ru/books?id=iHc5HlQpmmUC&lpg=PA3&hl=es&pg=PA3&redir_esc=y#v=onepage&q&f=false}}
  33. Rodriguez Gómez, Juan Camilo. LA INDEPENDENCIA DEL SOCORRO EN LA GÉNESIS DE LA EMANCIPACIÓN COLOMBIANA. | banrepcultural.org (исп.). www.banrepcultural.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 октябрь 2017. Архивировано 10 ноябрь 2017 года.
  34. Daniel Gutiérrez Ardila. Colombia y Haití: historia de un desencuentro (1819-1831) // Secuencia. — December 2011. — Вып. 81. — С. 67–93. — ISSN 0186-0348. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  35. Sourdis Nájera, Adelaida. LA INDEPENDENCIA DEL CARIBE COLOMBIANO 1810-1821 | banrepcultural.org (исп.). www.banrepcultural.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 октябрь 2017. Архивировано 9 ноябрь 2017 года.
  36. Martínez Garnica, Armandao. CONFEDERACIÓN DE LAS PROVINCIAS UNIDAS DE LA NUEVA GRANADA | banrepcultural.org (исп.). www.banrepcultural.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 октябрь 2017. Архивировано 24 июнь 2017 года.
  37. Biblioteca Virtual Miguel de Cervantes. Acta de Federación de las Provincias Unidas de la Nueva Granada, 27 de Noviembre de 1811 | Biblioteca Virtual Miguel de Cervantes (исп.). www.cervantesvirtual.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 октябрь 2017. Архивировано 25 июнь 2017 года.
  38. Carlos Andrés Loaiza Osorio. Capitulos. docencia.udea.edu.co. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 октябрь 2017. Архивировано 27 октябрь 2016 года.
  39. Javier Ocampo López. Historia ilustrada de Colombia. — Plaza y Janes Editores Colombia s.a., 2006. — 206 с. — ISBN 9789581403707. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  40. Jairo Gutiérrez Ramos. La Constitución de Cádiz en la Provincia de Pasto, Virreinato de Nueva Granada, 1812-1822 // Revista de Indias. — 2008-04-30. — Т. 68, вып. 242. — С. 207–224. — ISSN 1988-3188. Архивировано 8 май 2019 года.
  41. Alexander Walker. Colombia, relación geográfica, topográfica, agrícola, comercial y política de este país: Adaptada para todo lector en general y para el comerciante y colono en particular. — Banco de la República, 1822. — 566 с. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  42. Carlos Andrés Loaiza Osorio. Capitulos. docencia.udea.edu.co. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 ноябрь 2017. Архивировано 4 март 2016 года.
  43. Juan Fernando Londoño. Partidos políticos y think tanks en Colombia. — 2009. — С. 127—156.
  44. Eduardo Restrepo. Argumentos abolicionistas en Colombia (порт.) // História Unisinos. — 2006. — Vol. 10, iss. 3. — P. 293–306. — ISSN 2236-1782. — DOI:DOI:10.4013/6183. Архивировано 8 июль 2017 года.
  45. Santos Molano, Enrique. Panamá: el último año | banrepcultural.org (исп.). www.banrepcultural.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 ноябрь 2017. Архивировано 9 октябрь 2017 года.
  46. Beluche, Olmedo. Separación de Panamá: la historia desconocida | banrepcultural.org (исп.). www.banrepcultural.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 ноябрь 2017. Архивировано 16 ғинуар 2018 года.
  47. Casa Editorial El Tiempo. RAFAEL REYES PRIETO 1849 - 1921 (исп.). El Tiempo. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 ноябрь 2017. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  48. Mayor Mora, Alberto, 1945-. Rafael Reyes | banrepcultural.org (исп.). www.banrepcultural.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 ноябрь 2017. Архивировано 7 ноябрь 2017 года.
  49. Santos Molano, Enrique, 1942-. El quinquenio de la modernización | banrepcultural.org (исп.). www.banrepcultural.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 ноябрь 2017. Архивировано 9 ноябрь 2017 года.
  50. «БОГОТА́СО» / Н. С. Иванов // «Банкетная кампания» 1904 — Большой Иргиз. — М. : Большая российская энциклопедия, 2005. — С. 663. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 3). — ISBN 5-85270-331-1.
  51. Колумбия: партизаны не сдаются Автор: ИВАН КОНОВАЛОВ, 01 Фев 2010. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2018. Архивировано из оригинала 29 сентябрь 2015 года.
  52. Colombia and FARC sign historic pact ending 52-year war. www.aljazeera.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 ноябрь 2017. Архивировано 14 ноябрь 2017 года.
  53. В Колумбии состоялась инаугурация нового президента. Газета.Ru (8 август 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2019. Архивировано 3 июль 2019 года.
  54. Universidad Sergio Arboleda Estudios de pregrado, postgrado, educación continuada. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ноябрь 2019. Архивировано 21 ғинуар 2020 года.
  55. http://confinder.richmond.edu/admin/docs/colombia_const2.pdf Архивная копия от 27 сентябрь 2011 на Wayback Machine Columbia Constitution 1991
  56. Entidades Territoriales. (26 ғинуар 2011). Архивировано из оригинала 4 ноябрь 2013 года.
  57. Colombiaya.com: Division Política de Colombia. Архивировано 10 апрель 2013 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә